Ҡырҡынды. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡырҡынды


Ҡырып сыҡҡандар урманды
Ҡалған бары төпһәләр,
Ни сараһы ағастарҙың -
Бысҡы менән үтһәләр.
Иңрәп ауҙы аҡ ҡайындар,
Гөрһөлдәне сағандар,
Ҡая кеүек ҡарағастар
Бисараға ҡалғандар.
Ишетелмәй ҡош тауышы -
Ҡунып һайрар тал да юҡ,
Оялары туҙҙырылған,
Осоп китмәй хәл дә юҡ.
Ҡорттарҙың киткән солоғо
Кәрәҙле ҡарағайҙа,
Инәләрен юғалтҡандар -
Ҡунырға икән ҡайҙа?!
Серкелдәй бары сиңерткә,
Төпһәлә ята йылан,
Тыуған урманын табалмай
Аҙашып йөрөй болан.
Урман ҡәберлеге буйлап
Һыҡтап барам шым ғына.
Тик күңелде йыуатырға
Етә икән ым ғына:
Ана, үлән араһында
Үҫенте ҡайын ҡалҡҡан,
Тамырҙан үрә башлаған
Яңы ағаслыҡ, баҡһаң.
Ваҡыт ҡына кәрәк, урман
Шаулар бында яңынан,
Солоҡ геүләр, ҡоштар һайрар
Салт ҡояшлы таң менән.
Орлоҡтар ҡалған бит ерҙә,
Тере әле тамырҙар.
Йәнлектәре кире ҡайтып
Тыуған ерен табырҙар.
Тере әле тамырҙар...
Тере әле тамырҙар...

2015, июль


2014