Төлкө киптерергә элеп ҡуйған ҡуян тиреһен урлаған. Был ҡуян тиреһе уға хәйлә өсөн кәрәк булған икән. Төлкө ҡуян тиреһен ябына ла ауылға ҡарай китә. Ул тауыҡтарҙың ҡуяндан ҡурҡмауын яҡшы белә.
Ауыл осондағы өйҙөң баҡсаһында бер әтәс менән бер тауыҡ ем сүпләп йөрөй икән. Ҡуян тиреһе ябынған төлкө туп-тура быларға ҡарап килә. Ул тиҙ генә килеп етә лә тауыҡты эләктереп алып та китә.
«Ҡуян» алып киткән тауыҡ өсөн бик ҡайғырып, әтәс ҡураға ҡайтып инә. Тауыҡтар уның янына йүгерешеп киләләр. Әтәс, иларҙай булып, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ҡуяндың тауыҡты алып киткәнен һөйләп бирә.
Тауыҡтар бер ҙә ышанмайҙар. Әтәстән ҡурҡып, ышанған һымаҡ булалар.
Бер көндө кис менән теге төлкө, шул уҡ ҡуян тиреһен ябынып, тауыҡтар ҡунаҡсаһына килә. Әтәс күреп ҡала ла уның өҫтөнә ташлана, тырнаҡтарын ҡуян тиреһенә ныҡ ҡына батыра. Тире уның тырнағына эләгеп ҡала.
Әтәс, тауыҡтар алдында маҡтанып:
— Уҫал ҡуяндың тиреһен һыҙырып алып ҡалдым. Һап-һары булып, шыр яланғас көйөнә ҡасты. Мин бар саҡта ҡуян түгел, төлкөнән дә ҡурҡмағыҙ. Тыныс булығыҙ! — тип тауыҡтарҙы тынысландыра.
Икенсе көндө «яланғас ҡуян» тағы килә. Әтәс уны күрә лә елкәһенә осоп менә. «Яланғас ҡуян» ситкә йүгерә, инәлгән була:
— Әтәскәйем, харап итмә, үлтермә! Тауығың иҫән. Ул урманда. Әйҙә барайыҡ. Алып ҡайтырһың, — ти.
Әтәс риза була. Урманға барып етеү менән, төлкө әтәсте муйынынан эләктереп ала. Әтәстең йөндәре генә туҙып ҡала.