Йәшәгән, ти, Зөһрә исемле бер ҡурсаҡ. Хужабикәһе Гөлназ бик яратҡан уны. Бергә ашаған, бергә уйнаған, хатта бергә йоҡлаған улар.
Икеһе лә бик матур икән. Гөлназдың ата- әсәһе бар, Зөһрәнеке — юҡ: айырмалары шунда ғына.
Гөлназ бер көндө Зөһрәгә:
— Һинең дә әсәйең, атайың булһа ине ул, — тигән. — Яңы күлдәктәр алып бирерҙәр, кәнфит менән һыйларҙар ине.
— Миңә һинең менән дә рәхәт!
— Шулайҙыр ҙа ул. Мин атайым, әсәйем менән берәй ергә киткәндә, һин бит яңғыҙ ҡалаһың.
Зөһрәнең был һүҙгә лә бер ҙә иҫе китмәгән.
— Уның ҡарауы, минең туғандарым күп.
— Алдашма инде, йәме! Һине кибеттән барып алдыҡ. Унда бер үҙең генә ултыра инең.
— Белгең килһә, минең туғандарым бөтә ер йөҙөнә һибелгән. Бына минең күлдәгем дә, исемем дә башҡортса. Татарҙарҙың, рустарҙың да уҙ ҡурсаҡтары бар.
— Мин уны ғына беләм дә инде.
— Белгәс һуң... Мине, туғандарымды ла һаҡ ҡына тоторға кәрәк. Беҙ бик нәфис.
— Ә һеҙҙе нимәнән яһайҙар һуң?
Аҡбур, иҙелгән ҡағыҙ, балауыҙ, туҡыма... тағы әллә нәмәләрҙән. Шуға ла бит инде беҙ кешеләргә оҡшап торабыҙ.
— Ә һинең тағы бүтән туғандарың бармы?
— Әйттем бит инде, бөтә донъяла, тип. Минең һинд туғанымды, мәҫәлән, ағастан эшләйҙәр. Эскимос туғаным фил һөйәгенән яһалған. Мексикан туғаным — балсыҡтан.
Гөлназ Зөһрәнән көнләшеп тә ҡуйҙы: күпме яҡындары бар уның! Әл-лә-лә-лә!
— Зөһрә, минең атайым, әсәйем бар, ә ҡурсаҡтарҙың олоһо-бәләкәйе буламы һуң ул?
— Иң олобоҙға — 4000 йәш. Ул Мысырҙа йәшәй.
Бәй, Гөлназдың ата-әсәһенән дә олораҡтар икән дә. Улай ғына ла түгел, борон-борон заманда йәшәгәндәр бит. Тәү кешеләр ҡурсаҡты Гөлназ кеүек үк яратҡандарҙыр, ахыры.
— Әйҙә, туғандарыңды беҙгә ҡунаҡҡа саҡырайыҡ, — тип дәртләнеп китте Гөлназ.
— Уға бит к-ү-үп аҡса кәрәк.
— Минең бит һинең бөтә туғандарыңды ла күргем килә.
— Францияның Канн ҡалаһына барырға тура килә инде беҙгә, улайһа. Ундағы музейҙа минең 3500 туғаным бар...
Гөлназ Зөһрәһен нығыраҡ ҡосаҡланы. Уны ташлап, музейға китеп бармаһын тағы. Ул китһә, кем менән уйнар Гөлназ?