Jump to content

Ҡунаҡ көтәм. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ҡунаҡ көтәм. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 28.06.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



Ҡунаҡ көтәм. Йөрәгемде ҡағындырып,
Килер көткән яҡындарым һағындырып,
Осрашыуҙы көтөүҙәре үҙе рәхәт,
Һағынышып осрашыуҙар - үҙе бәхет.

Осрашыуҙар, күрешеүҙәр – бер генә мәл,
Йышлатырға, оҙайтырға табып әмәл,
Йәшәй алһаң, бәхет артыр һымаҡ ҡына,
…Был донъяла үҙебеҙ ҙә ҡунаҡ ҡына…