Ҡунаҡ килгән. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡунаҡ килгән


Аяҙ көндә, йәйге көндә
Буран сыҡҡанмы әллә,
Өй алдындағы имәнде
Йыға һуҡҡанмы әллә?
Шатыр-шотор килә ишек,
Дейеү микән, ен микән,
Ишек емереп килеүсе
Ниндәй ауаз-өн икән?
Буран түгел, дейеү түгел,
Яуап бик ябай ғына –
Ипләп ишек шаҡый белмәҫ
Ул малай - Ямай ғына.


2012