Jump to content

Ҡояш ҡайтҡан(хикәйә).Рәшит Солтангәрәев

From Wikisource
Ҡояш ҡайтҡан(хикәйә).Рәшит Солтангәрәев (хикәйә )
автор Рәшит Солтангәрәев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡояш ҡайтҡан


 Булат олаталарына ҡунаҡҡа барҙы. Ат менән барҙылар.
Ҡыҙыҡ икән: атаһы менән ауылдан сығыуҙары булды, ҡояш уларға эйәрҙе лә китте. Ҡалмай ҙа ҡуя. Улар тауға менһә, ҡояш та тауға менә; урманға керһәләр, ҡояш та урманға керә. Хатта ағастар араһынан йырып- йыртып килә.
Ҡунаҡҡа үҙ ҡояшың менән килеп төшөү күңелле.
— Атай, ниңә ҡояш беҙҙең менән бара ул?— тип һораны Булат аптырағас.
— Бына һине ҡарап килә, юл күрһәтә,— тине атаһы.
Ауылға барып еткәс, кире боролоп китмәһә ярар ине. Ишек алдына килеп ингәс тә:
—- Олатай, беҙ һиңә ҡояш алып килдек!— тине Булат.
— Ҡайҙа ул?
— Ана тора бит, күрмәйһеңме ни?
— Ә ул бит беҙҙең ҡояш!-—- тине олатаһы.
— Юҡ, беҙ алып килдек! Юл буйлап эйәреп килде ул беҙгә!— Булаттың кәйефе боҙолдо. Олатай булып шуны ла аңламай!
—- Ә шулаймы ни, мин белмәй торам! һай, рәхмәт, улым, ҡояш килтергәс! Тик ҡайтҡанда кире алып китмә, йәме,— тине олатаһы.
— Ярай һуң, ә үҙебеҙ унда ҡояшһыҙ нишләрбеҙ икән?
— Табырһығыҙ әле, һеҙҙең ауыл ҙур,— тип ҡуйҙы олатаһы.
Булат бер аҙна ҡунаҡ булды. Кире машина менән килеп алдылар. Болотло, ямғырлы көн ине. Ҡояш күренмәне. Олатаһы, бәйләп ҡуябыҙ ҡасып китмәһен өсөн, тигәйне шул. Ысынлап та, тороп ҡалды, ахырыһы.
Бара торғас, болоттар һирәгәйеп киттелә, араһынан ҡояш килеп сыҡты. Ул, моғайын, бауын өҙөп ҡасҡан да быларҙы болот араһынан ҡыуа килә.
Олаталары ҡояшһыҙ нишләр икән? Ярар, ҡояш кәрәкһә, үҙҙәре килһен ҡунаҡҡа.


1996 йыл