Jump to content

Ҡошҡайҙарым(шиғыр). М.Дилмөхәмәтов

From Wikisource
Ҡошҡайҙарым(шиғыр). М.Дилмөхәмәтов (Шиғыр )
автор М.Дилмөхәмәтов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡошҡайҙарым


 Йәмле саҡтар үтте инде,
 Йәй тураһында уйым.
 Уның менән хушлашыуы
 Миңә лә бер аҙ ҡыйын.
 Йылы яҡҡа талпынышып
 Остоғоҙ, ҡошҡайҙарым.
 һеҙме әллә йәйҙе алып
 Киттегеҙ, дуҫҡайҙарым.


1996 йыл