Jump to content

Ҡомға яҙылған сер. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource

Ҡомға яҙылған сер

Ҡомға яҙылған сер


Серҙәремде яҙам ҡомға,
Йәшер(ә)лыр ҡомдар ғына,
Күңелде шар асып ҡуям
Бары төндәр ҡосағына.

Бар серҙәрем һарҡты ярға.
Ҡыҙыл эңер. Һағыш – кисем.
Ҡомға яҙған серҙәремде
Тулҡын йыуып алып китте.

Һин һорама ни яҙғанды,
Ни илатҡан, йыуатҡанды,
Улар һыуға ағып төштө
Күңелдә тик йөйө ҡалды.

Йөйө ҡалды, уңалманы,
Кәмемәй ҙә икән һаны.
Яраларым шундай әрней…
Һыу өҫтөндә - эңер ҡаны.


2012