0%

Ҡитғалар (фәлсәфә). Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡитғалар (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915.


Ҡитғалар (фәлсәфә)[1]


— Фәлсәфәнән туйҙыҡ инде, һатма, ташла фәлсәфәң,
Фәлсәфә сәйнәр заман уҙған, хәҙер эшләр заман.

— Һеҙ туйғас та, туймағандар ас көйгә торормо ни?
"Фәлсәфә һатма!" — тигән һүҙ — фәлсәфә түгелме ни?


1915

Иҫкәрмәләр

  1. Ҡитға — өҙөк