Jump to content

Ҡаһарман яугир. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Ҡаһарман яугир




Салауат көйләһә,
Былыбылдар тын ҡалған,
Салауат һөйләһә,
Сәсәндәр таң ҡалған.
Салауат уҡ атһа,
Ҡаялар онталған,
Салауат яу тотһа,
Дошмандан он ҡалған.
Салауат батырҙан
Алабыҙ дәрт-дарман,
Беҙ һиңә оҡшарбыҙ,
         Салауат ҡаһарман!


2012