Ҡаҙаҡтар аймағы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

thumb|200px Мин, Әғләм Ағҙам улы Янбаев, аймағыбыҙ тарихы тураһында китабымдан өҙөктәр биреп китәм. Шәжәрәне тулыландырыусылар, аныҡлаусылар, дауам итеүселәр булыр тип өмөтләнәм.

Беҙ — Ҡаҙаҡтар[edit]


Ата-бабаларыбыҙ борондан Яйыҡ йылғаһы буйында, Учалы районының Наурыҙ ауылында көн иткән. Беҙҙең нәҫелде Ҡаҙаҡтар тип йөрткәндәр, әле лә шулай атайҙар. Наурыҙда “Ҡаҙаҡ кисеүе” топонимы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлана ( ҡалған ике һыу үтеү урыны - Өс кисеү һәм Һәнәктәр кисеүе).

Бәғзе фараздар буйынса, 19 быуат баштарындараҡ Наурыҙға Бутбай исемле ҡаҙаҡ күсеп ултыра ла, урындағы халыҡ менән туғанлашып нәҫелгә Ҡаҙаҡ исеме тағылыуға сәбәпсе була. Был ғына версия менән килешеү мөмкин түгел. Нишләп урындағы башҡорттар ситтән килгән, сит милләтле кешегә ерҙәрен бирһен ти? Беҙҙең аҫаба ерҙәр бөгөнгө көнгә тиклем билдәле.Әҙәйемдең Ҡаҙаҡ атамаһы ҡайҙан сығыуҙы төшөндөргәне хәтергә ныҡ уйылған: -Ниндәйҙер боланан һуң бер төркөм Наурыҙ кешеләре ҡаҙаҡ далаларына ҡасырға мәжбүр була. Сөнки батша карателдәре ихтилалда ҡатнашҡан башҡорттарҙы аяуһыҙ ҡыра, ауылдарын яндыра, балаларын һәм ҡатындарын урыҫ помещиктарына ҡоллоҡҡа тарата. Илдә бер аҙ тыныслыҡ урынлашҡас, ҡасаҡтар тыуған яҡтарына кире ҡайта, үҙ ерҙәренә кире ултыра.

Шуларҙың береһе – нәҫелгә атама биреүсе Бутбай, ҡаҙаҡтар арһынан кире ҡайтҡан ( һәм быға ишара яһаған ҡушамат тағылған) башҡорт. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, исеме Тутбай. Наурыҙға ҡайтҡанда бер ҡаҙаҡ ҡатыны була уның, бында иһә икенсе кәләш итеп башҡорт ҡыҙын да ала. Ҡаҙаҡ ҡатынынан тоҡомо: Ильяс һәм уның улдары Мөхәммәт һәм Түләгән. Ильяс бабай Верхнеурал районында, Мәҫкәүҙән биш кенә километр алыҫлыҡтағы ауылда йәшәне. Бөйөк Ватан һуғышында вафат булды. Түләгәнде лә, ҡайҙалыр кемдәрҙер үлтереп киткән тип кенә ишеттек. Ә Мөхәммәт ағай менән 60-сы йылдарҙа аралашып йәшәнек. Яңылышмаһам, 1928 йылғы булырға тейеш. Ололар һөйләгәндәрҙән үҙем хәтеләүемсә, шәжәрәм түбәндәгесә: исеме билдәле булған тәүге нәҫел кешеһе – Харжин. Уның улы – Сарыса. Сарысаның (Һарысаның) улдары - Ҡултбай (1793 йылғы), Бутбай (1796 йылғы), Дубанай (1816 йылғы).

Бутбайҙың балалары: Самбай(Сынбай, 1840-1917), Тынымбай - Тынай(1838 йыл тыуа), Ситай(1836), Жәүкәй(1835-1917), Итҡол ( Ғәйетҡол йә Атанғол тип тә бирелә) (1831), Үтәбай(1827-1840).

Сынбайҙың балалары: Яңыбай, Дәүләтҡол, Байгилде. Яңыбайҙың улдары: Ағзам(1906-1938),Сәлимйән(1911. 25-26 йәштә үлде ), Нәғимйән(1915), Әхмәтйән(1914). Ҡыҙҙары - Баҙыян(1901), Фатима(1903), Зөләйха(1909), Әсмә(1910). Шуныһы ла ҡыҙыҡ: Фатима -20 июнь, атайым Ағзам – 20 март, Сәлимйән ағайым – 20 июль, Нәғимйән – 20 сентябрь тыуғандар. Һандар мистикаһын артабан да дауам итә алам – фронтта һәләк булған ҡайным Имаметдин Мәрхәметдин улы Ширғәлин да атайым кеүек фәҡәт 20 март тыуған була…

БР ЗАГС хеҙмәте начальнигы Рәшидә Искәндәрова “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ауылыбыҙҙа 1900-1919 йылдарҙа тыуғандар исемлеген килтергәйне. Шул мәғлүмәттәрҙән билдәле булды: олатайым Сынбаев Яңыбай Сынбай улының ҡустыһы Дәүләтҡолдан ике бала тыуған була – Ғилман һәм Ғәзизә. Ағзамдың улы мин, Әғләм Янбаев, 1932 йыл тыуғанмын. Минең ир затындағы балаларым һәм ейәндәрем: Юлай Әғләм улы(1962 йылғы, Өфөлә), Ильфат Әғләм улы(1965, Учалы ҡалаһында), Руслан Юлай улы(Өфөлә), Ильяс Ильфат улы(1994, Учалы ҡалаһында).


Тарихи белешмә[edit]

Әҙәйемдең Ҡаҙаҡ атамаһы ҡайҙан сығыуҙы нисек аңлатыуын үрҙә яҙҙым: “Ниндәйҙер боланан һуң бер төркөм Наурыҙ кешеләре ҡаҙаҡ далаларына ҡасырға мәжбүр була”. Ваҡыт һәм боланың масштабы буйынса тик Батырша ихтилалы тура килә. 1755-1756 йылдарҙа был дин эшмәкәре (ысын исеме Абдулла Алиев) Рәсйгә ҡаршы ғазауат иғлан итеп, башҡорт, ҡаҙаҡ, мишәрҙәрҙе бер йоҙороҡҡа тупларға ниәтләнә. Ихтилал башта Бөрйәндә ҡупһа, оҙаҡламай бөтә Көньяҡ Уралды, шул иҫәптән беҙҙең Учалы ерҙәрен солғай. Әммә баш күтәреүселәр тар-мар ителә. Яҡташыбыҙ Әлим Зарипов “ Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт” китабында яҙғанса “…Ырымбур губернаторы Неплюев башҡорт ихтилалын баҫтырыуға 30 мең кешелек регуляр һәм үҙҙәре теләп һуғышыусыларҙан торған 20 мең кешелек ғәскәрҙе йүнәлткән”. Карателдәр еребеҙҙе ҡанға батыра һәм “…һөҙөмтәлә 50 мең башҡорт мал-тыуары, ғаиләһе менән Яйыҡ аша сығып, ҡаҙаҡ далаһына сығып китә”. “Бороңғо дәүерҙән алып Башҡортостан тарихы” китабында ла Ҡазан профессоры В.Н. Витевскийҙың шул уҡ мәғлүмәте бәйән ителә - ихтилалдан һуң 50 мең банҡорт туғандаш ҡаҙаҡтарға барып һыйына. Ә бына Әнүәр Әсфәндияровтың “ Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғандан һуң” китабында һуңғараҡ булған хәлдәр бәйән ителә: 18 быуаттың аҙағында, 19 быуаттың тәүге яртыһында кире ҡайтҡан башҡорттарҙы ҡабул итеү менән сикләнмәй, хатта Яйыҡ аша үткән ( ул ваҡыттағы Рәсәйҙең сиге) ҡаҙаҡтарҙы урындағы властар бында йәшәргә ҡалдыра башлай. Фараз рәүешендә генә, беҙҙең аймаҡ бындай ҡаҙаҡтарҙан таралыуы ихтимал, тип уйларға мөмкин. Әммә иманым камил, беҙ – Батырша восстаниеһынан һуң ваҡытлыса ҡаҙаҡ далаларына китеп торған һәм донъялар тынысланғас кире ҡайтҡан урындағы башҡорттар.

"Ревизская сказка”ларҙағы материалдарҙан[edit]

1834 йылғы 8-се Сказкала Наурыҙ ауылында йәшәгән беҙҙең ата-бабалар күрһәтелмәгән, күрәһең, был саҡ икенсе урында йәшәгәндәр йә ҡайҙалыр ваҡытлыса китеп торғандар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – 1850 йылғы иҫәпкә алыу материалдарында, Сарыса һәм уның улдары алдағы (1834 йылғы) ревизия ваҡытында нисә йәшкә етеүҙәре айырым билдәләнгән. Тимәк, ҡайҙалыр икенсе урында иҫәпкә алынғандар тип фараз ҡылырға урын бар.

1850 йылғы 9-сы Сказкала түбәндәге мәғлүмәттәр бирелә. 57. Бутбай Сарыса улы – 54 йәш. Улдары :Үтәбай – 1840 йыл үлгән, Итҡол (Нтҡол тип яҙылған) – 19, Ситай - 14, Тынай – 12 йәш. Бутбайҙың ҡатыны – Кундус Янышева. 58. Ҡултбай Сарыса улы – 51 йәш. Улдары: Иркәбай (Нркабай тип яҙылған) – 8 йәш, Мырҙабай – яңы тыуған (тимәк, 1850 йылғы). Ҡултбайҙың ҡатыны – Алдана Яникова (Якикова?), 26 йәш, ҡыҙҙары: Аҡбикә - 12, Ҡарабикә - 10, Сәсәнбикә - 3 йәш. 59. Дубанай Сарыса улы – 34 йәш. Улдары: Ҡотмөхәмәт – 9, Ишмөхәмәт (Ншмөхәмәт тип яҙылған) – 7 йәш. Дубанайҙың ҡатыны – Рыҫбикә Янкөсөкова, 30 йәш, ҡыҙы – Ҡолзафа – 4 йәш.

1859 йылғы 10-сы Сказкала түбәндәге мәғлүмәттәр бирелә.

65. Бутбай Сарыса улы – 67 йәш. Улдары: Итҡол – 28 йәш ( Итҡолдоң улы Динмөхәмәткә 1 йәш), Ситай – 23, Тынай – 21 йәш. Бутбайҙың ҡатыны Мөғлибә Ишҡолова – 15 йәш, 1-се ҡатынынан ҡыҙы Юлсукей – 25 йәш. Итҡолдоң ҡатыны Ҡәйниямал Абдулвәлиева – 25 йәш, ҡыҙы Фатима – 3 йәш. Ситайҙың ҡатыны Сәмсиҡәмәр Мөхәмәтвәлиева – 19 йәш. 66. Ҡултбай Сарыса улы – 60 йәш. Улдары: Иркәбай – 17 йәш (яңылыш 7 йәш тип күрһәтелгән), Мырҙабай 1859 йыл үлгән. Ҡултбайҙың ҡыҙҙары: Ҡарабикә - 19, Сәсәнбикә - 12 йәш. 67. Дубанай Сарыса улы – 1858 йыл үлгән. Улдары: Ҡолмөхәмәт (алдағы Сказкала – Ҡотмөхәмәт) – 1859 йыл үлгән, Ишмөхәмәт – 16, Килмөхәмәт – 5, Баймөхәмәт - 2 йәш. Дубанайҙың ҡатыны – Рыҫбикә Янкөсөкова, 39 йәш ( күрәләтә яңылыш 59 йәш тип бирелгән).

Ревизия материалдарында ата-бабаларыбыҙ аныҡ рәүештә “башҡорт” тип яҙылған, ҡаҙаҡ милләте тураһында һүҙ юҡ. Ниңәлер минең тура нәҫел Сынбай олатай күрһәтелмәгән. Был сәбәпле ике фараз ҡыла алам. Йә ул ваҡытта ситкә китеп торған була ( икенсе ауылға, хәрби хеҙмәткә, әммә был хаҡта бер ни һөйләгәндәрен хәтерләмәйем), йә Сынбай Ситай ҡушаматы йөрөтөп яңылыштан шул исем аҫтында яҙылды микән? Аҙаҡҡы версия ла туҙға яҙмағандарҙан түгелдер: башҡорт теле һүҙлегендә, ситай – сеп-сей ҡыҙыл тән төҫө тип аңлатыла, Сарысаның ( Һарысәстең?) улы ҡыҙыл йөҙлө, һары сәсле булыуы һәм шуға бәйле исемде алмаштырған ҡушамат тағылыуы бер ҙә булмаҫтай хәл түгел. Ситайға кем тура килгәндер, әммә Ҡаҙаҡтар нәҫелендә Һарыбаш әбей ҙә билдәле. Нисек кенә булмаһын, минең нәҫелде дауам итеүселәр ҡасан да булһа был серҙе сисер тип ышанам.

И.Шараповтың материалдарынан[edit]

Наурыҙ ауылынан сыҡҡан ғалим Ишмөхәмәт Шарапов 2005 йыл “Башҡортостандағы Учалы районы Науырҙа һәм Ғәҙелшә ауылдары халҡының ғаилә шәжәрәләре” исемле китап нәшер итте. Автор үҙе иҫкәртеп ҡуйған:” …теге йәки был исемде йәки датаны дөрөҫ түгел тип тапҡандар уны һыҙа һәм үҙе дөрөҫ тип тапҡан исем йәки датаны яҙа ала. Әммә мин 1920 йылдарға тиклемге факттарҙы барыһын да архив материалдарына таянып яҙҙым” һәм “…ҡайһы бер ғаиләләр аслыҡтарҙа, һуғыштарҙа үлеп, ҡырылып бөткәндәр. Уларҙың ғаиләләрен килтереп торманым”. Шулай итеп, Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Ҡаҙаҡтар аймағы шәжәрәләрен түбәндәгесә итеп күҙаллай (тулыһынса бирәбеҙ).

Сарысаның улдары – Бутбай (1796), Ҡултбай (1793), Дубанай (1816).

Бутбайҙың улдары – Үтәбай (1827-1840), Итҡол (1831), , Жәүкәй (1835-1917), Ситай (1836), Танымбай (1838), Самбай (1840-1917).

Самбайҙың улдары – Яңыбай, Дәүләтҡол, Байгилде. Яңыбайҙың улдары – Ағзам (1906), Сәлимйән (1911), Нәғимйән (1915), Әхмәтйән (1914). Ағзамдың улы - Әғләм (1933). Әғләмдең балалары – Гөлназ, Юлай, Илфат.

Итҡолдоң ( Ғәйетҡолдоң) улдары – Вәрис, Харрас, Мирас, Мөхәммәт (1910-43). Вәристең балалары - Әхмәт (1926), Әхмәҙиә (1911), Мөхәммәт (1917-44), Сәлиха (1901), Сафура (1904), Нәғимә (1906), Сабира (1908). Харрастың балалары – Хәҙис (1910-42), Хәкимә (1903), Дауыт (1917), Ильяс (1916), Харис (1904-45), Хафиз (1910-42), Ғәйшә (1907). Хәҙистең балалары – Зәйтүнә (1927), Сәкинә (1937). Зәйтүнәнең улы – Салауат (1955).

Дубанайҙың улдары – Ишмөхәммәт (1843-1916), Ҡотлоәхмәт (1841), Килмөхәммәт (1854), Баймөхәммәт, Атлыәхмәт (1843). Ишмөхәммәтең балалары – Усман, Таһира (1896), Нәҡиә (1900), Тутыя (1885), Ғәтиә (1887), Абрар (1915), Муса (1900), Ғүмәр (1904-43), Ғайса (1913), Бибихаят (1902), Ғәйнелхаят (1908). Абрарҙың балалары – Филзиә, Әсфиә, Ишмөхәммәт, Фәрзәнә, Салауат, Әлфирә, Алмас. Ғүмәрҙең балалары – Сания, Сәғиҙә (1930), Ансар (1938), Сәрүәр (1927), Зәкиә (1935).

Ҡултбайҙың улдары – Иркәбай (1842), Мырҙабай (1850-59). Иркәбайҙың улдары – Ғимай, Низаметдин. Ғимайҙың улдары – Ғилметдин (1911), Сәйфетдин (1914), Нуретдин (1916). Ғилметдиндең улдары – Ғадим (1940), Сарим (1951).


Фараз рәүешендә[edit]

Ҡан ҡәрҙәшебеҙ Фәрит Фәррәх улы Усманов фәҡәт тап шулай булған тип раҫламайынса ғына, Бибихаят Усман ҡыҙы Усманованан үҙе ишетеп хәтерләп ҡалғаны тураһында бәйән итте. “…бер яу ваҡытында, һуғыша-һуғыша Наурыҙ ауылына өс бер туған ҡаҙаҡ килеп ултырған. Башта урындағы башҡорттар менән алышһалар, аҙағынан килешеп йәшәп китәләр. Исемдәре – Дванай, Ситай, Иванай. Иванайҙың балалары булмай. Ситайҙың улы Яңыбай, Яңыбайҙың улы - Ағҙам, Ағзамдың улы - Әғләм (йәғни, мин – Авт.) Дванайҙың улы – Ишмөхәмәт, Ишмөхәмәттең улы – Усман.” Ошо версияла Сынбай менән Ситайҙың бер кеше икәнлеге раҫланыуы иғтибарымды айырыуса йәлеп итте. Был хаҡта үрҙә лә әйттем инде.

Аҫаба ерҙәребеҙ[edit]

“Аҡ кәртә” ерлеге,Соңғор йылғаһы буйҙары – Балэскән йылғаһының башланғысы һәм унан юғарыраҡ ерҙәр. Ата-бабаларыбыҙ был тирәләрҙе Октябрь революцияһына тиклем биләй. Аҙағынан “Арҡа” тигән урындан ер алалар Боғасты тауы битләп Екатерина юлы һуҙылған. Тау сейәле, емеш-еләккә бай. Юлдан уңға – тигеҙ майҙан, сәсеүлек. Тап шунда, билдә булып хеҙмәт иткән ике ҡайын араһында – Янбаевтарҙың (Сынбаевтарҙың) аҫаба ере. Сәсеүлек Аҡкәртәгә тиклем һуҙыла. Уң яҡтан Балэскән йылғаһына тиклем арала болонлоҡҡа тоташа, унда бесән сапҡандар. Ә Аҡкәртә буйында – йәйләү. Тауҙан Соңғор йылғаһы ағып төшә. Ағып төшкән урынын элек таш менән уратып ҡуйған булғандар. Бында һөт ҡайнаталар, ҡаймаҡ айыралар, май баҫалар. Аҡкәртә битләүендә иһә, йылҡылары көтөүҙә йөрөгән. Тау буйы емеш-еләккә бай булғас, йыйып еләк киптергәндәр, ҡаҡ ҡойғандар.

Төп йортобоҙ[edit]

Кемебеҙ ҡайҙа ғына йәшәмәһен, төп йортобоҙ булып һәр саҡ Наурыҙ ҡаласаҡ. Ауыл тарихы буйынса ауылдашым һәм дуҫымдың ҡустыһы Әнүәр Ғибәҙәтов бик матур очерк яҙғайны, уны ҡыҫҡартылған рәүештә был китаптың ҡушымталарында биреүҙе кәрәкле тип таптым. Бында иһә ауылдың бөгөнгө көнө тураһында бер-аҙ белешмә бирәйек.

Үҙәге Наурыҙ булған ауыл Советы биләмәләренә тағы ла 4 ултыраҡ ҡарай – Ғәҙелшә, Мишкино, Мәҫкәү, Йәһүҙә. Ошо 5 ауылда 2011 йылдың башына һәммәһе 342 йорт хужалығы, 1185 кеше иҫәпләнде. Совет власы дәүерендәге һымаҡ ҙур производство-предприятиелар ҡалманы. Шөкөр, ауылыбыҙҙа урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана һәм фельдшер-акушер пункты эшләп килә. Ауыл Советы башлығы – Закир Ғадинан улы Ғарипов. Ул 1 йыл элек был вазифаға килгәне бире ауылға йән керә башланы, тигән хәбәрҙәр ишетелеп ҡалһа, ихлас күңелдән шатланам. Ауылыбыҙ мәңге йәшәһен ине!

Ҡаҙаҡ аймағы урамы[edit]

20-се быуат урталарында Ҡаҙаҡтар аймағы урамында халыҡ бутала башлағайны инде. Был урамда ул дәүерҙәрҙә йәшәгән ауылдаштарҙың йәшәү урындары, йәғни, өйҙәре урынлашыу тәртибе:

“Ишек алды” тауы буйлап ултырған өҫтәге рәт (Ҡыҙылъяр яғынан) – Шәрип һәм Йомабикә Ғәлиевтар (Ҡурған өлкәһенән килгәндәр), Мөхәмәтҡужай һәм Тутыя Мөхәмәтбаевтар, Риза һәм Әминә Фәттәховтар (Ҡурған өлкәһенән килгәндәр), Мөхәмәтҡаҙый һәм Заһиҙа Мөхәмәтбаевтар, Һибәт һәм Мәрхиә Байғариндар, Ғәфиә - кендек әбейе булып танылған изге йән ине ( ҡыҙҙары Мәүлиҙә һәм Ғәтиә), Хәҙис һәм Маһира Харрасовтар, Вәрис Ғәйетҡолов ҡатындары Һәҙиә һәм Фәғилә менән йәшәгән йорт, Ғүмәр һәм Сәлимә Усмановтар, Усмановтарҙың ҙур ҡарағас йорто ( башта өйҙөң оло яғы ауыл Советына алына, һуңынан Абрар һәм Асия Усмановтар, Бибихаят әбей бөтөнләй икенсе урамға күсерелә, йорт бүрәнәләре клуб төҙөүгә китә), ҡатыны Ғәлимә менән Лотош ҡарттың улы Шөғәйеп ( бер кәртә эсендә Лотфулланың үҙенең йорто), Әйүп һәм Хәйрикамал Саҙриевтар, МТС хеҙмәткәрҙәре өсөн һалынған 4 бүлмәле йорт ( 2 бүлмәһендә - бухгалтер Вәлитовтрҙың ғаиләһе, ҡалғандарында кеше йыш алмашынды), Мостафа һәм Бибикамал Шәриповтар (ҙур йорттары колхоз идаралығына әйләндерелә, үҙҙәре мал өйөндә йәшәнеләр), Ҡәләмфер Садриева.

Ҡаршы яҡтағы рәт (Ҡыҙылъяр яғынан) – Хәмит һәм Әсмә Ниғмәтуллидар(Ҡурған өлкәһенән килгәндәр, хәҙер был урында клуб), Ағзам һәм Фатима Сынбаевтар ( минең тыуған йорт, һуңынан МТС-ҡа һатылғас, ҡатындары Тайба, Зөлҡәғиҙә һәм 9 балаһы менән Сәйфетдин Ғәниев йәшәне), Яңыбай һәм Ҡәләмфер Сынбаевтар, Шафиҡ һәм Сафура Байғариндар ( аҙаҡ та Сафура әбей улы Фрунзе, килене Клара менә шул йортта йәшәне), Ғилметдин һәм Фариза Иркәбаевтар, Ғәли һәм Мәрйәм Мөхәмәтбаевтар, Зөһрә әбей Сафина (Ҡурған өлкәһенән килгәндәр, улдары – Миҙхәт, Рәүил), Ғиниәт менән Бибикәй әбей йорто ( Бибикәй әбей – Вәрис Ғәйетҡоловтың һеңлеһе), Сабирйән һәм Мәҙинә Хөснуллиндар, Мәғмүрә Лоҡманова, Шөғәйеп һәм Ғәтиә Садриевтар, Ғүмәр һәм Ғәйшә Ямалетдиновтар, Мәстүрә Садриева ( шул уҡ ишек алдындағы икенсе йортта – Халиҙар Садриевтың әзәһе), Әхмәҙулла һәм Асия Шараповтар, Кәлтәй йылғаһына боролған урында урамдың дауамы булып урынлашҡан йорт – Хәлил бабай Шараповтың өйө, тыҡрыҡ дауамында - Әһлетдин һәм Ғыйлменисә Шарпаповтар, Камал Шарапов ( һуңынан унда Оморҙаҡ һәм Сабира Камаловтар йәшәне).

Аймағыбыҙҙың ағинәйҙәре[edit]

Аймағыбыҙ халҡы татыу, бер-беренә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер булып, бер ғаилә кеүек йәшәне. Хәләл ефетем Ләлә Имаметдин ҡыҙы тәъҫораттарын былай тип иҫкә ала:

-Наурыҙға тәү килеүемдә беренсе танышҡан кеше Маһира әзәй булды. Һынсыл ҡарашы менән һиҙҙермәй генә күҙәтеп, бик йылы һәм баҫалҡы ҡаршы алды.Тыйнаҡ ҡына хәбәр һөйләп, яҡшы теләктәрен теләп, хәл белгән өсөн рәхмәттәр әйтеп оҙатты. Үҙенсәлекле, сая холоҡло Маһира әзәй аҙаҡтан, яҡындан танышҡас, көлөп һөйләр ине: Зәйтүнәм, Әғләм уҡытыусы ҡыҙ менән килә, артыҡ хәбәр ысҡындырма, тип нығытып ҡуйғайны бит!

Йәшләй генә яңғыҙ ҡалып ике ҡыҙ үҫтергән, иңенә төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы бирешмәй күтәргән, ирҙәрҙән ҡалышмай сәмләнеп эшләгән, егәрле һәм тырыш, оло хөрмәткә лайыҡ кеше ине ул. Һәр эшкә маһир Маһира! Һауынсы булыуынан тыш, ағай- энегә бер тин алмайынса сарыҡ теккән, киндер сүсенән шибә ишкән, сәкмән һуғыу өсөн йөн иләгән, башҡа эштәрҙә лә ихлас күңелдән ярҙамлашҡан. Беҙ ауылға күсеп килгәндә мал тотоп үҙаллы йәшәй ине. Бер минут тик торғанын, буш хәбәр һатҡанын күрелмәне. Тәү ҡарашҡа ғына ҡырыҫыраҡ булып күренгән Маһира әзәйебеҙ иҫ киткес кешелекле һәм мәрхәмәтле йән эйәһе ине.

Һәҙиә әбей – Вәрис Ғәйетҡоловтоң оло ҡатыны. Хәтергә уйылған төп һыҙаты – ғәжәп сабыр һәм алсаҡ ине (көндәше менән татыу йәшәүҙәре лә быға асыҡ дәлил). Эргәһенә йыш инеп йөрөлдө. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, үҙеңде ихлас яратҡан әбей янында бөтә борсолоуҙар ҡайҙалыр юҡ була, күңел тыныслана бит. Яҡындары, Һәҙиә әбейебеҙҙең бер тапҡыр ғына илағанын күрҙек - улы Мөхәмәт фронтта танк эсендә янып үлгәнен ишеткәндә, тип һөйләнеләр… Күпме ауыр һынауҙар аша үтһә лә, кемделер ғәйепләү, рәнйеү, һуҡраныу уға бөтөләй ят ине. Кеше шатлығына шатланып көн күрҙе. Үҙебеҙгә сәй эсергә саҡырып алһаҡ, донъя ҡороуыбыҙға, бала үҫтереүебеҙгә ихлас ҡыуанып, изге доғаларын уҡып ултыра ла, “…Әғләмдең әзәһе күрһен ине был көндәрҙе, ҡайһылай шатланыр ине”,- тип кенә үкенес белдереп ҡуя. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Уральск ҡасабаһында, улы Әхмәт менән килене Мөршиҙәнең тәрбиәһендә үткәрҙе. Үҙенең хәле хөртәйгәс тә, һис зарланмай, бар хәл-ваҡиғаларҙы яҡшыға юрар, тирә-йүндәге бөтә әҙәмгә изге теләктәр теләр ине.

Һәҙиә әбейҙең оло ҡыҙы Сафура әбей. Шафиҡ Байғарин менән татыу ғаилә ҡорған, бик күптәргә өлгө алырлыҡ матур тормош алып барған булалар. Ҡәһәр төшкән 1937 йылда яман даны сыҡҡан 58-се статья буйынса хөкөм итеп, ирен һис ғәйепһеҙ көйөнсә атып үлтерәләр. 32 йәшлек ҡатын 8 һәм 10 йәшлек ҡыҙҙарын, 2 йәшлек Фрунзе улын ҡосаҡлап яңғыҙы ҡала. Етемһерәп ҡалыу – бер бәлә, өҫтәүенә “халыҡ дошманы ғаиләһе” мөһөрө баҫылыу – мең бәлә. Әммә тәү ҡарашҡа йыуаш ҡына күренгән Сафура әбей ирҙәрҙән дә нығыраҡ рух көсө таба. Көндө төнгә ялғап хеҙмәт итә, балаларын уҡыта, эшкә өйрәтә, яҡшы тәрбиә бирә. Ғүмере буйына нахаҡҡа язаланған иренә ( аҙағынан ул, әлбиттә, тулыһынса аҡланды) тоғролоҡ һаҡланы, башҡа тормошҡа сыҡманы. Нисек кенә ауыр булмаһын, ғүмерҙе Хоҙай биргән бүләк итеп ҡабул итте, тирә-йүндәгеләрҙе тик яҡшылыҡҡа өндәне. Башта балаларына, һуңынан ейән-ейәнсәрҙәренә, башҡа зат-зәүеренә ғүмерен бағышлауҙан бәхет тапты.

Ҡәләмфер Туҡтамыш ҡыҙы, үрҙә яҙылған һәм башҡа күп ағинәйҙәрҙең әҙәплелеге, ҡырыҫ шарттарҙа ла күңелдәре ҡатмауы, яҡындары хаҡына бөтә михнәттәрҙе сабыр һәм ғорур йырып сығыуы тәрән һоҡланыу хисе уятмау мөмкин түгел! Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып туҡтауһыҙ дауам иткән һуғыштарҙың тарихтары тәфсирләп яҙыла, геройҙары табыла, уларға арнап китаптар сығарыла, һәйкәлдәр ҡуйыла. Иманым камил, хаҡлы-хаҡһыҙ рәүештә герой исеме тағылғандарҙың барыһынан да алда ауыл ағинәйҙәре рәхмәтле хәтеребеҙгә, исемдәре тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылыуға лайыҡ. Бөгөнгө көндә лә улар яҡтынан-яҡты, йылынан-йылы рухи маяҡ. Вафаттарына тиҫтә-тиҫтә йылдар үтте, ләкин ағинәйҙәр тураһында иҫкә алыу ғына ла, күңелде сафландырған, һиллек һәм рәхәтлек биргән һымаҡ. Йәндәре йәннәттә булһын!

Олатайым[edit]

Минең олатай – Сынбайҙың улы Яңыбай Сынбаев 1880 йылғы булырға тейеш. Ул 1937 йыл донъя ҡуйҙы, минең фамилия Яңыбай-олатай хөрмәтенә. Барыһының да хәтеренә әҙәпле, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, яҡты күңелле, тыныс холоҡло кеше булып уйылып ҡалғайны. Русса йүнләп белмәһә лә, ғәрәпсә уҡыған. Ике ул үҫтерә - Ағҙам һәм Сәлимйән.

20 йәшендә Мәҫкәү ауылынан Туҡтамыш Йәнтүрә улының 14 йәшлек ҡыҙы Ҡәләмфергә өйләнә. Кәләше ул саҡ бәләкәй генә булғас, һәр яҡлап ҡурсалай. Ул саҡ һәр өйҙә ҡаҙан ултыртылған усаҡ тора. Һөт йылыталар, аш бешерәләр, һыу ҡайнаталар. Өҫтәүенә, ҡаҙандың үҙен көнөнә бер-нисә тапҡыр йыуырға тура килә. Ҡаҙанға буйы үрелеп етһен өсөн олатайым йәш ҡатынына тәпәш кенә итеп эскәмйә яһап бирә. Өҫтөнә баҫҡас эш еңелләшә. Әҙәйемдең һөйләгәнен үҙем дә иҫләйем:” Һыйыр һауам да, биҙрәләрҙе күтәрмә алдындағы таштарға ултыртам, күтәреп индереү ауыр тойола. Олатайың шундуҡ килеп, йәһәт кенә текә баҡыстан мендереп бирә”. Ә ул саҡ ир-ат ниңәлер ҡатын-ҡыҙ эшендә булышлыҡ итеүҙе хурлыҡҡ һанаған бит инде...

Бик татыу, матур йәшәгәндәр. Ғүмере оҙон булмаһа ла, үҙ оҫталығы һәм тырышлығы менән ярайһы уҡ бөтөн донъя ҡора. Өйө ике бүлмәле, ҡарағас һәм ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған, башы таҡта менән ябылған ине. Атайымдың һәм олатайымдың йорттары бер ихата булып ултырҙы, уртала –“урыҫ ҡапҡаһы”. Урам яҡта ҙур ғына баҡса, тирәк, муйыл, балан үҫте. Яҙ тәҙрәнән хуш еҫтәр аңҡыны. Ә өйҙөң артында, Кәлтәй йылғаһы буйында – бәрәңге баҡсаһы. Ихатабыҙ эсендә - ҡар баҙы, йәйге селләлә лә боҙ ятты. Ат, һыйыр, һарыҡ аҫрайҙар. Был һарыҡтар эре, оҙон йөнлө ине. “Ете ҡаҙаҡ йөн бирә”,-тип маҡтарҙар ине. Ҡуй һарыҡтары булғандыр, ҡойороҡтары аҫтына тәгәрмәс әтмәләп ҡуйғандар. Юғиһә, май ауырлығына көстәре етмәйенсә артҡа ултыра башлағандар. Кәзә лә аҫрағандар. Яҙ тау-ҡырға сығарып ҡына ебәрәләр ҙә, көҙ үҙҙәре ишәйеп, йәй тыуған бәрәстәрҙе эйәртеп кире ҡайтҡандар. Олатайымдың “һунарсы” аҡ бесәйе лә оҡшаш рәүештә йәшәй: ҡар ирегәс ҡаршылағы тауҙарға сығып китә лә, ҡош-ҡорт, ҡуян балаларын кәсеп итеп туҡлана, көн һалҡынайтҡас ҡына хужаларына кире килә. Олатайым колхозға инмәгән, донъяһы ла заманына күрә ҡалын ғына була, шулай ҙа “кулак” тип бәйләнмәгәндәр. Күрәһең, кешелеклеге өсөн бөтә ауылдаштары ла үҙен ихтирам иткән.

Үҙе үлгәс өйөндә ҡатыны(әзәйем), Сәлимйән улы һәм Мәүғиҙә килене йәшәгән. Инәйем һөйләгәндән беләм – олатайымдың тома һуҡыр тормошҡа сыҡмаған апаһы күрәҙәселек һәләтенә эйә булған. Мәрткә киткәндән һуң был һәләт хасил буламы, алдан да булғанмы – билдәһеҙ. Ҡалаҡ һөйәге аҫтында ниндәйҙер серле мөһөрө лә бар, тигән һүҙ ҙә сыға, әммә инәйем уны бер тапҡыр ҙа күрә алмай. Мунсала үҙенә йыуыштырырға ла тура килә, ләкин:” Һуҡыр булһа ла, ҡалайҙыр тойомлап тик алғы яғы менән борола ла тора, тәки мөһөрлө яғын күрһәтмәне!”- тип уфтанғаны хәтерҙә. Күрәҙәселегенә бер-нисә миҫал килтерәйем. Олатайымдың бер ҡыҙы Ташҡыя ауылына төшкән була(йәшләй генә үлеп ҡала). Берҙе олатайымдың туғаны:” Ҡыҙығыҙ ҡунаҡҡа йыйына, санаға сығып ултырҙылар. Сәй ҡуйығыҙ, оҙаҡламай килеп тә етерҙәр”,- ти икән.Бер аҙҙан:” Ай, балаҡайҙары ярһып илай, аттарын ҡыуалар, ҡапҡа асығыҙ!”-тип ҡуша.Оҙаҡламай, ысынлап та,күбеккә батҡан атта көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп тә етә, балалары ярһып илауҙан бышлығып бөткән,ти. Йә, бына, икенсе осраҡ. Йорттарына сит ауылдан төшкән бер килен йомош менән инһә, тома һуҡыр әбей:” Килен, Аллаһ бойорһа, өс аҙнанан ҡыҙың күренер”,- тип белдерә. Әйткәне теп-теүәл тормошҡа аша. Ә берҙе олатайым ат менән урманға утынға китә. Барып эш башлайым тиһә, санала балтаһы юҡ икән. Юлда төшөп ҡалған. Эҙләп таба алмағас, кире ҡайтырға мәжбүр була. Апаһы:” Балтаң Өскисеүҙе сыҡҡанда уң яҡта, муйыл төбөнә төшөп ҡалған бит!”-тип әйтә. Олатайым, күрәһең, апаһынының әйткәненә башта бигүк ышанмағандыр –икенсе балта алып кире китә. Әммә ни ғәжәп, күрәҙәселек ителгән ерҙә тәүге балтаны ла таба.

Быларҙың барыһын да миңә инәйем еткерҙе. Әҙәйем һөйләгәнде хәтерләмәйем. Бәлки, баланың башын ҡатырмайым, тип уйлағандыр, ә бәлки, пионер-комсомол булғас, хөрәфәт тип, үҙем иғтибарға алмағанмындыр.

Әсәйем яғынан нәҫел ебе[edit]

Әзәйемдең атаһы Туҡтамышты халыҡ Туҡай тип атай. Бер туғандары (мин белгәндәре) – Йәнтүрә, Ғайса, Насир. Туҡтамыш ҡыҙын ныҡ яратҡандыр инде – Мәҫкәүҙән Наурыҙға көн аша йәйәүләп килер булған. Бер сирек (3 литр) ҡымыҙ тоттора ла, ҡыҙының иҫән-һау икәнлегенә инанып, сәй ҙә эсмәйенсә кире ҡайтыр булған. Көн аша тегеләйгә-былайға 18 километр йәйәү үтеүе анһат булмағандыр инде! Туҡтамыштың олатаһы Абдрахман тураһында әзәйем күп һөйләр ине. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем йәйләүҙә ятҡандар. Ауылдағы ҡышлаҡтары бер бүлмәле генә итеп һалына, башын ҡәҫ менән ҡаплайҙар. Ҡыйыҡтан көҙгө ямғыр үтә башлаһа, бер ҙә аптырап тормаған, йорт эсеә тирмә ҡорҙорған. Малды күп тота. Ситтән кеше ялламай, үҙ балалары көтә. Өйөрҙә йөрөгән йылҡыны бик көтөргә лә кәрәкмәй - өйөр айғырҙары яндарына бүрене лә, сит кешене лә яҡын ебәрмәй. Ә төлкөләр мал араһында иркен йөрөй алған, ти. Мал башына көндәлек иҫәп тә алып бармаған - өйөрҙәр һанын ғына барлағандар. Үҙ тормошона Абдрахман олатай ошондай маҡсат ҡуйған була – йылҡылары һанын бер мең башҡа еткереү. Хатта иткә лә үҙ малын һуймаған, ҡаҙаҡтарҙан һатып алған.

Әҙәйемдең һөйләүенсә, мораҙына саҡ ҡына ирешмәй ҡала. Көтөүҙәре 998 башҡа еткәндә ҡаты сирләй башлап, әжәл яҡынлашҡанын тоя. Шул мәл 5 улын, 3 ҡыҙын йыйып йылҡыларын һәр ҡайһыһына бүлеп бирә. Үҙенә ҡалдырған өлөш иҫәбенә Мәҫкәүҙә мәсет төҙөүҙе, уға яҡын итеп үҙен ерләүҙе васыят итеп ҡалдыра. Был мәсет совет йылдарында ла, унан һуң да клуб булып хеҙмәт итте. Ҡәбер иһә тапалып бөтә, ташландыҡ хәлгә килә.Ярар ҙа Абдрахмандың нәҫел ебен дауам итеүсе Фазылйән ағай Йәнтүрин 50-се йылдарҙа колхоз рәйесе ярҙамсыһы булып эшләгәнендә ҡәберҙе кәртәләтеп алды. Шулай итеп, был яҡ буйынса нәҫел сылбыры: Абдрахман – Йәнтүрә - Туҡтамыш – Ҡәләмфер ( атайымдың инәһе) – Ағзам - Әғләм – минең балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр.

Әзәйем урта буйлы, төҫкә матур,ҙәңгәр күҙле ҡатын ине. Бик эшсән һәм бөхтә булды. Бар тырышҡаны – яңғыҙ ейәне атайлылар менән сағыштырғанда кәм-хур булмаҫҡа тейеш. Дини йәһәттән уҡымышлы булды, Үлем түшәгенә ятҡанға тиклем 5 тапҡыр намаҙ уҡыуын ташламаны. Ғәйбәт ашау, кеше менән булышыуҙарҙы яратманы. Ҡыуансыҡ булды, һәр нәменең ыңғай яғын табырға тырышты. Юҡ ҡына (минең ҡарашҡа) нәмәнән ҡыҙыҡ табып, бик йыш ҙыңғырҙатып көлөр ине. Ә бит тормошо фажиғәләргә йомарт була. 14 бала табып, өсө генә 30 йәш сигенә етә ала, улары ла үҙенән алда яҡты донъянан китә: Ағзам, Сәлимйән һәм уҙаллы тормош ҡороуына күп тә үтмәй вафат булған ҡыҙы Баҙыян. Уныҡы кеүек көслө рух һәм сабырлыҡты күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

Һөйөклө әзәйем 1951 йылдың 13 сентябрендә донъя ҡуйҙы. 63 йәш ине. Шул саҡ бөтә Янбаевтарҙан бер –бөртөк үҙем генә ҡалдым... Был тирәлә Абдрахман олатайҙың Насир улы тураһында әзәйем һөйләгән бер ләҡәпте яҙыу урынлы булыр. Ныҡ нескә күңелле булғандыр инде – юҡ-бар сәбәпкә лә ҡысҡырып илау холоҡло була, шуға ла Илаҡ Насир тип йөрөтәләр. Егет ҡорона ингәс Абдрахман бай уға ҡаҙаҡ Сөләймәндең ҡыҙын кәләш итеп алып бирмәксе була. Насир ризалашмай, атаһы, ирекһеҙҙән ҡамсы менән һуғып күндереп ҡарай. Насир иһә таш булып ҡата ла, ыҡҡа килмәй. Өс көн үткәс кенә, “...атай, ниңә миңә һуҡтың!”-тип илап ебәргән,ти. Был сәбәпле үҙемдең кесе улым Ильфаттың бал сағы иҫкә төшә. Апаһы йә ағаһы үҙенә ҡағылып китһәләр, “Һуҡтыңмы, яраттыңмы?”-тип һорау тотор ине. Һуҡтым, тиһәләр, бармаҡ осо менән саҡ ҡына тейгән булһалар ҙа, илап ебәрә. Ә яраттым тиһәләр (шаҡылдатҡансы тондорған булһалар ҙа), ҡәнәғәт рәүештә артабан үҙ эштәре менән була. Нисә быуын үтһә лә, ҡан тартыуылыр инде!

Атайым[edit]

Атайым Ағҙам Яңыбай улы 1938 йылда, 32 йәшендә донъя ҡуйҙы. Ҡустыһы, Сәлимйән ағайым 25-26 йәшендә үлә. Минең үҙемде олатайым исеме буйынсаЯнбаев тип теркәгәндәр. Атайымдың фамилияһы Сынбай олатай исеме буйынса Сынбаев булғандыр тигән фекерҙәмен. Сөнки инәйемдең “кооперативная книжка”һына фәҡәт Сынбаева Фатима, тип яҙылғайны.

Ағзам Яңыбай улы үҙ ваҡыты өсөн грамоталы кеше тип һанала. Дини китаптарҙы, шул иҫәптән Ҡөрьәнде иркен уҡый. Йор һүҙле, юморға бай кеше була. Бер үҙсәнлеге – ҡунаҡҡа йөрөүҙәрҙе һис тә яратмаған.Араҡы эсеүселәргә, тәмәке тартыусыларға сирҡанып ҡараған. Бәлки шуға ла үҙем эсеүҙе лә, тартыуҙы ла ташлай алдым, сәбәбе – ата-бабалар ҡанындалыр. Улдарым да ҡасандыр тәмәкенән ҡотола алыр тигән өмөттәмен.

Атайым, уҡый-яҙа белгән кеше булараҡ, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә склад мөдире, “май заводы”(колхоздыҡы) етәксеһе булып эшләп өлгөрә. Әйткәндәй, нисектер колхозға инмәйенсә оҙаҡ йөрөй ала - әле 1939 йыл үҙ атыбыҙ бар ине. Был колхозсыларға ҡәтғи тыйылды. Шаян булғандыр инде. Инәйем менән 1928 йыл өйләнешәләр. Ул саҡ 19 йәшлек инәйем “ултырған ҡыҙ” тип һанала. Ҡауышҡанға тиклем бер-берен бөтөнләй күрмәгән булалар. Ҡыҙ һорарға Көҙөйгә килгәндәрендә атайымды сәй эсергә ултырталар. Шул саҡ буласаҡ кәләштең йәшеренеп шарашау артынан үҙенә ҡарауын абайлап ҡала. Ирмәк итергә булып, бер күҙен ныҡ ҡыҫып, икенсеһен аҡайтҡан. Инәйем, бахыр, быны күреп ҡото оса. Йәнәһе, ҡот осҡос әҙәмгә кейәүгә бирергә йыйыналар...

1929 йыл Файза исемле ҡыҙҙары тыуа. 1931 йыл миңә ағай тейеш бала донъяға килә. Ләкин улар ҙа, 1936 йыл тыуған Бүләкәй туғаным да бәпәй саҡта уҡ уләләр. Берҙән-бер иҫән ҡалған балалары – мин.

Атайымды төштә күргән һымаҡ ҡына хәтерләйем. Иң ныҡ хәтергә уйылғаны – елкәһенә ултыртып ҡайҙалыр алып китте. Ҡулымда – ул яһап биргән өйрөлтмәк(уйынсыҡ). Күңелем шул ҡәҙәр тыныс һәм шатлыҡлы ине. Икенсе эпизод: күмәкләп сәй эсәбеҙ. Мин нишләптер көйһөҙләнеп ҡоймаҡ таптыра башланым. Шул саҡ атайым икмәкте бик йоҡа ғына итеп киҫте лә( хатта үтә күренмәле ине), “Бына һиңә икмәктең ҡоймағы” тип тотторҙо. Бик тә ҡәнәғәт булып тынысландым. Балаға күп кәрәкме ни!

Һаулығы ла насарҙан булмағандыр, тик берҙе хәйерһеҙ урында ат менән килгәндә түңкәрелә. Шунан һуң башы ның ауырта башлай, “ен һуҡҡан” тиҙәр. Муллаларға өшкөртөргә йөрөтөп ҡарайҙар, файҙаһы булмай. Ул дәүерҙә врач-фәләндәр ауыл ерендә үҙҙәре лә юҡ, халыҡ та уларға артыҡ ышанып барманы. Шулай итеп, атайым 32 генә йәшендә вафат була.

Ҡустыһы Сәлимйән ағайҙы саҡ ҡына хәтерләйем.

... Яҙын ер ҡарҙан асылыу менән балалар төрлө уйындарға керешә: бура, тупҡағыш,сөрәкәй һәм башҡа. Хатта үҫкән егеттәр зә сығыр ине. Иҫемдә, 1938 йыл булғандыр, Сәлимйән ағайым түбә өҫтөндә бура уйнай. Шул мәл кәләше Мәүғидә егәй килеп киске ашҡа саҡырҙы. Ағайым, ваҡыт юҡ, тип ҡырт киҫте һәм ашты бында ғына килтерергә бойорҙо. Еңгә тиҙ генә һалмаһын килтерҙе. Ире ашыҡ-бошоҡ ҡына ҡапҡыланы ла, йәнә уйнарға кереште. Көслө булғандыр – һыбай килгәнендә мине бер ҡулы менән генә һөрәтеп күтәреп үҙе янына эйәргә ултыртыр ине. Мәүғидә еңгәй менән ағайым үлгәс тә мөнәсәбәттәрҙе өҙмәнек. Алсаҡ, яҡшы күелле ҡатын булды.

Инәйем яғынан нәҫел ебе[edit]

Инәйемдәр - Әйле башҡорттарынан, сығыштары Көҙөй (Һөйәрғол) ауылынан. Инәйҙең атаһы – Мөхәммәт, әсәһе – Ғәлимә (Ҡойолдар ауылынан). Олатайымдың бер туғандары – Ғәйнулла, Нотфулла, Закаръя, Сәлих. Барыһы ла заманына ярашлы уҡымышлы, хәлле кешеләр. Мөхәммәт олатайымдың балалары – Ғәлиә, Фатима(әсәйем), Асия, Ситдыҡ, Сөләймән,Хәкимйән. Ғәлиә әбей Ҡаҙаҡҡолда йәшәне, ейәндәре Учалыла йәшәй, Нәбиуллиндар.

Олатайым умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә, 25-30 күс тота.


Үҙенең һүҙенән, тормошта ике үкенесе ҡала. Беренсеһе, ике тапҡыр изге Ирәмәл тауына барып, икеһендә лә күтәрелә алмай. Кинәттән көн ныҡ боҙола. Шуға ла, былай ҙа тәрбиәле һәм әҙәпле кеше, тағы ла ғонаһһыҙыраҡ йәшәргә тырыша. Икенсенән, Көсөктө барып күрә алмай. Был ауыл үҙе йәшәгән Көҙөйҙән ни бары 7-8 километрҙа урынлашыуын күҙ уңында тотһаҡ, үкенерлек тә шул! 1937 йыл вафат була.

Атайым үлгәс, 1939 йыл инәйем Рәсүл ауылы тракторсыһы Абдуллин Тайфурға тормошҡа сыҡты ( 1914 йылғы). Ике балаһы менән Вазифа исемле ҡатынын айырған була, ул да Рәсүл ауылында йәшәне. Беҙ күсеп килгәндә, яңы атайҙың Оморҙаҡ исемле атаһы, Сәйҙә исемле әсәһе һәм Фәрзәнә тигән туғаны бар ине. Үгәй атай менән ул үлгәнсә тиклем татыу йәшәнек, хәлдәрен белергә килгәндә ихлас күңелдән шатланыр, беҙҙең тормош менән ҡыҙыҡһынып торор ине – хәтеремә бик яҡшы кеше булып уйылып ҡалды.. Инәйемдең икенсе никахында дүрт ҡыҙҙы тыуҙы.

Нәүрә Тайфур ҡыҙы, 1943 йылғы. Ишкен ауылынан Сәйәр Закир улы Таиповта (1941-1992) кейәүҙә ине, Рәсүлдә йәшәй. Балалары – Шамил, 1964 йылғы,Ләйсән,1973 йылғы һәм Рәйлә,1981йылғы. Шамил Сара Ишкенә ҡыҙына өйләнгән, балалары – Ғамил(1986), Наил (1988), Юлия (1994). Ләйсән Урал ауылынан Фәрзәт Сатлыковта кейәүҙә, балалары – Фәнзил (1992),Фәнит (1994), Миләүшә (2008). Рәйлә Сорағол ауылынан Урал Мәғәфүровта кейәүҙә, балалары – Илүзә (2000), Руфина (2007).

Нәйрә Тайфур ҡыҙы,1948 йылғы. Урал ауылынан Риф Хажи улы Дәүләтовта (1940) кейәүҙә. Балалары –Рим, Рәмилә һәм Марат. Рим Уральск ҡасабаһынан Рәсилә Вәхит ҡыҙына өйләнгән, улдары Руслан 1990 йыл тыуған. Рәмиләнең ҡыҙҙары – Ралина (1992), Рамина (1997), Ралия (1989йыл), улы - Хан Хәйҙәр улы Шакиров ( 2011 ). Ралина ошо көндәрҙә Тимур Ураҙов менән туй туйлайҙар. Мараттың беренсе ҡатынынан улы –Радмир, икенсеһенән – Алмир.

Минзифа Тайфур ҡыҙы,1949 йылғы.Өргөн ауылынан Мират Вәлиуллинда тормошта ине, кейәү 2009 йыл донъя ҡуйҙы. Балалары – Айрат (йәшләй үлде), Булат (ҡатыны Әлфиә килен менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләйҙәр), Алия ( ике ул үҫтерә). Фирҙәүес Тайфур ҡыҙы,1955 йылғы. Әүеш ауылынан Рәмил Ҡадир улы Ҡорамшинда(1951-1997) кейәүҙә ине. Балалары –Радик,1974йылғы,Илшат,(1977-2000), Илдус һәм Алина,1989йылғы. Радик ҡатыны Әнүзә менән Айһылыу һәм Айгиз исемле балалар үҫтерәләр. Илшаттан (ҡатыны – Альбина) Тимур исемле улы ҡалды. Илдус тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй.

Ғаиләм[edit]

Ҡатыным – Ләлә Имаметдин ҡыҙы, 1937 йыл Урал ауылында тыуған. Атаһы – Ширғәлин Имаметдин Мәрхәметдин улы(1901-1944). 1927 йыл атаһының ҙур ғаиләһе менән бергә Ишимбай районының Янурус ауылынан Учалы яҡтарына күсеп киләләр.Башта Ҡотой ауылына төпләнһәләр, 1929 йыл айырым Урал ауылына нигеҙ һалалар. Кейәү ҡайны тупрағынан ярала, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде – ҡайным бик һәләтле уҡытыусы булып таныла. Үкенес, фронтта башын һалғас, беҙгә осрашырға насип булманы. Ҡәйнәм – Маһруй Ғәбиҙулла ҡыҙы(1909-1973), сығышы менән Белорет районының Исмаҡай ауылынан. Изгенән-изге йән ине, бик дуҫ һәм татыу йәшәнек.

Ләлә Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһын тамамлағас, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләне. Тырыш хеҙмәте лайыҡ баһа тапты – халыҡ мәғарифы отличнигы,БАССР-зың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Үҙен Учалыла белмәгән һәм ихтирам итмәгән кеше һирәктер. Иң мөһиме, тоғро тормош иптәше һәм бик яҡшы әсәй була белде. Хәҙер – хәстәрлекле оләсәйгә әүерелергә лә Хоҙай насип итте, шөкөр! Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. “Тормош юлым” бүлегендә һәм башҡа урындарҙа хәләл ефетем тураһында байтаҡ бәйән иткәнмен, шуға ла әлегә үрҙә яҙған менән сикләнәм.

        Гөлназ(1959).

Иҫтамғолда тыуҙы, Наурыҙда үҫте. Гөлназ исеме күңелемдә алдан уҡ һалынғайны. Бер саҡ үзбәк яҙыусыһы Мирза Ибраһимовтың “Когда наступит день?” романын уҡып, был исемле героиня ныҡ оҡшағайны. Шуға ла, “ Берәй саҡ Хоҙай биреп ҡыҙым тыуһа, мотлаҡ Гөлназ исеме менән атаясаҡмын”,-тип үҙемә-үҙем һүҙ биреп ҡуйғайным.

Бәләкәй саҡтан игелекле һәм алсаҡ бала булды, әле лә шулай. 4 йәш кенә булғанда уның хөрмәтенә йыр яҙылыу иғтибарға лайыҡтыр. Гөлназды бөтә дуҫтарыбыҙ ныҡ яратты. Бөгөнгө көндә танылған композитор Әбрәр Ғабдрахманов берҙе ҡунаҡҡа килгәйне. Ҡыҙымдың матурлығына илһамланып “һә”тигәнсе “Гөлназ” тигән йыр яҙҙы ла ебәрҙе. Ә ҡатыны, һуңынан БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһына әйләнәсәк Нажия Аллаярова шундуҡ башҡарып та күрһәтте. Был йыр һаман да халыҡ араһында йөрөй. Гөлназ күп йылдар үткәс “Тәрбиәсе-2005”тип аталған ҡала конкурсында 1-се урын алғанда, коллегалары менән был йырҙы ғорурлыҡ менән башҡарып күрһәтә. Үҙеңә бағышлап йыр яҙылыу бәхете һирәк кешегә эләгә бит!

Беренсе бала булғас, сабый сағынан ҡустыларын ҡарау, әнейенә ярҙамлашыу эштәре күп төштө үҙенә. Хәйер, уңған һәм егәрле булғас, йөк тип ҡабул итмәне.

Мәктәптән һуң Гөлназ ҡыҙым тик “бишкә” генә Белорет педучилищеһының мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләү бүлексәһен тамамланы. Юғары уҡыу йортона ла ингән ине, Гөлшат ҡыҙы тыуыу арҡаһында ғына аҙағына тиклем еткереп булманы. Иманғол, ҡаланың “Әкиәт” балалар баҡсаһында эшләне, әле – 13-сө һанлыһында. Шулай итеп, балаларыбыҙҙан тик ул ғына беҙҙең педагог династияһын дауам итте. Лайыҡлы дауам итә тип ауыҙ тултырып әйтә алам – төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай, БР мәғарифы отличнигы исеме алыуға иреште. Иң мөһиме – балалар үҙен ныҡ ярата, ата-әсәләре фәҡәт уның төркөмөнә сабыйҙарын урынлаштырырға тырыша – педагог хеҙмәтенә ошонан да юғарыраҡ баһаны күҙ алдына ла килтерә алмайым! Кейәүебеҙ Ғаяз Фәйзрахман улы Хәкимов(1958), төп сығышы буйынса Әбулҡасим ауылынан. Профессия буйынса шофер. Оҙаҡ йылдар Учалы предприятиеларында эшләне, әле Ямал яҡтарына вахтаға китергә тәүәкәлләне. Шаян, йор һүҙле, “алтын ҡуллы”кеше. Беҙгә, ҡайны-ҡәйнәһенә, бик игелекле, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер генә тора. Ҡыҙым менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр: Альбина(1981). Беренсе ейәнебеҙ булғас, үҙебеҙҙең ҡыҙ һымаҡ, тиң ғаилә ағзаһы булып үҫте. Бәләкәстән аҡыллы-аҡыллы хәбәрҙәре менән аптырата торғайны. Әле лә төплө, тәрән аҡыл йөрөтә белгән кеше. Сибай институтынан һуң аспирантура ла тамамлап, биология фәндәре кандидаты дәрәжәһе алыуға иреште. БДУ-ның Учалы факультетында уҡытты (уҡытыусы династияһы дауам итә!), ә әле Өфөгә, күсеп Аграр университетта ғилми эш менән шөғөлләнә. 2004 йыл Ейәнсура районынан курсташы Азамат Марат улы Мозафаровҡа(1982) тормошҡа сыҡты. Азамат компьютерҙар белгесе булараҡ “Профсистема” сауҙа үҙәгендә эшләне. Кесе кейәүебеҙҙән дә бик ҡәнәғәтбеҙ – ололарға ихтирамлы, әҙәпле, ҡулынан бөтә эш тә килә, иң оҡшағаны – ейәнсәребеҙ менән татыуҙар.

Гөлшат(1989). Бала сағынан бик теремек һәм үҙаллы булып үҫте.Әле тик “биштәр”гә генә Сибай институтының сит телдәр факультетын тамаланы. Инглиз һәм француз телдәрендә иркен һөйләшә. Әҙәби ижад, журналистика менән дә мауыға. Атаһына оҡшап үткер һәм танышмаҡлы. Хоҙай бирһә, журналист йә яҙыусы булыр ахыры. Юғалып ҡала торғандарҙан түгел инде, һәр хәлдә. Бөгөнгө көндә Өфөлә аспирантурала уҡый.

          Юлай(1962).
Ҡатыны – Нина Николаевна Редькина, Томск ҡалаһынан, биология фәндәре докторы. Балалары – Руслан (1991) һәм Вәсилә (1995). Руслан атаһы һымаҡ Аграр университеттың урман хужалығы факультетында белем ала. Был ейән-ейәнсәр ҙә, ҡалала үҫһеүгә ҡарамаҫтан, икеһе лә саф башҡорт телендә иркен һөйләшә. Руслан спорт менән ныҡлап шөғөлләнә, атаһына эйәреп фәнгә лә тартыла башланы. Вәсилә оҫта рәссәм, бейеү түңәрәгенә лә йөрөй.

Юлай ғалим булараҡ ни менән шөғөлләнеүен күҙ алдына килтереү өсөн ғилми характеристикаһынан өҙөк баҫтырыу урынлы булыр: “1984 йыл Башҡорт ауыл хужалығы институтуының урман хужалығы факультетын тамамлағандан һуң. 3 йыл СССР фәндәр академияһының Башҡорт филиалы аспирантураһында уҡый. 1986-1987 йылдарҙа СССР фәндәр академияһының Биология үҙәгендә, 1994 йыл Федератив Германия Республикаһының урман генетикаһы һәм селекцияһы институтында белем каммиллаштырҙы.

1989 йыл фән кандидаты диссертацияһын (03.00.15 – генетика), 2002 фән докторы диссертацияһын (03.00.16 – экология) яҡланы. Башта Өфөнөң Ботаника баҡсаһында эшләне, популяцион генетика лабораторияһын етәкләй. 2000 йыл БР Министрҙар кабинеты һәм БР Фән академияһы тарафынан Сибай институтына йүнәлтелә, 2008 йылдың аҙағына тиклем директорҙың фән буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. Ошо осорҙа уның тырышлығы менән институтта “Һалым һәм һалым түләтеү”, “Ҡулланма математика һәм информатика”, “Тарих” һөнәрҙәре буйынса уҡытыуға лицензиялар алына. Бөгөнгө көндә - Башҡорт дәләт аграр университетының урмансылыҡ һәм ландшафт дизайны кафедраһы профессоры.

Германия, Франция, Швейцария, Финляндия институттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, ҡат-ҡат үҙә лә эксперт сифатында, докладтар уҡырға сит илдәргә саҡырылды, сит ил ғалимдарын да Башҡортостанға килтерҙе. Бөгөнгө көндә 137 ғилми хеҙмәт авторы, айырым эштәре «Silvae Genetica», «Journal of heredity» тигән абруйлы халыҡ-ара ғилми журналдарҙа ла баҫылды. Юлай – бөтә зат-зәүеребеҙҙең ғорурлығы, бар күп һанлы ҡусты-һеңлеләренә ихлас күңелдән белем үрҙәренә күтәрелергә ярҙамлаша. Ҡаҙаҡтарыбыҙға, әлбиттә, айырым мөнәсәбәт. Хәйер, үҙҙәре лә һынатмай.

Бала саҡта Юлай шуҡ булды инде. Был дәүер тураһында Ильфат улым “Яйыҡ” гәзитендә тәфсирләп яҙғайны, китаптҡа ҡушымта рәүешендә шул мәҡәләләрҙе биреү урынлы булыр тип уйлайым.


         Ильфат(1965)

Наурыҙда тыуҙы. Исеме ҡушылыуҙың бер әтнәкәһе лә бар. Ҡыҫҡаһы, тәүге ике балабыҙға исемде мин ҡушҡас, өсөнсө тапҡырҙа Ләлә үҙенә оҡшағанды һайлаясаҡ тип килешкәйнек. Тик бына, малай тыуҙы тигән хәбәрҙе ишетеп шатланып өйҙә ултырғанда, радионан өҙҙөрөп Илфаҡ Смаков йырлап ебәрҙе. Башҡа үҙенән-үҙә уй килде: Илфаҡ әҙерәк килешеп бөтмәгән кеүек, саҡ ҡына үҙгәртеп Илфат тип ҡушырға кәрәк. Гөлназ менән Юлайҙы шундуҡ, ҡустығыҙҙың исеме Илфат булыр тип таныштырып та ҡуйҙым. Бәпәйҙе өйөбөҙгә күтәреп ҡайтҡанда улар:”Илфат килде! Илфат килде!”- тип һикерешеп йөрөйҙәр ине инде. Ләлә ни, күндәм кеше, күпселек тауышҡа ҡаршы килеп торманы. Урта белемде Иманғол мәктәбендә алды. 1982 йыл ағаһына эйәреп Башҡорт ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетына инде. 1987 йыл распределение буйынса Свердловск өлкәһенә ебәрелеп унда бер аҙ ҡаңғырып йөрөгәндән һуң, 3 йыл Учалы урман комбинатында урман һағы инженеры булып эшләне. 1991 йылдың башынан ул саҡ яңы ойошторолған “Яйыҡ” гәзитенә күсте, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр шунда эшләй. РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы итеп алынды, бер-нисә тапҡыр район Советы һәм хакимиәте наградалары менән бүләкләнде. Гәзит уҡыусыларҙың күпселеге үҙен ихтирам итә, миңә маҡтаһалар, күңел йылынып китә. Башҡорт теле, башҡорт мәҙәниәте тип йөрөгәс, дөрөҫ тәрбиә бирә алғанбыҙ икән, тип ҡәнәғәтлек менән уйлап ҡуям. Бында инде тормош иптәшемдең роле ифрат ҙур. Үҙендә күпмелер өлөш татар ҡаны булһа ла, ғаиләлә тик башҡортса һөйләште, балаларҙы үҙ халыҡтарының ҡәҙерен белергә өйрәтте. Хәтерҙә, малайҙарыбыҙ:”Әнейебеҙ ирешкәндә татарса ирешә икән”,- тип мәрәкә күрәләр ине. Ә берҙе:” Беҙҙең ғаиләлә әней генә татар, әйҙә яңғыҙы булмаһын, исмаһам, бесәйебеҙҙе лә татар итәйек!”,- тигән тәҡдим яһанылар. Тормош иптәше - Әнисә Робеспьер ҡыҙы Янбаева(1966), ҡыҙ фамилияһы –Ҡазыева,сығышы менән Илтабан ауылынан. Мәскәү дәүләт университетында уҡыған, башта Илфат менән “Яйыҡ”та эшләһә, һуңғы тиҫтә йыл – “Республика Башкортостан”гәзитендә. Улым менән икәүләп, авторҙаш булып байтаҡ китап-брошюра нәшер иттеләр. Ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Айгөл(1990). Башҡорт дәүләт университетының прикладная математика факультетын тамамлап килә, ҡара билмауға еткән каратэ оҫтаһы, республика, Рәсәй кимәлендәге күп ярыштар еңеүсеһе. Ә үҙе нескә күңелле һәм игелекле ҡыҙ. Ильяс(1994). Был ейәнемә исемде үҙем ҡуштым, ата-әсәһе ҡаршы килмәне. 11-се синыфта уҡый, каратэ менән шөғөлләнә, беҙҙең барыбыҙҙың да иҫен килтергән компьютер белгесе һәм философ.

Ҡалған Ҡаҙаҡтарҙың шәжәрәләре[edit]

Ғәйетҡол тоҡомо

Ғәйетҡол – Бутбайҙың улы. Балалары: Вәрис, Харрас, Мирас, Мөхәммәт(1910-1943). Вәристең балалары – беренсе ҡатыны Һәҙиәнән -Әхмәт(1926), Әхмәҙиә(1911), Мөхәммәт(1917-1944, һуғышта үлә, хәтирәләргә ҡарағанда, бик уҡымышлы кеше була, гәзит эше менән шөғөлләнә), Сәлиха(1901), Сафура(1904), Нәғимә(1906), Сабира(1908), икенсе ҡатыны Фәғиләлән – Алмас(1939). Харрастың балалары – Хәҙис(1906-1942), Хәкимә(1903), Дауыт(1917), Ильяс(1916), Харис(1904-1945), Хафиз(1910-1942), Ғәйшә(1907), Мәликә, Мәрйәм. Хәҙистең балалары – Зәйтүнә(1927), Сәкинә(1937). Әхмәт Вәрис улы Ғәйетҡоловтың ҡатыны –Мөршиҙә Әхсән ҡыҙы (1924), балалары – Вәрисова Римма (1951), Рита Ғәйетҡолова (1961) һәм Мөхәмәт (1961). Римма Әхмәт ҡыҙының балалары: Юрий Ефремов (1973), Марина (1979) һәм Михаил (1982) Тимиркевтар. Маринаның ҡыҙы – Яна (2002). Мөхәмәт Әхмәт улының ҡатыны Таңсулпан Хәйбулла ҡыҙы, балалары – Азат (1984), Раушания (1988), Зөлфиә (1991). Азаттың ҡатыны Лидиә, балалары – Ксения (2000) һәм Тимур (2006). Раушанияның ире Айҙар Рәхимов, балалары – Карина (2007) һәм Альберт (2011). Әхмәт Вәрис улы Ғәйетҡоловтың икенсе ҡатыны ла була (Найма), унан ике ҡыҙ тыуа: Сайма (1958) һәм Сәйҙә (1960), улар ситтә йәшәйҙәр.


Алмас Вәрис улы Ғәйетҡолов. (Ҡыҙы Гүзәл яҙғандарҙан)

1939 йыл Наурыҙ ауылында тыуған, 63 йәшендә генә вафат була. Бала сағы Иҫтамғолда үтә. Мәктәпте тамамлағас Вознесенкала шоферҙар курсын тамамлай һәм һөнәре буйынса эшләй. 1961 йыл Яңы Байрамғол ауылынан Әҙилә Хәйбулла ҡыҙы менән ҡауышалар. Балалары – Зилә, Фирүзә, Ильяс, Дилә, Гүзәл. Ҡыҙы Гүзәл уны былай иҫкә ала:” Ғаиләбеҙ татыу булды. Атай-әсәйҙең һис ҡасан әрләшкәнен күрмәнек. Атайым Байрамғол рабкообында эшләне. Йөк автомобилендә ауылдарға аҙыҡ-түлек, башҡа тауар ташыны. Беҙҙең күелде күрергә тырышты, Дилә апайым менән икебеҙҙе машинаһына ултыртып, урам осона еткәс төшөрөп ҡалдырыр ине. Үҙе менән рейстарға ла йөрөткөләне, сит ауылдарҙы күреү ҡыҙыҡ була торғайны. Ғаиләбеҙҙә китапҡа, уҡыуға ихтирамлы мөнәсәбәт булды. Күпләп гәзит-журналдарға яҙылабыҙ, китаптарҙы һатып алабыҙ, кешенән алып уҡыйбыҙ. Атайым айырыуса Я.Хамматов, Н.Мусин, Ә.Хәким кеүек авторҙарҙы яратты. Саҡ ҡына буш ваҡыт эләкһә, шундуҡ ҡулына китап ала. Үҙе лә шиғырҙар ижад итте,  илһам миңә төндә килә, торам да, яҙам, тигәне хәтерҙә. Үкенес, кемдер ташҡа баҫтырам, тип, яҙмаларын ала ла, дәфтәр шул көйө ғәйеп булды. Мәктәптә уҡығаныбыҙҙа атайыбыҙ ундағы хәлдәр менән даими ҡыҙыҡһынды, дәфтәр-көндәлектәребеҙҙе тикшереп барҙы. Имтихандарға йүнәлгәнебеҙҙә, Хоҙай тел асҡыстары бирһен, тип әсәй менән икәүләп теләнеп ҡалырҙар ине. 11-се класта уҡығанымда мәктәптән Санкт-Петербург ҡалаһына сәйәхәткә алып барырға булдылар. Путевкаға күпмелер аҡса түләргә кәрәк, ә ул заман ҡиммәтселек хөкөм һөрә, хаҡтар көн һайын тигәндәй арта бара. Башта класыбыҙ тулыһынса барырға ниәтләнгәйне, путевка хаҡын кинәт күтәргәс, баш тартырға мәжбүр булдыҡ. Әлбиттә, кәйефтәр ныҡ ҡырылды. Тик атайым ғына ҡайҙандыр аҡса табып, бөтә кластан үҙем генә бара алдым. Рәхмәт инде, атай… Бик тырыш, эшсән булды. Балаларҙы, ейәндәрен ныҡ яратты, үҙенә лә барыһы ла тартылды. Бөтә кешегә ярҙамсыл ине, үҙенә булмаһа булмай, һуңғы әйберен биреп сығарырға әҙер торҙо. …Атайымды ерләгәндә ямғыр ҡойоп яуҙы, зыяраттан әйләнеп ҡайтҡас ҡына туҡтаны. Әбейҙәр, атайығыҙ бигерәк һәйбәт кеше булды бит, шуға хатта тәбиғәт тә илай, тинеләр. Әйткәндәй, мәрхүмде ҡуйып аят уҡытҡанда стеналағы сәғәтебеҙ ҡыпа туҡтаны ла, 20 минуттан йәнә эшләп китте. Батарейканың көсө бөткән тиер инең, атайымдың ҡырҡын уҡытҡанда ла сәғәт үҙенән-үҙе күпмелер ваҡытҡа туҡтаны һәм яңынан йөрөп китте. Туғыҙ айҙан Ильяс ағайым үлгәндә лә шул уҡ хәл ҡабатланды”.  

Зилә Алмас ҡыҙы Васильева, 1962 йылғы. Уральск урта мәктәбен тамамлағас, Өфө мотор сығарыу заводында эшләй, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Яңы Байрамғол мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта. Ошо мәл “Байрамғол” совхозына ураҡ эштәренә ебәрелгән һалдат-водитель Алексей Васильев менән танышып ҡауышалар. Кейәү үҙенең тыуған яғына, Арзамас ҡалаһына алып ҡайтып китә. Бөгөнгө көндә Виктор (1987 йылғы, ҡатыны – Юлия) һәм Иван(1991) исемле ике ул үҫтергәндәр, технолог һөнәренә уҡытҡандар. Бөтә ғаиләләре менән коммуналь машиналар заводында хеҙмәт итәләр, Зилә –инженер. Тыуған яҡтарға күмәкләп йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Фирүзә Алмас ҡыҙы Исхужина, 1965 йылғы. Мәктәпте Уральскийҙа бөтә. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас Учалыла тәрбиәсе булып эш башлай. Иҫтамғол ауылынан Айҙар Исхужинға тормошҡа сыҡҡас, ире Өфө техникумынан һуң урман белгесе булып эшләгән Аҡҡужа ауылына төпләнәләр. Айҙар Мәсғүт улы 1996 йыл ауырыуҙан вафат булып ҡуя, Фирүзә Учалы ҡалаһына күсә, аптекаға эшкә урынлаша. Ильяс Алмас улы Ғәйетҡолов, 1968 йылғы. Уральск урта мәктәбен тамамлағас, автомәктәптә шофер һөнөрен үҙләштерә. Әрмегә саҡырылғас Псков өлкәһендә хәрби водитель булып хеҙмәт итә. Ҡайтҡас ҡатырға-рубероид заводына автобус водителе булып урынлаша, Асҡын районының Көнгәк ауылы ҡыҙы Гөлшат Сәләхова менән өйләнешәләр. Балалары: Илшат(1993 йылғы, тау-металлургия техникумы студенты) һәм Илүзә(1998). Илүзә оҫта бейеүсе. Үкенескә ҡаршы, Ильяс 2003 йыл йәштәй вафат булды. Дилә Алмас ҡыҙы Ғәлиуллина, 1971 йылғы. Белорет педагогия училищеһында тәрбиәсе һөнәре алған. Ҡоҙаш ауылынан Рамаҙан Ғәлиуллинға тормошҡа сығып, Учалыла йәшәйҙәр. Рамаҙан – машиналар эшләү альянсында слесарь, Дилә - “Рассвет” йәмғиәтендә кулинар. Ике ҡыҙ үҫтерәләр: Регина(1991 йылғы, БДУ-ның Учалы филиалы студенты) һәм Гөлназ(1993 йылғы, Учалы техникумына инергә самалай). Гүзәл Алмас ҡыҙы Рәхмәтуллина,1976 йылғы. Уральск мәктәбенән һуң Өфөлә китапханасылар техникум-колледжын тамамлай, йәш белгес итеп Ҡоҙашҡа ебәрелә. Ошонда Әҙһәм Бижан улы Рәхмәтуллин менән ғаилә ҡоралар. Әҙһәм Йылайыр техникумынан һуң тыуған ауылында ветеринар табип булып эшләй. Өс бала үҫтерәләр:Зөһрә(1999), Илһам(2003) һәм Рөстәм(2006).

Сафура Вәрис ҡыҙы Ғәйетҡолова-Байгаринанан (1904) һуҙылған нәҫел ебе.

 ( кейәүе Илдус Фәтҡуллин төҙөгән шәжәрәнән).

Сафураның тормош иптәше – Наурыҙ ауылынан Шафиҡ Байгарин (1896-1937). Балалары – Нурдидә (1926 йылғы, Уральск ҡасабаһында бухгалтер булып эшләне), Роза (1929 йылғы, Ташҡыяла колхозсы булды), Фрунзе (1935-2012 йылдар, ғүмере буйы Наурыҙҙа йәшәне, тракторсы булып эшләне, киң һәм йомарт күңелле, йор һүҙле кеше булды).

Нурдидә Шафиҡ ҡыҙының тормош иптәше – Исрафилов Мансур (1907-1986), Уральск ҡасабаһында водитель булып эшләне. Балалары –Сәйәф Исрафилов (1948-2008 йылдар, милиция офицеры), Сайфа Ғарипова (1950 йылғы, Уральск ҡасабаһында пекарь), Хәләф Исрафилов (1953 йылғы, милиция офицеры), Йомағужина Минһылыу (1958 йылғы, Уральск ҡасабаһында бухгалтер), Фәтҡуллина Халиҙә (1963 йылғы, Ахунда уҡытыусы).

Сәйәф Мансур улының ҡатыны – Мөнирә Сиражетдин ҡыҙы (1948), балалары – Динмөхәмәтова Эльвира ( 1971 йылғы, Ураҙҙа ашнаҡсы, Самат Үзбәк улы менән балалары – 1991 йылғы Диана һәм 1999 йылғы Эльзира), Ханова Гөлнара ( 1975 йылғы, Учалыла һатыусы, Рөстәм Рәсүл улы менән балалары - 2005 йылғы Эмиль һәм 2006 йылғы Ислам), Илнур Исрафилов (1985 йылғы, Өфөлә инженер, ҡатыны – Валеева Рима Николаевна, балерина). Сайфа Мансур ҡыҙы Ринат Ғариповҡа, Нуретдин Магадеевҡа тормошҡа сыҡты, улы – 1973 йылғы Линар Ринатович, ейәне – Артур Ғарипов (Набережные Челны ҡалаһы). Хәләф Мансур улының ҡатыны – Рәмилә Наил ҡыҙы (1958), балалары – Айрат Исрафилов ( 1982 йылғы, Төмәндә эшҡыуар, ҡатыны – Маргарита Андреевна, ҡыҙҙары – 2010 йылғы Ясмин), Марат Исрафилов (1985 йылғы, Екатеринбургта эшҡыуар). Минһылыу Мансур ҡыҙының ире – Нәжип Йомағужин, 1984 йылғы улдары Тимур Өфөлә йәшәй. Халиҙә Мансур ҡыҙының ире – Илдус Ғәли улы Фәтҡуллин ( 1964 йылғы, Ахун мәктәбендә сит телдәр уҡытыусыһы, шәжәрәнең был өлөшөн фәҡәт ул әҙерләп бирҙе – шәп кейәү!), балалары – 1987 йылғы Руслан Фәтҡуллин ( Өфөлә дәүләт хеҙмәткәре) һәм 1991 йылғы Азат ( Аграр университет студенты).

Рауза Шафиҡ ҡыҙының тормош иптәше – Ғамир Сөләймәнов (1926-1969), Ташҡыяла механизатор булып эшләне. Балалары –Фирҙәүес Сөләймәнова ( Учалыла йәшәй), Фәнил Сөләймәнов (Ташҡыя), Дауыт Сөләймәнов ( Александровкала), Нәсимә Усманова (Бөйҙөлә фельдшер), Фирүзә Ҡотоева ( 1948-2001, Сораманда фельдшер булды), Язареева Мәғәфүрә ( 1951 йылғы, Бөйҙөлә һауынсы), Зифа Миһранова (1953 йылғы, Александровкала һауынсы), Зилдә Ситдиҡова ( 1955 йылғы, Ташҡыяла һауынсы), Рәйдә Ситдиҡова (1957 йылғы, Сораманда һауынсы).

Фирҙәүес Ғамир ҡыҙының  тормош иптәше - Ғәлимйәнов Рәмил,  балалары – Гөлнара Шәмиғолова (1985 йылғы,  ире –Марат Шәмиғолов, балалары – Эмиль)  һәм1990 йылғы Эльвира.

Дауыт Ғамир улының ҡатыны – Альбина, улдары – Динислам. Нәсимә Ғамир ҡыҙының тормош иптәше – Рәйес Усманов, балалары – Азамат Усманов ( 1984 йылғы, Бөйҙөлә сварщик, ҡатыны Наталья Александровна менән балалары – 2007 йылғы Ангелина, 2010 йылғы Эльза) һәм Айҙар Усманов (1987). Фирүзә Ғамир ҡыҙының тормош иптәше Урал Ҡотоев булды, балалары – Вәлит Ҡотоев (Сораманда), Гөлназ Ғатауллина (Көсөктә), Ильфат Ҡотоев ( Сораманда, ҡатыны Динә менән балалары – Филзиә һәм Алһыу), Илүзә ( 1986 йылғы, Учалыла йәшәй, ире Фаил Йосопов менән балалары – Ильзира һәм Динислам). Мәғәфүрә Ғамир ҡыҙының тормош иптәше – Айрат Язареев, балалары – Лилиә Касимова ( 1969 йылғы, Бөйҙөлә тегенсе, ире Рәмил Рамазан улы менән балалары – 1991 йылғы Эльвина, 1993 йылғы Рәвил) һәм Лидиә Хисмәтуллина ( 1976 йылғы, Бөйҙөлә һатыусы, ире Руслан Хисмәтуллин менән балалары – 1998 йылғы Радмир, 2002 йылғы Эльмир). Зифа Ғамир ҡыҙының тормош иптәше – Кинйәғәлей Миһранов, балалары – Наил (1973 йылғы, Межозерныйҙа кеше ҡотҡарыусы, ҡатыны Гөлнур Рәшит ҡыҙы менән балалары – 1995 йылғы Гүзәл, 1999 йылғы Элина), Марат ( 1977 йылғы, Александровкала шахтер, Илүзә Рәшит ҡыҙы менән балалары - 1999 йылғы Әлиә, 2003 йылғы Илдар), Рәил ( 1985 йылғы, Межозерныйҙа шахтер, ҡатыны Эльвира Зөлфәр ҡыҙы менән балалары – 2007 йылғы Эльвина). Зилдә Ғамир ҡыҙының тормош иптәше - Әғләм Ситдиҡов, балалары – Ришат, Айнур (Иманғолда, ҡатыны – Рәмилә), Зөлфиә Гадеева, Илнур ( Учалыла оператор, ҡатыны Олеся менән Раушания исемле ҡыҙ үҫтерәләр). Рәйдә Ғамир ҡыҙының тормош иптәше – Рәжәп Ситдиҡов, балалары – Ринат (Учалы), Артур ( Сораманда шофер), Әлфиә Солтанова ( Учалыла йәшәй, ире Илдар Солтанов менән Илнур һәм Илназ исемле улдары бар).

Фрунзе Шафиҡ улының тормош иптәше - Абдуллина Клара Фәйзи ҡыҙы (1933-1997), сығышы буйынса Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан, Наурыҙ мәктәбендә рус теле уҡытты. Балалары:

Дамир Фрунзе улы.1962 йылғы, Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ҡатыны Миңнур Хәлфетдин ҡыҙы менән Альбина исемле ҡыҙ (1985 йылғы, ҡалала тәрбиәсе, Наршат Мөхәмәҙиевта кейәүҙә) һәм Айнур исемле ул ( 1988 йылғы, Өфөлә аспирантурала уҡый) үҫтерҙеләр.

Зөһрә Ильичева. 1964 йылғы, байтаҡ ваҡыт лесничествола бухгалтер булып хеҙмәт итте, әле - Кирәбе ауыл Советында эштәр менән идара итеүсе. Иптәше Николай Николаевич ( 1960 йылғы, урмансы булып эшләне) ике ҡыҙ үҫтерҙеләр – Резеда ( 1988 йылғы, кейәүе, хәрби моряк Шамил Йәшелбаев менән Североморск ҡалаһында йәшәйҙәр) һәм Юлиә (1991 йылғы, Өфөлә кооператив техникумда уҡый).

Әмир Фрунзе улы. 1967 йылғы, педагогия институтын тамамлап, тыуған ауылы мәкттәбендә уҡыта. Ҡатыны – Динара Халиҙар ҡыҙы, клуб мөдире. Балалары – Р.Ғарипов исемендәге гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Илмир һәм 2006 йылғы Камилә.

Харрастан һуҙылған нәҫел ебе[edit]

Харрастың улы Хәҙис Харрасов фамилияһы менән йөрөй, фронтта хәбәрһеҙ юғала. Өлкән ҡыҙы Зәйтүнә Харрасова әсәһе менән бергә Наурыҙҙа йәшәне, колхозда эшләне. Улы Салауаттың (1955) ҡатыны – Земфира, Уральскийҙан. Балалары – Оксана, полиция майоры, Белоретта йәшәй (ире - Ҡадир Локманов, полиция хеҙмәткәре, бер ул үҫтерәләр) һәм Тимур Салауат улы, ул да Белоретта полицияла хеҙмәт итә, ул һәм ҡыз үҫтерә.

Сәкинә Хәҙис ҡыҙының ( 1936) әсәһе Маһира Хиббан ҡыҙы (1907-1985) Сораман ауылынан. Башта Наурыҙ ауылынан Мөхәмәтбаев Мөхәмәт ҡазыйҙың икенсе ҡатыны булып тормошҡа сыға. Уның тәүге ҡатынынан өс балаһы ла Маһиранан оло булған. Ә өсөнсө ҡатыны Заһиҙәнән балалары булмай. Маһираның иһә Зәйтүнә (1928-1961) һәм Хәлфетдин( 1930-1988) исемле балалары тыуа. Мөхәмәтҡазый үлем түшәгендә ятҡанда: “ Маһира, йәшһең, тағы тормошҡа сығырһың, улыбыҙҙы Заһиҙәгә ҡалдыр”,- тип ҡуша. Маһира Зәйтүнә ҡыҙы менән Хәҙискә тормошҡа сыға, был никахта Сәкинә тыуа. Сәкинә менән Хәлфетдин ике ғаиләлә тәрбиәләнһәләр ҙә, бик яҡын ҡусты-туған булып үҫәләр. Хәлфетдиндең балалары – Иршат, Гөлшат, Гөлнур, Айҙар, Миңнур, Гөлгөнә Мөхәмәтбаевтар.

Сәкинә ауылында 7-се класты тамамлағас, балалар баҡсаһында повар булып эш башлай. 1958 йыл төҙөлөш тресына йөк тейәүсе булып урынлаша. Ауыр хеҙмәттән ҡурҡмаған ҡыҙ 1993 йыл пенсияға сыҡҡансы төҙөлөштәрҙә хеҙмәт итте, шул иҫәптән 20 йыл бригадир булып йөрөй. 6 тапҡыр “Победитель соцсоревнования”, 5-6 тапҡыр “Ударник труда” тип таныла, “За трудовую доблесть”, “Ветеран труда”, бихисап Хөрмәт грамоталары менән бүләкләнә. Сәкинә 1960 йыл Учалы ауылы егете Фуат Зияй улы Сиражетдиновҡа кейәүгә сыға, бына инде 52 йыл татыу йәшәп 4 бала үҫтерҙеләр: Зөлфиә , Дим, Гөлназ, Эльза.

Зөлфиә (1962). Мәскәүҙә Химик-технологик институтты тамамлағас, йәш белгес итеп Красноярск крайына ебәрелә. Әле лә унда, Светлолобово ҡасабаһында йәшәй, ветеринар табип булып эшләй. Ире – Александр Лезин, балалары: Мария (1985 йылғы, эколог, аспирантурала уҡый), Лилиә (1986 йылғы, экологик лабораторияла эшләй, тормош иптәше Олег менән Роман исемле ул үҫтерәләр), Дмитрий (шофер булып эшләй) һәм Александр (11 класс уҡыусыһы).

Дим (1964). Токарь һәм водитель, ҡатыны – Лариса, балалары: Инна (1987 йылғы, юғары белемле юрист, тормош иптәше, архитектор Фәнис Хәлиуллин менән 3 йәшлек Дилараны үҫтерәләр), Артем ( ситтән тороп Силәбе университетында белем ала) һәм Айнур ( ҡаланың 10-сы мәктәбендә уҡый).

Эльза (1967). Тегенсе, һатыусы һөнәрҙәрен үҙләштерә, әлеге көндә Сургут ҡалаһында магазин мөдире. Гөлназ (1969). Повар, һатыусы һөнәрҙәрен үҙләштерә, әлеге мәл магазин тота. Тормош иптәше Владимир Черепанов менән балалары: Илдар (24 йәш, тау-байыҡтырыу комбинатында шахтер, ҡатыны Люба менән Слава исмле ул үҫтерәләр), Евгения (1998 йылғы, күп еңеүҙәргә өлгәшеп өлгөргән саңғысы һәм велосипедсы), Виктор (2001).



Мәликә Харрас ҡыҙының беренсе балаһы – Гөлжиһан, Мозафар Ғибәҙәтовҡа тормошҡа сығып, Верхнеуралда йәшәнеләр. Икенсе ҡыҙы – Мөхәримә, Фуат Ҡаһармановта кейәүҙә, Наурыҙҙа йәшәйҙәр.

Ғәйшә Харрас ҡыҙы Наурыҙ ауылында йәшәне, иптәше Ғүмәр Ямалетдинов, ҡыҙҙары – Йәмилә. Мәрйәм Харрас ҡыҙының иптәше – Кәкүк ауылынан Ғәбдрахман Килмөхәмәтов, балалары – Сәриә, Рамаҙан, Йомабай.

Йомабай Ғәбдрахман улы тураһында Рәүеф Шаһиев яҙған “Йөрәгемде Балаларға бирәм” китабынан өҙөк килтереү бер ҙә артыҡ булмаҫ, ифрат изге күңелле, ихлас кеше ине...

“...1935 йылдың 2апрелендә Ҡалуй ауылында тыуған. 1943-1950 йылдарҙа Ҡалуй ете йыллыҡ, 1951-1953 йылдарҙа Миндәк урта мәктәптәрендә белем ала. 1954-1955 йылдарҙа комбайнсылар әҙерләү курсында Вознесенкалала алты ай уҡый. 1955-1958 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1959-1963 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында, 1964-1970 йылдарҙа БДУ-ла ситтән тороп уҡый. 1963-1964 йылдарҙа Иҫтамғол ете йыллыҡ мәктәбендә эш башлап, 1998 йылда Зәйнәкәй мәктәбендә хаҡлы ялға сыға. Шул осорҙа Зәйнәкәй, Иҫтамғол,Яңы Байрамғол, Ҡотой(директор), Ҡобағош(директор) мәктәптәрендә эшләй. Эш дәүерендә РОНО-ның, партия район комитетының бик күп Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны.

Ҡатыны – Зәйнәп Сөләймән ҡыҙы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан. Эшләү дәүерендә мәғариф бүлегенең Почет грамоталары, партияның Үҙәк комитеты һәм Министрҙар Советының Почет грамотаһы, 1989 йылда башланғыс кластарҙың “Өлкән уҡытыусыһы”, 1984 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнде.”


Ҡултбай тоҡомо[edit]

Ҡултбайҙың улдары: Иркәбай(1842), Мырҙабай(1850-1859). Иркәбайҙың улдары – Ғимай, Низаметдин. Ғимайҙың улдары – Ғилметдин(1911), Сәйфетдин(1914), Нуретдин(1916). Ғилметдиндең улдары – Ғадим(1940), Сарим(1951). Ғадим Ғилметдин улы Ҡаҙаҡстанда йәшәй.

Дубанай тоҡомо[edit]

(Әсфиә Әбрәр ҡыҙы Хәлитованың яҙғандарынан).

Дубанайҙың улдары – Ҡотолоәхмәт (1841), Килмөхәммәт (1854), Баймөхәммәт, Алтынәхмәт (1843), Ишмөхәммәт (1843-1916). Ишмөхәммәттең балалары – Тутыя (1885), Ғәтиә (1887), Таһира (1896), Нәҡиә (1900), Закира, Усман (1919 йыл үлгән). Усмандың балалары – Муса (1900-1917), Ғүмәр (1904-1943), Бибияхат (1902-1975), Ғәйнелхаят (1908), Ғайса (1913-2000), Әбрәр (15.05.1915-02.08.1988).

Ишмөхәммәт Дубанай улының ҡатыны – Йәндек ауылынан Гөлмөһөр әҙәй (Көлмөһөр ҙә тиҙәр). Балалары: Усман (Наурыҙҙа йәшәгән), Тутыя (Мәхмүткә төшә), Ғәтиә (Мәҫкәүгә төшә, ире – Мөхтәр), Таһира (Тайсынға төшә), Нәҡиә (Ҡоҙашҡа төшә, ире – Тажетдин), Закира (Әбләзгә төшә). Ишмөхәммәт Дубанай улы бик хәлле йәшәгән. 300 башлап йылҡы тотһа ла, ялсы ялламағандар – бар эште улдары менән үҙе башҡара. Аттарҙы өйөр айғыры Боғасты тауында йөрөткән, олатай ишек алдына ғына сығып күҙәтер булған. Күп итеп ҡымыҙ эшләп, Верхнеурал баҙарына мискә-мискәһе менән һатырға йөрөткәндәр. Йылҡыларҙы колхозға тартып алғас, байтағы астан ҡырылып бөттө тип хәтерләйҙәр: муйындарын кәртәгә һалып баҫҡан ерҙәрендә үләләр... Шулай булһа ла, әле 1960 йылдарҙа Бибихаят әбейем һауған колхоз бейәләре араһында нәҫелдәре һаҡланғайны. Егәрле, тырыш булғанға ла 1921 йылдың аслығында бирешмәйҙәр.

Усман Ишмөхәммәт улының ҡатыны – Мәхмүт ауылынан Сәмсиямал (Уйылдан мулла Ғәлин һәм Әсҡәпъямалдың ҡыҙҙары). Балалары: Муса, Ғүмәр, Бибихаят, Ғәйнелхаят, Ғайса, Әбрәр. Балалары Нуретдин, Ғилмихаят, Әсфиә, игеҙәктәр Әнүәр һәм Сәрүәр бала саҡта үлеп ҡалалар. Улар балалары менән ҙур өйҙә хәлле генә йәшәгәндәр (урыны - әле Әминә апай Низаметдинова йәшәгән тирә), ихатаһы таш ҡойма менән уратылған була. Колхозлашыу башланғас өйҙөң башта яртыһын ауыл Советына алалар, аҙағынан бөтөнләй икенсе бәләкәй генә йортҡа сығаралар. Усман Ишмөхәммәт улынан ҡалған йортта һуңынан клуб булдырыла, аҙағынан мәктәпкә интернат иттеләр. Шунан һуң Яйыҡ аръяғына пионерлагерға күсереп һалалар, унда ла кәрәге ҡалмағас бүрәнәләрҙе ауыл халҡы бүлешеп ала. Ә ихатаның таш ҡоймаһы һүтелеп МТС-ҡа оҫтахана төҙөгәндә ҡулланыла.

1.Муса бабай граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғында, Муса Мортазиндың отрядында йөрөй. 17 генә йәшендә алыштан һуң яраланып өйгә ҡайтып инә лә, йығыла. Ауыҙ-морондан ҡан ағып йән бирә.

2. Ғүмәр бабай 1943 йылдың 9 апрелендә фронтта эҙһеҙ юғала. Рядовой, стрелок. Буйға бәләкәй булған тип һөйләйҙәр. Ҡоҙаш ауылынан төшкән ҡатыны Сәлимә менән икеһенең балалары: Сания (1924 – 2002), Сәрүәр (1927), Сәғиҙә (1930 – 2004), Ғәнидә (1934 – 1994), Зәкиә (1935 – 2003), Ансар (1938 – 2001), Фируза (1942).

Сания апайҙың беренсе ире Фәррәх Исламовтан (Ғәҙелшә ауылынан) Фәрит Усманов тыуа (1947). Ҡатыны – Нурия Ғәлинур ҡыҙы, 1959 йылғы, Мәскәү технология институтын тамамлаған. Шишмә ҡасабаһында йәшәйҙәр. Ике ҡыҙҙары бар – Лилиә һәм Әлфиә. Фәрит бала саҡтан инәһенең бер туғандары менән үҫкәс, Усманов фамилияһы менән яҙыла. 1960 йыл үҙе документтарҙы юллап, Өфөгә, хәҙер Р.Ғарипов исемен йөрөткән мәктәп-интернатҡа китә. Шул саҡтан һәләтле үҫмер радио-телевидениела байрам тапшырыуҙары төшөрөүҙә ҡатнаша башлай. 1969 йыл Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын уңышлы тамамлағас, Өфө приборҙар етештереү берекмәһенең Салауат Юлаев исемендәге бейеү ансамбленә эшкә алына (әле “Мираҫ” исемен йөрөтә). Ансамбль составында Советтар Союзы һәм сит илдәр буйынса күп гастролдәрҙә йөрөй, төрлө кимәлдәге конкурстарҙың лауреат исемен яулай (шул иҫәптән Ғ.Сәләм ис. премия). Аҙағынан Башҡорт хореография училищеһында уҡыта, Шишмә районында мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Әлә - хаҡлы ялда, нәҫелебеҙ тарихын өйрәнеү менән ныҡлап шөғөлләнә. Ике ҡыҙы ла үҙенең хореография училищеһын тамамлай. Лилиә Фәрит ҡыҙы Федорова – танылған сәхнә йондоҙо. Башҡаһынан тыш, данлыҡлы балетмейстр Юрий Григоровичтың “Звезды Большого театра” труппаһында бейене, сит ил гастролдәрендә күп йөрөнө. Балалары – Александр, Өфө гимназияһы уҡыусыһы, кикбоксинг буйынса республика чемпионы һәм кескәй шахматсы, ҡул эштәре оҫтабикәһе Анастасия. Ә Әлфиә Фәрит ҡыҙы Салман, училищенан тыш педагогия университетын тамамлай, тормош иптәше менән Төркиәлә йәшәйҙәр. Сания апайҙың икенсе ире Әхмәҙиә Мөжәуиров (Көсөк ауылынан) менән балалары: Ғәлиә (1954 йылғы, ире Фәнил менән Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр), Мәүлиҙә (1955 йылғы, ире Даньял Мортазин менән Ҡорама ауылында йәшәйҙәр, ике ҡыҙҙары бар – 1990 йылғы Гөлшат, студент, буласаҡ эколог һәм 1995 йылғы Гүзәл), Әҙһәм (1959 йылғы, ҡатыны Фатима менән Оҙонгүл ауылында йәшәйҙәр, улдары – Артур һәм Айгиз), Сарим (1962 йылғы, ҡатыны Илүзә менән Наурыҙҙа, төп йортта йәшәйҙәр, бында әлегә тиклем туған-тумаса йыйылып ала. Улдары – Самат, 1998 йылғы). Сания апай үҙ ваҡытында Наурыҙ МТС-ында тракторсы булып хеҙмәт иткән. Улы менән килене тәрбиәһендә 78 йәшендә донъя ҡуйҙы. Сәрүәр апайҙың беренсе ире Кәрим ауылынан ине. Тағы ике тапҡыр тормошҡа сыҡҡан, балалары булмай. Йәш сағында Наурыҙҙа Сания апаһының улы Фәритте үҙенә алып атай йортонда йәшәнеләр. Һуғыш ваҡытында Наурыҙ МТС-ында тракторсы булып хеҙмәт иткән. Аҙағынан Межозерныйҙа, Уйскийҙа, Карагайкала көн күрә. Ире үлеп ҡалғас һуңғы йылдарын Ансар ҡустыһының квартираһында йәшәп, Межозерныйҙа ерләнде. Сәғиҙә апай Ҡурған яғынан килгән Рәүил Сафинға кейәүгә сыға, Наурыҙҙа йәшәнеләр. Балалары: Мәүлиә (1952 йылғы, балалары – Эльвира, Әлфиә һәм Вадим), Миҙхәт ( 1954-2011, Наурыҙҙа төп йортта йәшәне), Рәүеф (1957 йылғы, ҡатыны Йәмилә менән Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр, балалары – Айгөл һәм Алина), Гөлназ (1961 йылғы, төп йортта йәшәй), Әүәл (1964 йылғы, ҡатыны Гөлкәй менән Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр, кыҙҙары – Альбина), Раил (Ҡатыны Дилә менән Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр, ҡыҙҙары – Илсөйә һәм Гүзәл). Ғәнидә апай ире Өлфәт Шәймәрҙәнов менән Ҡоҙашта йәшәнеләр. Балалары: Хәлит (1953 – 1993, ҡатыны Илиҙә менән ике ҡыҙ үҫтерҙеләр – Альбина, Айһылыу), Айҙар (1957 йылғы, тәүге ҡатыны, Урал ауылы кешеһе Рәзилә үлеп ҡалғас, икенсе ҡатыны менән Якутияла йәшәй. Ҡыҙы Илмира кейәүе Ирек менән Учалы ҡалаһында), Ғалип (1959 йылғы, ҡатыны Гөлзифа менән Ҡоҙашта, төп йортта йәшәйҙәр, балалары – Гүзәлиә һәм Юлай, килендең ҡыҙы – Юлиә), Илзә (1961 йылғы, ире Ғамил Шәрипов менән Межозерныйҙа йәшәйҙәр, балалары – Венер, табип, Өфөлә эшләй һәм Вилена), Дәүжән (1963 йылғы, ире Вәлит Юлбирҙин менән Рәсүлдә йәшәйҙәр, балалары – Ринета, химик, Эльвира, географ һәм Рушана).

Зәкиә апайҙың ире Сәлим Шадиев ҡаҙаҡ милләтенән булды, Гурьев өлкәһенән. Апайыбыҙ Златоуста һатыусы булып эшләгәнендә шунда уҡ хеҙмәт иткән еҙнә менән танышалар. Ғаиләләре башта Наурыҙҙа, һуңынан Межозерныйҙа, Ҡаҙағстанда, Уйскийҙа йәшәне. Балалары: Нурсолтан (1959 йылғы, Уйскийҙа йәшәй, ике ҡыҙы бар), Таһир (1961 йылғы, Уйскийҙа йәшәй, ике улы бар), Миңһылыу (1968 йылғы, Магнитогорск пединститутында уҡығанда бер негр студентҡа кейәүгә бара, Мәскәү ҡалаһында йәшәйҙәр, бер улдары бар ине, егет булғас үлеп ҡалды), Арслан (бер ҡызы бар), Динә (1975 йылғы, ике улы бар, Свердловск ҡалаһында йәшәй).

Ансар Усманов (1938 – 2001). Беренсе ҡатыны Дилә менән балалары: Азамат (1958 йылғы, 14 йәшендә ғүмере фажиғәле өҙөлә) һәм Сәриә (1961 йылғы, Силәбә өлкәһендә йәшәй). Икенсе ҡатыны Әсмәнән улдары Сафуан булды. Өсөнсө ҡатыны Әнүзәнән Әкрәм улы тыуҙы. Дүртенсе ҡатыны Земфиранан балалары: Аусаф (1976) һәм Азат (1980). Бишенсе ҡатыны Разия менән Ураҙҙа йәшәне, уртаҡ балалары булманы. Аусаф Ансар улының автобиографияһынан:” 1976 йылдың 30 авгусында Ҡоҙаш ауылында тыуғанмын. Ҡоҙаш, Рәсүл, Иманғол мәктәптәрендә уҡып, 1993 йыл урта белем алдым. Шул уҡ йылда Башҡорт аграр университетының механизация факультетына уҡырға индем. 1993 йыл “Коммунар” колхозында хезмәтте һаҡлау инженеры вазифаһында эш башланым. Үҙ теләгем менән әрмегә барып, 1999-2000 йылдарҙа Әстрәхан ҡалаһында базаланған Каспий флотилияһында матрос булып хеҙмәт иттем. Учалыға кире ҡайтҡас, һаҡ бүлегенә милиционер булып урынлаштым. 2001 йыл “ПЦО ОВО дежурныйы” вазифаһына тәғәйенләндем. 2008 йылға шул үҙәкләштерелгән һаҡ пульты начальнигы вазифаһына, милиция капитаны дәрәжәһенә еттем, әммә шәхси принциптарым милициялағы ысынбарлыҡ менән тура килмәү сәбәпле, 2009 йыл үҙ теләгем буйынса милиционер карьераһына нөктә ҡуйҙым. Бөгөнгө көндә Учалылағы “Технониколь. Строительные системы” заводында эшләйем. Ғаилә хәленә килгәндә, 2009 йылдың мартында Рәйлә Рәис ҡыҙы Усманова менән өйләнештек. Ҡатыным БДУ-ның Учалы факультетын тамамлап, башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙе. Әле Ҡоҙашта йәшәйбеҙ. Ҡайным Рәис Нәжип улы, Ҡәйнәм – Нурзилә Шәйхитдин ҡыҙы Лотфуллиндар Ҡозашта йәшәйҙәр, мәктәптә эшләйҙәр, Азамат һәм Айгөл исемле ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.” Азат Ансар улының автобиографияһынан:” 1980 йылдың 16 апрелендә Ҡоҙаш ауылында тыуғанмын. 1997 йыл Иманғол урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия университетының әҙерлек бүлексәһенә индем. 1998 йыл университеҡа инеп бер йыл уҡыным да, ташланым. Учалы һөнәрселек училищеһында радиотехник һөнәрен үҙләштерҙем. 1999 йылдың аҙағында әрмегә саҡырылып, Ростов өлкәһендә, Әстрәханда, Дағстандың Кизляр ҡалаһында хеҙмәт иттем. 2003 йыл тау-металлургия техникумының киске бүлегенә инеп, 2007 йыл тамамланым. Шул йылдан алып комбинаттың байыҡтырыу фабрикаһында эшләйем.”

Фируза (1942). Ире - Әхсән Камалов, Өфөлә йәшәйҙәр, ҡыҙҙары – Зәлифә. Фирузаның атаһы Ғүмәр бабай фронттан ҡайтманы, әсәһе Сәлимә әбей ауырып үлде. Шуға ла ҡыҙыҡайҙы башта апалары ҡараны, һуңынан балалар йортона бирәләр.

3. Бибихаят(1902-1975). Беренсе кейәүе Туңғатар ауылынан була, ул граждандар һуғышына киткәс, кире ҡайта. Аҙағынан ул кеше хаттар яҙып кире ҡауышырға инәлә, әммә әбейәбеҙ ниңәлер ризалашмай. Бибихаятты аҙаҡ Муса Мортазин ( икенсе версия буйынса – ҡустыһы) алған тигән хәбәр ҙә йөрөнө. Наурыҙҙан Хәйретдин Ҡаһармановҡа кейәүгә сыҡҡайны, балалары булмау сәбәпле айырылышалар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Хәйретдин бабай беҙҙе аҙаҡ та яҡын күрҙе, хәл белергә инеп йөрөнө, баҡсала эшләгәнендә орлоҡ, рассада менән тәьмин итеп торҙо. Әбейебеҙ йәштән яңғыҙы ҡалһа ла, үҙен бик тәртипле тотто. Ҡустыһы Әбрәрҙә (минең атайым) йәшәп, баларын үҫтереште. Үтә бөхтә, тура һүҙле,матур аҡ йөҙлө, ифрат эшһөйәр ине. Йөн, мамыҡ иләп, шәл бәйләп һатып, беҙҙең ғаиләгә күп файҙа килтерҙе инде.Оҫта ҡымыҙсы булараҡ та дан тота.

4.Ғәйнелхаят (1908). Ҡолош ауылына кейәүгә төшкән була, Наурыҙ ауылында үлә.

5. Ғайса (1913-2000) Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны. Беренсе ҡатыны Ғәтиә. Бер ҡыҙы Рәйфә (1939), ире Әхәт Яруллин. Балалары: Зәбирә (3 бала әсәһе), Алсу (Учалы ҡалаһында йәшәй), Әхмәт (3 бала атаһы, Ҡоҙашта йәшәй), Рифат (3 бала атаһы, Ҡоҙашта йәшәй), Рина (2 бала әсәһе, Учалы ауылында йәшәй). Икенсе ҡатыны Вазифа. Балалары: Марс (1946) һәм Сәбилә. Марс Усмановтың ҡатыны Әсмә, Уральск ҡасабаһында йәшәйҙәр, балалары: Руслан (1974 – 1993), Ләлә (1976, ҡыҙы – Гөлдәриә), Артур (1978, ҡатыны – Эльвира, балалары – Сыңғыҙ һәм Ләйсән), Алия (1987). Ғайса бабайҙың өсөнсө ҡатыны – Ғөррәхәй (Ғөррәт тинеләр). Балалары: игеҙәктәр Муса һәм Флюра (ҡыҙыҡай сабый сағында үлә, Мусанан ике ҡыҙ ҡала), Әнисә ( бер улы, бер ҡыҙы ҡалды), Әнүзә ( 20 йәштә генә үлә). Ғайса бабай һуғыштан иҫән ҡайта, пенсияға Миндәк шахтаһынан сыҡты, оло йәшкәсә үҙ зиһене менән йәшәне, әммә бөтә тиерлек балалары үҙенән алда донъянан китте.

6. Әбрәр (15.05.1915-02.08.1988). Балалары – Филзиә (1942-1993), Әсфиә (1945), Ишмөхәммәт (1952), Фәрзәнә (1954), Салауат (1958), Әлфирә (1961), Батыр (1964-1970), Алмас (1967). Мәрүәрә, Әнүәр, Әхмәр бала саҡтарында үлеп ҡалалар. Әсәйем – Ҡолош ауылынан Ғәйнулла мәзиндең ҡыҙы Асия, 1922 йылғы. Атайым менән 1939 йыл өйләнешәләр. Ул саҡҡа икеһе лә етем ҡалған булһалар ҙа, алтышар дуға ат егеп, матур итеп туй үткәрәләр. Атайым Әбрәр йәшләй тракторист булып эшләй. Техника ремонтлағанда инәйемдең ағаһы Әхтәм бабай менән һөйләшеп китеп, ул туғанын димләй. Йәш пар Бибихаят әбей менән бер ғаилә булып йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атайымды фронтҡа алмайҙар, трактористарға “бронь” бирелә. Аҙағынан алты ай Украина яҡтарында алыштарҙа булып ҡайтты. Әле бәләкәй сағында һыбай йөргәнендә аяғын ҡапҡаға эләктереп имгәткән була. Шул аяғына һуғышта көс төшә, 10 сантиметрға ҡыҫҡара, шуға ла “комиссовать” итеп ҡайтарырға мәжбүр булалар. Ҡайтҡас өйрәнгән механизатор эшен дауам итте. Атайым баҫалҡы, төплө аҡыллы, ныҡ эшсән кеше булды. Бик матур итеп оҙон көйҙәрҙе йырлар, бейегәндә һындары килешеп торор ине. Беҙҙе, балаларын ныҡ яратты, һуғыу түгел, ауыр һүҙ ҙә әйтмәне. Хәтерләйем, “ер китә” тип, бәләкәй саҡта атҡа ултырырға ҡурҡыр инем. Шуға ла, ҡалғандар атта киткәс, мине Байым һаҙында үткән һабантуйға үҙ елкәһенә ултыртып алып барғайны...

Филзиә. Ире – Мәҫкәү ауылынан Ират Әхмәҙиев. Балалары: Вадим (1967), Айгөл (1972). Вадимдың ҡатыны – Клара, Аҡҡужа ауылында йәшәйҙәр, балалары – Әлфиә(1991), Арслан, Камил. Айгөлдөң ире – Данил Абдуллин, Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр, балалары – Лидиә(1998), Гүзәлиә, Юлиә. Филзиә 1963 йыл Белорет педучилищеһын тамамланы, Наурыҙ мәктәбендә эш башланы. Тормошҡа сыҡҡас Саратовта, Түбәнге Тагилда, Алкинола, Ҡарталыла йәшәне. 1973 йыл Учалыға ҡайттылар. 1978 йыл айырылышҡас балаларын үҙе генә үҫтерҙе. 50 генә йәшендә йөрәге кинәт туҡтап вафат булды.

Әсфиә. Ире – Йәндек ауылынан Хәмзә Хәлитов. Балалары: игеҙәктәр Нәзир (1967 – 1998) һәм Вәзир(1967), Ринат(1976). Нәзирҙән Айгиз(1989) улы ҡалды, өйләнгән, ҡатыны Эльмира (Уральск ҡасабаһынан). Улар икеһе лә ЮУрГУ ла уҡып бөтөп Н-Вартовск ҡалаһында эшләйҙәр. Вәзир Уфала Авиация институтын тамамланы, һөнәре буйынса инженер-механик, УГОК-та эшләй, ҡатыны – Фәйрүзә, улдары – Вилдан(2005) һәм Динар (2011), Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр. Ринат Чечняла хеҙмәт итте, һөнәре буйынса шахтер, ҡатыны – Рәсилә, балалары – Вәсил (1996), Алтынҡай (2002), Учалы ҡалаһында йәшәйҙәр. Әсфиә 1965 йыл Өфөлә 1-се училищела фельдшер-лаборант бүлеген тамалай. 1965-2002 йылдарҙа санэпидстанцияла, 2002-2008 йылдарҙа – ҡала дауаханаһында юғары категориялы фельдшер-лаборант булып эшләй. Бик күп рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр, Почет грамоталары менән бүләкләнә, шулар араһында МЗ БАССР-ҙың “Почет грамота” һы ла бар. 1985 йылда уҡ “Ветеран труда” медале менән бүләкләнә.

Иптәше Хәмзә БДУ-ның физматын бөтөп оҙаҡ йылдар һөнәрселек училищеһында физика һәм информатика уҡытты. Хаҡлы ялда булһа ла, тау-металлургия техникумында уҡытыуын дауам итте. Ул да хеҙмәт ветераны. 

Ишмөхәммәт (1952). Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, тау-металлургия техникумында уҡый, әрме хеҙмәтен Бурятияла Улан-Уде ҡалаһында үтәй. Ҡатыны – Йәндек ауылынан Әлфирә Хәйретдинова. Улдары – Азат(1975), Иҫтамғол ауылынан Гүзәл исемле ҡыҙға өйләнгәнгәйне, балалары – Руслан(1996), Әлиә(2001), икенсе ҡатыны – Көсөк ауылынан Әлиә Фәнил ҡыҙы (1981 йылғы, БДУ-ны тамамлап бөгөнгө көндә “Яйыҡ” гәзитендә журналист). 2008 йылғы Айдинә һәм 2009 йылғы Әмилә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Азат Ишмөхәмәт улы оҙаҡ ваҡыт эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, мебель етештерә. Ишмөхәмәт КРЗ заводында фрезеровщик булып эшләй, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. ...ике улдары сабый көйөнсә үлгәс, атайым менән инәйем ете ҡорбан салырға нәҙер итеп, Хоҙайҙан малай һорайҙар. Улдары тыуғас, атаһының олатаһы хөрмәтенә Ишмөхәммәт тип исем ҡушалар. Сабыйҙы үтә ныҡ һаҡлап, нимә теләй, шуны рөхсәт итеп үҫтерҙеләр. Тәрбиәле, иманлы булып үҫте. Нисә йыл инде хәләл ефете Әлфирә килен менән намаҙ уҡыйҙар, ураҙа тоталар. 1998 һәм 2005-2006, 2010 йылдарҙа хаж ҡылдылар. Хәләл көстәре менән тыуған Наурыҙ ауылында мәсет һалдылар. 2004 йылдың 9 сентябрендә тантаналы рәүештә асылды, Башҡортостан Диниә Назаратының рәйесе Нурмөхәммәт хәҙрәт килде. 2012 йылда мәсеттең башын яңынан яптылар, манараһын да яңырттылар. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, килендең тыуған ауылы Йәндектә өй һалдылар, шунда күп итеп умарта тоталар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Шөкөр, етеш һәм татыу йәшәйҙәр. 2012 йылдан хаҡлы ялда, хеҙмәт ветераны.


Фәрзәнә (1954). Ире – Наурыҙ ауылынан Марат Ниғмәтуллин. Үҙ балалары булманы, Мараттың ике туған ағаһының ҡыҙын үҫтерҙеләр. Фәрзәнә Сибай техникумын тамамланы, башта ауыл Советында кассир-бухгалтер, аҙағынан Уральск мәктәбендә кассир-делопроизводитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Иптәше ғүмер буйы водитель булып эшләне. Уральск ҡасабаһында матур итеп йәшәйҙәр.

Салауат (1958). Ҡатыны – Розалия Латипова. Балалары: Азамат(1982) Өфөлә йәшәйҙәр, төҙөүсе, өйләнгән, ҡатыны Ҡужагильдина Лариса – Телевидениела эшләй, улдары Самат (2010), Физәлиә(1984 ) БДУ тамамлаған, ире Рим Ғафаров, Балалары: Әҙилә (2006), Әсҡәр (2008), Кәмилә (2011), Өфөлә йәшәйҙәр. Миләүшә(1990) М.Аҡмулла исемендәге пед.университетта уҡый.


Әлфирә (1961). Ире – Ишкен ауылынан Нәзир Әлхәмов. Балалары: Илгиз(1982-2004), Заһир(1987), Мансур(1991). Әлфирә Бөрө ҡалаһында фармацевтика училищеһын тамамлап, 1980 йылдан әлегә тиклем Уральск аптекаһы мөдире булып эшләй. Иптәше “ашығыс ярҙам” автомобиле водителе. Татыу йәшәйҙәр, ошо арала ҙур йорт һалып сыҡтылар.

Заһир Сибай институтының Иҡдисат факультетын ҡыҙыл дипломаға тамамланы, 2010-2011 әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтты, Белорет ҡалаһында һалым инспекцияһында эшләй. Өйләнгән, ҡатыны Гөлназ Шәһивәлиева (Межгорье ҡалаһынан), шулай уҡ Сибай институтын ҡыҙыл  дипломға тамамланы. Улдары Иҙел (2010). Йәшәйҙәр Белоретта.

Мансур (1991) Сибай институтында Менеджмент һөнәрен уҙләштерә, 4-курс.


Алмас (1967). 1984 йылда Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Учалылағы һөнәрселек училищеһында токарь һөнәрен үҙләштерә. 1985-1987 йылдарҙа Ҡаҙағстанда хеҙмәт итә. Ҡайтҡас Байрамғол совхозында механизаторлыҡҡа уҡый. “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә күп йылдар бейей. Ҡатыны – Ғәҙелшә ауылынан Гөлнур Хажина, магазинда һатыусы булып эшләй. Балалары: Ильяс(1989) Сибай институтының Физик культура һәм спорт бүлеген тамамланы, әлеге ваҡытта Ингушетияла (Назрань ҡалаһы эргәһендә) хеҙмәт итә, Әлфиә(1990), Сибай институтының Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең 4 курс студенты, Әлфинур(1998), Наурыҙ урта мәктәбенең 8 класында белем ала. Наурыҙда, атай нигеҙендә йәшәйҙәр, яңы өй һалып сыҡтылар. Икеһе лә тырыш. Алмастың ҡулы оҫта, мейес тә сығара, балта менән дә эш итә. Алмас ауылда трактор, комбайнда эшләне, әлеге ваҡытта – Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй.

Усман Ишмөхәммәт улының туғандары:

1. Тутыя (1885). Мәхмүт ауылынан Мәғәсүм Мурҙаҡаевҡа төшкән. Балалары – Наҡыя, Файза, Хәжиәхмәт. Нәҡиә әбей Тирләндә йәшәне, ире Хәйҙәр Ғибәҙуллин. Балалары – Рәшит Кирәев (1935 йылғы, 5 бала ҡалған), Марказ Ғибәҙуллин ( 1947 йылғы, балалары – Гөлһылыу һәм Булат), Лилиә Вәлиева (1954 йылғы, балалары – Азат, Лазура, Венера), Иршат Ғибәҙуллин ( 1953 йылғы, балалары – Илдар, Эльза). Файза әбей Сорағолда йәшәне, ире Сабит Ишмөхәмәтов. Балалары – Фәрит һәм Халит, икеһе лә Ураҙҙа йәшәнеләр, Фәрит улы Өлфәт, Халит – 2 ул, 1 ҡыҙ. Хәжиәхмәт бабай Ҡотойҙа йәшәне, ҡатыны Мәмдүҙә. Балалары – Ниғәмәтйән Мәғәсумов-Дәүләтбаев (1925), Зәйтүнә (1930). Ниғәмәтйәндең балалары – Михаил (беренсе ҡатынынан), Нәсим, Ғәсим, Рәшиҙә (Мәскәү ҡалаһында йәшәйҙәр). Зәйтүнәнең балалары - Фәнжиә (1951 йылғы, улдары – Рөстәм, Радомир Закировтар), Әлфиә ( 1953 йылғы, улдары – Руслан, Артур Аҡбашевтар), Фәнил Әхмәтйәнов (1956 йылғы, ҡыҙҙары – Русалина, Динара), Лүзә (балалары – Регина, Павел), Суфиян Әхмәтйәнов (улдары – Ғәсим, Тимур).

2.Ғәтиә (1887). Мәҫкәү ауылынан Мөхтәр Ғәбитовҡа сыҡҡан. Улдары Әхмәр Мөхтәров (1909-1945), фронтта һәләк булып, Польшала ерләнгән, ҡатыны Файза менән балалары – Фәниә (1933 йылғы ине), Сания (1941 йылғы, Миндәктә йәшәй), Рәис (1944 йылғы, Мәҫкәүҙә йәшәй). Санияның балалары - Әлим (1963 йылғы, балалары – Денис, Альбина, Булат), Минзәлә ( балалары – Руслан, Юлиә Ярмухаметовтар), Рәүзәнә ( балалары – Эльвина, Данил, Тамерлан Дауытовтар). Рәистең балалары – Зәйтүнә (1971 йылғы, балалары – Фәнил Ҡаһиров, Илшат, Илнар Нурмөхәмәтовтар), Рәсиф (1973) балалары: Луиза (2004), Миңислам(2006), Даян (1979) балалары: Аделина(2001), Вилдан(2005), Илнур(1985) өйләнмәгән.

3.Таһира (1896). Тайсын ауылына төшкән.

4. Нәҡиә (1900). Ҡоҙаштан Тажетдин бабайға төшкән. Балалары – Сафия, Сәмсетдин, Шәрәфетдин. Сафияның беренсе ире – Зөбәйер Юнысов, балалары – Тәнзилә (1927), Сәғит (1932-1992). Икенсе ире – Латип Ҡунафин (һуғышта үлә), балалары – Хатип (1935). Өсөнсө ире – Нуретдин Хилажев, балалары – Ниғәмәтйән (1942). Тәнзилә Юнысованың ире – Ҡауый Шаймарҙанов, балалары – Йәзилә (1951 йылғы, балалары – Фәнил, Айбулат, Фәнис Зариповтар), Рәзилә(3 ҡыҙ), Кәрим( 3 бала), Зөлфәр(1 ҡыҙ). Сәғит Юнысовтың ҡатыны- Фәтҡиә, 2 ул, 3 ҡыҙ ҡалды. Хатип Ҡунафин 27 йәштә үлгән, ҡатыны Флүрә менән балалары – Илдар, Илгиз, Өфөлә йәшәйҙәр. Ниғәмәтйән Хилажевтың ҡатыны Әминә, Ҡоҙашта йәшәйҙәр. Балалары – Зилә (1972 йылғы, Ҡунаҡбайҙа йәшәй, ҡыҙы – Резеда), Зөлфиә (1975 йылғы, танылған уҡытыусы, Президент гранты лауреаты, бер уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға яҙҙы, ире Фаил Хужиәхмәтов менән улдары – Имил, Рысайҙа йәшәйҙәр), Зөһрә (1977 йылғы, юғары белемле химик, улы- Денис), Динар (1982 йылғы, тракторсы, ҡатыны Гөлнара менән Линар исемле ул үҫтерәләр). Нәҡиә әбейҙең икенсе улы Сәмсетдиндең ҡатыны Гөлһәҙәп, балалары – Рәйсә (1929 йылғы, 5 бала), Халиса (3 бала), Әнәс (1935 йылғы, 5 бала), Әхмәр (4 бала). Нәҡиә әбейҙең өсөнсө балаһы Шәрәфетдин Тажетдинов һуғышта үлә, балалары – Ғилмейәр (Ҡоҙашта, 7 бала), Нәжибә (Иманғолда, 3 бала).

5. Закира. Әхмәҙулла Шариповҡа кейәүгә Әбләзгә төшкән, балалары булмаған. Тормош юлым Ғүмер буйы 1933 йылдың 9 майында тыуғанмын тип уйлап йөрөнөм, бөтә документтар шул дата менән бирелгән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, бер йылға олораҡмын икән. Ауыл Советында алып барылған хужалыҡ кенәгәһендә, 1932 йылда тыуыуым теркәлгән, теүәл ваҡыты күрһәтелмәгән. Үҫә төшкәс был хаҡта инәйемдән һорағайным, “Әллә инде, сәсеү бөткәс, бесәнгә төшөүҙән алда тыуҙың”, -тип кенә яуаплай алды. Өфө архивтарына мөрәжәғәт итеп тә, тыуған көндө аныҡ ҡына билдәләп булманы. Ә кендек инәйем Ғәфиә әбей булған. Ул дәүерҙә бөтә тиерлек Наурыҙ балаларының кендеген ҡырҡыусы апай бик уҡымышлы, таҙа һәм тәрбиәле, төҫкә үтә матур кеше ине. 1943 йыл инәйем Нәүрә туғанды табырға ауырып киткәс, Ғәфиә әбей артынан йүгерҙеләр. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр был төр ярҙам күрһәтеүҙән баш тарта. Баҡһаң, 99 сабыйға донъяға килергә булышлыҡ иткән икән, 100-се баланың кендеген ҡырҡырға ҡәтғи тыйылған була. Йәнәһе, был осраҡта ул үҙе убырлы ҡарсыҡҡа әйләнәсәк. Атайым үлгәс инәйем 2 йыл тол ҡатын булып йөрөнө лә, Рәсүл ауылы тракторсыһы Тайфур Абдуллинға кейәүгә сыға. Бынан алда Көҙөйгә, үҙ атаһы йортона күсеп ҡайтҡайны. Ике улынан, ике килененән ҡалған әзәйем Наурыҙҙа яңғыҙы көн итә. Был тиклем юғалтыуҙарҙы нисек кисергәндер... Атайымдан ярайһы ғына мираҫ ҡала - ат, һыйыр малдары, өй, таш келәт һәм башҡа. Инәйемдең 1940 йыл тормошҡа сығыуы хәтергә уйылған. Кейәү килгәндең иртәгеһенә инәйҙең туғандары һәм ҡустылары йыйылып яңы еҙнәләренән бүләк алырға барҙы. Бәке, еҫле һабын алып шатланыштылар. Мине генә бер кем иҫенә төшөрмәй – балдыҙ түгелмен бит. Көттөм-көттөм дә, инәйемә барып һыйындым:” Инәй! Миңә лә һуҡырыңдан ( яңы атайҙың бер күҙен аҡ каплап, һыңар күҙ менән генә күрә ине) бәке алып бир!” Илап өйҙән сығып ҡастым. Атай, бахыр, икенсе тапҡыр Көҙөйгә килгәнендә күңелемде күрҙе. Бүләккә уйынсыҡ зоопарк тотторҙо – балсыҡ филдәр, айыуҙар, башҡа йәнлектәр. Шулай итеп, Рәсүлдә ике бүлмәле йортта яңы атайҙың ата-әсәһе, Фәрзәнә туғаны менән бергә йәшәй башланыҡ. Өйҙә бар тормошҡа ҡаты күңелле сатан ҡарсыҡ хужа. Мине, эйәреп килгән етемәк баланы, яратманы. Әзәйем мине үҙенә йәшәргә алып ҡайтырға теләп бер-нисә тапҡыр йәйәүләп килде. Тик инәйем бирмәне. 1940 йыл мәктәпкә барҙым, яҡшы ғына уҡып алып киттем. 1943 йыл атайҙы МТС-ҡа ремонтҡа ебәрҙеләр, инәй ҙә эйәреп килеп, үҙемдең әзәй йортонда йәшәйбеҙ. 3-сө һәм 4-се кластарҙы Наурыҙ мәктәбендә уҡыным. Ә 1945 йыл атайҙы Ураҙға бригадир итеп күсерҙеләр, 5-се класты унда, татар телендә тамаланым. Шул йылдың яҙында Етембаев Вәлит ағайға эйәреп һунарға үрҙәк атырға барғайным. Оҙаҡ йөрөгәнбеҙ, ҡараңғы төшкәс кенә, бысранып өйгә ҡайттым. Инәй бының өсөн бер-аҙ өлөш сығарҙы. Төн үткәнсе ныҡлы ҡарарға килгәнем – үҙемде өҙөлөп яратҡан әҙәйем янына барырға. Яҡтыра башлағас сығып киттем, инәйемдәр йоҡлай ине. Ярһып 2-3 километр, Талышман йылғаһына еткәнсе йүгерҙем. Шунан ғына боролоп ҡараным – арттан килеүсе юҡ. Ялан аяҡмын, ер һыуыҡ. 30 километр алыҫлыҡтағы Наурыҙға еткәнсе аяҡтар ныҡ шеште, асығыу менән арыуҙан хәл бөттө, көскә килеп йығылдым. Әзәйем менән ҡосаҡлашып илаштыҡ, мин унда йәшәргә ҡалдым. Әҙәйем быға тиклем дә мине үҙенә ҡайтарып алырға ныҡ тырыша. Бының өсөн Мөхәммәт олатайҙың ҡустыһы Закаръя-муллаға ла мөрәжәғәт итә, ул инәйемде күндерергә ярҙамлаша. Шулай итеп, 1942 йылдың 17 майында кәрәсин ташыған Яуынбай бабайға ултырып Наурыҙға кире ҡайтҡайным. 1945 йыл инәйем үҙе янына Ураҙға кире килтергәйне. Был дәүерҙә әзәйем йыш ҡына Наурыҙҙан йәйәүләп хәлемде белергә килеп йөрөнө. Әзәйем мине нисек тә уҡытып кеше итергә тигән маҡсат алды. “Уҡыһаң, буҡ көрәп йөрөмәҫһең, өҫтәл артында ултырып эшләрһең!” – тип өгөтләр ине. 1947 йылғы ҡоролоҡ былай ҙа һуғыштан һуң халыҡтың ауыр хәлен хөртәйтте. Мине ас ҡалдырмаҫ, уҡытыр өсөн әҙәйем бөтә тиерлек затлы әйберҙәрен һатты. Посуда шкафы – Ш.Ғәлиевҡа, һарыҡтары – Һибәт Байғаринға, иген лары – Сафура әбейгә ошо рәүештә китте. Еләнен дә йәлләмәне. Башҡаһын онотҡанмын инде. Әҙәй менән икәүләп йәй утын-бесән йүнәттек, көрәк менән ер баҫып бәрәңге үҫтерҙек. Хәтеремдә, ер ҡаҙыған саҡта әҙәйем:”...ярар, ун аҙым үттек, бөгөнгә етеп торор”-тип мине туҡтата. Ә барлығы баҡсаның оҙонлоғо 62 аҙым. Олатайым иҫән саҡта оҙонораҡ та булғандыр, әммә беҙҙең шунан күбенә көс-хәл етерлек түгел. Баҡса алдан бик ныҡ тиреҫләнеүе беҙҙең файҙаға булды. Бер йыл бәрәңге бигерәк тә ҡутарылып уңды. Тәүҙә әзәйем ҡыуанды, ә аҙағынан ултырып иланы – йәнәһе лә “...был тиклем дә уңыш тиккә буламы һуң, минең башыма былай үҫкәндер ул!” Аңлашыла инде, йәшәп туймағанлыҡтан түгел, яңғыҙ ейәнен кеше итеп үҫтереп өлгөрмәүҙән ҡурҡты. Йәй булһа, елек йыйып Верхнеурал баҙарына алып барабыҙ, йыйылған май бар икән – уны ла һатабыҙ. Аҫрауы ни тиклем ауыр булһа ла, һыйырҙан яҙманыҡ бит. Бесән менән дә әмәлен таба килдек. Үҙем 12-13 йәштәрҙә салғы тота башланым, әзәйем саба белмәне бит. Хәйер, ярҙамлашыусылар табылып торҙо. Ул саҡ төрлө ауылдарҙан килгән механизаторҙар ҡыш буйы МТС-та ремонтта яталар. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа беҙгә фатир төшөп йәшәнеләр. Күбеһе – үҙебеҙҙең заттар. Килгәндәрендә бер-нисә ағас утын, саналарына бесән һалып килтерәләр. Бигерәк тә Иҫтамғол ауылындағы туған-тумасның ярҙамы тос булды. Берҙе, малҡайыбыҙҙы йәлләп, хәҙер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булып күренгән “енәйәт”кә барырға тура килде. Ҡыҫҡаһы, МТС йыйыштырыусыһы Сажиҙа апай улы Кәтип менән беҙҙә бер ҡыш йәшәнеләр. Бесәнен дә, һыйырын да беҙҙең ихатала тотто. Бесән алғы бүлмәнең стенаһына терәп өйөлдө, тәҙрәне ҡаплап тора. Ул бүлмәне яғып йылытмайбыҙ (утын наҡыҫ бит), солан һымаҡ файҙаланабыҙ. Ҡыш ныҡ һалҡын килгәс, быҙаулар алдынан һыйырыбыҙҙы шунда индерҙек. Ә бесәнебеҙ бөттө. Ас торған һыйырҙы йәлләп, тәҙрәнең рамын алып, Сажиҙә апайҙың теге яҡта өйөлгән бесәнен йолҡоп һыйырыбыҙға ашатам. Был “хөрриәт”оҙаҡ дауам итмәне – үҙ һыйырына бесән һалғанда апай мин өңгән ҡыуышлыҡҡа килеп сыҡты. Әҙләп алырға тырышһам да, байтаҡ “кимерелгән” икән шул. Ике яҡ килешеп ғауға сығармаһалар ҙа, оят булды... Шулай ҙа малҡайыбыҙҙы ас үлемдән ҡотҡарырлыҡ изге күңелле кеше табылды. Бер көн Ғәбделхаҡ ағай Харисов хәл белергә инә лә, эштең айышына төшөнгәс, мине санаға ултыртып үҙе менән алып китте. Ярты йөк йәм-йәшел хуш еҫле бесән тейәп бирҙе. Ә утынды, башлыса, йәйен ҡул арбаһында, ҡышын – сана менән ташыйбыҙ. 10-12 йәштәрҙә 1-1,5 йәшлек башмаҡтарҙы егеүгә өйрәтеп, Ҡапсығай тауынан, Яйыҡ буйынан утын ташыуҙа файҙаландыҡ. Барғанда ултырып бараһың, ҡайтҡада эйәреп киленә, үр менгәндә малҡайҙың көсө етмәһә, үҙең дә сана этәрешкән булаһың. Әҙәйем дини яҡтан уҡымышлы булғас, ваҡыты менән хәйер ҙә төшә. Миңә сабый саҡтан “ир кеше” тип ҡараны, шуға ла һыуға йөрөүҙе, иҙән йыуыуҙы, өй йыйыштырыуҙы тыйҙы. Уның тырышлығы менән аслыҡтан, яланғаслыҡтан ныҡ интегергә тура килмәне, тиңдәштәремдең байтағына тормош ауырыраҡ бирелде. Колхозда ла байтаҡ эшләргә тура килде. Каникул осоронда “зав.кумызницей” булып күп йөрөнөм. Быныһы иһә сәләмәтлегем өсөн бик яҡшы булды – аҡмаһа ла, ҡымыҙ тамып торҙо бит. Ә бына тоҙ юҡлыҡ арҡаһында ныҡ ҡаңғырҙыҡ. Хәтерҙә, әҙәйем бутҡа бешергән. Тик бөтөнләй тоҙһоҙ булғас, аш аш түгел инде! Ауылда һорар кеше юҡ, барыһы ла бер сама йәшәй. Шул саҡ өйөбөҙгә Нурдидә апай килгәйне, булһа шул Йыһаншинда барҙыр, тигән хәбәр һалды. МТС директоры – ауылда иң дәрәжәле кеше. Тамаҡ – тамуҡ тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, өйҙәренә барып һорарға тәүәкәлләнем. Ҡатыны, ике ҡыҙы туйынып ултыралар. “Рәхимә еңгә, бер ҡалаҡ тоҙ биреп тороғоҙ”,- тип һорайым. Директор ҡылығымды оҡшатманы, шулай ҙа ҡатынына бойорҙо:”Бир шуңа бер стакан тоҙ”. Ат менгәндәй шатланып ҡайтып киттем. Уҡыу-уҡытыу сифаты бигүк яҡшы булды тип әйтә алмайым, уҡытҡан апайҙарҙың күбеһе үҙҙәре 7 класс ҡына белемле ине бит. Шуға ла аҙағы бер ҙә күңелле булманы. 1950 йыл өлгөргәнлек аттестатына имтихан тапшырыу өсөн 10-сы класты тамамлаған бөтә район уҡыусыларын Учалы ауылына йыйҙылар. Беҙ, Наурыҙ урта мәктәбенән килгән 11 кеше, рус әҙәбиәтенән һынауҙы үтә алманыҡ. Мәктәпте тамамлау тураһында белешмә менән генә Баймаҡ районының Темәс педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға киттем. Мине юл сығарыу өсөн әзәйемә һуңғы һарығын һәм өй алдындағы “урыҫ ҡапҡаһын” һатырға тура килә. Ҡапҡа бағанаһын ҡутарғанда, шым ғына, кешегә күрһәтмәҫкә тырышып күҙ йәштәрен һөрттө...

 Урынлашып ҡайтҡас, МТС-тың профсоюз ойошмаһы эргәһендәге изба-читальняға мөдир итеп ҡуйҙылар.  Уныһы ике бүлмәле йорттан ғибәрәт, патефон, шахмат, радио, бильярд, гәзит-журналдар ҡуйылған. МТС эшселәре кистәрен йыйыла торғайны. Яңылыҡтарҙы беләләр, аралашалар, күңел асалар. Булған китаптарҙы уҡырға биреп торабыҙ. Беренсе эш хаҡы алдым – 17 һум 58 тин. Ғорурланып әҙәйемә шундуҡ бүләк килтерҙем – тәһәрәт алыу өсөн ҡомған һәм ыштан тегеү өсөн простыня. Простыняны Верхнеуральск баҙарында детдом балалары урлап һата ине.  Үҙе үҫтергән “ейән-улының”эшләп алған бүләгенә шул ҡәҙәр ҡыуанды! Был шатлығыбыҙҙы әлеге муллыҡ дәүерендә йәшәгән кешеләр бер нисек тә аңлай алмай инде ул...

Избамда агитмасса эше киң йәйелде: йәштәр менән пъесалар ҡуябыҙ, Сталиндың биографияһын өйрәнәбеҙ, сәйәси йәһәттән аңлатыу менән шөғөлләнәбеҙ. Тик бына эш хаҡы өҫ-башҡа йүнәтергә лә етмәй. Был арҡала берсә ҡыҙыҡ, берсә ҡыҙғаныс хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай. 1951 йылдың яҙы бик иртә һәм йылы килде. Берҙе эшкә барырға кәрәк, тышта кинәт иретте, ә минең бөтә аяҡ кейемем – быйма. Эшкә һуңларға, тороп ҡалырға һис тә ярамай, бының өсөн ул саҡ хөкөм итәләр ине. Урыҫтар әйтмешләй, “Голь на выдумки хитра”, мин дә әмәлен таптым. Ҡалын һәм киң таҡтанан киҫәктәр бысып алдым, быймама саңғы кеүегерәк итеп бәйләнем дә, мөдирлек вазифамды башҡарырға йүгерҙем. 1951 йылдың 13 сентябрендә, 63 йәшендә һөйөклө әҙәйем вафат булды. Ни эшләргә? Ҡайҙа һәм нисек йәшәргә? Миңә ул саҡта ни бары 18 йәш тулған. Магнитогорск ҡалаһында ФЗО(фабрично-заводское училище) барлығы тураһында ишеткәйнем. Унда хөкумәт иҫәбенә ашатҡандарын, кейендергәндәрен беләм. Әзәйемдең ятыр-торор урынын, һыйырын Рәсүлгә оҙаттым да, киттем Магнитҡа. Мансур еҙнә (Сәйәф Исрафиловтың атаһы) ул ҡаланан яғыулыҡ ташый ине. Ултыртып алып барҙы. Мин русса йүнләп һөйләшә белмәгәнлектән, бер танышына алып барып:”Это мой шурин, помоги ему устроиться в ФЗО”,-тине лә, ҡайтып китте. Шул саҡ үҙемдең шурин икәнлеккә төшөндөм. Был Михайло тигән урыҫтың иҙәнендә төн үткәрҙем, иртәгеһенә был миңә нимәлер һөйләп аңлатырға тырышты, мин бары аңламайым, һүҙҙәрҙең яртыһы таныш түгел. Нисек кенә булмаһын, ФЗО директорына эләктем. Тик ул мине бороп сығарҙы – пландары тулған икән. Шулай итеп, эшселәр синыфы минән мәхрүм ҡалды. Сыҡтым тышҡа, Михайло юҡ, китеп өлгөргән. Ҙур ҡалала ни эшләргә? Ҡайһы яҡҡа барырға ла белмәйем, ориентирҙы юғалтҡанмын. Аптыраған көндән үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр трамвайға ултырҙым. Йөрөй торғас кискә табан тимер юл вокзалында төшөп ҡалдым, ғүмер буйы трамвайҙа ултырып булмай бит. Икмәк кимереп эскәмйәлә бер аҙ йоҡлап киткәнмен. Шул саҡ кемдер әкрен генә уятты - ҡаршымда бер йәш егет пәйҙә булған, башҡортса һорашты – нишләп бында йоҡлап ятам. Барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Темәстә ситтән тороп уҡыуым тураһында справканы ҡарағас, был изге күңелле егет:”Әйҙә һин Әбйәлил районына бар, уҡытыусы булып эшләп ҡара”,-тип аҡыл өйрәтте һәм үҙ юлы менән китте. Төн үткәргәс, уның кәңәше буйынса бәхет һынарға, Асҡарға юлланырға ҡарар иттем. Тик бына көнө буйы ҡаланан сыға алмай этләндем, кешенән һорай ҙа белмәйем бит инде. Тағы ҡараңғы төштө. Аптыраған көндән тоттом да 5 ҡатлы йорттоң подъезына индем. Күтәрелә торғас сарҙаҡҡа еттем. Август аҙағы, һалҡын, ирекһеҙҙән бер мөрйәне ҡосаҡлап төн үткәрҙем. Иртүк бесәйҙәр шаулағанға уяндым, өшөттөрә, ныҡ асыҡтырған – ике тәүлек бөтөнләй тиерлек ашаған юҡ бит. Тәүәкәлләнем, бер фатир ишеген шаҡып, һыу биреүҙе һораным. Оло йәштәге рус апайы, рәхмәт төшкөрө, ҡиәфәтемә ҡарап барыһын да аңлағандыр – яҡшы итеп туйындырҙы. Күңел күтәрелеп урамға сығам. Бер генә бәлә, бәҙрәф ҡайҙа икәнлеген белмәйем. Түҙер әмәл ҡалмағас ҡыуаҡ араһына барып ултырҙым. Хәйерсегә ел ҡаршы инде, оло ғына йәштәге милиционер абайлап ҡалды. Ниҙер ҡысыҡыра, мин ни, тот та ҡас. Арттан баҫтырып ҡараны, етә алманы. Милиционер менән баҫтырышмаҡтың бер файҙаһы булды, кисәнге сыға алмай интеккән ҡала ситенә үҙем дә белмәҫтән барып еткәнмен. Бәхетемдән - тап Асҡарға барыу юлына. Байтаҡ ҡына торғас, ЗИС-5 автомобиле ултыртып алды. Куҙовтағы 4-5 рус ҡыҙы менән йырлашып-шаярышып килә торғас, кискә табан Асҡарға еттек. Тағы ла ҡайҙа төн үткәреү бәләһе алға килеп баҫты. Башҡорт ауылында үҙемде иркенерәк тотам – иҫкерәк, емерелә башлаған өйҙө һайлап (ярлырыҡтар кешелеклерәк бит инде), ишек ҡаҡтым. Йоҡлап сығырға рөхсәт иттеләр. Хужалар – 70 йәшлек әбей һәм уның 16-17 йәшлек ейәнсәре Зәлифә. Бәрәңге бешереп, бер кружка кәзә һөтө биреп һыйланылар. Әбей үтә алсаҡ булып сыҡты, үҙем тураһында ентекләп һөйләтте, хатта, йәлләп илап та алды. Аҙағынан былай тип хәбәр һала:”Минең Зәлифәм менән яҙмыштарығыҙ оҡшаш. Бик уңған, ипле бала ул. Тик, үҙемә үлер ваҡыт етеп килә, донъяла яңғыҙ көйөнсә ҡалдыраһы килмәй. Иҫән сағымда ышаныслы ғына кеше менән ҡауыштырып, башлы-күҙле итергә ине. Әйҙә үҙең кәләш итеп ал да ҡуй! Уның кәҙәһе, һандығы, мендәрҙәре бар, өй ҙә һеҙгә ҡалыр.” Бындай тәҡдимдән шаңҡып ҡалып, Зәлифә үҙе ни уйлай һуң, тип кенә һорай алдым. Ҡыҙ ни, ҡаршы түгел, оләсәһен тыңларға күнеккән. Өҙә ген әяуап бирмәйенсә РОНО-ға киттем. Мәғариф бүлеге мөдире Сәғәҙәтов ағай бик яҡшы ҡабул итте һәм эргәһендә ултырған кешегә:” Бына һиңә уҡытыусы! Хоҙай уны үҙе ебәргән”-ти. Тегеһе Байым мәктәбе директоры икән. Ләкин шул саҡ:”Учалы егете, һеҙҙе урамға сығырға һорайҙар”,- тип кемдер саҡырҙы. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр “Һеҙ” тип атауҙарына ҡойолобораҡ төшөп урамға сыҡһам, таныш булмаған фронтовик ағай тора. Үҙе менән ҡул биреп таныштырҙы:” Ҡолғона мәктәбе мөдире Мәүлит ағайың булырмын. Киттек беҙгә, минең өйҙә йәшәрһең. Атым ана тора, көт шунда!” Яңы танышым РОНО-ға инеп 15-20 минуттан мине эшкә тәғәйенләү тураһында приказ яҙҙырып та алды. Киттек Ҡолғонаға – күреп түгел, ишетеп тә белмәгән ауылға. Баҡһаң, Әбйәлилдә 1950 йыл уҡытыусыларға ныҡ ҡытлыҡ кисерәләр, шуға ла миңә йәбешәләр. Билдәһеҙлектән бер ҙә ҡурҡманым, ә бына ҡунаҡсыл әбей һәм ейәнсәре алдында үҙемде хыянатсы һәм алдаҡсы итеп тойҙом, юл буйы үҙемде-үҙем игәнем, оят ине... Ғәфү иткәндәрҙер – башым саманан тыш йәш ине, өйләнергә бөтөнләй әҙер түгел инем шул! Юл ҡуйы урмандар аша, тауҙар үрләп 60 километр самаһы һуҙылды. Икенсе көнөнә кискә генә барып еттек. Ҡолғона - Әбйәлил менән Бөрйән райондары сигендә ятҡан ҙур булмаған башҡорт ауылы. Мәүлит ағай Әйүпов иртәгеһенә мәктәпкә алып барҙы ла, 4-се класты бирҙе. 14-16 йәшлек үҫмерҙәр, уҡытыусы булмағас бөтөнләй уҡымағандар. Ә мин, шулай итеп, яҙмыш ҡушҡан һөнөремде таптым. Балаларҙы яратыуымды һәм уҡытырға һәләтем бар икәнлеген аңланым. Әйткәндәй, 1955 йыл армияға барғас, айына бер тапҡыр 2-3 сәғәткә увольнение бирерҙәр ине. Иптәш егеттәр вокзалға барып вино эсә, кино ҡарарға китәләр. Мин ни, яҡындағы мәктәпкә юлланып, бала-саға шаулашҡанын, ҡыңғырау шылтырағанын ишетеп, бик ҡәнәғәт ҡайтыр булдым. Уҡытыусы бер ваҡытта ла эш хаҡын ҡутара алманы. Шуға ла байтаҡ ир-егет коллегаларым шөғөлдәрен ҙур аҡсаға йә түрә портфеленә алмаштырҙы. Мин был хаҡта бер тапҡыр уйлап та ҡуйманым, 45 йыл ғүмеремде мәғарифкә бирҙем һәм саҡ ҡына ла үкенмәйем. Ҡыҫҡаһы, Ҡолғонала уҡытыусылығым яҡшы ғына башланды, мин тырышам, балалар йәш тип тормайҙар, тыңлайҙар. 450 һум эш хаҡы түләнә (сумманы күҙ алдына килтереү өсөн: бер тоҡ он 180 һум торҙо). Фатирға индергән, ашатҡан-эсергән, мунса индергән, кер йыуған өсөн Мәүлит ағайҙың ҡатыны Фәүзиә еңгәйгә 330 һум түләйем. Өҫ-башҡа алырға аҡса ҡалмай ҙа ҡуя. Ҡолғонала йәшәгәндә ҡыҙығын да, ҡыҙғанысын да байтаҡ күреп өлгөрөлде. ...Кирза итек кейер булдым. Һыу үтеп ҡаңғырта бит, шуға ла майлап ал тип, урмансы Нуретдин бер стакан ниндәйҙер май бирҙе. Итекте ялтыратып мәктәпкә барырға сыҡтым. Бына ғәжәп, ауылдың бөтә эттәре лауылдап өрөп миңә ҡарай ташланды. Ырылдап килеп етәләр ҙә, тейергә баҙнат итмәйенсә кире ҡасалар. Ныҡ ғәжәпләндем. Баҡһаң, урмансы, шаярып айыу майы биргән икән, шуға ла эттәр ҡоторған.

Ә аяныслы хәлдәргә килгәндә, Зифа исемле оҙон сәсле, зәңгәр күҙле ифрат матур уҡыусым бар ине. Берҙе атаһы урмансы Нуретдинде район үҙәгенә саҡыралар. Алыҫ араға һыбай сыҡҡас 3-4 көн йөрөй.  Ә уның ҡурсалауына 4 гектар ҡарағас та беркетелгәйне, һәр ағас етди иҫәпкә алынған. Ҡараусының ваҡытлыса булмауы менән фаҙаланып, билдәһеҙ яуыз тиҫтәнән ашыу төп ҡарағасты урлай. Бының өсөн Нуретдиндең үҙен төрмәгә ебәреүҙәре ихтимал.  Ҡатын менән ҡыҙын пыр туҙҙырып тиргәй, диләнкәне таҙартырға бойора ла, урмансы ҡайғынан эсергә керешә.

Зифа менән әсәһе ауылдан 3 километр ситтәге ҡарағаслыҡҡа барып, ағас төптәрен ер менән тигеҙләп бысалар, күренмәҫлек итеп күмәләр, ботаҡтарҙы яндыралар. Төш етә, һыйыр һауырға кәрәк ( мал көтөүгә сығарылмай, иректә йөрөй). Әсә ҡыҙын ҡалдырып ауылға ҡайта, 3-4 сәғәттән кире килһә - Зифа юҡ. Эҙләп таба алмай. Иртәгеһенә Зифаны эҙләргә бар ауыл сыҡты, файҙа булманы. Ике көн үткәс кенә бер тәжрибәле ағай йыуан ҡарағасҡа иғтибар итә - ҡабығында айыу тырнағы эҙе. Ағасҡа менеп ҡараһалар, унда ҡыҙҙың яулығы эләгеп ҡалған була. Аҙаҡ сулпыларын да таптылар. Шундуҡ фажиғәнең айышына төшөндөләр: кинәттән айыу килеп сыҡҡас, Зифа ағасҡа менә. Үкенес, ботаҡһыҙ ағас тура килгән, ә ундайға менергә айыу ҙа әүәҫ. Йыртҡыстың арттан ҡалмай үрмәләүенән ҡурҡып, ҡыҙ ағастан йығылып төшә, йә шундуҡ үлә, йә һушын юғалта. Ҡәһәр һуҡҡыр йыртҡыс тәнен алып китеп, бер нәмәһен дә ҡалдырмай ашаған. Бына шулай, кемдеңдер ҡомһоҙлоғо ҡурҡыныс үлемгә сәбәпсе булды! Зифаның атаһы был ҡайғыларҙан аҡылдан шашты, урам буйлап илап йөрөгәне һаман хәтерҙә. Зифа был шатун айыуҙың беренсе ҡорбаны булмаған икән. Оҙаҡламай ауылға йыртҡысты атырға винтовкалар менән ҡоралланған 3 хәрби килде. Урмансылар менән аҙна буйы эҙләй торғас, артынан барып сығалар. Сержант беренсе атыуҙан яралай, тип һөйләнеләр. Шул саҡ һалдат, икенсегә атып пуля әрәм итмәгеҙ тип, штык менән ташлана. Айыу ни, йәһәт “герой”ҙың винтовкаһынан эләктереп ала ла, башын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра. Иптәштәренә тейҙереүҙән ҡурҡып, сержант менән икенсе һалдат та ата алмай ҡойолоп төшәләр. Һунар эте ҡотҡара, айыуҙың ҡолағын һикереп тешләй. Йыртҡыс эт менән талашкан арала сержант айыуҙың башына төбәп атып өлгөрә. Теге һалдат иҫән ҡала, тик үҙе лә “айыу сире”нә бирелеп, салбарын ныҡ буяған тинеләр – ҡурҡыштан эсе китә бахырҙың. 1952 йылдың май айында тыуған яҡтарға ҡайтырға сыҡтым. Юл ыңғайы Магнит баҙарына инеп, отпуск аҡсаһына фанеранан сумаҙан, әсәйгә 5 метр йәшел ситса, туғандарға күстәнәс алып шатландым. Үҙемдең өҫтө бер-аҙ йүнәттем. Рәсүл мәктәбенә башҡорт, немец телдәрә уҡытыусыһы итеп эшкә алдылар, Темәс училищеһын тамамлап диплом алғайным бит инде. Әйткәндәй, ситтән тороп яҡшы белем алыу ауырыраҡ, айырыуса рус теле менән математика ҡыйын бирелде. Кешенән күсерергә лә тормош өйрәтте, үҙе бер оҫталыҡ икән! Шулай, арифметиканан госэкзамен биргәндә иҫәп-хисапҡа һәләтле егет янына ултырҙым да, түкмәй-сәсмәй күсерҙем. Ул “дүртле” алды, баш ватып миҫал сискәндә бысрағыраҡ яҙған, миңә “биш”те сәпенеләр... Ә гуманитар предметтарҙы үҙем дә яҡшы уҡыным, дипломымда “Өс”тәр юҡ. Рәсүлдә 7-се класта етәксе итеп тә ҡуйҙылар. Байтағы – тиңдәштәрем йә 1-2 йәшкә генә бәләкәйерәктәр. Хатип – уҡытыусыһы менән бер йылғы, Урал Ғибәҙәтов,Зәйнәп, Батыр Хәкимовтар – бер йәшкә генә кесерәктәр. Шулай ҙа дәрестәремдә өлгөлө тәртип урынлаштыра алдым. Уҡыусылар ниңәлер ҡурҡыбыраҡ та торор ине. Үҙемде педагог итеп яратылғанлығыма тамам инандым. Матди ауырлыҡтар артта ҡалды, тамаҡ туҡ. Инәйемдә йәшәйем бит, эш хаҡы алам, илдә лә хәлдәр арыулана. Өҫ-башты йүнәтеү генә түгел,хатта, һый-мәжлескә кейеү өсөн сукно костюм да һатып алдым – донъям түңәрәк, ләкин төрлө сәбәп менән беренсе костюмымды үҙемә йүнләп кейергә яҙманы. 1953 йыл Мәсәғүт уҡытыусылар институтына юлландым. 1955 йыл тамамланым. Стипендияны 4-5 билдәләренә уҡыусыларға ғына түләйҙәр, мин ҡабул итеү имтихандарының береһен 3-кә тапшырғанмын. Шуға ла беренсе семестрҙа аҡса тәтемәне. Наурыҙҙа әзәйемдән ҡалған йортобоҙҙо һатырға тура килде. Факультет һайларға бигүк мөмкинлек булманы, улар икәү генә - математика һәм рус теле. Математика менән ҡытыршылыҡтар булғас, филолог һөнәренә өҫтөнлөк бирҙем инде. Үкенмәйем, аҙағынан бер тапҡыр ҙа, предметыңды насар беләң, тигәнде ишетергә тура килмәне. Русса таҙа һөйләшеүгә, әлбиттә, 3 йыл хәрби хеҙмәттә йөрөүем дә булышлыҡ итте инде, китап уҡып ҡына тел серҙәренә төшөнәм тимә. 1955 йыл тағы ла Рәсүл мәктәбенә килдем, әммә оҙаҡ эшләргә тура килмәне – 3 октябрҙә Совет Армияһына алдылар. Тиңдәштәрем хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанда мин 3 йылға киттем генә әле. Алыҫ Көнсығышта, Приморье крайындағы Раздольное ҡалаһына эләктем. Ҡытай сиге. Партияға ингәс, штабҡа, заведующий секретным делопроизводством тигән вазифаға күсерҙеләр. Хеҙмәт мине ашағанда артыҡ сикәнмәҫкә, аслыҡты еңел үткәрәергә, бөхтәлеккә өйрәтте. Секрет документтар менән эш иткәс, минең арттан белдермәйенсә генә хәрби разведка офицеры (капитан Арбузов) күҙәтеп йөрөгәнлеген аҙаҡ ҡына белдем. Армиянан 1958 йылдың май айында ҡайттым. 30 августа Иҫтамғол ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуйҙылар. Өйләнеү тураһында уйлана башланым. Нәүрә туғаным хат яҙып ебәрҙе:”Ағай, беҙ һиңә кәләш ҡарап ҡуйғанбыҙ. Минзифа менән Нәйрәне уҡыта. Үҙе матур, үҙе шәп уҡыта”,-тип хәбәр итә. Тоттом да, шул уҡытыусыға хат яҙҙым, йәнәһе, туғандарым нисек уҡый ҙа, тәртиптәре нисек? Бер айҙан тәрән йөкмәткеле, туғандарымдың уҡыуҙарына төптән анализ яһаған хат алдым. Пушкиндың “Евгений Онегин” әҫәрендәге кеүек “Это он(она)!” тигән ҡарашҡа килдем. Был – минең яҙмыш. Армиянан ҡайтҡас, кирзаларҙы ялтыратып, кейемде үтекләп, күкрәккә һалдат значоктарын таҡтым да, киттем мәктәпкә. Бала ғына булып күренһә лә (Ләләгә - 21, миңә - 26 йәш бит), уҡытыусы беренсе күреүҙән ныҡ оҡшаны. Тик бына Өфөгә унивеситетҡа йыйына ине. Мин ни, уҡырға инә алмаһын ине, тип Хоҙайға ялбарып ҡуйҙым. Үтенесем кире ҡағылманы – Ләлә барған еренән кире ҡайтып та төштө. Университетҡа инеү өсөн сит ил теленән дә имтихан тоторға кәрәк, ә педучилищела уҡытмаған булалар. Шулай итеп, уҡыу йылын Ләлә Рәсүлдә, мин Иҫтамғолда башланыҡ. Өйләнергә хыялланам. 13 декабрь көнө атай менән Әхмәтйән бабайҙы ҡыҙ һорарға Ширғәлиндарға ебәрҙем. Яңы йылға туй үткәрергә килешеп ҡайттылар. Туй 30 декабрь үтте. Ҡыш үткәнсе аҙнаһына 1-2 тапҡыр Рәсүлгә ҡайтып йөрөнөм, уҡыуҙар тамамланыу менән кәләште инәйем йортона күсерҙем. Ҡәйнәгә, яҡындан танышҡас, килен оҡшай төштө. 1959 йылдың авгусында Ләлә Иҫтамғолға йәшәргә килде. Бишкә алты метр үлсәмендәге иҫке генә йортто тыштан ат тиҙәге һәм ҡыҙыл балсыҡ менән һыланыҡ, эстән эзбиз менән аҡланыҡ. “Үҙ өйөбөҙ булды”,-тип шатланыштыҡ. Хәҙер генә уйлап ҡуям – ниңә эшкә кеше ҡушманым икән, мәктәп директоры инем бит? Яуапты ла беләм инде – үҙ ғаиләм, үҙ йортом тип үҙебеҙҙең ашҡынып эшләге килгәндер. 1 сентябрҙән икәүләп уҡыта башланыҡ. Октябрь айы аҙағында ҡыҙым тыуҙы. Ниндәй оло шатлыҡ булыуын үҙем генә беләм инде... Янбаевтар нәҫеленән донъяла япа-яңғыҙым ҡалғайным бит! Исемде үҙем бирҙем, сәбәбен алдағы бүлектә яҙҙым инде. 1960 йылдың ғинуарында мине партияның Учалы комитетына пропагандист итеп алдылар һәм район үҙәгенә күстек. Фатир бирҙеләр, абруйлы вазифа, ярайһы эш хаҡы түләнә, ғаиләбеҙ татыу – кешегә бәхет өсөн шул етәлер инде. 1961 йыл яҙмыш мине тыуған ауылыма мәктәп директоры итеп ҡайтарҙы. Хәҙер инде ялан-аяҡ етем Әғләм түгелмен, ә 480 бала яҙмыштарын хәл итеүсе, 31 уҡытыусынан торған коллектив башлығы Әғләм Ағзамович. Бик йәш ваҡытта әле, үҙемә-үҙем һүҙ биргәйнем: кешеләргә тик яҡшылыҡ ҡына эшләргә. Шуға ла, үҙ башымдан үткәндәрҙе һәр саҡ иҫтә тотоп, тәү сиратта етемдәргә, кәмһетелгәндәргә, ярлы-ябағаға ярҙамлашырға тырыштым. Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ярлы хәлен бай белмәҫ, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит! Балалар һаны күп, Наурыҙға Мәҫкәү, Йәндек, Ғәҙелшә, Көсөк, Сораман, Яңы Байрамғол, Сорағол ауылдарынан да килеп уҡынылар бит, интернатта йәшәнеләр. Уҡытыуҙы ойоштороуҙан тыш, йәмәғәт эштәре лә күп көс һәм ваҡыт алды. Агитация-пропаганда эше,спектаклдәр, концерттар әҙерләү, спорт ярыштары үткәреү – янып йәшәнек. Ул саҡ йорт-лекторий алымы киң ҡулланылды. Бөтә ауыл унышар өйҙәргә бүленеп, береһе йорт-лекторий итеп билдәләнә. Хужалары – аңлы, абруйлы һәм алсаҡ кешеләр булырға тейеш. Ошо өйгә тәғәйен ваҡытта йыйылып халыҡ лекциялар тыңлай, һорауҙарын бирә, кәңәшләшә, балаларының мәктәптәге хәле, өлгәшеүе тураһында белешә. Директор ваҙифаһы менән рәттән бүлексә партия ойошмаһын да етәкләнем. Шул дәүерҙә ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтын тамамланым. Ике улым да Наурызда тыуҙы. 1967 йыл һаулығым бер аҙ ҡаҡшап, Учалы урта мәктәбенә уҡытыусы булып күстем. Яҡшы ғына йәшәп алып киттек, әммә Учалы ауылына төпләнергә яҙмағандыр инде – 1969 йыл горкомға саҡыртып, Илсе урта мәктәбенә директор итеп ебәрҙеләр. Илсе мәктәбе коллективы, ауыл халҡы ихлас мөнәсәбәттәре, ихтирамлы булыуҙары менән үҙемдә лә, башҡа ғаиләм ағзаларында ла тик яҡшы иҫтәлек ҡалдырҙы, әле булһа ул кешеләрҙе, ул заманаларҙы һағынып ҡуябыҙ. 1976 йыл Иманғол урта мәктәбенә директор итеп күсерҙеләр. Мәктәп уҡытыу-тәрбиә эшендә ярайһы уңыштарға иреште. Район, республика кимәлендәге бар инспектор тикшереүҙәрен уңышлы үтә килдек. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ, бер баланы ла ситкә типмәнек тип ғорурлыҡ менән билдәләй алам. Ә улар төрлөһө булды инде, барыһын да ихлас күңелдән кеше итергә тырыштыҡ. Быны кеше күрә инде – хәҙер ике тиҫтәләп йыл хаҡлы ялда булһам да, ауылда ауыр һүҙ әйтеүсе юҡ, урамда ҡартая башлаған уҡыусылар яңылыштан эскәнерәк килеш осраһалар, уңайһыҙланып аҡлана башлайҙар. Һаулыҡ ҡаҡшай башлағас, балаларым уҡыуҙы уңышлы тамамлап, “күҙ-ҡолаҡ” булыуҙың кәрәге бөткәс, 1984 йыл үҙ теләгем менән директорлыҡтан сығып, уҡытыу эшендә генә ҡалдым. Ошо дәүерҙә мәктәп музейын яңыртыу, экспонаттар менән тулыландырыу, балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өҫтөндә байтаҡ эшләнем. Шуның һөҙөмтәһендә рәсми “Мәктәп музейы” статусы алыуға ирештек. Бөтә Рәсәй смотр-конкурстарында 2 тапҡыр диплом алдыҡ, бер-нисә мәртәбә район кимәлендә конкурстарҙа еңеүсе тип танылдыҡ. 1993 йыл пенсияға сыҡтым. Ҡарт уҡытыусыларҙың рәттәре киткәс тә ҡыуылғансы кеше ҡаңғыртып йөрөүҙәре бер ваҡытта ла оҡшаманы. Шуға Ләлә менән алдан килешеп ҡуйғанса, йәш етеү менән икебеҙ ҙә эштән киттек. Матур итеп хушлаша ла белергә кәрәк! Күпмелер ваҡыт музей эшен генә дауам иттем. Наурызда,Илселә, Иманғолда мәктәп диркторы вазифаһын биләүем заяға китмәне инде. Башҡаһынан тыш, Наурызда – ағастан, Илселә - кирбестән типовой мәктәптәр, Иманғолда 120 урынлыҡ ике ҡатлы интернат төҙөттөм, 3 баҡса һалдырттым. Мәктәп төҙөтөүҙең ни икәнлеген был эште үҙе башҡарған кеше генә аңларҙыр. Туҡтауһыҙ командировкалар, кәрәк кешеләрҙе күндереү, өмәләр ойоштороу, төҙөүселәр менән бәхәсләшеү, арттарынан күҙәтеү, уртаҡ тел эҙләү – яҙыуы ғына анһат! Әйткәндәй, ҙур төҙөлөштәр, мәктәпте йыһазландырыу ваҡытында тотолмай урлашырға форсаттар сыҡҡылап торҙо. Бәғзе Өфө түрәләре асыҡтан-асыҡ ҡырын эш тәҡдим итте. Әммә баштан уҡ үҙемә ҡанун алдым – балаларыма ашатҡан риҙыҡтың тине лә харам булмаясаҡ. Әлбиттә, тормош иптәшем ҡайһы-бер түрә бисәләре һымаҡ ҡомһоҙ булһа, был ҡағиҙәмде үтәүе ныҡ ауырға төшөр ине. Ирҙе ир ҙә иткән, ер ҙә иткән – ҡатын. Ә иң ҙур баһа – элекке уҡыусыларым менән осрашырға тура килһә, береһенең дә упкә-рәнйеү һүҙҙәре әйткәне юҡ, киреһенсә, рәхмәт кенә ишетелә. Тимәк, дөрөҫ йәшәгәнмен, тип уйларға хаҡым бар. Бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләре

Нисә йәш булғандыр, теүәл генә әйтә алмайым, насар ғәҙәтем булды – мейес мөйөшөн ялайым да торам. Ололарҙың тыйыуына ҡарамаҫтан кеше күрмәгәндә генә берҙе килеп ялаһам, тел түҙеп торғоһоҙ асыта-яна башланы. Аҡырып илап тегеләй –былай һуғылам. Ә ололар һындары ҡатып көләләр. Баҡһаң, инәйем борос һөртөп ҡуйған икән. Башҡа бер ваҡытта ла был ҡылыҡты ҡабатламаным.

                                                              ***

Миңә шул 3-4 йәш булғандыр инде. Шәм яҡтыһында һалма ашап ултырабыҙ. Ниндәйҙер сәбәп менән көйһөҙләнеп иларға тотондом. Туҡтата алмайҙар. Шул саҡ Сәлимйән ағайҙың кәләше һарыҡ бәрәсе тиреһенән тегелгән бүректе алып, йөн яғы менән әйләндерҙе. Оҙон тәртешкә башына элде. Аҙағынан тышҡа сыҡты ла, ишек аша бурек менән болғай башланы. Ололар “ Ана, бапаҡ килде, илаҡтарҙы алып китә”-тип ҡурҡыталар. Бүрек кенә икәнен бик яҡшы белһәм дә, бары шөрләнем. Олатайыма барып һыйынып, йәһәт тынысландым. Ваҡыты-ваҡыты менән холоҡһоҙланыуым ололарҙың ныҡ иркәләүҙәренә бәйлелер. 1934-1937 йылдарҙа кеше күп ҡырылғас, миңә нәҫелде дауам итеүсе тип “өф” итеп кенә торғандар.

                                                              ***

Әзәйемдең Вәфирә исемле әхирәте бар ине, бик татыу йәшәнеләр. Дуҫлыҡты нығытыу-мәңгеләштереү маҡсатында 4-5 йәшем тулыуға минең аша ҡоҙалашырға ла булдылар. “Һырға һабы баҫтырыу” йолаһы инде.

Мәжлескә йыйылдылар. Бер ваҡыт:” Бына, һинең кәләшең булыр”,-тип  бер ҡыҙ балаға күрһәттеләр ҙә, ҡолағынан тешләргә ҡуштылар. Мин ни, тыңлаулы кеше, өҙә яҙғансы тешләнем. Бахыр ҡыҙыҡай сырылдап илап ебәрҙе, ҡалғандар иһә сәпәкәй сапты, атайым ҡулына күтәреп алды. Шулай итеп, күҙ йомоп асҡансы Вәфирә эбейҙең 2 йәштәге Фирҙәүес исемле ҡыҙы “кәләш”кә, мин – “кейәү”гә әйләндек. Әзәйемдән отоп элек әбейгә әхирәт тип өндәшер булһам, хәҙер “ҡәйнә”гә күстем. Тик күпмелер ваҡыттан аралар бер аҙ боҙолоп китте. Ҡыҫҡаһы, яҙ көнө балаҫҡа бойҙай киптерергә һалғанбыҙ. Марат дуҫым менән өҫтөндә уйнайбыҙ, тау өйәбеҙ, йүгерешәбеҙ. Шул саҡ ҡултыҡ аҫтына ҡаҙ ҡыҫтырып урамдан үтеп барған “ҡәйнәм” боҙайҙы туҙҙырырға ярамай, тип тыйҙы. Мин ни, тәнҡит ишетеп өйрәнмәгәнмен, асыу ҡабарҙы. Артынан йүгереп барҙым да:”Ҡәйнә! Ҡаҙың да, ҡыҙың да кәрәкмәйһегеҙ!”-тип иғлан иттем. Ниңә барыһының да һындары ҡатып көлөүҙәренең сәбәбенә төшөнә алманым. Аҙағынан оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙемсә был хәл-ваҡиғаларға көйөп, таҡмаҡ йырлап йөрөнөм:
…кикерекһеҙ әтәс менән
  Эшлекһеҙ кәләшең менән
  Куда пойдешь!

Әйткәндәй, Вәфирә әбей Наурыҙҙа иң шәп емешсе-еләксе исемен йөрөттө. Яйыҡ буйындағы һәр ҡыуаҡ балан-ҡарағатты белде. Ниндәйҙер хөрәфәткә ышанғандыр инде, емешлек урындарын сер итеп һаҡланы, хатта үҙ балалаларын артынан эйәртмәне. Аяҡтан ҡалғас ҡына йәшерен биләмәләрен өлкән ҡыҙы Закира әбейгә күрһәтә. Ә Фирҙәүес ҡыҙы үҫкәс Сорағол ауылына кейәүгә сыға, 10 бала тәрбиәләп үҫтерә.


                                                             ***

Миңә 7-8 йәш самаһы. Иптәшем Марат күкәй бешереп ашарға тәҡдим итте. Эҙләй торғас, тауыҡ аҫтынан бер йомортҡа табылды. Кеше күрмәһен тип ситән артында ут яғып бешерҙек. Йә Хоҙай, тип ашарға ғына йыйынһаҡ, Нариман исемле малай пәйҙә булды. Эштең айышына йәһәт төшөндө лә, атайыма әйтәм тип ( ә Риза ағай ауыл Советы рәйесе – түрә!), ҡурҡыта башланы. Әлбиттә шөрләнек – күкәйҙе һорамай алғанбыҙ, ут яҡҡанбыҙ... Ошаҡлашмаһын өсөн Нариманға йомортҡаның яртыһын бирҙек, өскә бүлергә ризалашманы. Беҙгә Марат менән сиректән генә эләкте. Бик тәмле булып тойолдо. Киттек тағы күкәй эҙләргә.

Бер заман «Пожар!»- тигән ауаздар ишетелде, рельс һуғып сигнал бирәләр, кешеләр тегеләй-былай йүгерешә башланы. Беҙҙең йәшерен усаҡтан ут ситәнгә, аҙбарға тоҡанған икән. Дуҫым менән Яйыҡ ашаһына һыпырттыҡ. Ул саҡ, янғын сығарыусының үҙен утҡа ырғытыу менән ҡурҡытырҙар ине... Дер ҡалтырап ҡыуаҡ араһында боҫоп ятабыҙ. Кис етте, беҙҙе ҡысҡырышып эҙләй башланылар, беҙ – ләм-мим. Тик бына тамам ҡараңғылата башланы, төндә урманда ҡалырға ҡурҡыта, эҙләүселәр таба алмайынса Яйыҡтың икенсе ярына сыҡҡас түҙмәнем, ҡысҡырып тауыш бирҙем. Ныҡ шатландылар, инәйемдең илағаны ишетелә. Шулай ҙа тырнаҡ менән дә сиртмәйәсәктәре тураһында вәғәҙә әйттергәс кенә улар янына сыҡтыҡ. Бер ваҡытта ла был ваҡиғаны иҫкә төшөрөп битәрләмәнеләр.
                                                               ***

Атайым үлгәс, инәйем 1939 йыл Рәсүлдән Абдуллин Тайфур тигән кешегә кейәүгә сыҡты. Шулай итеп уҡыуым 1940 йыл Рәсүл мәктәбендә башланды. 1941 йылды ҡаршылау кисәһендә яҡшы уҡығаным өсөн ҙур ҡурсаҡ менән бүләкләнеләр. Малай булараҡ, быны мыҫҡыллау тип ҡабул иттем. Көсләп тотторҙолар. Бары үсте ҡандырҙым - өйгә еткәнсе ҡурсаҡты урам буйлап типкеләп килтерҙем.

                                                              *** 

Мәктәпкә йөрәй башлағас, һәр беребеҙгә “грифель”таҡта һәм аҡбур тараттылар. Уҡытыусы ҡушҡанды яҙаһың да, аҙағынан юйаһың. Ҙурыраҡ синыфта бер ҡәләмде өс кешегә бүлеп яҙҙыҡ. Ручкаларға күскәс, ҡара урынына ҡором иретмәһен, ҡыҙыл сөгөлдөр һутын файҙаланырға тура килде. Дәфтәр урынына – ҡағыҙ тоҡ киҫәктәре, иҫке китап биттәренең сите.

                                                              ***

Рәсүлдә күрше әбейҙең 4-5 йәшлек ҡыҙы бар ине, Һәм шул бала, кем генә һораһа ла, бер хәбәрҙе ҡабатлап тик тора: - Кемгә кейәүгә бараң? - Әғләмгә. - Ниңә Әғләмгә бараң? - Ул матур күлмәк алып бирә. Кешеләргә мәрәкә, минең асыу килә. Үсекләйҙәр ҙә, үсекләйҙәр бит! Нисек туҡтатырға һуң, минең тыйыуға ҡыҙыҡайҙың иҫе китмәй. Берҙе мәктәптән ҡайтып килһәм, йылға буйында самауыр –сүмес йышып йыуып ултырғанын күреп ҡалдым. Үҙенән-үҙе башҡа ҡарар килде. Ололар юҡмы тип тирә-йүнгә караш ташланым да, ҡоҙоҡтан бер сүмес һыу алдым. -Хәҙер үк эсеп бөтөр! Баш тартырға әйткәйне, танауы алдында йоҙороҡ уйнаттым. Эсте. Тағы бер сумес һөҙөп алдым. -Эс! Ҡайҙа барһын бахырың, эсте. Ә мин инде, йәнәһе, нахаҡҡа рәнйетелеп, үс алам... Тағы һыу тотторам. Илай башлағас ҡына ҡастым. Сабыйҙарса тегеһен-быныһын уйламай ҡылынған этлектең файҙаһы булды. Аҙағынан “Әғләмгә кейәүгә бараһыңмы?”- тип һораһалар,”Юҡ!”- тип ҡәтғи ризаһыҙлығын белдерҙе.”Ә ниңә?”- тиһәләр, бер үк яуап ҡайтарҙы:”Ул һыу эсерә!” Ололар аңламай. Иҫән булһа, ғәфү итһен инде.

                                                         ***

Малайҙар араһында иптәштәрем күп булды, ысын дуҫым – берәү генә. Ул - Әҙһәм Ғарипов. Бала саҡтан алып ул үлгәнсе ( 37 генә йәшендә донъя ҡуйҙы) бар ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла уртаҡ бүлеп йәшәнек. Ата-әсәһе оло кешеләр ине, ғаилә ҙур. Ашарға ла наҡыҫ. Беҙҙә иһә ҡатыҡ иркен, шуға ла башта һыйланырға килеүенән дуҫлыҡ башланғандыр – ҡайһы саҡ үҙҙәренә йоҡларға ғына ҡайтты. Әммә сабый сағынан рәхмәтле була белде ( һәр әҙәм балаһы өсөн иң күркәм сифат шул була торғандыр!) 1946 йыл фронттан бер туған Әғләм ағаһы ҡайтты. Хәленән килгәнсә яҡындарына бүләк алып ҡайтҡан. Әҙһәмгә тимер ручка килтергән. Күҙҙең яуын алырлыҡ – бер башында перо, икенсе яғына ҡәләм киҫәге ҡыҫтырырға мөмкин. Бик ҡупшы әйбер, ялтырап тора. Дуҫымдың ҡалай шатланғанын күрһәгеҙ икән! Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә иң ҙур шатлығы булғандыр. Беҙ бит барыбыҙ ҙа сыбыҡҡа еп менән бәйләп беркетелгән перолар менән яҙабыҙ. Бер көн Әҙһәм яныма килде лә, “Әйҙә, Әғләм, ысын дуҫ булайыҡ”,- тип донъяла үҙе өсөн иң ҡиммәтле әйберен миңә һуҙҙы. Бүләккә ҡыуанып түпәм күккә тейгәндер! Шул мәлдән Әҙһәм тигән исем минең өсөн юҡҡа сыҡты, гел дуҫ тип атай башланым. Тик бына яуап ҡайтарып үҙенә лә ниҙер бирергә кәрәк. Әзәйем менән кәңәшләшеп, ҡасандыр Асия еңгәнән төшкән ( еңгәләр тәнәйҙәренә ниҙер бүләк итергә тейеш булған) янсыҡтан башҡа лайыҡ әйбер тапманыҡ. Суҡлы, сигеп тегелгән – был ҡәҙәр матурлыҡтан тороп ҡалыу миңә лә анһаттан булманы. Был йоланы аҙаҡ та дауам иттек. Икебеҙ зә мәктәп директорҙары булғас ( ул Сәфәрҙә, мин- Наурызда), мин уларға аталы-инәле өйрәк, улар беҙгә кәзә биреп дуҫлыҡты нығытып ҡуйҙыҡ. Дуҫым менән аҙағынан ғаиләләребеҙ менән татыу, һәр саҡ уртаҡ тел табып йәшәнек. Хәҙер вафатына тиҫтә-тиҫәтә йыл үтһә лә, һаман хәтеремдән китмәй, күҙ алдында торған һымаҡ. Иҫ киткес яҡшы күңелле, тоғро һәм ихлас кеше ине, йәне йәннәттә булһын!

                                                            ***

Әҙһәм менән бик дуҫ йәшәнек, шулай ҙа берҙе эләгешергә тура килде. Ҡыҫҡаһы, уның атаһы Мөдәрис бабайҙың Кәзәкәй ҡушаматлы йыуаш ҡына аты бар ине. Шуны атланып балыҡ тоторға барҙыҡ. Ҡапмай ҙа ҡапмай. Кире юлға сыҡтыҡ, икебеҙҙең дә күңел һүрелде. Өҫтәүенә ныҡ асыҡтырған. Шул саҡ дуҫым һорай ҡуйҙы, йәнәһе, әгәр Хоҙай күктән бик ҙур суртан төшөрһә, нишләр инең? Әллә шаяртырға аҙапланып, әллә һеләгәй ағыҙған әңгәмәне туҡтатырға теләп, һинән тартып алыр инем, тим. Дуҫымдың асыуы ҡабарып китте: “Ә мин бирмәйәсәкмен!” Мин дә сәлешләнә башланым:”Талап аласаҡмын!” Дуҫым, уның атаһының атында килеүебеҙҙе иҫкә төшөрҙө, китте үпкәләш, китте бәхәс. Артыҡ ҡыҙыу дәғүәләшә торғас икебеҙ ҙә аттан ҡолап төштөк. Саң борхотоп тәкмәсләп һуғыша башланыҡ. Икебеҙ ҙә берсә еңмеш, тамам хәлһеҙ ҡалғас ҡына туҡтай алдыҡ, үҙебеҙҙе йәлләп иларға тотондоҡ. Шунан инде өсөбөҙ өс яҡҡа( ике малай ҙа, бер ат) тырым-тараҡай ҡайттыҡ. Башҡа үпкәләшмәнек!

                                                            ***

Икебеҙ ҙә ҙә ныҡ асыҡҡанбыҙ. Дуҫым хыялға бирелеп, Сталин өсөнсө сорт бойҙайҙан ғына икмәк ашайҙыр инде, тип һорай ҡуйҙы. ”Юҡ, беренсе сорт яҡшыраҡ”,- тип ризалашманым. Әҙһәм ни, шофер ағаһының автомашинаһын иҫкә төшөрҙө:”Беренсе скороста көс-хәл менән әкрен генә йөрөй, ә өсөнсөгә күсерһәң, ел дә эйәрә алмай! Тимәк, бөтә нәмәнең өсөнсө сорты яҡшыраҡ”. Был дәлилде кире ҡаға алманым, килешергә тура килде. Шуға ҡарамаҫтан, икебеҙ ҙә ”алама” беренсе сортлы икмәк киҫәгенә лә шатланып ризалашыр инек!

                                                            ***

Наурыҙ ауылынан өс километрлап алыҫлыҡта Балэскән йылғаһынан өҫкә табан “Стан” тигән урын бар, унда бесәнселәр ҡуна ятып эшләнеләр. Көньяҡ-көнсығышҡа ҡарап ярты саҡырым арала өс яҡтан үр менән уратылған уйпат урын бар. “Буржуй үҙәге” тип атанылар. Унда сейә ныҡ уңыр ине, әммә ололар унда аяҡ баҫырға ла рөхсәт итмәне – граждандар һуғышы ваҡытында Верхнеуралдан күп кеше бында килтерелеп атылған, тип тыйҙылар. Хәтерҙә,1947 йыл мәктәпкә ашығып йүгереүҙән тындары ҡыҫылған малайҙар килеп етте. “Әйҙәгеҙ, попты ҡарарға барабыҙ!”-тип яр һалдылар. Бәҙ ҙә әкәмәт күрергә ашыҡтыҡ. “Почтауай” күпере эргәһендә ете арбанан ылауға тап булдыҡ. Иң алғы арбала көрәктәй һаҡаллы поп ултыра, ҙур итеп тәре урынлаштырылған. Ҡалған арбаларҙа – табуттар (белгәндәр“гороб” тип аңлаттылар). Матәм процессияһы тулы тынлыҡта, бик яй ғына хәрәкәт итә ине. Иҫебеҙ китеп ҡарап ҡалдыҡ. Ололар аңлатыуынса, Верхнеуралдар “буржуй” һөйәктәрен ерләү өсөн алып ҡайта.

                                                            ***

Бер аҙ үҫкәс, үтә актив комсомол ағҙаһы булдыҡ. Шулай, бер постановка ҡуйыуыбыҙ айырыуса хәтергә уйылған. Пьеса табыуы иң ауыр мәсьәлә ине. Ҡайһы бер һәләтлерәк ҡыҙҙар, мәҫәлән, Фәүҙиә Байдәүләтова, үҙҙәре лә драма әҫәре яҙып ебәрәләр. Сюжет билдәле инде: ҡыҙылдар-аҡтар, байҙар-ярлылар, муллалар- ябай кешеләр араһында көрәш. “Беҙҙекеләр” еңһә - барыбыҙға ла шул еткән. Сираттағы постановкабыҙҙа хәл-ваҡиғалар бер ҙур заводта бара. Сәнәғәт предприятиелары тураһында ишетеп кенә белһәм дә, директор ролен уйнарға шатланып ризалаштым. Бер генә бәлә - директор хәтлем директор хром итек, аҡ күлдәк кейергә, ҡара галстук тағырға, ҡулына портфель тоторға тейеш тип күҙаллайбыҙ. Ҡайҙан бындай зиннәтле кейемде табырға? 1948 йыл бара, һуғыштан һуң барыбыҙ ҙа ас-яланғас... Ауыл буйлап эҙләп йөрөй торғас, галстук ҡына табылды ( фронтта башын һалған Миҙхәт ағайҙың әсәһе һандыҡ төбөндә иҫтәлек итеп һаҡлаған). Башҡаһы юҡ. Аптырап торманым, ваҡыты еткәс,текә яғалы, ямау өҫтөнә ямау һалынған күлдәгем өҫтөнән галстук тағып сәхнәгә сыҡтым. Образ буйынса күҙалланған галифе урынына үҙемдең ҡатып бөткән, иҫкелектән төҫөн юғалтҡан ыштан, аяҡта – автомашина резинаһынан тегелгән ҡәҙимге сарыҡ. Бик килештереп, завод директорҙарына хас олпатлыҡ менән уйнайым. Тик күпмелер ваҡыттан күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтеп иғтибар итәм: тамашаға килгән МТС директоры Ғабдулла Йыһаншин һыны ҡатып көлә. Тыйыла алмай. Ҙур түрәнең был тиклем көлгәнен бер тапҡыр ҙа күргән юҡ ине. Үҙемә-үҙем бының сәбәбен йәһәт аңлаттым: шул тиклем оҫта постановка ҡуябыҙ ҙа, Ғабдулла ағай шаян урындарында тыныс ултыра алмай. Спектаклдең аҙағын тағы ла илһамланыбыраҡ уйнап бөтөрҙөм. Ул дәүерҙә тамашасыны көлдөрөү, кәйефен күтәреү төп маҡсат ине бит. Ауыр тормошто саҡ ҡына еңеләйтеү өсөн кәрәк булғандыр инде. Тамашысыларҙың көлөүе алҡыш кеүек баһаланды. ...Бик күп йылдар үткәс яҙмыш беҙҙе Йыһаншин ағай менән Иманғолда осраштырҙы. Мин ул саҡ ысын мәктәп директоры, Ғабдулла ағай – күптән инде пенсияла. Бер мәжлестә ултырабыҙ. Һорай ҡуйҙым: - Наурызда пъеса уйнағанымды хәтерләйһегеҙме? Бик рәхәтләнеп көлә инегеҙ. Табындашым миңә иғтибарлы ҡараш ташланы: -Бәй, сарыҡ кейгән директор син булдыңмы ни? Шул тиклем алама кейем өҫтөнә галстук таҡҡан директорҙы күргәс, нисек түҙмәк кәрәк! Тағы ла рәхәтләнеп, был тапҡырында икәүләшеп көлөшөп алдыҡ. Тик ниңәлер моңһоуыраҡ та булып китте: ашарға ризыҡ, кейергә кейем етмәне, әлегенән халыҡ сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ярлы йәшәне, әммә тормоштан ҡәнәғәтерәк булды. Барыбыҙ ҙа тиң инек, төп ғиллә шундалыр, кемдәндер көнләшеп, нимәгәлер нәфселәнеп күңелдәребеҙ кипмәй торғайны бит...

                                                            ***

Әҙһәм менән иген утағанда рекорд ҡуйырға, бөтә колхозға өлгө күрһәтергә булдыҡ. Көнө буйы алһыҙ-ялһыҙ тырышабыҙ, хәл бөттө. Кискә табан нисә гектар эшкәрткәнде үлсәп, нисә трудодень тура килгәнде теүәл иҫәпләп тә ҡуйҙыҡ. Һәләк тә ҡәнәғәтбеҙ.

Ҡояш бата башлауға бригадир Ғүмәр бабай Ямалетдинов килә. Эш күләмен үлсәне лә, икешәр трудодень (“трут”тип атайбыҙ) тура килә, ти. Беҙ шаңҡып ҡалдыҡ, үҙебеҙҙең иҫәп буйынса өсөшәр булырға тейеш! Ҡыҙып-ҡыҙып кемуҙарҙан аңлата башланыҡ. Ул атынан да төшмәй тыңланы ла, һорай ҡуйҙы:

-Балалар, һеҙғә трут кәрәкме ни? -Әлбиттә, кәрәк! - Әйҙә улайһа етешәрҙән яҙайым. Һәм һүҙендә торҙо бит әй. Беҙ Әҙһәм менән ҡыуанысыбыҙ эскә һыймай ҡайтып киттек. Хәҙер генә уйлайым, ниңә өҫтәп яҙмаҫҡа,ти? Трудодень берәү булһа ла, унға етһә лә, һуҡыр тин эш хаҡы түләнмәй. Шулай ҙа бригадирҙың был ҡылығын рәхмәт менән иҫкә алам – кәйефтәребеҙҙе ҡырмаған бит, хәленән килгәнсә дәртләндергән. Төптән ҡараһаң, һәр кешегә, оло ни, кесе ни, күп тә кәрәкмәй бит ул.

                                                          ***

1950 йылдың сәсеү дәүере. “Яңылыҡ” колхозы (Наурыҙ ауылы) рәйесе Ғалип Ишморатов өйөбөҙгә килеп мине тышҡа саҡырҙы. - Комсомолһың бит әле?

 -Эйе.
 -Улайһа “Труд”колхозын ( Йәндек   менән Ташҡыя) ярышта үтеп китергә ҡаршы түгелһеңдер?
 - Юҡ, кәнишнә!
- Рәүил Сафин Ерән-ат түшендә сәсеп йөрөй, тик тракторының фары юҡ. Мөдәрис ҡарттың малайы менән ярҙам итегеҙ.

Ярҙамыбыҙ шунан ғибәрәт булды инде - Әҙһәм дуҫым менән төнө буйы тәгәрмәсле трактор алдынан фонарь тотоп яҡтыртып йөрөнөк.

Өшөнөк, арыныҡ, әммә көндәш колхозды үтеп киткәнбеҙ. Уларҙың, күрәһең, төнө буйы трактор алдынан йүгерергә комсомолдары табылмаған.
                    
                                                        ***
 1947 йыл булды буғай. Октябрь айы һыуыҡ килде. Мәктәптең бөтөнләй утыны юҡ. Директорыбыҙ Мәрйәм апай Йыһаншина уҡыусыларҙан ярҙам һораны. 7 ҡул арбаларын һөйрәп 14 малай Бөркөтоя тауына юлландыҡ. Урмансы менән алдан килешеп ҡуйғандар, арбаларыбыҙҙы тейәнек. Ҡайтыу юл үрҙән түбән, сабышып киләбеҙ, тик арыған директорыбыҙ артта ҡала башланы. Кемдеңдер тәҡдиме менән Мәрйәм апайыбыҙҙы ла арбаға, утын өҫтөнә ултыртып йәһәт ҡайтып еттек. Бик тә күңелле ине, өҫтәүенә үҙебеҙҙе эшкә яраған, оло кешегә ярҙам итергә хәленән килгән егет итеп хис итеп кинәндек.
                                                        ***

Шул йылдарҙа мәктәптә “Елка”байрамы үткәрәбеҙ. Башҡа биҙәүес булмағанлыҡтан, шыршыға үҙебеҙ ҡағыҙҙан яһаған уйынсыҡтарҙы элгәнбеҙ. Байрам ҡыҙған мәлдә кемдер абайлап ҡалды – башҡа тәтәйҙәр араһында ифрат иҫке, ямау өҫтөнә ямау һалынған, өҫтәүенә, бысраҡ галуш эленеп тора. Кемдеңдер тоҙһоҙ шаярыуы ҡиммәткә төшә яҙҙы – Мәрйәм апайҙы МТС-тың политотделына саҡыртып, һорау алғандар. Йәнәһе лә, кем совет байрамдарын мыҫҡыллай? Аңлашыла инде, кемдер йәһәт ошаҡлашып та өлгөргән.


                                           Мин үҙем шаһит

Донъя ҡыҙыҡ ҡоролған икән: башҡаса булырға мөмкиндер тип уйлап та бирмәй йәшәгән тормош күҙ асып йомғансы үҙгәрә лә ҡуя, тарихҡа әйләнә. Ә үҙҙәре күреп белгәндәр кәмей башлай икән, тарих биттәренә йәһәт төрлө уйҙырмалар, “төҙәтмәләр” индерелә башлай. Шуға ла нәҫелемә, ауылдаштарыма, халҡыма ҡағылышлы ҡайһы-бер урындарҙы ентекләберәк яҙырға булдым. Түбәндә бәйән иткәндәргә мин үҙем шаһит, үҙемдең башҡа төшкән яҙмыш күренештәре.

                                                     Торлаҡ

Ауылдарҙа ике бүлмәле өйлө кеше хәлле, бай булып иҫәпләнде. Ике буранан тора, уртаһында йылытылған солан. Береһе – ирҙәр яғы. Бында затлы әйберҙәр, ҡәҙерле кейемдәр һаҡлана, ҡунаҡ ваҡытында ирҙәр өсөн табын ҡорола. Ә икенсе бүлмәлә аш-һыу әҙерләнә, бала-саға көн үткәрә һәм йоҡлай, ҡатын-ҡыҙ өсөн (кеше килгәндә) табын йыйыла. Бергә ултырыу әҙәпһеҙлек тип һаналды. Урта хәлле кешеләрҙең өйө бер бүлмәле, таҡтанан йә ситән үреп солан ҡуйыла. Йорт башы таҡта йә һалам менән ябыла. Солан ситән икән, эстән ҡыҙыл балсыҡ менән һылана, аҡ балсыҡ менән аҡлана – ел үтә һуғып тормаһын өсөн. Ә тышҡы яҡтан һыйыр тиҙәге менән һылана, кипкәс һөт йылытыу өсөн усаҡ яҡҡанда файҙаланыла. Йылы сығармаҫ өсөн бер ҡатлы тәҙрәләр ныҡ бәләкәс итеп корола. Ярлыларҙың быға ла дарманы етмәй. Торлаҡтары – ергә ҡаҙылған землянка йә стена ситәндән үрелгән, арҡыс-торҡос ваҡ бүрәнәләрҙән һалынған ҡоролма. Солан-маҙары юҡ, һаламға ла дөбөрө үтмәһә(мәшәҡәте күп), ҡыйығы кәҫ менән ҡаплана. Ихата, йәғни өй алды, ситән йә кәртә менән уратыла. Ҡышын яғыулыҡ етмәһә, һүтәләр ҙә яғалар. Байҙарҙа таҡтанан “урыҫ ҡапҡалары” ҡуйылһа, ярлылар “ел ҡапҡа” менән сикләнә - асылмалы кәртә өлгөһө. Дөрөҫ, революцияға тиклем яҡшыраҡ йәшәгәндәр ҙә булғандыр: бәләкәй саҡта таш, ҡарағас ҡоймаларҙы ла күреп ҡалдым. Бүлмәнең яртыһын урындыҡ (һике) биләй. Таҡталары ҡағып нығытылмай, аҫтында күп әйбер, мәҫәлән, ҡыш кейәсәк быймалар һаҡлана. Бейеклеге 60-70 сантиметр. Ашау, балалар уйнау, йоҡлау, ултырыу (бүлмә яғына ҡараған арҡыры таҡтаһы – ширҙеге) урыны булып хеҙмәт итә. Кейеҙ йә балаҫ түшәйҙәр. Урындыҡ өҫтөндәге түшәмдән 30-50 сантиметр түбәнерәк, түр яҡта шымартылған кәртә ҡуйыла, урҙа тип атала. Унда таҫтамалдар, таҙа кейемдәр эленә. Шулай уҡ һикелә иң ҡәҙерле әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн һандыҡ урын ала. Өҫтөнә түшәк (ҡаҙ мамығынан ике кешелек матрац), юрғандар, яҫтыҡ өйөлә. Ваҡ мендәрҙәр көндөҙ ҙә һике өҫтөндә ҡала, оло кешеләр аҫтарына һалып ултыра унда. Урындыҡтың өстән бер өлөшө шаршау менән ҡорола – кейәү менән ҡыҙ, йә ул менән килен өсөн айырым урын була инде. Ҡалғандар бергә түшәлеп йоҡлайҙар. Өй эсендә өшөп кергәндән һуң йылыныу йә йоҡлау өсөн иң ҡулай урын – мейес башы һәм һәндерә - русса әйткәндә “полати”, ишек өҫтөндә таҡтанан әтмәләнгән 2-3 квадрат метрлыҡ майҙансыҡ. Ҡышҡы мәлдә һәр өйҙөң ишек янындағы бер мөйөшөн быҙау-бәрәс тотоу өсөн кәртәләп алырҙар ине. Көпкә тип атала. Малҡайҙың аҫтындағы һаламды көн дә таҙартыу үҙе бер эшкә әйләнә. Кемдең көпкә бүлергә форсаты сыҡмай, быҙауҙы мөйөшкә бәйләп кенә ҡуя. Мал аҙбарҙарының рәте юҡ бит инде, үҙ йортоңа индермәһәң, ҡышҡы селләлә йәш мал үлеп бара. (Үҙем директор булып Наурыҙға килгәндә әле, көпкә ҡорҙоҡ. Юлай башына менеп уйнарға яратты. Берҙе ҡолап төшкәне һаман хәтерҙә - ныҡ ҡурҡтыҡ). Ҡыш быҙаулаған һыйырҙы өйгә керетеп һауыу ғәҙәте булды. Малҡайҙы индергәс, башта 1-2 минут быҙауынан имеҙҙереп, “эйҙерәһең”, һуңынан һауалар, быҙауы күҙе алдында тотолһа – ялап-еҫкәп тыныс торасаҡ. Елендә һөт бөтә башлағас тағы быҙау ҡушыла. Шуныһы хөрт инде – һыуыҡтан йылыға ингәс һыйыр һейә йә сыса башлай. Шуның өсөн тас йә иҫке биҙрә ҡул аҫтындә әҙер тотола. Быҙауҙы айырыу, тас менән ҡарауыллау – балаларҙың бурысы. Бик йыш өлгөрөп тә булмай... Заман күҙлегенән ҡырағай ғәҙәт тә булып күренер. Ә уйлап ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙ күберәген ас йөрөгәс хәле булмай, өҫ яғы ла үтә йоҡа – тышта, һалҡында һыйыр һауыуы үтә ауырға төшөр ине. Тимәк, был “ҡырағайлыҡ” төп асылында мәрхәмәтлек булған!

Йорт хужалығы һәм туҡланыу[edit]

Йүнләп туҡланырға дәүләт ирек бирмәне тиерлек инде. Халыҡҡа үҙен етерлек аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә форсат үтә самалы ине. Бөтә кешенең иң мөһим бурысы, тормош мәғәнәһе – колхозға эшләү итеп ҡуйылды. Хеҙмәт көнө өсөн “трудодень”- бер таяҡса яҙыла. Көҙ көнө күпме таяҡсаларың булыуға ҡарап 300,500,1000 килограмм ашлыҡ бирелә. Иген мул сыҡһа, кешеләр ҡайҙа һәм нисек һаҡларға белмәй изалар ине. Шәхси хужалыҡта күпләп мал аҫрарға рөхсәт ителмәне – бер, иң күбендә ике һыйыр, 4-5 баш һарыҡ. Көнө-төнө колхозда эшләгәс, үҙ малын ҡарарға бигүк мөмкинлек тә юҡ инде, өҫтәүенә сабынлыҡтар аҙ бүленә. Ә ат тотоу “ғонаһ” һанала. Нисектер йылҡыларын ҡалдыра алған һирәк-һаяҡ кешене мыҫҡыллап “лошадник” тип атарҙар ине, һындарын ҡатырғансы һалым һалдылар. 1953 йыл Сталин үлгәнгә ҡәҙәр төрлө налогтар ауыл кешеләренең ауыҙынан тәғәм ризығын тартып алыр ине. Яңғыҙ һыйырың һауҙырамы-юҡмы, ашарына бесән ҡалдымы, картуф уңдымы – был бер кемде лә борсомай, һәр ғаилә дәүләткә йыл һайын 360 литр һөт ( уҡытыусыларға, ҡараусыһы булмаған оло йәштәгеләргә - 180 литр), 50 кг ит,3 кг йөн, 150 кг бәрәңге, 100 йомортҡа, башҡа продукция тапшырырға тейеш. Ә бит продуктлылыҡ ныҡ түбән булды, етерлек бесән әҙерләргә ирек бирелмәгәс, кышлау аҙағына мал күтәртә башлар ине. Аяғында торорлоҡ та хәле ҡалмағас, баҫтырып бәйләп ҡуйырҙар ине! Шуға ла налог түләгәндән һуң кешенең үҙенә ҡалмай ҙа ҡуя. Ә түләй алмағандарҙы әрләйҙәр, дошманлыҡта ғәйепләйҙәр, төрмәгә ебәрәләр. Был мәрхәмәтһеҙ эш менән башлыса “уполномоченныйҙар”, партия һәм совет органдарының урындарға ебәрелгән вәкилдәре шөғөлләнде. Түләүҙәр күп төрлө булды. Сельхозналог, самообложение,налог холостяков. Иң йүнһеҙе һуңғыһы булғандыр. Ас-яланғас балалар, 17 йәш тулдымы, түләй башларға тейеш. Налогтан тыш “контрактация” тигән нәмәләре бәкәлгә ныҡ һуҡты. Мәжбүри рәүештә бушлайға дәүләткә йәш мал тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыралар. Үҙедең һыйырыңдың быҙауы үлеп ҡала икән, хаҡын түләтәләр. Заемға яҙылыу үтә ауыр ине. Йәнәһе лә, хөкүмәт халыҡтан бурысҡа аҡса алып тора. Көсләп,ҡурҡытып 25, 50, 100, 500 һумлыҡ ҡағыҙҙарҙы һатып алырға мәжбүр итәләр. Ә аҡсаны ҡайҙан табырға? Урлашып та килештерерлек түгел – 200 грамм иген өсөн дә төрмәгә ултырталар. Бер юл ҡала инде – үҙең ашар ризыҡты баҙарға сығарып һатаһың да, аҡсаһын дәүләткә бүләк итәһең. Уйлап ҡараһаң, Сталин үлгәнгә ҡәҙәр Совет дәүләте халыҡты йәберләүҙән бушамаған. Үҙем хәтерләгән һуғышҡа тиклем осорҙа көндәлек аш—һыу төрҙәре үтә самалы ине:асы ҡатыҡ менән һалма(әлбиттә, итһеҙ), сәй менән икмәк. Йәшелсә үҫтереү менән урыҫтар ғына шөғөлләнде. Кәрәкле витаминдар тәбиғәттән тура алынғандыр: күпләп емеш-еләк киптерелде, ҡаҡ ҡойолдо. Яҙ-йәй бетлекәй, йыуа, балтырған,ҡаҡы кеүек ҡыр үләндәре күпләп ашалды – организмда йыллыҡ запас тупланып ҡалғандыр. Бәрәңге үҫтерергә һуғыш өйрәтте. Йәй көнө ауылға урыҫтар килеп:”Луку!Кому луку!”-тип һөрәнләп йөрөгәндәре иҫтә. Күкәй-майға алыштырыр инек.

Яғыулыҡ[edit]

Урман уртаһында йәшәһәк тә, урындағы халыҡ яғыулыҡҡа мохтажлыҡ кисерҙе. Килтерергә транспорт юҡ. Лесниктар һағалап ҡына тора: билетһыҙ ағас киҫеүселәргә штрафтар һалына. Ҡайһы саҡ балтаны тартып алалар(заманы өсөн оло юғалтыу) йә этләшеп ташҡа сабып юҡҡа сығаралар. Яғыулыҡ — икмәктән ҡала икенсе йәшәйеш нигеҙе. Юҡ икән, өшөп ауырыуҙарға бирешеүең, хатта, үлеп ҡалыуың бар. Ҡыштарын кешеләр аҙбарҙарын, кәртә-ситәндәрен һүтеп яғыуҙары һирәк булманы. Хәтерҙә, бер яңғыҙ ҡарсыҡ ҡыш үткәнсе үҙ өйөнөң дүрт мөйөшөн дә тыштан ярып-соҡоп ала. Уның да туңып үләһе килмәгәндер инде…

Утын өсөн ауылға яҡын шарлыҡтан яғыулыҡ сифатында хөрт ерек, тал, муйыл да файҙаланылды. Тиҙәк күп яғылды. Әҙерләү тәртибе түбәндәгесә. Ҡыш буйына мал аҫтынан сыҡҡан тиҙәк бер урынға, башлыса һыу буйына йыйыла. Йәй еткәс, мул ғына һыу һибеп, бер төр массаға әүерелгәнсе ат менән тапатыла. Кем ат таба алмай, үҙ аяҡтары менән иҙә. Аҙағынан был «бутҡа» ҙур кирбес формаһындағы ағас ҡалыптарға ҡойола. Киптереүе иң ҙур бәлә, ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда ла 10-15 көн үтә бит. Ямғыр яуһа йәпшәйә лә ҡуя. Кипкән тиҙәкте ышыҡ урынға өйәләр. Яныу ҡыҙыулығы утындан байтаҡҡа түбән, әммә һайланырға форсат юҡ. Тиҙәкте баҫыу һәм һуғыу өмә саҡырып башҡарыла ине, бер-ике кешенең генә эше түгел был.

Үткән быуаттың 60-сы йылдарында трактор-машина күбәйгәс, утынды йыраҡтан,Урал урмандарынан ташый башлағас, тиҙәк һуғыуҙарҙың кәрәге ҡалманы, шөғөл онотолдо.

Уҡытыусы булғас, ҡатыным менән икәүбеҙгә хөкүмәт иҫәбенә 16 кубометр алабыҙ, ҡыш сығырға етә яҙа. Тик ниңәлер шул утынды алдан аҙағына тиклем әҙерләп ҡуйыу ғәҙәте булманы. Көн һайын етерлек кенә күләмдә бысып-ярып ҡуябыҙ. Әрҙәнә итеп ҡуйыу, йәғни ярылған көйөнсә өйөү 70-се йылдарҙа ғына башланды. Яҡтылыҡ Өйҙө яҡтыртыу өсөн башҡорттар борондан сыуал файҙалана. Сыуал — ауыҙы ҙур итеп мейесте хәтерләтеп балсыҡтан яһалған махсус ҡоролма. Эсенә 2-3 аршин(1 метр самаһы) оҙонлоҡ сыра баҫтырылып ҡуйыла ла, аҫтан ут төртөлә. Быҫҡып янып бөткәнсе бүлмәне күпмелер яҡтырта инде. Ҡараңғылыҡтан ҡотолоуҙың икенсе әмәле — май шәме. «Һуҡыр лампа» тип тә атанылар. Милтәгә(фитиль) йәнлек майы һеңдерелә, май ҡойолған һауытҡа беркетелеп өҫкө яҡтан яндырыла.

Лампалар иһә байлыҡ, мул тормош билдәһе булды. 5-лек,7-лек,10-лыҡ һәм 30-лыҡ лампаларҙы хәтерләйем. Кис яҡынлашҡанда быяла ҡыуығын таҙартыу, кәрәсин ҡойоу бер эш булды. Әйткәндәй, башта кыуыҡһыҙ төтәнәк лампалар ғына булды — йәшлек уларҙың яҡтыһында үтте. Ҡыуыҡлылары 50-се йылдарҙың башында ғына, түрәләрҙә һәм хәлле кешеләрҙә күренә башланы. Мин Рәсүлдә уҡытҡан дәүерҙә 10-лы лампа тик мәктәп директоры Кирам Закировта ғына булды. Бер ҡунаҡтан да ҡалдырмаҫҡа тырыштылар — үҙе менән лампаһын күтәреп йөрөнө бит. Тик бына үпкәләһә (дәрәжәһенә лайыҡ иғтибар бирелмәһә йә стаканды тултырырға онотһалар) лампаһын алып ҡайта ла китә. Бөтә ҡор дөм ҡараңғыла ултырып ҡала. Шуға ла табындаштары һәр саҡ күңелен күрергә тырыштылар. Кәрәсин оло дефицит булды. 30-сы йылдарҙың аҙағында уны «член-пайщиктарға» ғына, йәғни сельпо ағзаларына ғына һаттылар. Кәрәсин һатып алырға теҙелгән сираттан был кенәгәләре булмағандарҙы ҡыуып сығарғандары үҙемдең хәтерҙә. Ағза булмағандар, 1-2 литр кәрәсинһеҙ генә түгел, магазинға килтереп һатылғанда башҡаларға эләккән 2-3 метр ситсанан, 1-2 килограмм тоҙҙан мәхрүм ҡала ине. Халыҡ үтә ауыр йәшәне шул. Электр уты көнкүрешкә инеү революция кеүек ҡабул ителде. 60-сы йылдарҙың башы ине, Наурыҙ урта мәктәбе директоры булған мәл. "Ильич лампалары"на көс биреү өсөн ауылда движок ҡуйҙылар. Моторист булып Әхиәр Солтанов тигән кеше эшләне. Электр энергияһы тик киске осорҙа ғына бирелде. 1-2 йәштәге ҡыҙыбыҙ Гөлназ лампочка ҡабыҙылғанды күреп: «Әхиәр янды!»-тип ҡыуанып ҡысҡырыр булды. Әгәр берәй өйҙә ҡунаҡ үткәрелһә, мотористҡа күстәнәс итеп күпмелер литр бал ебәрер булдыҡ. Ошо осраҡта утты төнгө 12-нән һуң да күпмелер ваҡыт һүндермәй. Шуға ла, төнгә ҡарап лампочкалар һүнмәһә, ауылда кемдәлер ҡунаҡ барғанын барыһы ла белеп торҙо. Аҙаҡ ни, өйрәндек тә киттек, хәҙер «свет»һыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. 30-сы йылдар аҙағында шырпы бик һирәк һәм ҡәҙерле әйбер ине. Ә һуғыш йылдарында бөтөнләй тиерлек булманы. Шуға ла кешеләр мейестәрендәге утты һүндермәҫкә тырышты. Утын янып бөткәс 5-6 киҫәк «тере» күмерҙе көлгә күмеп ҡуялар, иртәгә тиклеп баҙлап ята. Үҙеңдеке юҡ икән, икенсе кешеләргә һорап бараһың. Күршегә «утҡа йөрөү» ғәҙәти күренеш ине ул саҡ. Әйтем дә ҡалған бит инде — «Утҡа килгән ҡатындың утыҙ ауыҙ һүҙе бар».

Ут тоҡандырыу өсөн саҡматаш киң ҡулланылды. Махсус тәғәйен ике ташты ике ҡулға тотоп кинәттән бер-беренә көслө итеп һуҡһаң, осҡон сыға. Ошо осҡондарҙы патрон, төрөбкә итеп төрөлгән ҡоро мүк йә мамыҡҡа эләктерергә кәрәк — баҙлай башлай. Ипләп кенә өрә торғас ялҡынға әүерелә. Заманында тәмәкеселәр кеҫәләрендә саҡматаш йөрөтөргә мәжбүр ине.

Кейем-һалым[edit]

Борон-борондан башҡорттар кейемде үҙҙәре өсөн үҙҙәре етештергән. Бик һирәк осраҡта ғына затлы әйберҙәр һатып алына йә малға алмаштырыла. Ни тиклем ауыр йәшәмәһен, халҡыбыҙ матурлыҡҡа ынтыла. Миңә 10-12 йәштә әзәйемдең ҡунаҡҡа йөрөү өсөн ҡупшы итеп биҙәлгән бәрхәт еләне һәм ҡашмауы бар ине әле. Аслыҡ йылдарында картуфҡа алмаштырып ашаныҡ. Кешеләр хәлдәренә ҡарап кейенде. Байыраҡтарҙа – төлкө тун, ҡамсат йә шәшке бүрек, хром итек йә ситек. Урта хәлдәгеләр сәкмән,сарыҡ,кейеҙ ҡалпаҡ, тула ойоҡ, киндер йә етен күлдәк-ыштан кейә. Ғаиләлә, исмаһам, бер толоп булыу – етеш тормош билдәһе. Башлы-күҙле булғас инәйем миңә лә толоп тектереп биргәйне, йүнләп кейергә тура килмәһә лә, бик тә ғорурландым. Илселә йәшәгәнебеҙҙә айыу тип, Юлай менән Ильфат уҡ менән атҡыслап иләккә әйләндереп ҡуйҙылар. Бөтә аулдарҙа ла тире иләү, тун тегеү, сәкмән бесеү оҫталары була торғайны. Наурыҙҙа, мәҫәлән, Тәҡтифә әбейгә һәм Маһира әзәйгә етеүсе юҡ ине. Олатайымдың туғаны Хәйреуфа әбей ҙә оҫта булды, миңә тун, сәкмән тегеп бирҙе. Күн эшкәртеү шөғөлө лә бик кәрәкле ине: аҙағынан итек тегәләр, ат сбруйы әҙерләйҙәр. Ҡулға ҡышын йорондан (бәрәс тиреһе) бейәләй кейҙеләр. Ә борнораҡ был төр кейемде бөтөнләй белмәйҙәр, тун, сәкмән йә бишмәттең еңе ҡулдан 10-15 сантиметр оҙон булғас барыбер өшөмәй. Ошоға бәйле лаҡап та ҡалған. Атай менән ул утынға барһалар, быларҙың урманын бер татар кешеһе ҡырҡып ята,ти. Йәш кеше ҡыҙып туҡмарға булып китә. Атаһы:”Теймә һин уға. Бәйәләйен генә систереп алһаң, үҙе лә һыуыҡта ҡатасаҡ”. Кейемдә төймәләр бик һирәк ине (затлы кейемдә биҙәүес ролен үтәне). Урынына ығырмау ҡулланыла – 15-20 сантиметрлыҡ ишелгән бау, кейемде ҡымтығас бәйләп ҡуяһың. Йә 3-5 сантиметрлыҡ ағас киҫәге тегелә, уныһын кейемдең икенсе яғындағы элмәккә индереп бороп ҡуяһың. Шулай уҡ баш бармағындай йоморо формаға килтерелгән күн киҫәктәре лә төймәне алмаштырҙы. Ҡышын да, йәйен дә бер ҡат ыштан кейҙек. Гел генә бик мул, иркен итеп тегелде, резина –ҡайыш-төймә булмағас, үрҙә әйткән ығырмау менән тарттырып бәйләнә. Малайҙар 7-8 йәшкә тиклем бөтөнләй ыштанһыҙ йөрөнө, оҙон күлмәк кейҙерәләр һәм шуның менән вәссәләм. Ҙурыраҡ үҫкәндәренең дә ыштандарының төбө булмай торғайны. “Тышҡа сығыу” өсөн уңайлы, юғиһә бәйҙе сисеп өлгөрмәй ҡалыуы ла бар бит! Хәтерҙә, 1-се класҡа барғас уҡытыусы барыбыҙҙы ла сафҡа теҙҙе һәм көтмәгәндә һығылып төшөп көлә башланы. Баҡһаң, бер малай төпһөҙ ыштан кейеп килгән, арт яғы ялтырап күренеп тора. Алмаштарырға тип ҡайтарып ебәрҙе. Тиңдәшем башҡа мәктәпкә йөрөмәне – төплө салбары юҡ ине... Учалы яҡтарында йүкә үҫмәй, шуға ла сабатаны тик урыҫ менән татар ғына кейә тип уйланыҡ, хатта, сабата кейгәндәрҙе мыҫҡыллап маташтыҡ. Беҙ кейгән сарыҡты күндән һәм туланан тегәләр. Иҫке итек ҡунысы табыла икән, әлбиттә, унан тегелгән сарыҡ матур ҙа, йылы ла, ныҡ та була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күн урынына автомобиль резинаһы (камераһы) файҙалынылды. Был эштең танылған оҫталары ла була торғайны. Ирҙәрҙеке ябай, ә ҡатын-ҡыҙ сарығы айырыла – ҡунысы ҡыҙыл буҫтау менән семәрләп биҙәлә. Сарыҡ эсенә олтан итеп күрән үләне йә һалам һалына. Ҡалын итеп һалһаң, аяҡ өшөмәй, тик сарыҡтың тишелә башлаған ерҙәренән һерәйеп тороп эсте бошора. Иҫке быйма кейеҙе лә һалына, тик уныһы тиҙ еүешләнә, бик йыш мейес башына һалып киптерергә кәрәк.Байыраҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡҡа йөрөү өсөн ҡата тектерҙе. Шул уҡ сарыҡ инде, тик үксәле. Үксәле булғас,бейегәндә шыҡылдап ҡына тора. Кейем һатыуҙа ла булманы, булһа ла, бары халыҡта аҡса юҡ. Кешеләр булғанын ҡәзерләп, тишелгән урынын ямап, тетелеп бөткәнсе кейер ине. Тик ямаулыҡ табыу ҙа ауыр мәсъәлә булды, ямаулыҡ һорап күршеләргә йөрөнөк. Балаларға ыштан-күлмәк тегеп бирһәләр, тарҡалып бөткәнсе өҫтән төшмәй, ҡатып, ялтырап китер ине. Ямарға кәрәк булһа, балалар яланғас көйөнсә мейес башында ултырып көтә - алмаш юҡ. 1949-1950 йылдарҙа 10-сы класта уҡып йөрөйөм. Сығышы Ҡотой ауылынан булған Ғәтифә апай Солтанова таҡта алдында теореманы иҫбатлап беҙгә аңлата. Минең менән бер парта артында ултырған Мөхәмәтдин Ҡаһарманов үҙ алдына ниҙер иҫәпләп ултырҙы ла, шым ғына миңә өндәште:”Ә минең мәсьәләне сисә алаңмы? Ғәтифә апайҙың уң быймаһында 5 ҡара, 4 аҡ ямау, һул быймаһында – 6 аҡ, 7 күн ямау. Барлығы нисә ямау һалынған?” Ҡытлыҡ арҡаһында әкәмәт хәлдәр булғылап торҙо. Мәҫәлән, ҡунаҡҡа барыу өсөн(бигерәк тә, икенсе ауылға икән) таныш-белештән йүнлерәк кейем алып тороу ғәҙәте киң таралғайны. Шулай, беҙҙең ауылдан бер ирһеҙ ҡатын Ташҡыяға ҡунаҡҡа бара. Кис шаулап-гөрләп ултыралар, күңел асалар. Иртүк ҡунаҡ ҡайтырға йыйынғас, хужалар өҫ кейемен бирәләр. Ҡатын улар биргән быйманы ла, тун менән шәлде лә атып бәрә, иларға тотона:”Яңғыҙ ҡатын булғас мыҫҡыллайһығыҙ инде, сит кеше әйберен юрамал тәҡдим итәһегеҙ!” Күпмелер ваҡыттан ғына хәлдең айышына төшөнәләр: бахыр ҡатын ҡунаҡта матур булып күренеү өсөн күршеләренең кейемен кейеп килә лә, аҙағынан был хаҡта онота, шәл-быйма үҙенеке булмағанлыҡтан танымай. Хәтерҙә, мин маңҡа малай саҡта ауылыбыҙҙан ситтәрәк сиған таборы туҡтаны. Мәрәкә күреп яндарына барҙыҡ. Тауыҡ йомортҡаһы менән хаҡ түләгәс, бер минең тиҫтер сиғанды бейеттеләр. Кибиткаларында шыр яланғас ултырһа ла, сығыш алдынан күн итек, матур күлмәк кейҙерҙеләр. Өҫ-башына ҡарап:”...их, бәхетең булып сиған булып тыүһаң ине”,-тип иҫем китеп һоҡланғайным... 1953 йыл Сталин үлгәс, уның урынын күпмелер ваҡытҡа Маленков тигән кеше биләне. Шул арала магазиндарға ситса тауар килтереп тултырҙылар, халыҡ бер аҙ тын алып ҡалды.

Көнкүреш әйберҙәре[edit]

Мин бала саҡта һауыт-һаба менән дә хәл киҫкен ине. Әгәр сәй сәйнүге, сынаяҡ ватылһа, ярсыҡтары ҡалай (консерванан ҡырҡып алына) менән кире беркетелә. Тәүҙә ағыҙа, аҙағынан ярыҡтарына юшҡын ултырғас, һин дә мингә әйләнә. Үҙем был һөнәргә ярайһы оҫтарғайным, күршеләр ҙә ярҙам һорап килгеләне, ныҡ ғорурлана инем. Ауылдан-ауылға самауар йүнәтеүселәр, биҙрә төпләүселәр, ҡурғаш менән тишек алдыр-тәрилкә ямаусылар йөрөнө. Был оҫталарҙың ауылға килеүе үҙе бер ҙур ваҡиғаға әйләнә. Ә инде йоҙаҡҡа асҡыс яһау, сепаратор ремонтлау бик һирәк оҫтаның хәленән килә, баһаларын белеп кенә тотондолар. Беҙҙең яҡта Мадьяров тигән берәү дан тотто. Быяла шешә табылһа, бысып стакан яһаусылар ҙа булды. Халыҡ таҙалыҡҡа ынтылды, был ынтылыш ислам дине талаптары менән дә аңлатылалыр, ә бына тормош хәйерселек менән бысраҡлыҡҡа этәрҙе. Мин белгәндә, 110-120 өйлөк Наурыҙ ауылында ни бары 3-4 мунса иҫәпләнде. Яғыла икән, хужалар ғына түгел, бөтә күрше-тирә кешеләр йыуыша. Ә һабын юҡ, үтә һирәк һәм ҡиммәтле ине.(Әнкәйҙең,йәғни ҡәйнәмдең һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Томош иптәшемдең оләсәһе килендәренән керҙе ебетеп урындыҡҡа һалдыртыр була. Тегеләре яҡшылап ышҡығас үҙе самалап ҡына һабын һөртөп сыға икән дә, кире йәшереп ҡуя. Килендәр артабан ышҡый...) Булмағас, һабын урынына һелте ҡулландыҡ. Айырым кешеләр һелтене һөйәк менән ҡайнатып “шыйыҡ һабын” эшләп алыр ине. Баш бетләмәһен өсөн ҡыҙҙарҙың башын шул уҡ һелте менән йыуалар, малайҙарҙың башын ялтыратып ҡыралар. Рәсүлдә бөтә малайҙар Хәйбулла олатайға йөрөнөк. Салғынан яһалған бәкеһе һаман хәтерҙә, сәсте башта һыу менән ебетәһәң, шулай итһәң, әҙерәк ауырта. Йыуылған кейемде үтекләп кейеү мөмкинлеген 50-се йылдар башында ғына белә башланыҡ. Күмер үтеге ине.

Ғөрөф-ғәҙәттәр[edit]

Башҡорт халҡы борондан ҡунаҡсыллыҡ менән дан алған. Ҡунаҡтар төрлө-төрлө сәбәп менән йыйылды: ҡорбан салыу, башҡа дини байрамдар, туй, ситтән килгән кеше менән таныштырыу – ҡунаҡ күрһәтеү, һуғым ашы һәм башҡа күп. Бисәләр ҡунағы айырым урын биләй, бала саҡта үҙемә күп йөрөргә насип булды. Ҡатындарға үҙҙәре менән бер сабый эйәртеү мөмкин тип иҫәпләнә ине. Кем был яҙылмаған ҡағиҙәне күҙәтмәй, аҙағынан ғәйбәт итеп һөйләйәсәктәр. Бисә ҡунағы һыйы – бутҡа йә ҡоймаҡ, бер ҙур табаҡҡа һалына. Уратып ултырып ашайҙар, иркенләп хәбәр һөйләшәләр. Бер ошондай ҡунаҡ тураһында ентекләберәк яҙаһы килә. Ҡыҫҡаһы, миңә 7-8 йәш, Ғилминиса әбей әхирәттәрен саҡырып алды. Кәлтәй йылғаһының аръяғында йәшәй ине. Әзәйемә эйәреп барҙым, мине лә табын артына ултырттылар. Ҡоймаҡлап сәй эсәбеҙ, һәләк тәмле. Шул саҡ ишек асылды ла, хужабикәнең улы Ғәбделхаҡтың (ҡушаматы – Аписаҡ) башы күренде: -Инәй, миңә лә ҡоймаҡ кәрәк! -Яп ишекте! Ҡунаҡтар ҡайтҡас ашарһың. Биш минут үткәс тағы малай пәйҙә булды: -Ҡоймаҡ бир! -Көтөп тор, яп ишекте! Алға ҡуйылған ҡоймаҡты ашап бөттөк, хатта табаны ялап ҡуйҙылар. Ҡайтырға сығып (4-5 бисә һәм мин) Кәлтәйгә килеп еткәндә, абайлап ҡалдыҡ – арттан итәгенә таш тултырып Аписаҡ йүгерә. -Ысвулыштар! Миңә ҡалдырмайынса ҡоймаҡты бөтөргәндәр! Ҡалдығығыҙҙы ашағырҙар! Ҡәһәрләү менән генә сикләнмәйенсә таш менән бәргәесләй башланы. Ҡунаҡтар баштарын ҡулдары менән ҡаплап, тыйыла алмайынса көлә-көлә тиҙерәк ҡасыуҙы хуп күрҙе. Ярай ҙа, хужа башҡа баҫтырманы, үсе ҡурҡытыу менән дә ҡанды. Дөйөм ҡунаҡтарҙа ирҙәр менән ҡатындар айырым ултыра. Йә икенсе бүлмәлә, йә урындыҡтың икенсе яғында. Ҡунаҡтар йыйыла башлағас, иң дәрәжәле һәм абруйлы кешегә түрҙән урын бирелә. Аҫтына мендәр һалалар. Кем ихтирамға лайыҡлыраҡ, түргә яҡыныраҡ ултыртыла. Барыһы ла йыйылып бөткәс хужаның улы, ҡустыһы йә кейәүе муйынына таҫтамал элеп, бер ҡулына тас, икенсеһенә ҡомған тотоп ҡунаҡтарҙы урап сыға. Барыһы ла ҡул йыуа, таҫтамалға һөртөп киптерә. Был йола гигиена йәһәтенән бик яҡшы булған инде. Мин сабый саҡта күргән ҡунаҡтарҙа араҡы бөтөнләй ҡуйылманы. Булғанда ла бөтә ауылдан эсһә, шул 2-3 кеше эсер ине. 50-се йылдарҙың аҙағында ғына көнкүрешкә араҡы ныҡлап үтә башланы. Быға тиклем табындарға балдан, шәкәрҙән йә кәнфиттән әсетелгән бал ҡуйылды. Ҡунаҡтар йыйылып, бер аҙ хәл-әхүәлдәр тураһында һөйләшеп алғас (ғәйбәт, кеше менән булышыу тураһында һүҙ ҙә юҡ!), мейес башынан 2-3 биҙрәлек бал күнәге төшөрөлә. Барыһы ла ”Көрәгә бәрәкәт!”- тип хор менән ҡысҡырып сәләмләйҙәр. Күнәк табын артында үҙ урынын алғас, эсенә иләк ҡуйыла – алғанда эсемлеккә ҡур(балды әсеткән бойҙай) эләкмәһен өсөн. Ҡунаҡта ҡатнашыусылар араһынан көрәгәсе һәм аяҡсы билдәләнә. Көрәгәсе – сүмес менән стакандарға бал ҡойоусы, абруйлыраҡ, олораҡ кеше. Ҡунаҡтар бейешеп, шаулашып киткәндә күнәкте яңылыштан түңкәреп ҡуймауҙы ла күҙәтә. Ә аяҡсы тәрилкә өҫтөнә ике стакан ҡуйып, ҡунаҡтарҙы рәтләп һыйлап йөрөүсе. Мәжлесте башлағанда хужа менән хужабикә бәләкәй генә телмәр тоталар ҙа, беренсе стакандарҙы төбөнә төшкәнсе үҙҙәре эсеп ҡуя. Икенсе сиратта көрәгәсе менән аяҡсы эсеп күрһәтәләр, йәнәһе, бал яҡшы сифатта, шөбһәләнмәй һыйланығыҙ. Был йола бороңғо дәүерҙән, хан-бейҙәр бер-берен ағыулап маташҡан заманаларҙан килә торғандыр. Ҡайһы бер аяҡсылар эсеп бөткәс, стакандың төбөн шапылдатып үберҙәр ине. Аҙағынан аяҡсы ҡалғандарҙы эсерә башлай, ул килтергәнде генә эсергә ярай. Тәүге стакандан баш тартыу әҙәпһеҙлек тип һаналды. Шулай ҙа ҡунаҡтар исем өсөн бер аҙ ҡаршылаша, ә аяҡсы ҡыҫтап күндерә. Стаканға йөҙөк, тәңкә һалып эсереү ғәҙәте лә булды – төбөнә етә икән, бүләк уныҡы. Мәғәнәһен бигүк аңламаған йолалар ҙа хәтерҙә. Мәҫәлән, ҡунаҡ тышҡа сығып керә лә:”Хуш иттек!”-тип һөрәнләй, хужалар иһә:”Туғыҙаяҡ!”-тип яуап ҡайтарырға тейеш. Бөтә ҡунаҡта музыкант (ҡурайсы, гармунсы) булырға тейеш. Уларҙы ауылдан-ауылға саҡырып йөрөтөрҙәр ине. Ҡурайсы уйнағанды күреү үҙе бер тамаша инде. Тәғәйен ваҡытта яйлап, баһаһын төшөрмәйенсә генә ҡулына ҡурайҙы ала.Ҡабаланмай ғына ауыҙы аша үткәреп ебетә. Быны күргән халыҡ шып-шым ҡала, шул саҡ ҡына көй ағыла. Был ваҡытта һөйләшеү, башҡаса тауыш сығарыу әҙәпһеҙлектең аръяғы булып баһалана. Көй туҡтағас барыһы ла кемуҙарҙан музыкантты маҡтарға керешә, “Афарин”, “Маладис”тигән һүҙҙәр яңғырай. Дәртләнгән ҡурайсы йыр тарихы тураһында ла һөйләп ташлай, уны ихтирам менән тыңлайҙар. Ҡурайын ҡәҙерләп тәҙрә өҫтөнә элеп ҡуя. Ә 3-4 стакан бал һелтәгән ҡунаҡтарҙың бейейһе килә башлай. Музыкант ҡулына гармун йә мандолина ала. Башҡорттарҙа борон күмәкләп бейеү булманы. Берәү төшөп оҫталығын үә дәрт-дарманын күрһәтә, ҡалғандар маҡтап-хуплап ултырырға тейеш. Бөтөнләй һәләттәре булмағандар ҙа үҙҙәренсә хәрәкәттәр эшләп ҡылана, ундайҙарҙан көлөүен көләләр, әммә мыҫҡыллау тураһында бер кем уйлап та ҡуймай. Ололар араһында балалар ҙа бейергә төшә, аяҡ аҫтарына ваҡ аҡса ырғыталар, бейеп бөткәс үҙе сүпләп ала. Гармунсы туҡтауһыҙ уйнай, маңлайынан тир йылға булып аға. Шуға ла муйынына таҫтамал элеп ҡуялар – кемдер ваҡыты-ваҡыты менән һөртөп китә. Бәғзе ҡунаҡтар гармунсының еүеш маңлайына рәхмәт белдереп ҡағыҙ аҡса йәбештерә. Үҙ яйы менән төшкәнсе йәбешеп торорға тейеш. Күнәктә бал кәмей, алыуы ҡулай булһын өсөн ҡыйшайтып бер яғына аҫтан утын ағасы ҡыҫтырыла. Тамам һый бөткәс хужа кеше:”Ҡунаҡтар, хуш иттек!”-тип ҡысҡыра, һуңынан:”Ҡунаҡтар, ҡыра хуш!”-тип өҫтәй. Шуға тиклем бер кем дә үҙ белдеге менән ҡайтырға тейеш түгел. Иң әрһеҙ кешеләр генә был ауаздан һуң да көрәгәнең төбөнә тамам еткәнсе ҡала. Ә иртәгеһенә 1-2 стакан бал эсеп, “баш йүнәтергә” килеү ғәйепкә һаналманы. Ҡунаҡтар башлыса кыш миҙгелендә, ялан эштәре тамамланғас үтте. Аҙналар буйына ла дауам иткәндәре булды. Быныһы инде “ҡунаҡ күрһәтеү” йолаһына бәйле. Хужа үҙенә“ҡунаҡ күрһәтеү”тип саҡыра икән, ҡор артындағы һәр кеше үҙ сиратында бөтә табындаштарҙы үҙе саҡырып ала. Нисек кенә оҙаҡ дауам итмәһен, ирешкән-һуғышҡандарҙы күрергә тура килмәне. Ғөмүмән, бал эсеп үткәргән ҡунаҡтар һирәк була. Күберәген “аш ашарға”саҡырыштылар. Мул итеп ит бешерелә, ағай-эне, күрше-күлән саҡырыла. Бында ла үҙ йолалары бар. Мәҫәлән, бер ҡаҙҙан (өйрәктән) 40 тигеҙ өлөш сығарыу оҫталыҡтың күрһәткесе тип һаналды. Табын артында ултырыусыларға дәрәжәләренә ҡарап өлөштәр таратыла. Атайға (олатайға), ҡәҙерле ир ҡунаҡҡа – бот. Әгәр ҙә ашамай икән, өйөнә алып ҡайтыуы мөмкин. Ҡыҙҙарға – ҡанат (ата йортонан ҡош һымаҡ осоп китәсәк), малайҙарға – муйын (йәнәһе, матур йырлаясаҡ) - өлөш таратыусы быларҙың барыһын да үҙе аңлата. Ҡунаҡтар туйып алғас, хужа “Һоғондороу” йолаһын башҡара. Иң ҙур һәм һимеҙ ит киҫәген һайлап ала ла, ҡулы менән тотоп ҡунаҡтың ауыҙына тыға, тегеһе ауыҙын киң асып ҡына ултыра. Мин йәш саҡта был ғәҙәттән сикәнеү булманы, киреһенсә, хужа йоланы үтәмәһә, ҡунаҡтар бер аҙ үпкәләберәк ҡайтыр ине. 60-сы йылдар башында һәр кемгә айырым тәрилкә ҡуйыла башланы һәм йола үҙенән-үҙе ғәмәлдән төшөп ҡалды. 40-сы йылдарҙа йәштәрҙең “йыйылышыу” йолаһы булды. Берәй апай риза икән, һәр кем өйөнән берәр тәгәс арыш йә һоло оно килтерә, мал майы табыла, хужабикә шунан буҙа ҡайната. 3-4 көн әсеп ултырғас, иғәнә индереүселәр йыйыла, йырлашып-бейешеп, хәбәр һөйләшеп күңел асабыҙ. Мине уйлаптыр инде, әҙәйем бик йыш буҙа ҡайнатыусы була торғайны. Кәйеф-сафа ҡороуыбыҙға кинәнеп, ихлас күңелдән үҙе шатланып ултырыр ине.

Барыһының да ҡунаҡлашыуға ынтылып тороуҙың төп сәбәбе үтә ябай һәм аяныслы инде – тәмле, һирәк эләккән ризыҡты туйғансы ашау мөмкинлеге. Өҫтәүенә, халыҡ ҡара эштән, мәшәҡәт-хәсрәттәрҙән арына алмай йәшәне, ҡунаҡта иһә бар борсолоуҙар онотола... Ҡунаҡты айырыуса балалар яратты. Хәтерҙә, 1946 йыл булғандыр, урамда тегеләй-былай һуғылып уйнап йөрөйбөҙ. Шул саҡ Хәлфетдин тигән малай тәҡдим яһаны:

-Әйҙәгеҙ, әбейҙәрҙе ҡыҙыҡ итәйек! Беҙ,әлбиттә, ҡыҙыҡһына төштөк: -Ә нисек итеп? План ҡороп та өлгөргән икән. Күмәкләп Һәҙиә әбейгә барҙыҡ та:”Ғәлимә апай менән икегеҙҙе Ҡәләмфер еңгә ҡунаҡҡа саҡырырға ҡушты. Ҡояш байырға арҡан буйы ҡалғас килегеҙ”,-тип күҙен дә йоммай алданы. Ошо рәүештә Сафура әбейҙе, Фариза апайҙы ла саҡырҙыҡ. Беҙ, бәләкәйерәк малайҙар, 14 йәшлек Хәлфетдингә көсөк һымаҡ ихлас эйәреп йөрөйбөҙ. Бына кис тә етте. Әҙәйем бер ни белмәй, ә ҡунаҡтар йыйыла ла башланы. Берәм-берәм инеп ултыралар. Өйөбөҙҙә бер ҡабым икмәк, бер семтем сәй юҡ, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар бит. Күпмелер ваҡыттан ғына апай-әбейҙәр малайҙарҙың алдап саҡырғанлығын аңлап ҡалды. Ирешеү-үпкәләшеү тураһында һүҙ ҙә юҡ, көлөшә-көлөшә өйҙәренә таралыштылар. Яҙҙым инде, араҡы борон ихтирам ителмәне. Эскән кешене ( улары ла ауылға бер-икәү) “урыҫ булған” йә “зимагор” тип битәрләрҙәр ине. 30-сы йылдарҙа бөтә Наурыҙ ауылында бер Камал ҡарт тураһында ғына “эсә икән” тигән хәбәр йөрөнө. Араҡыға кире ҡарашты, кешенең эсергә оялыуын тасуирлау өсөн бер генә тарихты иҫкә төшөрөү етә. 1939 йыл счетовод булып эшләгән Ғәҙелшә ауылы егете Нәғим беҙҙә фатирҙа торҙо. Бер заман дуҫы армиянан отпускаға ҡайтты. Өйҙә бер кем дә юҡ, шуның менән файҙаланып Нәғим ағай иптәшен араҡы менән һыйларға булды. Бының өсөн йорт тәҙрәләрен кейеҙ менән ҡапланы, берәйһе күреп ҡалмаһын өсөн мине ишек тышынан һаҡсы итеп ҡуйҙы. Берәйһе килә ҡалһа, алдан иҫкәртергә тейешмен. Өҫтәүенә, ишекте эстән келәгә бикләп, ашыҡ-бошоҡ бер “шкалик”ты эстеләр. Миңә һаҡсы булғаным, йүнһеҙ ҡылыҡтары тураһында башҡаларға һөйләмәгәнем өсөн муйынынан сисеп ебәк шарфын бүләк итте. Хәҙер килеп буй еткән егеттәрҙең әҙәплелегенә һәм яҡшы мәғәнәлә оялсанлыҡтарына аптырап ҡуям. Беренсе булып тартынмай араҡыны һуғыштан яраланып ҡайтҡан фронтовиктар эсә башланы. Беҙ, малайҙар, һыу кеүек эскәндәренә хайран ҡалып һәм һоҡланып ҡарап торор инек. Өҫтәүенә, магазинда башҡа әйбер булмаһа ла, араҡыны килтереп тултыра башланылар. Минең быуын эскеселеккә ныҡ әүрәп китеүҙең төп сәбәбе шулдыр тип уйлайым. Үҙем араҡыны 1947 йыл татып ҡараным. 15-16 йәшлек егеттәр йыйылып, араҡы эсеп, күңел асырға самалағандары тураһында ишетеп ҡалдым. Минең аҡса юҡ. Әзәйемә әйттем. Ул:”Кешенән кәм булып йөрөмә!”-тине лә, бер ҡаҙаҡ майын итексе әбейгә һатты, аҡсаһын миңә тотторҙо. Бигерәк изге йән ине шул, минең ир ғорурлығымды бәләкәй саҡтан һаҡлап үҫтерҙе. Шулай итеп ҡорға ҡушылдым, “Зубровка”тигән ҡыҙыл төҫтәге араҡы алдыҡ. Үҙемә тәғәйен өлөштө эсеп ебәрһәм, ауыҙ-тамаҡ яна башланы( ҡырҡ градустан ашыу бит), аҙаҡ уҡшытты – саҡ тышҡа сығырға өлгөрҙөм. Шунан һуң оҙаҡ ваҡыт эсеү түгел, был хаҡта ишетке лә килмәне. 1951-1952 йылдарҙа Әбйәлил районында уҡытҡан саҡта фатирында торған Мәүлит ағай мунсанан һуң 100 грамм эсергә өйрәтеп алды. Ҡунаҡлашыу тураһында яҙғас, башҡорттарҙың ҡунаҡты ай-вайына ҡарамай һыйлау ғәҙәте тураһында ла әйтеп китәйек. Ҡунаҡ бит, ашайһы, эсәһе килһә лә, көшкөләнеп баш тартырға маташырға тейеш. Ә хужа был ҡаршылыҡты еңергә тейеш. Ҡайһы саҡ сама ла үтеп кителә. Урындағы кешеләр өсөн ғәҙәти хәл, ситтән килгәндәрҙең сәстәре лә үрә торғоланы. Районыбыҙға Өфө яҡтарынан прокурор итеп ебәрелгән Шайморатов тигән татар кешеһенең иҫе китеп һөйләгәне һаман хәтерҙә. Ҡыҫҡаһы, Байрамғол ауылына барып идаралыҡ бинаһы янында колхоз рәйесен көтөп тора икән. Шул саҡ йәнәш йорттоң ҡапҡаһы асылып китә лә, шау-гөр килеп бер төркөм халыҡ килеп сыға. Ҡайҙандыр ат егелгән сана пәйҙә була. Ике таҙа егет өйҙән хәрәкәтһеҙ кеше кәүҙәһен күтәреп сыға ла, күреп эсенә ырғыта. (Күреп – ҙур ҡаҙ ояһына оҡшатып йәш муйылдан үрелгән ҡоролма, санаға бәйләп, кеше ултырып йөрөү өсөн файҙаланыла). Был ғына етмәгән, кемдер кәүҙәнең ауыҙын шаҡырайтып асып сәйнүктән ниндәйҙер шыйыҡса ҡоя башлай. Прокурор бер аҙ ҡурҡа төшһә лә, хеҙмәт бурысына тоғро ҡала. Тегеләрҙең яндарына йүгереп килә. -Туҡтағыҙ! Үлтерәгеҙ бит! Тегеләрҙең һис тә иҫе китмәй. -Юҡ, үлтермәйбеҙ, беҙ ҡунаҡ һыйлайбыҙ. Баҡһаң, ҡоҙаның һыйлана торғас атларлыҡ ҡына түгел, ауыҙ асырлыҡ та хәле ҡалмаған. Ә хуш күңелле хужалар һаман да ҡунаҡсыллыҡ тойғоларын ҡандыра алмай икән. Быны һөйләгәс Шайморатов:”Ҡырағайлар”,-тип һығымта яһаны.


Тыуған ауылым тарихынан[edit]

Мин ишетеп-күреп белгәндәргә таянып ауылдашым Әнүәр Мофассал улы Ғибәҙәтов “Әғләм ағай хәтирәләре” тигән мәҡәлә баҫтырғайны (“Яйыҡ”, 12.12.1998 йыл), шул яҙманы тулыһынса килтереү урынлы булыр тип уйлайым).

“1919 йылдың көҙөндә Наурыҙға Байрамғол ауылы муллаһы сабып килеп етә. «Большевикта¬рҙы ҡырып бөтөргәндәр. Бер-ике сәғәттән бында ҡалған өсәүһе килеп етәсәк. Дөмөктөрәйек шуларҙы!» - тип халыҡҡа яу һала. Ауылдың дыуамал егеттәре һунар мылты¬ҡтары, һәнәктәр, күҫәктәр менән ҡорал¬ланып Ҡыҙылъяр таштары араһына йәше¬ренәләр. Тиҙҙән өс һыбайлы яҡынлаша. Егеттәр уларҙы ҡайһыһы мылтыҡтан атып, кемелер таш бәреп ҡаршылай. Большевиктар зыян күрмәй, винтовкаларынан ата-ата ҡасып китәләр. Иртәгеһен Талҡала (Верхнеуральск ҡалаһын башҡорттар шулай тип атағандар.- Авт.) яғынан 50-60 һыбайлынан торғ¬ан пулемет ҡуйылған та¬чанкалы отряд ауылды килеп баҫа. Кисәге һөжүмде кем ойошторғ¬анын белеп алып, әлеге мулланы эҙләй башлайҙар. Мулла Вәрис Ғәйетҡолов тигән кешелә ҡунырға ҡалған була. Сәй эсеп ул¬тырғандарында ҡапҡа дөбөрләтә башлайҙар. Вәрис тиҙ генә мулланың башына яулыҡ бәйләй, шаршау артына түшәк-яҫтыҡ йәйеп ебәрә. Те¬гене шунда һала һалып, янына тас, ҡомған менән һыу ҡуя ла, сығып ҡапҡаһын аса. Дөбөр-шатыр килеп ингән больше¬виктарҙы әйҙәләп, йылмайып ҡаршы ала. «Моя баба малайку тащит, духтур юҡмы?”-тип һорай был. Отрядта «Дохтур» бул¬май, әлбиттә, һалдаттар шар¬шау артын, урындыҡ аҫта¬рын ҡарайҙар ҙа, сығып китәләр. Вәрис Ғәйетҡолов бына шулай отҡорлоғо, хәйләле булыуы менән ай¬ырылып торған. Уның Ғениәт тигән кейәүе булған (30-сы йылдарҙа бара был хәл). Бер көндө ул санаға атын егеп, толобон кейеп Аҡкәртә буйына бесәнгә китә. Күбәләге бесәнде тейәйем, тип кенә ынтылһа, уның артында боҫоп ятҡан бүре Ғениәткә ташлана. Егет ҡаушап ҡалмай, ҡулын то¬лобоноң оҙон еңе менән бергә бүренең тамағы¬на тығып, теленең төбөнән умырып тотоп ала. Аты өркөп ауыл яғына саба. Ғениәтте эҙләп килгән кешеләр уны Бәләкәй түбәлә бүрене ҡосаҡлап хәл йыйып ятҡанда табалар. Үлтергәндән һуң үлсәп ҡараһалар, бүре өс бот¬тан (бер ботта 16 кг) ашыу тарта. Бүре менән кеше көрәшә-көрәшә 5- 6 саҡрым юл үткән була¬лар.

                          ***

Ауылдың мәсете оло урамда була. Күп йылдар торған мәсетте Кәлтәй буйына, хәҙерге мәктәп урынына күсерәләр. 30-сы йылдар аҙағында уның манараһын Ғәҙелшә аылынан Баһуман, Наурыҙҙан Сабит тигән ағайҙар ауҙарып төшөрә. Был эште Баһуман ауыр кисергән, икеләнгән, күрәһең. Шул ваҡыттан ул ҡалтырауыҡ ауырыуына һабыша. 50-се йылдарға - үлгәнгә тиклем йүнләп ҡалаҡ тота алмай яфалана. Ә манараһыҙ ҡалған мәсет бер төндә яна ла ҡуя. Иҫке мәсет урыны ауылда серле һанала. Бы¬нан Әүлиәләр юлы үтә тигән фараз да йәшәй. Уның урынына берәү ҙә өй һалырға баҙнат итмәгән. Тик Наурыҙҙа МТС булдырылғас ҡына уның директоры Абдул¬ла Йыһаншин, коммунист булараҡ, имеш-мимештәргә ҡолаҡ һалмай, шул урынға йорт эшләтә. Ләкин уның балалары икенсе ҡыҙы Зәүжәндән (1935 йылғы) улы Салау¬атҡа тиклем (1945 йылғы) 10 йыл буйына тыуыр- тыумаҫтан гел үлеп тор¬ған, малы зыянлаған. Ап¬тырағас, ул Әғләм Янбаевтың әсәһенең атаһынан ҡалған өс бүлмәле өйөн Көҙөй (һөйәрғол) ауылы¬нан МТС-ҡа һатып ала, уны икенсе урынға фатир итеп һалдыра. Шунан һуң Йыһаншиндарҙың балалары ишәйә башлай (Салауат, Клим, Фуат, Роза, Алмас). Мәсет урынында әлеге ике фатирлы өйҙә һуңынан төрлө ғаиләләр йәшәп ҡарай. Уларҙың тормоштары ығы-зығылы була, алға китмәй. 1961 йылда Әғләм Ағзам улы Янбаев тыуған ауылының мәктәбенә ди¬ректор итеп эшкә ҡайта¬рыла. Сәрбиә Кәримова кеүек ауыл инәләре был фа¬тирҙа йәшәмәҫкә, уны күсереп һалырға өндәйҙәр. Әғләм ағай ҡолаҡ һалмай, юҡ-барға ышаныуҙы оят һанай. 1962 йылдың ғинуарында уҡ күрше фатирҙа йәшәгән уҡытыусылар Зөмәрә Хисмәтуллина менән Мөхтәр Ғайсиндар яғынан янғын сығып, ула¬рҙың барлыҡ мөлкәтен юҡҡа сығара. Ярай әле уларҙың ике балаһы Янбаевтар яғында булып ҡала. Әғләм был өйҙө Сораман юлындағы ура¬мға һалдырып, ике ғаилә һуңынан шунда йәшәй. Буш ҡалған мәсет уры¬нына тағы бер йәш кеше өй һалып инә. Уның да ғүмере ҡыҫҡа була, эштә ваҡытта ерҙән баҫылып үлә.Хәҙер был урынды юлға әйләндерел ҡуйған¬сы, кешенең иманы юғалып торғанда, бәлки шунда мәсет һалырғалыр?

                                                 ***

Ауылдағы Ғариповтар нәселенең тормошо - үҙе бер тарих. Әнғәм ағай Ғарипов (1927 йылғы) - хәҙер үҙе аҡһаҡал. Ле¬нин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Бай¬раҡ, III дәрәжә Дан ор¬дендары кавалеры ғүме¬рен механиазатор һәнәренә арнаны. Уның ҡустыһы Рәйес Ғарипов та III дәрәжә Дан орде¬нына лайыҡ булды. Әле лә районда алдынғы ком¬байнсылар иҫәбендә. Ваҡытһыҙ вафат булып ҡалған Мөрфәиз Ғарипов район хужалыҡтарында күп йылдар ветеринария врачы булып эшләне. Кыҫҡа ғүмеренең һуңғы йылдарында «Башҡорто¬стан уҡытыусыһы» жур¬налының баш мөхәрри¬ре вазифаһын башҡарған Әҙһәм Ғариповтың ғүме¬ре - үҙе бер тормош өлгөһө. Бына шул хөрмәтле кешеләрҙең аталары Мөҙәрис бабай (әле һуғышҡа тиклем булды был хәл) атын егеп бесән сабып алырға тип юлға сыға. Ҡыҙылъярҙы үтеп барғанда Яйыҡта бер ҙур балыҡты шәйләп ҡала. Яр аҫтына нисек йүгереп төшкәнен дә һиҙмәй, һәнәге менән балыҡты сәнсә. Был шамбы ба¬лығы үтә ҙур була. Мөҙәрис бабайҙы те¬геләй-былай һуҡҡылай, тик «балыҡсы» һәнәген ысҡындырмай. Уны күреп ҡалып ярҙамға ки¬леп еткән ауылдаштары ярҙамында шамбыны то¬топ, яр башындағы кол¬хоз келәтенә алып киләләр. Үлсәп ҡараһалар, балыҡ ике бот тарта. Уны тураҡ¬лап,өлөшләп бес¬әнселәргә өләшеп бирәләр. Мөҙәрис ба¬байға ҡойроҡ яғы эләгә. Әғләм ағай Янбаевҡа был турала Мөҙәрис бабай үҙе һөйләй.

                                                  ***

һәнәктәр аймағының Талҡалалағы «знакумы» Кәтә (Катя) була. Мөҙәрис бабай бер көндө әбейе Әминә Ғарипова менән ҡалаға баралар. Кәтә әбей һуғышта һәләк булған берҙән-бер улына «ҡара ҡағыҙ» алып, тәрән ҡайғыға батҡан була был көнө. Илаша-илаша сәй әсәләр. Урыҫса белмәгән Әминә әбей Кәтәне йыуатмаҡсы була: «Таки нады Кәтәгә», тип ултыра икән. Был лаҡап (лаҡылдау) ауылда әле лә йәшәй.

                       ***

Ғәлләмовтың Сибәғәтул¬ла исемле балдыҙы булғ¬ан. Етемселектә үҫеп, ул да белем ала алмаған. Бер менән егерме һандары араһында ла яңылышып китә торған булған. 1946 йылда ул һуғыштан бик ҡупырай, фырт егет булып ҡайта. Бер тиҫтере унан 40 тин аҡса алып торған. Сибәғәтулла уға дүрт унар тинлек биргән.Тиҙҙән тиҫтере уға 20-шәр тинлек ике аҡса һуҙа. Сибәғәтулла был аҡсаны алмай. “Теге оятһыҙ икән. Мин уға дүрт аҡса бирҙем. Ул миңә 40 тин тип ике генә аҡса биреп тора” – ти икән иптәштәренә. Шуны өҫтәп ҡуя: «Оторһоң Сипайҙы. Ул түгел, мине не¬мец ота алмаған әле!» *** Быныһы һуғыштан алда була. Аҡры күҙ Сәғиттең ҡыш көнө бесәне бөтөп ҡала. Ат егеп урыҫ¬тарҙың бесәнен урларға китә был. Сәғит бабай бик көслө булған. Кәбән һалғанда күбә бесәнде бер сәсеп ырғытҡан. Уға һәнәк һаптары сыҙамаған. Әле лә «һә» тигәнсе санаһына бесән тейәп ала. «Топ та топ» килгән, һыҙғырған та¬уыштар ишеткән һымаҡ була. «Аһ, ҡәһәр һуҡҡыры, күргәндәр бит!» - тип уйлап, бес¬әндең яртыһын гөрөп төшөрә лә, ауылға ҡарай һыпырта. Тыңлай-тыңлай килә. Тауыштар һаман ишетелә. Кыуып етеп килгән һымаҡтар. Ҡормантай ҡойоһо янында ҡалған бесәнен бушата. Атты сыбыртҡылай-сыбыртҡылай аҡ күбеккә батырып, ауылға килеп ин¬гәнсе тауыштар һаман ишетелә. Атын да дуғармай, быйма-тундарын си¬сеп ырғыта ла, юрған аҫтына сума. Ҡатыны: «һиңә ни булды, бүре баҫтырҙымы әллә?» - тип һорай. Ипләберәк тың¬лап ҡараһалар, «тап та топ » килгәне Сәғиттең ҡурҡ¬ыуҙан йөрәгенең ярһып тибеүе булған, ә һыҙғырған тауыштар ҙа үҙенең танауынан cыҡҡан.

                      *** 

Тахау бабай Латиповтан тағы бер лаҡап ҡалған. Ул Байрамғол ауылындағы дәүләт келәтенә-мөгәзәйгә иген тапшыған. Арыҡ ат та, yның артынан атлап килгән бабай ҙа Бөркөтоя тауын артылғас, ялға туҡтайҙар. Йәйҙең бер хозур көнө була. Ул тирә-яғына ҡарап, һоҡланып ултыра ла: «Йәй лутсы, егеттәр”,- тип фәлсәфәүи һығымта яһай. Бабайҙың был лаҡабы халыҡ телендә һаҡланған.

                    ***

Талдан ишеп (үреп), ҡаҙ, тауыҡ оялары, бәләкәй саналар эшләү оҫтаһы булып ауылда Камал Шарапов иҫәпләнде. Бөтә ауылды ул шундай кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән. Иң оҫта тимерсе булып Шәрип Ғәлиев торған. Йәше оло булғанға, уны һуғышҡа алмайҙар. Ауыл халҡының малын ул һуйып йөрөгән. Көтөүҙән ҡайтып барған мал унан ҡурҡып, үкерә-үкерә ҡасыр булған. Хәлил Шарапов бабай оҫта итеп әкиәттәр, батырҙар тураһында риүәйәттәр, легендалар һөйләгән. Ул колхоз келәттәрен ҡарауыллаған, йәштәр йыйылып, төндәр буйы уны тыңлар булғандар. Шәһәретдин Ғәлләмов иң оҫта балыҡсы булған. Тире иләү, унан тун, толоп, сәкмән тегеү оҫтаһы булып Мәүзифа Байдәүләтова йөрөгән. Ауылдың иң көслө кешеһе булып Сөнәғәт исемле әҙәм иҫәпләнгән. Уның ғаиләһе лә, яҡындары ла булмаған. | Кешегә утын-бесән ташып көн күргән. Сөнәғәтте ауыл батрагы тип йөрөткәндәр. Йөк тейәлгән арба йәки сана батып, ат тарта алмаһа, үҙе тартып сығарыр булған. Был бәһлеүән кеше менән һөйләшмәгән, һорауҙарға «эйе», “юҡ” тип кенә яуап биргән. Әхмәҙи Мөхәмәтов оҫта срипкасы булған. Был музыка ҡоралын ул үҙе яһаған. Билдәле композитор Әбрәр Абдрахмановҡа тәүге скрипканы ла Әхмәҙи яһап бирә. Сөнәғәт һымаҡ буйға таҙа, көслө Шәмси исемле яңғыҙаҡ ҡатын өйҙән-өйгә йөрөп кешенең өй стеналарын, түшәмдәрен һап-һары итеп ҡырып йыуып йөрөгән. Халыҡтың йоҙағын, сепаратын ремонтлаусы, самауыр, сәйнүк ямаусы оҫта Әхмәҙиә Мәҙйәров булған.


                   (Фотолар)

Китапта аталған кешеләрҙең фотоһүрәттәре

Ҡушымталар: 1-се ҡушымта

                     Һары ла таллы Яйыҡай буйҙары
                                              /Тарихнамә/

Әнүәр Ғибәҙәтовтың Наурыҙ ауылы тарихы тураһында яҙмаһынан (ҡыҫҡартылған варианты).


                                        Аҡ тирәктәр, күк тирәктәр
                                                                 Бай ҡыҙҙары кеүек түшен киреп,
                                                                            Яйыҡай һыуы аға лай яй ғына.
                                                                            Был донъяҡайҙарҙың рәхәткәйҙәрен
                                                                            Күреп тә генә ҡалабыҙ аҙ ғына…
                                                                                                            Халыҡ йырынан.
    Эпостарҙа, әкиәттәрҙә һөйләнелгән, йырҙарҙа йырланылған Яйыҡ, Ирәмәлкәй тауҙан һут алып, бормаланып-бормаланып Көньяҡ Урал тауҙарын йырып килеп сыға ла, ауыл-ҡалаларҙы һыулай-һыулай, көньяҡҡа – диңгеҙгә ҡарай йүгерә. Йылғаның сылтырауыҡ тулҡындарына ҡушылып халҡымдың йыр-моңо ла ағыла һымаҡ, уның таҙа һыуында рухи сафлығы ла бөркөлгәндәй…
    Батшабикә Екатерина Икенсенең Указы ғына йылғаның атамаһын халыҡ күңеленән юйып ташлай алмаған. Урал йылғаһы тимәйҙәр беҙҙең яҡта, Яйыҡай әле лә Яйыҡ йылғаһы булып йәшәй. Уның һул ярында нигеҙ ҡорған тыуған ауылым Науырҙа иһә - донъяның иң хозур урыны! Ошонда ғына, әйтерһең, тәбиғәттең бөтә матурлығы. Боғасты тауы артынан ҡыҙарып сыҡҡан ҡояштың тәүге йылыһына ҡойоноп, ауылым һайрар ҡоштарҙың моңо аҫтында сихри гүзәллеккә күмелә. Ҡаршылағы Ҡапсығай, Өйарты тауҙарындағы ағас-таш иртәнге нурҙарҙа сағылышырға тотона.
    Күпте күргән, күпте кисергән Боғасты! Бөйөк Уралтауҙың далаға тартым һуңғы ҙур тамсыһы.
                                                       Урал алға сапҡан, ти,
                                                       Аты диңгеҙ ярған, ти;
                                                       Аты барған урында
                                                       Һыу алмаҫлыҡ юл булып
                                                       Ҙур тау ҡалҡа барған, ти…
    Бына шулай тыуған Боғасты.
    Ҡапсығай Боғастыға ҡушылдым тигәндә, Яйыҡҡа саҡ ҡына килеп етмәй, кинәт туҡталып ҡала. Йылғаны йәшел бәрхәт ҡыуаҡлыҡтар менән биҙәп, хушбый еҫтәренә күмеп, унан тороп ҡалмайым тигәндәй, артынса ҡырҡа боролоп, Йәндек ауылынаса оҙатып ҡуя.
    Һыу аръяғында, йылға менән тау араһында, тигеҙ, йәшел болонлоҡ йәйелгән. Аҡлы-күкле тирәктәргә, муйыллыҡҡа, ерек-талға төрнәлгән иң күркәм мөйөшө ул ауылымдың. Ҡапсығайға саҡ ҡына башыңды күтәреп ҡараһаң, тау итәгендәге эйеңке ҡайын урманы бына-бына өҫтөңә ауыр һымаҡ. Салт-аяҙ көндәрҙәге туп-тура төшкән эҫе нурҙар тау аҫтындағы хәтфә таллыҡҡа ҡоршалған Түңәрәк күлдә сағыла, урмандағы һирәк-һаяҡ ағландарҙа уйнаҡсылай. Ирекһеҙҙән ауылдашыбыҙ, билдәле композитор Абрар Ғабдрахмановтың йыры күңелдә тибрәлә башлай:
                                                           Аҡ тирәктәр, күк тирәктәр,
                                                           Һаман да зифа икән.
                                                           Яйығыма шыбыр-шыбыр
                                                           Серҙәрен сисә икән…
    Борон, халыҡ һыуһыҙ ҡаңғырғанда, булған, тиҙәр, был хәлде.
    Урал батырҙың улы Яйыҡ, атаһының булат ҡылысы менән таш-ҡаяны яра-яра, яңы йылғаға юл башлап барған булған. Ул заманда Ҡапсығай менән Боғасты тауҙары, ҡулға-ҡул тотоношоп, айырылышмай бергә йәшәгәндәр икән. Йылға уларға килеп быуылғас, Яйыҡ:
    - Эй, мәрхәмәтле Боғасты! Йылға буйында йәшәйәсәк халҡым хаҡына юл бир! – тип ҡысҡырған, ти.
    - Хөрмәтле Яйыҡ батыр! Беҙ ҙә һыуға тилмерешеп йәшәп ятабыҙ. Теләктәрең изге, рәхим ит! – тигән Боғасты Яйыҡҡа. Шунан һөйгәне Ҡапсығайға өндәшкән: - Ҡәҙерлем, ерҙәге тереклек хаҡына ҡулдарыбыҙҙы ысҡындырышайыҡ, һин саҡ ҡына шыуа төш. Йылғаны уртабыҙҙан уҙғарайыҡ. Был һыу беҙгә лә көс бирер, тормошобоҙ гөл-сәскәләргә күмелер!
    Ҡапсығай, ҡулдарын ысҡындырып, аҙ ғына артҡа шыуғас, Боғасты билендәге ҡушағын ҡыҫып уҡ быуып, күкрәген киреп ебәргән, ти. Уның алдында йылға ағып үтерлек үҙән барлыҡҡа килгән.
    - Рәхмәт һеҙгә, эй изге йәндәр, һыулар һыуығыҙ Яйыҡ йылғаһы булыр! – тип хушлашҡан да Яйыҡ батыр, көньяҡҡа – яланға ҡарай юлын дауам иткән. Йылғаны диңгеҙгә тиклем үк эйәртеп алып киткән икән, тиҙәр.
    Ғишыҡлы ҡараштарын йылға аша Ҡапсығайына төбәп, текә торған, ти, Боғасты. Унан күреп Бөркөтоя, Өйарты, Кәркәбар, Йөндөтауҙар ҙа, һыу буйындағы халыҡ йәшәрҙәй күркәм, уңайлы урынды уратып алып, мәңгелеккә баҫҡандар, ти, һаҡҡа.
    Ҡапсығай шыуып бушатҡан ерҙә ҡулҡы хасил булған. Шул замандан алып ҡояш тыуыуын, яңы көндө бөҙрә ҡайын ҡуйы сәстәрен матурлап тарап ҡаршылаған был һылыу тау. Шунан бирле халыҡ бәхете өсөн хатта һөйгәненән айырылға үҙендә көс тапҡан саф күңелле, батыр йөрәкле Боғастыһына, йөрәк хистәрен йәшерә алмай, ҡыйғас ҡара ҡаштары аҫтынан наҙлы ҡараштарын һирпеп-һирпеп ала, ти, ул. Ә ҡултығы аҫтындағы ҡулҡыһын тал-тирәккә, ҡарғат-муйылға, гөл-сәскәләргә күмеп, елкенсәк йәш йәрҙәр ҡауышырҙай изге урын итеп тота, имеш, һаман.
    Яйыҡ батыр халҡын йылға буйлатып таратып ултыртҡан. Боғасты менән Ҡапсығай тирәләй матур урынды Тиләү ырыуының бер ярсығы үҙ иткән. Яҡшы атлы булып даны таралған, ти, был халыҡтың, яманлыҡҡа юл ҡуймаған, изгелектән һис баш тартмаған. Яйыҡ йылғаһының балдай татлы һыуын эсеп, балығын тотоп, тирә-яғындағы кейеген аулап, мал үрсетеп, иген игеп, еләк-емеш йыйып, быуын-быуын ҡыуанышып, татыу йәшәйҙәр икән әле лә. Оло батыр Уралды, уның улы Яйыҡты ҙур хөрмәт менән иҫкә алыр булалар. Аҡ күпректәрен сәсрәтеп аҡма булып аҡҡан Яйыҡайҙарына йырҙар сығаралар, ти:
                                           Яйыҡай ғына һыуҙың һары талы
                                           Юнып ҡына ла ҡуйған уҡ кеүек…
                                        Тыуған ергә ни етә!
     Боғасты тауы башынан сикһеҙ ерҙәр ус аяһындағылай ғына күренеп ята. Ана, Верхнеуральск ҡалаһының сиркәүе ялтырай, Учалы районының көньяҡ-көнсығыш сигендәге Ахун ауылы, Силәбе өлкәһенә ҡараған ҙур Ҡарағайлы ҡасабаһы… Күпләп ҡаҙаҡтар йәшәгән ерҙәргә лә күп ҡалмай. Яу менән килеүселәрҙең хәрәкәтен күҙәтеү өсөн Боғастынан да уңай урын юҡ.
    Башҡорттар Пугачевты «Бүгәс батша» тигәндәр. Ул, Ырымбур ҡәлғәһен ала алмағас, яңы көстәр йыйыу ниәте менән, башҡорттарҙың биләмәләре аша Яйыҡ казактарына ҡарай сигенә. Белорет, Мейәс, Верхеуральск ҡалаларының юлдары сатында һәм, күҙәтеү өсөн ҡулай булғанлыҡтан, Боғастыла ял иткәндә дозорҙарын шул тау башына ҡуйҙыра. Шул замандан «Бүгәс ҡасты» - Боғасты атамаһы йәбешә тауға. Тауҙың исеме барлыҡҡа килеүе тураһындағы риүәйәт шул хаҡта һөйләй.
    Малай саҡта тиҫтерҙәрем менән емеш-еләккә бай тауҙың арҡырыһын-буйын үтә торғайныҡ. «Маяҡ» тип йөрөтөлгән үркәсендә таштан өйөлгән ҡоролма бар: диаметры – 2, бейеклеге – 1,5 метр самаһы. Төрлө уйҙарға һала ине был таш өйөмө. Имеш, самолеттар өсөн маяҡ булып хеҙмәт итә, йәиһә, ҡасандыр бында бер батыр ерләнгән, һымаҡ уйҙырмалар сығарта ине.
    Был таш өйөмөнә Игорь Кучумовтың «Башкирский император» /Уфа, «Китап», 1995/ исемле китабы, гүйә, асыҡлыҡ идерҙе. Фәнни әҙәбиәттә, тип яҙа автор, бындай ҡоролмалар «обо» тип йөрөтөлә, башҡортса вариантында – “уба”. Улар ҙур булмаған пирамидалар рәүешендә өйөлгән. Түбәләре, ғәҙәттә, тигеҙ итеп һалынған. Нәҡ беҙҙең Боғастылағы уба!
    Убаларҙың тарихы боронғо. Уларҙы ҡороу төркиҙәрҙә беҙҙең эраның беренсе мең йыллығында киң тарала. Башҡорттарҙың Урта Азиянан сыҡҡан иң элгәрге быуындары, меңәр саҡрым ерҙәр үтеп, уба культын яңы ерҙәренә - Урал тауҙарына алып килгәндәр. Убалар, ғәҙәттә, тау артылыштарында юлсыларҙың туҡталыш урындарын һәм сиктәрҙе билдәләү өсөн һалынған. Бында ҡорбан салғандар, Аллаға табынғандар, теләк теләгәндәр. Алда телгә алынған китапҡа таянып һығымта яһаһаҡ, Боғасты боронғо башҡорттарҙың /Һуңынан Тиләү башҡорттарының да, тимәк./ изге тауы булып һаналған.
    1997 йылдың йәйендә Ғәҙелшә ауылына яҡын /Науырҙанан дүрт саҡрым тирәһе аралыҡта/, Миндәк йылғаһы Яйыҡҡа ҡойған урында табылған боронғо ҡәберлектә Республика милли музейының археологтар төркөмө ҡаҙып өйрәнеү эштәре башлап ебәрҙеләр. Табылған таш ҡоралдар, бысаҡтар, балсыҡтан яһалған көршәктәр, усаҡ урынындағы көлдә һаҡланған аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары, хайуандарҙың һөйәктәре, керамик әйберҙәр бында таш быуаттың неолит дәүерендәге һәм һуңғы еҙ быуат кешеләренең торлағы булыуын дәлилләй. Археологтар раҫлауынса, ҡайһы бер табылдыҡтар тик ошондағы ҡаҙылмаларға ғына хас икән. Мәҫәлән, һөйәктән яһалған тешле тараҡты бүтәнсә бер ҡайҙа ла осратҡандары булмай. Боронғо кешеләрҙең ҡорал эшләй торған оҫтаханалары ла булған, күрәһең. Ҡомартҡылар бынан 10 мең йыл элгәре йәшәгән кешеләрҙән ҡалған, тип раҫлай археологтар. Шартлы рәүештә хәҙер убаны «Ғәҙелшә ҡомартҡылары» тип нарыҡлайҙар.
         
    Төбәгебеҙҙә археологик эштәр, асыштар быға тиклем дә атҡарыла килде. Оҙонгүл буйындағы убаларҙы ҡаҙып өйрәнеү эштәре һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, шулар асыҡланды: тәүтормош кешеләре төҫлө таштарҙың һоҡландырғыс матурлығына баһа бирә белгәндәр. Бигерәк тә ҡарағусҡыл-сейә, асыҡ күк, йәшкелт төҫтәрҙәге һыҙаттарға бай Ҡушкилде йәшмәһен киң ҡулланғандар. Бындай йәшмәташтарҙан бысаҡ, балта, уҡ башаҡтары, һөңгө остары, ҡырғыстар, биҙәү әйберҙәре яһағандар. Ҡатҡан ҡан төҫөндәге йәшмәташ уҡ башаҡтары дошмандың ҡотон алыр булған. /Ҡара: М.Г.Муталов. «Правда и легенды о камнях уральских», Уфа, Башк. кн. изд-во, 1992. Стр. 86./
    Боғасты, Ҡапсығай тауҙары тотошлай йәшмә ташынан тора, тиһәк тә хата булмаҫ. Уларҙы күреп, академик А.Е.Ферсман хайран ҡала, Ҡушкилде йәшмәһе тип атай был ятҡылыҡтарҙы. /Ҡушкилде – ауылыбыҙға нигеҙ һалыусы. Науырҙаның боронғо исеме Ҡушкилде булған. Ул - Ҡобағош сәсәндең ейәне, Көнбағыштың улы, Ҡарас сәсәндең атаһы. - Ә.Ғ./
    Йәйге осорҙарҙа Науырҙала данлыҡлы «Байрамғол» совхозының пионерҙар лагеры, һуңынан хужалыҡтың эшселәре өсөн ял йорто эшләп килде. Мәскәү ҡалаһынан килеп ял итеүсенең һүҙҙәре иҫтә ҡалған: «Һыу аръяғында  /ял йорто урынлашҡан урын шулай атала/  микроклимат барлыҡҡа килгән. Бында һис бер ниндәй кире энергетика юҡ. Бындағы Яйыҡ йылғаһы, тау-таштар кешегә, хайуандарға, хатта үҫемлектәргә лә тик ыңғай ғына йоғонто яһай. Төп сәбәбе Боғасты, Ҡапсығай тауҙарының йәшмә ташына бай булыуында». Академик Ферсман йәшмәташты юҡҡа ғына «изге таш» тип атамағандыр.


                                        Тиләү ауылы Науырҙа
    Науырҙа – Тиләү ырыуының ҙур ауылдарының береһе. Ғалимдарҙың билдәләүенсә, Тиләү көслө ырыуҙарҙан һаналған. Уның үткәне, күрәһең, Алтай дәүеренә - «халыҡтарҙың бөйөк күсеше» /беҙҙең эраның башы/ заманына бәйле. Тиләү ырыуы тарихы, ауылымдың боронғоһо тураһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Байғариндың «Тиләүҙәр» тигән мәҡәләһендә / «Яйыҡ» гәзите, 28 июнь, 2007/ тулы мәғлүмәт бирелгән. Уға рәхмәт йөҙөнән класташымдың ошо мәҡәләһен тулыһынса килтереүҙе дөрөҫ булыр тип таптым. Сөнки автор  ғилми хеҙмәттәргә, тарихи сығанаҡтарға таянып, тулы яҡтыртҡан.
    «Учалы районының күпселек ауылдарында Табын ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар йәшәй. Табындар – Учалы еренең төп хужалары. Табын ҡәбиләһенә Табын, Ҡара табын, Барын, Тиләү, Күбәләк ырыуҙары инә. 
    Табын ҡәбиләһе бик боронғо, ҙур һәм ҡеүәтле ҡәбилә булған, уның 2 мең йылдан ашыуыраҡ тарихы билдәле. Табын иле борон 18 ырыуҙы берләштереп, Иҙел, Кама, Яйыҡ, Тобол, Иртыш, Обь, Енисей йылғалары аралыҡтарындағы ерҙәрҙе биләп ятҡан. Х1 быуатта  Табын ҡәбиләһе үҙ эсенә төрки һәм монгол ырыу-ҡәбиләләрен берләштереп, Алтайҙан Уралға тиклемге матур, бай тәбиғәтле ерҙәргә килеп еткәндәр. Монгол-татар яуы башланыр алдынан Табын ханлығы Дәшт /е/ - Ҡыпсаҡ империяһына инеп, уның иң көслө дәүләте булып һаналған.
    Ҡара табын ырыуы – Табын ҡәбиләһенә ҡараған иң йәш ырыу. Ул Х111 – Х1Ү быуаттарҙа Табын ҡәбиләһенән бүленеп сығыу юлы менән формалашҡан. Был хаҡта Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһенән беләбеҙ. Ырыу Майҡы бейҙең /Табын ҡәбиләһе бейе/ бүләһе Ҡаратабын исеме менән аталған. Ҡара табындар Мейәс, Уй йылғалары бассейндарын төйәк иткәндәр.
    Барын ырыуының тарихы бик боронғо. Сығыштары буйынса улар төрки халҡына түгел, ә монголдарға ҡарайҙар. Был фекерҙе тарих фәндәре кандидаты Ә.Зарипов, профессорҙар, тарих фәндәре докторҙары  И.Аҡманов, Р.Янғужин ҡеүәтләй. Барындар беренсе мең йыллыҡта Монголияның Селенга йылғаһы үҙәнендә йәшәгән. Сыңғыҙ хан ҡеүәтләнеп китеп, монгол ҡәбиләләрен үҙе төҙөгән татар-монгол державаһына ҡуша башлағас, барындар ҡаршылыҡ күрһәтә. Әммә уларҙың Сыңғыҙ ханға ҡаршы көрәше уңышһыҙлыҡҡа осрай. Улар тар-мар ителә. Иҫән ҡалған барындарҙың бер өлөшө - ҡырғыҙҙарға, икенсе өлөшө - ҡараҡытайҙарға, өсөнсө өлөшө - табындарға килеп ҡушыла. Тарихсы ғалимдарыбыҙҙың иҫбатлауынса, хәҙерге Барнаул ҡалаһы ошо урындарҙа йәшәгән барындарҙың Барын ауылы булып сыға. Сағыштырып ҡарағыҙ: Барын ауылы – Барнаул.
    Табындар менән бер үк һыуҙы һыулап, меңәр йыллап ҡан-ҡәрҙәш булып йәшәгән Тиләү һәм Күбәләк ырыуҙарының да бай һәм боронғо тарихы бар.
    Тарихсылар, беҙҙең эраға тиклем йәшәгән Теле ҡәбиләләре – тиләүҙәрҙең ата-бабалары, тип раҫлай. Тиләү исемле ҡәбиләләрҙең башҡорттарҙа ғына түгел, ә ҡаҙаҡтарҙа ла, үзбәктәрҙә лә, ҡарағалпаҡтарҙа ла булыуы билдәле. Улар төрки телле халыҡтар. Тәңре менән Хоҙайға табынғандар. Башҡорт тиләүҙәре лә, ҡаҙаҡ тиләүҙәре лә бер урындараҡ тупланып йәшәгәндәр, ҡыҙ алышып-бирешеп, ҡан-ҡәрҙәшлекте һаҡлағандар. Уларҙың боронғо тамғалары ла бер үк – тырма. 
    Ҡайҙан килеп төпләнгән һуң Учалы еренә тиләү башҡорттары? Беҙҙең эраның Х – ХҮ быуаттарындағы тарихи хәл-ваҡиғалар тиләүҙәрҙе Алтайҙан Урта Азияға, унан Уралға килтергән. Улар Дим буйҙарына килеп төйәкләнгән. Әммә яҙмыш тиләүҙәргә был урында ла тыныс ҡына йәшәргә насип итмәй. ХҮ1 быуаттың тәүге яртыһында хакимлыҡ итеүсе Өфө кенәзе Ҡарағоләмбәткә тиләүҙәр йәшәгән Дим буйҙары оҡшап ҡала. Нәфсеһенә хужа була алмаған Ҡарағоләмбәт хан /башҡорттар уны хан тип йөрөткән/ мәкер-хәйлә, ҡотҡо ҡулланып, үҙенә оҡшаған ерҙәрҙе яулап ала башлаған. Хандың баш-баштаҡлығына, яуыз ниәттәренә күрше ырыу түрәләре күҙ йомған. Тик Тиләү ырыуының мең башы  Ҡобағош ҡына ханға ҡаршы яуға күтәрелгән. Тиң булмаған алышта ул хан ғәскәренән еңелгән. Хан Ҡобағошто эҙәрлекләй башлаған, үҙ яғына Аҡмырҙа сәсәнде ауҙарып алып, уны ла юҡ итмәк булған. Был хаҡта «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсән әйтеше» әҙәрендә тулы тарихи мәғлүмәт бирелгән. «Ҡарағөләмбәт ҡыҫымынан үҙ ырыуын ҡурсалау маҡсатында Ҡобағош сәсән, Дим буйҙарын ҡалдырып, Иҙел башы Ирәмәл, Яйыҡ башы Уйташ тирәләренә килеп төпләнә», - тип әйтелә яҙма ҡомартҡыларҙа. Ҡобағош сәсәндең улдары Айбағыш менән Көнбағыш, ейәндәре Килдеш менән Ҡушкилде, Ҡушкилденең улы Ҡарас сәсән нәҫелдәренән ишәйгән Тиләү ырыуы халҡы Яйыҡ, Миндәк, Рәҫтәк, Табылғашты йылғаларының саф һыуын һыулап, егерменән ашыу ауылға Ҡойолдар, Рафиҡ, Килмәк, Миндәк, Ғәлиәхмәр, Амангилде, Зәйнәкәй, Кәкүк, Һөйәрғол, Муса, Һарт, Яңы Байрамғол, Көсөк, Сораман, Ғәҙелшә, Науырҙа, Мәҫкәү, Ҡарағужа, Ташҡыя, Әбләз /хәҙер бөткән/ ауылдарына исем биреп, әлеге көндә лә имен-аман йәшәп ята.
    Науырҙа ауылы Ҡобағош сәсәндең ейәне Ҡушкилде исемен йөрөткән. Дим буйында Ҡарағөләмбәткә ҡаршы көрәшкәндә Ҡобағош сәсәндең улдары Көнбағыш менән Айбағыш үҙҙәрен батыр яугир итеп танытып, мәргән уҡсы булыуҙары менән дан яулайҙар. Тимәк, был батырҙарға ул осорҙа /1520-1545 йылдарҙа/ кәмендә 25-30 йәш тирәләре булғандыр. Ә Ҡобағоштоң Дим буйҙарын ҡалдырып, хәҙерге Учалы ерҙәренә ерегеүен 1545-1550 йылдар тип ҡараһаҡ, Көнбағыш батырҙың улы Ҡушкилде нигеҙ һалған Науырҙа ауылы ХҮ1 быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән, тип раҫлай алабыҙ. Ҡарас сәсән Ҡушкилде ауылында тыуған, йәшәгән, тиләү ырыуының шанлы тарихына инеп ҡалған.
    Ауыл Ҡушкилде исемен 1776 йылға тиклем йөрөткән, ә шул уҡ йылда Науырҙа тигән исем алған. Быны беҙ филиология фәндәре докторы, профессор Ф.Хисаметдинованың «Башкирская ойкономия ХҮ1 – Х1Х в.в.» тигән китабына таянып әйтә алабыҙ. Профессор үҙенең китабында 2113 ауылдың тарихи документтарға тәүге тапҡыр теркәлеү /фиксация/ ваҡыттарын, ауылдарға бәйле тарихи шәхестәр хаҡында мәғлүмәт бирә. Фекеремде раҫлау өсөн ошо китаптан ауылыбыҙға ҡағылышлы мәғлүмәтте килтереүҙе кәрәкле һанайым.
    Таблицала 515-се һан аҫтында ауыл исеме графаһында Наурузова /Сарт Науруз, Науырҙа/ яҙылған, ауылыбыҙ ҡараған волостың исеме – Телевская /Тиләү/, өйәҙе – Үрге Урал, беренсе теркәү йылы – 1776 йыл. Белешмә өсөн графаһында 1834 йылда ауылда прапорщик Абдулнасир Наурузов /52 йәштә/, Ғәбделғәзиз /51 йәштә/, Мөхәмәтйән /46 йәштә/ Нарузовтарҙың исемдәре бар.
    Был китаптағы тарихи мәғлүмәткә таянып, күпселек ауыл атамалары шул осорҙа уларҙа йәшәгән, властәргә тоғро хеҙмәт иткән абруйлы кешеләрҙең исемдре менән аталған, тип һығымта яһарға мөмкин. Ауылыбыҙҙың Ҡушкилде атамаһы ла шулай төшөп ҡалған, ул саҡтағы абруйлы Наурузовтарҙың фамилияһын алған. Шуны ла әйтергә кәрәк: ауылдарҙың атамалары үҙгәртелеүгә Әбей батшаның Салауат Юлаев етәкселегендәге ихтилалдың /1773-1775 йылдар/ әһәмиәтен түбәнһетеп, изге яуға бәйле шәхестәрҙең исемдәрен, топонимдарҙы, ойконимдарҙы халыҡ хәтеренән юйырға тырышыуы ҙур йоғонто яһаған.
    1843 йылда хәрби губернатор бойороғо менән ауылдар билдәле бер тәртиптә - урамдар булып төҙөлә башлаған. Шуға тиклем ауылдағы өйҙәр аймаҡтар буйынса һалынған. Бер аймаҡ кешеләре йорттарын бер урындараҡ һалырға тырышҡан. Ошо йола мәрхүмде мәңгелек йортҡа оҙатҡанда әле лә күҙәтелә».
    

Ҡая-урман атаһы[edit]

Барымта менән ҡарымта заманында йәшәгән Ҡарас. Бер халыҡ икенсеһенең малын талаған ул саҡта, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны ҡоллоҡҡа ҡыуыр булған. Был – барымта. Шул кәсептән ҙур улъя /килем/ тапҡандар. Иленә мал алып ҡайтһа, барымтасылар оло шөһрәт ҡаҙанғандар.

Малы ҡыуылған халыҡ, ғәҙәттә, барымтасылар артынан ҡыуғын төшөргән. Шул арҡала ҡон алыу ҡанға ҡан алыш булып торған. Был – ҡарымта. Барымтаны ла, ҡарымтаны ла ил ҡашҡалары - танылған батырҙар етәкләгән. Башҡорт менән ҡаҙаҡ халыҡтары араһында, күрше йәшәгәнгәлер, ошондай бәрелештәр айырыуса йыш булып торған. Барымта менән ҡарымтаға бәйле риүәйәттәр әле лә йәшәй халыҡ күңелендә. Шуларҙың береһе Ҡарас батыр тураһында.

Ҡарас – Тиләү ырыуының күренекле батыры, үҙ заманының сәсәнлектә ал бирмәҫ һүҙ оҫтаһы, ырыуының аҡылы булған шәхес. Ил ҡашҡаһының ҡаҙаҡ батыры Аҡса менән алышы тураһындағы риүәйәтте бала саҡтан ишетә килеп үҫтек.

“…. Аҡса батырҙы шул түбәлә ерләп ҡуйҙылар, өҫтөнән уба итеп таш өйҙөләр. Шунан, билдәле булһын тип, ҡаҙаҡ батырының баш өҫтөнә уҡ ҡаҙап, Ҡарас былай тип әйтемләне:

                                                - Заманында күп тартыш күргәнһең һин,
                                                Донъянан күп батырҙы һөргәнһең һин.
                                                Башҡорттоң атҡыстарын тиңгә алмай,
                                                Тарпандан Алты Аласта йөрөгәнһең һин.
                                                Таш менән ҡурған итеп ҡаҙҙың гүрең,
                                                Аталыр исемең менән ятҡан урын,
                                                Бер һаҙаҡ баш осоңа ҡаҙап ҡуйҙым;
                                                Әйтһендәр: «Батыр үткән беҙҙән борон!»*
    Шул ваҡыттан алып ҡаҙаҡтар барымтаға йөрөүҙән туҡаған, ти. Аҡса батыр ерләнгән тауҙы Аҡсатүбә, ә Ҡаныш, ҡауғалап, ауылдан ярҙам килтереп еткергән түбәне Ҡаныш ҡауғаһы тип әле лә атап йөрөтәләр.
                                                          
                                               Екатерина тракты
          Әүәле заманда төбәгебеҙҙән Екатерина тракты тип йөрөтөлгән юл үткәнлеге билдәле. Был атаманың тулы мәғәнәһен аңлау өсөн башта тарихҡа мөрәжәғәт итергә тура килә.  Сыңғыҙхан монгол-татар дәүләте ҡоролошоноң  ифрат ышаныслы һәм ҡулайлы теҙмәһен булдырған. Уның нигеҙ таштары булып олоҫтар /улус/ торған.     Аҙағынан төрки һүҙе «олоҫ» урыҫса «улус» - «волость» тип йөрөтөлә башлаған. Олоҫтарҙың  сиктәре «даруға» тип аталған. Тимәк, урыҫтың хәҙерге «дорога»һы «сик» тигәнде аңлата.     Олоҫтар араһындағы бәйләнеште ямдар аша тотҡандар. Ям – хан вассалдары хеҙмәт иткән, йәшәгән урын. Хандарҙың, ғәскәр башлыҡтарының әмерҙәре шул ямдар аша йөрөгән.

Ҙурайып һәм көсәйеп алғас, Рәсәй батшаһы хөкүмәтенә лә биләмәләренең төпкөлдәренә хәтлем бәйләнеш тоторға кәрәк була. Рәсәйҙә лә шул ваҡыттарҙан башлап монгол-татар империяһының структураһын файҙаланыу башлана. Юлдар – тракттар төҙөү эштәре йәнләнә. Уларҙы, ғәҙәттә, тотҡондарҙан һалдырғандар. Йөҙәрләгән меңләп кеше баштарын һалған бында. Батша тракттары уларҙың мәйеттәре аша үткән.

Тракт тип мөһим ҡәлғәләрҙе үҙәк менән тоташтырыусы таш менән нығытып күтәрелгән юлды атағандар Улар буйлатып ямдар төҙөгәндәр. Ямдарҙың аралығы 18-ҙәр саҡрым булған.

Шундай тракттарҙың береһе хәҙерге Учалы районы ауылдары аша ла /йә эргәһенән/ үткән. Батша Екатерина Икенсе ваҡытында һалынғас, «Екатерина тракты» тип аталған. Екатерина тракты Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен /Верхнеуральск/ Оло юл – Себер юлы менән тоташтырыу маҡсатында һалынған. Верхнеуральскиҙан башланып, Яйыҡ йылғаһы буйлатып уның ярҙарында нигеҙ ҡорған Мәҫкәү, Ташҡыя, ауылдарын ҡалдырып, ул Науырҙа ауылына килеп терәлә. Ауылдың хәҙерге МТС тип йөрөтөлгән өлөшө аша Балэскән йылғаһы аға. Тракт шул йылғаны сығып ҡырҡа уңға борола, Аҡҡайын һырты буйлап төнъяҡ-көнсығышҡа йүнәлә. Беҙҙең төбәктәге Уральск менән Октябрьск ауылдары аралығынан үтеп, Иҫтамғол, Ишкен, Баҙарғол ауылдары һыртындағы тау битләүҙәре аша райондың төнъяғына һуҙыла. Учалы еренең тиҫтәләгән ауылдары аша үтә лә ул, Себер юлынан был яҡҡа килеп төшкән Воровская юлына ҡушыла. Воровская юлын хәҙер халыҡ «Бурҙар юлы» ти ҙә ҡуя. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Сөнки «ворог» һүҙе «враг» /дошман/ мәғәнәһен бирә. Батша хөкүмәтенә ҡаршы сығыш яһаған сәйәси тотҡондарҙы Себер трактынан шул Воровская юлына төшөргәндәр һәм Верхнеуральск ҡалаһы төрмәһенә килтереп япҡандар. Екатерина тракты бәләкәй генә Балэскән йылғаһын үткән ерҙә яҫы таштарҙан күтәреп төҙөлгән күпер булды. Йылғаның юлын киңәйтеү маҡсатында, хәҙер бында – йылға юлына, торбалар һалынған. Боронғо таштар әле лә һаҡланған. Әлеге ваҡытта ла был күперҙе «Почта күпере» тип йөрөтә халыҡ. Верхнеуральск ҡалаһынан Почта күперенә тиклем туранан теүәл 18 саҡрым аралыҡ, йәғни, яҡшы аттарға еңел генә сабып үтерлек ара булып сыға һәм боронғо ямдар арауығына тап килә. Ә күпер «Почта күпере» тип борондан аталып килгәс, бында почта станцияһы булған, тип фараз ҡылыуы ҡыйын түгел. Шулай итеп, Екатерина тракты – Һары ла таллы Яйыҡай буйында йәшәгән кешеләр тарихының тағы ла бер бите ул.

Башҡа факттар[edit]

Граждандар һуғышы йылдарында ырыуҙаштарыбыҙ бер туған Кашириндар отрядтары, Тирлән партизандары, Муса Мортазиндың атлы бригадаһы составында һуғышҡан. Науырҙа, Ғәҙелшә ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышына йөҙҙән ашыу яугир китә. Тиҫтәләрсә ауылдаштарыбыҙ ил азатлығы өсөн һуғышта баштарын һалған. Ауылда, колхоз баҫыуҙарында, фермаларында, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙҙәрен аямай эшләгәндәр. Фронтовиктарҙы, тылда хеҙмәт итеүселәрҙе улдары, ҡыҙҙары – яңы быуын кешеләре онотмаған уларҙы. Ауылымдың Боғасты тауы итәгендәге һәйкәл шул хаҡта һөйләй.

Ауыл мәсетендә мулла булып тороусылар: Юлмөхәмәт Ниязов /1759-1838/, Мөхәмәтзариф мулла /1798-1848/, Ғүмәр /1805/, Ғәйнетдин /1808/, Зыяитдин /1827/, Әхмәтша Солтанов /1897/, Ғабдулла Кәримов, Мөхәмәт Хәҙисов. Мәзиндәр: Ғәли Байымов /1787-1838/, Динмөхәмәт, Мөхәмәтхарис, Мөхәмәтғәли. /И.Шарапов. «Ауылым муллалары һәм мәзиндәре», «Яйыҡ» гәзите, 2004 йыл, 5 февраль./

Науырҙа ауылы Ү ревизия ваҡытында 26 йорттан торған, 149 кеше йәшәгән. Х1Х быуат урталарында 59 өйҙә 309 йән иҫәпләнгән. 1920 йылда ауылда 102 йорт була, 513 кеше йәшәй. Наурузовтар фамилияһын алған һуңынан ауылым. Прапорщик Әбделнасир Наурузов /1782-1840/ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша һәм батырлыҡтары өсөн 1Ү дәрәжәләге Изге Анна ордены, ике көмөш миҙал менән наградлана.


Ҡарттар ҡалдырған ҡомартҡылар[edit]

Быуындар алмашыныуы – ғүмерҙең дауамы. Һәр быуын үҙе йәшәгән замандағы тормошҡа ваҡытлыса ғына хужа. Халыҡ аңында, уның аҡылында был ҡанун, үрелеп-үрелеп үҫешеп, ныҡлы урын тапҡан. Йәштәргә үҙ тормоштары менән йәшәп алып китергә еңелерәк булһын тип, өгөт-нәсихәт биреп ҡалдырырға тырышҡан улар, киләһе быуындың матурыраҡ, бәхетлерәк, байыраҡ булыуын теләгән. Халыҡтың рухи байлығы бына шулай тупланған. Был байлыҡ беҙгә эпостар, әкиәттәр, риүәйәттәр, йыр-моң аша тапшырыла килгән. Уны яҙып, йәиһә, телдән-телгә һөйләп ҡалдырғандар.

Хәбир Ғәлләмов /1894-1973/ ауылыбыҙҙа хөрмәтле олатайҙарҙың береһе ине. Ул Тиләү башҡорттарының ауыҙ-тел ижадын, тарихын үҙенең эске донъяһында һаҡлап йәшәне. Әле уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында – студент саҡта, уның Ҡарас батыр тураһында риүәйәт, әкиәттәр һөйләгәнен тыңлап, яҙып алырға насип иткәйне миңә. Уның үҙ яҙмышы ла – бер тарих бите. Ҡәҙимге ауыл егете 1914 йылда империалистик һуғышҡа алынған. Фронтта ул эт күрмәгәнен күреп, ябай һалдат кисергән ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татып, дүрт йыл дан һуң ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан. Тыныс йәшәргә ирек бирмәйҙәр уға – ауылға колчаксылар килеп инә, бүтән ир-ат менән бергә уны ла көсләп ғәскәрҙәренә ҡушалар. Ырымбур ҡалаһына алып китәләр. Оҙаҡ йөрөмәй Ғәлләмов унда, бер нисә иптәше менән Колчактан ҡасалар, Муса Мортазиндың атлы бригадаһына ҡушылалар. Мортазиндың Тоҙлогүлдә ҡыҙылдар яғына сыҡҡан ваҡытҡа тура килә был. Хәбир Ғәлләмов 3-сө кавалерия составында казактар менән бергә Аҡтүбәләге /Верхнеуральск ҡалаһы янындағы тау/ һуғышта ҡатнаша. Уның менән бергә ауылдаштары Фәхретдин Солтанов, Ғәҙелшә ауылынан эскадрон командиры Баһауитдин Фәтхуллин, Юныс Хәлитовтар ҙа була. Бына шуларҙы һөйләп яҙҙырғайны Хәбир бабай миңә.


Кәтип ағай Кәримов /1926-2002/ олпат кәүҙәле, кәрле ир ине. Илтифатлылығы йөҙөндә ятты, һәр саҡ матур, фәһемле хәбәр һөйләне. Яйыҡ буйына балыҡ ҡармаҡларға төшөлһә, уға осрайһың. Аптыратыр ине мине: ул-был итеп бер-ике ҡомоҡай тотҡансы, ул әллә күпме сабаҡ, бәрҙе, бурыш һөйрәп сығара.

    - Һиңә, ағай, ниңә эләгә лә, миңә юҡ? – тип һорайым, аптырағас.
    - Балыҡ – тере йән дәһә. Уның да холоҡ-фиғеле барҙыр инде, - ти ҙә, көлөп, ашыҡмай ғына балыҡ ҡармаҡлау серҙәренә төшөндөрә.
    Һирәк булһа ла осрашып торҙоҡ ағай менән. Һөйләшеү, нигеҙҙә, ауыл тарихы тирәһендә барыр ине.
    - Ауыл зыяратында тоҡтарҙың, һәнәктәрҙең урыны тығыҙайҙы, - тигәйне Кәтип ағай. – Улар ауылда күпселек, ситкә китә лә һалманылар. Тоҡтар аймағына Ғариповтар, Ғәйфуллиндар, Саҙрыевтар, Мөкминовтар, Сафуановтар ҡарай. Ә һеҙ -  һәнәктәргә - Ғәлләмовтар, Солтановтар, Ғибәҙәтовтар, Харисовтар, Шәйхисламовтар, Фәхретдиновтар, Байгилдиндар инә.

Ауылда тағы талдалар, тувалдар, бизмәндәр, үгеҙҙәр, һарылар, айыуҙар, ҡаҙаҡтар аймағы барлығын белдем Кәтип ағайҙан. Ҡапсығай, Боғасты тауҙарында француздар йәшмәташ ҡаҙып йөрөгән. Ат ылауы менән магнит ҡалаһына ташығандар аҫыл ташты. «Һеҙ – бурҙар!» - тип, ауыл халҡы ҡаршы ла торған икән ваҡытында.

Магнит ҡалаһының һыуһаҡлағысы Спасский ҡасабаһы янында быуылған. Баҡтиһәң, был һыуһаҡлағыс Яйыҡты ауылыбыҙ эргәһендәге Өскисеүҙә быуып эшләнергә тейеш булған икән. Әйтмәксе, йылғаның ике ярында ҡапма-ҡаршы торған мәшһүр тауҙар Ҡапсығай менән Өйарты аралығын тултырһаң, әҙер быуа килер ҙә сығыр ине. Бер Науырҙа ауылы түгел, тағы ла алты ауыл һыу аҫтында ҡалырға тейеш булғанғамы, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китепме, быуа Спасский тирәһендә ҡорола. Шул йылдарҙы хәтерләтеп, Өскисеү янында тикшеренеү эштәренән һуң ҡалған торбалар ғына һерәйеп тора хәҙер.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ауылда машина-трактор станцияһы асыла. Һуғыш йылдарында Науырҙа халҡына айырыуса тырышып эшләргә тура килгән. Сөнки Байрамғол МТС-ы райондың 21 хужалығын хеҙмәтләндергән. Ә был – ул заман өсөн ифрат ҙур эш күләме.Тәүлегенә ун икешәр сәғәт эшләгәндәр бында. МТС-тың директоры – абруйлы Абдулла Йыһаншинды халыҡ ихтирам иткән. Фронттан «бронь» менән ҡалдырылған булған ул. Был ҙур шәхес тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп китеү ҙә йәштәр өсөн бик фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ.

    Байрамғол МТС-ын төҙөү 30-сы йылдарҙың аҙағында атҡарылған. Башта уға нигеҙ ҡороу Яңы Байрамғол менән Һарт ауылдары араһында ҡаралған. Яғыулыҡ, төҙөлөш материалдары, башҡа кәрәк-яраҡ Магнитогорск ҡалаһынан ташылған. Йөк тейәлгән машиналар йөҙ саҡрымға яҡын арауыҡта ятҡан был ҡаланан Науырҙа ауылына тиклем тотҡарлыҡһыҙ килеп еткән Шунан башланған михнәттәр: Боғасты тауы күкрәген ярып үткән ул замандағы тар ғына Ҡыҙылъяр юлын уҙырға, төнъяҡтан ауылды ел-дауылдан ышыҡлап торған Бөркөтоя тауын үрмәләргә, етмәһә, Ғәҙелшә ауылын үткәс, Яйыҡ йылғаһы аша бүрәнәләрҙән һалынған Лоҡман күперен ҡурҡа-ҡурҡа сығырға кәрәк була машиналарға. Ошондай тотҡарлыҡтарҙан ҡотолорға ҡарар ҡыла яңы предприятие директоры Ғ.М.Йыһаншин, МТС төҙөү өсөн яңы урынды Науырҙа ауылының көньяҡ-көнсығышында Ҡыҙылъярға тиклем йәйрәп ятҡан тигеҙ болонлоҡта һайлай. Шулай итеп, йөк ташығанда килеп тыуған мәшәҡәттәр артта ҡала. МТС етәкселегенә был ваҡытта  Байрамғол ауылы исемен алған «Байрамғол МТС-ы» тигән рәсми ҡағыҙҙар бирелгән була, берәү ҙә һуңынан «Науырҙа МТС-ы» тип үҙгәртеп тормай.

Ғабдулла Моратша улы Йыһаншин халыҡ хәтерендә районыбыҙҙың ауыл хужалығын үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәттәре һәм туранан-тура Науырҙа ауылы халҡының артабанғы яҙмышына бәйле эштәре менән ҡалған. Башҡортостандың Миәкә районы Әнәс ауылында 1908 йылда тыуған ул. Ауыл мәктәбендә уҡыған, 1939 йылда Өфө юғары партия мәктәбен тамамлаған. Шул уҡ йылда, Байрамғол МТС-ы директоры вазифаһына тәғәйен алып, Учалы районына 25 меңселәрҙең береһе итеп ебәрелгән. МТС-тың контораһы башта Һибәт ағай Байғарин өйөнөң бер яғында урынлашҡан. Унда беренсе телефон үткәрелгән. Тәүҙә тракторҙар ремонтлау оҫтаханаһының бинаһы төҙөлгән, шунан уға кәрәкле ҡорамалдар ҡайтарылған. Ауылда йәшәп килгән колхоз, яңы барлыҡҡа килгән МТС ауыл халҡын ғына түгел, тирә-яҡтан килеүселәрҙе лә эш менән тәьмин иткән. Төрлө милләт кешеләре үҙҙәренә эш, йәшәү урыны тапҡан бында. Ауылыбыҙ күп милләтлегә әйләнгән. Мәктәптә хатта урыҫ класы асылғанын хәтерләйем.

Районда беренселәрҙән булып, Науырҙала Ильич лампалары тоҡанған, «Фордзон-Путиловец», «Интернационал» тип йөрөтөлгән тракторҙар килә башлаған. Уларҙы башлап күргән кешеләр хайран ҡалған: нисек инде ул, тракторҙар үҙҙәрен йөрөтә, етмәһә, бер нисә ат һуҡаһы тағып алып ер һөрә? Тиҙҙән ошо тракторҙарҙа үҙҙәре эшләй башлаясаҡтарын әлегә күҙ алдарына ла килтермәгәндәр. МТС янында тракторсылар курсын асыу – Науырҙа һәм яҡын-тирә халҡы өсөн боролош мәле ул. Шуға өҫтәп, МТС дирекцияһы йәштәрҙе училищеларҙа, башҡа уҡыу йорттарында уҡытыуҙы ла ойошторған.

Ғабдулла ағай Йыһаншин МТС-тың үҙенең ярҙамсыл хужалығын ойошторған. Предприятиеға беректерелгән ерҙә иген сәстергән, халыҡты икмәкле иткән. Шуның өсөн дә һуғыш йылдарында ауылым халҡы асыҡмаған. Үрге Урал ҡалаһынан ҡалаһынан Тавыкина фамилиялы йәшелсә үҫтереү оҫтаһын килерткән. Ауылдың Һыуаръяғы тип аталған ерендә ҡарағат, йәшелсә баҡсаһы йәйелдереп, мул уңыш алғандар. Хатта умартасылыҡ эшен ойошторған Йыһаншин ағай. МТС-та эшләп килгән изба-читальняла йәштәр шахмат, шашка, бильярд уйнағандар, гәзит-журнал уҡығандар, төрлө кисәләр ойошторғандар. Читальняның саңғылары ла булып, саңғы ярыштары ойошторолған. Избаға эскән килеш инеү түгел, унда тәмәке тартыу ҙа рөхсәт ителмәгән. Йәштәрҙең ял итеү, осрашыу урынынан, шулай итеп, таҙалыҡ, сафлыҡ бөркөлөп торған.

Беҙ, малайҙар, йәйҙәрен колхозға бесән эшләшә торғайныҡ. Атҡа һөрә егеп, күбә тарттырҙыҡ. Кәтип ағай Кәримов, Рәшит ағай Фәттәхов, Фыуат ағай Ҡаһарманов кеүек ауыл бәһлеүәндәре кәбән ҡойҙолар. Уларҙың бер күбә бесәнде берәгәй өс асалы ағас һәнәктәренә сәсеп алып кәбәнгә ырғытыуҙары әле һаман күҙ алдымда тора. Кем нисектер, әммә мин шул ағайҙарға оҡшарға тырыштым һуңынан ғүмерем буйына. Балдыҙҙарым, ҡустылар кәбән һалышырға, бигерәк тә уны ослау эшенә тик мине йөрөттөләр. Юғарыла иҫкә алынған ағайҙар һеңереп ҡалдырҙы миңә был эштең тәртибен.

Кәтип ағай тимерлектә лә эшләне. Был эшкә лә көс, таһыл талап ителә. Һуңыраҡ ул колхозға, ә 1960 йылда колхоз «Байрамғол» совхозына ҡушылғас, - совхозға төҙөлөш эштәре өсөн таш сығарҙы. Көндәлек ҡоралдары кәйлә, лом, кувалда. Кәрәкле күләмдә таш сығарып өлгөртөп тора ағай, алдынғы эшселәр иҫәбендә йөрөй. Сәлиха еңгә менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Фәсих, атаһына оҡшап, тырыш, һәр эште күңел биреп башҡарып өйрәнгән. Күп йылдар совхозда малсылыҡта бригадир булып эшләне, гелән маҡтаулы булды. Совхоздың данлыҡлы «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҫешенә өс тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен бағышланы. Хәҙер уның улдары бейеү сәнғәтенә үҙ өлөштәрен индерәләр. Ҡыҙҙары Миңьямал да тырыш булды. Медицина институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар Учалы санэпидемстанцияһында эшләне.

Әнғәм ағай Ғарипов /1927-2000/ - киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, бәхетен хеҙмәттә тапҡан быуын вәкиле. Бәләкәй буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, еңел һөйәкле аҡһаҡал йор һүҙлелеге, алсаҡлығы, хатта шалтырауыҡлылығы менән дә хәтерҙә ҡалған. Ғүмеренең күп өлөшөн комбайнда эшләп уҙғарҙы. Тырыш кеше ине, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, 3-сө дәрәжә Дан ордендары, байтаҡ миҙалдар менән наградланды. Ауылдың МТС заманынан хеҙмәт юлына баҫып, пенсияға сыҡҡансы ауыл хужалығына хеҙмәт итте.

Әнғәм ағай скрипкасы ла ине. Бер саҡ унан:

    - Ағай, Ғариповтар ниңә шулай бөтә музыканттар икән? – тип һорағайным
    - Мофассал ағай менән /минең атайымды иҫенә алды/ минең атайым ифрат дуҫ инеләр. Минең ҡарт һинең ҡартты ҡунаҡҡа саҡыра бер саҡ. Мофассал ағай скрипкала уйнай Әнғәм ағайым /ул саҡта уға ни бары 6 йәш самаһы/  бик килештереп көйгә тыпырҙатып бейей. Мофассал ағай ҡыуанысынан уға скрипкаһын тоттора.
    - Малайҙарың бейеүсе, музыкант булып үҫһен, Мөҙәрис ағай! – ти.
    - Улай булғас, Мофассал дуҫ, һиңә бер һарыҡ! – ти атайым. Шулай итеп, беҙҙең өйгә скрипка килеп инә. Ғаиләлә күмәк булып тупырҙашып үҫеп килгән малайҙарға музыкант булып китергә ана шул ваҡиға йоғонто яһай, күрәһең. Бынауы ике бармаҡты /ҡулын күрһәтте ағай/ өҙҙөргәнгә тиклем скрипкала мин дә уйнаным. Бәләкәйҙән әртис булып үҫтек инде.

Әйтмәксе, әртис булып, киноға төшөргә лә насип булды Әнғәм ағайға. «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Аҡбуҙат» нәфис фильмында Олатай ролен башҡарҙы. Был образ аша ышандырырлыҡ итеп тормошсан, ҡәҙимге ауыл ҡарттарының типик йөҙөн күрһәтә алды ул. Ауылыбыҙ аҡһаҡалы, хөрмәтле хеҙмәт ветераны Әнғәм ағай Ғарипов төп ролде башҡарған өсөн был фильм айырыуса беҙҙең күңелдәргә ятыш. Ғүмере буйы иген иккән кешелә актерлыҡ һәләте лә булған икән.

Атайым Ғибәҙәтов Мофасса Ғибәҙәт улы 20-се быуат таңында – 1900 йылда тыуып, 1957 йылда вафат булғанда миңә ни бары туғыҙ йәш тулғайны. Шул ваҡыттан алып Яйыҡтың күпме һыуы аҡты икән? 55 йыл ғүмер уҙып та киткән… Шулай ҙа атайымдың ҡыҫыҡ күҙҙәре, ауыҙынан төшмәгән төрөпкәһе әле һаман күҙ алдымда, шаян һүҙҙәре, ихлас көлөүҙәре, ул уйнаған ҡурай моңо ҡолаҡ төбөндә яңғыраған һымаҡ әле лә. Иң беренсе, ул – ҡурайсы ине. Үҙ заманында Тиләү башҡорттары араһында ҡурайсы данын йөрөткән. Ҡан-ҡәрҙәш барын-табын, күбәләк кешеләре лә уны ҡунаҡҡа саҡырып, ҡурайын тыңлаған. Оло быуын кешеләре әле лә атайымды оҫта ҡуллы, егәрле, музыкант, юморист кеше булды, тип иҫкә алалар.

Һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, саф күңелле, ауылдаштарына, коллегаларына, уҡыусыларына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо ул Янбаев Әғләм Ағҙам улы. Унан тәрбиә алыу, һуңынан мәктәптә бергә эшләү бәхете тейҙе миңә. Науырҙа ауылында тыуып үҫкән Әғләм Ағҙам улы хәҙер районыбыҙҙың Иманғол ауылында йәшәй. Бар ғүмерен, аҡылын, белемен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаны. Тик район мәктәптәрендә директор булып ҡына ла 25 йыл эшләгән.

Ғүмер юлдашы Ләлә Имам ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, аҡыллы балалар үҫтерҙеләр. Бер-береһенә таянышып, тормоштарын халыҡ мәғарифе эшенә бағышланылар. Күңел һалып, ҙур дәрт, теләк менән эшләне улар. Ләлә еңгәбеҙ намыҫлы хеҙмәте өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына, «Башҡорт АССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Янбаевтарҙың оло ҡыуаныстары – уларҙың балалары. Өлкән улдары Юлай Әғләм улы – Науырҙанан сыҡҡан тәүге фән докторы. Сибай ҡалаһында йәшәй. Илфат Янбаев «Яйыҡ» гәзитендә эшләй, журналист. Ҡыҙҙары Гөлназ, ата-әсәһе юлын ҡыуып, тормошон балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. «Ейән-ейәнсәрҙәреңде күреү – айырым оло бәхет. Уларҙы яратып йәшәп ятыуҙан да матур тормош юҡ», - тип ҡыуаныша хеҙмәт ветерандары.

Науырҙа мәктәбе музейында Ә.А.Янбаевтың ике дәфтәрҙән торған хәтирәләре һаҡлана.


2-се ҡушымта. “Яйыҡ” гәзитендә 2009 йылдың 11 авгусында баҫылған “Ике нәҫел йыйылды. Ҡаҙаҡтарҙың шәжәрә байрамына швейцарҙар һоҡланды”мәҡәләһенән өҙөк.

“Бер нәҫелдең йә ауыл вәкилдәренең шәжәрә байрамына йыйылыуы, шөкөр, ғәҙәти күренешкә әйләнеп килә. Июль аҙағында йәмле Яйыҡ буйында тоташ аймаҡ тоҡомдары йыйылып, туғанлыҡ нәҫелен барланы. Ҡаҙаҡтарҙың бөгөнгө көнгә иң олоһо – Янбаев Әғләм Ағзам улы менән Әсфиә Әбрәр ҡыҙы Хәлитова. Ҡаҙаҡтарҙың бөтә тармаҡтары тураһында мәғлүмәт, документ йыйыусы, иҫтәлектәр яҙыусылар – тап улар. Әле лә бер туған Бутбайҙың (Янбаевтар) һәм Дубанайҙың (Усмановтар) нәҫеле йыйылды. Тантанала ҡыҙыҡ факт билдәләнде, ике нәҫел ебенең дә иң йәш ир заты вәкилдәре Ильяс исемен йөрөтә, икеһе лә бер-береһенә йөҙҙәре менән дә, һомғол буйҙары менән дә оҡшаштар! Аҫаба ерҙәрҙе ҡарап, шәжәрә ебен һүткәндән һуң байрам ҡоро йыйылды. Дубанай олатай тоҡомдары бик яҡшы әҙерләнгән. Ҡаҙан элеп, һимеҙ һурпа бешергәндәр, тел йоторлоҡ былау ҙа әҙерләнгән. Ололар бер-береһен белһә, йәштәргә табын артында танышыу һәләк тә ҡулай булды. “Минең ниндәйҙер туған тура килә шикелле” тип йөрөгәнгә ҡарағанда, алыҫ булһа ла, ҡан затының кем икәнлеген теүәл белеүгә ни етә! Эт кенә затын танымай тигән әйтем юҡтан килеп сыҡмаған бит. Ә һуңынан матур концерт үтте, һәр кем, бер ҙә тартынып тормай, үҙ һәләтен күрһәтте, ә таланттар ҡаҙаҡтар араһында байтаҡ икән. Ҡурай, баян моңдары йәшел сәхрә өҫтөндә иркен яңғыраны, студент Заһир Әлхәмовтың, бер туған Әлфиә һәм Ильяс Усмановтарҙың бейеүҙәре алҡыштарға күмелде. Ә инде Әсфиә Әбрәр ҡыҙының 6 йәшлек ейәнсәре Алтынҡай сибәркәй йырлағанда тамашасыларҙың күңелдәре тулышып китте. Был тапҡыр тотош аймаҡтың ике нәҫеле йыйылды. Киләсәктә, Хоҙай бойорһа, тарихты ентекләберәк белеп, бөтә аймаҡ тоҡомдарын йыйып, ҙур шәжәрә байрамы ойоштороу тураһында һүҙ ҡуйышылды. Ниндәй ауыр, йот-бола йылдарында ата-бабаларыбыҙ бер-береһенә иң терәп нәҫелде һаҡлап ҡала алған. Беҙгә ни, тыныс заман кешеләренә, тырым-тараҡай йәшәү уларҙың яҡты иҫтәләгенә хыянат булыр! Тутбайҙың нәҫеле профессор Юлай Янбаев байрамға коллегаларын, билдәле Швейцария ғалимы, ярты ғүмерен сәйәхәттәрҙә үткәргән доктор Герхард Айхенбергер һәм уның тормош иптәше Марианна ханымды саҡырғайны. Бик ихлас, рәхәтләнеп ҡунаҡ булып, йыр-моңға алҡышлап ултырҙылар. Айхенбергер әфәнденән тәьҫораттары тураһында һорашырға форсат тейҙе. -Ҡәҙерен белегеҙ! Бәхет мул һәм етеш тормоштан ғына ғибәрәт түгел бит ул. Беҙ ҙә уңайы сыҡҡанда яҡын туғандар йә дуҫ-иштәр бергә йыйылып алабыҙ. Әммә мәгәр һеҙҙәгесә нәҫелде барлау, төрлө-төрлө яҡҡа таралған ҡан ҡәрҙәштәрҙе туплау тураһында хыяллана ла алмайым. Төрлө быуын вәкилдәренә бер-береһе менән аңлашыуы ҡатмарлы. Ә бында балалар, йәштәр ҡыҙыҡһынып йөрөй! Барығыҙҙың да күңел йылыһы минең йөрәккә лә күсте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Әйткәндәй, Башҡортостан ғалимдары менән күптән инде тығыҙ бәйләнеш тотҡан Айхенбергер әфәнде ярым-шаярыу, ярым-етди рәүештә Ҡаҙаҡ аймағының почетлы ағзаһы итеп алынды. Оло ғалимдың был мәлдә күҙендә йәш күренде буғай, “...мин күктең етенсе ҡатында”,-тине ул. Ярар, бындай “ҡаҙаҡ!” өҫтәлеүгә бер ҙә ҡаршы түгелбеҙ! Ә Марианна ханым, Алмас Усмановтың баҡсаһында ғәжәп күренешкә таң ҡалып (алма ағасының бер ботағында емеше лә өлгөрөп килә, үҙе яңы ғына сәскә лә атҡан), риүәйәткә оҡшаш булған хәлде һөйләне: -Учалыға бер килгәндә туғайҙан үҫемлек орлоғо һалып алғайным ( ни икәнлегенә төшөнөп булманы, исемен аҙаҡ хәбәр итергә вәғәҙәләгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы килеүе булған – үлеп ҡуйған –Авт.) Швейцарияға ҡайтҡас, шуны ҡәҙерләп үҫтерә башланым. Үҫенте үтә сибек, бер ни ярҙам итмәй. Шул саҡ көтмәгәндә һыуытып, ер туңды. “Ҡунаҡ” тамам харап булды инде, тип ҡурҡтым. Ә ул, киреһенсә, рәхәтләнеп, сәскә атып үҫте лә китте. Бәлки, һеҙгә лә сәскә атыу өсөн башта “һалҡындарҙы”, ауыр һынауҙарҙы кисерергә кәрәк булғандыр? Бергә-бергә булған өсөн башҡорт халҡы бөтә һынауҙарҙы еңеп сыҡҡандыр! Ҡунаҡ һүҙҙәренә ни өҫтәйһең инде, ситтән килһә лә, шәжәрә байрамының төп асылын әйтте лә һалды!

                       Илфат Янбаев.

3-сө ҡушымта.

“Яйыҡ” гәзитендә 2004 йылдың 22 ғинуарында баҫылған “Серле “Комитет” мәҡәләһе.

“Нимәнән башланды һуң әле? Сағыу-ҡыҙыл төҫтәге ҡатырға киҫәгенән. Ленин башы төшкәйне, быныһы хәтергә ныҡ уйылған. Нимәлер яҙғандар, тик ул бәхетле мәлдә хәреф танырға өйрәнмәгәйнем әле шул. Серле ҡағыҙ күңелемдең өҫтөн аҫҡа килтерҙе, оҙон-оҙаҡ һуҙылған балалыҡ йылдарында үҫеш юлын билдәләүсе лә булғандыр. Яҙыласаҡ ваҡиғаларҙан һуң 15-20 йыл үткәс, комсомол конференцияһына делегат итеп һайланғанда ҡулыма мандат тотторҙолар. Ялтырауыҡ ҡағыҙҙы ҡапшап ҡарағас, башымда “ҡылт” итеп ҡалды:” Теге “документ” та мандат булған бит! Моғайын, атайым партияның ҡала комитеты конференцияһынан алып ҡайтҡан булғандыр…”

Илсе ауылында йәшәп ятҡан мәл. Кис. Атай “политучеба”ға киткән, нимә икәнен аңламаһаҡ та, серле исеме ихтирам уята. Ғөмүмән, “политучеба”, “педсовет”, “фронтальная проверка”, “бюро” тигән ғәләмәт һүҙҙәрҙе йыш ишетеп үҫтек. Өй эсендә йылы һәм яҡты, бер һүҙ менән – донъя түңәрәк. “Донъя түңәрәклеген” бар күңел менән бала саҡта ғына тойомлап булалыр – бер нимә борсомай, бер нимә өсөн хәүефләнмәйһең… Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл: әнейем уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшерә, йөҙө бер яҡтыра, бер етдиләнә. Мәктәпкә йөрөгән ағай-апайҙарға уҡыу еңел бирелмәй икән, тип һығымта яһап ҡуям. Диван өҫтөнә аяҡтарын бөкләп ултырып апайым китапҡа сумған, һүрәттәре юҡ, шуға ла шөғөлө артыҡ ҡыҙыҡһындырыуымды уята алмай. Мин, 6-7 йәшлек малай, Борман өҫтөндә эксперименттар үткәрәм. Борман тигәнебеҙ – көлһыу-һоро төҫтәге бесәй, сәйер ҡушаматы шул саҡтарҙа күрһәтелә башлаған “Семнадцать мгновений весны” телесериалы йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килде. Ҡыҙыҡ, эйәк аҫтынан ҡытыҡлаһаң, Борман муйынын алға һона, рәхәтләнә. Ә бына танауына өргәнде яратмай икән. Маңлайына сирткәнде лә оҡшатманы, йөҙөн йыйырҙы. Диуана! Мин бит ауырттырмай ғына тейәм. Шул саҡ төпкө бүлмәнән күҙҙәре баҙлап ағайым килеп сыҡты. Һуп бармағын ирендәренә килтереп “Тс-с-с” тине лә, әней менән апаә яҡҡа ымланы. Аңланым, ҡатын-ҡыҙ белмәҫкә тейеш ҡылыҡ ҡылынасаҡ. Төрлө шуҡлыҡ башҡарырға, ололарҙың сәсе үрә торолоҡ уйындар уйлап сығарырға ағайым һәр саҡ әүәҫ булды. Мәҫәлән, тере тараҡан ултыртып өй эсендә ракета осорорға (янғындан Хоҙай үҙе һаҡлағандыр!) башҡа кемдең башына килер ине? Ғалим буласағы алдан билдәле ине инде. Шуға ла, тағы берәй мәрәкә көтөп артынан эйәрҙем. Тик был тапҡырҙа юлбашсымдың йөҙө саманан тыш етди, хатта, ҡырыҫ ине. Нисектер сәйер тотона. Ишекте ныҡ итеп япты, тәҙрәгә күҙ һалды, йәнәһе, берәйһе күҙәтеп тормаймы. Һуңынан миңә һынаусыл ҡараш ташланы, беренсе тапҡыр күрә тиерһең! Тулҡынланыуҙан теҙ быуындарым ҡалтырай башланы. -Башта ант ит, бер кемгә лә һөйләмәҫкә һүҙ бир. Һөйләһәм, минең менән бер кем дә уйнамаһын, ҡыҙыҡай тип үсектерһендәр тип әйт! Һәр ысын малай өсөн ҡурҡыныс ошо вәғәҙәне әйттергәс, күпмелер ваҡыт тынып торҙо, йәнә тәҙрә артына күҙ һалды һәм ҡалтыранған ҡулдарыма үрҙә иҫкә алынған ҡыҙыл ҡағыҙ тотторҙо: -Бына һиңә документ! Минең ҡусты булған өсөн генә үҙеңде “комитет”ҡа алырға рөхсәт иттеләр. Оҙаҡ инәлергә тура килде инде… -Ағай, комитет нимә була ул? -Тс-с-с, башҡа бер тапҡыр ҙа был һүҙҙе ҡабатлама! Дошмандар ишетеп ҡалһа! “К” тип кенә әйт, аңламаһындар. Ниндәйҙер билдәһеҙ дошмандарҙан бер аҙ ҡурҡа төштөм, шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырышам. -Ә “К” нимә була, ағай, тиҙерәк әйт инде!

Башланды хикәйәт. Баҡһаң, ауылыбыҙҙан күгәреп күренгән Ирәндек ябай тау түгел икән, эсендә мәмерйәләр өңөлгән. Һәм унда малайҙар өсөн ожмах, ошо хөрриәт “комитет” тип атала икән. Бер бүлмә әфлисун, туңдырма, колбаса, торт һәм башҡа тәм-том менән шығырым тулған. -Ағай, ағаә, ә мин торттың өҫтөн яратмайым! -Аҫтын ғына ашарһың, табын өҫтәле янында ялсылар тора, кемгә оҡшамай, тортының майын ҡырҡып алып ташлайҙар. Икенсе бүлмәлә өй хәтлем ҙур телевизор тора икән. Иртәнән төнгә тиклем мультфильм күрһәтәләр. Ул заманаларҙа телевидение аҙнаһына күп тигәндә 2-3 йәнһүрәт бирә ине бит, көнө буйы әкиәт ҡарау мөмкинлеге тамам аптыратты. Өсөнсө бүлмәлә - бәләкәй булһа ла, ысын автомо¬билдәр, өҫтөнә ултырып осорлоҡ самолеттар, велоси¬педтар. - Өс тәгәрмәслеләре бармы? - «Комитет» бәпәйҙәр әсән түгел! - Мин бит ике тәгәрмәсленән йығылам... - Ярар, командир менән һөйләшермен, йығылмай торғанын бирерҙәр. Ә дүртенсе бүлмәлә ысын ҡорал һаҡлайҙар икән. Хатта танк та бар, тик унда йөрөргә ҙур малайҙарға ғына рөхсәт ителә. - Ағай, минең автоматтан атырға… ялҡау килә. Атай мылтыҡтан атып күрһәткәндә лә тауышы оҡшамағай¬ны, ҡолаҡ ярыла яҙҙы... - Ҡурҡаҡ! Ярар, һиңә шым ғына атҡан автомат та¬бып бирерҙәр. һәм бындай бүлмәләрҙең «Комитет»та осо-ҡырыйы күренмәй икән. Нимә тураһында ғына һораһаң да, йомарт ағайым: «Эйе, ул да бар» тип баш һелкә лә, тәфсирләп һөйләп алып китә. Төнгә тиклем мөғжизәле хикәйәт тыңланым. Йоҡларға һалғас та, бәхетемә сыҙаша алмай оҙаҡ иләүрәп яттым. Күҙҙе саҡ ҡына йомһаң, алға футбол тубы ҙурлығында әфлисундар, төҫлө тере һүрәтле әкиәт китаптары, һөйләшә белгән уйынсыҡ айыуҙар килеп баҫа... Йоҡонан тороу менән ағайыма уҡталдым: Әйҙә сәй эсәйек тә, коми... «К»ға киттек! ... Комитет тигәнен өндә күрергә насип булманы. Тиҫтәләрсә тапҡыр урманға сыҡтыҡ, әммә тылсымлы мәмерйәләргә алып барған тоннель ишегенә еттек кенә тигәндә, гел генә «анархистар» ҡамасаулай ҙа ҡуя. Анархистар - насар малайҙар, үҙҙәрен комитетҡа индермәгән өсөн үс тотоп йөрөүсе ойошма ағзалары. Дөрөҫ, уларҙың үҙҙәрен күрмәнем, әммә урман ту¬лылар ине бит! Шырлыҡ буйлап килгәндә ағайым ҡыпа туҡтай ҙа, ниндәйҙер ҡошсоҡтоң сырҡылдауын диҡҡәт менән тыңларға тотона: «Был ҡош түгел. Беҙҙең разведчик шулай итеп сигнал бирә. Китегеҙ, ти, хәҙер бында һуғыш була, анархистар күберәк булһа ла, беҙ¬ҙекеләр көслөрәк. Ҡурҡмаһаң, әйҙә ҡарап торайыҡ. Үҙебеҙҙе лә туҡмап ташламаһалар инде...». Әлбиттә, тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡайғыртам, ярар, комитетҡа икенсе тапҡыр барырбыҙ. Шулай ҙа бер тапҡыр тере «анархисты» күрергә лә насип булды. Ағайым менән саңғы ярышын ҡарарға барғанбыҙ. Иң алда ҙур кәүҙәле, асыҡ матур йөҙлө егет килә. Ағайым: «Был беҙҙең командир! Хәтерләп ҡуй, Комитетҡа барғас осрашырһығыҙ», - тип шыбырланы. Йоторҙай итеп тек¬сәйгәнмендер инде, беҙҙең яндан елдереп үткәндә теге егет йылмайғандай булды. «Мине күрҙе! Таныйҙыр инде, оҡшағанмындыр инде!»- тип ғорурлыҡтан саҡ шартламаным. Ә иң артта һөйрәлеп килгән саңғысыға ағайым мыҫҡыллы ғына ҡараны ла: «Ә был анархис¬тарҙың командиры. Бахыр, саңғыла ла йөрөй белмәй!»-тип белдерҙе. Дошманға йоҙороҡ күрһәтергә ҡыйма¬ным, бейәләй эсендә генә усты йомарланым һәм, был аҙ булып күренгәс, анархист яғына ҡурҡа-ҡурҡа ғына төкөрөп ҡуйҙым. Ғөмүмән, Комитеттың ысынбарлыҡта барлығына аҙ ғына ла шикләнмәнем. Бик йыш ҡапҡа алдына сығып мәғрүр Ирәндеккә ҡарап торор булдым. Кистәрен, бер кем ишетмәгәндә, ағайым менән Комитет тураһында хыялланабыҙ. Унда ҡыҙҙарҙы индермәйҙәр, тигәнгә башта ныҡ шатландым, һуңынан борсола башланым - яратҡан апайым ошондай ҙур бәхеттән ҡоро ҡаласаҡ бит. Йомарт ағайым, ҡайғырма, беҙ уға күп итеп күстәнәс килтерер¬беҙ, тип тынысландырҙы. Ҡыҙыҡһыныу саҡ ҡына кәмей башлаһа, ағайым бик оҫта ғына утҡа ҡоро утын өҫтәй бара. Шулай, мәктәп ихатаһында уйнап йөрөйбөҙ. Йы¬лылыҡ селтәрҙәренең ер аҫтындағы торбаларына төшкән люкка тап булдыҡ. Нимә икәнлеген хәҙер генә аңлайым, ә ул саҡ кирбестән һалынған, төшөр әсән махсус ҡулайламалар беркетелгән өң бик серле булып күренде. - Нимә икәнен беләһеңме? - Бәлки шпиондарҙың штабылыр? Әйҙә Сәйеф ағайҙы (участка милиционеры, беҙҙең зат, ысын пистолеты бул¬ғас, үҙен ныҡ ихтирам иттек) саҡырайыҡ! - Был бит Комитетҡа алып барған юл. - Ирәндеккә йыраҡ та һа, шул ҡәҙәр араны ер аҫтынан барырғамы?

- Ә баҫҡыс буйлап аҫҡа төшәң дә, бер тишеккә шы¬уышып керһәң, унда автомобиль тора.

- Эх, машинаны йөрөтә белмәйбеҙ шул... - Белеү ҙә кәрәкмәй. Ике кешелек кенә уйынсыҡ машина бит ул, оҙон-оҙон резинка бәйләнгән, икен¬се осо Комитетҡа беркетелгән. Бер кнопкаға баҫһаң, резинка үҙе тартып ала. Рогатка кеүегерәк була инде. - Әйҙә киттек!!! - Машина әле буш түгел, командирыбыҙ киткән. - Ҡасан килә?! - Тс-с-с, был бит сер. Ҡасан ярай икәнен үҙҙәре әйтерҙәр.

                        Байрам көтөү байрамы

Бер аҙ үҫеп, мәктәп мәшәҡәттәренә сумғас, Коми¬тет йондоҙо яҡтылығы яйлап-яйлап һүрелде. Алмашҡа «индеецтар дәүере» килде, ләкин быныһы бөтөнләй башҡа тарих. Фазыл Искәндәр атлы яҙыусының «Байрам көтөү байрамы» тигән төшөнсәһе бар, йәғни байрамдың үҙенә ҡарағанда (үтә лә китә, өмөттәр аҡланмай һәм башҡа) уны көтөү ваҡыты күпкә ҡыуаныслыраҡ. Ир¬әндек мәмерйәләрен өндә күрмәнем, ләкин хыялда¬рҙа арҡырынан-буйына гиҙҙем. Бөгөнгө көн күҙле¬генән ҡараһам, ысын булған һәм фараз ителгән ваҡи¬ғалар араһында үҙем өсөн әллә ни айырма юҡ, тегеләре лә, былары ла артта ҡалған. Киреһенсә, уйҙырма¬лар хәтергә нығыраҡ уйылған. Шуға ла оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған сабыйлыҡ йылдарында яҡты әкиәт бүләк иткәне әсән ағайыма һаман рәхмәт хистәре кисерәм. Хәҙер үҫтек, аҡылландыҡ, өн менән хыял араһына сик ҡуйырға өйрәндек. Был беҙҙе Комитет менән һаташҡан мәлдән бәхетлерәк иттеме? Юҡ. Бер боро¬нғо дини китапта иҫкәртелгән бит: «Аҡыл-ғилемең артҡан һайын хәсрәтең дә артыр». Ағайымдың донъяһы әлеге ололар донъяһынан сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә йылыраҡ, яҡтыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк ине. Яңылыш¬тан берәй саҡ Нобель премияһы тапшырһалар ҙа, ҡулға «документ» алғандағы шатлыҡты тойоп булмаясаҡ. Комитет - юғалтылған ожмах... Күптән инде үҙем дә атай булдым. Йәш быуын менән йыш аралашырға тура килә - балаларҙың дуҫ¬тары, класташтары йортобоҙ тупһаһына саң төшөргә ирек бирмәй. Асылып һөйләшә башлаһалар, тыңлап ултырыуы кинәнес. Береһе: «Урамда мең, юҡ, ун мең һум таптым», - тип белдерә, икенсеһе: «Өйөмдә суперкомпьютер тора», - тип маҡтана, ә өсөнсөһө, бәләкәй генә малай, үҙенән өс башҡа бейек хулиган¬ды туҡмаған... Берәйһе булһа, алдашма, алдашыу на¬сар була, тип өгөт-нәсихәт уҡырға тотонор ине, ә мин «ҡарт комитетсы» булараҡ, һүҙҙәрен ҡеүәтләйем, фан¬тазиялары иркенләп йәйелгәнен ихлас күңелдән күҙәтәм. Был алдашыу түгел, бәләкәй кешекәйҙәрҙең аң ҡеүәһе үҫешеү юлы. Насар кеше булмаясаҡтар. Юғиһә, башын ерҙән күтәрә белмәгән, ҡул менән ҡапшап ҡарарлыҡ ысынбарлыҡҡа ғына таянып йәшәгән әҙәмдең тормошо үтә күңелһеҙ була бит. Төптән ҡараһаң, тап хыяллана белеү кешене башҡа йән эйәләренән айыралыр...

                                         Ильфат Янбаев” 



4-се ҡушымта

“Яйыҡ” гәзитендә 2004 йылдың 1 июлендә баҫылған “Валлаһи, пемикан тәмлерәк ине”мәҡәләһе.

“Үткән быуаттың 70-се йылдарында “индеец” темаһы кинопрокатта бик популяр булып китте. Ололар нисектер, беҙ, бала-саға, беренсе күреүҙән ғорур һуғышсыларға ғашиҡ булдыҡ. Тәбиғи, был мөхәббәт бөтә уйындарыбыҙға үтеп инде, “индеец эпопеяһы” кәмендә 2-3 йыл һуҙылғандыр. Ошо хаҡта был яҙмам, уйын сиктәрен үтеп киткән “өйәнәк” тураһында.
                  Әллә “сиу”, әллә “апачи” ҡәбидәһендә

Индеецтарҙың ниндәй ҡәбиләһендә итеп хис итеүебеҙҙе аныҡ әйтә алмайым. Клубҡа яңы фильм килтерелгән, яңы китап ҡулға төшкән һайын ҡәбиләбеҙҙең исеме үҙгәреп торҙо: сиу, апачтар, делаварҙар...береһенән-береһе әйбәтерәк бит! Үҙебеҙҙең ҡушаматтар ғына даими ҡалды, әле булһа ҡолағымды наҙлап яңғырайҙар – Виннету,Чинганчгук, Ацеола һәм башҡа. Һәр кем үҙенә исемде үҙе һайлай, әммә ҡәбилә юлбашсыһы (“вождь”), йәғни ағайым, мотлаҡ рәүештә раҫларға тейеш. Башта индеецтар кеүек, һунарҙа ниндәй йәнлекте үлтереүенә ҡарап ҡушамат алырға килешкәйнек. Илсе ауылы янында бизондар һәм гризли-айыуҙар бик һирәк осрағас, был алымдан баш тартырға тура килде. Индеецтарҙың торлағын (вигвам йә типи тип атала) ҡороу әллә ни ҡатмарлы түгел. Ихатала йә баҡсала 4-5 ҡолғаны бер-беренә бәйләп баҫтыраһың да, иҫке балаҫ менән ябаһың, картуф ҡабағы ла бата. Типи эсендә усаҡ яғыу иң оло ләззәт булғандыр. Тик бына атайыбыҙ, янғын сығараһығыҙ, тип бер тапҡыр ҡаты иҫкәртеп ҡуйғас, башҡа былай ҡыланманыҡ. Ауылда бер юлы 4-5 өй яныу фажиғәһе лә хәтеребеҙҙә һаҡлана ине. Кинола күргәнсә, кеше язалай торған махсус баған да ҡаҙып ултыртҡайныҡ, ғүмере оҙон булманы, утынға быстылар. Ысын индеец ашамлыҡтарын ҡыш көнө генә ауыҙ итергә тура килә. Ул да булһа “пемикан” – туңған итте бысҡанда ҡойолған онтаҡ һәм “строганина” –туңған һыйыр ботонан йоҡа ғына итеп киҫелгән ҡатлам. Ҡыҫҡаһы, әллә ул саҡ тәбиғәт таҙараҡ булған, әллә балалыҡ менән үтеп киткән, әммә байтаҡ ҡына сей ит ашап та, бер ни булманы, хатта боҙло иттән тамаҡҡа ла һыуыҡ теймәй торғайны. Көндәлек уйындарҙа, һунарҙа индеец кейеме кей¬елмәне ( юғиһә, малайҙар былай ҙа үсекләшә башла¬ғайны), әтәс йә ҡарға ҡаурыйҙарынан әтмәләнгән башлыҡ менән генә сикләндек. Ә мәктәптәге Яңы йыл мас¬карадына һөйөклө индеец ҡиәфәтендә барһаң, бер кем бер ни әйтмәй. Тик бына был костюмды кейеүем беренсе һәм һуңғы та¬пкыр булды. Ололарҙың мәғәнәһеҙлеге сәбәп булды инде... Беҙҙең һүрәттәр һәм ин¬струкциялар буйынса әнейем Америкалағы моги¬кандар көнләшеүҙән шартларлык кейем тегеп бирҙе. Бер генә проблема: ысын индеецтар оҙон сәс йөрөтә, ә минең таҡыр башымда ҡояш ялтырай. Атай әмәлен тапты, эшләпәһенең ситтәрен ҡырҡты ла, ат ҡойрйғон түпәгә беркетеп парик те¬геп бирҙе. Мәктәпкә килгәндә ғорурлыҡтан шартлар сиккә еткәйнем. Туйғансы маһайып йөрөп тә өлгөрмәнем, яныма пионер вожатыйы килде : - О-о! Илфат индеец бу¬лған. - Мин Ацеола! - Сәс тә ҡуйғанһың икән. Ҡайҙа, ҡайҙа, яҡшы¬лап ҡарайым. Шул саҡ танауын йый¬ырҙы ла, күтәренке кәйеф¬те селпәрәмә килтергән тоҙһоҙ хәбәрен ыскынды¬рҙы: -Паригыңдан ат һыҡраһы еҫе аңҡый! Яҡында торған кыҙҙар «пырх” итеп көлөп ебәрҙе... «Аңра катын, кайҙа һинең кеүек диуанаға индеец хәтлем индеецтарҙы аңла¬рға!» - тип ҡысҡыраһы, уҡтан атып йығаһы килде. Миндә байрам ҡайғыһы осто, шым ғына ҡайтып киттем. Ҡат-ҡат башлыҡты еҫкәп ҡараным, юҡ, бер ниндәй еҫ сыҡмай! Быныһы инде «ат һыҡраһы буйынса белгестең» намыҫында ҡалһын...

                                            Ҡорал

Ҡорал хикәйәттә төп урынды биләй. Ағайым ҡорал оҫтаһына әйләнмәһә, индеец дәүе¬ре былай оҙаҡҡа һуҙылмаҫ та ине: уҡ-һаҙаҡ камилла¬шҡан һайын уйынға йән инә барҙы бит. Ян. Йәйә тиергә тел әйләнмәй. Тап ян һүҙе менән фамилиябыҙ бер тамырҙан булыуы бала са¬ҡтан күңелдәребеҙҙе йы¬лыта. Малайҙар ғәҙәттә та¬яҡты уртаға бөгөп бәйләй ҙә, шуның менән вәссәләм. Бер туҡтауһыҙ эксперименттар үткәрә торғас, ағайым тарихи ки-ноларҙағы һымаҡ 2 бөгөлмәлене яһарға өйрәнде. Бик йыраҡ ата ине. Тәжрибәләр туҡтама¬ны: ағасҡа, мәҫәлән, ҡағыҙ елеме һөртһәң, нисек була икән тип һынап ҡараныҡ, төрлө ағас сыбыҡтарын (бүре емеше, ирга, балан һ.б.) ҡушып бәйләп тә ян бөктөк. Муйылдан да яҡшыраҡ вариант табылма¬ны, ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына уға өҫтөнлөк бирмәгән икән. Кереш. Ябай еп үрелде, һуңынан комбайн шкивта¬рынан шибә һүтеп алырға өйрәндек. Тарихи тоғроло¬ҡто һаҡлау, был осраҡта кереш өсөн мал тарамышын ҡулланыу, ниәттән ары китмәне., Уҡ өсөн иң кулайы -гөлйемеш. Төҙ, ҡабығы еңел һыҙырыла, бер бәлә - ки¬ҫеп алғансы сәнскеләренә ҡул тырналып бөтә. Башаҡ. Ябай ҡалайҙы һанға һуҡманыҡ. Колхоз оҫтаханаһына барып, ағай¬ым үҙе генә таныған тимер табаҡ киҫәктәрен алып ҡайтабыҙ. Өсмөйөш итеп киҫә, конусҡа бөгәрләй, һуңынан сүкеп ике йә өс ҡыр яһай, уларын игәү менән үткерләй, һөҙөмтәлә ҡурҡ¬ыныс ҡорал барлыҡҡа килә. Нисә аҙымға атҡанын яҙып тормайым. Беренсенән, аралыҡты иҫәпләгәндә бер аҙымды икегә һанлау бул¬май ҡалмағандыр. Икен¬сенән, арттырып күрһәтеү теләгенән һаман арынып булмай... һәр хәлдә, ҡапҡа таҡтаһына атҡанда икенсе яҡтан башаҡ осо күренә ине. Индеецтарҙың башҡа коралы (томогавк, дротик) уҡ-һаҙаҡ кеүек ылыҡтыра алманы. Быға, әлбиттә, атайыбыҙҙың боронғо башҡорт уҡсылары тураһында хикәйәттәре булышлыҡ итте. Ҡоралға мөхәббәт ғүмерлеккә ҡала икән. Бер-нисә йыл элек ағайым Германияға командировкаға барғанда ниндәйҙер яңы пластик материалдан яһалған ян алып ҡайтты. Үҙебеҙ кеүек «индеец ене» ҡағылған немец ғалимы бүләк иткән. Атайыбыҙҙы күптән инде ҡартатай| дәрәжәһенә күсергәнде онотоп, рәхәтләнеп атыш¬тыҡ.

                                            Морж майы

Иманғолдан ике туған Шамил кунакка килгән. Кис өйҙә балалар үҙебеҙ генә ултырып ҡалдык. Әллә электр утын өҙҙөләр (әүәле был күренештәр саманан тыш йыш ине), әллә үҙебеҙ кыҙык күреп, шәм яндырып ултырабыҙ. Ҡараңғылыкты ситкә этәргән, тирә-: йүнде сихри төҫтәргә мансыған ут ялҡынына карап тороу үҙе бер кинәнес. Тилберҙәгән яҡтылыҡ аҫтында индеецтар тураһында һөйләшәбеҙ. Шул саҡ үҙем дә һиҙмәҫтән һорай ҡуйҙым: - Ағай, шәмде нимәнән яһайҙар? - Кит йә морж майынан. Ә беләһегеҙме, эскимостар... - Ә эскимостар кем була? - Беҙҙең индеецтар кеүек батыр кешеләр, һүҙемде бүлмәй тор! Эскимостар кул-биттәренә морж майы һөртә лә, 40 градуслык һыуыҡта ла өшөмәй, көнө буйы урамда йөрөйҙәр.

Ҡунаҡтың күҙҙәре баҙлап китте: «Әйҙә беҙ ҙә шулай эшләйек». Элек ҡыштар күпкә һыуығырак ине бит. Ағайым һәм Шамил шәм буйлап ағып төшкән шыйыҡса менән

ыуынырға тотондолар. Ҡулдары бешә, устарына өрөп-өрөп алалар, бер аҙҙан ауыҙ-морондары ялтырай |башланы. Мин был ҡылыҡтан ситтә ҡалдым. Юҡ, заман шәмдәре морж майынан түгел, парафиндан яһалғанын ул саҡ белмәй инем әле, дөрөҫөн әйткәндә, ҡулды бешереүҙән ҡурҡтым. Ағайҙарҙың миңә йәлләп ҡарағандары хәтергә ныҡ уйылды... Биттәренә һөртөлгән парафин ҡатып куба башлағас, Шамил бер аҙ шөбһәләнде. Ағайым тынысландырҙы, йәнәһе, өшөттөрмәй торған матдәләр һеңеп өлгөрә, артығы ғына ҡойола. ... Әллә ысынлап та «морж майы» ярҙам итте инде – ағайыма әле лә ҡышҡы урманда төн үткәреү бер ни тормай. Бала-сакта уҡыған китаптарҙағы һымаҡ уратып усактар яға, уртаһына ҡарағай ботактары өйөп өҫтөндә рәхәтләнеп йоклай. Брр-р-р!

                             Ҡасҡын тотоу

Үҙ-ара һөйләшкәнде балалар белмәй ҡала тип, ололар төптө яңылыша. Ғәҙәттә «разведка» бик яҡшы эшләй. Шулай, бер көн беҙҙең йортта йәшәгән участка милиционерын ҡайҙалыр ашығыс саҡырттылар. Милиционер хәтлем милиционер булып эшләгән Сәйеф ағай менән бәйле бер нәмә лә иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалмай. Был тапҡырҙа ла, ололар янында урала торғас, шаҡ ҡатырғыс |яңылыкка хәбәрҙар булдыҡ: төрмәнән бандиттар ҡасҡан, ҡасҡындарҙың беҙҙең тарафтарға ла килеп сығыуы ихтимал. Ашығып беҙ ҙә урманға йыйына башланыҡ, ми¬лициянан алда өлгөрөргә кәрәк бит! Хәйер, ҡеүәтле арсенал һәр саҡ ҡул аҫтында. Тик был ғына аҙ булып күренде. Әнейебеҙ һәр саҡ тараҡан ағыуынан ҡурҡыта ине, яңылыштан теймәһендәр тип урынын да күрһәтеп ҡуйғайны. Ҡасҡындарға һунар хөрмәтенә тыйыуҙы инҡар итергә тура кил¬де, уҡ башаҡтарын тараҡан дары¬уына мансыныҡ. Индеецтар шулай иткән бит! Дөрөҫөн генә әйтһәк, бандиттарҙы тотоу әллә ни ҡатмарлы эш .булып күренмәне, беҙҙең уҡ-һаҙаҡты, ҡырыҫ йөҙҙәрҙе күреү менән ҡойолоп төшөргә тейештәр ине улар. Эре аҙым менән баҫҡан ағайымдың артынан йүгерә-атлап барғанда күҙ алдына килтерәм: бына мин, башағына тиклем тартҡан уҡ тоҫҡап һаҡал-мыйыҡ баҫҡан башкиҫәрҙәрҙе ауыл буйлап алып барам. Урамда иҫтәре киткән халыҡтың «... был малайҙар милицияны ла уҙҙырҙы бит», - тип һөйләшкәндәре ҡолаҡҡа салына. Ғорур ҡиәфәт һаҡлап, ишетмәмеш булам. Бандиттарҙы Сәйеф ағайға тапшырғас, теш араһынан сыртлатып төкөрәм дә, мотлаҡ «Бледнолицые собаки»,- тип әйтергә тейешмен. Ни аңлатҡанын белмәйем, әммә бигерәк матур, егеттәрсә яңғырай бит! һөйөклө индеецтар тураһында кино ҡарағанда ошо һүҙҙәргә беренсе ишетеүҙән ғашиҡ булдым...

Бәхетебеҙгә ҡаршы, алам-һалам кейгән, ҡулдарына ҙур кәкре бысаҡ тотҡан кешеләрҙе (бандиттарҙы шулай күҙаллайбыҙ) тап итмәнек. Хәҙер уйлап ҡуям – ярай ҙа таныш булмаған көтөүсе йә урмансы осрамаған, «арестовать» итергә булып китһәк...

һайыҫҡан шыҡырҙауына ҡолаҡ һалып (йәнәһе, сит кешене белдерергә тейештәр), үлән араһынан эҙ эҙләп (урман буйлап үткән кешенең юлын табыу китапта ғына анһат икән!) байтаҡ йөрөнөк. Ныҡ арығанмындыр, һәр хәлдә, ошо мәлдән ауыр милиционер һәнәренә ихтирам ныҡ көсәйҙе. Бандит эҙләү анһат түгел икән!

                                 ==Эпилог урынына==

Заман ата-әсәләре балаларга саманан тыш мыжып барыусан. Йыш шаһит булам, мәҫәлән, сабый салбарын йыртһа, ваҡ ваҡиға оло фажиғәгә әйләнә. Беҙҙекеләр бик туҙемле булған икән. Хәҙер генә был хаҡта уйлайым. Илселәге йортобоҙҙоң ишеге уҡ атыуҙан, һөңгө сөйөуҙән тетелеп бөткән ине бит. Вигвам эсенә таҙа мендәр-юрған сығарыуҙан да тартынманыҡ,, ҡара ер өҫтөндә ул ниндәй хәлгә килгәндәр ҙә, һуңынан йыуыу осон купме көс кәрәк булғандыр инде. «Коротҡослок» та булманы тугел: атайымдың толобон гризли-айыу тип хис итеп, уҡтан атып иләк хәленә килтергәйнек. Йә картуф баҡсаһында шыуышып «разведкаға» йөрөгәндән һуң ул аҙаҡ нисек уҫкәндер, хәҙер уҙебеҙ тауыҡ инһә лә, ҡыуып сығарырға ашығабыҙ. Яңынан-яңы ҡәбилә ағзалары йорт һәм ихата эсендә мыжғып тороуы тураһында әйтеп тораһы тугел. Ә бит заман ата-әсәләренең купселеге балалары янына иптәштәре килгәнде ярат¬май. Бар донъяны онотоп, бөтә куңелең менән бирелеп уйнаған мәл бер ваҡыт ҡына була икән шул. Хәҙер бына миңә лә ябай билмән сей «пемикан”дан тәмлерәк, йылы ҡала фатиры вигвамдан уңайлыраҡ булып куренә, һунарға сығырға ла ирендерә... 25-30 йыл элек шул хәбәрҙе әйтһәләр, валлаһи, ышанмаҫ инем!” Илфат ЯНБАЕВ.