Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ
Ҡатын-ҡыҙҙың эштәре,
Шул тиклем дә күп хәстәре –
Нисек етә көстәре!
Көнө буйы аяҡ өҫтө,
Эшемдең юҡ аҙағы.
Мин ҡаҙанымда ҡайнайым-
Һәр кемдең үҙ ҡаҙаны.
Ни тиклем эшләгән эшең
Ауырыраҡ, күберәк,
Шул тиклем һинең ҡаҙаның,
Тәрәнерәк, киңерәк.
Һәр кем ҡаҙанды үҙенә
Хәленә ҡарап һайлай,
Иң талантлы, иң көслөләр
Ил ҡаҙанында ҡайнай.
Ерен һаҡлап,телен яҡлап,
Иң батырҙар көрәшә,
Ҡурҡытһа ла хаким, ҡанун,
Рәхмәт әйтер Ер-әсә.
Тарих ҡына әйтә алыр,
Кемдәр хаҡ, кемдәр нахаҡ.
…Мин дә ултырам бит әле
Ҡаҙандан шиғыр яһап…