Jump to content

Ҡаты ауырығанда. Баязит Бикбай

From Wikisource

автор Автор:Баязит Бикбай (1909—1968)
Ижад итеү ваҡыты: 1957. Сығанаҡ: "Һәнәк", 2009 й., №1


Ҡаты ауырығанда


Ҡаты ауырығанда
Салғылы шыр һөйәк ҡарсыҡ
Яҡында ғына йөрөй,
Бала алдашҡан шикелле,
Күрмәгән була юрый...

Әллә ялыныр ти микән?
Бик иҫем китте бына:
Йәшәр өсөн тыуған кеше –
Үлер өсөн дә тыуа.

Намыҫлы үтелде ғүмер,
Эшләнде эшләйһе эш,
Илап донъяға килеүсе
Көлөп китергә тейеш.

Ауырлыктар ҙа күрелде,
Биҙмәнем тик донъянан,
Мин ерҙе һөйөп туйманым,
Шуны ғына ҡыҙғанам!


1957