Jump to content

Ҡаты-ҡото(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Ҡаты-ҡото (әкиәт)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡаты-ҡото


 
 Борон бер ҡарт ағас әҙерләп кәсеп итә торған булған. Бына бер көндө ҡала баҙарына барырға кәрәк булған. Үҙе ауырып торғас, ауылдаштарына эйәртеп улын ебәргән. Китер саҡта:
— Икмәгеңде ашағанда ҡаты-ҡотоларын ташлама, миңә алып ҡайт, — тип ҡалған.
— Ярай, атай, — тигән улы.
— Бына һиңә бер тоҡсай. Кеше ташлаһа ла, ҡаты-ҡотоно йыйып бар, — ти атаһы.
Икмәк мул саҡта тегенең юлдаштары ҡаты- ҡотоно ташлай баралар, ти. Теге малай:
— Атайым алып ҡайтырға ҡушты, — ти ҙә тоғона тултыра, ти.
— Һинең атайың һаран шул, мә, алып ҡайт атаңа, — тип көләләр, ти.
Ырымбурға барып етеп, ағастарҙы һатҡас, ҡайтыу юлына сыҡҡандар. Ҡырпаҡ ҡар яуған ваҡыт. Ҡайҙа китһәң дә, ялан ер, кинәт кенә буран күтәрелә. Юл юғалған. Аҙашҡандар былар, ыҙа сигеп йөрөй торғас, бер кәбән янына килеп сыҡҡандар. Аттарын кәбәнгә ҡушып, үҙҙәре аптырашып ултыралар, ти.
— Ярар, аттарға ашарға булды булыуын, үҙебеҙ ни эшләрбеҙ икән? Нимә ашарбыҙ?
— Нимә ашайбыҙ тип ни, бына был малай, атаһына тип, ҡаты-ҡотоно йыйҙы бит, — тигән берәүһе.
— Юҡ, булмай, ағайҙар. Атайыма кәрәк ул. Бирмәйем, — тип әйтә, ти, малай. Һорана торғас, былар малайҙы күндереп, теге теләһә ҡалай ташлап барған ҡаты-ҡотоно ашап, тамаҡтарын туйҙырҙылар, ти.
Иртәгеһенә көн асылып киткәс, былар юл табып, ҡайтып киткәндәр. Ҡайтҡас, теге бабай:
— Йә, балам, ни хәлдә йөрөп ҡайттың? Мин әйткән ҡаты-ҡотоно алып ҡайттыңмы инде? — тип ҡаршы алған.
— Юҡ, атай, тоҡсайын ғына алып ҡайттым.
— Ни эшләп?
— Аҙаштыҡ та, кәбәнгә юлығып, шунда, асыҡҡас, йыйған ҡаты-ҡотоно ағайҙар менән бүлешеп ашаныҡ, — тип яуап биргән улы.
— Шулай, балам, дөрөҫ эшләгәнһең. Шундай көн килеп тыуһа, юлда ни булмаҫҡа мөмкин тип, мин һиңә ҡаты-ҡото йыйырға ҡуштым бит. Бик һәйбәт булған. Бынан былай юлға сыҡһаң, ҡаты- ҡотоно ташлама, — тигән, ти, атаһы.


1988 йыл