Jump to content

Ҡатын-ҡыҙҙар йәшен йәшерәләр…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Ҡатын-ҡыҙҙар йәшен йәшерәләр… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 28.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Ҡатын-ҡыҙҙар йәшен йәшерәләр…


      
Ҡатын-ҡыҙҙар йәшен йәшерәләр…
Әллә инде иҫәр мин генә?
Һәр йәшәлгән көнөм шатлыҡ миңә,
Ғорурланам һәр бер йәшемә.

Оялмайым үткән ғүмеремә,
Тура ҡарап ғорур әйтә (а)лам:
Үкенесһеҙ үтте был йылдарым,
Ғүмеремә үҙем һоҡланам!

Сал сәсемдән бер ҙә оялмайым,
Йыйырсыҡтар үҙе йәм генә,
Һәр миҙгелдең бит үҙ матурлығы-
Матурлыҡты күрә бел генә!

Көҙгө биҙәк сағыуыраҡ була,
Мин теләйем ҡышҡа етергә,
Эй, Хоҙайым, яҙһын, ғорурланып,
“Миңә-һикһән!”-тиеп әйтергә!


28.03.2014