Ҡатындар. Кесе Йыһан – Оло Йыһан. (Трилогия. Өсөнсө китап) Ғөлнур Яҡупова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

ҠАТЫНДАР. Трилогия. (Кесе Йыһан – Оло Йыһан. Өсөнсө китап.)
автор Гөлнур ЯҠУПОВА
Ижад итеү ваҡыты: 2007-2008. Нәшер ителгән: 2013 йыл. Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы, № 7-8


40[edit]

Интернетты тоҡандырып, «Класташтар» сайтын асһам, ят бер кеше, ниндәйҙер Иркен Янычаров, дуҫлыҡ тәҡдим итәсе? Фотоһын ҡуйған: ялпағыраҡ битле егет, ҡыҫҡа иттереп алынған сәсе терпе энәһеләй тырпайып тора һәм уға ҡырыҫыраҡ төҫ бирә. Күҙ ҡарашы әммә яғымлы. Ҡыҙыҡһыныуым ифрат көслө, әлбиттә: «Һеҙгә хәбәр итәһе бик мөһим һүҙем бар», – тигән дәһә, үҙенең электрон адресын яҙған. Тәҡдимен кире ҡаҡмауымды белдерҙем. Кем икән ул? Исем-фамилияһы башҡорттоҡо түгел. Тарихтан билдәле «янычар»ҙың мәғәнәһе «яңы сар», йәғни яңы ғәскәр икәнен, мейемдә тыумыштан хасил хәтер компьютеры иҫкәртә һалды. Шул арала Иркендән хат та килеп төштө. Бәс! Аптырауымдан ауыҙым асыла барып-асыла барып, яңаҡ һөйәгем сырт иткәс кенә ирендәремде ҡымтый һалдым.

Минең борон-борон заманда, уҙған быуатта – ВЛКСМ-дың 50 йыллығында, шешәгә һалып Күрәнлегә ағыҙып ебәргән сәләмемде алған даһа ул Иркен Янычаров. Төркмәнбашы тигән ҡалала, элекке Красноводскиҙа, йәшәй икән. «Кемеһенә кейәүгә сыҡтығыҙ: Кәбиргәме әллә Фатихҡамы? – тип белешкән (үҙем дә, күрәһең, хатымдың берәйһенә юлығырына бигүк ышанмағанмын, серемде сискәнмен). –...Шешәне ярҙағы ҡом араһынан табып алыуыма йылдан ашыу ваҡыт үтте, хәбәрләшергә форсат сыҡмай торҙо. Адресығыҙ, бәлки, элеккелер ҙә... сиктәр хәҙер шарран асыҡ түгел, беләһегеҙ. Бына, ниһайәт, интернет аша... Аманат бит! Ахырызаман етерҙән алда бурыстарҙы үтәп ҡалыу фарыз...» Ҡайһы ярҙарға ҡаҡлығып шаңдаулаған йәшлегем ауаздары! Һыу юлдары, ябай быяла шешәне ҡомартҡылай күреп һаҡлап, Күрәнле, Ағиҙел, Кама, Волга тулҡындарында бәүелтеп, диңгеҙ ҡосағына илтеп һалған.

Ә Красноводскиҙа булғайным мин, 1987-лә. Каспий диңгеҙенең көнсығышында ятҡан Төркмәнстандың ҡабырғаһына бүҫеп ингән ҡултыҡ ярында урынлашҡан ул гүзәл ҡала. Тәғәйен сәфәрем көнбайыш ярҙағы Баҡыға ине, шунан беҙҙе, бер төркөм туристарҙы, төркмән ерендәге «26 Баҡы комиссары» музейына экскурсияға алып барҙылар: алыҫ та түгел, был ике ҡаланы тоташтырған тимер юл паромына ултырҙыҡ та... Инглиз интервенттары менән эсерҙар ҡулға алып, диңгеҙ аша сығарып атҡан ҡыҙыл комиссарҙар хаҡында бик күп өҫтәмә мәғлүмәт алып ҡайттым уҡыусыларыма.

Һаман да күҙ алдында: ул төбәктең тупрағы ла, ҡомо ла ҡыҙғылт төҫтә, әйтерһең,ҡанға буталған. Буталғандыр ҙа шул! Аҡһаҡ Тимер-Тамерлан, Сыңғыҙхан... Тамерландың етмеш мең төркмәндең башын киҫеп, шул баштарҙан бурап манара һалыуы халыҡ хәтерендә тетрәндергес легенда булып ҡалған. Сүллектә, йәйге селлә 44-45 градусҡа еткәндә, ҡылыс һелтәп елгән һыбайлыларҙың мираж-сағымдарын күреүселәр бөгөн дә бар, ти.

Красноводск ҡултығының һыуҙары ла ҡояш яҡтыһында ҡып-ҡыҙыл булып күренә: уратып алған ҡырлас ҡаяларҙың ташы ҡыҙыл мәрмәргә тартым, шуның сағылышыр ҙа был. Граждандар һуғышында ҡойолған ҡандар ҙа йылға булып ошонда ағып төшкәнме?! Ҡыҙылдар, аҡтар, баҫмасылар, анауы инглиздар...

Хәтирәләремде ошонда тышап торҙом да тағы интернетҡа индем. Бөгөнгө Төркмәнбашын күргем килде. Күрҙем. «Бөтә донъя – үрмәксе ауы» тип юҡҡа атамағандар был вертуаль мөғжизәне, юҡтың үҙе юҡ унда – йылт итеп ҡаланың тарихи урындары ла, яңы архитектураһы ла килеп сыҡты. Кировҡа һәйкәл бар ине – урынында тора, таныш музейға ла теймәгәндәр. Заманса аэропорт таң ҡалдырҙы, ни тиһәң дә дүрт ил – Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Афғанстан һәм Иран менән сиктәш ҙур дәүләттең үҫешкән, нефть сәнәғәте менән йәшәгән ҡалаһы бит. География уҡытҡанғамы, донъя күрергә ынтылып торҙом, әле шуға үҙемде хуплап ултырам: форсаты барҙа әлдә мүкләнмәгәнмен, йөрөп ятҡанмын. Ошо халәттә зиһенемде, йәшен ҡамсыһылай, бер уй, дөрөҫөрәге, бер һүҙ телеп үтте: ахрызаман. Меңәр саҡрым араларҙа ятҡан төркмән иленән килеп инде лә был һүҙ һил генә көнөмә, тотош хәсиәтемде биләп алды. Раббым, инанам шуға: һинең ихтыярыңда барлыҡ яҙмыштар, улай ҙа – бирсе әҙәмдәреңә берәй ишара, Ҡиәмәт көнө етеп киләме ни?! Төпкө аңымдан шундуҡ яуап та килде, аҡыл менән намыҫ шелтәһе: күҙең бар – күр, ҡолағың бар – ишет, ғилемең бар – аңла! Әй, Аллам, әй, Рәхимем, күрәм шул, ишетәм, аңлайым шул... Ирекһеҙҙән, әлеге «үрмәксе ауы»на һорау элдем: «Ахрызаман хаҡында мәғлүмәт бир!» Бирҙе. Һыпырып уҡып сыҡтым. Беҙҙең эрағаса Америка ҡитғаһында йәшәп киткән Майя ҡәбиләһе индеецтарының ерҙә донъя бөтөүгә ишара биргән календары 2012 йылдың 21 декабре менән тамамлана икән. (Быйыл даһа? Ярабби!) Ацтектар, шумерҙар фаразы... Күрәҙәселәр, әүлиәләр... Нострадамус – уның, Ергә өс дәжжал киләсәк, тигәне бойомға ашып бөтөп бара, икәүһенең, Наполеон менән Гитлерҙың, килеп, золомдарын ҡылып китеүҙәренә тарих шаһит. Өсөнсө дәжжал да тыуған, ти…

Йәнә нимәләр? Әһә! Таптым бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Риттсшайг атлы немец ғалимы баяғы Майя ҡәбиләһенең 2156 алтын таҡтаға яҙылған тәғлимәте булғанлығын иҫбатлаған ҡулъяҙмаларына юлыҡҡан һәм был байлыҡтың (тәғлимәттең түгел) яҡынса 8 тонна тартырын иҫәпләп сығарған, хаҡын да самалаған: 290 миллион доллар тирәһе. Имеш, алтын таҡталар Майя цивилизацияһын һәләк иткән ер тетрәү ваҡытында Исабель тигән күл төбөнә батҡан. Әлеге көндә Риттсшайг әфәнде шул күлгә төшөп эҙләнеүҙәр үткәрергә спонсор хәстәрләү менән мәшғүл икән.

Донъяуи йүндә соҡсоноусы немец мине ҡәҙимге тормошома ҡайтарып ҡуйҙы. Ошо араларҙа башкөлләй сумған эшемде ташлап, фекеремде бутап ултырамсы. Бала сағымдан зиһенемә төйнәлә, бауырыма урала барған бәйәндәремде, яҙылғанын-яҙылмағанын барлап, осона сығырға ныҡышып ҡыялған сағым, ситкә ҡайырылырға ярамай.

Эйе, нәҫелемдә бөгөн иң өлкән кеше булараҡ, шәжәрә ағасын ҡарау, белгәнемсә йәнтөйәгем, Ватаным тарихын юллау, уға яҙмышым сәсмәүерен ҡушып үреү – тап минең бурысымдыр. Ҡартәсәйем Зирәк Рәйхананың үҙемә ҡарата «бәйәнсе» тигән төбәүе лә күңел түремдә генә. Туҡта, баяғы Иркен исемле уланға яуап ебәрәйемсе. Бәс, улан булмай, кем ул миңә, етмеште ҡыуған Нурия инәйгә?! Рәхмәт әйтеп, сәләм күндерҙем. Тормош юлдашымдың кем икәнен әйттем,ҡыҙыҡһынған бит. Үҙе хаҡында ла һораштым, әҙәп йөҙөнән. Һәм, топ-тойоҡтан,тағы бер серемде астым Иркенгә – яҙмышнамә яҙырға ниәт тотоуымды. Хәйерлегә булһын. Ике арала хәбәр ташыусы фәрештәнең осоп йөрөгән мәле булдымы, Иркен был юлы ла шунда уҡ яуап бирҙе: «Апа-жан, мин бында һөнәрем инженер-нефтяник булыу арҡаһында килеп юлыҡтым. Тыумышым менән Урал йылғаһы, ҡаҙаҡтар Жайыҡ тип тә әйтә, ярындағы Уральск ҡалаһынанмын. Башҡортмон. Олатайым немец пленынан азат ителгәс тә НКВД тырнағына эләккән дә һигеҙ йылға Ҡаҙағстанға шахта эшенә һөрөлгән. Тыуған иленә ҡайта алмаған, ҡаҙаҡ араһында башҡорт ҡыҙын табып өйләнгән. Мин инде - өсөнсө быуын, ҡаҙаҡлаштым ғына түгел урыҫлаштым да күпмелер. Әммә башҡортсаны олатайым онотторманы. «Һатлыҡ йән» мөһөрөнән ҡотолһам, ҡайтып урар инем атайсалыма, Йүрүҙән буйҙарына, ти торғайны. Көтөп ала алманы: 1998 йылда реабилитировать ителде… Ә яҙмышнамә – изге ниәт, атҡарып сыҡҡас, миңә лә уҡытмаҫһығыҙмы, апа-жан? Хуп? Көтәм! Хушығыҙ».

Ниәтемде атҡарырға көс-дарманым етерҙәй? Үҙ-үҙемде белә-белгәндән таныш бер халәткә инәм дә... Индем! Булмышыма баҡтым: унда сит күҙгә күрһәтмәй генә бәпләгән серле Йәнағасым үҫә, үҙем шулай атаным. Ундай ағас бер ҡайҙа ла, бер кемдә лә юҡ, сөнки уны тик мин, үҙ баҡсамда бар ҡылдым да йөрәгемде уға емшән иттем, ғүмер һутым менән һуғарҙым, күңел нурым һирпеп, яҡты һәм наҙ бирҙем. Йәнағасымдың тамырҙары нәҫелем, илем-халҡым ерлегенә олғашҡандыр, орлоҡтары – йәшәйештән йыйған аҡыл-фәһемдәремдер, япраҡтары – ҡатлы-ҡатлы яҙмыштарҙыр... Һәм мин уны көнгә сығарырға, сәскә-емештәрен донъяға күрһәтергә тейешмендер? Эйе. Йәшермәйем. Йәшерә алмайым – асылам.

...Төн. Хис-кисерештәр, хәтирәләр ҡосағындамын. Гүйә, мин бер ҡошмон – оя ҡорам, төрлө тарафтан йүрмә эҙләйем. Табылған һәр ниҙе теҙеп-бәйләп, күҙәүләп-һаплап, ҡанатым менән һылап-һыйпап ҡуям. Эйе, үҫмер саҡта ижад иткән «Зөлхизә вә Абдрахман ҡиссаһы”нан ҡалған тойомдарым яңырҙы. Тик миңә хәҙер еңелерәк булыр һымаҡ, бына лаһа, бөтәһе ҡул осонда: яҙылғаны – дәфтәрҙә, яҙылмағаны хәтерҙә бауланып һаҡлана.

Күктә ай йөҙә. Алыҫта йөҙә, һиҙәм, бөгөн ул миңә битараф. Күп һағаланы, оҙаҡ көттө ул минең ошолай илһамланып ултырырымды, әле, ана, күҙ ҙә һалмайсы. Өмөтөн өҙгәндер, вәғәҙәләрен онотто был Нурия, донъя мәшәҡәттәрендә йотолдо, тип. Йотолманымсы! Тик... Таңғы сәғәттә, Толпарсыҡҡан күле аръяғынан сығасаҡ ҡояштың керпектәре нур бөркмәҫ элгәре уянғанымда, тәбиғәттәге илаһи шул минуттарҙа, аманати бурысымды гелән-гелән иҫләп алам да, ярар, кис еткәс, эш бөткәс яҙырмын, туҡтаған еренән генә, өҙмәй дауам итермен, ти ҙә алдаша инем.

Бүлмәм ҡапыл яҡтыраҡ булып китте. Ай, ниһайәт, төбәлеп миңә ҡарап тора, йәнәһе, шаһитлыҡ ҡыла ниәтемә. Төнгө һәр ғәмәлгә шаһит ул. Шул мәл төпкө яҡта йоҡлап ятҡан йәремә ихтыярһыҙҙан күҙ һалдым да аһ иттем: сәстәре көмөш, маңлайы алтын даһа уның – айым шуға ишара бирә, әтеү үҙем белмәйем. Рәхмәт! Албырғатма, зинһар.

Ҡағыҙҙарымды ҡыштырҙатам, зиһенемде аҡтарам. Яҙмаларымдың эҙмә-эҙлекле теҙелгәне ошолай барып туҡтаған: «Ишектән Аҡман ағай килеп сыҡты: «Улым, кәләш төшөрҙөңмө әллә беҙҙең йортҡа?! – тине лә, мине танып ҡалып, шаҡ ҡатты: – Нурия!» Булмышымдағы һәр саҡ уяу «үҙем»дәр бер-береһен бүлә-бүлә иҫкә төшөрҙө: «...Аҡман Ҡараның улы Арсен...», «Тар баҫмала ҡапма-ҡаршы...», «Боҙло һыуға һикергәйнең!..», «1973-төң оҙайлы көҙө...» Эйе, көҙ, Күрәнленең һалҡын һыуы һәм... Әлеге ошо минутта ла, шул мәлдәгеләй, битемә ҡапыл ялҡынлы ипкен бәрелгәндәй, һиҫкәнеп киттем. Күҙәнәктәрем онотмаған мине ярға күтәреп мендергән егеттең асыҡ иҙеүенән бөркөлгән ҡайнарлыҡты, йәш тәндән урғылған көс, дәрт тынын. Шундай һипкенде уғаса һиҙеп ҡарамаған сағым... Илһам ҡошоноң серле ҡанаттары мине ҡурсып торҙолор: хыялым осоштары-ҡыйралыштары, тапҡан-юғалтҡандарым, йылдарым-юлдарым – бөтәһе алдыма килеп баҫып пәйҙә булды, гүйә.

Аҡман ағайҙарҙың урамынан ҡайһылай сығып киткәнемде, Күрәнле баҫмаһын нисек аша сыҡҡанымды хәтерләмәйем. Иҫемде йыйып алғанда, өләсәйемдең ихатаһында, һаман һүтелмәй ҡалған иҫке өйҙә, йомшаҡ ҡына ике бәрәсте ҡосаҡлап ултыра инем (шул бәләкәстәр өшөмәһен тип, иртүк мейескә ут яғып киткәйнем). Бәс, берәү, икәү, өсәү, дүртәү, тип һанайым да һанайымсы, туҡтай алмайымсы? Телемә сыҡмаһа ла, башымда ул дүртәүҙең исемдәре лә урала: Кәбир, Фатих, Сыңғыҙ, Арсен...

Тиҙ генә өҫтөмдө алмаштырҙым да йүгерҙем Гөлшәһүрә инәйҙәргә. Ике күҙем теге баҫма яғында.

– Саҡ тапап китмәнең!? – Әсмә баҫып тора ҡаршымда, аптырап. – Туҡта әле, тим, һиңә китеп бара инем, хәбәр бар. Яңылыҡ!

– Ә?

– Яңылыҡ!

– Тиҙ генә әйт тә, ашығам, күрмәйһеңме?

– Күрәм.

– Күргәс..

– Әтеү әйтмәйем.

– Әйтмә, бәс.

– Ҡыҙый, Кәбир ҡайтҡан.

– Кем?

– Кәйҙерем Кәбир ҡайтҡан, тим дәһә! Әллә кәләше, бер ҡала бисураһын етәкләп магазинға килеп инде, мин Гөлүсә апайҙан шәкәр үлсәтеп тора инем. Улар Сәхи ағай яғында әйбер ҡараштырҙылар, ҡара бәрхәттән итәклек тауар киҫтереп алдылар, шым ғына күҙәткеләп торҙом.

– Өндәшмәнеңме ни үҙҙәренә?

– Әһә, ҡыҙыҡмы? Кәбиренең күҙе маңлайына менгән, берәүҙе күрмәй ҙәһә, нимә тип әрһеҙләнеп араларына кереп барайым, ти.

– Ә бисураһы?

– Һары сәсле, бөҙрәләткән шикелле. Бынау һыуыҡта яланбаш йөрөйҙәр икәүһе лә. Кәбирен һаҡал баҫҡан...

– Ҡартайғанмы?

– Мода ҡыуалыр, башҡа рәссамдар артынан. Сәхи ағайға таныштырҙы тегенеһен: «Был – минең Данаям», – тип. Даниялыр инде, яңылыш ишеткәнмендер.

– Юҡ, Даная тигәндер. Донъяның күренекле художниктары төшөргән уның һүрәтен. Рембрандт, Тициан... Ярар, берәй һөйләрмен, күрһәтермен дә – миндә Эрмитаждағы картиналарҙың открыткалары бар.

– Ҡайҙа ашығыуың әле?

– Өләсәйемде көндәшенә, Гөлшәһүрә инәйгә, оҙатып ҡуйғайным, хәҙер алып ҡайтырға кәрәк.

– Әйҙә, икәүләп.

– Әйҙә. Мин дә һиңә бер яңылыҡ әйтәм: Аҡман Ҡара ағайҙың Харьковтағы улы ҡунаҡҡа килгән.

– Арсенмы? Фроська-Фәйрүзәнеңме?

– Эйе.

– Уф, ҡыҙый, булған бит әүәл шундай мөхәббәттәр – Аҡман вә Фәйрүзә! – Шулай тине лә әхирәтем төшөнкө генә тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы: – Ысын мөхәббәт бәхетһеҙ була шул, әллә ниңә...

– Бер әйткәйнем дә шикелле, уҡыным шул хаҡта, тип, әҙәм балаһы һигеҙ тапҡыр ғашиҡ булырға һәләтле, ти.

– Әкиәт!

– Бәс, бына, алдыңда тора – дүрт егеткә күҙе төшкән берәү. Һигеҙгә күп тә ҡалманы.

– Бәс... Кәбир – берме? Ярай, Фатих та, ти, – ул үҙе һиңә мөкиббән. Сыңғыҙы – иҫеп үткән ел генә... Тағы кем? Әллә?! Анау Арсенмы? Әйтәм дә, күҙең аларып сабып бара инең, ғишыҡ шойҡаны ҡағылған, имеш! Дөрөҫө, мин Кәбирҙе һәм уның Данаяһын уйлап килә инем. Әсмәне ҡапыл ҡулынан тотоп туҡтаттым да магазин яғына бороп алып киттем.

– Теге бәрхәт ҡалдымы әле?! – тип һораныҡ Сәхи ағайҙан икебеҙ бер юлы.

– Ҡараһымы, зәңгәреме?

– Зәңгәрен алам, күлдәклек, – ти һалды Әсмә.

– Мин дә, – тинем.

– Бер күлдәклек кенә, ныҡ ҡиммәтле булғас, ауылда үтмәҫ, тип уйлап, әҙ алдырғайным шул, ҡараһы, ана, тағы бер итәклек ҡалды, – тине һатыусы. – Йәрәбә тартығыҙ, үпкәләшмәҫтән.

– Ярар, Нурия алһын. – Әсмә тиҙүк кире уйланы. Аңлап тора әхирәтем, тын алышымдан тоя минең ни ҡылырымды: теге бисураның танауына сиртмәксемен, ауыл ҡыҙы тигәс тә!

Магазиндан сығыуға, ҡараһаҡ, иғлан яҙып ҡуйғандар: «18 ноябрҙә көндөҙ ауыл мәҙәниәт йортонда билдәле рәссам Кәбир Заһидуллиндың шәхси күргәҙмәһе була. Кисен – танса».

– Сәғәтен яҙмағандар, – тине Әсмә, – көн буйы эленеп торасаҡ, моғайын, һүрәттәре. Барырбыҙмы?

– Миңә бармай булмай инде.

– Һөйгәнемдең эштәрен күрмәй ярамай, тиһеңме?

– Уҡыусыларымды алып барырға кәрәк тәһә, мин – класс етәксеһе. Директор ҡушасаҡ барыбер.

– Өс көн бар әле ул күргәҙмәгә, давай тектереп кей анау бәрхәтте. Теге бисураһы алдында беҙ чем хуже, иветә?

– Иветә!

Өләсәкәйҙе барып алыу менән, тауарымды тотоп Йәнкиҫәк-Татар әбекәйгә йүгерҙем, шулай йөрәкһенгәйнем.

Өс көн ни, үтте лә китте. Бөгөн – күргәҙмә. Үҙем етәкләгән туғыҙынсыларҙа дәресем бар ине, темаһы әллә ни ҡатмарлы түгел: «Волга буйы. Райондың формалашыу факторҙары». Нимәләр һөйләремде күҙалланым да план төҙөнөм, өҫтәмә материал ҡараштырҙым. Һәм, бер ыңғайҙа, Эрмитаж коллекцияһының фоторепродукциялары араһынан «Даная»ны һайлап портфелемә һалып алдымсы? Ысынлап та кәрәге тейер икәнлеген белмәй инем әле…

Уҡыусыларымдың тулҡынланғанын бер күҙ ташлау менән һиҙҙем. Отличниктар дәресте һорамаҫ элгәре ҡул күтәреп ултыра, тиҙерәк ҡотолайыҡ та бараһы ергә бара һалайыҡ, тигәндәй. Үҙем дә шул уйҙа булғас, быларға кәртә ҡуйманым, «иң шәп географҡа» – үҙен шулай тип йөрөтә бит – һүҙ бирҙем.

«Татарстан һәм Ҡалмыҡстан, шулай уҡ Ульяновск, Самара, Пенза, Саратов, Волгоград һәм Әстрәхан өлкәләре инә Волга буйы райондарына... – татылдап алып китте был, «Һамар, Һарытау» тип саҡ йүнәтеп өлгөрәм. – Ну да, – ти ҙә артабан ата ғына дәреслектәге мәғлүмәтте. География уҡыта башлаған тәүге йылымда берсә һоҡландырған, берсә йәнде көйҙөргән анауы Сафуан Туҡтаровтың (хәрби хеҙмәткә диңгеҙ флотына эләкте лә, моряклыҡҡа ылығып китте ул, мичман, ти, хәҙер) ҡустыһы бит, улай ҙа оҡшар икән ағаһына.– Апа, ней, әйҙә, нейгә барайыҡ! – шулай тип барып туҡтаны ахырҙа.

– Ней... Нейгә... Әҙәмсә әйтеп булмаймы – күргәҙмәгәме? Өйгә эш алығыҙ ҙа... Контур карта ... – Һүҙемде ослап та өлгөрмәнем, төрлө яҡтан һорауҙар яуа башланы:

– Апа, һеҙ шул художник ағай менән нейме, бергә уҡынығыҙмы?

– Йөрөнөгөҙмө?

– Ә нейә уға кейәүгә сыҡманығыҙ?

– Әллә ҡайҙан әллә ниндәй Данаяны апҡайтҡан.

– Даная хаҡында белгегеҙ киләме? – тигәйнем, шым ҡалдылар. Хәҙер аптыратам үҙҙәрен, тип һөйөнөп ҡуйҙым. Әтеү, йөрөнөгөҙмө, имеш... Алдан уҡ хәстәрләп ҡуйған диапроектор аша теге открытканы ҙурайтып күрһәтергә әҙерләндем. – Голландия художнигы бөйөк Рембрандт яҙған «Даная» тигән картинаны. Ә хәҙер мин һеҙгә уның яҙылыу тарихын һөйләйем. Ҡыҫҡаса ғына. Рембрандт Боронғо Греция мифтарын бик яҡшы белгән. – Тотош класс ҡул күтәргәнен күреп, ишара менән тауыштарын баҫып ҡуйҙым да дауам иттем: – Һеҙ ҙә күп уҡыйһығыҙ һәм, әлбиттә, Персей исемле мифик батыр менән танышһығыҙ. Ана шул Персейҙең әсәһе булған Даная.

– Персей медуза Горгонаның башын ҡылыс менән сабып өҙгән! – тип өҫтәй һалды берәү, класс тағы геү килде. Икенсеһе элеп алды:

– Ҡанатлы сандалиҙары булған!

Ниһайәт, тымдылар. Һүҙемде дауам иттем.

– Беҙҙең йәнә 40 минутлап ваҡыт бар, былай шаулашһағыҙ, өлгөрмәйәсәкбеҙ. Һөйләргә форсат бирегеҙ ҙә, артабан фекер алышырбыҙ, күргәҙмәгә барышлай. Ниңә бала-саға кеүек тотаһығыҙ үҙегеҙҙе, әле дәрес сәғәте түгел, ирекле һөйләшеү бара, өлкән синыф икәнегеҙҙе онотмағыҙ! – Был йәһәттән киҫәтеүҙең үтемле икәнен һынағанмын, бүтәнсә бүлмәнеләр.

– Ә Даная Акрисий тигән батшаның сибәрҙәрҙән-сибәр ҡыҙы булған. Төрлө тарафтарҙан уны яусылап килеүселәр өҙөлмәгән, ти. Батша, берҙән-бер ҡыҙына ҡайһы кейәүҙе һайларға белмәй, күрәҙәсегә барған, уныһы бик шомло юрау әйткән: ҡыҙыңдың улы тыуыр, әжәлең ана шул ейәнеңдән булыр. Батша ҡурҡыуға төшкән, бейек манара төҙөтөп, Данаяны шунда йәшереп бикләгән. Ҡыҙ инде күкте, ай-ҡояшты тәҙрәнән генә күрә, үҙен ҡараусы ҡатын-ҡыҙ менән генә аралаша икән. Көндәрҙән бер көндө Данаяны Олимп аллаларының иң шөһрәтлеһе Зевс күреп ҡалған. Күргән дә ғашиҡ булған был алтын сәсле һылыу ҡыҙға. Ә Күк илаһы Зевсҡа бер ниндәй биктәр, ҡаршылыҡтар юҡ бит, бер таңда ул ямғыр булып әүерелә лә асыҡ тәҙрәнән Данаяның бүлмәһенә үтеп инә... – Ошонда икеләнеп туҡталдым: бала-сағаға һөйләр әйберме был, тип. Сигенергә һуң ине инде. Шундуҡ әлеге Туҡтаров ярҙамға килде: – Шунан Персей тыуғанмы? Апа, күрһәтегеҙ открыткағыҙҙы! Күрһәттем. Проектор нуры һибелде лә, стенала таңғы нурға уянып, юрғанын асҡан ярым-яланғас ҡатын пәйҙә булды. Тәҙрәлә – ямғыр күренеше, шаршау артында – хеҙмәтсе ҡарсыҡ. Кескенә бүлмә серле ишара менән тулған, илаһилыҡ эсендә ҡалған һәм, әйтерһең, ундағы һәр нәмәнең күҙе, теле бар, әммә ниндәйҙер сихри әсирлек арҡаһында шып-шым ҡалған – ошо мөғжизәүи мәлгә шаһитлыҡ ҡылына был тарафта, гүйә...

– Апа, мин Зевс хаҡында анекдот беләм! – тип тауыш бирҙе Туҡтаров, картина тәьҫиренән урынлашҡан тынлыҡты өркөтөп. Үҙе, дәрестәгеләй, ҡулын күтәргән, түҙмәй, баҫҡан ерендә тыпырсына. Рөхсәтте көтмәй һөйләп тә китте: – Бер ваҡыт Зевс төрлө хайуандарҙы ҡунаҡҡа саҡырған, ти. Бөтәһе лә йыйылған, ташбаҡа ғына юҡ икән. «Нишләп килмәй ҡалдың?» – тип һорағас, ташбаҡа: «Сөнки миңә үҙ өйөмдә яҡшыраҡ», – тигән. Зевс быға бик ныҡ асыуланған һәм ташбаҡаға: «Мәңге баҡый өйөңдө үҙең менән һөйрәп йөрөтәсәкһең», – тип яза биргән.

Гөр килеп көлөштөк тә күтәренке кәйеф менән урамға сыҡтыҡ, клуб яғына атланыҡ.

– Әтеү, теге Мәскәү мәрйәһе ялған Даная булып сығамы? – Бара торғас, ошондай һорау ҡалҡып сыҡты ла оҙаҡ ҡына һауала эленеп торҙо. Аранан яуап та бирелде:

– Образдыр ул, моғайын, сәсе һары, ти бит, йәнәһе, алтынсәс - картиналағы Даная кеүек... Ә нисек килеп ингән беҙҙең илгә ул картиналар, Рембрандт Голландияла йәшәгән дәһә? – Уф, ҡотҡарҙы был бала, рәхмәт төшкөрө! Яуап бирә һалдым (әлдә ҡыҙыҡһынам сәнғәт, живопись менән – Кәбир шауҡымы):

– Рембрандт үлгәс, нәҫел-ырыуы уның мираҫын һатырға тотона, ә 1770-се йылдарҙа Екатерина II Санкт-Петербургта, әлеге Ленинградта, Эрмитажға нигеҙ һалғас, унда донъяның иң күренекле художниктарының картиналары туплана башлай. Шул ыңғайҙа килеп юлыға Рәсәйгә «Даная».

– Ә Кәбир ағай баяғы мифик сюжетҡа берәй һүрәт төшөрҙөмө икән?

Уңарсы мәҙәниәт йортона барып еттек. Һорауҙы үҙебеҙ менән эйәртеп алып индек: күрәйек әле, бәлки? Халыҡ әүәлгесә клуб ти ҙә ҡуя, әммә былтыр ғына һалынып бөткән был мөһабәт бина үҙенең рәсми исемен аҡларлыҡ ине. Күргәҙмә ҡуйылған ҙур ғына музей бүлмәһен (уның бер стенаһы тотош буш, ошондайыраҡ саралар өсөн ҡулай икән) урап сыҡмаһам да, тойҙом: Кәбир бында юҡ! Кем әйтмешләй, еҫе-тыны сыҡмай. Уның ҡарауы, указка тотоп, һары сәстәрен яурынына туҙҙырып һалған сандыр буйлы берәү беҙҙе көтөп тора. Салбар кейгән, тәү ҡарашҡа һонтор үҫмер кеүек тә, анау сәсе булмаһа... Түшесе – ҡаҡ таҡта! Даная, имеш... Сәсен дә әйтәйем инде – өтәҫләнгән төлкө ҡойроғо. Әсмәнең «бисура» тигәне тап-таман.

Рәссамдың үҙен осратмағас, уҡыусыларымдың бөтә иғтибары шул бисураға йүнәлде.

– Исемегеҙ кем?

– Һеҙ ҙә художникмы?

– Һеҙ беҙҙең еңгәме?

Яуҙыралар ғына һорауҙы, тәфтишсенән былайыраҡ ҡыланалар. Нисек тыйырға быларҙы, тип кенә тора инем, берәүһе ҡысҡырып ебәрҙе: «Бында килегеҙ, күрегеҙ – Даная! Теге һары сәсленең ҡулынан указкаһы төшөп китте, әллә ҡурҡты, әллә ныҡ аптыраны. Күрәһең, минекеләргә тиклем булған кластар үҙен тәртипле тотҡан. Ә былар – бәйҙән ысҡындырҙым, ахырыһы, тиң күрәм, шәхес итеп күрәм, тип үҙҙәрен? Эркелешеп теге тауыш яғына ашыҡтыҡ. Бәс! Ҙур ғына киндергә шәрә һын төшөрөлгән: йылға ярында баҫып тора, оят ерен эргәһендәге өйәңкенең бер ботағын эйелтеп ҡаплаған да... Түшен сүс кеүек әрһеҙ туҙғыған һары сәсе менән ары-бире япҡан. Таныныҡ. Бына ул, эргәгә указкаһын тотоп килеп баҫҡан да һөйләргә маташа:

– Кәбир Заһидуллин. «Даная». Художник был картинаһын Италияла яҙған.

– Унда, Италияла ла, Күрәнле бар икән, һары екәндәр ҙә үҫә икән? – Әллә ғәжәпләнде, әллә төрттөрҙө бер уҡыусым. – Бынау өйәңке лә таныш.

– Ә был «Даная»ның легендаһы бармы?

– Ҡайҙа Зевс, манара тәҙрәһенән ямғыр булып яуып ингән Олимп аллаһы? Ул булмағас...

– Һәр яланғас ҡатын Даная була тиме?!

Шул саҡ кемдер ҡаты итеп тамаҡ ҡырҙы. Кәбир! Күмәкләп уға боролоп ҡараныҡ.

– Бүреһуҡҡан олатайға барып килдем. – Кәбир, беҙҙе ишетеп торғаны көн кеүек асыҡ булһа ла, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙе. – Иң тәүге эштәремдең береһен уға бүләк иткәйнем, һеҙгә күрһәтергә һорап алып торҙом – бына. – Тиҙ генә төргәгенән сығарып, стенаға беркетеп тә ҡуйҙы. Бер мин генә аһ итмәнем, уны күргәс: ат өҫтөндә аҡ сәсле мөһабәт ҡарт ултыра, яурынында – бөркөт. Бүреһуҡҡан олатай! Ыласын. Ана Әнкәләр осо, Хәйрулла ағайҙар йорто шәйләнә, беленер-беленмәҫ кенә. Арыраҡ иген баҫыуы, йәй мәлелер, арыштар зәңгәрһыуыраҡ төҫтә, бик бейек тә үҫмәгәндәр, улар араһында торған алһыу күлдәк кейгән ҡара сәсле ҡыҙыҡайҙың тубығынан ғына әлегә. «Алһыу күлдәгем юҡсы?» Теге ваҡыттағыса, ошо һүрәтте тәүләп күргәнемдәгесә, саҡ шулай тип ҡысҡырып ебәрмәнем. Бала сағымдан иҫкән хәтер еле олатайҙың яуабын да тиҙүк килтереп ишеттерҙе: «Тимәк, ул һиңә шул төҫ килешә, тип уйлай. Рәссам үҙе белә ниндәй буяу һайларға...»

– Салауат батырҙыҡы кеүек йәшел ҡамсат бүрек кейгән башына!

– Сәсе ниңә шулай оҙон, башҡорт ҡарты үҙе?

– Бөркөтсө ҡарт!

– Менгән аты – Күк юрға!

Беҙгә тигән ваҡыт үтте лә китте, күргәҙмәгә унынсылар килде. Урамға сыҡҡас та балалар таралыша һалманы, фекер уртаҡлашыуҙы дауам иттеләр. Егермеләгән картинаның эсенән яртыһын, Кәбир «Тәүгеләр» тип төркөмләгәнен, нығыраҡ оҡшатҡандар. Мин дә тап шуларына ихлас һоҡландым.

Күңелем үҙгәләнмәй ҡалманы, йәшермәйем. Әммә иң тулҡынландырғаны Кәбир ҙә, уның алдаҡ Данаяһы ла түгел, ә икенсе әйбер, уҡыусыларымдың мине бик яҡын күреүҙәрен, үҙ итеүҙәрен аңлауым ине. Үҙҙәренсә, төртмә телләнеп, Мәскәү мәрйәһенән үс алыуҙары – кем өсөн, минең өсөн дәһә. Йәнәһе, кемгә алмаштырғандар уларҙың уҡытыусыһын! Тағы бер хәбәрҙәре ҡолағыма салынып ҡалды: «Беҙҙекенә лә кейәү сығасаҡ, Аҡман Ҡара ағайҙың ҡырҙағы улы ҡайтҡан, ти, апаны күтәреп йөрөткән, ти». Бәс, минең хаҡта лаһа?! Таралған... Әй, таралһын да. Кәбиргә лә барып еткәндер? Әй, етһен дә!

Ҡағыҙға 40 йыл элек тиерлек теркәлгән ошо өлөштө уҡып сыҡҡас, хәтер көмбәҙем айырата яҡтырып китте. Онотмаҫҡа тип төйнәлгән төйөндәр еңел генә сиселә башланы. Шулай бер төйөндө сисеп ултырғанда, ҡасандыр ишеткән ләҡәпте иҫләп көлөп тә алдым: бер ҡарсыҡ яулығының осона хәтергә төйөн төйнәп ҡуйған да шуны ҡатлап тағы төйнәгән, ти. Ниңәме? Теге төйөндө онотмаҫҡа, йәнәһе.

...Кисен Әсмә менән тансаға барҙыҡ. Йәнкиҫәк-Татар әбекәй күлдәгемде ике көндә әҙер итте. «Зингер»ы шәп, шуға ул матур тегә, тип аҡлана ауылда яңыраҡ асылған оҫтахана тегенселәре, үҙҙәре әллә ни ырата алмағас. Хәйер, Йәнкиҫәк хәҙер һирәк кенә кешегә, һайлап ҡына тегә кейемде. Олоғайҙым, йәштәрҙең кеҫәһенә кермәйем, тип тә ҡуйғылай. Әйтерһең, ҡайырып аҡса һуғып ултыра, ҡулының ҡото китмәһен өсөн генә ала бит ул.

Күлдәгемде кейеп алдына баҫҡайным, үҙ эшенә үҙе һоҡланды әбекәйем:

– Йә Ходай, китереп чыгарганмын! Нуриякаем, патша кызы да синнән сылу түгел, гәүдәң хәтта нәфис, собханалла. – Шулай тине лә, түрҙә ултырған һандығын барып асып, нимәлер эҙләргә тотондо.

– Лоскут кәрәкмәй, – тип шаяртҡан булдым, бәләкәй сағымда матур-матур тауар киҫентеләрен шул һандыҡтан алып бирер ине ул миңә. Күңелем тулышты, түҙмәйенсә, арҡаһынан һөйҙөм ҡәҙерле кешемдең. Ул да кәрәк әйберен тапты, күрәһең, келтерләтеп кенә көлөп ебәрҙе. Ҡулында – аҡ ынйы теҙелгән мунсаҡ, шуны эҙләгән икән.

– Бигүк эре булмаса да, вак та түгел бу энжеләр, аның карауы – чын алар, ясалма түгелләр. Диңгез төбеннән чыгаралар, һәр кем тирәнгә чума алмый, кай берәүләр генә, диеп әйткәне истә генә дәү әнинең – аның төсе. Кая, шушы аккошның муенына бик килешер бу. Һалҡын ынйыларҙың тәнемә ҡағылыуынанмы, көҙгөлә пәйҙә булған һылыу берәүҙе күрепме, телһеҙ ҡалдым. Күҙемдән йәш атылып сыҡты. Үҙемдән быны көтмәгәйнемсе! Йәнкиҫәк бәләкәй, йоҡа ғына устары менән яңағымдан һыйпаны, йәштәремде һөрттө. Теге ынйыларға ярһыу ҡан тамырҙарымдың ипкене һирпелдеме – тиҙ генә йылындылар. Тәрән итеп, күкрәгемде тултырып һулыш алдым да тағы көҙгөгә күҙ һалдым. Был көҙгө ҙур, оҙон, тотош кәүҙәң күренә – өләсәйемдең данлыҡлы Мәскәү көҙгөһөнән ҡайтыш түгел. Әбекәйгә уны Сәғәҙәт ағай ҡайҙандыр алып ҡайтып бүләк иткән. Була бит рәхмәтле кешеләр, шул ағайҙы әйтәм. Малай сағында, Күрәнле боҙҙары аҡтарылғанда, һыуға батып һәләк булыуҙан уны Әдисәй бабай йолоп ҡалған, шуны онотмай. Ә көҙгөлә – биллаһи, матур, нәзәкәтле берәү һынлана ине: сөм-зәңгәр төҫтәге күлдәк кейгән, муйыны тәрән генә итеп уйылған (Йәнкиҫәксә, «дикәлтә»), ҡыҫҡа булһа ла еңен дә сығарған оҫта тегенсе – терһәккә етәрәк ике урындан йөйөн тышҡа сығарып семетеп ҡуйған. Мода журналынан ҡарап теккән тиерһең, һәр һөнәрҙә илһам, Аллаһ биргән һәләт кәрәктер шул.

– Үтә оҙон түгелме? – Бер генә шигем бар ине, белдерҙем.

– Ашык сөягеннән. Туфли киәсең ич әле, мондый күлдәкнең чисын жибәрергә түгел, күтәрмәлесен ки. Күрдеңме, сул яктан тубыккача ыскыладкысы бар.

– Күрмәй торам, бәс, ярыҡ таһа!

– Күзгә чалынмый ул, эчкә тирән итеп кайтарып салынган, атларга иркен, комачау түгел. Югыйсә, япон кызлары кебек, чеметеп кенә басып йөрерсеңме?

– Муйыны ҡайһылай, ә, ҡулдарын күр, мәрмәрме ни...

– Кемнең? – тип яныма килде Йәнкиҫәк, күҙҙәре йыйырсыҡ нурҙары араһынан йымылдап тора үҙенең, шулай ихлас һөйөнгән. – Үзеңнең чибәрлегеңне белми түгелсең лә, мутлашасың. Ә шулай да, агач күреге яфрак, адәм күреге чүпрәк, диеп юкка әйтмәгән халык. Бәрхәтнең төсе төнге күк кебек, тәнең, әйе, мәрмәрдәй. Энжеләр бу нәфислекне үстереп жибәрә. Нурия, мин аларны – туган төягем, диңгезем истәлеген, дәү әнием ядкярен, сиңа калдырам. Бер уңайда әйтим, ана шул сандыкка васыятьнамә язып салганмын...

– Йәнкиҫәк, кәйефте төшөрмәсе!

– Кемгә сөйлим, иң якын жанымсың, Нуриякаем. Пошынма, шыгырдаган агач озак аумый, ди ләсә толпарчыкканнар.

Мәҙәниәт йорто ҡартәсәйем яғында, Әсмә һаман унда йәшәй, мине тансаға бергә барырға тип ҡапҡа алдына сығып уҡ көтөп тора ине. Ҙур ғына сумка тотоп алғанымды күреп, бот сапты (шул йәмһеҙ ғәҙәтен һаман ташлай алмай):

– Баҙарға йыйындыңмы әллә?

– Күлдәгем оҙон, эстән кейеп алырлыҡ түгел. Клуб мөдире, Зөлфәрҙең бүлмәһенә инеп өҫтөмдө алмаштырырмын, тим. Туфли ҙә һалып алдым. Минең уҡыусым даһа ул, октябрятым, һөйләгәнмендер һиңә, теге «Һороҡай» тигән әкиәтте уҡығанда, ролгә инеп, бесәй булып «Мыррам-мыррам, бөтәгеҙҙе лә ҡыррам!» тип көсәнеп ҡысҡырған ыңғайға, бәүеле ысҡынды... – Хәтерләй инде Әсмә, мин уны албырғатыр өсөн генә һөйләнәм, Кәбирҙе телгә алмай торһон, тип.

Танса башланырға ғына тора. Радиола көй уйнай, гармунсылар күренмәй әлегә. Унлаған шәп гармунсы бар беҙҙә, уртасалары менән ауыл тулған – Сабир клубта түңәрәк асып ебәрҙе, мәктәп балаһы ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә йөрөй унда. «Гармун ене» ҡағылған, тип һуҡранһалар ҙа, еңгәләр харап риза – аҙып-туҙып йөрөмәй ҙәһә ирҙәре. Ә малай-шалай башта мунсала тызылдата гармунды, шулай тиҙерәк өйрәнәһең, тип кемдер ҡотҡо таратҡан да. Уңарсы Зөлфәр өлтөрәп беҙҙең янға килде, бүлмәһенә әйҙәне. Күлдәгемде кейеп, сәсемде түбәмә өйөп ҡуйғас, тағы һоҡландым үҙемә, бындай прическа мине кәүҙәгә бейегерәк, һомғолораҡ итеп ебәргән.

– Кәртинкә! – тип тел шартлатты Әсмә.

– Үҙеңде бел! – тинем дә әхирәтемә ҡарап ысынлап та хайран ҡалдым: ябай ғына күлдәк кейгән – төҫө йәшкелтерәк, итәге клеш, еңе оҙон. Билендәге нәҙек кенә сыт ҡыҙыл ҡайыш менән түшендәге ҡыҙыл миләш суғы – осһоҙ ғына брошка, үҙгәрткән дә ҡуйған тотош ҡиәфәтен. Күҙем өйрәнгән эре һөйәкле Әсмә урынына ҡатын-ҡыҙҙың «бешкән еләк» сағын дәлилләгән ҡалҡыу түшле, йомро осалы, йөҙө балҡып торған күркәм зат баҫып тора эргәмдә.

Танса залына сығыуыбыҙға, ҡаршығаға шәп-шәп атлап Кәбир килеп баҫты. Балалыҡ дуҫым Кәйҙеремде хәтерләтте уның ҡабалан хәрәкәттәре. Әсмә менән икебеҙҙе бер юлы ҡосаҡлап алды, бер ҡулы – Әсмә иңендә, икенсеһе – минең яланғас беләгемдә. Тоям: уның тыуа-тыуғаны бирле ҡара эшкә йоғонмаған кешенекеләй төҙ, оҙон бармаҡтары беленер-беленмәҫ кенә дерелдәй. Моғайын, Хоҙай уны алдан уҡ рәссам йә музыкант булырға инселәп ҡуйғандыр? Шулай тип уйлап алдым да үҙенә күтәрелеп ҡараным. Ул да, ул түгел дә. Ҡара күҙҙәре, мин белгәнсә, башҡа берәүгә лә күренмәгән ниндәйҙер серҙе асырға теләгәндәй, һынсыл баға, әммә уларҙа таныш булмаған һағыш шәйләнә. Һағыш та түгел, юҡ-юҡ, ә нимә – ҡапылда аңлай алманым. Ул арала Кәбир ялт-йолт ҡаранды ла, эҙләгәнен табып, шунда йүнәлде. Ҡиәфәтенә һис ятышмаған һаҡал-мыйығы тураһында уй төйнәп тә өлгөрмәнем, теге һары сәсле мәрйәһен етәкләп килеп тә етте ҡабат, уныһы Кәбирҙең һеңлеләре менән ситтәрәк баҫып торған, имеш.

– Ната, таныш бул, минең одноклассницаларым Нурия менән Әсмә, – тине Кәбир һәм топ-тойоҡтан өҫтәп ҡуйҙы: – Иртәгә – Мәскәүгә. Шул саҡ аңғарып ҡалдым, бәс, был Натаның (тулы исеме Натальялыр?) ике күҙе Кәбирҙә түгел, әллә ҡайҙасы? Ҡарашын юллаһам, туп-тура теге мине «күтәреп йөрөткән» Арсенға барып текәлдем. Ә Ната: «Кто он, тот жгучий брюнет?» – тип минән һорап та тора.

– А он наш, беҙҙеке, ауылский, – Әсмә шулай тине лә һалды. Хәҙер бөтәбеҙҙең дә күҙебеҙ әлеге брюнет яғында. Атаҡ! Аҡназар ағайҙың ҡыҙы Миләүшә, Айыусылағы янғында үҙен-үҙе фажиғәле үлемгә дусар иткән бисараҡай Миңзифаның һеңлеһе, тағы өс-дүрт елбәгәй һәм... үҙемдең Камилам ҡамап алғандар брюнетты. Шалтыратмағайнысы, Камиланы әйтәм. Көтмәгәндә ҡайта ла төшә ул, бөгөн шәмбе шул. Автобус Өфөгә ике рейс яһай хәҙер, кискеһе менән ҡайтҡандыр. «Ә ниңә, һеңлем, апайыңды ла күрмәй, ул тирәлә уралаһың?!» – тип ҡысҡырғым килде, һүҙем тамағыма төйөлдө, етмәһә, шул ҡарасман егеттең мине осортоп күтәреп алған тәүәккәл ҡыланышы, көслө ҡулдары иҫемә төшөп, башым әйләнеберәк китте. Ярай ҙа янымда тоғро әхирәтем бар, уға һөйәндем. Ошондайыраҡ халәттә ҡалғанда, үҙемдең үтә ҡайнар, ут-ялҡынлы хистәргә дусар булырға һәләтле икәнлегемде тойоп ҡурҡыңҡырайым да – әллә был теге ысвикла бисәләре тәмләп-тәмләп һөйләп алғылаған ғишыҡ дәрте тигән ғәләмәтме?

Бына бер заман Зөлфәр матур яңғырауыҡлы тауышы менән «Белый танец» тип русса иғлан итте, шулай өйрәнгәнбеҙ. Үҙе уртағараҡ сығып баҫып, ҡулын һуҙҙы: бер ыңғай өс-дүрт ҡыҙ ынтылды был ымға, кемеһе алдан килеп етә, шуныһы менән төшә тансаға Толпарлының иң аҫыл егеттәренең береһе – әлегә кәләш һайламаған. Миләүшәгә ғашиҡ икән, тип һөйләй халыҡ. Камилаға ла күҙе төшкәнме? Ә теге брюнет тирәһендәге ҡыҙҙар ҡыймайыраҡ тора, ни тиһәң дә, ят егет тәһә. Уңарсы баяғы Ната туп-тура шунда йүнәлде, беҙҙекеләр аңшайып торған арала Арсендың ҡаршыһына барып та баҫты.

– Ысҡынды Данаяң! – Әсмә түҙмәне.

– Бына ул ысын Даная! – тине миңә асыҡтан-асыҡ һоҡланып ҡарап торған Кәбир. (Сәмләнеп тектереп кейгән бәрхәт күлдәгемдең тәьҫиреме?) Ғәжәп, уның һүҙенә әллә ни иҫем китеп һөйөнмәнем дә, ҡайтарып төртмә һүҙ әйткем дә килмәнесе. Тансаға алып төшөүен дә тып-тыныс ҡабул иттем. Юҡ, барыбер тулҡынланғанмын икән, бер мәлгә томан эсенә инеп киткәндәй тойоп алдым үҙемде. Ниһайәт, ҡолағыма гармунға ҡушлап йырлаған тауыштар салынды: күрәм, ишетәм, көйгә бәүеләм. Йоҡаҡ свитеры аша егеттең йөрәк ҡағышын, ҡан тибешен ап-асыҡ тоям һымаҡ. Ниңә һуң һарылаһым килмәй уның күкрәгенә: мине билемдән саҡ ҡына юғарыраҡ тотҡан ҡулдары ипле генә өндәй ҙәһә. Иң ғәжәбе, анау ялған Данаянан көнләшмәйем! Ерле юҡтан Фатихты бер саҡ Гөлдән ҡыҙғанғайным хатта? Ә Кәбирҙе йәлләп ҡуйҙымсы, Натаһы уны яратмай, буғай, тип.

– Кәләшең оҡшаттымы беҙҙең Толпарлыны?

– Кәләш түгел...

– Ә кем?

– Просто...

– Тотош ауыл алдында ҡыҙҙың исемен сығарып?

Кәбир яуап бирмәне. Үҙем дә, һорау алырға мин уға кем, тигәндән, һүҙҙе икенсегә бороп ебәрҙем:

– Менәүәрәнең шиғырына Әшрәф көй сығарған. – Әлеге йырҙы әйтәм. Тыңла, һинең хөрмәтеңә йырлайҙар.

– Әшрәф? Композитор?!

– Түгел дә, ошо бер генә йыры бар. «Әшрәф йыры» тип йөрөтә халыҡ.

Кәбир йырҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Ә мин танса залы өсөн махсус ҡоролған тәпәш кенә йомро сәхнәлә ҡушлап йырлап торған Сабир менән Заһираға ҡарап ғорурландым, ошо матур парҙың бәхетле яҙмышында минең дә ҡыҫылышым бар, тип

– Ә мин ижади кризис кисерәм, Нурия! – тип әйтте лә һалды шул ыңғайҙа Кәбир. – Тамыры өҙөлгән ағастай тоям үҙемде. Тыуған тупрағымдың йылыһы, һулар һауаһы етмәй миңә.

– Ҡайтҡылап йөрө, бәс. Ана, Менәүәрә йыш була Толпарлыла, шиғри ҡойом ҡорғаҡһый әтеү, ти. Һин дә...

– Нурия! Хат алышайыҡ, был бит һине ни к чему не обязывает, аңла! – Шулай тине лә, ҡапыл ғәм уртаһында туҡтап, күҙҙәремә ҡараны Кәбир.

– Яҙ. Яуап бирермен. – Әйттем дә, ҡасандыр, үҫмер саҡта әле, Әнкәләр осонда тап ошондайыраҡ итеп һөйләшеп тороуыбыҙҙы иҫләнем. Һүҙҙәр шул уҡ та, үҙебеҙ бүтән шул! Теге юлы йөрәгем күкрәк ситлегенән атылып сығырҙай ине, ҡулымдағы бөркөттө, үҙ ирке менән тәүге һөйөү әсирлегенә төшөргә әҙер ҡыйғыр ҡошто, иреккә осороп ебәреүемде аңлауҙан. Хәҙер ул ирекле. Мин дә – азат. Сабир дуҫыбыҙ әйтмешләй, беренсе мөхәббәт тигәнем ысыны алдынан репетиция ғына булғанмы, юғиһә? Юҡ, ул тиклем үк тәкәббер, ул тиклем үк хыянатсыл була алмайым үҫмерлек буҫағаһынан һынап баҡҡан тура һүҙле, ғәрсел Нурия алдында: яраттым мин Кәбирҙе, Кәйҙерем сағында ла, Бөркөтсө булғас та – таңғы ысыҡтай саф, Биксәнәйҙең уймаҡ ҡойоһоноң иртәнге сәғәттәрҙәге мөлдөрәмә, әле бер кем тарафынан да сайпытылмаған мәлендәгеләй илаһи хистәр менән яраттым. Танмайым. Йырға ҡолаҡ һалдым:

Һиңә генә тигән был хистәрем

Сәскә булып елгә һибелә.

Йәшерен генә өҙөлөп һөйөүемде

Сәскәләргә әйттем, һин белмә...

Ябай ғына һүҙҙәр, үҙәкте өҙөр һүҙҙәр! Ябай ғына һәлмәк көй. Йөрәкте аҡтарыр көй! Һәм был һүҙҙәрҙе, был көйҙө ауылымдың ни өсөн күңеленә яҡын алыуын, һәр ҡасан, һәр ҡайҙа йырланмай ҡалмауын да аңлайым. Берҙән – үҙебеҙҙекеләрҙең ижад емеше.Икенсенән, бөтә кеше лә кисереп ҡарамаһа ла, күптәр янған йәшерен һөйөү утында, күптәр йәш түккән яуапһыҙ мөхәббәт тәхетенең тупһаһында, моғайын. Был хистәргә дусар булмағандар ҙа барыбер зарығалыр, ҡасан да бер йырҙарҙа йырланған, ҡиссаларҙа яҙылған мөхәббәткә тарырға хыялланалыр...

Әхирәтем менән әҙәм аҙағына ҡалып сыҡтыҡ клубтан. Зөлфәрҙең бүлмәһендә оҙаҡ мыштырланыҡ, ахырыһы,– егет ике килеп туҡылдатты. Һиҙәм: берәй ҡыҙҙы оҙатып ҡуйырға ҡабалана. Беҙҙең арттан ишеген бикләй һалды ла, йыйыштырыусы апайға нимәлер әйтеп, аяғы ергә теймәй сығып йүгерҙе. Беҙ башта ҡартәсәйем урамына, Атай йортона табан, төштөк. Бер кем күренмәй, әллә ҡайҙа терегөмөштәй тәгәрәшеп юҡ булғандар. Әсмә, Рәйхана инәй яҡтыны һүндермәгән, йоҡламай көтөп ятыуылыр, тип ашығып инеп китте, мин ҡайтыу яғына, Яңы өйгә (шулай элеккесә әйтеп йөрөтәбеҙ), ыңғайланым.

Келәт тыҡрығында эт өрә. Әнкәләр осонда йәш-елкенсәктең көлөшкәне ишетелә. Һалҡынса көҙгө ел илке-һалҡы ғына шулай төрлө тауыш ташый. Бәрәкәт, беҙҙең ҡапҡа төбөндә эркелешеп әллә кемдәр баҫып торасы? Йоҡоһоҙ яфаланған өләсәкәй өйҙә ут алған, маңлайын тәҙрә быялаһына терәп тышты күҙәтә, ундағылар үҙен күрә тип уйламай. Тауыштарынан таныйым: Әртис, Ботвинник, Таштояҡ, Камила һәм тағы берәү – өндәшмәй генә торһа ла, кәүҙәһенән сырамытам уныһын. Йылмайып ҡуйҙым, исем тағыу ғәҙәтен толпарлылар һаман ташлап бөтмәй әле. Әртисе – Зөлфәр, Ботвиннигы – Әшрәфтең шахматҡа әүәҫ ҡустыһы инде, БДУ-ла математика факультетында уҡый. Ярай инде улары, гелән бергәрәк йөрөйҙәр, ә ауыл осонда йәшәгән Таштояҡ Миләүшәгә бында ни ҡалған? Төҫкә-башҡа сибәр, үҙе килеп бейеүсе – ҡушаматы ла шунан. Һөнәре лә шул – уҡып сығып, Стәрлелә мәҙәниәт һарайында эшләй. Йыш ҡайта, Зөлфәргә бейеү коллективы ойошторорға ярҙам иткәнен беләм. Яңыраҡ ул коллектив Миләүшә өйрәтеп киткән ирланд бейеүе менән район фестивалендә еңеп сыҡты. Күрҙек бейеүҙәрен, ритмға һалып үксә таҡылдатыуҙан ғибәрәт, ә шундай үҙенсәлекле, шойҡанлы – ултырған ерҙән аяҡтарың ҡыймылдай башлай. Башта Миләүшәне генә ине, хәҙер толпарлылар тотош ирланд халҡын «таштояҡтар» тип һалдыра.

Былар янынан өндәшмәй үтеп киттем дә болдорҙан ҡысҡырҙым: «Камила, ин, ишеккә келә һалам!» Улмы әйткәнде шунда уҡ тыңлар ҡыҙ?! Соланда ғына яҡты ҡалдырҙым да индем. Өләсәкәйҙең арҡаһынан һөйөп, түшәгенә ыңғайлаттым – тынысланып йоҡлап та китте. Ә уйым тышта: теге, кәүҙәһенән сырамытҡан егет, Арсен даһа, нишләп йөрөй, кемгә килгән? Миңә түгел, юғиһә, өндәшер ине. Моғайын, Камила артынан эйәргән, ә уныһы – эйәрткән. Теләмәһә, ярты юлда эҙен өҙөргә күп һорамаҫ ине минең телдәр һеңлем, бороп ебәрер ине ят егетте. Бормаған?

Йоҡо еңгән ахырҙа, Камиланың инеп ятҡанын һиҙмәгәнмен. Иртәгәһенә иртүк Әсмә менән, алдан килешкәнсә, Айыусыға юлға сыҡтыҡ. Саҡмайылғаға машиналар йыл әйләнәһе йөрөп тора, унда хәҙер башланғыс мәктәп тә бар – халыҡ ишәйҙе. Ә Айыусы бөттө... Хәтимә апайҙарға барып туҡталдыҡ та, Сәғәҙәт ағайҙың атын егеп, бөткән ауылдың саҡ беленеп ятҡан арба юлына төштөк. Төш ауғанса кире әйләнергә кәрәк. Зыярат ҡылырға барыуыбыҙ, әхирәтемдең ата-әсәһе, Артуры, Суфия апай, Рауил ағай ерләнгән ҡәберлеккә. Ауылдан ярты саҡрымлап ҡырҙараҡ, һөҙәк битләүҙә айыусыларҙың зыяраты. Ҙур ғына ул, Айыусының тарихта булғанлығын иҫбатлаусы берҙән-бер шаһит. Яңы ҡәбер өҫтәлгән, Хан-солтан бабаҡай вафат икән. Хәҙер был төйәккә тик үлгәндәр генә ҡайта, үҙ тупрағымда ерләгеҙ, тип яҡындарына васыят әйткәндәр генә...

Ҡәберҙәрҙең күпселеге тәрбиәле, кәртәләнгән, ядкәрташтар ҡуйылған. Артурҙыҡында фотоһы беркетелгән гранит һәйкәл бар – хәрби комиссариат хәстәре. Һүрәттән йәп-йәш, һап-һау һалдат ҡарап тора. Беләм, мәңге шул йәшендә, егермеһендә, тороп ҡалыр ул. Һүҙ ҡатышмай ғына тимер рәшәткәләрҙе буяныҡ, уларҙы Хәйрулла ағай эшләп, Әшрәф килтереп ҡуйғайны. Суфия апайҙың йәнәшендә ҡайын сауҡаһы сайҡала, ел осороп килтергән орлоҡтан үҫеп киткәндер. Артур эргәһенә Әсмә ҡарағай үҫентеһе ултыртҡайны, тамырланған. Донъя шауынан, мәшәҡәтенән азат был тарафта фанилыҡтағы ғәмәлдәр туҡтап ҡалған кеүек. Әммә тап ошонда нығыраҡ төшөнәһең тормош ағышының аң-хәтер ярҙарына ҡағылышын, ваҡыттың тик Йыһан өсөн генә мәңгелек, ә әҙәм балаһы өсөн ҡыҫҡа бер арауыҡ ҡына икәнен. Һәм... тояһың: Ер әйләнә, табандарың хатта быны һиҙә, күҙең күрә, ана, Ҡояштың төшлөгөнә лә боролған беҙ йәшәгән шар.

Әсмә шул мәл ҡапыл салғы ҡыйған үләндәй бөгөлөп төштө лә үкһергә тотондо: «Ғәфү ит, һөйгәнем... Яҙманы беҙгә! Рөхсәт ит, зинһар, миңә әсәлек бәхетен татырға, әйт, ризамын, тип әйт! Яуабыңды белгерт...»

Аҡылдан яҙмаһа ярар ине әхирәтем, уф! Ошо хәтәр уй мейемде телде.

Артурҙың фотоһы алдында тубыҡланған Әсмә эргәһенә ултыра төштөм, әлбыуынланып. Ярабби! Һалдаттың битенән юлаҡлап йәш аға, әллә ишетәме ғәзиз кешеһенең ялбарыуҙарын? Йөрәкте шом алды. Етмәһә, Ҡояшты ла болот ҡаплаған, ә зыярат былай ҙа ҡарт ҡайындар, бейек шыршылар күләгәһендә – ҡараңғылыҡ эсендә ҡалдыҡ.

Шул минутта Ҡояш болот ҡоршауынан ҡотолдо, Артурҙың ҡәберендәге таш һәйкәл нурға ҡойондо ла... рәсемдәге һалдат баш ҡағып йылмайҙы, гүйә, – бер секундҡа ғына. Әсмә миңә, мин уға ҡараныҡ та аңланыҡ: икебеҙ ҙә бер үк күренешкә шаһитбыҙ. Мөғжизәме? Мөғжизә! Беҙ ышандыҡ, бик ышанғыбыҙ килде сөнки.

Ҡайтышлай һәр ҡайһыбыҙ үҙ уйына батты. Әсмә дилбегәне әленән-әле үшән генә барған аттың ҡабырғаларына елпетеп ҡаҡҡылап ала, себен-күгәүен һаман ҡышҡы йоҡоһона китә алмай маҙалана, малҡайҙы һырып бер була. Һүҙ башларға ҡыймайым. Баяғы ярһыуы баҫылған кеүек тә әхирәтемдең, тағы илап ебәрер, тип шөрләйем. Үҙе өндәште, ниһайәт:

– Нурия, бала табам!

– ?..

– Табам!

Ҡапылда телһеҙ ҡалдым, башыма килгән тәүге һорауҙы өн итергә саҡ хәлем етте:

– Кемдән?

– Беләһең!

– ?..

– Беләһең! Бүтәнсә һорама.

Бына бер аптыраҡ... Ҡуҙғалырға ғына торған машинаны күреп ҡалдыҡ та, арбанан һикереп төшөп, шунда йүгерҙек. Сәғәҙәт ағайҙың ҡапҡа тышына сығып беҙҙе көтәүелләп тороуы ине, уға ҡул болғаныҡ та кабинаға икәүләп кереп тә ултырҙыҡ. Шым-шырыҡ ҡайттыҡ, шофер ҙа гәп һатманы, ауылдаш бит, Айыусыға ниңә барыуыбыҙ уға сер түгелдер. Ә икенсе аптыраҡ мине өйҙә аңдып торған.

– Апай, һине көтөп төшкө автобустан тороп ҡалдым. – Тып итеп алдыма килеп баҫҡан Камиланың ҡапыл шулай ябырылыуына ҡулымдағы миләш гөлләмәһен иҙәнгә төшөрөп ебәрҙем, Айыусы тәңгәлендә туҡтап, элекке клуб алдында үҫкән ҡыуаҡтарҙан бер нисә ботаҡ һындырып алғайным, Әсмә ҡасандыр миңә: «Күр, ҡыҙый, бына минең образым», – тип күрһәткән, олоно икегә асаланып киткән ҡарағайҙы ҡосаҡлап торған арала. Килгән һайын күрмәй китмәйбеҙ ул сәйер ағасты. Бер асаһы ҡороғайны, уныһы элеккесә үк күҙгә ныҡ салынып бармай, иҫән ҡалғаны, үҫә бирә, турайып, шәбәйеп киткән. Шул тәьҫораттарҙан арынып бөтмәгән еремдән ҡобарамды алды, уф, бынау һеңлем!

– Йомошоң булһа, яҙыу ҡалдыр ҙа юлыңда бул ине, бәс!

– Йомоштоң да йомошо! Яҙмыштар хәл ителә.

– Хатта ки? Тын алырға бир башта, буҫаға аша үтергә...

– Үтә һал да бер һорауға яуап бир! – Өтөп алып бара ҡыҙыҡай, башта ҡыҙыҡ ине, хәҙер шөбһәләнеп киттем: әллә бер-бер?.. Өләсәкәйҙең «Берәй ҡала берәҙәгенән алданып, рисуай булып ҡуймаһын шул бала, яндырай бигерәк», тигәне иҫкә төштөсө.

– Әйт! – Үҙ тауышымдан үҙем тертләнем, шулай уҫал яңғыраны. Камила шундуҡ йомшарҙы, түрбаш тирәһендә өлтөрәргә тотондо, йәнәһе, тыныслан, сәй эсеп алайыҡ, тимәксе.

Сәй эстек. Ҡыҙыл эңерҙә йоҡларға ярамай, тип кемделер киҫәтте лә өләсәкәй, арҡаһына терәп ҡуйылған мендәргә янтайып, серемгә китте. Уның һулышын тыңлап көлөрҙәй ҙә булып китәһең, илап ҡуймаҫ өсөн: тынын шым ғына ала ла, бер килке, һыуы ҡайнап сыҡҡан сәйнүктәй, бырылдатып тышҡа сығара...

– Апай, күҙемгә ҡара әле, туп-тура ҡара!

– Йә.

– Арсенды яратаһыңмы?!

– Ҡайһы?

– Шылдырма, ауылда бүтән Арсен юҡ. Ул, имеш, атаһы йортона, Аҡман ағайҙарға, һине кәләш итеп төшөргән, күтәреп килтереп тупһаларына баҫтырған? Ләститтер?

– Ләстит үк түгел...

Һөйләп бирҙем Камилаға дөрөҫөн.

– Вәт был ауыл, иләк ауыҙ! Ә барыбер, шундай егеткә иғтибар итмәнем, тип ҡара – уныһына ышанмайым. Тиҫтереңдер ҙә әле.

– Иғтибар иттем. Күрмәлекле. Кәбирҙең Натаһы «жгучий брюнет» тип саҡ ҡапланманы, үҙең дә күрҙең, тансаға һөйрәп төшөрҙө.

– Көнләштеңме?

– Кемде? Кәбирҙеме ни?

– Арсенды – уның хаҡында лаһа һүҙ.

– Кәбир йөрәгемдән сығып китте, ә Арсен... унда инеп ҡарағаны ла юҡ.

Ошо араларҙа башымда ҡайнашҡан, бәғеремде өҙгөләгән хистәр үлсәүҙәрҙә үлсәнеп, иләктәрҙә иләнеп, тосо кәбәгенән әрселеп бөткәйне, һәм ошо яуап ғәмәлдә Камилаға ла түгел, ә үҙ-үҙемә тәғәйенләнгәйне.

Камила, яҡшыраҡ күрергә, минең асылыма уҡ бағырға теләгәндәй, һоро күҙҙәрен шар асып текәлгән дә керпек тә ҡаҡмай тора. Ҡартәсәйемдеке кеүек матур төҙ танауы, оҙонса яңаҡлы аҡ йөҙө уны киноларҙа күргән аҫыл нәҫелдән сыҡҡан дворянкаларға тартым итә.

– Арсен бит мине оҙата килде. Анау Миләүшәһе, әрһеҙ, тағылды беҙгә. Зөлфәрҙе минән көнләшеп хитлана, тиһәң... Үҙенә генә булһын!

– Кейем бүлешкән кеүек һөйләнәһең? Зөлфәр – күркәм егет. Һиңә ысынлап та күҙ һалған түгелме?

– Әҙерәк... Шуға ҡапылда биҙҙермәйерәк йөрөткәйнем. Яҡын да ебәрмәнем. Ысыны ул Миләүшәне ярата, ике арала башы буталып йөрөүе. Ә мин Арсенды осратырымды һиҙгәнмен, апай! Алам тиһә, барам да ҡуям.

– Ашыҡма ул тиклем.

– Кәртә ҡуйма, апай. Алдан әйтәм: һин ашыҡмаған тип, мин ултырып ҡалырға тормайым.

Һүҙ шуның менән бөттө. Камила ҡапыл телен тешләне лә килеп мине ҡосаҡлап алды, башын күкрәгемә һалды. Мин уның арҡаһынан һыйпаным, юрамал ғына сикә сәсен бармағыма урап тартҡылап алдым, үпкәм юҡ, йәғни.

– Адресын һорарға ине Арсендың, ҡыйманым, – тип бышылданы һеңлем. – Хәҙер бына юлға сығам, күрешеп булмай...

– Һорама, теләһә, үҙе яҙыр, Толпарлының адресы үҙгәрмәй, ул мәңге урынында ултыра.

41[edit]

Йөрәгемде шом баҫыуҙан уянып киттем. Сәғәт биш тирәһелер, алтыла ауыл уяна – әле эт тә өрмәй, әтәс тә һөрәнләмәй. Тертләгән аңымда ғына һиллек юҡ. Ул да булмай, тап минең карауат ҡырындағы тәҙрәгә кемдер сирткәндәй булды. Ҡараһам, Әсмә тора, тышҡа саҡырып ишаралай. Ни булған?! Кисәге «Бала табам!» тип саяланғаны иҫемә төштө. Юҡтыр, таң менән шул һүҙҙе юллап йөрөмәҫ. Уйымды төрлөсә уратып-суратырға маташһам да, хәлде аңлағайным инде...

– Ҡартәсәйем?!

Әсмә һүҙһеҙ генә етәкләп алды ла үҙе ыңғайына әйҙәне. Быуыным йомшарһа ла, ирекһеҙҙән йүгерәм, башым, гүйә, тонған, булмышымды бер заң биләп алған: «Өлгөр, өлгөр, өлгөр!»

Өлгөрҙөм. Мине күргәс, ҡартәсәйемдең ағарынған йөҙөндә йылмайыу әҫәре шәйләнде.

– Нурия, ҡолоҡасым, һине хафаландырмайым тип, һаман кисектерә килдем ошо нәсихәтемде, тыңла, бүлмәй генә. Иншалла, әйтеп үтәм...

Ҡаршы төшөргә баҙнат итмәнем, күҙ ҡарашы менән генә тыйҙы: «Тыңла. Васыятнамәм – дәфтәрҙә. Телем менән әйтерем шул: тормошлан, Нурия! Нәҫел тамырын өҙмә. Һин дә, Әсмә, балаҡай... Бәхил...»

Ышанмайым! Ысын түгел! Ҡартәсәйем!.. Ҡорос ихтыярлы, яҡты зиһенле ҡартәсәйем, донъя һынлы донъяға һыр бирмәгән, рәнйетелгән бәғзе берәүҙәрҙе күкрәген ҡалҡан итеп ҡуйып ҡурсалаған ҡартәсәйем, Толпарлының кендек инәһе, табибәһе... Аһ!..

– Ебемә! – Ҡартәсәйемдеке ише ҡатынҡы тауыш? Әсмә икән, яурынымдан тотоп алған да миңә текләгән. Яңаҡтарымды өтөп алған йәштәремдең ҡурғаш кеүек ауыр, борсаҡтай эре, әсе һәм ҡайнар икәнлеген тойҙом, улар шулай күҙҙәремдән атылып-атылып сыҡты ла, ҡапыл туңып, битемә йәбешеп ҡатты кеүек.

Әсмәне Фариза еңгәм артынан ебәрҙем: унһыҙ йырып сыға алмам был таңда килеп ишелгән яҙмыш һынауын. Хәйрулла ағай ат менеп Таллыға сыҡҡан, ә еңгәм юл ыңғай Рабиға апайға, тағы кемдәргәлер өндәшкән... Ауылдың ҡолағы сос, йәне һиҙгер – таң беленеүгә һәр йортҡа барып ҡағылғандыр матәм һулышы.

Ошондай ҙа оло ҡайғыны күрмәмеш, ишетмәмеш булырға тырышып ҡарай ҙа күңелем, булмай шул. Хушлашырға инеп сығыусыларҙың таныш йөҙҙәрен рәшә аша күҙәтәм, гүйә...

– Өләсәйеңде алып кил, Нурия, – тине кемдер, әсәйем икән, килгән икән... Ҡушҡанды үтәргә киттем. Өләсәйем тәҙрәнән ҡарап тора ине. Ишеткән, тимәк. Ҡайтып алырҙы белә, көткән. Инешләй үк мал-тыуарҙы ялан кәртәгә сығарҙым, бесән төшөрҙөм... Өйрәнеш буйынса эшләйем быларҙы, ә үҙем, әйтерһең, бер робот. Өйгә кергәс, өләсәйемә, йылыраҡ кейен, тинем дә, ғәҙәт иткәнсә, телевизорҙы тоҡандырҙым: тап ошо ваҡытта Мәскәү яңылыҡтар тапшыра торған. Ҡолаҡҡа моңһоу музыка яғылды, дикторҙың: «Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы... Семен Михайлович Буденный вафат булды... – тигән һүҙҙәре һәр башҡа ғәмгә бикле һымаҡ аңыма тишеп үтеп инде. Экранда күкрәге орден-миҙалдар менән ҡапланған күркәм кеше пәйҙә булды. Беҙҙең быуын уны олатайы һымаҡ яҡын күрә ине. Быйыл яҙ ғына, апрелдә, 90 йәшлек юбилейын байрам иткәйнек, мәктәптә класс һайын «Буденный маршы»н йырлатҡайныҡ. Ә уҡытыусылар бүлмәһендә әлеге лә баяғы Әмин абый: «Бөтә дан был ҡартҡа эләкте, хәрби-патриотик үрнәкһеҙ булмай шул! – тип ҡуйғайны. – Жуков мемуарҙар яҙа, ти. Хрущев халыҡҡа күренмәй ҙә. Маладис Буденный, мыйыҡ бороп ҡына йөрөй хәҙер, Ворошиловтан да арттырҙы...» Асыҡтан-асыҡ, алан-йолан ҡаранмай ғына һөйләнелә бындайыраҡ хәбәрҙәр һуңғы йылдарҙа. Улай икән... Вафат икән һыбай командир... 1973-төң 26 октябре... Ил йөҙөндә ҙур юғалтыу. Был датаны мин, минең нәҫелем шәхсән иҫендә тотор – быуын-быуын телгә алыныр, шәжәрәнән шәжәрәгә күсер Зирәк Рәйхананың исеме. Буденныйҙы ла, моғайын, тарих онотмаҫ. Хәтерһеҙ халыҡтың киләсәге юҡ, кисәге көнһөҙ – бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ иртәгә булмаған кеүек. Ә әҙәм балаһына илдең, халыҡтың айырылғыһыҙ күҙәнәге булған үҙ тоҡомоноң тәүарихын да юғалтмау зарур. Үҙ нәсәбемдә был бурыс миңә йөкмәтелгән – шуға инанам.

Әсмә хаҡлы, ебеп төшөргә ярамай. Өләсәкәй, ана, беләгемә килеп йәбеште, иземемә мохтаж. Игеҙәктәрҙе уҡытып сығараһы бар институттарында. Әсәйемдең – үҙ донъяһы, кем тартыр миңә тигән хәстәрҙе?

Ҡартәсәйем донъялыҡтан үтеп киткән шул, ышанмай сарам юҡ шул. Әхирәткә оҙатыу йолалары атҡарылды... Өсө, етеһе уҡылды... Туған-ырыу бергә йыйылдыҡ, әммә арабыҙҙан үтәләй ел бәреп торғанын һиҙҙек. Атайым да шуны тойҙо булыр, миңә һынамсыл ҡараш ташланы. Әйтерҙәй булдым, нәҫелебеҙҙең өрлөгө бына ҡасан ысынлап ишелде, тип. Атайымдың ҡарағусҡыл-йәшкелт күҙҙәренең уңа төшкәнен шәйләнем дә йөрәгем өҙөлөп китеп йәлләнем: уға еңелме ни?! Сикә сәстәренә сал йүгергән ошо олпат кешенең минән ниндәй һүҙ көткәнен аңланым, тик тел керешем ҡапылда ысҡынмай торҙо.

Оло юлда автобус көткәндә, атайым – оҙата сыҡҡайным – тамағына төйөр тығылғандай, йүткереп-көрһөнөп яфаланды. Ахырҙа өндәште:

– Нурия, әсәйем риза булманы бит, үҙемдә йәшәтерҙән, нисә килдем уны саҡырып. Һуңғы дүрт-биш йылда, тим.

– Беләм, атай. Унда, ҙур ҡалала, яҡшы врачтар бар, тигәнеңде лә... Ҡартәсәйем шулай саҡырғаныңа бик рәхмәтле булды. Беҙҙән айырылманы, әсәйем уны, ул әсәйемде ҡыр типмәне. Самат ағай өс донъяны көттө: үҙенекен дә, Атай йортон да, Яңы өйҙө лә.

– Гәүһәрҙе яратмағанға ташлап китте, тип уйламайҙарҙыр ауылда?

– Төрлөсә уйлаусы барҙыр. Мин шаһитмын, һин әсәйем менән игеҙәктәрҙе алып китергә ниәтләнгәйнең – хатыңды уҡыным. – Шунда әллә нимә булды миңә, ярҙым да һалдым: – Игеҙәктәрҙең һин ебәргән посылка йәшниктәрен «атай» тип йөрөтөүҙәрен һис онота алмайым, атай! Сабый саҡтарында...

– Ғәфү ит, ҡыҙым. – Атайым шулай тине лә ҡырҡа ауыл яғына боролдо, зыярат тапҡырына күҙ һалды һәм, тауышым барып етһен, тинеме, ҡысҡырып, ярһып өндәште шул тарафҡа: – Кисер, әсәйем! Ситкә типмә, Толпарлым! Ятһынмағыҙ, ауылдаштарым, ҡәрҙәштәрем! Мин һаман шул Баязит, һеҙҙе яратҡан, һеҙ тип өҙөлгән. Тамырым ҡоромаған – балаларым күҙ алдығыҙҙа. Ҡайтырмын. Мәңгелеккә... тыуған тупрағыма.

Нурия, ишетәһеңме?

Тетрәнеп киттем. Илағым килде, илай алманым, шул дәрәжәлә һеңгәҙәтте атайымдың был халәте. Ғүмергә хушлаша кеүек? Ҡартәсәйем донъялыҡтан үтеп китһә, беҙ бар ҙаһа?!

Боролоштан күренгән автобустың маңлайындағы быяла күҙҙәрендә сағылған ҡояш нур сатраштарын беҙҙең яҡҡа йүнәлтте. Әллә шул ыңғайға, мине ҡапыл ҡорошторған ҡоршау ысҡынды ла, үкһеп илап ебәрҙем. Атайымды ҡосаҡланым, бутала-бутала һөйләндем: беҙ үҫтек, йәтимлекте тойманыҡ, һинең барлығыңды белдек, тигәнерәк мәғәнәлә... Оло юлда беҙ икәү генә инек. Башҡалар өйҙәге мәшәҡәттәрҙе атҡарып ҡалды. Минең күҙ йәштәремде атайым һәм Һыҙа буйында һуҙылып ятҡан сөгөлдөр баҫыуы ғына күрҙе. Атайымдан оялманым, уның да яңағынан күҙ йәштәре тәгәрәй – беҙ бер-береһен эскерһеҙ аңлаған ғәзиздәрбеҙ. Ә сөгөлдөр баҫыуы мине белә, аптырамаҫ, хәйер, ул мине телдәр, сәмле, илап бармаҫ ҡыҙсыҡ итеп хәтерләйҙер.

Атайымды Оло юл тағы ситкә алып сығып китте.

Ер шарында Толпарлы тигән ауылдың иң хөрмәтле инәйҙәренең береһе донъя ҡуйҙы тип, Оло йыһан үҙенең ҡануниәтен үҙгәртмәне. Уның төп ҡануны ла шул даһа: һәр тереклек тыуа, йәшәй һәм үлә. Мәңгелек алгоритмы үтәлмеше. Тик бер генә мотлаҡ шарты бар әлеге ҡанундың: йәшәр өсөн тыуырға кәрәк! Тыуырға, Оло йыһанға сығырға. Кесе йыһанда хасил ителһәң әгәр башта.

Әсмәнең «Бала табам!» тип асырғаныуы тиктәҫкә түгел. Кесе йыһан – Оло Йыһан бәйләнеше бар, шуны туҡтауһыҙ тоғро туҡып торған төпкө аң ауазы бар. Әле килеп, мин дә ап-асыҡ ишеттем ул ауазды: ҡартәсәйемдең васыяти һүҙҙәре зиһенемә инеп ятҡайны. Инде улар айҡапмы-айҡар күңелемде.

Мәктәптә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эштә, булыуыма һөйөнөп бөтә алманым һуңғы арала. Хәсрәткә батырға ирек тә юҡ уҡытыусыға. Каникул ваҡытында ла төрлө сараларға сумырып ҡуялар. Директорҙан былай, уның урынбаҫары – Вафич тынғы бирмәй, берәй ҡайҙа экскурсия ойоштор, һин бит география уҡытыусыһы, тип бәйләнде яңыраҡ. Вафич тигәнем – үҙемдең Сабир дуҫым, Вафа улы. Башҡаларыбыҙға «апа», «абый»ҙан һалдырған балалар элеп тә алды, ҡушаматтай йәбештерҙеләр, Сабирын ҡушмайҙар ҙа. Хәҙер бөтә ауылға ул – Вафич.

– Экскурсиямы? Күптән Силәбе өлкәһенә барып сығырға елкенә инем. Барам, Вафич! Үҙемдең «Глобус»ымды алам да, – тигәйнем, Сабир көлөмһөрәп ҡуйҙы, шаяртам, йәнәһе. Ә мин яңыраҡ, уҡыусыларым менән кәңәшләшеп, оҙон исемле «Йәш сәйәхәтселәр клубы»н «Глобус» тип үҙгәрткәйнем.

– Ә конкретно? Силәбе өлкәһе ҙур ул.

– Тәғәйен ҡайҙамы? Батша заманында әле, Петербург әфәнделәре майшәм яҡтыһында балдар ойошторғанда, Оло Һатҡы тигән йылғала гидроэлектростанция һәм уның ҡеүәте менән тимер рудаһы эшкәрткән завод булған, эргәләге ауылдың өйҙәрендә электр лампочкалары янған. Шул ҡоролмалар бөгөн дә бар, эшләп ултыра, ти. Тарихи ҡомартҡы инде хәҙер. Шунда юл тотмаҡ инек.

– Программала бармы?

– Юҡ, әммә Рәсәй иҡтисадын үткәндә һөйләйем. Университетта уҡып йөрөгәндә, тарих факультетынан Земфира исемле ҡатындан ишеткәйнем, ул шул яҡтан. “Научный коммунизм”ға тарихсылар ҙа, географтар ҙа бер аудиторияға йыйыла инек, шунда дуҫлашып киткәйнек, арабыҙ өҙөлмәгән...

– Хуп. – Сабир, атаһынан отмош, был һүҙҙе йыш ҡабатлай, яратып ҡабатлай. – Әле лә шундай тәртип беҙҙең вузда (кисегеберәк булһа ла, тарих факультетына уҡырға инеп, тамамлап бара инде, хәҙер шул фәндән уҡыта, музыка дәрестәре лә уның өҫтөндә – педучилищела алған махсус белеменән дә былай, һәләте бар был һабаҡҡа).

Клубҡа иллеләп уҡыусы яҙылған. Вафич сәйәхәткә унынсыларҙы ғына алырға ҡушты. Бәхәсләшмәнем. Кемдең теләге, аҡсаһы бар – шуларҙан ун уҡыусы йыйылды. Ишетеп ҡалып, туғыҙынсыларҙан Туҡтаров ҡушылды. Эйәртмәһәгеҙ, бер үҙем барам, ти ҙәһә ул «географ». Сәйәхәттең көндәлеген яҙыр, тигәс, бүтәндәр шунда уҡ ризалашты, каникулда ла яҙыу-һыҙыу менән булашҡылары килмәй ҙәһә.

Походта иң мөһиме – һәр баланы күҙ уңында тотоу, ҡурсалап йөрөтөү. Иң үтемлеһе – балаларҙың үҙҙәренә яуаплылыҡ йөкмәтеү, лидер тойғоһо уятыу. Командирҙы билдәләнем, уға – ике ярҙамсы, өс кок (ашнаҡсыларҙың шулай аталғылары килә), маршрут алғарҙары, ялды ойоштороусылар – икешәр һәм сәйәхәтнамә яҙыусы – ун береһе лә вазифалы.

Шулай хәл иттек: башта Ҡырмыҫҡалы районының Оло күл ауылына юл тоторға, унан алыҫ түгел тимер юлы үтә. Сәғәт көндөҙгө ике лә юҡ, беҙ вокзал эсендә Күмертау – Өфө поезын көтөп тә ултыра инек, төштән һуң ҡуҙғалабыҙ. Үҙебеҙ менән алған аҙыҡ менән тамаҡ ялғап алдыҡ. Мин тағы бер ҡат инструктаж үткәрҙем: төркөмдән айырылмаҫҡа, йомош менән сығырға кәрәкһә, иҫкәртергә, яңғыҙ сыҡмаҫҡа. «Бәҙрәфкә, мәҫәлән, – Туҡтаров ҡыҫылмай ҡалмай. Ә үҙе дәфтәренә нимәлер яҙа – көндәлектер. Бармаҡ янағанымды күрмәмешкә һалышһа ла, күргән: – Айырылғанды айыу ашай, бүленгәнде – бүре...» – тип мығырҙай.

Ниһайәт, поезд килде, плацкарт вагонына инеп тулдыҡ. Кеше күп, бигерәк тә бала-саға сыр-сыу килә. Туҡтаров бер төркөм менән танышып та килде. Салауаттан икәндәр, Планетарийға баралар, ти. Минекеләр маһайышып алды: былтыр ҡышҡы каникулда махсус автобус һалдырып, тотош баш ҡаланы урап сыҡҡан кешеләр ҙәһә.

Сәғәт ярымда Өфөгә килеп төштөк, тағы шул сама ваҡыт үтеүгә, беҙ Силәбе яғына елә инек инде. Алдан хәстәрләмәһәк тә, билеты ла булды, иркен генә урынлаштыҡ. Төнгө 1-ҙәге поезға. Земфираның әйткәне хәтерҙә, беҙҙең Бирҙәүеш стансаһына Өфөгә ни ҙә, Силәбегә ни – 250 саҡрым тирәһе, ҡап урталабыҙ, тип. Таң атыуға барып етергә тейешбеҙ. Унан Земфираларҙың ауылына өс саҡрым ҡала, ул ғына араны бер тында үтәсәкбеҙ. Хәҙер ҡапҡылап, сәй эсеп алһын да уҡыусыларым, йоҡлашһындар – поезд һикеһенең ҡатылығын да тоймаҫтар, арығандар.

...Вагонда йылы,тынсыу. Бар әҙәм йоҡлай. Бер мин күҙемде аса-йома, уяулы- йоҡоло ултырам. Поезд тәгәрмәстәренең тыҡылдауына ҡолаҡ һалам: та-бам, та-бам, ба-ла та-бам, ба-ла та-бам, – шулай ишетәм, биллаһи! Уҡығайным, күҙ мейе күрһәткәнде генә күрә, ҡолаҡ – мейе ишеттерергә теләгәнде генә ишетә, тип. Ысын, ахырыһы? Әсмәнең «Бала табам!» тип ярһығанын иҫләп кенә алыуым ине, ҡолағыма ла салынды. Ҡатын-ҡыҙ затының зарури ихтыяжы асырғандырған уны... Ҡайтам да Әсмәне Әшрәф менән ҡауыштырам! Йөрөмәһендәр Саҡ-Суҡ булып. Паровоз әсе итеп һыҙғырҙы ла ҡапыл үрәпсеп туҡтаны. Вагон дер ҡалтырап алды. Балалар уянманы. Сим станцияһын үткәйнек, быныһы Йүрүҙән икән. Күп тә ҡалмаған, улайһа, барып етергә. Поезд был туҡталышта оҙаҡ торманы. Тәгәрмәстәр яңынан теңкәгә тейергә тотондо: «Ба-ла та-бам, та-бам...» Елдән табып булмай ҙаһа баланы! Шулай уҫал итеп ҡысҡырып ебәрәрҙәй булдым хатта. Христиандарҙың «непорочное зачатие» тигәне бар – Иисус Христосты әсәһе Мария шулай тапҡан. Тағы анауы Даная? Легенда... Ә Марияға мосолмандар ҙа ышаналар, Мәрйәм ана ғиффәтле көйөнә балаға уҙған, Ғайса пәйғәмбәрҙе донъяға килтергән, тип.

Ул да булмай, Бирҙәүешкә барып етеп, төшөп ҡалдыҡ. Поезд Силәбегә елде. Рюкзактарын артмаҡлап, минән күрһәтмә көтөп торған балаларҙы, был төбәк хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә - бирә, эйәртеп алып киттем:

– Беҙ башҡорттарҙың тарихи еренә аяҡ баҫтыҡ. XVI – XVII быуаттарҙа был яҡтар Өфө өйәҙенә ҡараған Себер һәм Нуғай даруғаларына ингән. Батша хөкүмәте башҡорттарҙың ер милкен киҫеп алыу өсөн һәр саҡ аҫтыртын сәйәсәт алып барған. 1737 йылда Иҫәт провинцияһы булдырылып, Силәбене шунда ҡушыу, йәғни Урал аръяғын айырыу – шуның һөҙөмтәһе. Уғаса Мейәс йылғаһы ярында Тевкелев тигән урыҫ полковнигы Силәбе ҡәлғәһен һалдыра, уның яуыз образы «Тәфтиләү» исемле халыҡ йырында сағыла. Ҡалғанын тарих уҡытыусыһынан төпсөнөрһөгөҙ.

-Апа, был өлкәнең майҙаны күпме, Башҡортостан дәүмәллек бармы?

Хәҙер һорау яуҙыра башлаясаҡтар, яуап биреп кенә өлгөр.

– Сағыштырығыҙ: Силәбе өлкәһе 88,5 мең квадрат километр, ә Башҡортостан республикаһы 143 мең квадрат километр майҙанды биләй.

- Беҙҙең ер икеләтә тиерлек артығыраҡ!

- Франция ҙурлыҡ!

- Бельгия - фәләндәрҙе әйтеп тораһы ла юҡ…

– Ә Силәбе өлкәһе менән беҙҙең ҡайһы райондарыбыҙ сиктәш, кем белә? – Уҡыусыларымды сәйәхәтебеҙгә яҡынайттым, юғиһә, әллә ҡайҙарға сығып киттеләр.

– Белорет районылыр, шул юлдан барырға ла уйлашҡайныҡ?

– Дөрөҫ. Тағы?

– Учалымы?

– Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары – бөтәһе дүрт район, – тип өҫтәгәйнем, Туҡтаров планшетынан дүрткә бөкләнгән СССР картаһын килтереп сығарҙы:

– Шулай, бына ҡарағыҙ! Ә бөгөнгө көндә ҡалғанмы башҡорттар Силәбе өлкәһендә, шуныһы ҡыҙыҡ?

– Ҡалған, күпселек Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында. Халыҡтың 80 проценты хәҙер урыҫтар. Башҡорттар һан буйынса өсөнсө урында.

– Икенсе урында, күҙ йомоп әйтәм, татарҙар, – тине Туҡтаров.

– Был төбәктә металл элек-электән металл сәнәғәте ныҡ үҫешкән, ҙур-ҙур ҡалалар бар: Силәбе үҙе, Магнитогорск, Мейәс, мәҫәлән.

– Ә беҙ поезда үтеп киткән Һатҡы ҡалаһы?

– Ул бигүк ҙур түгел, әммә данлыҡлы ҡала, сөнки унда донъяла етештерелгән магнезиттың, юғары температураға бирешмәй торған периклаз тигән материалға кәрәк магний карбонатының, 95 проценты сығарыла.

– Күпме кеше йәшәй икән ул Һатҡыла?

– 45 мең тирәһе.

– Фи, беҙҙең Өфөлә – миллионлап! – тип ебәрҙе кемеһелер.

– Артта ҡалғанһың, миллиондан ашыу!

– Ярар, бәхәсте туҡтатығыҙ. Каникулға һеҙгә өйгә эш: сәйәхәтебеҙ тураһында инша яҙырға. Ана, ауыл да күренде, гәп һатып барғас, юл ырамлы булды.

Беҙ үрләсерәк тапҡырҙан килеп сыҡтыҡ, ауыл уйпат урында булғас, ҡапыл пәйҙә булды. Туҡтап, тирә-йүнде байҡап торҙоҡ берауыҡ. Шул саҡ ҡолағыма ике малайҙың һүҙ атышыуы салынды:

– Гәпте килолап һаталармы, метрлапмы?

– Оҙон булһа – метрлап.

– Ә һинең кеүек борсаҡ шыттырһаң?

– Үҙеңде бел, мәкинә осороп...

Аҡылға ултырта мине был бала-саға. Һәр һүҙҙе уйлап әйтергә кәрәк шул. Карта алып сыҡмауыма оялдым хатта. Туҡтаровтың планшетында тағы берәй әтнәкә ятмаҫ тимә. Планшеты ағаһынан ҡалған, уныһына – атаһынан. Ә атай кеше һуғыштан алып ҡайтҡан. «Комвзвод үҙе бүләк итте, мин уны ут эсенән, яраланып иҫһеҙ йығылған еренән, һөйрәп алып сыҡтым», – тип һөйләгәнен үҙем ишетеп торҙом, бала саҡта әле, ҡартәсәйем менән кәнсәләр йыйыштырғанда. Ағайҙар кистәрен кәнсәләр тупһаһында гәп һатҡанда... Метрлап түгел, километрлап! Саҡ көлөп ебәрмәнем, уф.

Земфираға хат яҙғайным, юлға сығыр алдынан шалтыратҡайным да. Нишләптер, тауышы төшөнкө тойолдо. Күмәкбеҙ, тигәйнем, әллә шуға эсе бошто? Ә бит ул минең хәтерҙә күҙҙәре осҡонланып янып торған, башын сөйөп, текә генә баҫып атлаған сибәр ҡатын булып иҫтә ҡалған. Юҡтан да ҡыҙыҡ табып көлөргә тиһәң, уны ҡуш ине. Ундайҙарҙы беҙҙә шарҡылдаҡ тиҙәр. Остан дүртенсе өй – беҙҙеке, тигәйне. Күреп киләм: алты мөйөшлө ҙур йорт, башы ҡалай менән ябылған. Ана, бер ҡатын ҡапҡа тышына сыҡты.

Ауылға табан йүгереп төшә башланыҡ. Теге ҡатын да ҡаршыбыҙға ашыҡты, малай етәкләгән.

– Земфира, дуҫҡайым!

– Нурия, иркәм! – Хәтерләнем, был яҡта йәшкә үҙенән кесерәктәргә шулай өндәшәләр (ә беҙҙә һөйгән йәргә әйтелә был наҙлы һүҙ). Ике йәш кенә лә айырмабыҙ. Университетта уҡығанда уҡ уның ғаиләһе, улы бар ине.

Иркен, бөтөн һәм бөхтә ихатаға индек. Йорт эстән дә бик күркәм икән. Ҙур яҡта әлеге заманда модаға ингән стенка ултыра, башҡа йыһаздар ҙа затлы, килешле. Тик ниҙер етмәгәндәй...

– Алигың ҡайҙа? Танышҡанда, Земфира исемле икәнеңде белгәс, мин һинең Алекоң ,тигән – хәтерҙә. Шофер ине бит әле ул?

– Эйе. Аҙаҡ... Әйҙәгеҙ, тамаҡ һыйлап алайыҡ. Бер ҡаҙан итеп былау бешерҙем. Сейә ҡайнатмаһы менән сәй эсербеҙ.

Ул арала Земфира кем менәндер телефондан һөйләште, һүҙ уртаһында бүленеп, минән, тегендә ҡасан бараһығыҙ, бөгөнмө, әллә иртәгәме, тип белеште.

– Бөгөн! – тип геүләште балалар. Мин баш ҡаҡтым.

– Көтәбеҙ, – тине лә һөйләшкән кешеһенә, Земфира беҙгә аңлатты: – Бер туған ағайым. Мәктәп автобусын йөрөтә, өлкән синыфтарҙы Бирҙәүешкә ташый. Беҙҙә 8 йыллыҡ ҡына. Каникулда эштән бушап тора, автобусы – ихатаһында, һеҙҙе алып барыр, алып ҡайтыр. Мәктәп автобусы ыҡсым ғына ПАЗик икән. Төшкө ризыҡты үҙебеҙ менән алдыҡ – сәғәт саҡ 11 ине әле.

Автобус ни, һә тигәнсе алып барып еткерҙе. Йәйәүлегә юл ҡатмарлылыр – ташлы, соҡор ҙа саҡыр. Саҡ ҡына барып етмәҫтән туҡтап, шофер ағай беҙҙе плотина яғына эйәртеп алып китте. Үҙе, ысын экскурсовод һымаҡ, һөйләп бара:

– Оло Һатҡы йылғаһы тап ошо тирәлә бейек тауҙар араһындағы тарлауыҡҡа килеп ҡыҫыла, ә юлында – бейек-бейек тупһалар! Ярҙа кескәй генә урыҫ ауылы бар, атамаһы шул ерлектән – “Пороги”. Хәҙер тәбиғәт яһаған тупһалар юҡ инде, кеше аҡылы, техника көсө менән ҡәҙимгеһенән ундарса тапҡырға ҡеүәтлерәк шарлауыҡ хасил ителгән, батша заманында уҡ әле…

– Шарлауыҡ ажғыра!

– Был инде “Яһалма Ниагара” гөрһөлдәй, тәүге һүҙен ҡушып әйтеп тә тормайбыҙ. Әүәлге таш тупһалар хәҙер шым ғына быуа аҫтында ята. Беҙ йылғаны тарлауыҡтың шешә муйыны кеүек тарайған иң уңайлы өлөшөндә быуған плотина ҡырыйына килеп сығып туҡтаныҡ. Көҙгө көн һалҡынсараҡ булһа ла, ҡояшлы, әллә ҡайҙарҙан сәфәр ҡылған юлаусыларға был төйәктең мөғжизәһен асылтып күрһәтмәк булды, моғайын. Ағайға эйәреп, саҡ ҡына уңғараҡ ҡайырылдыҡ. Ул әкренләп мәғлүмәт бирә-бирә атлай.

– Плотина 1905 йылда ҡоролған, гидроэлектростанция төҙөү маҡсатында. Биш йыл буйы барған был эш. Йылға ошонда соҡоп сығарылған таш менән бурап быуылған. Бетон-фәлән булһа, күптән емерелер ине, ә был тора – шылт та итмәй.

Иҫебеҙ китеп тамаша ҡылабыҙ, бер ситтәнерәк: тарлыҡта үрәпсеп килгән һыу бейектән аҫҡа ырғый – ярһып, ажарланып, мең-мең тамсыларға сәсрәп, аҡ күбеккә батып. Шул тамсылар есемендә ҡояш нурҙары бер ыңғай әллә нисәмә йәйғор балҡыта. Әкиәт тиһәң, ысын! Улаҡтарҙан атылған шарлауыҡ плотина быуаһына йығылып төшкәндән һуң яйлап шымая, йыуашлана.

Ауыҙ асып ҡарап торғанда, плотина өҫтөндәге күперҙән ҡаршыбыҙға хәрбиҙәрҙекенә тартым форма кейгән егет атлап килеп етте. Ағайыбыҙ уға таныш, етмәһә, егет үҙ башҡортобоҙ булып сыҡты. Уңһа ла уңыр икән сәфәр. Бикле ҡапҡаны астырып, күпергә инеп баҫтыҡ. Тарлауыҡтың күккә олғаша яҙған тау-ярлауҙары һушты ала, күҙҙе ылыҡтыра, сараһыҙҙан түбәнгә (21 метр бейеклектән) осҡан йылғаның берсә асыулы, берсә тантаналы ауазы арбай, аҫта диңгеҙҙәй йәйелеп тәрән быуа ята. Сихырландыҡ, гүйә. Әлдә күперҙең, уның оҙонлоғо 100 метрлап ҡына барҙыр, ҡамауы бар, аңшайып китеп, аҫҡа сорғолоуың да ихтимал.

Формалы егет, беҙҙе ары үткәреп булмаҫмы тип, кем менәндер һөйләшергә киткәйне, күп тә үтмәй, тағы күренде, янына саҡырып ишара бирҙе. Уның артынан ҡәҙимге таш бинаға индек, машина залы икән. Бында төрлө механизмдар тыҡылдап эшләп ултыра, уларҙың тимер ҡорһаҡтарында сит телдәге яҙыуҙар шәйләнә – заманында Германиянан, Швейцариянан килтерелгәндәр, ти. Ошо уҡ ҡыйыҡ аҫтында икән завод та, әммә унда, металл иретелгән мейестәр яғына, беҙҙе уҙғарманылар. Башына каска кейгән, ҡолағына ҡәләм ҡыҫтырған, бындағы шауҙандыр инде ҡысҡырып һөйләшергә ғәҙәтләнгән бер апай улай ҙа эргәбеҙгә килеп ураны, «Рәсәй индустрияһының боронғо үрнәге», «Франциянан килтереп ҡоролған мейестәрҙә иретелгән периклаз» тигән һүҙҙәр менән фәстерҙе. Уҡыусыларым: ”Периклаздың нимә икәнен беләбеҙ”,– тип кенә ҡуйҙы. Уның туристарға тип тотолған өлгөһөн дә күрҙек. Электр мейесендә «бешерелгән» йәлпәк кенә ҙур күмәс – сит-сите ҡарайып күренә, ә уртаһы, әйтерһең дә, яҡтыртылған: эстә, төптә-төптә һымаҡ, һүрән генә йәшкелтем төҫтәге ептәр бер рәткә һуҙып теҙелгән кеүек – ғәжәйеп матур. Иҫкә төштө, яҙын, ҡарынан әрселеп, иреп йоҡарған боҙ шулай үтә күренгәндәй.

Күперҙе кире сыҡҡас, ҡайтыр юл үрендә, баяғы бинаға алыҫтан тағы күҙ һалдыҡ. Бер стенаһы һыуға батып тора. Ҡартая... Тарих төпкөлөнән ваҡыт ауазы килде: тәүге эшселәрҙең йонсоу йөҙҙәре, сүкеш туҡылдауы, әҙер иретмәне Бирҙәүешкә алып барған арбалар шығырлауы, аттар кешнәүе. Шул ауазды өркөтөп, күмәк тауыш яңғыраны:

– Апа!!! – Башыма боҙло һыу ҡойҙолармы ни!

Бер малайыбыҙ түбәнгә шылып төшөп бара, алҡынып ятҡан быуа яғына. Үҙе ҡысҡырмай ҙа, аяғы-ҡулы менән ерҙе матҡып, туҡталырға тырмаша. Туҡталды. Һыу баҡаһы шикелле тарбаңлап ята, ҡуҙғалырға ла ҡурҡалыр. Ағай әлдә беҙҙе ҡалдырып автобусына китеп бармаған, ҡырын-ҡырын баҫып, «баҫҡыслап» төшөп, тегене курткаһының елкәһенән тотоп торғоҙҙо ла, етәкләп, юлға мендереп баҫтырҙы. Үҙе, беҙҙе тынысландырмаҡ, һөйләнә: «Һыуға уҡ суммаҫ ине, яр ситендә бетон плитәләрҙән кәртә ҡуйылған. Бите-башы сыйылып, имгәнеүе бар...» Балаларға күҙ һалдым да шаҡ ҡаттым. Кемеһелер шыр ҙа ебәргәндер, ә бер малай шалт та шолт фотоға төшөрөп тора иптәшенең мажараһын. Имен ҡотолғас, хәҙер мажара һымаҡ... Был ваҡиғанан һуң ныҡ шыртланым, һаҡ булырға, уяу булырға кәрәк тәһә миңә, нисәмә бала өсөн яуаплымын, уф! Бер ыңғай теге фотограф йоратын да уйлап ҡуйҙым: оҫтарҙы бит тамам, район гәзитендә генә түгел, өлкәнекеләрҙә лә баҫа башланылар уның эштәрен. Кадрҙы тотоп алыуы – бер, килештереп тексын да яҙып ҡуя. Әйткәндәй, Аҡназар ағайҙың төпсөк улы. «ФЭД» тигән фотоаппраты һәм бөтә кәрәк-ярағы бар, өйөндә кескенә махсус бүлмә бүлеп тә биргән атаһы. Исеме матур шул баланың – Айсыуаҡ. Гелән уға өндәшәһе килеп тора. Исемен яңғыратыр өсөн генә түгел, үҙе яғымлы, тыңлаусан һәм йомарт булғанғалыр ҙа. Фотоаппаратын «өф» итеп кенә тора, ә барыбер иптәштәренә тоттора, төшөртә, аҙаҡ бергәләп кәртешкәләрҙе эшләйҙәр. Уйлап ҡуям: ағаһы үҙ һүҙле, тупаҫ ҡына ине, армиянан һуң ситкә сығып китте лә ҡайтып та урағаны юҡ, Миләүшә апаһы елбәҙәгерәк, тәкәбберлеге баш осона сыҡҡан, был икенсерәк – уйсан, ултыраҡлы, тиҙәр беҙҙә ундайҙарҙы. Хәйер, малайлыҡтан саҡ сығып килгән үҫмерҙе өҙөп кенә ҡылыҡһырларға иртәрәктер. Ҡайтыр юлда бер нисә урында туҡтап, был яҡ тәбиғәтенең хозурлығына һоҡланып, бергәләп фотоға төшөп, тамаҡ ялғап та алдыҡ. Күпмелер арауыҡты йәйәү үттек, ағайыбыҙ, машинаны ҡарап алырға кәрәк, тип һылтаулап, юрамал атлатты шикелле. Бик хуп, турист тип йөрөйбөҙ ҙәһә үҙебеҙҙе. Тирә-яҡтың ҡолағы тондолор был туристарҙың геүләшеүенән: «Ә һин күрҙеңме? Ә һин беләһеңме? Белмәйһең!..» – шулай тиешеп, этешеп-төртөшөп тә алалар еңелсә, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшәләр.

Автобус ҡыуып етеүгә, апаруҡ шымайғайнылар, арыныларҙыр. Ағайҙың ғына тауышын тыңлап барҙыҡ:

– Силәбе өлкәһендә йөҙләгән ашыу күл бар, – тигәс, минекеләр теремекләнеп китте: «Иң ҙур күлегеҙ? Иң боронғоһо?» – тип уны һорауға күмделәр. «Глобус» ағзалары бит. Силәбеләрҙең иң шөһрәтле күлдәре Увильды икән, башҡортса Уйылды инде. Күлдә унарлаған утрау бар, ти: Ҡайын утрауы, Ерек, Ҡарама, Шыршы утрауы һәм башҡалар – атамаһынан беләһең унда ниндәй ағас үҫкәнен. Уйылдының оҙонлоғо – 100 километр! Диңгеҙ ҙәһә торғаны. Ә иң гүзәл күлдәре Йөрәккүл, ти. Русса атамаһын – Зюраткуль, өлкәнең картаһынан белә инем, бер нисек тә тәржемә итә алмағайным. – Йөрәккүл хәҙер тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡурсалана, – тине ағай, ғорурланып, – уны уратып алған тау үркәстәрендә тәүтормош кешеләре йәшәгән тау ҡыуыштары табылған. – Булыр ҙа шул, Урал даһа!

Бала-сағаның тамағын туйҙырып, малайҙарҙы ҙур бүлмәгә, ҡыҙҙарҙы – улар өсәү генә – бәләкәйерәгенә йоҡларға урынлаштырҙыҡ та Земфира менән икәүҙән икәү ҡалдыҡ. Иркен залдағы диванға барып ултырҙыҡ. Күҙгә күҙ бағыштыҡ. Земфира бөҙрәләрен үргә тарап ҡуйған, маңлайы асылған, ҡыйғас ҡаштары матур булып һыҙылып күренә.

– Иғтибар иттеңме? – тине ул, усы менән уң ҡашы өҫтөнән сәс төбөнәсә һуҙылған йөйҙө һыпырып. Бармаҡ киңлеге барҙыр. Ҡул һыртында ла уңалып ҡына килгән яра эҙҙәре күренә. – Тәнем тотош шулай. Өҫтөмә ярып өйөп ҡуйылған утын ауҙы. Больницала аңыма килдем. Һул ҡулым гипста, башым бинт менән уралған. Үҙемде ҡаҡ таҡтаға йәйелгән простыняға һалып ҡуйғандар, умыртҡа һөйәге һынған булһа тип. Әлдә генә һынмаған уныһы! Баш мейеһе һелкенгән...

– Ә ирең ҡайҙа, Алекоң, һорамай торам?

Земфира илап ебәрҙе, тауышһыҙ ғына, һығылып ҡына. Ҡысҡырып үкһеһен ул кеше, ошолай ғазапланғансы!

– Көнләште ул мине. Үтер әле йәшәй килә, тип өмөтләндем. Түҙҙем. Үтмәне, киреһенсә, тамам шашты. Көнсөллөгө бар, тип һиңә әйтә яҙып та ҡуйғайным лекцияла, «Научный коммунизм»да. – Земфира тәрән итеп тын алды ла оҙаҡ ҡына уны күкрәгендә тотоп торҙо. Ҡыҙылъярҙан тәрән ятыуға һикергәндә мин шулай итә инем. Был ҡатын һыуға түгел, ә яҙмыш сөңгөлөнә сумды, унан, әйтерһең, үҙен аҫҡа һөйрәгән таштай ауыр сер тоғон күтәреп алып сыҡты. Һәм... систе.

– Мәктәптән ҡайтыуыма, ирем ҡыҙмаса булып алған, үрле-ҡырлы һикерерҙәй булып йөрөй. Эскесегә әйләнеп бара. Анау ЛТП тигәндәренә ебәрһәң инде – ояты ни тора. Үҙе теләп барасағы юҡ, ғариза яҙырға, эш урынында рисуай итергә баҙнатым етмәй ҙә ҡуя. Бер ай элек тәүәккәлләгәйнем дә, ҡул күтәрә башлағас. Тик торғандан, үҙ алдына һөйләнеп, үҙен үҙе ярһытып ултырҙы-ултырҙы ла сәсемдән умырып тотоп алды, дәфтәр тикшергән еремдән... Ауыртыуҙан һәм ҡурҡыуҙан ҡысҡырып ебәрҙем. Балам уянып, ҡото осоп беҙҙең янға килеп сыҡты, илап ебәрҙе. Шунда ла тыйылмай, әшәке һүҙҙәр әйтеп, мине һуғып осорҙо. Диван мөйөшөнә барып һөрлөктөм. Танауымдан ҡан китте. Ҡайҙа йәлләү, ҡайҙа аҡылына килеү – ҡан көҫәгән йыртҡыстай ҡоторҙо ғына. Ҡайһы арала йүгереп сығып киткән сыр яланғас, яланаяҡ көйөнсә, улым күршеләргә барып әйткән, улар йолоп ҡалды – үлтерер ине мине.

Иртәгәһенә алмаштырып ҡуйғандармы ни Аликты. «Хәбәр итмә инде милицияға, Земфирам, ултыртма төрмәгә!» – тип аяғыма йығылды. Ярата, шуға көнләшә, йәнәһе. Йәлләнем. Әсәм дә әйтте хатта, үҙеңде йәллә, балам, зәғифләп ҡуйыр ҙаһа, тип. Шуғаса ул өгөтләй ине, бала үҫә, ир бала, ти ҙә... Бергә эшләгән әхирәтем нисәмә иҫкәртте бер һуҡҡан ир ғүмер буйы ҡулын тыймаясағын. Уның апаһы гел туҡмалып йәшәгән, ахыр сиктә улы, үҫеп еткәс, атаһынан үс алған. Тағы ҡайғы: атай кеше умыртҡаһы имгәнеп кеше көнлө булып ята, улдары – төрмәлә.

Земфираны ҡалтыранып тыңлайым. Мине лә шундай яҙмыш һағалаймы? «Юҡ, түҙмәм, баш бирмәм!» – ти ҡәлбемдәге сая «үҙем». Ә ҡаршымдағы үткер, сиған ҡатынына оҡшап торған берәү ҡыйыу көләс холҡо менән һоҡландырмағайнымы мине ҡасандыр?! Баҫылған. Башта күңеле имгәнгән, шунан – тәне...

– Бала бар, йорт-ҡаралты... – Шым ғына дауам итте лә, Земфира ҡапыл һикереп тороп баҫты, ниндәйҙер һәләкәттән ҡотҡарырға теләгәндәй, ҡулдарымдан тотоп алды ла киҫкен итеп тауыш менән әйтте: – Нурия! Буласаҡ кейәүеңде алдан һына, көнсөл икән, ташла! Беленә ул кешенең холҡо барыбер. Мин Аликтың көнләшеүен һиҙә инем, яратыуы шулай көслөлөр, тип йыуандым, иҫәүән. Тәүге бер-ике йылда түҙерлек ине лә, диплом алып, уҡыта башлағас, теңкәне ҡоротто, һин аҡ һөйәк, ә мин шоферюга, ти ҙә... Үҙ тиңеңә барырға кәрәк, тип ололар юҡҡа әйтмәй икән.

– Ә был хәл? – Земфираның маңлайындағы, беләктәрендәге күҙгә ташланып торған яра эҙҙәренә ымланым.

– Йәй булды. Июлдә. Ун дүртендә. Әлдә каникулда саҡ ине. Ошо ағайым да ғәйепле, кейәүенең холҡон белә тороп... Һатҡынан бер дуҫы ҡунаҡҡа килеп төшкән, алдан хәбәр итмәй-нитмәй. Ике көнгә генә инде лә, ә ағайымдарҙың йорт күтәртеп, үҙҙәре аласыҡта йәшәп тороуҙары. Килгән кешене бороп ҡайтарып ебәреп булмай ҙаһа, ҡалды. Көндөҙөн ҡунаҡ бер ишкәксе бабай менән балыҡ тотоп йөрөгән, ә кисен ағайым беҙгә эйәртеп килтерҙе, иртәгә төштән һуң ҡайтып китә, бөгәсәгә генә ҡундырығыҙ инде, тип. Кейәүең менән килеш, ана, мин әйтәм. Алик ҡунаҡсыл ул, йомарт, ихлас риза булды, ә үҙе! – Фажиғә булғанын йөрәгем менән тойоп ултырам, йорт хужаһының һаман күҙгә-башҡа салынмауы ла ғәжәп, әммә Земфираны тартҡыламайым – аңлайым, һөйләп бирер өсөн шул фажиғәнең эсенә ҡабат инергә кәрәк уға... – Ҡунаҡты килгән-киткән өсөн йыйыштырылған бүлмәгә йоҡларға һалдыҡ, өйөбөҙ ҙур бит инде. Шул төндө... Ниндәйҙер тауыштан һағайып уяндым. Ҡараһам, солан яғынан эскә яҡты төшә. Әллә ишек асыҡ ҡалған?Лампочканы ла һүндерергә кәрәк тәһә. Аликты уятһаң йәл, эштән арып ҡайтҡан, үҙем тороп тиҙ генә һүндереп ятайым тиһәм, теге ҡунаҡ абзый тышҡа сыҡҡан булған икән, килеп инде ҡаршыға. Тупһаны аша атлар еренән туҡтап ҡалды, әллә тертләне ҡапылда. Тап шул мәлдә, шымбаҫар бесәйме ни, эргәгә Алик килеп баҫты. «Тотолдоғоҙмо!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә аптырап ҡалған ҡунаҡты бер һелтәүҙә бәреп йыҡты. Әзмәүер генә ағай ҙаһа, ауыҙ асып тора... Мине беләгемдән матҡып тотоп алды ла ихатаға елтерәтеп алып сыҡты. Ай, Нурия, көслө бит ул ир-ат, ҡатын-ҡыҙ ҡоро кәүҙә – болдорҙан аяғымды ергә тейҙермәй осортоп төшөрҙө лә шул ыңғайы мине ҡурсаҡтай итеп ырғытты ебәрҙе. Күрәм: ярып өйөлгән утындар яғына осоп барам, беләм, улар бейек итеп, ике ҡат итеп... Барып бәрелдем, күҙ алдым ҡараңғыланды, йәһәннәм төпкөлөнә ишелдем, гүйә... Үлдем! Әйтәләр бит, һуңғы минутта кешенең мейеһенән мең уй уҙа, тотош ғүмере күҙ алдынан үтеп китә, тип. Минең улай булманы, аңым һүнде лә ҡуйҙы.

– Ә Алигың?!

– Мин йүнәлеп больницанан сыҡҡанда, ул юҡ ине.

– Ҡасып киткәнме?

– Эйе, ҡасҡан. Ай ҙа ун көн тигәндә өйөмә ҡайтып индем. Донъямдың ҡото юҡ. Ә үҙемдең?! Башым-маңлайым ярылған, әллә нисә урындан тегелгән, тәнемдә ҡырҡ ямау. Ҡул һынған. Ә иң аянысы – ҡарынымдағы балам һәләк булған! Дүрт ай ярымлыҡ ине, йән кергән. Саҡ токсикоздан ҡотолоп, әҙәм рәтенә инеп тора инем, уйнаш ҡайғыһымы ни инде миндә? Ҡарынымда уҡ йәрәхәтләнеп үлгән, нарасыйым. Операция эшләнеләр. Мин, Нурия, хәҙер ярты кеше, башҡаса бала таба алмаясаҡмын. Кесе йыһан тип һин әйткәйнең бит әле инәлек ағзаһын бер серләшкәндә, һис шуны онотмайым. Инде минең кесе йыһаным юҡ, унда йән яралмаясаҡ... Тыштан ғына ҡатын заты мин, эстән – буш ҡыуыҡ!

– Земфира, улың бар. Улай үҙеңде юҡҡа сығарма.

– Аллаға шөкөр, иветә, Нурия, улыҡайым үҫә. Иғтибар иттеңме, тотлоға бала, шул хәлдәрҙән һуң. Үтер, стресс ҡаты булған, ти врачтар. Мине утын араһынан әрсеп сығарғандарын күреп торған. Ҡунаҡ абзый ағайыма барып әйткән, тотош ауыл ҡупҡан ул төндө. «Скорый»ға, милицияға хәбәр иткәндәр. Ә Алик... Ә Алик һарайға ингән дә аҫылынған.

– Ҡасҡан шул! – тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Ҡурҡаҡ!

– Миңә байтаҡ көндәр үткәс кенә әйттеләр. Оҙата алманым ғәзиземде һуңғы юлға.

– Ғәзизеңме, шулмы?!

– Үҙемдә лә ғәйеп бар. Теге ваҡыт, беренсе тапҡыр ҡул күтәргәнендә, ант иткәйне, башҡа бер ҡасан да йәберләмәм, тип. Итәгемде-еңемде йыйып йөрөргә ине миңә, аҡыл алырға. Уйыма килгәйне, ҡунағыңды әсәйемә алып барып урынлаштыр, тиергә ағайыма. Ниңә әйтмәнем? Төн йөҙөндә, өйҙә ят ир барлығын белә күрә, ниңә миңә тороп йөрөргә? Балам бәхетһеҙ, атайһыҙ үҫә хәҙер. Шул минутта мин үҙемдең хәсиәтемдә ҡартәсәйемдең булмышын ап-асыҡ тойҙом, әммә был халәт мине ҡаушатманы. Зирәк Рәйхананың аңыма һеңгән нотоҡтарын һүҙмә-һүҙ ҡабатланым яҙмыш зил-зиләһендә ҡалып, ҡойолоп төшкән дуҫыма:

– Үткәндәрҙе хәтерләү кәрәк, әммә үҙ-үҙеңде аяуһыҙ битәрләү, үҙ ҡаныңды үҙең ағыулау, үҙ ҡанатыңды үҙең суҡып ҡанатыу өсөн түгел дәһә! Ғәйеплеһең икән, Аллаһтан ғәфү үтен дә киләсәккә баҡ, унда абынмаҫтан. Көнсөл кеше һылтауын таба бит ул, булмаһа, уйлап сығара. Бәлки, әле саҡ бергә йәшәй башлағанда, алдан алырға мөмкин булғандыр ул сирҙе. Эйе, сирҙе. Хәҙер килеп үҙеңде хөкөм итеп ултырыуҙан ни фәтүә? Баш осоңда ҡылыс аҫылынып торған икән, ҡасан да бер барыбер килеп төшөр ине – ҡорал бит ул, тәғәйене шул. Холҡон күрһәтмәй ҡалмаҫ ине ирең, тиеүем. Ә тағы шуны уйла: һеҙҙең осраҡта өс кеше бәхетһеҙ булған: ирең көнләшеүҙән ғазапланған, һин – үҙең беләһең, ниҙән, улың – ата-әсәһенең мөнәсәбәтенән, күҙле бүкән түгел дәһә, күргәнен-ишеткәнен тоя ла белә. Үҫә килә атаһын күрә алмаһа, әсәһен хөрмәт итмәһә ул бала, ғәжәпме ни? Бәғзе ир менән ҡатындың айырылышыуы хәйерлерәк. Ярар, булыры булған инде... Хәҙер һиңә нишләргә? Был йортта, хатта был ауылда йәнең тынғы табырмы?

– Нурия, һин минең эсемә инеп сыҡҡандай һөйләйһең. Донъяны үтеп сыҡҡан ҡарсыҡтай үҙең... – тине Земфира. – Өлкән ағайым Өфөлә йәшәй, беләһең. Еңгәм мине ҡыр тибә, сессия мәлендә барып күргән арала ла тыны ҡыҫыла, тип әйткәнем булғандыр һиңә. Шул ағайым хәҙер дилбегәне үҙ ҡулына алған, ауылға ла һирәк ҡайттым бисәмдең холҡо арҡаһында, тип үкенә. Үҙенә ҡалһа, кейәүен аҡылға ултырта алыр ине, йәнәһе. Ҡыҫҡаһы, Өфөгә саҡыра, ҡала ситендәрәк, трамвай йөрөп торған ерҙә, бер йорт һатыла, 4 сутый ғына булһа ла баҡсаһы, тауыҡ аҫырырлыҡ кетәге бар, ти. Һыуыҡ һыу йортҡа ингән, бәҙрәфе тышта икән. Мине, ауыл бисәһен, уныһы ҡурҡытмай ҙа...

– Ә нимә ҡурҡыта?

– Эш табырмынмы икән? Тарих уҡытыусылары унда быуа быуырлыҡтыр.

– Русса уҡытырға, шуныһы ла бар. Бер һүҙҙе яңлышыраҡ әйтерһең, уҡыусыларың элеп тә алыр.

– Беҙҙең ауылда дүрт кенә башҡорт ғаиләһе ҡалған, ҡалғандары – урыҫтар. Мәктәптә уҡытыу күптән русса, миңә ул яҡтан борсолаһы түгел.

– Ә мин акценттан ҡотола алмайым. Бәғзе урыҫтан грамоталыраҡ яҙһам да, телмәрем һата... Земфира, ағайыңа арҡа терә, күс Өфөгә. Яңы урында яңы хәстәрҙәр тыуыр, хәсрәтең сигенер әкренләп. Ваҡыт дауалай, ти ҙәһә урыҫ.

– Уларҙың шәп мәҡәлдәре күп ул. Утро вечера мудренее, тигәне, мәҫәлән. Һынағаным бар, кистән нисек хәл итергә белмәгәнеңде иртәнгә ҡалдырһаң, уңаһың ҡай саҡта. Кемгәлер юҡҡа ғына йәнең көйөп, йүгереп барып әйтешке килә икән, ярар – иртәгә, тип ҡуйып торһаң, таң атыуға асыуың баҫылған була, әлдә генә елгүтәнләнеп, һүҙ ҡыуып йөрөмәгәнеңә ҡыуанаһың.

– Елгүтән?

– Эйе, беҙҙең ауыл һүҙе. Елдәй еңел ҡуҙғалыусан, йәғни. Айырып әйтеп ҡараһаң, оят һымаҡ, ҡушып әйтһәң, беленмәй. Өләсәйем мәрхүмә һөйләр ине, элгәре, был тирәлә халыҡ күберәк саҡтарҙа, тотош бер нәҫел йәшәгән шул ҡушамат менән. Елгүтәндәр аймағында. Ике генә көн күрмәй торған Толпарлым иҫемә төшөп, йөрәгем һыҙып ҡуйҙы. Ундағы тос ҡушаматтарҙы теҙеп сығып, тарихтарын бәйән ит ине лә, мәле ул түгел.

Ҡайтышлай уҡыусыларым үҙҙәрен нисектер икенсерәк тотто. Донъя уларға үҙенең сиктәрен киңәйтте, таныш түгел ерҙәрҙе күрһәтте, тарих биттәрен асты, зиһендәрен яңы мәғлүмәт менән байытты – шул үҙгәрттелер уларҙы әҙме-күпме. Улар йәшендәге үҙемде онотҡаным юҡ әлегә: бер-бер кисерешкә юлыҡһам, эстән үҙгәргәнемде тойоп, тыштан нисекмен икән, тип өләйемдең Мәскәү көҙгөһө янына йүгерер инем дәһә. Мине лә үҙгәләндерҙе, тәьҫораттарға байытты, төрлө кисерештәргә юлыҡтырҙы был сәйәхәт: хәсиәтемде, аң һәм ҡан хәтерен ҡуҙғатып, илемдең, милләтемдең яҙмышына, сал тәүарихтарға тоташтырҙы, «Тупһалар»ҙан атылған шарлауыҡ ғәйрәте, тәбиғәт ҡөҙрәте илә уйҙарымды Оло йыһанға алып барып ялғаны.

Поезд Өфөгә елә. Төнгө һил сәғәт. Тәҙрә аша йылт-йылт итеп ҡалған киңлектәргә ҡарап барам. Алыҫта тау үркәстәре шәйләнә, Урал армыттары. Ҡараңғы сөм көмбәҙҙән ҡапыл йондоҙ атылды. Йөрәгем ҡурҡып ҡуйҙы: Күктәге, Оло йыһандағы гармония емерелеп ҡуймаһынсы! Балалар йоҡлай. Туҡтаров ҡына, танауы менән яҙғандай, дәфтәренә ныҡ эйелеп нимәлер күстәрә. Көндәлектер. Шым ғына эргәһенә килеп күҙ һалдым: «...Ысын Ниагара менән сағыштырғанда бүстәк инде, ә барыбер шаҡ ҡатҡыс был шарлауыҡ» тигән юлдарын уҡып ҡалдым да бармағым менән «бүстәк»кә төртөп күрһәтмәй булдыра алманым. Малай, миңә күтәрелеп тә ҡарамай, төҙәтеп ҡуйҙы, «ерунда» һүҙенә. Башҡаса бәйләнеп торманым, хәтере бүҫкәрмәҫ элек теркәп ҡалһын.

Йөрәгем семетеп алды, ошо сәйәхәттә дусар булған әрнеүле тәьҫоратымды бер нисек тә баҫырып ҡуя алмай яфаланам – ул, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, мине эстән ҡалтырата. Килмәгән ере юҡ, тиҙәр Земфира һымаҡ һылыуҙар хаҡында. Ә тап шундай булыуы бәхетһеҙлеккә юлыҡтырған. Сәсем менән ер һеперергә ризамын, тик ирем яратһын ғына, тигән ҡатындар бар икәнен беләм. Шул хәлгә төшөргә буламы һөйгәнең өсөн? Кәмһетеүгә, рухыңды һындырыуға ҡоролған хис мөхәббәтме? Шау ҡатындар араһында, ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен күрмәй-белмәй ойошҡан асылымда бер хыял йәшәй: тиң мөхәббәткә ҡоролған ғаилә. Ирешә алырмынмы ул хыялға?

...Вагон талғын ғына тирбәлә. Йоҡо фәрештәһе, ҡанаттарын елпеп, мине юрғандай урап алған йылы йомшаҡ һауаны бәүетә, гүйә. Әммә балалар өсөн хәүефем ошо наҙға бирелергә ирек ҡуймай. Аңымдың ҡайһылыр өлөшө һаҡта. Эргәмдән генә һомғол егет үтеп бара түгелме? Миңә төбәлгән ҡарашында сихри бер ым бар. Сәстәре алтынһыу төҫтә, оҙон итеп үҫтергән – әллә Сыңғыҙ? Ә күҙҙәре, йә Хоҙай! Зәңгәр балҡыш менән тотош донъяны яҡтырта кеүек ул күҙҙәр – Фатих? Икенсе бағыуға егеттең сәстәре үҙгәргән, тулҡын-тулҡын ҡара бөҙрәләр – Кәбир? Зиһенем иҫкәртте шул минутта: уның исеме Бәхет, уян, сәсенән эләктерә һал, юғиһә, һемәйәһең! Кемдең тотҡоһо килмәһен Бәхетте?! Мин дә уҡталдым. Тик... Һуңланым! Ҡулым егеттең тап-таҡыр итеп ҡырылған елкәһен генә һәрмәп ҡалды. Әсе үкенестән уянып киттем: төш икән... Күп уҡыуҙың да әтнәкәһе бар, туҙға яҙмаған әкәмәт төштәр керә. Әллә бигерәк йәшләй зиһенемә һеңешкәнгә, грек мифологияһы геройҙары, аллалары йыш килеп инә минең төштәремә. Өндәремдәге уйҙарыма ла. Был йоғонто, әлбиттә, уларҙағы фәлсәфәнең ҙурлығынан. Һәм шул фәлсәфәне туҙға яҙған бәйәнселәрҙең тасуирлау маһирлығынан. Хәтеремдә түбәндәгеләрҙе ҡабатлап нығытып ҡуйҙым: боронғо гректарҙа Бәхет аллаһы ла булған. Исеме Кайрос, буғай. Ә ҡиәфәтен, күргәнем булмаһа ла, оноторлоҡ түгел: имеш, уның башында ал яҡтан сәсе бар, ә елкәһе – ялтас. Эргәңдән үтеп барғанын күреп ҡалһаң, тиҙерәк маңлай сәсенән тота һалырға кәрәк, артынан баҫтырыуҙан файҙа юҡ, ялтасынан матҡый алмаясаҡһың.

Һы... Ниңә Бәхетте һағаларға, эләктереп ҡалырға кәрәк? Үҙ ирке менән килһә булалыр ҙаһа? Өләсәйемә ышанһаң, имеш, уның ҡойроғо ла бар: «Бәхеттең ҡойроғо ҡыҫҡа, һәр кемгә лә тоттормай», – ти ҙәһә.

42[edit]

Толпарлының осҡор күҙенән бер кем дә төшөп ҡалмай. Әле берәү, әле икенсе, уның иғтибарын яулап, исмаһам, бер көндөң төп геройы булып ала. Һуңғы араларҙа Хәйри Бурҙың исеме халыҡ теленән төшмәй торҙо. «Минең турала кино сыҡҡан», – тип хәбәр таратҡан даһа. Өйөндә ултырып сыҙамай, Йәнсура бабайҙан ҡалған тәгәрмәсле арбаһында ауылды көнөнә биш урай, осраған берәүгә шуны һөйләй. Мәрхүм Әсән Иҫәрҙең урынына ҡалған ҡарабаш турғайы ул Толпарлының: һәр яңылыҡты иң тәүҙә ишетә, нисек, кемдән – аптыраҡ. Әлеге мәғлүмәтте минең ҡолаҡҡа ла тиште:

– Һин гәзитте күп алдыраһың, «Калина красная» тигән фильм төшөргәндәрен беләһеңдер? – ти.

– Беләм, – мин әйтәм, – оҙаҡламай беҙҙең клубҡа ла килеп етер. Василий Шукшиндың хикәйәһе буйынса. Ул ауыл кешеләре хаҡында иҫ киткес шәп әҫәрҙәр яҙған.

– Бур тураһында быныһы, эйеме?

– Эйе.

– Ә калинаһы-баланы, ана, минең баҡса артында. Геройы күҙ алдыңда, вәт.

– Киноһын күрҙеңме йә китабын уҡыныңмы, ағай?

– Ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләнеләр, радионан. Исемемде Егор тип алғандар, нишләтәһең, киноны урыҫ төшөргән бит. Әҙерәк шаштырып ебәргәндәр – геройҙы үлтерәләр. Мин, мына, теремен дәһә әле.

– Шаштырмаһа, кино буламы. – Шулай тинем дә ҡуйҙымсы. Әллә ниңә ағайҙың күңелен күргем килде. Ә ул, көтмәгәндә, иланы ла ебәрҙе.

– Нурия, һылыу, тик бер һин генә аңланың, һин генә ышандың, – тип үкһей. – Башым ниҙәр кискәнде үҙем генә беләм. Егорҙың күргәндәре бүстәк минең янда.

– Хәйри ағай, тыныслан, кино геройы булған көйөңә ауыл уртаһында һыр биреп ултырма!

Әйтеп тә бөтөрмәнем, арбаһының арыу белмәҫ тәгәрмәстәре зырылдап әйләнеп, ағайҙы клуб яғына алып китте – кеше араһына. Уны, әкәмәт хәбәр һөйләһә лә, берәү ҙә тыймай, ауыҙын япмай. Шуныһы ғәжәп: бәғзе әйткәндәре күпмелер ваҡыттан һуң алға килеп тә баҫҡылай. Кискеһен ҡатыны Ғилмиә апай инеп сыҡты. «Ниңә уҙындыраһың бахырымды, әфтәритеңде төшөрөп, хәҙер, ана, Нурия китаптан уҡыған, ти ҙә һиңә һылтана», – тип әллә мине әрләне, әллә хупланы? Һүҙ ҡуйыртманым, мал-тыуарҙы тәрбиәләү һылтауы менән сығып ысҡындым. Ул да торламаны, артымса уҡ ҡайтып китте. Үҙенсә ирен ҡурсалап йөрөүе, иҫәргә һаплап ҡуймаһындар тип борсолоуы. Әй, был ҡатындар күңеленең сабырлығы, икһеҙ-сикһеҙ изгелеге! Бер ҙә ошаҡламаны, һине Арсен күтәреп индергән Аҡмандың урамына, тип Хәйри таратты даныңды, тимәне...

Үҙем өсөн, миңә ләстит йәбешер тип көймәйем, күңелем таҙа. Хәйер, таҙаға бигерәк тә беленеп яғыла бысраҡ. Камила тип борсолам ошо осор. Арсенға ғашиҡлығы үтмәй бит ҡыҙыҡайҙың. Әлегә хат алышыуҙан уҙмайҙар. Миләүшә Аҡман ағайҙарҙан егеттең адресын һорап йөрөгән икән, бирмәгәндәр. Ә Камилаға ул Өфөгә яҙа.

Уяныу менән, ғәҙәтемсә, тәҙрә пәрҙәһен асып, тышҡа күҙ һалдым. Яҡтырмаған әле. Ҡар шыйыҡ шәмәхә төҫөндә. Радионы тоҡандырҙым. Дикторҙың тауышы ғәҙәти яңғырамағанына иғтибар иттем, ни күстәрелгән был илдә тағы?! Солженицынды совет гражданлығынан мәхрүм иткәндәр, илдән ҡыуырға ҡарар сығарылған икән. «Архипелаг Гулаг» тигән китабында совет ысынбарлығын боҙоп күрһәткәне, яла яҡҡаны өсөн. Самолетҡа ултыртып, ГФР-ға осорғандар. Һы... Класҡа инеү менән һораясаҡ уҡыусыларым, нимә ул Гулаг, тип. «Государственное управление лагерей» – иҫләп ҡуяйым. Шул минутта телефон шалтыраны. Әмин абый икән.

– Ишеттеңме? Лев Троцкийҙы заманында илдән һөргәйнеләр, әле килеп Солженицынды. – Шулай тине лә трубканы һалып ҡуйҙы. Хәҙер мин баш ватырға тейеш, ике генә кешегә ҡарата ошондай сара ҡылынғанмы, тип. Уйҙарымды икенсерәк яҡҡа бороп ебәрерҙән, Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр»ен асып уҡырға тотондом, ул китап ҡул осонда ғына тора, ятлап бөтһәм дә йыш ҡулыма алам: ерлеге үҙебеҙҙеке, милли, ә теле ниндәй һутлы әҙибәбеҙҙең, ниндәй тәмле – әсе лә түгел, сөсө лә түгел, күңелгә балдай иреп һеңә. Йән аҙығы инде, күңел зауҡы. Тап шундай яҙыусыларҙы уҡығанда, башҡорттоҡолай тәрән тамырлы, иркен һулышлы, тәбиғи аһәңле башҡа бер тел дә юҡтыр, тип инанаһың.

Июль аҙаҡтарында ауыл клубына «Калина красная» фильмын килтерҙеләр. Ике көн буйына 4 сеанс күрһәтте киномеханик, барыбер кемдәрҙер күрмәй, үкенеп ҡалды – ауыл ҙур бит. Загонконтора келәтендә йомортҡаны ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәр: киноға «аҡса» тип байтаҡ тапшырғандар. Бала-сағаға сеанс – 5, өлкәндәргә – 20 тин, ә йомортҡаның ун данаһы 50 тин. Берҙе генә тотоп килгән малайҙы ла нисек кире борһондар, бөтә ауыл ҡупҡанда. Мин үҙемдең класым менән барҙым, һуңынан диспут үткәрәбеҙ, тип алдан иҫкәртеп ҡуйҙым. Киске сеансҡа тағы ҡалдым, Әсмә өгөтләне. Мауҡым да ҡанмағайны бер генә ҡарауҙан, иҫ киткес шәп фильм бит!

Балалар һымаҡ геүләшеп, көлмәҫ урында ла шарҡылдап, төртөшөп ултырманы өлкәндәр, Егорҙың «Народ для разврата собрался!» тип үҙе ойошторған эске мәжлесенә кәпрәйеп килеп ингән сағында һәм тағы бер-ике урында ғына көлөшөп алдылар.

Ишектән сыҡҡан ыңғайы халыҡ тәгәрмәсле арбаһында нәҙек кенә аҡ буй төшкән ҡыҙыл күлдәк (Егорҙыҡы һымаҡ) кейгән Хәйри Бурға тап булды, уның алданыраҡ сығып шунда махсус рәүештә ултырғанын бөтәһе лә аңлай: «Күрҙек киноңды», – тип кемдер яурынынан ҡағып үтте, кемдер йылмайып ҡараны. Күңеле булһын, үҙҙәренең бер бисараһы лаһа. Мин иһә, уҡытыусы, ауылдаштарымдың ошондай ирәбе холҡон күреп үҫкән балалар өсөн ҡыуандым.

Ә октябрь башында, «Калина красная» телдән төшөп тә бөтмәгәйне әле, Василий Шукшиндың вафат булыуын ишетеп ҡайғырҙыҡ. Ҡапыл. Йөрәк өйәнәгенән. 45 кенә йәшендә. Ундай әҫәрҙәр йөрәк ҡаны менән яҙылалыр шул. Төп геройҙы ла үҙе уйнаны, экранда «үлеп күрһәтте» – ысыны тиҙ үк ҡыуып етте...

Күп тә үтмәне, көн үҙәгенә ауылды ҡырмыҫҡа иләүендәй итеп ҡымжытҡан яңы ваҡиға килеп инде: дәүләт заемдарына ҡайтарып түләйәсәктәр, тигән хәбәр таралды. Ышаныр-ышанмаҫтан, кешеләр төрлөсә фаразланы. Хөкүмәт ҡарары ташҡа баҫылыуын-баҫылды, әммә почтанан аҡса тотоп сыҡҡандары юҡ, шуға һаман шик тоталар. Һаҡсылдар эстән генә һөйөндө, ҡайһы берәүҙәр кеүек заем ҡағыҙҙарын стенаға йәбештереп, бала-сағаһына фантик итеп биреп бөтмәгәндәре өсөн. Тәҙрә рамы араһына матурлыҡ өсөн һалыусылар ҙа әҙ булмаған.

Көтә-көтә көтөк булғас... Йөҙ һумлыҡ заемға ун һум бирәсәктәр, ти. Ысын булһа, бәғзеләр төйөрөм генә сумма аласаҡ.

Мәктәптә саҡта ишеттем был хаҡта. Өйгә йүгереп тиерлек ҡайттым. Тулҡынланам. Беҙҙең ул заемдар байтаҡ бит! Ҡартәсәйем дә, ғәҙел итеп уртаҡлашырһың игеҙәктәр менән тип, үҙенекеләрен миңә ышандырып ҡалдырғайны.

– Өләсәй, һандыҡ асҡысын табып бир әле! – тинем инешләй үк. Һандыҡты күпселек ул аса-яба, бөтә ҡомартҡыһы шунда.

– Аһ-аһ, нимә ҡупты ул тиклем? Тап, тисе, мына лаһа!– Кеҫәһенән оҙон ҡыҙыл бауға тағылған асҡысты килтереп сығарҙы.

– Анау заемдарҙы эҙләп тә бирһәң, өләсәкәй. Иҫке батист яулыҡҡа төрөлгәйне, иҫеңдәме?

– Иҫһеҙ, тигәс тә... Иң төптә ята ул төйөнсөк, кисә генә һуҡранып ултырҙым, шул заем ыҙаларын хәтерләп. – Һандыҡты асып бутана торғас, тартып сығарҙы: – Мә, тот, ошоно һораныңмы?

– Әйҙә, өләсәкәй, һанайыҡ әле, нисә һумлыҡ икән былар?

– Унса һанай беләмдер шул, күп тәһә. Әллә ҡапларға итә хөкүмәт? Ояты бар икән...

Төргәкте асып, йөҙәрлеген йөҙәрлеккә, иллелеген иллелеккә бүлеп ҡуйҙым да, һанарҙан алда, был ҡағыҙҙарҙағы һүрәттәргә күҙ һалдым: иң өҫтә ятҡан йөҙ һумлыҡ облигация 1949 йылда сыҡҡан, миңә бер йәш саҡта, «Четвертый государственный заем восстановления и развития народного хозяйства СССР» тип яҙылғандың аҫтында герб, уртала паровоз елә, завод торбалары күренә... Облигацияларҙың күбеһе 1941-ҙән 1957-гә тиклем арауыҡта алынған. Өләсәйем: «Колхозлашҡан осорҙа ла түләнек заемға, улары юғалып бөткән... – тип һөйләнеп, сабырһыҙлана: – йә, нисә тәңкә?

– Ике мең бер йөҙ һум ҡулға инәсәк, минең ике йыллыҡ эш хаҡыма етә яҙа.

– Нишләп меңләп кенә булһын, күберәктер, – тине өләсәкәй, һиҙә айырманы.

– Заемы егерме бер меңлек тә ул, ун тапҡырға кәмерәк ҡайтаралар бит.

– Хөкүмәт бабайҙың уның шул булыр! Илле йыллап көттөрөп...

Шул төндө күҙемә йоҡо инмәне. Өләсәйем депутатлыҡ аҡсаһы ла алған бер осор, колхозда ла артта һөйрәлмәгән – заемды күп кенә йыйған. Иҫкеләре лә юғалмаһа, ә? Их! Ҡартәсәйем һандығында (йәпһеҙләнеп, уны һаман урынынан ҡуҙғатмағайныҡ) күпме икән – иртүк барып ҡарармын. Унда ла ошо сама булһа?! Башыма, гүйә, ут ҡапты был уйҙан, хәҙер үк тороп йүгерерҙәй булдым облигацияларҙы һанарға. Үҙемде саҡ тәртәгә индерҙем, ҡартәсәйемдең: «Нәфсеңде тый!» – тигән тауышы ҡолағыма салынғандай булғас ҡына. Һыуындым әкренләп. Эйе, нәфсе шайтаны һәр кемдең эсенә оялағандыр...

Ҡартәсәйемдең һандығында туғыҙ меңлек облигация табылды – туғыҙ йөҙ һум, тимәк. Әсмәнең атаһынан заем әҙ ҡалған, һунарсының ҡойроғон бик тота алмағандыр, ахырыһы, хөкүмәт бабай. Барыбер һөйөндө – биш йөҙ һум сыға, әҙме ни? Әхирәтем минең өлөштө тиҙүк иҫәпләй һалды: «Тегендәге ике мең бер йөҙ плюс әлеге туғыҙ йөҙ, йәмғеһе өс мең, өскә бүлһәң, меңәр һум».

– Дүрткә бүләм, – тинем. – Әсәйемдең дә өлөшө бар. Балаһына тип өмөтләнеп йыйғандыр өләсәйем дә, дәүләт ошоғаса түләмәй тотор, тип кем уйлаған ул саҡта. Атайыма төшөр өлөш тә бар – уныҡы беҙгә хәләл. Шәрифә апайым етеш йәшәй, ҡартәсәйемдең васыяты уға мәғлүм.

– Барыбер байыйбыҙ, ҡыҙый! Башҡа ла һыймай, нисәмә айҙар эшләп саҡ алаһың ул хәтлемде .

– Кеҫәгә инһен әле.

– Был аҡсаларға гөрләтеп-шаулатып туйҙар үткәрергә була, әхирәтем! Итәк тулы бала табырға, үҫтерергә...

– Иншалла! – Ҡартәсәйемдең стенала эленеп торған фотоһына ҡарап тора инем, ошо һүҙ ихластан телемдән ысҡынды. Буш хәбәр булманы, заемдар йыл аҙағында, декабрҙә, ысынлап та ҡайтарыла башланы. Тик бер ыңғай ҡапламаны бурысын хөкүмәт, өлөшләтә генә ҡайтара башланы. Толпарлылар барыбер апаруҡ донъя бөтәйтеп ҡалды. Облигацияларын һаҡлай алмағандар ултырып иланы – улар әҙ түгел ине – ярты быуат тотош бер ғүмер ҙәһә. Шәрифә апайым Орҡоя ҡоҙағыйҙың мираҫына риза булды, ҡартәсәйемдең заемдары тураһында ауыҙ ҙа асманы, рәхмәт төшкөрө. Былай ҙа атай икмәге ашап үҫмәне туғандарым, тигәндер, йәлсел бит ул.

43[edit]

Йыртма календарҙың һуңғы битен өҙөп торманым, шул көйө ҡаҙаҡтан һурып алдым да утҡа яҡтым. Ҡағыҙ ни шундуҡ янды-бөттө. Тағы бер йылдың, 1974-тең, ваҡиғалары хәтер яҙмаһына күсте.

Яңы йылға хисап асылды. Ә берҙән-бер көндө, февраль башындағы сатлама һыуыҡта, килеп кермәһенме беҙҙең өйгә ҡара бөҙрә сәсле, үҙе буйсан, үҙе мыҡты егет. Арсен! Теге Натаның, төлкө ҡойроғондай һары көлтә сәсен һелкеп, «жгучий брюнет» тип аһылдағаны иҫемә төштө: ысынлап та баҫҡан ереңдән гөлт итеп тоҡанып китерһең быға бер күҙ һалыу менән. Сибәрлеге әллә ҡайҙа китмәгән, барыбер ниндәйҙер серле тартыу көсөнә эйә был егет. Ана, башы өрлөккә етә яҙып баҫып тора, ҡара пальто кейгән, муйынына аҡ шарф һалған, яланбаш. Харьковта беҙҙәгеләй һалҡын түгелдер шул, йоҡағыраҡ кейенгән.

Өләсәкәй ултырған еренән йымырлап төшөп, минән алда һүҙ ҡушты:

– Бүркең ҡайҙа, балаҡай, мейеңә һыуыҡ тейер ҙәһә, аһ-аһ... Үт-үт, кем улы әле һин? Нурия, нишләп тораһың, һапам, ә? Кешенең йомошо барҙыр, һораш әле, исмаһам. Миңә тип килмәгәндер ҙә бынауындай егет, собханалла.

– Үтегеҙ шул, – тинем, теленә һалышып киткән өләсәйемде йүпләп.

– Камилла?.. – Егет һеңлемдең исемен ике «л» менән әйтте. – Ҡайттымы? Обещала.

Руссаға башҡортсаны ҡушып, һәттойоҡ һуҡалай үҙенсә. Әсәһе тырышҡандыр тел йәһәтендә, тимәк, мөхәббәтен дә онотмаған Фрүзкә. Йонсома, русса аңлайым, тимәнем, тырышһын, баҫа торһон беҙҙең көйгә, бәс. Кейәү булып китһә...

– Автобус берәй сәғәттән килеп етер.

– Ҡайта, значит? – Егеттең тауышы шатлығын йәшермәне. Ихласлығы бар икән. – Ладно, тағы киләм, – тип сығып китте. Өләсәйем тәҙрәгә ҡапланды. Оҙаҡ ҡына ҡарап торғас: «Хас минең Абдрахманым!» – тине. Был – уның телендә иң юғары баһа. Ике көн тороп китте Арсен Толпарлыла. Шул арала килешеп тә өлгөргән Камила менән: йәйгә өйләнешергә. Һеңлем был хаҡта әйткәс, яуаплылыҡтың тап минең елкәлә икәнен белгәнгә күрә, асыуланып алдым: «Нишләп улай, һин детдом балаһымы, атаң-әсәң иҫән, мин бар, ана, күҙ ҙә йоммай күҙәтеп, ҡолағын ҡарпайтып тыңлап торған ауыл бар, бәс, килһен өйгә, һоратһын ҡыҙҙы! Шартына уҡ килтермәһә лә, әҙәмгә һанап, кәңәш-төңәш итһен. Әлүктән баһаңды төшөрмәй тор, Камила!»

– Ярар, апай, ярһыма. Иртәгә төштән һуң Оло юлға сыға, Өфө автобусына. Шуңарсы өлгөрөр. Әсәйемдәргә иртүк хәбәр итербеҙ ҙә... Таллыға барайыҡмы әллә?

– Юҡ! Толпарлыла. Үҙебеҙҙә. Аҡман Ҡара ағайҙы эйәртеп килһен. Мотлаҡ. Тыңлармы икән, егетеңде әйтәм?

– Тыңламай түгел тыңлар! – Минең шартыма ыңғай ғына тороуына ҡыуандым әле үҙ һүҙле һеңлемдең. Юҡ, бындай ҡыҙ бәҫен юғалтмаҫ. Улай ҙа һорамай булдыра алманым:

– Никах уҡытырға кәрәкмәҫме, ул-был булманымы арағыҙҙа?

– Апай. Үпкәләйем хәҙер! Юлдан яҙған чтоли мин?

– Үпкәләмә, мин юрамал һорайым, чтоли? Китте-барҙы-юғалды – тот ҡойроғон булыр. Ана, Закир Мөслөйөнөң Сафураһы... ЗАГС мисәте ҡуйһын башта, шунан һуң ғына – үҙенекен. – Шулай тип әйттем дә ҡуйҙымсы? Камила шарҡылдап көлөргә тотондо. Мин дә ҡушылдым. Мәҙәк килеп сыҡты.

Ә иртәгәһенә Арсен атаһын, үгәй әсәһен эйәртеп килде, уңарсы әсәйем менән Самат ағай беҙҙә ине. Аҡман ағай, ниәттәрен асыҡлап, һүҙ башланы:

– Һеҙҙә аҫыл ҡош булһа, беҙҙә мәргән уҡсы бар! – Шулай тигәс, әллә онотоп, туҡтап ҡалды ла дауам итте: – Һеҙҙә лә бар бешкән алма, беҙҙә лә бар бешкән алма...

Атай кеше, ифрат тулҡынлана ине, буғай, тағы ярты юлда бүленде. Өләсәйем, йыр-һамаҡҡа хәтере шәплеген белһәм дә, йәнә аптыратты:

– Ул ике бешкән алма, бәлки, бер ергә төшөр. Балалар риза булһа, тәүәккәлләрлек булыр, – тип ослап ҡуйҙы. Әлбиттә, боронғо йоланы энәһенән-ебенәндә атҡарыу түгел ине был, әммә күңелгә рәхәт булды ошо күренеш. Дөрөҫө: Аҡман ағайҙың әлеге һүҙен – яусы, ә өләсәйемдекен ҡыҙҙың атаһы әйтергә тейеш.

Өҙөп яуап бирер минут еткәс, мин – әсәйемә, ул Самат ағайға ҡараны. Баш ҡаҡтым, әйтегеҙ, тигәнде аңлатып. Үгәй булһа ла, атай ҙаһа. Хаҡы бар, үҫтереште игеҙәктәрҙе, әсәмде бәхетле итте.

Йәрәштерҙек йәштәрҙе, вәғәҙә бирешеүҙәренә шаһит булдыҡ. Йәйгә туй уҙғарырға килештек. Фәйрүзә апай хаҡында ла уртаға һалып кәңәшләштек: килер, тура беҙгә. Арсендың ныҡлы ғына баҫым яһап: «Неня, то есть мама, килә, обязательно», – тигәненә: «Әсә ләһә ул, бер бөртөк улы, нишләп туйҙан ҡоро ҡалһын, килһен шул», – тип ихлас һүҙ ҡыҫтырҙы Аҡман ағайҙың ҡатыны ла. Ире ипләп кенә уның арҡаһынан һыйпап-һөйөп ҡуйҙы.

– Уҡыуы бар әле баланың... – Өләсәйем буш ҡалманы.

– Апаһы бар әле... – Әсәйем ҡарашымдан сигенде, һүҙен осламаны. Ә мин тап шул мәсьәлә, үҙемдең «үтмәҫ тауар» хисабына инеп барыуым мәсьәләһе ҡалҡып сығыуҙан ҡурҡып ултыра инем.

– Уҡыуымды бөтөрөрмөн, ситтән тороп булһа ла, ташлап ҡуймаясаҡмын. Ә апайым Фатих ағайҙы көтә, быйыл беҙгә врач булып ҡайта, ти ҙәһә... – Бығаса белһәк тә, өҫтәп ҡуйҙы: – Арсен да медик, хирург. Институтта 6 йыл, тағы ла 3 йыл уҡыған. Мәктәпте лә ҡушһаң, 20 йыл!

Ҡорҙағылар бер-береһенә ҡарашып алды.

– Әйтәгүр... – Өләсәйемдең был һүҙе «иншалла» тип ҡабул ителде, миңә шулай тойолдо. Һәр хәлдә һүҙ минең тарафтан ситкәрәк тайҙы.

Тәҙрәгә күҙ һалдым: тышта, беҙҙең ҡапҡаға боролған һуҡмаҡтан арыраҡ бушлыҡта, әйтерһең, инопланетяндар килеп төшөп, ҡайһы аралалыр серле билдәләр ҡалдырып киткән: түңәрәге лә бар, «8» һанына оҡшағаны ла. Иртән генә яңы ҡар яуҙы, тип-тигеҙ ине ул ер, атаҡ? Шунда саҡ башыма килеп етте: Йыһан илселәренең ҡыҫылышы юҡ, был – Хәйривара ағай эҙҙәре, коляскаһының тәгәрмәстәре хәбәр ҡалдырған: ул белә, тотош Толпарлыға еткерергә китте, йәғни. Уның исеменә «бур» ҡушымтаһын хәҙер бигүк тағып бармайҙар, шөғөлө бүтән дәһә. Ләстит һатмай, алама хәбәрҙе сурытмай. Тауышы-эҙе юғалып торһа, ауыл хафаға төшә, үҙенә бер-бер хәл булдымы, әллә яман ваҡиғаны һиҙенеп, бикләнеп ултырамы? Юрамал ғына әйткәйнем, тип аҙаҡ аҡланғаны бар бәғзе хәүефле фаразы бойомға ашҡанда.

Шул уҡ көндө, Камила менән икәүләп Арсенды оҙатырға Оло юлға сыҡҡанда, бер-ике аҙым атланыҡмы-юҡмы, Хәйри ағай ҡаршыбыҙға килеп тә туҡтаны.

– Аҡман Ҡара ла өй эсе менән ҡубып, өлкән малайын оҙата китте, – тине.

– Рәхмәт, Хәйри ағай, һуңлап ҡуймайыҡ! – Ашыға төштөк. Ағайҙың: – Нурия, һин дә кейәүгә сығаһың быйыл, туйығыҙҙы бергә үктәрегеҙ, нейә?! – тигәне артыбыҙҙан ҡыуып етте. Уның күрәҙәлек ҡылыуын тикшереп торор саҡ түгел, йүгерҙек Оло юл яғына.

...Иртәгәһенә, тәнәфестә, Әмин абый килеп һүҙ ҡатты, Нурия, һинең бер дәресең ҡалған, минеке лә, бергә атларбыҙ әле ҡайтыу яғына,тип. Баш ҡаҡтым да класыма ашыҡтым, унда Туҡтаров мине ишекте шар асып көтөп тә тора ине.

– Апа, мин Леонид Ильич исеменә хат яҙҙым, һеҙгә уҡытмайынса ебәрмәй торҙом.

– Кемгә?

– Брежневҡа!

– Брежневҡа?! – Ныҡ аптыраным, ауыл балаһының КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретарына хат яҙыры башыма ла инеп сыҡмағас ни.

– Нейә, апа, үҙегеҙ туҡыйһығыҙ ҙаһа, гражданлыҡ позицияһы, тәбиғәтте һаҡлау, тип? Әле бына Көньяҡ Себер темаһын үтәбеҙ, ундағы үтә күренмәле, саф Байкал күле бер заман беҙҙең Сереккүл кеүек һаҫып ятыуы ла ихтимал. Ярай инде, Сереккүлдең үҙ яҙмышы, унда һалабаш һалалар. Ул бәләкәс кенә, һай ҙа. Ә бит Байкал! – Туҡтаров, ярһып-ярһып һөйләгән көйө, минең менән ҡушлап уҡытыусы өҫтәле артына килеп баҫты. Ауыҙ асырға ла өлгөрмәнем, кластың иң шәп рәссамына ҡул иҙәне,уныһы партаһына йәйеп һалынған һүрәтте тотоп сығып, миңә күрһәтте. Унда зәп-зәңгәр гүзәл күл ярында теҙелгән завод торбалары аша күлгә яҫҡынған өс башлы аждаһа төшөрөлгән, бер башына – БЦҠК тип, икенсеһенә – Улан-Удэ, өсөнсөһөнә Иркутск тип яҙылған. Туҡтаров һүрәтте иптәшенә тотторҙо ла һәр саҡ портфелендә йөрөткән указкаһы (ағастан юнып үҙе эшләп алған) менән аждаһаның ағыу сәсеп торған имәнес ауыҙҙарына төртөп Көньяҡ Себер сәнәғәтен фашларға тотондо: – Ерҙәге иң тәрән, егерме миллион йыл элек барлыҡҡа килгән күлде ошо аждаһа ағыулай, бысрата, һәләк итә! Иң яуызы бына быныһы – Байкал цюллюлоза-ҡағыҙ комбинаты, Улан-Удэ менән Иркутск ҡалалары предприятиелары ла көнө-төнө күлде зарарлап тора. Байкал, әлбиттә, әлегә бирешмәй, киң һәм тәрән ул, көслө ул, әммә бер саҡ тонсоғасаҡ, әгәр сара күрмәһәк – бына беҙ, киләсәк быуын, уны ҡайғыртмаһаҡ. Күлдең тәрәнлеге, йә кем әйтә, нисә метр? – Бер нисә ҡул күтәрелде, аңлап алдым: был Туҡтаровты туҡтатырға кәрәк, минең ролгә инеп, дәресте алып бара башланы лаһа!

– Ә хәҙер үткән теманы ҡабатлап алайыҡ. Туҡтаров, дәрес башланды, урыныңа ултыр. Ә хатыңды уҡырға бир, һөйләшербеҙ.

Ысынлап та Байкал уҡыусыларымдың күңеленә ныҡ үтеп ингән. Үткән дәрестә уларға байтаҡ өҫтәмә материал биргәйнем, донъяла тиңдәше булмаған күлдең фотоларын күрһәткәйнем: Өфөлә уҡып йөрөгәндә, көтмәгәндә Сыңғыҙ менән китап магазинында осрашҡайныҡ, ул: «Аҙаҡҡыһын эләктереп ҡалдым», – тип бүләк иткәйне шуларҙы. Бер ыңғайҙа Башҡортостандағы Талҡаҫ күле тураһында ла нисек әйтеп китмәйем? Булдым унда, Баймаҡ төбәгендә, күрҙем дәһә. Теге яуыз Брагин хаҡында ла һөйләнем.

Тәнәфескә ҡыңғырау шалтырағас та коридорға атлыҡманы, һырып алып, һорауға күмергә тотондо уҡыусыларым. «Үҙебеҙҙең Башҡортостан күлдәре хаҡында мәғлүмәт туплағыҙ, киләһе дәрестә шул хаҡта ла һөйләшербеҙ», – тип йәпле генә ҡотолдом был юлы. – Туҡтаров, ойоштор! – Кластан сығышлай уның иптәштәренә: «Әлегә апа биргән теманы һеҙҙән артыҡ белмәйем, ә, давай, ни өсөн ҡуянды «ҡылый күҙ» тип йөрөткәндәрен аңлатам», – тигәнен ишетеп ҡалдым. Кире боролорҙай булдым. Һы...

Әмин абый мине мәктәп юлында көтә ине. Усын усҡа һуҡҡылап, ҡулдарын ыуғылап баҫып тора. Беләм ул ғәҙәтен: мөһим һүҙе бар. Бәлки, өшөйҙөр, бейәләй кеймәй ҙәһә ул. Күҙлек тирләһә, ҡулъяулыҡты һөйрәп сығарырҙан алда бейәләйҙе сисергә, унан кире кейеп хитланырға – мәшәҡәт, ти.

– Бынау Туҡтаровтың йомағын сисә алмай киләм әле, – тип унан алда һүҙ ҡуштым.

– Нимә күстәрә ул йомро баш тағы?

– Ҡуянға ни өсөн «ҡылый күҙ» тигәндәрен беләм, ти. – Ә-ә, мин дә беләм. Ул хаҡта түгел ине һүҙем.

– Әйтегеҙ инде, хәҙер балалар алдында наҙан булып ҡалам даһа – улар онотмай, юрамал һораясаҡтар.

– Уҡытыусы нимәнелер белмәй тотолһа, уларға байрам инде. Ни ул, хикмәте бар икән, үҙенә күрә: ҡуяндың аппендиксы спираль кеүек, ти, көҙөн ул ғарыҡ килгәнсә төрлө үлән-фәлән, еләк-емеш, тамыр менән туҡлана, аппендиксына шуларҙың ҡалдыҡ-боҫтоғо инеп тула ла ҡышын бызмырлап күперә башлай, әсе бал шикелле. Ҡуян меҫкенгә шул градус етә ҡала, «ҡырын һалып» алғас, өшөмәй ҙә, имеш. Күҙе аларып, ҡурҡаҡлығын да онотоп, сабып тик йөрөй, ти. Ғалимдар быны дәлиллләп тә ҡуя: ҡылый күҙҙең тәүге үрсеме үле тыуа, иҫерек баштан...

– Абау.

– Бүтән «абау» әле башымды ҡатыра. Һеҙ бит миңә үҙемдекеләр кеүек яҡынһығыҙ, һине, игеҙәктәрҙе әйтәм. Камила тәки шул Харьковҡа китергә йөрөймө?

– Үҙе килһен, унда бармайым, тисе. Алдамаһа?

– Нурия, дөрөҫ аңла, минең, һыр бирмәгәс тә, Мәүлиҙәмдең ҡылығына һаман бәрейем ҡуба, Рабиға апайың әйтмешләй. Нишләйем?! Ҡасып китте бит, үҙең шаһит.

– Матур йәшәйҙәр ҙәһә, ул үҫтерәләр. Аспирантура бөтөрҙө әхирәтем.

– Фән кандидаты, вузда уҡыта – белмәйемме? Доктор булам, тип тә сәмләнә. Үҙ иленә, Башҡортостанына, хеҙмәт итер ине, берәү булһа!

– Украина Америкалалыр шул.

– Уныһы шулай ҙа. Барыбер...

– Мәүлиҙә, беҙ Алеша менән, диндәр төрлө, ә Аллаһ берәү, Юғары көскә эстән ныҡ ышанабыҙ, был мәсьәләлә бәхәсләшмәйбеҙ, тип килештек, ти ҙәһә.

– Мин Камиланы уйлайым әле, Мәүлиҙәгә юл ҡуйылды, инде һуң, терһәкте тешләп булмай. Әгәр ҡыҙыҡай егеттең муйынын үҙ яғына бора алһа, тим...

– Арсен – хирург. Беҙҙә, ана, яңы дауахана асылды, тирә-яҡҡа берәү, эшләйем тиһә. Фельдшер Әүхәт ағай һаман бер үҙе хитлана.

– Ауылда ҡалмаһындар! Район үҙәге, Өфө, Стәрле, хет ҡайҙа, тик Толпарлыла түгел!

– Ниңә?! Әле генә, ҡырға китте, тип битәрләй ине Мәүлиҙәне...

– Башҡортостан – ҙур ил, йөҙәрләгән дауахана бар, табырҙар эшкә ҡайҙа урынлашырға. Ә бында, уйла, башың булһа (Әмин абый һуҡ бармағы менән маңлайыма ҡаты ғына төртөп алды), егет атаһына, туғандарына ла барыбер ысынлап ылыҡмаясаҡ. Ситкә ҡаҡмаһалар, шуға рәхмәт. Фәйрүзәһен, Арсендең әсәһен, көндәше бик көтөп торамы? Мөхәббәт иҫкермәй ул, яңырһа яңыра... Ә иң хәүефлеһе, һиҙәһеңме, Аҡназар ҡыҙы Миләүшә. Үҙен-үҙе белешмәй ғашиҡ булған, ти бит егеткә. Күпме кешенең күңеленә көҙөк төшәсәк, бында йәшәһәләр. Ундай һынауҙарҙы үтеп сығыр өсөн ҡорос булырға кәрәк. Ә ҡорос булыр өсөн башта утҡа-һыуға керергә. Белдеңме?

Яуабымды ла көтөп тормай, бөтә ҡиәфәте менән, әйтеремде әйттем, ҡалғаны – үҙ мәйең, тигәнде аңлатып, абый үҙҙәренең урамына боролдо, мин ары, Яңы өй яғына, киттем. Ҡартәсәйем иҫән булһа, тыуған урамымдан ҡайырылмаҫ, Атай йортона ла һуғылыр инем дә... Ҙур, ауыр портфелен ергә тейҙерә яҙып саҡ күтәреп китеп барған Әмин абыйҙы берсә йәлләп, берсә һоҡланып ҡуйҙым. Әлдә Ишбирҙеһе яҡында, район үҙәгендә милицияла эшләй. Һүҙендә торҙо, уҡып сыҡты шул һөнәргә. Абый, ул йыш ҡайтып йөрөгәс, өлкән ҡыҙының Өфөлә, уртансыһының Нефтекама ҡалаһында – алыҫта, ә Мәүлиҙәһенең ерһеҙләнеп сителеүенә (шулай ти ҙәһә) уғата иҫе китмәй, һирәкләп туҙынып алһа ла. Иш булды атаһына теге ен ботағы малай, форма кейеп, хайран матур егеткә әйләнде лә китте. Өйләнмәгән әле. Һайлана, тип ебәрә Рабиға апай.

Мәүлиҙәне һағыныптыр, мейем ҡасандыр уның сөгөлдөр баҫыуында иларҙай булып әйткән һүҙҙәрен ҡаҙып сығарҙы: «...Беҙгә мәңге ошо ысвикла бисәләре араһында бил бөгөргә, батҡаҡ кисеп ҡартайырғамы ни?! Алыҫҡа-алыҫҡа китер инем күрмәҫ өсөн шул сөгөлдөрҙәрен, биллаһи!» Ә мин: «Көфөр булырһың, уф!» – тигән булғайным. Көфөр булды әллә әхирәтем?

Камила Толпарлыға ҡайтып-ҡайтып урай. Үҙенә тигән заем аҡсаһын мөнтәй башланы, алып бирәм, нисек ҡаршы төшәйем. Өфөнән тауар алып ҡайта ла тегенеп бер була. Түшәк ҡаралтылары текте, алъяпҡыстар әҙерләне, еңгә бүләктәре хәстәрләне. Украин борщы бешерергә өйрәт, тип Әсмәгә барып етте, уныһы, өҫтәп, вареник яһап та күрһәтте – әллә ни ҡатмарлығы юҡ, торғаны билмән икән, тик өсләтә ҙурырыҡ. Ирем былай ҙа мине яратыр, ҡәйнәмә ярарға кәрәк, ул беҙҙең менән бергә йәшәйәсәк, тисе. «Ирем»дән һалдыра? Үҙе минең һағайғанды күреп көлә, киләсәктә шулай буласаҡ, йәнәһе. Шулай ҙа икеләнеүһеҙ ышаныр икән ҡыҙ бала. Эсемдән генә, өмөтө бушҡа булмаһын туғанымдың, зинһар, Раббым, тип ҡуям.

Үҙем дә өмөт бәпләйем күңелемдә. Беләм-аңлайым даһа ғаилә ҡороу зарурлығын, ҡатын-ҡыҙ затының мөҡәддәс бурысының әсәлектә икәнен. Ҡарынымда, йәғни кесе йыһанымда, үҙемә Ерҙә алмашҡа ҡалдырыр нәҫел дауамын бар итергә, ҡаным менән һуғарып, күҙәнәктәрем һуты менән туҡландырып, аңым аша зиһен, хәтер биреп, кешелек аҡылы, тарихы йыйған мәғлүмәт тупламаһынан күсермә тапшырып - камил етлектереп, донъяға, Оло йыһанға сығарырға тейешмен. Был миңә тәбиғәт, Аллаһ илә йөкмәтелер йөк, изге ғәмәл.

Мин шулай уратып-суратып уйлана, нисек тә үҙемде шул заруриәткә яҡынайтырға, эйәләштерергә тырышып яйлағанда, Әсмә ниәтенә туп-тура юл ярҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышынан ҡайтышлай Атай йортона һуғылғайным. Ингән һайын рәхмәт әйтәм әхирәтемә, ҡартәсәйемдең донъяһын хас уныңса итеп көтә, гөлдәрен ҡоротмай сәскә аттыра, бер ҡасан да шал йоғолмаған иҙәнен бысаҡ менән ҡырып йыуып, һап-һары итеп тота.

– Нурия! Йығылып китәһең хәҙер, бер хәбәр әйтһәм, – тип ҡаршыланы әхирәтем. – Әйтәйемме? Ауырға ҡалғанмын, балам буласаҡ, ҡыҙый! – Һорағанды ла көтмәй, әйтә һалды. Тиҙерәк уртаҡлашҡыһы килгән был яңылығын. Үҙе сәйер бер ҡараш менән миңә текләгән: әллә һынай, әллә сәмләндерә.

– Әшрәфтәнме?!

– Кемдән булһын, әтеү, мине һеперткегә һаплайһыңмы әллә, ҡыҙый?

– Юҡсы. Аптырауымдан...

– Һин генә уй ҡора беләһеңме ни? Мына, тыңла әле.

...Әсмә бер генә минутҡа ла башынан сыҡмаған хыялын нисек бойомға ашырырға белмәй ғазапланды. Исмаһам, икенсе эштә, һауынсы-фәлән булһа, мәҫәлән, мал-тыуар ҡарап, бисә-сәсә менән ләстит һатып тигәндәй, әҙме-күпме онотолор ине. Юҡ шул! Эше, тап киреһенсә, өйҙән үк эйәреп килгән уйын ҡуйыртып ҡына ебәрә. Таң менән йәсләгә килеп, бәләкәстәр өсөн аш-һыу хәстәрләргә тотона, ихласлап, әсәйҙәрсә өлтөрәп бешерә бутҡаһын да, өйрәһен дә. Теҙелеп ултырған кескәй сынаяҡтарға, тәрилкәләргә ҡарап күңеле тула, әммә иламай, ә йылмая башлай һәм ошо ҡиәфәте көн буйы йөҙөнән китмәй. Тейеш булмаһа ла, кухняла мәшәҡәте бөтөү менән тәрбиәселәргә ярҙамлаша, төрлө уйындар ойоштороша.

Ахыр килеп, бер көндө тотто ла Әшрәфкә өндәште, болдор тупһаһы емерелеп бара, йүнәтеп бирмәҫме, йәнәһе. Егет шундуҡ йүгереп барып йүнәтерҙәй булып ризалашты, әлбиттә. Ашнаҡсының сәғәте бөтөүгә, киске алтыларға, һөйләштеләр. Уңарсы, бер арала ҡайта һалып, Әсмә тупһаның кәлтерләберәк торған бер таҡтаһын ныҡлап аҡтарып, икенсеһенең ҡаҙағын һурып ырғытып килде. Солан ишегенең күгәнен шаҡарыбыраҡ ҡуйҙы, етмәһә.

Килешкән ваҡытҡа Әшрәф сүкеш-ҡаҙаҡ һалынған йәшниген тотоп килеп тә инде. Әсмә сәй ҡуйып ҡына тора ине. Ҡамыры ла әҙер, бәлеш бешермәксе. Аш та һалып ебәрҙе.

Егет, ҡараңғы төшкәнсе тип, эшкә тотондо. Мейес тирәһендә өтәләнгән Әсмә үҙен ысын хужабикә, ир ҡатыны итеп тойҙо – тышта хужа ҡаралтыны рәткә килтерә, өйҙә тәмле ризыҡ еҫе таралған, бына-бына балалар тупылдап килеп инер... Ошо күренеште уйлап ҡына ҡуйҙы түгел, ә күрҙе һымаҡ ҡатын, ғәзиздәренең баштарынан һыйпайым тип ҡулдарын һуҙҙы һәм... бәхетле мираж ҡапыл юҡҡа сыҡты. Уф, тине лә ҡамыр йәйергә тотондо.

Әшрәф, тамағы кипкәндер, эсергә һорап инде. Әсмә һыу багын асырға өлгөрмәне, уның бармаҡтары ҡамырлы икәнен күрептер, ҡана, үҙем, тип егет түрбашҡа үтте. Икеһе бер ҡапҡастың тотҡаһына үрелделәр, ҡулдары ҡулға, биттәре биткә, түштәре түшкә тейҙе лә... ҡараштары бер-береһенә уҡталды. Һүҙһеҙ ҙә аңлашылған эске диалог башланды:

– Яратам һине, Әсмә!

– Тоям...

– Күпме түҙергә була?!

– Түҙмә!

Һағынышҡан, наҙ көҫәгән йәндәр, һәр күҙәнәгендә дәрт уянған тәндәр, тотош булмыштарын солғап алған тәҡәткә буйһондо, яҙғы ташҡындай юлындағы кәртәләрҙе, шартлы ҡыҫаларҙы емереп, тәбиғи халәткә ашҡынды...

Ташҡын үҙенең дәһшәтен, бәғзе мәлдәрҙәге өҫтөнлөгөн иҫбатлап үтеп китте. Әсмәнең тәү иҫенә алғаны шул булды: Әшрәфтең сәстәренә йәбешкән ҡамыр киҫәктәре, үҙенең шул ҡуйы ҡара сәстәр араһына сумған онло бармаҡтары. Ағарып ҡатҡан ҡамыр төйөрҙәрен бауырһаҡҡа оҡшатты ла көлөп ебәрҙе. Егеттең күкрәген айҡап дөпөлдәгән йөрәге, бәйгенән һуң саҡ һыуынып килгән саптарҙай, тынысланып килә ине. Ҡапылда был көлөүҙән һағайҙы, уның шатлыҡлы, ихлас яңғырашын аңғарғас, күңеле урынына ултырҙы. Сарсаған ергә килеп-килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек, Әшрәф һөйгәнен яратып туйманы.

Ҡояштың тәүге нурҙары офоҡ пәрҙәһен йыртты булыр, әтәс ҡысҡырҙы. Өй эсе мөхәббәт моңонда, мөхәббәт ләззәтендә ойоған, гүйә... Әсмә, кеше күрмәҫ борон тип, талсығып саҡ йоҡоға талған Әшрәфте уятты ла, үҙе, уның ҡарашынан ҡасып, таң күҙенән оялыпмы, эшенә сығып йүгерҙе. Иртүк йөрөй ул шулай, әммә бергә ултырып сәй эсерлек кенә ваҡыты бар инесе.

Ә кисен егет, башлаған эшен ослайым тип, тупһаны йүнәтергә инде, килһә, һөйгәне өйҙә юҡ. Йөрәген шом алды. Тағы ла өҙөлөрмө уның өмөтө?! Хәҙер бер ҡаршылыҡ та юҡ һымаҡ? Үткән төндөң ҡайнарлығы һаман елкендерә әле күңелен, күҙ алдына килеп әҫәрләндерә. Әсмәнең ни ҡылғанын белмәй егет,төрлөсә юрап ғазаплана. Уныһысы, дер-дер ҡалтыранып, өйҙә, эстә ултыра ине. Көнө буйы башында бер уй уралды: әгәр теге аборттан һуң бала таба алмаҫ булып ҡалһа? Шул саҡтағы әрнеүҙәре гелән-гелән һыҙландырҙы, йәнендәге йәнде тураҡлаған аяуһыҙ ҡайсылар сыртлауы ҡолағына салынып йөҙәтте...

Эшенән хәлдән тайып ҡайтты. Әҙерәк ял иткәс, кисәге ләззәтле минуттарҙы хәтерләне. Ҡабатланыуын теләне уларҙың, өҙөлөп-өҙөлөп һағынды Әшрәфте. Әммә шул саҡ ниндәйҙер бер көс уны ҡапыл ҡоршап алды ла ысҡындырманы ла ҡуйҙы. «Бала таба алмаһам» тигән шик, уйынан сыҡмай, ҡотон алды. Әшрәфте бәхетһеҙ итәсәк, биҙәү ҡатын биҙҙерер, тигән халыҡ та... Әллә ниңә Гөлбикә апайҙың йыры килеп бәйләнде: «Аҡ күгәрсен дә гөрләй, күк күгәрсен дә гөрләй, бәхетһеҙ бала ла үлмәй, донъя рәхәтен күрмәй...» Был донъяла ниндәй рәхәт күрҙе һуң Әсмә? Ә бәхетһеҙлеге – бөткөһөҙ, тыуа-тыуғаны бирле. Хәҙер килеп, Әшрәфте лә мәхрүм итһенме тулы бәхеттән, атай булыуҙан?! Юҡ, кәрәкһеҙ таштай тағылмаясаҡ уның яҙмышына!

Ишегенә тыштан йоҙаҡ элде лә, өйгә соландың баҡса яғынан уйылған тәпәш кенә ишегенән инеп бикләнде. Ишетеп ултырҙы егеттең килгәнен дә, буҫаға тупһаһын йүнәткәнен дә. Оҙаҡ ҡына көтөп, ниһайәт, ҡайтып киткәнен дә. Шаярттым ғына, тип ишеккә барып әйтерҙәй булды, шым ғына баяғы яҡтан сығырға ла уҡталды, йәнәһе, ҡайтып ҡына килеше – тик ниндәйҙер көс ҡулын бығаулап, аяғын тышап ҡуйғайны, гүйә. Өс кис килеп ураны Әшрәф. Шунан туҡтаны. Аҙна-ун көндән, колхоз механигы менән районға, «Сельхозтехника»ға яңы трактор алырға, киткәндәр ҙә, егетте ике аҙналыҡ курсҡа алып ҡалғандар, тип ишетте. Ул арала бер сама тынысланып, Әсмә мейеһендә ҡайнашҡан шик-шөбһәләрен, уй-өмөттәрен тәртипкә килтерҙе. Һәм ап-асыҡ итеп шуны аңланы: күңеле күгендә өр-яңы йондоҙ ҡабынған! Уға исем эҙләйһе түгел, исеме бар – Әшрәф. Ярата бит уны Әсмә, баҡһаң. Рәхмәт тойғоһо, дуҫтанә мөнәсәбәт кенә түгел был, ә – мөхәббәт. Юҡһа, ниңә шулай зарығып көтә уны, юҡһына, ҡосағына һарылырға хыяллана. Тел осонда ғына наҙлы һүҙҙәре тирбәлә...

Теге осрашыуға ай самаһы ваҡыт үтте. Әшрәф ҡайтҡан. Йәслә тәҙрәһенән күреп ҡалды тыҡрыҡтан китеп барғанын. Был яҡҡа боролманы, юлы кәнсәләргә, буғай. Яҙ – мәшәҡәтле осор, МТС-та машина-трактор гөрөлдәгән, тимер даңғырлаған тауыш тынмай – техника ремонтлайҙар. Хәйрулла ағайҙың тимерлегенең кескәй тәҙрәһендә төн уртаһында ла ут баҙлай. Баҫыуҙар көн битендә быу сығарып ята, орлоҡ төшкәнен көтә. Бураҙнаға орлоҡ сәселер ҙә шытым бирер, ер ҡыртышын тишеп йәшел ҡыяҡ ҡояшҡа үрелер – донъяға йәшәү мөғжизәһен күрһәтер. Әсмә, ошо уйҙың уртаһында, ҡапыл үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙҙе: асылында, әйтерһең, орлоҡ шытты. Баҫыуҙыр шул ул... Ә һиҙеме ныҡышты: шыта орлоҡ, шыта!

Был сәйер халәт уға таныш таһа, теге юлы – Айыусы туғайында Әшрәф уны «аҡҡошом» тип талпындырғандан, ҡанатланып осоп алғандан һуң кисергән тойом – онотмағансы. Раббым, ауырға ҡалдыммы? Бала табырға һәләтлеменме? Әсәлек бәхетенән мәхрүм итмәнеңме мине, ярлыҡаныңмы?! Йәш ҡатындың йөрәк ауазын бер Аллаһ ҡына ишеттелер, уға ғына төбәлгәйне сөнки был һығыныуҙар.

Күңеле болғанып, кәйефе тиктомалға йыш үҙгәреп, холҡо әлйе-бөлйө булып тороу кеүек билгеләр тамам ышандырғас, йүгереп килгән миңә Әсмә әхирәтем. Түкмәй-сәсмәй сискән серен ыңғайында ошолай хикәйәләп ҡуйыуым.

– Бәйәнеңде бәйләнеңме, селтәрҙәй матур, нескә итеп. – Әсмә белеп тора ғәҙәтемде. Шымартма, минең һантыйлыҡты йәшермә, йәме.

– Йәме. Әшрәфте һаман ҡыр тибеүең һантыйлыҡ, эйе.

– Ҡыр типмәйемсе. Үҙ итәм, юҡ, үҙемдеке итәм! Берәүгә лә бирмәйем! Әтеү Таллынан бер Һарысәс уға күҙ һалған, ти...

– Һарысәс?

– Нейә, улар, таллылар, бөтәһе лә тиерлек һары сәсле, зәңгәр күҙлеләр. Әүрәткестәр...

– Һы... Сыңғыҙҙың атаһы Зәхмәт Әхмәт Таллының иң матур Һарысәсен алып ҡасты, тип һөйләгәйне Бүреһуҡҡан олатай. Уртаҡ ҡушаматтары, имеш.

– Нурия, Әшрәфте хәҙер нисек ҡабат әүрәтәйем икән? Кәңәш бир! Килмәй ҙәһә...

– Ҡыланмай ғына тот та әйт, килеп сыҡ, әйтәһе һүҙем бар, тип.

– Серем бар, тиермен, тиҙерәк килер.

– Хәйлә тоҡсайыһың үҙең, әхирәт.

– Әтеү. Үҙеңде лә өйрәтермен, нисек Фатихты эләктерергә. Тәүҙә мин быныһын ҡармаҡлайым да, һинең ҡармағыңды емләрбеҙ.

Уртаҡ халәткә бирелеп ҡосаҡлаштыҡ, көлөштөк, ахырҙа, танауыбыҙ еүешләнеп, күҙебеҙҙе йәшләндерҙек – йәшлегебеҙ беҙҙе шулай йөрәкһетә.

Әшрәф менән Әсмәгә комсомол туйы уҙғарҙылар. Егеттең хеҙмәт алдынғыһы, бер нисә йыл рәттән механизаторҙар араһында район чемпионы булыуы арҡаһында, әлбиттә. ЗАГСта, туй ҙа клубта үтте. Нәҫел-ырыу – эстә, башҡа ауылдаштар тышта иркенләп байрам итте. Бина алдындағы майҙанға ҡуйылған оҙон өҫтәлгә араҡынан башҡаһы тотош ҡуйылғайны. Ишбирҙе менән мин ике арала күҙ-ҡараҡ булып йөрөнөк. Сәй-мәйенән тыш ҡымыҙын да һемереп алған халыҡ гармунға бейеп кинәнде. Район гәзитенән килгән хәбәрселәр туй барышын фотоға төшөрҙө, берәүһе, «Толпарлы ләҡәптәре» тигән рубрика асам, тип диктофонына төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәр яҙҙырҙы. Шырмый Иҡсан менән Хәйри Бур үҙҙәрен иғтибар үҙәгендә тойҙо, ярышып туҙға яҙмаған хәлдәрҙе һөйләне.

– Мин ҡышын һунарға сыҡҡайным, ҡаршыма мылтыҡ аҫҡан ҡабан сусҡаһы килеп сыҡмаһынмы! – Шырмыйҙың шырмыйса инде, күҙ ҙә йоммай шыттыра. Халыҡ тәгәрәп көлә, булмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә, йәнәһе. Ә шул ваҡыт Бүреһуҡҡан олатай, таяғын баш осона күтәреп, тамаҡ ҡырҙы. Һүҙ һорауы. Шундуҡ тындылар.

– Йәмәғәт, Иҡсан энекәш күпертергә ярата, уныһы мәғлүм, тик был юлы дөрөҫтө һөйләй.

– Булмаҫ!

– Әхмәҙин бабай, үҙең күрҙеңме?

– Күҙенә күренгәндер, Балбабай менән һитә балын әсетеп еффәргәнскиҙер ҙә. Бүреһуҡҡан олатай таяғын күтәреп болғап алды, асыуланды булыр.

– Хәҙер бынау таяҡ менән елгәргәнски! Һүҙ һөйләргә ирек бирегеҙ башта.

– Һөйлә, бабай, яҙҙырам. – Хәбәрсе егет диктофонын тотоп яҡыныраҡ барҙы.

– Бер ҡышты Балбабайҙарға,умарталыҡҡа, район хужалары килеп юлыҡты, һунар ойоштороғоҙ, Өфөнән нәшәлстве килде, тип. Бөтәһе алты ирекәй, тейешенсә кейенеп, мылтыҡ аҫып алғандар. Мин дә шунда инем, омшаникты ҡарашырға саҡырғайны ҡорҙаш. Лицензияларын һораным, бар икән. Ризалаштым быларға бергәләшергә. Йәшерәк берәйһе юҡмы, тиҙәр, ҡорҙаштың улын эйәртмәкселәр, мин, йәнәһе, нисшут. Һунарға любой дүрәк йөрөй алмай, Балбабайҙарҙың шөғөлөн, ана, ҡушаматтары төртөп күрһәтеп тора, мин әйтәм. Ә һинең ҡушаматың бармы, тиҙәр. Бар, тим, мин – Бүреһуҡҡан ҡарт. Шунан ыҡҡа килделәр, бүрене мин һуҡҡан икән, тип аңланылар...

– Шунан-шунан? – Халыҡ тынғыһыҙланды, тиҙерәк белгеһе килде теге мылтыҡлы ҡабан сусҡаһы хаҡында.

– Дүрт һунарсыны, ташҡа үлсәйем һунарсылыҡтарын, аҡлан уртаһында ҡалдырҙым. Арҡаға арҡа терәттереп, мылтыҡтарын төҙәттереп, дүрт тарафҡа ҡаратып баҫтырып киттем, аң булығыҙ, тип. Икәүһен үҙем менән эйәрттем. Ҡабан сусҡаларының имәнлектә тапанғанын беләм бит инде, шул тирәгә ҡырыйлатып сығарҙым да быларҙы, ағастарҙы бәргесләп, шаулап, йыртҡысты аҡланға ҡыҫырыҡларға ым бирҙем. Ишетәбеҙ, беҙҙән әллә ни йыраҡ та түгел шырлыҡтан шатырлаған тауыш килә, теге икәү ҡурҡа төштө – ҡабандар көтөүе менән эркелеп килә кеүек. Унда өйөрөнән һөрөлгән бер ҡарт сусҡаның ғына йөрөгәнен белә тороп, мин дә шөрләп ҡуйҙым юлдаштарым ыңғайына. Мылтыҡтарҙы әҙер тоторға ҡуштым да аңдып торам: урманда ҡапыл тынлыҡ урынлашты, тимәк, ҡарт ҡабан, күҙе аларып, ҡар сапсып һөжүмгә әҙерләнә. Уйлап та өлгөрмәнем, ҡаршыбыҙға, аҡты-ҡараны айырмай, сабып килеп сыҡмаһынмы теге. Кәүҙәһе кәбәндәй! Өҫкә ауа, хәҙер ауа! Минең реакция, старшина әйтә торғайны, шәп тә ул, һунарға тип килеүселәр атырға тейеш тәһә – көтөңкөрәнем. Уңарсы һунарсы тигәндәремдең береһе йығылды ла башын ҡарға тыҡты, теге суҡышын ҡомға тыҡҡан ҡош, страусмы әле, дөйәғош инде,шуның кеүек, икенсеһе, үҙенә маңлай тура сапҡан йыртҡысҡа атамы тиһәм, ҡапыл мылтығын алға ырғытты ла ебәрҙе. Мына хәҙер тыңлағыҙ: мылтыҡ ҡайышы менән ҡабан сусҡаһының башынан кейелде лә ҡуйҙы. Ә сусҡа күҙен аҡайтып сабыуын белә, ярай ҙа ниндәйҙер ғиллә менән һунарсы йораты ситкә тайпылып өлгөрҙө. Ана шул мылтыҡлы ҡабанды күргән Иҡсан, йышпытмай был юлы. Берәйһе атҡансы йә үҙе үлгәнсе тағып йөрөр инде мылтыҡты, ҡабанды әйтәм. Был хәбәрҙе тылҡырға өлгөрмәнеләр, ишектән кейәү менән кәләш күренде. Халыҡ аһ итте: ҡайһылай ҙа пар килгән былар! Бер апай ҡаршыларына сығып таҡмаҡ әйтте:

Яҙылышҡас, беләм инде,

Кемдә икән уйҙарың.

Уйың кемдә, шуның менән

Үтһен ҡыҙыл туйҙарың!

Фариза еңгәм Әсмәнең биленә суҡлы билбау ураны, һамаҡлай-һамаҡлай: «Бил-бил биләйем, бәхет-шатлыҡ урайым. Ҡәйнә һүҙен ҡеүәтлә, ҡайныңды хөрмәтлә. Иреңде хур итмә, үҙеңде нур ит!»

Йәштәр халыҡ уртаһынан үтеп, кырандаслы арба егелгән туй аты торған яҡҡа атланы. Шул минутта бер ҡарсыҡ ҡаршыларына елтелдәп килеп баҫты ла теләк әйтергә тотондо, йөҙө харап та ихлас, ә үҙе: «Ҡулың һынһа, ең эсендә, аяғың һынһа, итек эсендә...» – тисе, уф! Боронғолар әйткән дәһә, тип кеткелдәп көлгән була... Быға иғтибар бүлеүсе булманы кеүек. Әшрәф ҡолағына элгән: Әсмәне еңел генә итеп күтәреп алды, кырандастағы кейеҙгә алып барып ултыртты һәм барыһы ишетелерлек итеп: «Йәбер күрмәҫһең, аҡҡошом, ышан!» – тине лә кәләше эргәһенә менеп ултырҙы. Күсер дилбегәне ҡаҡты. Муртайған ҡарҙы (апрель тыуырға тора бит) сапсып торған көр ат алға ынтылды... Ҡайтышлай, Фариза еңгәм менән Хәйрулла ағай ҡыуып етте: «Һиңә лә бар суҡлы билбауым, Нурия!» – тип шыбырланы еңгәм, былай ҙа урынынан ҡупҡан йөрәгемде тулатып. Их...

44[edit]

Ҡалыпҡа һалынған: республика тормошо Мәскәү ҡушҡанса бара. Толпарлылар баш ҡаланы Мәсекәй тип тә ҡуя, йәне көйһә. Колхоздарҙа етештерелгән бөтә ит-май, Өфөгә лә тейеп тормай, шунда оҙатыла. Белмәҫ инек, район үҙәгенең магазиндарында ит тә, колбаса ла, аҡ май ҙа күренмәй. Ҡалалағылар ҙа зарлана, рагу ашайбыҙ, магазинда ит һатылмай, баҙарҙа аяуһыҙ ҡиммәт, тип. Рагу тигәне ите тотош юнып алынған һөйәк-һаяҡ икән. Мәскәүе, исмаһам, үҙебеҙҙеке, күпселек ризыҡ сит илгә китәлер әле...

Толпарлы, әлбиттә, ҡалала йәшәгән нәҫел-ырыуын ас ултыртмай, ҡаҙ-өйрәген ебәреп тора. Кем әйтмешләй, тоҡсайлап печенье-кәнфит килтерһәләр, тоҡлап бәрәңге, ит-май, йомортҡа алып китәләр. Әйткәндәй, Сыңғыҙҙың ҡошсолары ла ҡайҙалыр тейәп-тейәп оҙата тауыҡ түшкәләрен, йомортҡа ла байтаҡ етештерелә. Фабрика итә алманы, егеттең хыялы ҙур ғына ферма булып осланды. Инкубаторы ла үҙендә. Тотороҡло табыш ала. Эргәләге баҫыуҙарҙан килтерелгән ашлыҡ та алыҫтан һатып алынғандан осһоҙ, әлбиттә. Әммә Сыңғыҙҙың, райондың маҡтаулы етәкселәренең береһе булһа ла, һис тә күңеле риза түгел. Уны яратҡандар: «Ишетербеҙ әле Сыңғыҙ Харрасовтың исемен, күтәреләсәк егет, беҙҙекеләрҙең буҫтауы бүтән!» – тиһә, өнәп бөтмәгәндәре: «Кикриге шиңде...» – тип ҡуя.

Уҙған аҙнала Менәүәрә ҡайтып ураны. Үҙенә Гөлсирен тигән псевдоним алған. Әйтәм, радионан бер шәлкем шиғыр уҡығайнылар, тыңлап хайран ҡалдым: Менәүәрәнең ҡулы, уның теле – әллә берәй плагиат сәлдерҙеме икән, тип аптырағайным – үҙе икән дәһә. Камила менән Арсен хаҡында Өфөлә үк ишеткән. Хәйривара ағай унда ла барып етмәгәндер, хәбәрҙең үҙенең аяғы бар, тигәне дөрөҫтөр.

– Як ся маэте, ни хәл? – тип килеп ҡосаҡланы әхирәтем.

– Добре. А ви? Давно не бачились? Күптән күрешмәнек!

Менәүәрә, хәйләкәр, Арсенға төрттөрөп, украинсалаған булып, һүҙҙе баштан уҡ үҙенә ҡыҙыҡ юҫыҡҡа төшөрҙө, мин дә ҡаршы килмәнем, бәс.

– Йәйгеһен туй үткәрәбеҙ. Егет утыҙға етеп бара. Уҡыған да уҡыған, Сыңғыҙҙан да арттырған, ҡара әле? – Йәпле генә һүҙҙе күсерҙем дә ебәрҙем.

– Сыңғыҙ ҙа... ғалим булмаҡсы. Урыныма йүнле генә берәйһе табылһа, предприятиемды ҡалдырам, аспирантураға инәм, ти ҙәһә. Практикаһы бар. «Замкнутый цикл менән эшләгән ит комбинаттары проекты»н тәҡдим итәм, тип хыяллана. Көтөүлектәре, баҫыуҙары, фермалары булған, консерва, колбаса цехы эшләгән комплекстар – хәтәр киң инде уның ҡоласы.

– Ул ҡоласта һин дә бармы, Менәүәрә?

– Бар кеүек. Шуға Өфөгә ынтыла, өйләнешәйек, ти.

– Толпарлыла отдельный коммунизм төҙөмәй, тимәк?! – Ҡапыл асыуым килдесе. – Прожектер!

– Нурия апай, әле кем, Сыңғыҙға барам, тип ырғып тора? Диплом алам башта, шағирә Гөлсирен булып танылам. Исмаһам, бер китабым сыҡһын ине. Бәй, уның ғына хыялдары бар ҙа, башҡаныҡы юҡмы ни?

– Уҡыуыңды ослап ҡуйһаң шәп тә, танылыуың оҙаҡҡа һуҙылһа?

– Әллә...

– Ә Динис-Дэн? Тәүге хистәрең? Ул быйыл уҡып бөтә авиационныйҙы.

– Инженер. Технарь. Прагматик.

– Шахматист тип тә өҫтәһәң, робот һыңары килә лә сыға инде. Ә мин уны романтик тип беләм. Оноттоңмо ни битластар менән һаташып йөрөгәнен? Гитарала уйнай. Студент көйөнә әллә нисә рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы – шул ижад түгелме ни?

– Беләм дә...

– Яратыу-яратмауыңды ғына белмәйһең? Берәү ҡола яланда өс ағас араһында өс көн аҙашып йөрөгән, ти, ә һин...

– Нишләйем һуң? Икеһе лә берҙәй яҡын.

– Аңлайым.

– Үҙең дә...

– Йә, хәҙер сағышып, тел менән яҡҡа һалышайыҡмы? Икенең бере, ҡыҙыҡай, һайла!

– Ә үҙең һайланыңмы әле?

– Һайланым.

– Кемде?

– Фатихты! – Шулай тип әйттем дә һалдымсы. Ғәҙәтемсә, уратып-уратып уйлап, ҡат-ҡат үлсәп тә тормаҫтан. Үҙем дә шаҡ ҡаттым. Әллә яҙмыш ғәли йәнәптәре телемдән тарттымы? Менәүәрә баш ҡына ҡаҡты, бот сабыр, тиһәм. Камила кеүек, был да мине нисек кейәүгә бирергә белмәгәндәй ҡылана. Асыуым да килмәгәйе! Юҡсы, асыуым килмәне лә ҡуйҙы, киреһенсә, ауыҙым йырылды, күңелем ирәбеләнде.

Ҡәлбемдәге «үҙем»дәрҙең татыулашҡан мәлелер, бәхәс ҡуптарманылар.

Менәүәрә-Гөлсирен менән магазин, почта, кәнсәләр араһындағы майҙандың ҡап уртаһында баҫып һөйләшеп торабыҙ, имеш. Ул мине мәктәп юлында, өйгә ҡайтышлай, тап итте лә, бергә атлай торғас, мөхәббәт темаһына инеп китеп шунда килеп юлыҡҡанбыҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән. Таныш-тонош уратып алып, хәл-әхүәл һораша башлағас ҡына аңғарҙыҡ. Шул саҡ кәнсәләр ишеге ҡапыл киң итеп асылды ла, ике-өс тупһа аша бер ыңғай һикереп төшөп, беҙҙең яҡҡа йүгергән егет күренде. Пальтоһының төймәләрен дә эләктермәгән, салғыйҙары ҡанат кеүек ике яҡҡа ҡайырылып ялпылдай – осамы ни, шулай ашыға. Беҙҙең тирәлә ойҡашҡан халыҡ ситкә тайпылды, тапап китер был, тигәндәй. Ә егет бөтәһен бер юлы, шул иҫәптән мине лә: «Шәпмеһегеҙ!» – тип сәләмләне лә Менәүәрәне Таллы яғына әйҙәне. Улар, күҙ асып йомғансы магазин мөйөшөнән боролоп, юғалдылар.

– Сыңғыҙ Аҡназар менән һуғыша яҙған. Рәйес, эштән ҡыуам, башбаштаҡ, тип ҡысҡырған икән, тәүҙә һинән ҡотолдорасаҡмын колхозды, шунан үҙем китәм, тигән. Зәхмәт малайы әле ул! – Ҡайһы мәлдәлер араға килеп ингән Хәйривара ағайҙың был һүҙҙәренә кешеләр башта аптырап ҡалды ла геү ҡуптарып кәнсәләр яғына йүнәлде. Тупһа төбөндә туҡтанылар улай ҙа.

– Оҙаҡламай отчет-һайлау йыйылышы була, үҙен осорабыҙ ул рәйестең! Ҡара һин уны, беҙҙең ҡанды эскәне етмәгән, Сыңғыҙға екһенә икән, – тигәнде хор менән әйттеләр.

– Бразда, ҡарт алаша, бразда! – тип ярһыны Шырмый Иҡсан.

– Андыҙлыҡтың тамырын ҡоротто! – Мөхәрләм бүләре Ильяс ағай тауышы.

– Аҡбейек аръяғындағы мәңгелек һаҙлыҡты тонсоҡторҙо, бер кәрәкһеҙгә. Иген сәсә, имеш, шунда. – Бер-береһен бүлә-бүлә ҡысҡырышалар, инде айырырлыҡ та түгел кем нимә тигәнен. Ҡатын-ҡыҙ сәрелдеге лә ҡатышып китә аралаш.

– Халыҡ дошманы!

Ошо урында тынысландылар.

– Ағай-эне, бразда, Иҡсан әйтмешләй. Бисәләр, һеҙ ҙә – ат аяғын дағалағанда, баҡа ботон ҡыҫтырған – сеүегеҙ әле. Йыйылыш буласаҡ, шунда һөйләрһегеҙ, шымып ултырмағыҙ. Зитыбыҙға тейҙе Аҡназар. – Тракторсы Нәсих икән, аҡһаҡал ҡорона керер йәшкә етеп барыуы. Тәртәгә ингән, ниһайәт, ысвикла бисәләренең уның тракторы артынан араҡы шешәһе тотоп баҫтырғаны иҫтә әле. Таралыштылар. «Бразда»ның нимә икәнен һорашырға эргәмдә бер кем ҡалмағас, юл ыңғайы магазинға индем. Нәсих ағай ҙа шунда булып сыҡты. Һораштым. Күҙҙәрен йылтыратып йылмайҙы ла аңлатып бирҙе:

– Ә, минән сыҡҡан һүҙ ул, Иҡсан теленән төшөрмәһә лә. Баҫыуҙа япа-яңғыҙ туңға һөрөп йөрөгәндә... Көнө өшәнес, ҡараңғы. Ауылда шәмгә ут алғандар, бәрәңге ашап, сәй эсеп ултыралар, мейес йылыһында. Ә минең ҡорһаҡта бүреләр олой, үҙем дә ауыҙымды бүреләй асып иҫенләйем әллә нимәгә, яңағым шаҡарылып бара.

– Шунан? – Ағайҙы бүлдем, оҙонға төштө, юғиһә.

– Йоҡлағаным да киткәнем. Әрәмәлеккә барып инеп, шытырт-мытыртҡа уянып киттем. Тракторым ҡырынайған, баҫыу әллә ҡайҙа артта ятып ҡалған. Ҡурҡышымдан: «Бразда, ҡарт алаша!» – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ҡарт алашаһы – иҫке тракторым инде, браздаһы – борозда, йәғни бураҙна.

– Ә нейә бураҙна тимәнең икән? – Үҙем туҡтай алмай көләм.

– Дөрөҫө, ноҡ замандан ҡалған ул ләҡәп: бер тимерсегә, элгәре беҙҙекеләр шул шөғөлө менән дә дан тотҡан, белгең килһә, Николаевка байы ике төрәнле һабан эшләп биреүен һорап килгән. Оҫта һис ыҡҡа килмәй, үҙемдә юҡ әле ундай ҡорамал, тип ҡарыша, ти. Шунан теге урыҫ төрәнгә екке атын алмашырға күндергән тимерсене. Ә малҡай шәп, яҫы тояҡлы, ҡыҫҡа бәкәлле, ҡалын елкәле. Һабанға, бигерәк тә ике төрәнлеһенә, егеүгә унан да шәпте табырмын, тимә. Байҙа ул тоҡом өйөрө менән, ти. Килешкәндәр. Башҡорт, яҙ еткәс, атты бураҙнаға төшөргән. Ығышлана, тартмай, ти бит уныһы. Тимерсе урыҫ байына сапҡынға улын ебәргән, йүнһеҙ ат биргәнһең, тигән хәбәр менән. Сәмләнептер, бай үҙе килеп еткән. Ат баҫыуҙа тора икән, бер-ике бураҙнаны нисек-мәгәрәк ярған да. Башҡорт малҡайҙы урыҫса белгән алама һүҙҙәр менән һүгеп сыбыртҡылай икән. Шунан ни урыҫ хужаһы һаҡалын һыйпап алған да, атының дилбегәһен ҡағып, ҡаты ғына тауыш менән: «Бразда!» – тип ҡысҡырған. Шуны ғына көткән малҡай баш баҫып тартып алып киткән һабанды. Нишләһен, башҡорт та уны артабан тик шулай тыңлата алған. Малдың да холҡо бар, өйрәнеше...

– Ә һинең «браздаңды» кем ишеткән, ағай, анау юлы, тим?

– Әллә. Шул сәғәттә кем йөрөр ине икән баҫыу яғында, төртөнөп. Ел таратҡандыр.

Өйгә ҡайтышлай, кәйефем мәрәкә юҫығынан сыҡмай торғанда, тағы бер ҡыҙыҡ иҫкә төштө. Ҡоролоҡ йылында Шырмый Иҡсан берәүҙәрҙе туҙға яҙмаҫ хәбәргә ышандырған. Йәйге селлә. Айҙан ашыу ямғыр яумаған. Әбей-һәбей, имеш, ике метр тәрәнлеккә төшөп, тиреһенә дым йыйып ятҡан баҡаларҙы ҡаҙып алып, һөтлө банкаға һалып ҡуя, һөт әсемәһен өсөн. Уф, ысын булдымы икән? Эсергә әүәҫ бәғзе ирҙәр, селләгә ҡарамай, тамшанып йөрөй икән, нисек ҡатынынан аҡса һурып алырға белмәй. Шырмый Иҡсан үҙе эсмәй, ары-бире, ҡунаҡта-фәлән генә йота, шуға араҡы ҡолдарын әллә йәлләй, әллә көлә. Берәүһенә кәңәш биргән ҡайһылайтып ҡатынын һемәйтергә. Күҙ алдына килеп баҫа был хәл.

– Бисәкәй, тиҙ генә аҡса бир, Сәмәй ҡарсыҡ бер ҡойоһон һата! – Иренең өҙгәләнеп тороуына ҡатыны өлтөрәп аҡсаны килтереп тоттора ла үҙ алдына һөйләнергә тотона: – Эйе шул, уның ҡойоһо икәү шул. Күпме инәлдем, ҡаҙ шул ҡойоно үҙебеҙҙең ишек алдында, ҡаҙ, тип. Ана, урам аша ғына шишмә ағып ята, ти ҙә ҡуя, ҡороно бит уныһы ла. Биксәнәйҙә – сират, йыраҡ. Бына үҙебеҙҙең ҡойобоҙ булыр, иншалла. – Ошо урында шып туҡтап, апай бот саба: – Атаҡ! Һатып алыу менәнме ни, ҡойоно күтәреп алып килһенме ни ихатаға? Алдаған! – Һөрән һалып йүгереп барһа, Сәмәй ҡапҡа тышында бөйөрөнә таянып баҫып тора, ти.

– Йышылдыңмы? Һин – бишенсе! Тауыҡ баштар, абау, шулай булмам! – Апай хурланып ҡайтып киткән, нимә тиһен һуң Сәмәйгә? Аҙаҡ иренән: «Кем ҡотортто? – тип һораған да ҡул һелтәгән, – Шырмый инде, үҙенең бисәһен ота алмағас, беҙҙән үс ала.

Дөрөҫтөр уныһы, Иҡсан ағайҙың үҙ ҡатынын тишек шыуманға ултыртҡанын ишеткән юҡ. Йә ул бик сос, йә ире өйҙә шырмыйланмай, йә тышҡа сығармайҙар, баҫыралар.

Бәс! Диуана шикелле урам буйлап ауыҙым ҡолағыма етеп йылмайып килә ятамсы? Анау мәрәкәләр ыңғайында Татар әбәкәйҙе шатландырыуымды иҫләгәйнем, шуғалыр… Заем түләнгән мәлдә магазинға электр самауырҙары килтерҙеләр, ҡиммәт кенә – 25 һум, икәүҙе алдым, үҙебеҙгә һәм Татар әбекәйгә. Яңғыҙыма оло самауыр ҡуҙғатып ултырам даһа, күмер әрәм итеп, ҡайһылай йәпле булыр был, тип тәтәйҙәй ҡупшы өс литрлы самауырҙы ҡолағынан тотоп, ҡайҙа ултыртырға белмәне, сабыйҙай ҡыуанды Йәнкиҫәк. Уның кәйефе үҙемә лә һирпелде, һөйөнөп бөтә алманым. Ғалимдар әйтә ләһә, сир-фәлән генә түгел, эмоциялар ҙа башҡаларға «йоға», тип, дөрөҫ икән шул.

Ә өләсәйем самауырҙы комод өҫтөнә ултыртып, селтәр ябып ҡуйғансы? Ҡунаҡ өсөн генә был, әрһеҙгә – электр сәйнүге, ти. Бәхәсләшеп торманым инде, көн дә барыбер күмер самауырын тотона ул – муйынынан тултырып ҡайната ла, өҫтәлгә ҡуйырға мине көтөп, шыжлатып ултырта.

Бер килке паспорт алмаштырыу мәсьәләһе ҡалҡып сыҡты. Элекке ҡарағусҡыл йәшел тышлы, ҡара герблыһы урынына алтын герблы ҡыҙыл паспорт бирелде. Уны ҡулға алыу менән Владимир Маяковскийҙың совет паспорты тураһындағы һәр кемгә билдәле шиғыр юлдары иҫкә төшә: «...Я достаю из широких штанин краснокожую паспортину...» (Ни генә тимәһендәр, уның ижадын яратам мин, ярһыу ғорурлыҡ, ватансыллыҡ менән һуғарылғаны өсөн). Ғүмерлеккә иҫәпләнгән документ: өс фото, аҫтына өс мәлеңдәге ҡултамға ҡуйыла – 16, 25, 45 йәшең тулғас.

Ә телдән төшмәй, көн ҡаҙағында иң оҙаҡ эленеп торған ваҡиға Аҡназар Сәйетовтың колхоз рәйесе вазифаһынан төшөрөлөүе булды. Халыҡ талабы буйынса. Тетмәһен теткәндәр генә. Әмин абый, колхоз ағзаһы булмаһа ла, мин – агитатор, хәлде белергә тейешмен, тип, йыйылышҡа инеп ултырған. Аҙаҡ беҙгә һөйләр өсөн. Уҡытыусы тотош ауылдың тын алышын тойоп торорға тейеш шул.

Клубта уҙған ул сара таң атҡансы барған. Әүәл, утыҙынсы, илленсе йылдарҙа, шулай була торғайны, тип иҫләй ололар. Исмаһам, бер һүҙ булһа ла ҡыҫтырмаған кеше ҡалмаған, һәр кем рәйескә ҡарата үҙенең мөнәсәбәтен белдергән.

– Илле йыл бергә ғүмер иткән мәрхүм бабайымдың да арҡама сыбыртҡы төшөргәне булманы, ә һин, битһеҙ, мине ат менеп баҫтырып язаланың! Хөкүмәт башаҡ законы сығарған саҡта рәйес булһаң, нишләтер инең һин халыҡты? – тип әйткән бер ҡарсыҡ, йыйылыш бөтөр саҡтараҡ президиум өҫтәле артында ултырған рәйес эргәһенә тәнтерәкләп күтәрелеп. – Һәүкәшемә тип һыңар биҙрә сөгөлдөр башағы йыйғайным. Барыбер ятып серер ине. Сәүит власы өсөн бартизанлыҡта йөрөгән минең ҡартым, һинең кеүектәр рәнйетһен тип түгел. Эйе, бартизан әбейе мин. Ә һин – ләғәнәт!

Ошо ҡот осҡос һүҙҙе (Иблискә генә әйтелә торғанды) ишеткәс, халыҡ ултырып сыҙамай һикереп торған да бер тауыштан: «Һайламаҫҡа!» – тип ҡысҡырған. Иртәгәһенә теге ҡарсыҡҡа ҡушамат тағылды: Партизанка. Ошоғаса ҡушаматһыҙ булған икән.

Дөйөм йыйылышта колхозсылар рәйес итеп агроном Искәндәр ағайҙы күрһәткәндәр. Уныһы, бөтә әҙәмде аптыратып, төшөрөлгән рәйесте Сыңғыҙҙың урынбаҫары итеп тәҡдим иткән, ә иң-иң ғәжәбе – Сыңғыҙ быға ҡаршы килмәгән?!

Тормош, эйе, гелән шулай: бер ҡараһаң (ике ҡараһаң да), берсә башыңдан һыйпай, берсә һеңкәҙәтә бәреп йыға. Шатлығыңдың татын тәмләп өлгөрмәйһең, әремен килтереп тә ҡаптыра. Күрәнелелә боҙ киткәндә ауылыма ҡайғы килде: һөйөклө килене Таһура вафат булды. Ғәҙәтенсә, килен ағасының йәшел япраҡ үргән ботағын тотоп ярҙа баҫып торған, Әдисәйен хәтерләп. Шунда тағы, онотолмаһа ла, күңелендә баҫыла төшкән фажиғә ҡабатлана яҙған: бер малай, ныҡ ҡына ятҡан боҙҙа уйнап ҡына һикергеләп йөрөгәндә, йылға боҙо шаҡмаҡ -шаҡмаҡ сарпауланып, аға башлаған. Малай шарылдап ҡысҡыра икән, Йәнкиҫәк ярҙа өҙгәләнә. Әлдә бер һыбайлы күреп-ишетеп ҡалған да атын саптырып килә һалып еткән. Йүгән осон ырғытҡан, малайҙың шуны эләктереп йәбешергә сослоғо еткән – боҙҙар тығылышып үрәпсемәҫ борон ярға йүгереп сыҡҡан. Уңарсы халыҡ та апаруҡ йыйылып өлгөрә. Кемдер иғтибар иткән: Татар әбекәй шундағы бер өйәңкегә һөйәлеп ултырған да ҡымшанмай икән. Эргәһенә барған, теремек кенә ҡарсыҡ тиктәҫкә улай ултырмаҫ, тип. Тиктәҫкә булмаған шул! Әдисәйен алып киткән йылға ярында донъялыҡтан үтеп киткән Толпарлы Пенелопаһы...

Инде әрней йөрәгем, инде юҡһына Йәнкиҫәкте. Етмәһә, өләсәкәй үҙәкте өҙә, тота ла бер хәбәрҙе ҡабатлай: «Рәйхана ҡоҙағыйым да китте, Орҡоя ҡоҙағыйым да, Ғәҙилә күршекәйем – күптән инде, хәҙер бына Татар килен дә... Йәндәре йәннәттәлер... Бер мин ҡалдым. Мәңге һыуы эскәндәй булып...» Етәр, тип тыйырҙай булам, нисек ҡаты өндәшәһең уға? Йомшаҡ әйтһәң дә, иларға әҙер тора. Туҡһанды ҡыуа, хәтере бушағайҙы, күңеле үтә лә нескәрҙе. Һуңғы бер-ике йылда биреште, уғата биреште. Яңыраҡ әйтә:

– Нурия, балаҡайым, һинең күҙле-башлы булыуыңды күрһәм, үкенесһеҙ генә китер инем әхирәткә.

– Күҙем дә бар, башым да, өләсәкәй, – тим, шаярыуға бөгәм, йәнәһе.

– Юҡ шул, яртыңды тапһаң ғына бөтөн булаһың ул. Нейә анау духтырлыҡҡа уҡыған егеткә генә барып ҡуймайһың, балаҡай? Төҫкә-башҡа күркәм, һөнәрле, үҙ ҡәүемебеҙ , тилмертмә шуны, Фатихмы, кем әле?

– Фатих. Фатихаңды бирәһеңме, өләсәкәй?

– Бирәм, бирмәйсә. Ҡушып, ана, һаҡалымды ла бирәм.

Нимә хаҡында һүҙ барғанын белә-күрә, көлдөм дә ебәрҙем.

– Нейә, әсәм мәрхүмәнән ҡалған ҡаҙнам ул, хазина, белһәң, Кәткә көмөшө, тәңкәләрен әйтәм. Һандыҡ төбөндә һаҡлайым, йәшереп.

– Бәс, кемдәй йәшерәһең?

– Камиланан. Бәләкәсерәк сағында нимә ялтырай, шуны өйҙән мәктәпкә ташыр ине, сәхнә, ти ҙә. Яңыраҡ Өфөнән килеп тә өй беренсә боронғо кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе һорап йөрөнөләр. Һандығымдың өҫтөнә аяғымды бөкләп менеп ултырҙым да төшмәнем, тентемәһәләр ярар ине, тип.

– Уф, өләсәкәй, үпкәләмә, көлмәй ҙә сыҙарлыҡ түгел һинең хәбәреңә.

– Көл һуң, гонаһым юйылыр.

– Һинең ниндәй гонаһың бар, ти?

– Барҙыр... Оҙаҡ йәшәнем дәһә. Фәрештә түгелем инде, әтеү ҡанатланып осоп китер инем.

– Өләсәкәйгенәмде! – Бала сағымдағы кеүек, татлы телләнеп, ҡосаҡлап алдым ғәзиземде.

– Ҡарасәле, Татар киленде әйтәм, тотош ауылды уратып таратырлыҡ хәйер-бүләктәр инселәгән, йәсәле, – өләсәйем һүҙҙе икенсегә һаплап ебәрҙе. – Васыятнамә яҙған икән, йорт-ихатаһын Сәғәҙәттәргә ҡалдырған, улары берәй малайына бирер инде. Әдисәйе, ай Алла ла, Фәсхетдине менән икеһе исеменән әйткән. Йәнәшә ерләгәндәр, Әхмәҙин ҡәйнеш һөйләне. Нейә, Толпарлының һәр ир-аты йә ҡәйнеш тә, йә ҡайнаға инде миңә, ситтән төшкәсем... Әй, анау ғына ерҙә ятҡан Ереклем йыраҡмы ни, ситме ни, мына Татар килендең Ватаны – Ҡырым, ти ҙәһә, диңгеҙ аръяҡтарында...

Өләсәкәй һүҙенең осона сыға алманы, ултырған көйө, ҡапыл ғына йоҡлап китте. Әҙерәк серем итеп алыуын көтөп, уйға талдым. Ғәжәп шул: Йәнкиҫәк-Татар әбекәй үҙенә яҡыныраҡ кешеләренә, күрше-күләненә сигелгән алъяпҡыстар, теүәтәйҙәр хәйер иткән, әллә күпме барник япҡыстары, таҫтамал, яулыҡ, ҡулъяулыҡ – һәр ҡайһыһына үҙ ҡулы менән берәй биҙәк һалып. Иҫтәлегенең миңә инселәгәнен үҙ ҡулы менән биргәйне, Әсмәгә, йәтимлеген уйлаптыр, өр-яңы ҡорама юрған ҡалдырған – үҙе бер сәнғәт үрнәге! Мәктәп музейына Әдисәйенән ҡалған штурвалды васыят иткән, ул ҡомартҡы ғүмер буйы өйөнөң түрендә эленеп торҙо,Ҡырымынан килтергән бирнәһен – “Зингер”ын тегенселәр цехына. Һуңғы туйы...

«Бер һөйгәнем өсөн алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн», – тип Толпарлының үҙ мәҡәлен хәтеремә кирткәйне Йәнкиҫәк бер килке. Алтмыш тапҡыр алтмышты хөрмәт итте, үҙ итте беҙҙең килен, бер Әдисәйе өсөн, тип иҫләр уны толпарлылар, һис онотмаҫ, килер быуындарға нотоҡ итер ҙәһә!

45[edit]

Өфөгә барып ураным, ял көнөндә генә. Шәрифә апайымдарға тиҙгә генә инеп сыҡтым. Матур ғына йәшәп яталар. Динис туғанымды күреп өлгөрмәнем, институтында булып ҡалды. Русланы 9-сыны тамамларға йөрөй. Ул: «Дэн Баязит бабайым янына заводҡа эшкә барырға уйлаша, Свердловскиҙағы бер ҡыҙ менән хат алыша», – тип ҡолағыма шыбырлай һалды. Һы... Былтыр йәй атайымдарға барып ҡайтҡайны шул Динис, шунда танышҡандыр теге ҡыҙ менән. Биғәйбә. Менәүәрәгә бәйләнмәйем башҡаса, Сыңғыҙына ыңғайлаһын. Земфира дуҫымды ла күреп китер инем, өлгөрмәнем, телефондан шалтырытып хәлен белештем улай ҙа: мәктәпкә эшкә урынлашҡан, үҙ йортонда йәшәй, малайы тотлоҡмай башлаған.

Камила менән ҡала магазиндарын, баҙарҙарын тапап аяҡ ҡалманы – туй хәстәре менән йөрөүебеҙ. Һөйләшеп ҡуймаһаҡ та, байтаҡ әйберҙе икешәр-икешәр итеп алдыҡ. Бәс, мин дә кейәүгә сығырмын даһа ҡасан да бер, бөгөн булмаһа – иртәгә.

Ә йәй килеп етеп бара. Тиҙләтергә сарам ғына юҡ, шулай ашҡынып көтәм ул миҙгелде. Арсен шалтыратты, Харьковтан үҙе менән дүрт кеше киләбеҙ, тип. Әсәһе Фрүзкә апай, Толпарлы урамына исем ҡалдырған Әнкә инәй ире менән, ти. Ҡыҙҙарын табып алып ҡайтып киткән ерән һаҡаллы урыҫ ағай вафат икән... Фрүзкә-Фәйрүзә үҙе яңғыҙ. Аҡманын онота алмағандыр? Арсены кеүек, йәш сағында «жгучий брюнет» булғандыр беҙҙең ағай ҙа, ҡыҙҙың йөрәген ғүмерлеккә тоҡандырғандыр. Күрәһе ине тиҙерәк шул апайҙы – буласаҡ ҡоҙағыйҙы.

Уйлай-уйлай баш ҡатты: туйҙы ҡайҙа уҙғарырға? Өләсәкәй никах тип ҡырҡыша – йәштәр риза, ярай, уны Яңы өйҙә атҡарырбыҙ. ЗАГС-ы ауыл Советында инде. Ә туй? Аҡман ағайҙың ҡаршылығы юҡ та, ҡатыны ла киреләнмәй, ти, барыбер әллә нисек – өй тулы бала, үҙҙәре бер табынлыҡ, ярай, йәй мәлендә уларҙы ихатала йөрөтөп тә булыр, башҡа әтнәкәһе бар бит әле: ҡоҙағыйҙарыбыҙ ғәмәлдә көндәш тәһә! Ауыл туйы, ҡунаҡтың береһе булмаһа икенсеһе, ҡырын һалып алғас, шул хаҡта һүҙ ҡатмай ҡалмаҫ. Төрттөрөргә тиһәңме, толпарлыларҙы ҡуш! Ике яҡтың сырсаһын бергә туплап, ҡыҙ яғында үткәрһәң, мәҫәлән, Арсенға иртәгәһенә үк «һаплы килен» ҡушаматы тағыласаҡ.

Был ребусты һис сисә алманыҡ әлегә. Көн артынан көн уҙҙы, Яңы өйҙөң мин, Әмин абыйҙан күрмәксе, эш кабинеты итеп алған бер бүлмәһе иҙәндән түбә таҡтаһына олғашып бирнә әйбере, күренеш бүләктәре менән тулды.

Шулай ут янып йөрөгәндә, мәктәпкә Әшрәф шылтыратты: бөтә эште ташлап, бөгөн кис клубҡа йыйылабыҙ – Сабирҙар, беҙ, Әхиәр ҙә кәләше менән ҡайтҡан, һин дә кил, ти.

Клубта берәй сара уҙғарыламы, белмәй йөрөйөммө? Әшрәфтән һорап өлгөрмәнем, әйтерен әйтте лә трубканы һалып та ҡуйҙы, нимәгә шулай өтәләнгән? Йәсләгә шалтыраттым, Әсмәгә. Уныһына ни булған, әллә-мәлләләп маташты ла түҙмәне: «Фатих ҡайтҡан, бер көнгә генә, тансала осрашып, аҙаҡ беҙгә сәй эсергә инергә план ҡорғайныҡ. Һиңә белгертмәҫкә, тинеләр, һатма инде, әхирәткәйем. Сюрприз. Барыбер иҫкәртер инем... Килерһең бит, клубҡа? – Өндәшмәйерәк торғайным, өҫтәп ҡуйҙы: – Ҡурҡаһыңмы әллә шул синыфташ Фатихтан?!» Белә ҡайһы яҡтан миңә һөжүм итергә был Әсмә, юрамал семетә. Үҫә килә, холҡомдо ҡыҫаларға индерергә өйрәнә төшһәм дә, элекке саялығым юҡҡа сыҡмаған, үҙ минутын көтөп кенә тора.

Май уртаһы. Ҡаты ҡырауҙар булманы, сәскә атҡан һәр үлән орлоҡҡа, һәр ҡыуаҡ емешкә тумаланды. Баҫыуҙа ужымдар дәррәү ҡалҡып сыҡты. Йәй матур килә быйыл. Сыйырсыҡтар һыҙғырыуы, турғайҙар сырҡылдауы ла шул хаҡта һөйөнсөләй кеүек. Күңел тигән серле болонда ла – яҙға кинәнеү, йәйҙе көтөү. Елкенәм, топ-тойоҡтан иләҫләнәмсе?

Иләҫләнеүем хаҡ шул, бына лаһа, мәктәптән өйгә ҡайтып барған ерҙән, Ҡыҙылъяр ятыуы тәңгәленә барып сыҡҡанмын. Текә ярҙың ситендә үк баҫып торам, убылып китһә, төштөң-киттең булыр тәкмәсләп. Ирекһеҙҙән, бер-ике аҙым артҡа сигенеп ҡуйҙым да баш осонда кәйелешкән яр ҡарлуғастарына күтәрелеп ҡараным. Уларҙың миндә ҡайғылары юҡ, үҙ мөҡәддәстәре – бала сығарыу, нәҫел дауам итеү. Ярлауҙағы ояларына баштарын ғына тығып алалар ҙа тағы осалар, оса-килә генә Күрәнленән әллә һыу эсәләр, әллә ҡанат йыуалар? Ә ояла – инә ҡарлуғас, күкәй баҫа, бына-бына моронлаясаҡ ҡошсоҡтарын түше менән, йөрәк наҙы менән йылыта. Бәс, ҡайһы сәғәттә сирәм күпереп күтәрелгән дә араһында һары йомғаҡтай ҡаҙ бәпкәләре сипылдашып йөрөп ята. Гөлшәһүрә инәйҙең ҡаҙын таныйым, ул шулай иртә сығара бәпкәләрен. Ана, хужабикә үҙе лә килә шаяртып һөйләнә-һөйләнә:

– Ата ҡаҙы булмаһа ла, башҡаларҙан ҡалышмай инә ҡаҙым, үҙемә оҡшаған, – Гөлгәүһәр апайымды табып ҡалыуына һаман һөйөнөп бөтә алмай ул, шул һөйөнөсөн яйы сыҡҡан һайын уртаҡлаша, кем менән булһа ла. – Хоҙайым, аҡыш күҙһең тимәне, форсат бирҙе, дуғаҙаҡ ҡаҙ кеүек ҡаңғырып үтмәй ғүмерем, ейән-ейәнсәрҙәрем бар, оҙаҡламай килеп төшөрҙәр, каникулға, иншалла. – Шунан һары йомғаҡтарҙы ипләп кенә алъяпҡыс итәгенә йыйып алды ла, саҡ күргәндәй, миңә төбәлде: – Атаҡ, нишләп мында килеп сыҡтың, Нурия балаҡай? Әйҙә, атлайыҡ, бәпкәләрем йә өшөп ҡуйыр, ер һалҡыныраҡ әле барыбер, ҡояш йылыта ла ул...

– Ҡарлуғастарҙы күрергә килгәйнем, – тип һылтауланым.

– Зөлхизә көндәшемдең бәпкәләре сыҡтымы?

– Моронлай башланылар. Уф, инәй, иҫкә төшөрҙөң, өләсәйем шулар менән мәж киләлер, ҡайта һалайым!

– Ду... – Гөлшәһүрә инәй һүҙен башлағайны ғына, йүгереп киттем дә барҙым. Дуғаҙаҡ ҡаҙ кеүек тороп ҡалма, тип нотоҡ уҡый башламаҫ элгәре. Тура һүҙле бит ул, уратып тормаҫ, сәпәр ҙә ҡуйыр. – Дуламағыҙ әле, хәҙер-хәҙер... Ем бирәм, тары ярмаһы, эретелгән йомортҡа... – Бәс, хәбәре башҡа юҫыҡта. Ә мин ошо осор һәр һүҙҙе ҡырын һапларға ғына торам. Сентябрь ахырында егерме етемде тултырам. Толпарлыла, Мәүлиҙәнең өлкән апаһын иҫәпкә алмағанда, иң ҡарт ҡыҙмындыр, уф! Хәйри ағайҙың ҡыҙҙары ултыра ине, хәҙер улар ҙа ишле.

Барҙымсы тансаға. Әсмәләргә сәй эсергә лә ыңғай ғына эйәрҙем. Ҡурҡамдыр шул... Ә ҡурҡтым! Биллаһи. Сәй эскәндә, ҡаршымда ултырған Фатих менән күҙҙәребеҙ осрашты. Әсмә, шул минутты аңдып ҡына торғандай, өҫтәл артынан сығып, кухняһында ҡашағаяҡ шалтырата башланы, Әшрәфе лә уға эйәрҙе. Икәүҙән икәү ултырып ҡалдыҡ, күҙгә-күҙ текләшеп. Әйтерһең, бала саҡта, кем тиҙерәк күҙен йома, тип һынашҡандай. Зәңгәр күҙҙәр мине сихырлай, улар мөхәббәт хаҡында йырлай, гүйә, һәм мин ул йырҙың һүҙҙәрен дә ишетәм: «...Бик һағынғас, бик һарғайғас, Нурия, килдем һине күрергә... ”Өн менән төш араһындағы бер халәттә, Фатихтың арбауына буйһоноп, бар булмышым, йәнем-тәнем менән уға ынтылам – ҡарашы менән саҡыра мине, ымһындыра! Ниһайәт, талды керпектәрем, күҙ асып йомған арала булған мөғжизәне ни тип атарға ла белмәнем: утҡа осҡан күбәләк хәленә ҡалдыммы, әллә (абау!) йылан ауыҙына үҙе теләп осоп инергә талпынған ҡошсоҡ булып алдыммы бер килке?!

– Еңелдем, – тинем. – Күҙҙәреңдән еңелдем.

Фатих өндәшмәне. Өндәшмәһен! Хистәрен түкмәй-сәсмәй еткерә алған, һөйләшә торған күҙҙәре бар бит уның. Ә мин шул зәңгәр күҙҙәр нурында ҡойонорға, уларҙы йотолоп тыңларға әҙер.

Әсмә алма бәлеше бешергән икән, өҫтәлгә сығарып ҡуйҙы. Былай ҙа һыйҙың ниндәйе генә юҡ, ҡәйнәһе белеп ауылды тултырған, киленем аш-һыуға үҙемдән дә оҫта, тип. Ҡайһы ҡәйнә үҙенән уҙҙырып килен маҡтар – Әшрәфтең әсәһе генә, бәхете асылды булыр әхирәтемдең. Юҡ, уйым менән ҡайҙа ҡайырылһам да, күҙемде ала алмайым Фатихтан.

Бәс! Ҡараңғы төшкән дәһә, ҡайтырға ваҡыт. Ашығып йыйынырға тотондом. Ҡәйнәм күрше апайға аулаҡҡа китте, оҙаҡ ултыра улар, шәл бәйләп, гәпләшеп, тине Әсмә, ә үҙе һис тә тотҡарларҙан түгел, оҙатырға әҙер тора. Тиҙерәк ире менән икәү генә ҡалғыһы киләме? Урамға сыҡтыҡ. Һауанан йәш үлән, сәскә еҫе килә, елдең иркә ҡанаты шул хушбуйҙы елпетеп-елпетеп ала. Эңер ҡараңғыһы сигенгән, күктә Ай йөҙә, йондоҙҙар ем-ем килә. Йәй еткән дәһә, ике көн генә ҡалған яҙға үҙенә тәғәйен бурыстарҙы атҡарып бөтөргә. Ә уның иң зарур бурысы – донъяны ҡарҙан әрсеү, гөрләүектәрҙе йырлатыу, йылғаларҙы боҙ ҡоршауынан ҡотҡарыу, Күккә-Ергә йылы тынын өрөп, нур бөркөү, дымға туйындырыу һәм йәшәү ләззәтенә сумырыу. Ошо төнгө сәғәттә лә һиҙелә тәбиғәттең тик ошо мәлдә генә кисерә торған халәте: ул, балаға уҙған ҡатындай, алсаҡ, хыялсан, үҙ баһаһын белә һәм шунлыҡтан ғорур, сабыр. Бөйөк рәссамдар бәхетле ҡатындарҙы, мадонналарҙы, моғайын, май-июнь айҙарында һүрәткә төшөрәлер. Рәссамдар... Таптымы икән үҙенең музаһын Кәбир?

– Яңыраҡ шалтыратты, – тип һалмаһынмы шул минутта Фатих янымда тирә-яҡҡа һоҡланып шым ғына баҫып торған еренән.

– Кем?

– Кәбир. Ауылға йышыраҡ ҡайт, оҙаҡҡараҡ, тинем, юғалтҡаныңды тик үҙ сығанағыңда ғына табырға була лаһа.

– Кемде юғалтҡан?

– Ижад ҡомарын, үҙе әйтмешләй.

– Мин дә, Фатих, уның хаҡында уйлап алғайным, әле генә – рәссам ҡылҡәләме ошондай мәлдәрҙә яҙалыр шедеврҙарҙы, тигәндән. Даная, Джоконда, Сикстин мадонналары...

– Ә үҙебеҙҙең Әхмәт ағай Лотфуллиндың «Орсоҡ ауылынан өләсәй” , «Бала имеҙгән ҡатын» тигән картиналары?!

– Рембрандтың натурщицаһы кем булған, беләһеңме? Ҡатыны Саския. Әхмәт ағайҙың да илаһиәһе – тормош юлдашы Луиза апай, атаҡлы шәхесебеҙ Мөхәмәтша Буранғоловтың ейәнсәре.

- Кәбир әйткәйне бер һөйләшкәндә, Әхмәт Лотфуллиндың ижады киң билдәле, Мәскәүҙә күргәҙмәгә ҡуйылған «Өс ҡатын»ы донъя кимәлендә баһаланыр картина, тип.

– Икебеҙ бергә сәнғәти тулҡында тирбәлгәнбеҙ, Нурия! Йөрәктәребеҙ бер ритмда, унисонлы типкән! Ә күпме көттөм мин тап ошо мөғжизәне, һөйөклөм!

– Мин дә... Унисон – музыка термины, эйеме? Йырсы менән ҡурайсының унисонлы дуэты, мәҫәлән. Хистәребеҙ бер үк яңғырашта! Илаһи көс, һис ниндәй тыйыуһыҙ, мине Фатихтың ҡосағына һыйындырҙы. Ҡулдарым, күптән өйрәнгәндәй, уның муйынына һарылды. Һәм мин тәү тапҡыр егет менән үбештем. Ай... Теге юлы, мәктәптә уҡыған саҡта әле, Әсмә әйткәйне, үбешеүҙе һөйләп күрһәтеп булмай, тип, ысын икән!

– Һин башҡа берәү менән дә үбешеп ҡарамағанһың?!

Фатих әллә ғәжәпләнде, әллә ҡыуанды. Ә мин, гүйә, уға таждары асылған, әлегә ысыҡ ҡына ҡағыла алған сәскә бүләк итәм – ирендәремдең сафлығын.

– Өләсәкәй... – Ҡалғанын әйтеп бөтөрә алмайым, тағы ирейем Фатихтың ҡосағында, ярабби, уның мине наҙлаған ҡулдары, сәстәремә ҡағылған бармаҡтары ла һөйләшә! Эйе, йөрәктәребеҙ унисонда ҡаға: яратам, яратам, тип. Ул унисон һәр күҙәнәктә тибә, бар донъяға, Йыһанға ишетеләлер, моғайын.

Һөйөү шарабының иҫертеүеме, ярһыныу, хисләнеүҙең сигеме – ҡапыл быуындарым йомшарҙы, үҙемдең тулыһынса егеттең ҡулында, ихтыярында икәнлегемде аңғарҙым, әммә бер ни ҡылыр хәлем юҡ – таралып төштөм. Зиһен төпкөлөнән иҫкәртеү килә: онотма ғорурлығыңды... Намыҫыңды... Әйтерһең, сөңгөлгә баттым. Упҡын мине уба, уба! Һәм шул хәл иткес мәлдә бер-берәү мине йолоп ҡалды, хәтәр тәрәнлектән һөйрәп сығарып, ипләп кенә бүрәнә өҫтөнә ултыртты. Фатих үҙе икән. Уф! Был бит – Әнкәләр осондағы ҡарт имән бүрәнә, ана, ҡәҙимге таныш кесерткән балтырымды сағып та алды. Ҡасан, нисек килеп сыҡтыҡ был осҡа?

Йә, Хоҙай, шулай еңеләлер ҡыҙ баланың ихтыяр көсө?! Хатта мине... Бәс, кемдән артыҡ йә кемдән кәм һуң мин?

– Оҙаҡ көттөм, Нурия!

– Мин дә – һине.

– Тап минеме?

– Һине, Фатих.

– Өйләнешәйек?! Мин быйыл уҡып бөтәм, үҙебеҙҙең дауаханаға эшкә ҡайтам – хәл ителгән. Ниндәй ҙур бина төҙөлдө, йыһазландырылды, врачтар торламай, фельдшер Әүхәт ағай әйтә , дүрт йылда дүрт белгес алмашынды, ти.

– Ҡайт шул.

– Ризаһыңмы, яусы ебәрһәм.

– Ҡайт тәүҙә. – Бәләкәс кенә шарт ҡуя алдым. Иншалла, башым айнып килә шикелле.

– Ҡайтыу менән – ЗАГС, йәме, һөйөклөм?

– Камиланы һораттылар.

– Кем?

– Арсен.

– Уның бит һиңә күҙе төшкән, имеш, ти?

– Имеш, ти, мимеш, ти. – Икәүләп көлөп ебәрҙек.

– Эйе... Мөхәббәт ҡанундары Күктәрҙә яҙыла, тигәндәре хаҡтыр.

– Мин дә бөгөн шул хәҡиҡәткә ышандым. Ышандарҙың...

– Вәғәҙәме? Август баштарында –туй!

– Камилаларҙың туйы була, тинем дәһә, тап шул саҡта.

– Ә беҙгә уларҙың ни ҡамасауы? Хәйер... Бәй, тотайыҡ та бергә уҙғарайыҡ туйҙарҙы? Күңеллерәк тә булыр?

– Ашыҡмай тор, Фатих. Уйлайыҡ әле.

– Ярар. Көнө-сәғәте мөһим түгел, бөгөн үк хәл итмәһәк тә була. Тик һин өҙөп әйт, үтенәм, һөйөклөм: вәғәҙәме? Ҡайтыуыма, үпкән-ҡосҡан елгә осҡан, тип тормаҫһыңмы? Шаяртам...

– Яңыраҡ бер китап уҡығайным, шунда ғәжәп фекер әйтелгән: имеш, бер-береһен бәләкәйҙән белгән кешеләргә ғаилә тормошо ҡороу ҡатмарлы. Сөнки улар араһында сер юҡ, ә был мөхәббәт интригаһын юҡҡа сығара. – Ни өсөндөр ошо хәбәрҙе килтереп һалдымсы уртаға?

– Мөхәббәткә ысын хистәр, тоғролоҡ кәрәк, минеңсә, ә интрига түгел. Вәғәҙәме?!

– Вәғәҙә!

Күккә Сулпан ҡалҡып, ғаләм яҡтыра төштө. Әнкәләр осонан ауылдың һәр урамы, һәр тыҡрығы күренеп ята. Әшрәфтәрҙең йорто ҡалҡыу урында, ана, таң беленмәҫ борон ут алдылар, Әсмә йәсләһенә йыйыналыр. Әхирәткәйем, һин ҡайҙан белдең үҙем дә аңлай алмай аҙапланған хистәремде, тим?

– Өләсәкәйең уянғансы, әйҙә, оҙатып ҡуям. Миңә иртүк юлға сығырға. – Фатих ҡулымдан етәкләп алды. Һөйләшеп ҡуйғандай, Толпарлыбыҙҙы, тирә-яҡ тау-урмандарыбыҙҙы тағы бер байҡап ҡараныҡ та ҡайтыу яғына йүгерҙек. Туҡтап-туҡтап тағы ҡосаҡлаштыҡ, тағы үбештек. Йөрәк ритмына ҡолаҡ һалдыҡ: унисон!

46[edit]

Китабыма (барлай торғас, бәйәндәрем китап һымаҡ булып төпләнә башланы) юлъяҙмаларымды тотош теркәй алмайым, улар, уҡыусыларымдың иң шәп иншалары менән бергә, география бүлмәһендә тупланған, шунда уҡ фотоальбомдар, стендтар, маршрут-карталар – яңы географҡа ярайһы бай мираҫ ҡалдырҙым. «Туй» тигән яҙмамды ҡыҫҡартып индермәксемен, юғиһә, тәьҫораттарым көслө саҡта, байрам үтеп киткәс тә, ҡағыҙға артыҡ ентекләп төшөргәнмен. Ярайһы күҙәтеүсән дә булғанмын?

Башта беҙҙең туй, һуңынан Арсен менән Камиланыҡы булды. Һеңлем шулай теләне, апай, һинең никахың бер нисә көнгә булһа ла минекенән олораҡ булһын, тине. Ризалаштым. Фатих та ҡыуанды быға, сөнки ике туй бергә барһа, ҡайһыһына ярарға быларҙың тип, ҡунаҡтар уртаға ярылырҙай хәлгә төшөр.

Никахты Яңы өйҙә уҡыттыҡ. Шунан ЗАГС-ҡа барҙыҡ та – тағы ҡыҙ йортона, туй табынына. Орденлы өләсәйемдең колхоз һалып биргән йорто ҙур ғына булһа ла, йәйге көндә, ярыш ике туй ҙа көтөлгәс, иркен ихатала оҙон өҫтәлдәр ҡуйып, эскәмйәләр яһап, еңелсә ҡыйыҡ әтмәлләп, ямғыр үтмәһен, ҡояш өтмәһендән мәжлесте шунда йыйҙыҡ.

Иртәгәһенә Фатихтарҙа ваҡиғаларҙың иң ҡуйыһы булды: ата-әсәһе, нәҫел-нәсәбе шул тиклем әҙерләнгәндәр, рәхмәт төшкөрҙәре. Төрлө йолалар атҡарылды, Зөлфәр тырыштырған – театраллаштырып бөткән. Сәмәй инәйҙән консультация алдым, тисе? Үҙе ирһеҙ ҡартайған, ә эсе тулы туй тәртибе, ырымы икән – хыял бағыуынандыр, уф!

Кейәү менән килен (шулай ситтән ҡарап торғандай яҙғанмын ҡайһы берҙә) ултырған кырандаслы ат ихатаға инеп туҡтау менән, ҡырына тана һыйыр етәкләп ҡәйнә барып баҫты, морондоҡ инәй – кейәү нәҫеленән бер апай – аяҡ аҫтына кейеҙ йәйҙе лә киленгә шунда баҫырға ишара бирҙе, тананың һыртына тотоноп төшөргә ҡушты һәм ыңғайына көйләп ебәрҙе:

Тура төштө – тура килен,

Етеҙ төштө – етеҙ килен,

Төбәп төштө – төплө килен,

Уңдан төштө – уңған килен…

Ул һамаҡтың ”Ҡаты төштө – ҡаты килен,текә төштө – текә килен,ҡырын төштө – ҡырын килен” һымағыраҡ һүҙҙәре бар икәнен дә беләм – абау! Әй, уңарсы, кейәү йортона оҙатылмаҫ борон, Фариза еңгәм ҡыҙ йәшереү йолаһын килтереп сығарҙы бит әле. Камиланы ла йәшерәсәкмен, ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ бикәстәремде бушлай тоттороп ебәрергә ни, тип ныҡышҡас, ҡарышманым. Мине, әхирәттәрем менән бергә, Әмин абый менән Рабиға апайҙарҙың бурама аласығына яптылар. Әй, эстән бикләндек, имеш. Шунан, кәләште эҙләп, дуҫтары менән кейәү егете килде. Тотондо бер килке әхирәттәрем егеттәр менән һатыулашырға:

– Кем йөрөй унда?

– Беҙ. Асығыҙ ишекте!

– Нисәүһегеҙ?

– Кейәү менән бишәүбеҙ.

– Бишегеҙҙән – бишәр тәңкә!

– Асығыҙ! Ризабыҙ.

– Унар тәңкә!

– Мәгеҙ! Асығыҙ!

– Өҫтәгеҙ!

–Таҡырайҙы кеҫәбеҙ.

–Өҫтәгеҙ!

Ахырҙа килештеләр. Ишек асылыу менән, тышта көтөп кенә торған еңгәләр мине уратып алды ла кейәү урамына әйҙәне, үҙҙәре урыҡ-һурыҡ бышылдаша: «Ҡушылаһы йортҡа», «Хаҡты төшөрмәгеҙ...» Дуҫ ҡыҙҙарым да янымда. Арттан баяғы егеттәр эйәргән, кейәү ҙә! Һы... Миңә берсә ҡыҙыҡ булып китә: гүйә, спектаклдә ҡатнашам. Фатихтарҙың өйөндә тағы тамаша ҡоролдо: ҡыҙҙар, ишектең ике ҡашына баҫып, арҡырыға ҡыҙыл ситса тарттылар. Мин – эстә. Кейәү егете – тышта. Еңгәләр кейәүҙе йәүкәләп сыр-сыу килә: «Йыртышҡа баҫ, ҡаушама! Аслан һаранланма!» Фатих, алдан өйрәтеп ҡуйғандармы, аптырап ҡалманы, йыртыш тауарына айыра баҫып, тупһа аша эскә атланы. Әй, бының алдынан еңгәләр йәнә хаҡ бесеп, йыртыш хаҡы даулап кинәнде, имеш.

Һәм шул кисте... Ҡушылдыҡ. Ул хәлде, сәйерерәк яңғыраһа ла, бүтән һүҙ менән атарлыҡ түгел икән. (Зөфәф кисәһе инде – боронғоса). Эҙе мәлендә тәфсирләп ҡуймағанмынсы?

Ә бит бөгөн дә иҫтә! Ҡушылыу... Йәремдең ҡулдары мине һаҡ ҡына иркәләй, ҡолағыма һөйөү һүҙҙәре яғыла, ирендәрем үҙ ирке менән уның ирендәренә тартыла һәм... ҡапыл, ғәрәсәт алдынан була торған мәлдәгеләй, һауала йәшен сатнаны, тындарыбыҙға, гүйә, ут тоҡанды ла, күк көмбәҙе өҫкә ауа башланы... Ярабби, шул уттан хасилдыр, ҡайнар хәнйәр есемемә үтеп инде! Үләмме?! Юҡ икән... Ниңәлер әҙгә генә үҙемде легендаларҙа, үлемһеҙ картиналарҙа йәшәгән Даная итеп тә тойоп алдым: тәҙрәм асыҡ, унан, йәйғор күпер буйлап, илаһи мөхәббәтем килде һәм сихри ямғыр булып яуҙы, йәнемә-тәнемә – тотош...

– Нуриям, һин – минеке! – Фатихтың тауышында шатлыҡ, ризалыҡ һәм тағы әллә күпме хистәр бергә урғыла. Ҡайнар ирендәре шундай наҙлы, ҡулдары тотанаҡлы-дәртле, уларҙың ҡағылыуынан тәнем иҙрәп-иреп китеп ләззәтләнә. Үҙем дә уға тартылам, ирендәремде битенә, күҙҙәренә тейҙерәм һәм... ярабби, тоҙ тәмен тоям? Әллә илай минең йәрем?! Ниңә?! Әллә нисә уҡ бер юлы йөрәгемә ҡаҙалғандай булды. Һорағым килә лә сәбәбен, телем әйләнмәй. Уф!

– Вәғәҙәләшкәндә, тәү тапҡыр үпкәнемдә, һиҙгәйнем һинең сафлығыңды, хатта бүтән берәү менән үбешеп тә ҡарамағаныңды... Нуриям! Мин – һинеке, һинең... беренсең. Эйе, йөрәкһенеүем шул хәтлем, күҙемдән йәштәр атылып сыҡты – ирлек ғорурлығы, рәхмәте.

– Ә мин? – Һинең... – Беренсеңме, тип тамамлай алманымсы һорауымды, бик белгем килһә лә.

– Беренсе мөхәббәтем һин, Нуриям! Ғүмерлеккә!

– Мин биш йәшемдә үҙемә үҙем ант иттем, балаларымды атай икмәге ашатып үҫтерергә. Атайлы – арҡалы... – Шулай тинем дә ҡуйҙымсы. Фатихтың ҡосағында минән башҡа кемдер булған, мин татыған наҙҙар шул башҡаға ла эләккән – ошо шик оялап та өлгөргәйне күңелемдең бер мөйөшөнә.

– Бер ҡасан да үҙгәрмәйһең кеүек, ҡайсаҡ... Ә икенсе ҡараһаң, һине танырлыҡ та түгел – серле йомғаҡһың, Нуриям.

– Йомғаҡ? Мин – ҡатын-ҡыҙ заты, тимәк, серле донъя, тотош Йыһан, белгең килһә.

– Ә мин – Йыһангир, шул серле донъяның юлдашы-спутнигы. Рөхсәт итһәң?

– Рөхсәт иттем бит инде...

Камила менән Арсендың туйында өн менән төш араһында йөрөнөм һымаҡ шул осорҙа. Иҫемде йыйып ала алмай ҡыялдым. Бынағайыш, өҙлөкһөҙ Фатихты уйланым, күренмәйерәк торһа, юҡһындым. «Күҙемдән осоп китерҙәй ошо Хәйруллам», – тигәне ҡолаҡҡа киртелеп ҡалғайны Фариза еңгәмдең, бәләкәй сағымда әле, абау, шул хәлгә ҡалдыммы әллә?! Бәғзе күренештәрҙе күҙемә элеп алам, улай ҙа.

...Бүреһуҡҡан олатай олтораҡлы үзбәк галошы кейеп, һыңар балағын төрөп алған да йәш ҡыҙҙар тирәһендә бөтөрөлә. Бына бер мәлде ул Сәмиғуллиндың кесе ҡыҙы Әлфирә һәм тағы бер нисә ҡыҙ шырҡылдашып баҫып торған ергә ейәнен, Иҙел аръяғына килен булып төшкән ҡыҙының улы Вилмирҙе, арҡаһынан төрткөләп тигәндәй, йәүкәләп килтереп баҫтырҙы. Улары таныш икән. Вилмир ҙә, ағаһы ла үҫмер саҡтарында Толпарлыға йыш ҡына килеп йөрөнөләр ҙәһә. Ағаһы өйләнгән, быныһы әле яңы ғына агроном дипломы алған да олатаһын ҡыуандырырға тип килгән. Хәйривара ағай был яңылыҡты кисә үк таратҡайны. Әхмәҙин олатай әй тапана Әл тирәһендә, әй тапана, ҡулы менән салбар балағына ишаралап та ала, көлгән була, атаҡ, бабаҡайыбыҙ яусы булып ҡылана түгелме?! Вилмиргә Әлфирәне димләйме?

Мин иләҫләнеп йөрөй тип, һеңлемдең байрамына зыян килмәне, әлбиттә. Әсәйем, Таллыла уның серҙәшенә әүерелгән Салпа Сәғүрә апай (ауылдаш таһа), Гуля-Гөлсөм, Гөлбикә күршеләр, Фариза еңгәм мах бирмәне. Зөлфәр әйтмешләй, сценарий ҙа һыналған. Хәйер, үҙенсәлектәре булманы түгел, уларҙың туйы клубта, кемдер әйтмешләй, нейтраль территорияла, бер көн генә барҙы, уның ҡарауы, өс яҡлап бүләк төштө. Арсен яғынан, Әнкәләр менән Фрүзкә берләшеп, сумырып аҡса бирҙеләр – мең һум! Аҡман ағайҙар ҙа һынатманы, тай етәкләп килделәр. Беҙ ҙә, әлдә заем аҡсаларын бәрәшәнләнеп тотош тотоноп бөтөрмәгәнбеҙ, бирнәгә ҡушып мең һум (яртыһын атайым ҡушты, минең туйға ла шулай һалғайны) бирә алдыҡ. Камила шундуҡ әйтеп тә ҡуйҙы: фатир һатып аласаҡбыҙ!

Шул ике арала Вилмир менән Әлфирәнең баш осонда ла мөхәббәт ҡошо һайраған, тиҙәр. Бүреһуҡҡан олатай, яйын табып, һөйөнөсөн уртаҡлашып китте: «Тәртәһен Толпарлыға борҙом ейәнемдең, Сәмиғуллин да төпсөк ҡыҙын ауылдан ситкә ебәрмәҫ, кәләш төшөрөргә һиңә, ана, – минең урамым, йортом, тинем». Ҡыуандым. Вилмирен бигүк белмәйем, әммә Әл кеүек ҡыҙҙар һирәк. Гуля-Гөлсөм балаһы әле ул, үҙе сая-сәмле, үҙе мут-аҡыллы. Эйе, үҫмер сағымда уҡыған Канаки легендаһын оноттормай Гуля-Гөлсөм кеүектәр: бер ҡатында ике булмыш – кеше һәм йылан, тик икеһе лә самалы татыулыҡта йәшәһә генә гармония була. Камила һеңлемдә ана шул камиллыҡ барлығын төҫмөрләйем. Ә үҙемдә?!

47[edit]

Ғаилә ҡорҙоҡ, ә ҡайҙа йәшәрбеҙ? Ҡартәсәйемдең өйө, Әсмәне ире үҙҙәренә күсергәс, буш тора ла, ауыл ерендә күрәләтә кәләш йортона кем эйәрһен? Йортҡа кергәнсе утҡа кер, ти халыҡ мәҡәле ир-атҡа төбәп. Юҡ, ундай хәлгә тарытаһым килмәй Фатихты, ныҡыша китһәм, ризалаштырыр ҙа инем – теләмәйем.

Иремдең ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн итеү ситенерәк булыр миңә, ҡырыҫлығым бар – беләм. Һәм, көтмәгәндә, был мәсьәлә ыңғай ғына хәл ителде лә ҡуйҙы. Дауахана төҙөлөп бөтөү менән, килгән йәш белгестәр өсөн тип, ике фатирлы ҙур ғына йорт һалып ҡуйғайнылар, шунан асҡыс бирҙеләр беҙгә. Диплом тотоп ауыл еренә, үҙ төйәге булһа ла, ҡайтырға ашҡынып тороусылар юҡ таһа әле, районда ғына түгел, Өфөнөң үҙендә лә врачтар етешмәй икән.

Фатихҡа хайран ҡалдым. Донъя көтөүгә һәләте бигүк юҡтыр, тиһәм, тәжрибәле ирҙәй йөрөп ятасы. «Веранданы таҡта менән бүлербеҙ, ,- ти,- күрше менән бәхәс килеп сыҡмаһын өсөн. Баҡса ла ҡап уртаҡ инде. Әйткәндәй, ошо остан яңы урам һуҙа башлаясаҡтар икән, иртәгә ауыл Советына барам, ер һорайым, эшкә яҡын булһын, тип. Ә артабан, Нуриям, үҙ йортобоҙ буласаҡ!”

– Алла бирһә! – Иремде (был һүҙгә апаруҡ күнектем) ихластан ҡеүәтләп ҡуйҙым. Шатлығым эсемә һыйманы.

Шул саҡ Камила менән Арсен, уларға эйәреп Мәйсәрә, Наҙгөл килеп инделәр. Арсендың ҡулында шыптыр тоҡсай, унан шампан шешәһенең ҡурғашлы башы һерәйеп күренә, ҡыҙсыҡтар ике ҡолағынан тотоп индергән кәстрүлдә – йәшелсә-емеш. Уларҙың эҙе һыуынмаҫтан, еңел һөйәкле ҡәйнәм дә килә һалып етте, күкрәгенә терәп ҡосаҡлағаны аҡ таҫтамалға уралған йомро икмәк икән, әле генә мейестән сыҡҡандыр – хуш еҫе тотош өйгә таралды. Ҡәйнәм... Фатихта – уның күҙҙәренең зәңгәрлеге. Әйтерһең, шул кескәй ауылда, Күрәнле аръяғында, бүтән бер халыҡ йәшәй, гелән аптырайым. Бер үк һауаны һулап, бер үк һыуҙы һыулап үҫәләр, ә төҫтәре беҙгә оҡшамаған. Уларҙың ҡомартҡы хикәйәттәре лә бар: ата-бабалары, имеш, ҡасандыр, борон-борон заманда, Венгрия тарафтарына күсенеп киткәндәр ҙә, бихисап быуаттар уҙғас, атайсалдарына әйләнеп ҡайтҡандар. Таллыларҙың анау Мағаш тауҙары бар ҙаһа, Ҡондоҙло тигән йылғасыҡтары тағы, бөгөнгө Венгрияла ла бар ти шул атамалар. Унан да былайы, Зәхмәт Әхмәт бер осор ҡуйыртып-ҡуйыртып һөйләүенсә, ошо ҡәүемде юллап, заманында, XIII быуатта, Юлиан исемле монах Башҡортостанға килеп сыҡҡан? Ауыл китапханаһындағы тарихҡа бәйле китаптарҙан төпсөнөп эҙләп ҡарағайным, әҙ-мәҙ мәғлүмәт алдым. 1236 йылда ҡылған икән ул тарихи сәфәрен Юлиан йәнәптәре. Нәҫел остарын юллауҙа ғына түгел, үҙҙәренең католик диненә өндәүҙә лә булғандыр ниәте, моғайын. Иҙел буйҙарында бер төркөм мәжүсиҙәрҙе осратыуын, улар менән венгрса һөйләшеп аралашыуын яҙып ҡалдырған. Был яҡтарҙағы халыҡтың, ғөмүмән, мөкиббән китеп ислам динен тотоуын, фарсы яҙмаһын үҙләштереүен билдәләгән, быны Алтын Урҙа хакимлығының йоғонтоһо менән аңлатҡан.

Ике төрлө фараз йәшәй икән мин ҡыҙыҡһынған тәңгәлдә: тарихсыларҙың берәүҙәре, беҙҙең дәүерҙең IХ быуаттары аҙағында башҡорттар Венгрияға барып ураған, күпмелер йәшәп кире әйләнгән, тиһә, икенселәре венгрҙарҙың ҡайһылыр өлөшө печенегтар ҡыҫымынан ҡасып беҙҙең ватанға килеп һыйынған, тип дәлилләргә ынтыла...

Уйҙарым әллә ҡайҙарға, был өй тупһаһынан ғынамы, дәүләт, ваҡыт сиктәре аша сығып китеп барғанда, Камиланың тауышынан туҡтап ҡалды:

– Апай, самаланым, биш тәҙрәгә тап-таман һинең бирнә селтәрең, бөгөн үк тегеп, килтереп элеп ҡуям. Өйөгөҙҙөң эйәле икәне тыштан уҡ күренеп торһон!

– Бәс... – Һеңлемә һоҡланып ҡараным да ҡартәсәйемде хәтерләнем: «Күр ине ошо баланың үҙ аллы донъя көтөп йөрөгәнен...» – тигәйне. Уф!

– Кәңәшкә килгәйнек әле, апай, – һөйләнә-һөйләнә, Камила шыптыр тоҡсайға үрелде, унан шампанскийҙы алып Арсенға тотторҙо һәм верандалағы таҡтанан ғына әтмәлләнгән өҫтәлгә (төҙөүселәр үҙ кәрәгенә тотонғандыр) һайт тигәнсә табын ҡороп та ҡуйҙы. – Беҙ Харьковҡа йыйынабыҙ, неня, ҡәйнәм инде, күрше-күләнем дә күрһен киленемде, ти. Арсен эшенән китергә ғариза ҡалдырған, өҙөлмәгән әле. Прописканан төшәһе бар. Ул Өфөлә урынлашырға булды, минең уҡыуым бөткәнсе. Артабан күҙ күрер. Әллә, тим, сәфәргә һеҙ ҙә ҡушылаһығыҙмы, апай, ә, еҙнә?

– Август уртаһынаса беҙ буш, бесән күбәлә ултырып торор, түҙмәһә, атайым яйын табыр тейәп алып ҡайтырға. «Свадебное путешествие» булыр ине, Нуриям?

– И, еҙнәмде! – Камила, йүгереп килеп, Фатихтың битенән суп итеп үбеп алды. – Апай, әхирәтеңде күреп ҡайтырһың бер ыңғай, әйҙә инде. Мәүлиҙәнеме?! Һағындым! Туйға килә алманы, бәпесләргә көнө тулып килә ләһә. Барһаҡ ни... Фатихҡа ҡараным. «Еҙнә» һүҙенән ирептер, уның ауыҙы ҡолағына еткән, туҡтауһыҙ баш һелкә, бик риза, тимәк.

Шул кисте үк Әлтәф еҙнәмә шалтыраттыҡ, алдан билет алып ҡуйһын, тип. Харьков – Владивосток поезына. Ике көндән юлға ла сыҡтыҡ.

Тәүлек ярым барырға икән. Төндө йоҡлап үткәрҙек: ул-был булманы. Ҡоҙа иҫкәрткәйне, меңдәрсә саҡрымдарҙан аҙна буйы килгән был поезда әҙәмдең төрлөһө осрай, зыктары ла, кәрт шулерҙары ла, кеҫә бурҙары ла, тип. Беҙҙең күмәк икәнлекте, арабыҙҙа өс ир-ат барлығын күрепме, бәйләнеп йөрөүсе табылманы. Таң атыуға, күрше вагонда эске булған, һалдаттан ҡайтып килгән бер егетте тәҙрәнән ырғытҡандар, тигән хәбәр таралды. Илаһым, кемдең ғәзиз балаһын әрәм иттеләр икән, хеҙмәтен тултырғас-икәс?! Өҫкө полканан Фатих аҫҡа, минең янға, төшөп ултырҙы. Ҡалтыранып, уға һыйындым, сат йәбештем хатта ки. Яҡлар кешең булыуы ошондай минуттарҙа бик тә мөһим икән шул. Гелән генә ауылыңда йә тыуған республикаңда, таныш мөхиттә йәшәргә тура килмәй ҙәһә һәр кемгә лә. Ана, әхирәттәрем, Мәүлиҙәһе лә ят яҡта, Гөлфирәһе ер сиге Хабаровскиҙа... Кимерәүҙәге Дәүләтбикә апайым... Төрлө осорҙарҙа төрлө сәбәптәр илә сиҙәм ерҙәргә, Магниткаға, Урта Азияға, Себергә барып юлыҡҡан ауылдаш ҡатындар әҙме ни?! Эйе, «ир башҡайы менән ат башы» ғына йөрөмәй сит ерҙәрҙә... Илеңдән ситтә яныңда тоғро тормош юлдашың булыу зарур, юҡһа, көслө ташҡын осорғотоп алып киткән юнысҡы хәленә тарыуың бар. Хәйер, тормош ҡайҙа ла – даръя ул, ҡайҙа ла терәкле булыу хәйерле. Йәғни, ирле булыу. Кем әйтмешләй, һәр ҡасан да ирленеке – замана. Һы... Фатихымдың күҙҙәренә баҡтым, ул һағайып китте: моғайын, яҡла мине, берәүҙән дә йәберләттермә, тип ялбарғандыр ҡарашым.

Харьков өлкәһе менән Донецк өлкәһе сиктәш ята. Арсендарҙан Мәүлиҙәләргә тиклем - 300 километр, күп тә түгел. Шунса ерҙәр үтеп килеп еттем тигәндә, әхирәтемде күрмәй ҡайтаһым юҡ. Ҡоҙа, Әнкә апайҙың ире, автобус-фәлән тип ауыҙыбыҙҙы ла астырманы, үҙенең шәхси «Волга»һына ултыртып алып та китте Донецкиға. Етеш йәшәйҙәр фатирҙары иркен, йыһаздары затлы, машина үҙе ни тора. Фәйрүзә апайҙың, төп ҡоҙағыйҙың, көнкүреше уртасараҡ. Яңғыҙ ҙа булғас, улын да уҡытҡас.

Юл әллә ни оҙон булмаһа ла, ҡоҙа, һүҙгә әүәҫ кеше үҙе, Украина хаҡында ла, бик күп мәғлүмәт бирҙе. Ышанһаң, Тарас Бульба уның яҡын ғына ҡәрҙәше булған, ә Клара Лучко – мөхәббәте... Запорожье казактарының монгол-татарҙар менән алышын да онотманы, әлбиттә. Миңә ҡарап: «Шул тарафтарға, Калка йылғаһы яғына китеп барабыҙ, сонечко», – тигәс, төҙәтеп ҡуйҙым, исемем Нурия, йәнәһе. Ә уның «солнышко» тиеүе, имеш. Ә күпме, үҙе әйтмешләй, «хохляцкие байки» һөйләне, тотош иҫтә лә ҡалмаҫ – йәл. Килеп етәрәк кенә әйтте: уларҙың бер генә бөртөк ҡыҙҙары шахтерға кейәүгә барған да Донецкиҙа йәшәй икән. Әйтәм, һикереп төштө, беҙҙе алып барам тип. Шулай уйланым да үҙемде эсемдән ныҡ итеп әрләп ҡуйҙым, кеше ҡәҙерен белмәгән һапата һин, Нурия, тип тороп. Һапаһы өләсәйемсә матур һүҙ ҙә, һапатаһы – алама, ошо минутта миңә таптаман.

Ҡоҙа Мәүлиҙәләр менән инеп танышты ла ҡыҙына, Һанкаһына (Ганка-Ганна инде дөрөҫө), китте. Юлда әйткәнен тағы иҫебеҙгә төшөрҙө: «Сонечко, «Каменные могилы» посетите, чудо природы, поверьте, кодалар». Уның артынан, ҡайһылай ихлас кеше бынау Димитрий ҡоҙа, тип уйлап ҡалдым.

Фатих та миңә ҡарап йылмайҙы. Арабыҙҙа серле унисон бар шул: йөрәк тибешендә, уйҙарыбыҙҙа – ана бит, һүҙһеҙ аңлап тора мине йәрем. Их, ғүмер баҡый шулай йәшәһәксе!

– Нуриям, был беҙҙең туй сәйәхәте, баллы ай... – Фатих, урыҫсаны үҙебеҙсә әйләндереүҙән тәм тапҡандай, әллә нисә ҡабатланы шул һүҙҙәрҙе. Ә минең йәнем көймәйсе, ишеткем килеп кенә торасы. Биҙмәнемсе иремдән, киреһенсә, эҫенә барам. Ирем... Әллә күҙле- башлы булып ҡалайым, кенәгәм тамам төпкә батып, ләм ҡапламаҫ элек, тип Фатихты ла, үҙемде лә алданыммы? Уф, мәңге икеләнеп яфаланмаҫмын даһа?! Юҡ-юҡ тигәндә лә, шул шик, шыма йыландай, күңелемә шыпырт ҡына килеп инә лә йылт итеп сығып китә. Ә бер ингәнендә тороп ҡалһа?

– Үлсәйһеңме һаман? Ете түгел, етмеш ҡат үлсәнең дә бер киҫтең, әхирәтем, борсолма, – тип ҡосаҡлап алды Мәүлиҙә, икәү генә ҡалған бер мәлдә. – Тегеләрҙе магазинға ебәрҙем, юҡ йомошто бар итеп, һөйләшергә ирек юҡ, әтеү. Фатих һаман һинән күҙен алмай, класта шулай зәңгәр күҙҙәрен текләр ҙә ултырыр ине. Хәтереңдәме?

– Ул ҡырыйҙағы рәттә, артҡы партала ине, елкәмдә күҙем бармы ни?

– Һаман ҡарыша бынау Нурия. Бәхетеңде өркөтөп ҡуйма тағы. Бәхетлеһеңме?!

– Эйе. Бөгөн – бәхетле. Ә иртәгә?

– Үҙеңдән тора.

– Өйрәт!

– Бәхетле булырғамы? Бәхетте һаҡларғамы? Быға өйрәтеп буламы икән? Әллә... Ә өйрәнеп була, шулай уйлайым.

– Һин өйрәндеңме, ҡыҙый?!

– Өйрәнәм. Көндән-көн... – Мәүлиҙә әленән-әле эсен һыйпап ала: – Тулай, ҡунаҡтар килгәнен, минең тулҡынланғанымды һиҙә Роксалана.

– Исем дә әҙерләп ҡуйҙығыҙмы?

– Ҡәйнәм... Радмир улыбыҙ әле уларҙа.

– Матур исем дәһә.

– Ә ниндәй дан ҡатын йөрөткән ул исемде, белһәң. Һөйләйемме? Легенда һымаҡ, әммә донъялыҡта, тарихта булған. Асман империяһының солтаны Сөләймән шаһтың әсирәһе, ҡоло, хәрәм һарайындағы хоҡуҡһыҙ бер кәнизәге... ахырҙа һөйөклө ҡатыны украинка Роксалана. Солтан һарайында уны «Нурлы ханым» тип йөрөтәләр, ҡояштай балҡыу һылыулығын баһалап.Тик...

– Тик! Падишаһ мөхәббәтен яулау менән генә сикләнмәй Нурлы ханым.

– Бында Роксалана тураһындағы тарихтың яртыһын ғына, матур өлөшөн, хәтерләйҙәр, бөйөк солтандың илаһиәһе тип...

– Яңғырауыҡлы исем дә бит, һиҙәм: күңелеңдә көҙөк бар?

– Бар шул. Беҙҙең халыҡта исемгә ҙур мәғәнә бирелә ләһә.

Шул саҡ ирҙәребеҙ ҡайтып инде. Йөрәгемдең елкенеүен шәйләнем. Фатихтың тауышын һағынып та өлгөргәнмен, имеш. Эргәһенә барып баҫҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мәүлиҙәнең иғтибарына эләкте был ҡыланышым, әлбиттә, оҙон ҡуйы керпектәрен һирпеп, миңә ҡарап күҙ ҡыҫты. Иртүк Олексий беҙҙе «Таш ҡәберҙәр» тип аталған ҡурсаулыҡҡа алып китте. Донъяға билдәле серле ҡомартҡылары булған ул ергә нисек бармай ҡалайым мин – географ? Алыҫ уҡ түгел икән. Шул күҙгә ташланды: Харьковтан килгән юлда ла, әлегеһендә лә ауылдар осрамай тиерлек. Олексийҙан һорамай булдыра алманым ошо хаҡта. Баҡһаң, уларҙың өлкәһе тотошлай тиерлек урбанизацияға дусар икән: халыҡтың 90 проценты ҡалала йәшәй. Шөғөлдәре нигеҙҙә – металл етештереү, ташкүмер сығарыу.

Молочная тигән йылғаға етәрәк, дала күкрәгендә ятҡан тәпәш тау күренде. Алыҫтан биш түбәле кеүек тә? Ә мин йылғаның һыуына ҡарайым, ниңә Һөт йылғаһы тигәндәр, тип баш ватам. Беҙҙең, исмаһам, Зәңгәр шишмәнең һыуы йыраҡтан уҡ зәңгәр булып күренә – төбөндә йәшел биҙәрле йәшмә таштар ятҡанға, Саҡмайылға, инде ҡороһа ла, исем биргән саҡматаштары теҙелеп ята, ә был – ғәҙәти һыу, төҫө аҡ түгелсе? Теге тауға тағы ҡараным да шаҡ ҡаттым! Тиҙүк яҡынайғанбыҙ, алдыбыҙҙа эре-эре таштар өйөмөнән ғибәрәт күренеш пәйҙә булды: гүйә, ҙур бер зыяратты ғәжәйеп формалағы саркофаг менән көпләп ҡуйғандар. Дәү таштар берсә ҡатып ҡалған әкиәти хайуандарҙы хәтерләтеп ҡуя. Әйләнә - тирәлә - диңгеҙ күбегеләй сайҡалған аҡ сәсле ҡылғандар, тимьян еҫе... Алыҫтараҡ беҙҙе, артҡы тәпәйҙәренә баҫып, һыуыр күҙәтә, берәү, икәү – күмәк икәндәр. Ай, саҡ баҫмай ҡалдым, кәкүк ситеге тигән сәскә ләһә. Беҙҙә лә ул үҫә, һирәкләп.

Ниһайәт, «Таш ҡәберҙәр» – ҡаршыбыҙҙа, ваҡыт еле ашаған, ямғырҙар тишкәкләгән гранит таштар телгә килер ҙә ҡолаҡ ишетмәгән тарихтарҙы һөйләп бирер кеүек. Археологтар фекеренсә, улар ошонда палеолит дәүеренән бирле ята, был гранит тау ҡарт Гималайҙан да боронғораҡ! Ер тетрәп, аҫҡы ҡатламда, әллә нисәмә километр тәрәнлектә, ятҡан таштар өҫкә ҡалҡып сыҡҡан, тип фаразлана. Миңә Мәүлиҙә бер китап биргәйне, шуны ҡараштырып сығып белдем быларҙы. Ғалимдар 1927 йылдан бирле тикшеренә икән ошо үҙенсәлекле урында, һуғыш осоронда ғына туҡталып торғандар.

Тау бөтәү генә түгел, эсенә инеп - сығыр аралыҡтар бар икән, шунда үтһәң, таштарҙың эске һыртындағы яҙыуҙарҙы күреп һушың китә. Яҙыу тигәс тә, һыҙмалар инде. Бәғзеләре беҙҙең ырыу тамғаларына ла оҡшап ҡуя. Мәҫәлән, табағас, һәнәк һүрәттәре. Баяғы китапта был һыҙмалар петроглиф тип аталған. Кеше ҡулы ниндәйҙер үткер нәмә менән соҡоп төшөргән уларҙы. Йәтмәне, баҫҡысты хәтерләтә бәғзе һүрәттәр, йомролары Ай һымаҡ.

– Раньше это место называли «Каменные могилы Бесташ», – тине Олексий.

– Бесташ? Тюркский термин, бес – пять, таш – камень, то есть пять камней.

– Очертания пяти вершин, на самом деле, очевидны. Да, тюрки... В народе живы древние легенды, например, о скифах.

– Тут когда-то кочевали сарматы – сородичи башкир. Половцы опять же. По Геродоту, в этих краях, от Дона до Дуная, когда-то процветала Великая Скифия.

– Есть предание, как персидский царь Дарий искал тут скифские сокровища да не нашел. Может быть, они под этими камнями?

– Да степь помнит века. Есть версия, что эта гора была местом ритуальным, какой-то историк писал, что тут было святилище ариев.

– Ариев?!

– Да. Но я про них, кроме гитлеровских высказываний об арийском происхождении немецкой нации, ничего незнаю. Профан, одним словом.

– Скажешь тоже. Нас кто весь день просвещает, не ты ли, Алеша? – Ниһайәт, Фатих та тауыш бирҙе: – Я просто потрясен услышанным и увиденным. Медики, к сожалению, получают узкое специальное образование.

– Зато жена твоя много знает – географичка.

– Моя Нурия – да. – Фатих тағы шымды, таштарҙы яҡын барып һыйпай ҙа алыҫҡараҡ китеп ҡарай, иҫе китеп. Ҡул һыртыма күбәләк килеп ҡунды. Тынымды өрәм, өркмәй, тик ултыра. Бәс, махаон бит, матурҡай. «Осоп йөрөй махаон, мин ҡупшы тип маһайып» – күңелгә хатта шиғыр килеп инде, бәрәкәт. Ошо күбәләк тәһә ҡоштар ыңғайына йылы яҡҡа осоп китә, Африкаға барып етеп ҡышлай, ти. Әйтерһең шунан, күбәләктең ғүмере бер көнлөк,тип.

– Вечереет... – Олексий ҡыймай ғына әйтеп ҡуйҙы. – Олена, зирка моя...

– Зирка – звезда, да ведь? А матурым-ҡоралайым? – Һынайым Олексийҙы, йәнәһе.

– Да, еще княжна башкирская.

– Называешь так хоть иногда?

– Иногда, чаще – коралайым.

Офоҡта шәфәҡ ҡалҡҡан шул. Толпарлылағы ише ҡыҙыл ҡанатлы түгел, ә шәмәхә менән ҡыҙғылт-һары төҫтәр ҡатнашамаһынан ғибәрәтсе Украина күгендәге шәфәҡ. Шомло һымаҡ. Был төбәк, «Таш ҡәберҙәр» рухы беҙҙән ялҡты ла, ҡайтып китегеҙ инде, тип иҫкәртә әллә? Ярар һуң. Биғәйбә.

Һуҡмаҡтан юлға төшөп, машинаға ултырыр алдынан тағы оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом ғәжәйеп таштарҙан өйөлгән тауға – күҙҙе айырып алыуы ҡыйын унан. Әшәүәтһеҙ ҙур динозаврҙар зыяраты кеүек тә... Ә бер таштың һыртына гигант тәлмәрйен менеп ултырған, бая, яҡындан, сырамытмағанмын.

Хуш, тылсымлы, берсә моңһоу, берсә тантаналы ғорур тау. Кифишин атлы бер ғалим гранит таштарыңдағы петроглифтарҙа шумер бабалар яҙмаһын төҫмөрләгән. Бәлки, сал быуаттар сере асылыр көндәрҙән бер көндө?

Берәй ҡасан тағы килергә яҙһа, серле тау, ят күрмә, яҙмаһа – бәхил. Кеше ғүмере ҡыҫҡа. Хәтер ебе әлдә өҙөлмәй, быуындан быуынға күсә һәм ул таштан да оҙағыраҡ йәшәй – әлмисаҡтан ахырғаса.

Ҡайтыуыбыҙға, Мәүлиҙәне ҡурсаларға тип, ҡәйнәһе килгәйне, бер ыңғайҙа шул Дарья апайҙы ла күрергә яҙҙы. Шундай ҡатындар була: төҫ-башы, холоҡ-фиғеле менән үҙ милләте хаҡында ап-асыҡ һөйләп торған. Толпарлының Ҡарағаш Мәсрүрәһен күргәс, теге полковник һоҡланып әйткән, ти бит: «Какая колоритная женщина!» – тип. Эйе, ул – Толпарлы колориты, башҡорт ҡатындарының һылыулығын кәүҙәләндереүсе. Анау Кәбирсе, Мәсрүрә апай барҙа, нимә тип сүс сәсле Натаның һүрәтен яҙыуға әрәм итеп йөрөй һәләтен?! (Кит, ошо ғәҙәтемде, уйҙарым тағы әллә ҡайҙа йырылып китте.)

Даръя апай беҙгә керпеген дә ҡаҡмай текәлеп ҡарап торҙо ла былай ҙа сибәр йөҙөн балҡытып йылмайҙы һәм: «Ладная пара, добре”» – тине. Бер арала, ҡашағаяҡ йыйыштырғанда, ҡолағыма украинса-русса ҡатыштырып шыбырланы: «Дивчина, слухай, зенки у хлопца – умереть не встать, не зевай! Щасти вам! Кохаешь мужа, любишь, то есть? Я не розумию семью без любви. У моих – любовь, добре. Ждем девочку. Да вот, Олена смуту в душу посеяла, незнамо теперь, как будем звати...

– А назовите Роксана. Или Оксана. – Әйттем дә ҡуйҙымсы. Алдан уйлап та ҡуймағайным, әлеге лә баяғы төпкө аң ҡыҫылышылыр.

– У нас в каждом доме по Оксанке, а вот Роксана – редкое имя. Як тебе звати?»

– Нурия. Лучезарная – такое значение. А Мавлида – рожденная в праздник.

– Да? Роксалану «Сияющей госпожой» называли...

Ныҡ үҙ иткән ҡәйнәһе Мәүлиҙәне. Ҡалҡыу күкрәкле, алма битле казачка. Тауышы – конферансье көнләшер. Толомдары! Баш тотошо тәкәббер һымаҡ та, яҡындан белә башлаһаң, ябай икән үҙе.

Әхирәтем менән серләшеп туйманым. Ҡәйнәһе янда урала, малайы арала бутала, Мәүлиҙәнең дә – үҙ хәле, тулғаҡ әле тотор, бына тотор, тип көтөп йөрөй. Иҫән-һау бәпесләһәм, декрет ваҡытында, бала ҡулға эләгә башлағас, барып урармын Толпарлыма, ти ҙә ул... «Ҡайтып» тимәне әхирәтем, шуға иғтибар иттем, тыуған ерҙән – төшкән ер, тигәне шулмы мәҡәлдең?!

Камилалар күпмегәлер тороп ҡалды, беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ.

48[edit]

Ә өйҙә Фатих менән мине һынау көтөп торған. Саҡ ойошҡан ғаиләгә тәүге имтихан. Икебеҙ ҙә ҡапылда ҡойолоп төштөк. Фатихты интернатураға саҡырып ҡағыҙ килгән. Уныһы – дипломлы медиктар өсөн квалификация күтәреү форсаты икән. Һәр кемгә лә эләкмәй, һайлап ҡына саҡыралар, ти, һәләтлерәктәрҙе генә.

– Ниңә алдан әйтмәнең? – тип Фатихҡа төбәлдем. – Туй булмаҫ элгәре? – Үпкәләүемдән илар хәлдә инем.

– Беҙ бөтә курс менән тиерлек ғариза ҡалдырҙыҡ, интернатураға, ғәҙәттә, бер-ике йыл эшләгәс саҡыралар. Миңә сығыр был йәрәбә, тип уйламағайным... Нуриям, борсолма, баш тартырға була бит, унда уҡыу мотлаҡ түгел, теләгең булһа ғына.

– Ә бармы теләгең?

– Теләр инем, йәшермәйем. Өлгөрөрмөн әле.

– Мин һинең аяғыңа тышау һалам буламы?

– Тышау? Атмындыр шул...

– Уҡырға бараһың, Фатих! Юғиһә, аҙаҡ үкенерһең, мине ғәйепләрһең.

– Үҙең мине ғәйепләһәң, ташлап китте, тип?

– Ташламаҫһың бит?!

– Бер ҡасан да! Һин – ғүмерлек йәрем, Нуриям, ышан.

– Ышанам. Ышанырға теләйем. Бер генә үтенесем бар: өләсәкәй менән ҡалғым килә, ул да яңғыҙ... Белгестәр йортона, моғайын, берәйһе килер әле, өс врач тейеш, ти бит, дауаханаға. Әйткәнеңсә, беҙҙең үҙ нигеҙебеҙ буласаҡ. Йәме?

– Ҡайтыу менән йорт һалыуға тотонасаҡмын. Көт кенә, Нуриям!

Фатих китеп, бер сама күңелем ултыраҡланыуға, йөклө ҡалғанымды тойҙом. Кесе йыһанымда яралырға насип йән бойҙай бөртөгө дәүмәллек кенәлер. Ул әлегә толҡат хәлендә генәлер, ике ай тулғас ҡына яралғыға әйләнер. Быларҙы мин кендек инәһе Рәйхана ҡартәсәйемдән ишеткәнмендер, үҙемә ҡағылғас, хәтеремә төштө.

Был яңылыҡты белгәс, Фатих уҡыуын ташлап ҡайтырҙай булды. Тыйҙым. Инде үҙемде яңғыҙ тоймайым, тинем. Сабыйым мине һағыштан йолдо, ҡарынымда саҡта уҡ серҙәшемә әүерелде – ысын. Уны, әле тыумаҫ борон, шул тиклем яратыуымдан, иремдән һыуынып ҡуймаһам ярар ине, тип шөбһәләнеп киткән мәлдәрем булды хатта.

Апрель аҙағында ҡыҙыбыҙ тыуҙы, ирем, практика тигән форсат табып, бер айға бәпес үҫтерешергә ҡайтты. Дауаханаға йыш барһа ла, өйгә лә йоҡто әҙерәк. «Декрет ялы алған ирҙе һинән күргәндәр, мырҙа»,– тигән бер абзыйға, дауаланып ятыусыға:«Мин бәпес имеҙер өсөн түгел, ҡатынымды ҡарар өсөн ҡайттым»,– тип яуап биргән. Абзый аптырап ҡарап торған да килешкән: «Ә ниңә, мырҙа, тәрбиәлә шул, һыйырҙы ла мәтрүшкә быҡтырып эсерәһең, сыуынын һалғансы күҙҙән ысҡындырмайһың, елене елһеп китмәһен, тип борсолаһың даһа...» Шул һөйләшеүҙе тыңлап торған лаборантка ҡатын араларына барып ҡыҫылған: «Пациент, бында больница, аҙбар түгел, инегеҙ палатағыҙға!» – тип. Ныҡ ғәрлеге килгән. Аҙаҡ миңә ҡыҙып-ҡыҙып һөйләне шул мәрәкәне:

– Ҡатын-ҡыҙҙы малға тиңләп, ауыл ирҙәренең ғәҙәте шул!

– Бөтәһе лә ундай түгел бит. Ай, әллә ирең тупаҫ тотамы үҙен? – Һорамай булдыра алманым.

– Юҡсы! Анализ алырға итәһеңме минән, тип шаяртҡылай, мыжый башлаһам. Аҡыллыға – ишара...

Сентябрҙә эшкә сыҡтым. Дүрт айлыҡ бала менән. Дәрес сәғәттәрен миңә уңайлы итеп төҙөнөләр, ҡайтып баланы имеҙеп китергә мөмкинлек булды. Төштән һуң бөтөнләй өйҙәмен. Класс етәкселегенән баш тарттым. Юғиһә, яртылаш-йортолаш эшләй белмәйем мин, класым ғаиләмә әйләнә лә китә.

Күҙ-ҡолаҡ булырға өләсәкәй бар, көйләп тороп бәпес бәүетергә харап оҫта, ғүмерҙә ишетмәгән бишек йырҙарын ишеттем унан шул көндәрҙә. Һарысәс ҡәйнәм дә сөгөлдөрҙән бушаған арала килә һалып етә. Ҡарап тормай, баланың йүргәк-фәләнен дә йыуып элә. Ҡыҙымдың сәсе лә башта сей һары һымаҡ ине, әкренләп ҡуңырланып килә. Күҙҙәре әллә атайымдыҡына тартҡан – йәшкелт- зәңгәр. Бишектәге бала бишкә төрләнер әле, тик сәләмәт булһын!

Уңарсы, Фатихым ҡайтты. Беҙ, ирле-ҡатынлы, донъя арбаһына ҡушарлап егелеп, яҙмыш тәғәйенләгән йөктө ғүмер тауының үрләсенә тартып алып киттек. Йәшбеҙ, дәртлебеҙ, ауырлыҡты тоймайбыҙ ҙа, сөнки алда асыласаҡ яңы офоҡтар йөрәкһетеп саҡыра.

Әшрәфтәр Йәштәр урамында йорт һалып инде. Ике улдары бар. Әсмә, Хоҙай унды бирһә, унды табам, ти. Ә беҙҙеке һаман берәү әлегә – Асиябыҙ ғына. Украинанан «яһап» алып ҡайттыҡ уны, буғай. «Ҡыҙың тыуһа, исемен Асия тип ҡуш, – тигәйне бер мәлде, топ-тойоҡтан, ҡартәсәйем,– ҡайным ҡарттан, Ҡарамырҙа имамдан, мираҫ булып ҡалған дәфтәремде ҡарап ултырҙым төнәгөн, Асия – дауалаусы тигәнде аңлата. Табибә булыр бүләсәрем, иншалла, атаһы юлынан атлар». Шул аманатты иҫләнем, үтәнем. Зирәк Рәйхананың күрәҙәселегенә тағы бер инандым: бүләсәренең атаһы врач таһа. Яҙмышты алдан юрауҙы динебеҙ ҡушмай, тип өнәмәһә лә, миңә ҡағылғас, әйтеп ҡалдырғандыр. Әй, ғәзизем, ҡолоҡасың булып иркәләнгән саҡтарымды кире ҡайтарырҙай булам! Инде миңә һинән алған аҡылымды ҡыҙыма һеңдерергә ҡала. Ошо уйҙан зиһенем көмбәҙе яҡтырып китте лә аң асышы теркәлде: үткәндәр бәғзе ваҡыт һине етәкләй, хатта ки алдыңа сығып, әйҙәй ҙә икән. Кемдер өсөн был фекер яңы ла түгелдер, сал быуаттар аръяғында ҡалған бер-берәү ташҡа ла яҙып ҡалдырғандыр, ә мин шәхсән үҙем барып юлыҡтым ошо асышҡа. Ҡартәсәйем рухы фатихаһында.

Яңыраҡ, йәй уртаһында, Мәүлиҙә ҡунаҡлап китте, Радмиры һәм Роксанаһы менән. Әле шул көндәрҙе, әхирәттәрем менән аралашыу бәхетен иҫләп ултырыуым. Мәүлиҙәнең улы русса һөйләшә, ә ҡыҙы апаруҡ беҙҙеңсә лә һупалай, ауылда булған арала бигерәк оҫтарҙы. Әмин абый һушын йыя алмай тора, шул бала: «Татай, лясай, хют эсям», – тип татылдарға тотонһа. Олатаһы исемен дә башҡортсалаштырған: Сәнә. Ә Радмир үҙе һымаҡ биш-алты йәшлек малайҙарҙы өйөрө менән эйәртеп йөрөтә, руссаға, украинсаға өйрәтә. Иң яратып әйткән һүҙе «трохи» – «бәләкәс кенә, саҡ ҡына» тигән мәғәнәлә. «Поиграем, трохи, подожди, трохи...» Был һүҙ Шырмый Ихсан ағайҙың ҡолағына кереү менән малай-шалайға уртаҡ ҡушамат тағылды: «ывыртырух», «ыбыр-сыбыр» тигәнгә «трохи»ҙы үҙенсәләп ҡушҡан да, тик толпарлылар ғына аңлаған төшөнсә килеп сыҡҡан. Әбей-һәбейенә тиклем маҙаһына тейгән бала-сағаны хәҙер: «Мейене серетте мынау ывыртырух», – тип әрләп ҡуя. Бер һүҙлектә лә тапмаҫһың бәғзе йөмләһен беҙҙекеләрҙең.

Иң ҡатмарлы, иң яуаплы һәм иң изге һөнәр – уҡытыусы һөнәре, тип инанғайным ошоғаса. Табиптың кем икәнен белмәҫ элек. Белгәс тә уҡытыусының бәҫе төшмәне күңелемдә, уның мөһимдәрҙән-мөһим ролен таныйым, әлбиттә. Белем биреү, аң даирәһен киңәйтеү, мәғлүмәт даръяһына юл асыу, әхлаҡи ҡанундар һеңдереү һәм башҡа һәм башҡа – һанап бөтөрлөкмө минең һөнәремдең бурыстарын, тармаҡ-тармаҡ йүнәлештәрен? Ә йәрем табип булғас, кисерештәрен уртаҡлашҡас, хәл иткес минуттарҙа кеше ғүмеренең уның һөнәри оҫталығына, белеменә һәм бер үк ваҡытта сирлегә битараф булмауына туранан-тура бәйле икәнлеген аңланым. Аҡылым һәм йөрәгем менән төшөндөм.

Дауахана асылғас, бер нисә белгес килеп эшләп ҡараны. Терапевт егет ярты йылдан һыпыртты, ҙур урында эшләгән нәҫелдәше Өфөгә тартып алды. Ярай ҙа, Толпарлының тоғро фельдшеры Әүхәт ағай бар, ул һөйрәшә йөктө. Тағы ике медсестра, лаборантка, санитаркалар бар. Йәнә бер врачиха, үҙе шулай тигәс, уныңса атап йөрөттөк, бер йыл эшләп алды. Районға күсерҙеләр, әйбәт белгес, тип. Әйбәте беҙгә кәрәкмәйҙер шул? Әүхәт ағай әйтә, Толпарлы дауаханаһына килеүсе сирлеләр күбәйҙе, фельдшер пункты ғына булған саҡта улай уҡ түгел ине, ти. Врачиха китеүгә, Фатих ҡайтты. Уның «яҡшы духтыр» икәне тиҙүк тирә-яҡҡа таралды. Райондан килеп, райздрав начальнигы үҙе, үҙәк дауаханаға квалификациялы диагност кәрәк, тип уны ла саҡырҙы, ныҡ өгөтләне. Быны белеп ҡалған толпарлылар, белгестәр килә лә китә, инде үҙебеҙ үҫтергән врачты алып китмәкселәр, тағы бөтә эш бер фельдшерыбыҙға тороп ҡаласаҡмы, тип обкомға ялыу яҙып ебәрҙе, ҡултамғалар ҡуйып. Фатихтың уйында ла юҡ ине унда ҡуҙғалыу, әммә халыҡтың шулай дәррәү ҡалҡып сығыуы йәпле булды, проблемаға иғтибар йүнәлтелде.

Әүхәт ағай әйтмешләй, тәжрибә менән генә алдырып булмай хәҙер, фән урынында тик тормай, дауалау методикаһы үҙгәрә, дарыуҙар яңыра. Ә тәжрибәнең ниндәй кәрәк нәмә икәнлеген үҙе аҙым һайын иҫбатлап йөрөй. Аҙна элек кенә ғибрәтле хәл булды – Фатих ҡат-ҡат һөйләне, һөйләгән һайын, Әүхәт ағай эргәлә булмаһа, ауырыуҙы ҡотҡара алмаҫ инек, тип ҡабатланы. Ауыл араһында, Күрәнле күперенән бер ир мотоциклы менән мәтәлләгән. Әҙерәк эскән булған. Күргән кешеләр быны ат арбаһына һалып килтерә һалған дауаханаға. Әүхәт ағай бер медсестраны беҙгә йүгерткән, уныһы тыштан уҡ ҡысҡырып, ҡулын болғап килә – дауаханаға йәнәш кенә йәшәйбеҙ бит. Фатих шундуҡ сығып йүгерҙе. Барһа, Әүхәт ағай егетте операция өҫтәленә һалған, инструменттарҙы теҙгән, ике медсестраны эргәһенә баҫтырған да, сыҙамы бөтөп, уны көтөп тора, ти.

– Яңаҡ һөйәктәре һынған, теле тын юлын ҡапланған!

– Әүхәт ағай, яр һалма. Тағы һынған ерҙәре бармы, ҡайҙа ҡарайыҡ, – тигән Фатих. Фельдшер һаман ярһый икән:

– Аяҡ-ҡул ҡайғыһы юҡ, хәҙер быуылып үлә, тонсоға! Теле тығылған! «Скорый»ға шалтыраттыҡ, өлгөрмәйәсәк. Операция кәрәк!

– Операция?!

– Телен хәҙер мин тартып сығарам, ә һин, ҡустым, матур ғына итеп егеттең түшенә лҙон еп менән тегеп ҡуй шуны, вәт. – Инде тыныс ҡына тауыш менән әйткән ағай: – Фронтта бындай осраҡта полевой госпиталь хирургы шулайта торғайны. Үҙемә бер-ике тура килде, тик хәҙер ҡул ҡалтырай... Йә!

Теккән телде Фатих. Уңарсы район хирургы махсус бригада менән килеп еткән. Яңаҡ һөйәктәре ныҡ уҡ онталмаған әлдә, һынған ерен йүнәтеп, тегеп-ҡаптырып ҡуйғандар ҙа телде ысҡындырғандар. Ҡул-аяғына шина һалып, районға, башта рентген кәрәк тәһә, алып киткәндәр. Хирург һорамай ҡалмаған, әлбиттә, кемдең башы етте телде тартып сығарып, тын юлын асырға, тип. Фатих Әүхәт ағайға күрһәткәс: «Опыт – великое дело, – тигән. Фельдшерҙың ҡулын ҡыҫҡан: – Вы парню вторую жизнь подарили».

Мин, ошоларҙы ишеткәс, иремде ҡосаҡлап үптем. Арығандыр, ҡулдарын ял иттергәндәй, өҫтәлгә ҡуйып ултыра ине, бармаҡтарын ипләп кенә берәм-берәм һыйпап сыҡтым. Ирҙәрҙе матур тип әйтеп бармайҙар, ғәҙәттә, ә мин һоҡландым Фатихыма, уның һиҙгер ҡулдарына, йоҡо әҙ эләгеүҙән талсыҡҡан күҙҙәренә. Йөрәгемдә мөхәббәтем арта бара, арта бара – шуны тойҙом. Йәлләп тә алдым һөйөклөмдө, саҡ ҡына ваҡыты булһа, китапҡа тотона, йә ҡулына еп алып, бармаҡтарына күнегеү яһай, әйтерһең, хирург. Ауыл врачына скальпелгә тотонорға тура килеүе бик тә ихтимал, мин әҙер булырға тейеш, ти.

Камила менән Арсен йыш ҡайтып йөрөй. Беҙгә килеп төшәләр инде. Таллыға ла барып урайҙар, Аҡман ағайҙарға ла инеп сығалар. Арсен – кардиохирург, был – Фатихтың иң ҡыҙыҡһынған өлкәһе. Һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәй бажаларҙың, уларға ҡараһаң, йәнгә рәхәт, хатта илағы килә.

Бер кисте шулай Арсен үҙе яһаған операция хаҡында иҫләй, һөйләгәне китап итеп яҙырлыҡ: ҡыҙыҡ та, хәтәр ҙә, аяныс та. Асияны йоҡлаттым да мендәргә башымды терәп торғайным. Ишеткәндәремдән баҫып килгән йоҡом ташлап ҡасты. Күҙ алдыма аҡ халат кейгән Арсен, уның янындағы анестезиолог, ассистент, медсестра, ялтырап ятҡан инструменттар килеп баҫты...

Зәңгәрһыу яҡтылыҡҡа сумған бүлмә уртаһында операция өҫтәле. Өҫтәлдә – ауырыу. Йөрәге – аҡ халатлылар ихтыярында, ғүмере уларҙың оҫталыҡ, белем кимәленә бәйле.

Анестезиолог пациенттың битенә маска ҡаплай, секундлап ваҡытты иҫәпләй. Ҡул ишараһы менән генә «әҙер» тигәнде белдерә. Тып-тын бүлмәлә өҫтәлгә эйелгән хирургтың өҙөк-өҙөк һүҙҙәре фарман һымаҡ яңғырай:

– Бысҡы!

Тора-бара, тәбиғәтемә тыумыштан һалынған һәләтем мине ҡулына «проволочная пила» тигән инструмент тотҡан хирург ҡәлбенә индерә.

...Күкрәк һөйәген бысып, йөрәк алдына, перикардҡа юл астым. Бронхоскоп менән тикшереп ҡуйылған диагноз дөрөҫ: митраль порок, быны йөрәккә бер күҙ һалыу менән күрҙем. Операция алдынан пациенттың тәне, боҙ менән уратып һалып, плюс 29-30 градусҡа төшөрөп һыуытылған. Хәҙер яһалма ҡан әйләнешенә тоташтырырға ла... Һәр секунд ҡәҙерле, йөрәккә кислород етмәй башламаҫ элек операцияны эшләп өлгөрөргә кәрәк. Аортаға өс ҡат йөй һалам, шыйғалаҡлап, ағза ысҡынып китмәһен, еп себәләнмәһен – ҡара тиргә батам. «Ҡан баҫымы түбәнәйҙе – 60-ҡаса!» – ти медсестра. Артерияға ҡан ебәрергә, 100 кубик, тип ҡушам, ә бармаҡтарым тилберлеген юғалтмай, йоҡаҡ ҡына тамырҙы тегә бирә. Ниһайәт, яһалма клапан ҡуйылды. Йөрәктең нерв остарына хилафлыҡ килмәһә, эшләп китәсәк. Теккәндән һуң төйөндәрҙе ныҡлап бәйләргә кәрәк, юғиһә клапан болғанлаясаҡ. Ышаныслы кеүек, йөйҙәрҙә ек юҡ: йөрәкте эшләтеп ебәрергә була!

Рубильник тоҡандырыла, йоҙроҡтай ғына моторға (әлегә ул ямау һалынған ит киҫәге бары) көслө ток бирелә һәм... мотор, дертләп китеп, эшләй башлай. Мөғжизә! Ике күҙем унда – тере йөрәктә. Йөҙ минут пациент яһалма ҡан әйләнешендә булды... Артабан уның ғүмере күпмелер дәрәжәлә үҙ ҡулында – һаҡланырға тейеш. Синтетик клапанға ҡан ойошоп ҡатыу ҡурҡынысы бар. Төрлө стрестар, көтөлмәгән эмоциялар, ауыр физик эш тә сафтан сығарырға мөмкин.

– Нурия! – Арсендың көр тауышынан әлеге хәлемдән арындым. Һиҫкәнеүгә, гүйә, ҡулымдан инструментым төшөп киткәндәй тойолдо ла, һәрмәнеп алдым, ассистентыма, гүйә, шыбырлап ҡына: «Күкрәк ситлеген ябығыҙ! Аккуратно!» – тинем, хирург роленән саҡ сыҡтым, уф.

– Нурия, – был юлы Фатих өндәште, ипләп кенә.

– Әү. Хәҙер.

– Йөрәктең, һинеңсә, медицинанан йыраҡ кеше фекеренсә, хискә-тойғоға ҡатнашлығы бармы, әллә ул организмды ҡан менән һуғарыусы ағза ғынамы?

– Йөрәккә... – Саҡ әйтмәнем, әле генә операция яһаным, тип. Ныҡ арығанымды белгертмәҫтән: – Ана, кәштәлә һүҙлек бар, Владимир Даль төҙөгән, – тинем дә кухняға ыңғайланым. Күпмелер ваҡыттан Арсен һүҙлекте тотоп эргәмә инде лә:

– «Сердце – представитель любви, воли, страсти, нравственного, духовного начала...» – шулай аңлатҡан Даль бабаң, – тип уҡып күрһәтте. Арсендар киткәс, Фатих уйға батып йөрөнө. Үҙе лә һиҙмәҫтән: «Артабан уҡырға ине лә, Нуриям, тик...» – тип тә ысҡындырҙы. Бүтән бер һүҙ ҙә өҫтәмәне, ә мейемә киртелде әйткәне. Тик ғаиләм бар – һин, Асия, тип әйтергә иткәйне ул, моғайын?

Мейем туҡтауһыҙ йөрәгемде борсоп торҙо: иремдең һөнәри өлкәлә үҫкеһе килә, камиллашҡыһы. Уға ҡамасауларға тейеш түгелмен дәһә? Бер кисте, хыялынан ваз кисеүе уға нисек ауыр булырын аңлауымдан, үҙем башлап һүҙ ҡуҙғаттым:

– Фатих, мин һинең юлыңды был юлы ла кәртәләй алмайым, өҫтәп уҡығың килгәс, бар, уҡы, – тинем. Күрҙем: күҙҙәре ҡояшлы зәңгәр күктәй балҡып китте. Диванда ярышлап ултыра инек, бала кеүек иркәләнеп, башын тубығыма һалды. Йыш ҡына шулай белдерә шатлығын, ә мин йәремдең сәстәренән һыйпайым. Шундай минуттарҙа күңелемдә иремә ҡарата, был ни тиклем генә ғәжәп булмаһын, әсәлек тойғоһо уянғанын тойоп ғажиз ҡалам.

– Ҡыҙыбыҙҙы көҙгә балалар баҡсаһына бирербеҙ. Уңарсы үҫә төшөр, әлүктән үҙ аллы булып килә, зирәк бала... Фатих, миңә һүҙемде осларға бирмәй, ҡулымдан тартып торғоҙҙо ла билемдән ҡосаҡлап өйөрөлтөргә тотондо. Ыңғайына үҙе йырлап маташа:

...Һин бит минең яҡын дуҫым, Нурия,

Күҙ нурым кеүек кенә...

Ғүмер-ғүмергә арабыҙға мөхәббәт күпере булып ятыр һымаҡ ошо йыр? Арығансы, «Нурия»ның көйөн йөрәк тибешенә күсереп, шып-шым танса иттек. Туҡтағас, күҙәнәктәребеҙ иреп ҡуша йәбешкәндәй, айырыла алмай ҡосаҡлашып торҙоҡ. Күҙҙәребеҙ һөйләште. Фатихтың күҙ ҡараһындағы көҙгөлә үҙемде күрҙем. Йөрәгендә лә – мин, шикләнмәйем.

...Һинең өсөн өҙөләм, бәғерем, Нурия,

Һиңә һиҙелмәһә лә.

Һиҙәм, йәнем! Тояһыңмы – мин үҙем йырға әүереләм, наҙҙарыңдан сыңрап-сыңрап...

49[edit]

Көтөрмөн! Һағыныу һағыштарына сыҙарлыҡ көсөм барлығына һис икеләнмәйем. Асиям да, бәләкәс булһа ла, ҙур терәк ул. Бик тә бәлшәйеп китһәм, алдыма имән бағаналай таяныс-үрнәктәрҙе килтереп баҫтыра алам: Толпарлымдың ҡаһарман йөрәкле, ҡорос ихтыярлы ҡатындарын! Уҡырға китер алдынан Фатих Асия менән мине тағы Яңы өйгә күсереп ҡуйҙы. Теге ҡаҙна йортонда йәшәй инек.( Дауаханаға яҡын ғына йорт күтәрткәйнек, эш итеп сығырға өлгөрмәнек – ҡыйыҡ аҫтында әле, бирешмәҫ). Өләсәкәйҙә булыуым бәғзе ләститселәрҙең телен дә керешләп торор. Берҙән. Икенсенән, яңы врач килде, уға ла йәшәргә мөйөш кәрәк.

Дауаханаға яҡын ғына йорт күтәрткәйнек, эш итеп сыға алманыҡ. Ҡыйыҡ аҫтында әлдә, бирешмәҫ.

Иң ғазаплыһы тәүге йыл булды. Хыялыйланмам, тимә икән, йәреңдән айырылып. Ҡайтырын белгән көйөңә әле. Ирҙәрен һуғыштан көтөп ала алмаған ҡатындар өсөн тағы йөрәгем һыҙланды, инде үҙем кисергән зарығыуҙан фәһем алып.

Көтәм дә ул, сабыр итәм дә ул ...Ҡайтмай ҡуйһа Фатихым? Ауыл дауаханаһы өсөн ул слишком образованный, баш ҡалала ҡалмағайы, тип һөйләнгән, ти, әлеге райздрав начальнигы ла бер килеп киткәнендә. Уф!

Бер йыл үтте. Тағы ярты йыл... Тәүҙәрәк көнләп-сәғәтләп хисаплай инем көндәрҙе, тора-бара аҙналап, ә быйыл – айлап. Өйрәнәм, тиер инем яңғыҙлыҡҡа, көфөр булыуҙан ҡурҡам. Шулай ҙа күнегелә әкренләп.

Фатихым баш һалған мендәргә хатта Асиямды ла һалманым, иремдең танһыҡ еҫе юҡҡа сығыр, тип. Үҙемдеке менән йәнәш ҡуям да, битемде терәп йоҡлап китәм дәһә мин шул мендәргә. Әлдә өмөт бар тормошта, йәремдең ҡайтырына, йөрәк хәтерендә ҡалған көн һәм төндәрҙең ҡабатланырына ышаныс, көс бирә. Ошо уй тәңгәлендә һәр даим илағым килә: тол ҡатындарҙы, яҙыусы «Погонһыҙ һалдаттар» тип атаған тотош бер быуынды иҫләүемдән. Китаптан уҡып ҡына белмәйем дәһә мин уларҙы, сөгөлдөрҙә бергә эшләп, аулаҡтарҙа зарҙарын тыңлап үҫтем... Әммә иламайым. Улар, ана, ғүмер буйы сыҙаған, миңә ебеп ултырырғамы, оялмайынса, тип үҙемде әрләйем дә эштәремде емереп эшләп ташлайым. Һағыш һарыһы әллә тир менән ағып китә, еңел булып ҡала.

Бер кешеһеҙ утрауҙа яҙғыҙ ҡаңғырып ултырмайым даһа! Ауылымда, Башҡортостаным иңендә, Советтар Союзында, ниһайәт, Ер планетаһындамын. Ер Ҡояш тирәләй әйләнеүҙән туҡтамаған кеүек, донъя ҡаҙаны ла ҡайнауҙан туҡтамай. Ул ҡайнап торһон өсөн усаҡҡа, мәғишәт мейесенә, туҡтауһыҙ утын өҫтәлеп тора – тыуым-үлем, фән асыштары, һуғыш һәм солохтар, йыһани яңылыҡтар, сәйәсәт янъялдары, аслыҡ һәм туҡлыҡ, һис юғында бәғзе бер төбәктә бәғзе берәүҙе күктән төшкән тәрликәгә ултыртып осороп алып китеүҙәре...

Әлдә Әсмә әхирәтем бар! Уның менән йыш осрашабыҙ, серләшәбеҙ. Тик уға ғына шарран асыла алам. Үҙе лә эсендә бер төйөн ҡалдырмай.

– Әшрәфкә эҫендеңме, әхирәт? – тип һораным, сиселеп китеп бер һөйләшкәндә.

– Эҫендем генә лә түгел, яратам даһа!

– Яратаһың?!

– Йәлләйем, йәлләгәс, яратам инде. Эштән шул тиклем арып ҡайта, сәсеү йә ураҡ мәлендә бигерәк тә, тәҙрәнән күреп ҡалам да аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып килгәнен, йүгереп сығып күтәреп алырҙай буламсы. Шул осорҙа йорт мәшәҡәтенә екмәҫкә, тәмлерәк ашатырға тырышам бахырҡайымды.

– Урыҫтың бер йыры бар-барлығын: «не скажу жалея, что люблю, а скажу любя, что жалею...»

– Үҙ иткәнгә, йәнемә береккәнгә йәлләйем, меҫкен күргәнгә түгел, бәс. Һинең телең ҡысып тора, әхирәт, беләм, Артурҙы ярата инең дәһә, тиергә. Артур йөрәккә тамырланған, тәүге һөйөү булып. Ул – идеал, бер етешһеҙлеге лә юҡ. Ҡай саҡ, әллә уның хаҡында китапта уҡыныммы, тип уйлап ҡуям.

– Әшрәфтең етешһеҙлектәре бармы?

– Донъя көтәбеҙ ҙәһә! Әйт әле үҙең: Фатихты ярата алдыңмы?

– Мин тап уны яратҡанмын, ышанырға ҡурҡып йөрөгәнмен, моғайын.

– Һаман «моғайын»мы? Әйтәйемме, нилектән кемгә туҡталырға белмәй аҙапландың?

– Әйт.

– Һайланырға егеттәрең күп булғанға. Кәбире, Фатихы, Сыңғыҙы, Сабиры менән Арсены, етмәһә.

– Кит, кеше ишетер ҙәһә! Сабиры – балалыҡ иҫәрлеге, уның иҫәрлеге. Арсены – осраҡлы, таныш ҡына ел-йоҫор араһында әллә ҡайҙан, сит яҡтан, һиҫкәндереп ят ипкен шәйләнеп ҡала лаһа ҡай берҙә – шуның кеүек. Сыңғыҙмы? Кәбир менән Фатих араһында ҡаҙаҡланмаһам, бәлки, ул... Әй, юҡ! Фатихтың зәңгәр күҙҙәре баштуҡ арбаны мине, һинән танмайым, ҡыҙый.

– Тегендә берәй көлтә ҡойроҡ мәрйә әүрәтеп ҡуймаһа ярай ҙа, төҫ-башы ҡойоп ҡуйған урыҫ таһа иреңдең?

– Аҙырға ваҡыты бармы уның, бахырҡайымдың, көндөҙ уҡый, кистәрен «Скорый»ҙа эшләй, ял көндәрендә дауаханала дежур иткеләй, беҙгә аҡса арттырғылай.

– Яратаһың, точно яратаһың, ҡыҙый.

– Хатта ки – точно?

– Бахырҡайым, тинеңме? Йәлләнең...

Үҫмер саҡтағы кеүек, алдыбыҙҙы-артыбыҙҙы ҡарамай, ҡысҡырып көлөшөргә тотондоҡ.

Шул көндән бирле йөрәгем бер сама урынына ултырҙы. Һуңғы осорҙа булған сәйәси хәлдәргә лә иғтибар итә, фекер күҙәүенән үткәрә башланым.Эңер төшкән мәлдә «Би-би-си» радиоһын тыңларға әүәҫләнеп алдым, ауылда хәҙер уны байтаҡ кеше тота, ҡурҡмай-өркмәй . Соланда өйөлөп киткән гәзит-журналдарҙы макулатураға тапшырҙым, ике китаплыҡ йыйылған – 20 килограмм. Андерсен әкиәттәренә яҙылып, марка алдым.

Шырмый Иҡсандың Брежнев тураһындағы анекдоты ла ҡолағыма килеп инде. Леонид Ильичтың 70 йәшлек юбилейына сығарҙым, тип әйтә, ти. Башта Сулаҡ Мансурға һөйләгән.

– Ишеттеңме, Мансур ағай, Брежневҡа операция яһағандар, – тип кәнсәләргә яр һалып барып ингән. Уныһы счет төймәһен шаҡылдатыуынан туҡтаған хатта.

– Ҡайһы еренә яһағандар?

– Күкрәгенә.

– Йөрәккәме?

– Юҡ. Күкрәген киңәйткәндәр.

– Орден тағырға урын етмәгәнгәме? Ул анекдотҡа һаҡал үҫкән инде, эшемде ҡалдырып йөрөмә! Сулаҡ Мансур, фронтовик, ҡаты итеп урыҫса һүгенгән дә әйткән:

– Мә һиңә яңы ләҡәп, әле генә үҙем уйлап сығарҙым: «Брежневтың арҡаһына ла орден тағырға» мөмкин тигән Указ сыҡҡан... Генераль секретарға һәйкәл һалынды. Маршал званиеһы бирелде. Советтар Союзы Геройы йондоҙо, 3-сөһө, өҫтәлде, Ленин ордены менән бергә. Ул ғынамы, Чехословакия, Болгария, Румыния, ГДР, Польша, Венгрия һәм башҡа дуҫ дәүләттәрҙең ордендарын да иҫәпләһәң, ҡайҙа тағырға ла белмәҫһең шул.

Ә һуңғы осор, Сталиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлымы, халыҡта партияға, бөгөнгө хөкүмәткә ризаһыҙлыҡ ныҡ һиҙелә. Ул тулҡын ярҙан ашмаһа ярар ине! Әлеге «Би-би-си», СССР-ҙа торғонлоҡ дәүере, тимер шаршау, ирекһеҙ матбуғат, тип төкөрөк сәсә. Төптө юҡты һөйләмәйҙәр кеүек тә, барыбер үҙ илемә бер генә ҡырын һүҙҙе лә ҡағылдырғы килмәй. Ана, АҠШ-тың нейтрон бомбаһын тикшерһендәр, һаман үлемесле ҡорал етештерә, һуғыш көҫәй, тимәк.

Быларҙы мин тышына «1979» тип яҙылған дәфтәргә теркәп ҡуйҙым. Һуңғы битенә «28 декабрҙә Афғанстан Демократик Республикаһына совет һалдаттарының сикләнгән контингенты индерелде» тип «Правда» гәзитендә баҫылған ТАСС белдереүен һүҙмә-һүҙ күсерҙем дә, башҡортсаһын әлегә белмәгәс, русса моджахет, дух – афған партизандары, фетнәселәр, тигән аңлатма менән дәфтәрҙе ябып ҡуйҙым. Тетрәндем: тағы һуғыш?!

Эйе, ул араларҙа һирәк төшөрҙөм аҡ ҡағыҙға уйҙарымды. Ваҡыт табырға булыр ине, төндәрем кем менән уртаҡ, бер ҡамасау юҡ. Ҡулыма ҡәләм алһам, көтөп кенә торған ғәскәр кеүек, хис-тойғолар, хәтирәләр ҡапыл килеп ябырыла ла фекер ебен сәбәләндерә…

Бердман тигән яҙыусының китабын уҡығайным, шундағы бер кәлимә йөрәгемә инеп ятты ла тынғы бирмәй. «Әсәнең бәхетен дә, бәхетһеҙлеген дә ҡыҙы мираҫ итеп ҡабул итә» – ошонан ғибәрәт ул һүҙ. Бәләкәй сағымда атайым тип йән атыуҙарым ҡайтауаз булып шаңҡыта. Асиям да, минеке ише, ғазаптарға тарымаҫмы? Фатих мәркәз Өфөнән, заманса йыһазландырылған клиникаларҙан, хирург булыу хыялынан баш тарта алырмы? Ни тиклем генә тырышһа ла, ауыл дауаханаһының мөмкинлектәре сикләнгән дәһә. Операцияны ла ул ашығыс кәрәк булғанда ғына, дөйөм хирургия буйынса алған квалификацияһына арҡаланып яһарға хоҡуҡлы буласаҡ. Ҡайтырмы?! Баш ҡалала ҡалам, кил, тиһә? Атайым да әсәйемде саҡырҙы... Миңә, әлбиттә, әсәйем кеүек, тел белмәйем, наҙанмын, тип ҡурҡаһы түгел, әммә Толпарлымдан бер ҡайҙа ла китәһем юҡ. Ни өсөнмө? Өҙөп кенә лә, оҙон итеп тә аңлата алмайым. Беләм тыуған тупрағынан тамыры өҙөлһә, ят ерҙә мандымаҫ, һулыр гөлдәр барлығын. Мин шул гөлдәр ишелер. Яратһа, аңлар! Фатихты әйтәм... Ә ул үҙе шуны уҡ миңә ҡайтарып әйтһә? Был икеләнеүҙәр, ирек ҡуйһаң, аҡылдан яҙҙырыр. Етмәһә, иремдең ҡайтыуына һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, һағыныуым бигерәк тә талсыҡтыра, баштараҡ, киткән генә сағында, шулай ине, ә хәҙер ниңә өҙгәләнәмдер был хәтлем! Үҙемде ҡулға алырға, эшкә-мәшәҡәткә нығыраҡ сумырға кәрәк. Һәм шулай иттем дә.

Сәйәхәттең уҡыусыларым өсөн белем даирәһен киңәйтеү сараһы, ә үҙем өсөн күңел дауаһы икәнен белгәнгә, экскурсияларҙы йыш ойошторҙом, ялҡманым да, иренмәнем дә. Фатих ҡайтыр йылды, йәйгеһен, Бөрйән районына – Шүлгән мәмерйәһенә сәфәр иттерҙем «Глобус» ағзаларын. Был юлы – етенселәрҙе. Уларҙа ла бар уң ҡулыма әйләнгән тағы бер Туҡтаров һыңары, ул аптечка һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн кем яуап биререн билдәләне, «Апала беҙҙең ҡайғы юҡ»,– тигәне лә ҡолаҡҡа салынғылап ҡалды. Миндә – иремдең ҡайтыу-ҡайтмау ҡайғыһы, йәғни. (Ауылда һәр кемдең тормошо халыҡ күҙе тигән рентген аша даими үтеп тора, ә уҡытыусыныҡы – бигерәк тә.)

Силәбе яғына барғанда алған аҡылдан сығып, хәҙер үҙем дә фотоаппарат, карта – фәлән алмайынса юлға сыҡмайым. Шүлгәнташ хаҡында мәғлүмәт тә йыйҙым. Кәрәк таштың ауырлығы юҡ, тигәндән, рюкзак төбөнә саҡматаш та һалып ҡуйҙым – беҙҙә һәр өйҙә һаҡлана ул – Саҡмайылғаның ебемәй торған шырпыһы.

Мәмерйәнең бөтә ҡаттарына ла мендермәнеләр, әммә эскә инеп, еүеш һауаны һулап, таш ҡабырғаларын һыйпап сыҡтыҡ.

– Спелеологтар булғылай, сит илдән дә килеп сығалар, уларҙы Өфөнән үк оҙатып киләләр. Махсус ҡулайламалары, кейемдәре, фонарҙары менән... Был бала-сағаны өҫкә күтәреп, баш икәү түгел, хәрендәш. – Беҙҙе ҡаршылаған олпат ағай шулай тине. Ә мин уның «хәрендәш»ен юллап, ҡурайсы олатайымды иҫләп алдым.

– Һеҙ Белорет яғынанмы? – тип һорамай түҙмәнем.

– Төптө Бөрйәндекемен. Ә ниңә улай төпсөндөң, хәрендәш?

– Олатайым, Абдрахман ҡурайсы, шулайыраҡ һөйләшкән. Хәрендәш, тип.

– Ә-ә, ҡарындаш һүҙе шулай шымарып киткән ул. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә түгел һымаҡ һәр кемгә «ҡарындаш» тип әйтеү, икенсе ҡараһаң, Анабыҙ – Һауа, Атабыҙ – Әҙәм... Абдрахман ҡурайсы, тинең бит әле, хәрендәш, беҙҙең төбәктән бит ул, миңә мәғлүм шул шәхес хаҡында һүҙ барһа? Белореттар менән һөйләш уртаҡ ул беҙҙең. Туҡта әле, хәрендәш, һин миңә туған булып та сығаһың, әтеү? Абдрахман ҡурайсыны атайым мәрхүм йыш телгә алыр ине, нәҫелдәшем, тип.

– Ә мин Абдрахман олатайҙың ейәнсәре – Нурия Аҡсурина.

– Сыртлан ағаң булырмын, бәлки, бабаң? Мына һиңә бер ғиллә! Ып-ысын хәрендәшем, тоҡомдашымһың даһа? Әйҙәгеҙ, ҡымыҙ менән һыйлайым, әйҙәгеҙ, кисә генә бер умартаны ҡарағайным, кәрәҙле бал да бар. – Бабаҡай шулай тип өлтөрәп төштө лә ҡош һайрауына оҡшатыбыраҡ һыҙғырып алды, һыҙғырыуға ҡарағай араһынан егеүле ат бышҡырып килеп сыҡты. Арбаһына тиҙ генә тейәлдек тә киттек. Ҡунаҡлап йөрөү сәйәхәт планында юҡ ине лә, нисек баш тартаһың?

Ҡарағайҙан һалынған ыҡсым йорт күренде. Ихатала бурама аласыҡ, тышта таҡта ҡыйыҡ аҫтында оҙон өҫтәл, плитәле кескәй мейес, ҡулйыуғыс, утынлыҡ, алыҫ та түгел унлаған дадан, ат бәйләй торған бағана, эргәһендә аҙбары – тәү ҡарашҡа шулар күҙгә ташланды.

– Сыртлан бабай, һеҙ ата-әсәмдән өлкәнерәктер, минекеләр иллегә инмәгән әле, исемегеҙ һирәк осрай, татарсараҡ яңғырай?

– Төркиҙән, шулай булғас, татарҙа ла барҙыр. Ишеткәнең юҡмы: «...Ялан еркәйенең, әй, бүреһе, күк һыртлан да булыр күбеһе», – ти ҙәһә боронғо башҡорт йыры.

– Бөрйәндә ялан юҡ таһа?

– Сүл дә юҡ. Ә һыртлан – сүл бүреһе. Үҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыттым, улым – тарихсы, икебеҙ ҙә ныҡ ҡыҙыҡһынабыҙ ил-халыҡ тарихы менән. Ана шул малайым юллап сығарҙы «сүл бүреһен». Башҡорттоң эҙҙәре ҡайҙа ғына ҡалмаған, шул иҫәптән сүлдә лә, ти ҙә хайран ҡала ул, әлеге көндә ҡыпсаҡтар тарихы менән ҡыҙыҡһына. Беҙ, атай – ҡыпсаҡтар, ти, Сыңғыҙханға ла баш бирмәгән Аҡман менән Тоҡман батырҙар тоҡомо. Ҡыпсаҡ далаһынан эҙәрлекләнеп, ошо тауҙарға килеп һыйынғанбыҙ, имеш?

– Данлыҡлы Инсебикә ҡаяһын күрмәй ҡайтмаҫҡа ине, - тинем, бабайым һүҙен туҡтатҡан арала.

– Иртәгә алып барырмын унда. Бөгөн баяғы улым килә, ҡарауылға бында ҡалып торор. – Тирә - йүнде ҡарап сығып әйләнгән балалар һырып алды.

– Сыртлан бабай, Капова пещера хаҡында һөйләйекме? – Туҡтаров һыңары инде, белгәнен әйтергә сыҙамай тора.

– Йә, уланым, урыҫсаламай ғына һөйлә, үҙемә мәғлүмде аҙаҡ мин дә бәйән итермен. Ана, йорт бураһының ҡибла яҡ ҡабырғаһына таҡта ҡағылған, шунда Шүлгәнташтың планы төшөрөлгән, әйҙәле ҡарайыҡ. Мәмерйәнең йәшен беләһегеҙме?

– 250 миллион йыл, ә таштағы һүрәттәргә – 14 мең йылдан ашыу, палеолит дәүере... – Туҡтаров һыңары саҡ ҡына туҡтап торҙо ла һорау ҡуйҙы: – ғалимдар 50-се йылдарҙа ғына күргәндәр шул һүрәттәрҙе, шуғаса ябай әҙәмдәр иғтибар итмәгәнме икән ни? Их, үҙем алданыраҡ тыумағанмын, бәлки, мин асыр инем шул сенсацияны! Ана ҡасанғы рухи мәҙәниәт өлгөләре бар башҡорттоң, әтеү, имеш, революцияға тиклем сей наҙан,ҡырағай булған беҙҙең ата-бабалар.

– Ул уйҙырманы кем сығарған, тиһегеҙме? Хатта Лениндың яҙмаларын да уҡымаған томана коммунистар, белгең килһә. Ленин, Рәсәй мосолмандары араһында белемлеләр урыҫтарға ҡарағанда сағыштырмаса күберәк, тип яҙған. Ул беҙҙең иҫке төрки яҙмаһын, ғәрәп алфавитын таныуыбыҙҙы, математика, астрология буйынса ла мәғрифәтле, ауыҙ-тел ижадына бай булыуыбыҙҙы таныған.

– Ленинмы?

– Ленин Владимир Ильич.

– Мәктәп китапханаһында уның ПСС-ы бар, ҡарап сығайым әле. – Туҡтаров һыңары (әйткәндәй, теге ысын Туҡтаров география факультетына уҡырға инде бит – ғорурланам!) шикләнеп ҡуйҙы: – Дөрөҫ булһа...

– Һүҙмә-һүҙ иҫтә ҡалмаған, әммә фекеренең елеге шулай. ППС-ы нимә ул?

– Ә, полное собрание сочинений. Ике кәштә тулы, ҡасан яҙып өлгөргән? «Даһиҙарҙан-даһи, ул – титан», тип юҡҡа яҙмаған, улайһа, шағир.

– Испания менән Франциялағы мәмерйәләрҙә лә Шүлгәнташтағы кеүек һүрәттәр табылған, – тип һүҙ ҡыҫтырып ебәрҙем был оло менән кесенең диалогына.

– Беҙҙекеләр унда ла булғандыр, – тип кенә ҡуйҙы Сыртлан бабай. Була бит шундай уғата башҡорттар, тип ғорурланып ҡуйҙым. Уларса, Әҙәм вә Һауа ла – башҡорт. Бәс, «Урал батыр» эпосы әйтеп тормаймы ни шуны: Йәнбикә менән Йәнбирҙе ләһә...

Бер ҡыҙыҡайыбыҙҙың ҡапыл сырылдап ебәреүе уйымды өҙҙө. Ҡорт саҡҡан икән.

– Сәбәләнмә! Әтеү күмәкләп килеп ябырылырҙар. Ул һинең сәскәле күлдәгеңде аҡлан тип белгән. Ҡара һин уны, күреп ҡалған – бал ҡортоноң күҙе бишәү бит уның, нисек күрмәһен.

– Алдашма, бабай?!

– Мына мин һеҙгә, өйгә ингәс, «Умартасылыҡ» тигән китаптан шул һүҙҙе төртөп күрһәтермен, ташҡа баҫылғанды.

Әңгәмә ҡорорға әүәҫ булып сыҡты бабайыбыҙ. Инсебикә ҡаяһына бәйле легенданы һөйләй һалды, иртәгәһен көтөп торманы. Ә таң атҡас, ҡаяға барышлай, миңә бер ҡыҙыҡайым төш һөйләне: имеш, төшөндә уны, Инсебикә исемле һылыу ҡыҙҙы, ҡарт бабайға йәрәшкәндәр. Ризалығын һорап та тормағандар. Бисара ҡыҙ төн буйы илап сыҡҡан да таң һыҙылыуға тәүәккәлләгән – йәне һөймәгәнгә бармаҫ! Сыҡҡан да йүгергән Ағиҙелдең иң текә ярына табан. Артынан ҡыуа төшкәндәр. Әммә сая ҡыҙҙы тота алмағандар, ул ҡаянан тәрән упҡынға һикергән. «Остом, апа, күҙемде йомдом да остом! – тине ҡыҙыҡай, иләҫләнеп, – яратмаған әҙәмгә бараһым да юҡ таһа... Һикенән иҙәнгә тәгәрәп төшкәс, уянып киттем. Әлдә һике тәпәш кенә. Әлдә төш кенә, өн түгел, апа, иветә?!»

Ҡыҙыҡайҙың сәсенән һыйпап ҡуйҙым, килешкәнемде белдереп. Бала ғына, ә ҡатын-ҡыҙ тәҡдирен әлүктән тетрәнеп ҡабул иткән. Үҙемдең дә бөгәсә тап шулай төшәнеүемде уға һөйләмәнем. Ни тиһәң дә, йәмғиәттә уҡытыусы – ҙур шәхес, ә уҡыусылары күңелендә – идеал, һәм минең дә, ошо ҡыҙыҡай ыңғайына, уртаҡ төш күреүем ғәҙәти әҙәмгә әүерелеүем булыр ине.

– Ишетәһегеҙме, ҡыңғырау сыңлай, сеүегеҙ, тыңлағыҙ әле? – Сыртлан бабайҙың әйтеүенә, тирә-йүнгә ҡолаҡ һалдыҡ, тик йылға ағышын, тулҡындарҙың сәп-сәп килеп ҡая ташына бәрелеүен генә шәйләнек.

– Күрегеҙ, тим, таҡыябаш ҡыңғырау сәскәһе был, русса «живокость уральская», тип атала икән, белгегеҙ килһә, яңыраҡ ҡына Тәбиғәтте һаҡлау министрлығынан килеп киттеләр, шулар әйтте. Был үлән «Ҡыҙыл китапҡа» ингән, ошо төбәктә генә ҡалып бара, тәләфләтмәгеҙ, тип ныҡытып, карталарында билдәләп, фотоға төшөрөп, гербарийға тип берәүһен генә һындырып алдылар. Ярлылана бара шул тәбиғәтебеҙ... Оҙон ғына төҙ һабаҡҡа гүйә кескәй генә зәңгәр ҡыңғырауҙар теҙелгән. Ҡолаҡ һалдыҡ: дзинь – дзинь – дзинь… Ысын даһа, сыңлай ул ғәжәйеп сәскәләр!

Оҙаҡ итеп Ағиҙелгә ҡарап торҙоҡ, Инсебикә осҡан ҡаянан. Бер-бер артлы эреле-ваҡлы кәмәләр йөҙөп уҙа, һал һымаҡтары ла күренгеләй. Туристар.

Инсебикә... Ҡартәсәйемдең һүҙе иҫкә төштө, беҙҙең диндә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу – гонаһ, тигәне. «Ромео менән Джульетта» китабын икенсе ҡатҡа йотолоп уҡып ултыра инем, йөкмәткеһен һораша ҡуйҙы. Һөйләп биргәс, баш сайҡаны, өнәмәгәнен белгертеп. «Тәүбә, әстәғәфирулла, дуҫың түгел, дошманыңа күрһәтмәһен ул хәлдәрҙе! – тине лә миңә нотоҡ уҡып алды: – Ҡатлы-ҡатлы гонаһҡа батҡан ул балалар, Раббым ярлыҡаһын, аңһыҙлыҡтандыр... Никахһыҙ бәйләнешкә ингәндәр. Ғәзиз ғүмерҙәрен ҡыйғандар. Ата-әсәләрен ҡара ҡайғыға һалғандар. Шулмы мөхәббәт ҡиссаһы. Ғибрәт кенә алмаһаң?»

Шүлгәнташҡа тағы туҡталып уҙҙыҡ. Мәмерйә тупһаһы аҫтынан ҡапыл урғылып килеп сыҡҡан йылғаға ғәжәпләндек. Бабайыбыҙ, был мөғжизәне меңенсе тапҡыр күрһә лә, әҫәрләнде, тәрән итеп тын алды ла ҡысҡырып аманат әйтә башланы:

Тамыр ашап, үлән емшәп,

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһа затығыҙ;

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!

– Урал васыяты, «Урал батыр» эпосынан, – тине бер ҡыҙыбыҙ.

– Афарин, балаҡай, – тине Сыртлан бабай. – Һеҙҙең кеүек зирәк быуын үҫкәндә, тамырыбыҙ ҡоромаясаҡ, иншалла. Рухлы булыуығыҙ йөрәгемә май булып ятты. Йәле, үҙегеҙҙең ауылығыҙ тураһында һөйләп ебәрегеҙ.

Минекеләр, береһенән-береһе уҙҙырып, серле Толпарсыҡҡан күле, Дөйә үркәсе тәңгәлендә үргә аҡҡан Зәңгәр шишмә, йырлы ҡурай үҫкән Бужан тауы, бүреләр төйәге Шәкетау хаҡында һөйләнеләр. Һағынып та өлгөргәндәр – һиҙелә. Иҫ киткес ихлас күңелле, бай хәтерле, илен, милләтен һөйгән бабайҙа тағы бер төн йоҡланыҡ. Кискеһен уның тарихсы улы беҙгә мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәһе төшөрөлгән ҡағыҙҙы күрһәтте.

– Мамонт, бизон?!

– Уралды 10 мең йыл элгәре төйәк иткән улар, иҫбатланған факт, – тине тарихсы. – Ә быныһы ат инде, башҡорттоң ҡанаты... – Әйтеп тә бөтмәне, минекеләр хор менән: «Аҡбуҙат! – тип ҡысҡырҙы. – Ҡанатлы толпар! Толпарҙар беҙҙең күлдән сыҡҡан даһа?!» Иртәнсәк бабайыбыҙ, ат егеп, беҙҙе ҙур юлға сығарып ҡуйҙы…

Бөрйән! Гүзәл, сихри тәбиғәтле башҡорт төйәге, легендаларға бай ер, ихласлығы артылып торған кешеләр иле – хас та Толпарлым ише. Ошо матур уйҙар ыңғайына бәүелеп, ойоп барғанымда, ҡолағыма сәйер тауыштар салынды: «Ҡәйнә теле, ҡәйнә... ҡәйнә теле, телеп телә...» Ҡәйнә тигән өлкән ҡатын мине уҫал ыҫылдап баҫтыра. Ә теле ике асалы, йыландыҡы кеүек әллә?! Оҙон, етмәһә, ҡулымды телеп-телеп, сағып-сағып аласы! Һис ялтанырлыҡ түгел ул телдән, сигенә, ҡыҫырыҡлана торғас, бер мөйөшкә барып һырлыҡтым. Әғүҙү биллаһи... Ошондай аяныслы хәлдә минең телемдең осонда доға була әлдә. Һаташтыммы? Баяғыны иҫләп ҡарайым: ҡәйнәнең төҫ-башында Фатихтың әсәһенең сырамыты юҡ инеме? Тәүбә-тәүбә! Бәс, теге, «ҡәйнә теле» тигән тауыш ысын ишетелә? Юлдың борма-борма ятҡан оҙон, хәтәр бер өлөшөн шулай атағандар икән. Ана, урыҫ шофер ҙа әллә нисә ҡабатланы: «Тещин язык», – тип. Әллә шөрләй, әллә ихтирам күрһәтеүе, кемгә: юл рухынамы, ҡәйнә теленәме? Хызыр Ильяс сыҡһын юлыбыҙға, тип теләп ҡуйҙым.

Бара торғас, башыма тағы Инсебикә образы килеп инде, һәм уйҙарым, ҡатын-ҡыҙ яҙмыштарын юллап, борма-борма оҙон юлға төшөп китте...

Һикһәненсе йылда халыҡ Хрущевты йыш телгә алды. Ҡайҙа вәғәҙә ителгән коммунизм, тигәндән сығып. Толпарлының үҙендә «отдельный коммунизм» төҙөргә елкенгән Сыңғыҙ ҙа был идеянан, үҙе әйткәнсә, «принципиально» баш тартты. Хәҙер уның башында «баҙар иҡтисады» тигән хыял йөрөй. Әле генә түгел, киләсәктә, мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, тип инана. Гәзиттәрҙә әммә был турала – ләм-мим. Бәс, төптәнерәк уйлаһаң, капитализм шойҡаны һымаҡ килеп сыға?

Сыңғыҙҙың үҙен байтаҡ инде күргән юҡ. Теге шаулы колхоз йыйылышынан һуң ярты йыл самаһы һынаны ла, вазифаһын Аҡназар ағайға туғарып, башҡалаға күсте. Рәйес сағында эскесегә һалышып барған кешене тәртәгә индереп, эшкә егеп китте, бер уйлаһаң. Ярар, ана, ярҙамға улы ҡайтыр, йөктө һөйрәй торһон, тип ризалашты ахырҙа халыҡ та. (Айсыуаҡ зоотехниклыҡҡа уҡып йөрөй ине.)

Өфөнән алыҫ түгел төҙөлгән ҙур, әммә бер нисек тә тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмаған ҡошсолоҡ фабрикаһын алға сығарыу өсөн күп көс һалған һәм шул нигеҙҙә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған Сыңғыҙ. Беҙҙәге тәжрибәһе лә ярап ҡалғандыр? Уның уңыштарын Менәүәрә аша белеп торабыҙ. Өйләнештеләр бит, йөрөй торғас. Ҡыҙҙары бар.

Ҡайтҡанында мине күрмәй китмәй Менәүәрә. Ике аҙна тураһында ғына, колхоз ураҡҡа төшмәгәйне әле, өс көн тороп китте. Нурзидә йәсләгә йөрөй, иртән атаһы алып барып ҡуя, ҡәйнәм алып ҡайта – тегеңә ышанһаң, тип һалды ла шундуҡ йүнәтеп тә ҡуйҙы, эше муйындан бит, йәнәһе. Шулайҙыр ҙа, ышанам. Сыңғыҙмы ни минутын хисаплап, ҡасан эштән тайырға тип ултырыр әҙәм?

Менәүәрә үҙе гәзиттә эшләй, хәбәрсе. Был юлы беҙҙең райондағы Ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеге тураһында яҙырға тип килгән. Район етәкселәре, иң шәп тәжрибә Толпарлыла, тигән икән, шуға бала кеүек ҡыуанған. Мин дә ғорурланып киттем, күпме йылдар шул советтың ағзаһымын даһа.

Өлкәнән хәбәрсе килгәс, планда торған бер ултырышты, саҡ ҡына алданыраҡ булһа ла, уның күҙ алдында уҙғарырға булдыҡ. Һүҙ ҡатын-ҡыҙҙар араһында эскеселек осраҡтары хаҡында барасаҡ ине. Башта Зөһрә исемле медсестрабыҙ, үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы, сығыш яһаны. (Ир-аттан бер кемде лә саҡырманыҡ, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү маҡсатында.)

– Араҡының урыҫ лөғәтендә йөҙләгән исеме бар, ти. Икәүһенә генә иғтибар итәйек: «зеленый змей», «слеза младенца». Быларға тәфсир кәрәкме? Йыландың да иң ағыулыһы. «Сабый күҙ йәше» тигәнде эскесе үҙенсә, саф, таҙа, мәғәнәһендә тиергә теләр ҙә, аҡылы бар төбөнә төшөр: ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙың күҙ йәше.

Шулай башланы һүҙен Зөһрә. Алкоголдең ҡатын-ҡыҙ организмына зыянын, йөклө сағында эсеүҙең бала өсөн ни тиклем ҡурҡыныслы булыуын һөйләп, миҫалдар килтереп кенә ҡалманы, әхлаҡ, рух бөтөнлөгө мәсьәләләренә лә ҡағылды. Һоҡландым уға. Ҡасан ғына әле, мин пионер вожатыйы булып эшләй башлағанда, илаҡ ҡына бер ҡыҙыҡай…

Һатыусы Гөлүсә апайҙы саҡырғайныҡ. Ошоғаса байтаҡ әрләнде ул, был юлы күңелен үҫтермәк булдыҡ. «Гелэсә» ҡушаматын күтәргәнсе аҡыл алманы, ант итә лә боҙа ине. Ә үҙе яҡшы эшләй, алдашмай, тупаҫ түгел. Шуға ла уны алама ғәҙәтенән айырыуға күмәкләп тотондоҡ. Ниһайәт, күрәбеҙ: һирәкләне, әле килеп, бөтөнләй ташланы, буғай, йәшел йылан менән дуҫлығын. Сәхи ағай бер ингәндә шыбырлап ҡалды: «Һинең һүҙең ныҡ үткән быға», – тип. Ҡартәсәйемдән ҡалған «Исем ататыу» дәфтәрен тотоп барып, Гөлүсә исеме гөлгә тиң тигән мәғәнәлә, ысынлап та, апай, гөлдәй матурһың, гел эсһәң, ҡушаматың алға сығасаҡ, төҫ ташлап, сиргә һабышасаҡһың бит, тигәйнем шул. Әлбиттә, Зирәк Рәйхананың абруйы, үҙе донъялыҡта булмаһа ла, ярҙам итте. Ҡайныһының мираҫын ҡалынайта төшкән, үҙ ҡулы менән күп кенә исемдәр өҫтәп яҙған. Нурзидә – күҙ нуры икән, ғәрәп-фарсы телендә. Сыңғыҙ, төпсөнөп белеп, мәғәнәһен күңеленә һалып ҡушты ҡыҙыбыҙға исемде, ти Менәүәрә. Вәрәҡә итеп ҡушайыҡ, тип ныҡышҡан ҡәйнәһен саҡ күндергәндәр. Ҡартәсәйем яҙыуында бар булып сыҡты ул беҙҙең тирәлә ишетелмәгән исем: Вәрәҡә – йәшел япраҡ икән. Һарғая, элберәй төшкән дәфтәрҙе яңыға, күн тышлы ҡалынға, күсереп яҙа башланым. Тәүге битенә авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың «Ҡыҙҙар исеме йондоҙҙар балҡышына һәм гөлсәскәләр нәфислегенә оҡшарға, ә ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм китап аҡылы сағылырға тейеш» тигән һүҙҙәрен теркәп ҡуйҙым. Рәсүл исеменең илсе, пәйғәмбәр мәғәнәһендә булыуын иҫләп, шағирҙарҙың да кешеләр күңеленә юл ярған илсе икәнлеген уйлап, исемдең яҙмышҡа йоғонтоһо барлығына тағы бер ҡат ышандым.

– Нурия, мине лә тыңла әле, әҙәмгә һаплап,– тигән уҫал ғына тауышҡа, уй артынан уйылып төшөп барған еремдән, терт итеп ҡалдым. Сәмәй-Хәлисә инәй, имеш, телмәр тотоп тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы түгел ул, әммә, ишетеп ҡалһа, килә лә етә. Миңә, органда эшләгәс (милиция участкаһында йыйыштырыусы ул һаман да), һәр урында күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк, тип кенә ебәрә. Ҡыумайбыҙ. Һүҙгә лә ҡушылып киткеләй. Тыңлайбыҙ.

– Мин эшкә иртә йөрөйөм, Сәмиғуллин районға-фәләнгә китһә, көнө буйы участкала ултырам, ул-был була ҡалһа, кешене ҡабул итергә, сара күрергә кәрәк тәһә. Хужа урынында саҡта гәзит-журнал уҡырға ваҡытым күп, радио ла тыңлайым. Сәмиғуллин әйтә, беҙҙең эштә аңлы булыу әбизәтелнә, ти. Яңыраҡ бер гәзиттә ғәжәп хәбәргә юлыҡтым. Ниндәйҙер урыҫ, профессормын тигән әле ул, мосолмандарҙың туҡланыуы хаҡында яҙғансы. Кафыр беҙҙең нисек ризыҡланыуыбыҙҙы ниңә тикшерә икән, тип уҡырға булдым. Бәс, әгәр ҙә астан үлеү ҡурҡынысы янаһа, мосолманға сусҡа ите ашарға ярай, тигәнсе. Пәйғәмбәребеҙгә һылтанған, уның хәҙисенә. Ә, беләһегеҙме, иң хәрәм ризыҡ нимә? Араҡы! Иҫерткес эсемлек ҡулланыуҙан да ҙурыраҡ гонаһ юҡ икән, туҡланыу тәңгәлендә. Кешеләрҙе эскелеккә әйҙәүселәр иһә, шунан табыш алыусылар тамуҡта янасаҡ, ышанаһығыҙмы? Мин ышанам. Үҙегеҙ шаһит Аллаһ Тәғәләнән ниндәй яза алғаныма. Өй башында биш-алты сиректә самогоным бар ине, ни ғиллә менәндер, берәүһе йә асыҡ ултырып, йә нишләп, мөрйәнән осҡон эләгеп, гөлтләп тоҡанған да киткән. Сиректәр шартлаған, түбә янып, өрлөк ишелгәс, өй иҫән ҡаламы ни? Кемдер, имеш, күргән, күктән утлы суҡмар килеп төшкәнен. Бәлки... Үҙемде Хоҙай йәлләгән улай ҙа, яңғыҙ башы, зәғифлеге лә бар, тигәндерме. Тәүбәгә килдем, килмәйсә. Эсмәйем дә, эскегә этәрмәйем дә, әлғәйәзембиллаһи! Заемдарым янмай ҡалғайны, баҙға күмеп ҡуйғайным. Бәләкәс кенә булһа ла өй һалдырып индем, ана, шөкөр. Ярлыҡаны Раббым.

Бер килке тынлыҡ урынлашты. Шунан сығыш яһаусы миңә өндәште:

– Нурия, исем дәфтәрең эргәңдә түгелме? Минең исемем ниндәйерәк мәғәнәлә икән?

– Хәтерләйем, Хәлисә инәй, хатта матур һинең исемең – саф, таҙа мәғәнәһендә. Күңелең, фиғелең йәғни ҙә.

– Ҡайтыуым ошо булыр үҙ асылыма. Ҡушаматымды онотоғоҙ! Әтеү...

Бер-беребеҙгә ҡарашып, көлөшөп ҡуйҙыҡ. Әтеү участкаға саҡыртам, тип әйтмәксе ине, буғай, инәйебеҙ. Яһил барыбер. Үҙен яҡлауҙың бер сараһылыр ул холҡо, терпе лә энәле булмаҫ ине, айыу кеүек көслө булһа, бәс. Гөлүсә апайҙы, Хәлисә инәйҙе, совет рәйесе Сәкинә апаны – айырым, күмәгебеҙҙе бергә фотоға төшөрөп алды Менәүәрә. Яманатыбыҙҙы сығармаҫҡа вәғәҙә бирҙе һәм яңы шиғырҙарын уҡыны. Айыусы ауылының аяныслы яҙмышын тасуирлағаны бигерәк йөрәккә үтеп инде.

...Әй, Айыусы, һине тергеҙер ҙә

Ҡушылып йырлар инем ҡурайға!

Урап-урап ҡайтыр хәтер булып

Уралғанһың минең урайға.

Аҙна ла үтмәне, шағирәбеҙҙең мәҡәләһе баҫылып та сыҡты. Торғаны хикәйә, берәүҙе лә рәнйетмәй, һүҙ ҙә йәшермәй, уҡыған һәр кем фәһем алырлыҡ итеп яҙған.

Хәлисә инәй ең һыҙғанып үҙенә үҙе тапҡан эшкә тотоноп китте: эсергә әүәҫ ир-атты – ҡатын-ҡыҙҙы ла, әлбиттә,– асыҡлау буйынса «разведка» алып бара. Ирҙәре эскән, йәберләгән ҡатындар, ҡыҙыҡ, башта уға мөрәжәғәт итә, Сәмиғуллинға барып етмәҫ борон. Шунан – беҙгә. Участковый – өсөнсө сиратта. Янъялсы ирҙе саҡырып һөйләшәбеҙ, үҙебеҙҙең ҡулдағы саралар менән ҡурҡытабыҙ: эшенә хәбәр итеү, ЛТП-ға ебәреүҙе һорап Сәмиғуллинға ҡағыҙ яҙыу, кәнсәләр алдындағы «Хурлыҡ таҡтаһы»на һүрәтен элеп ҡуйыу һәм башҡалар. Тап ошо сиктә туҡтаусылар байтаҡ.

Бер нисә урында аулаҡтарҙы яңыртып ебәрҙек. Иң уңайлыһы – ҡыштарын буш торған Атай йортонда.Ҡотон ебәрмәҫтән, унда көнөнә бер булһа ла мейес яғып торам. Аулаҡтарҙың үҙенә күрә программалары бар. Был уй Сәкинә апаның башына килде. Апайҙар уға «аулаҡ директоры» тип тә төрттөрә, етәкселек итеү ҡанына һеңгән, йәнәһе. (Яңы мәктәп һалдырыу мәсьәләһе ҡуйыра башлағас, мәктәп директоры вазифаһынан үҙе теләп туғарылды ул, урынына Вафич ҡалды.) Ҡул эштәренә өйрәнеү, аш-һыуға оҫтарыу, ғаилә тәрбиәһе буйынса әңгәмәләшеү – программа, нигеҙҙә, ошоларҙан ғибәрәт. Иң шәп хужабикәләр «дәрес бирә», был харап та почетлы, апайҙар, ал бирмәҫтән, әрепләшеп тә киткеләй. Шуға күрә һәр кемгә тәғәйен эш бүлеүҙән дә яҡшыһы юҡ. Аулаҡтар ҡунаҡҡа йөрөшә, тәжрибә бүлешәләр – үҙе бер ярыш һымаҡ. Һирәкләп мин дә барам Атай йортона, ундағы аулаҡҡа Аҡман Ҡара ағайҙың ҡатыны баш – ҡоҙағый ҙаһа. Аҡыллы, сабыр ул. «Балаларҙың өлкәнерәгенә яҡшы тәрбиә бирә алһаң, бәләкәстәре уға ҡарап тартыла», – тигәне үҙе бер халыҡ педагогикаһы бит! Заһира Толпарлы ҡатындарын шәл-вәл бәйләргә өйрәтте. Баймаҡ яғында аҡ йөнлө кәзә мамығынан үтә күренмәле селтәр шәлде шундай нәзәкәтле итеп бәйләйҙәр икән, килен, беҙҙе өйрәт, тип быуынына төшкәндәр. Заһира үҙе күҙҙе ҡыҙҙырып шул вәлен ябынып йөрөнө лә... Бәйләп ҡарағаным юҡ ине, ҡайтып, аҙна буйы төңкәлеп ултырып, еңгәмдән отоп килдем, тип һөйләне аҙаҡ миңә, сер итеп. Мах бирмәй инде ул, шулай ғорур холоҡло. Вәл һүҙе вуаль тигәндән түгел микән? Ә кем белә, бәлки, киреһенсәлер. Һы-ы, беҙ, бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын, ошолай һөнәргә ылығып, ғаилә ҡайғыртып йөрөгәндә, ирҙәр тик ятһынмы ни?! – Бер килке ошо һорау ҡалҡып сыҡты. Ысынлап та, ҡыш мәлендә уларҙың шөғөлө юҡ. Әүәлгесә кәнсәләр тураһында гәп һатыу ҙа онотолдо. Күпселек диванда телевизор ҡарап ята. Гәзит уҡый. Аулаҡта ла илдәге, райондағы яңылыҡтар хаҡында мотлаҡ фекер алышыу ғәҙәткә ингән. «Ирҙәргә генә ҡыҙыҡмы ни ҙур донъя хәлдәре, сепрәк баш тигәс тә беҙҙе?» – апайҙар шулай тип сәмләнә.

– Әйҙә шуларҙы быйма баҫырға өгөтләйек,– тип һалды бер кисте кемеһелер. Ошо хәтле ҙур ауылда оҫтахана асһаң да була. Николаевкала, ана, өй һайын быймасы, ҡыш етһә, кәсептәре шул. Уларҙан һатып алабыҙ ҙаһа, хөкүмәт быймаһын кейерлек түгел, ҡаты, бөгөлмәй.

– Бер осор ни, унар пар быйма кәрәк ине, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Камиланың үгәй ҡәйнәһе, – хәҙер, ярай, ҡаласа ботинка кейәләр. Үҫеп, таралышып бөтөп баралар инде, балаларҙы әйтәм.

– Әле лә етерлек әле һиндә бала, тағы игеҙәктәр табып ебәрһәң... – тип көлөшөп алдылар.

– Табырмын да, хәлемдән килгәс! – Эре сирттерҙе ҡоҙағый, бирешмәне.

Шунан һүҙ икенсе юҫыҡҡа төшөп китте – афған һуғышына. Ҡот-йән юҡ, шул тарафтан ҡайғылы хәбәр килеп ҡуймаһын, тип. Ике егетебеҙ Тажиҡстан сигендә хеҙмәт итә, шулар өсөн борсола толпарлылар.

Үтеп киткән Олимпиада тәьҫораттары ла һаман телдән төшмәй әле. Телевизорҙан ҡараныҡ, өҫтәүенә Ишбирҙе ҡайтып һөйләне – Мәскәүгә Башҡортостандан бер төркөм милиционер тәртип һаҡлашырға барғайны, шулар араһына, иң яҡшы, иң ышаныслылар иҫәбендә, эләккәйне. Йәй, ҡыҙыу эш мәлендә булһа ла, Зөлфәр халыҡты клубҡа йыйып, Ишбирҙе менән осрашыу ойошторғайны. Ул Мәскәүҙә 80 илдән спортсылар килеүе, баш ҡаланың һәр тыҡрығында милиция тороуы хаҡында, үҙе күргәс, мауыҡтырғыс итеп һөйләгәйне.

– Анау Американы әйт, һаман дошманлаша, Олимпиадаға спортсыларын ебәрмәгән булып, ә? – тип берәүһе әйткәйне, китте...

– Япон менән ҡытайын әйт, уларһыҙ ҙа үтте.

– Бойкот яһаусы илдәр күп булған, алтмышлап, шикелле, Ишбирҙе әйтте ләһә. Ә нимәгә шулай ҡыландылар әле ул? СССР Афғанстанға ярҙам итә, типме?

– АҠШ үҙе беҙҙекеләргә ҡаршы көрәшеүсе духтарға ҡорал ебәреп ята, ти әле.

– Уның шул булыр!

Ә минең хәтеремдә Олимпиада Куба боксеры Тефило Стивенсон һәм шул көндәрҙә вафат булған Владимир Высоцкий исеме менән үрелеп ҡалды. Тефило чемпион булды, уның ҡабарынҡы бөҙрә сәстәре, камиллыҡтың үрнәге булған кәүҙәһе, ҡорос мускулдары һушымды алды, тиһәм инде… – һоҡландырҙы, шулай дөрөҫөрәк. Арыҫландай көслө, ҡапландай йылғыр. Олимпия чемпионының фотоһүрәтен журналдан киҫеп алып, альбомыма йәбештереп ҡуйҙым. Ирҙәр матурлығының идеалы тип ҡабул итеүем.

Ә Высоцкий... Уның ҡарлыҡҡаныраҡ тауышын ишетмәгән, теләһә-теләмәһә лә йырҙарының һүҙҙәренә иғтибар итмәгән, уйланмаған кеше ҡалдымы икән Советтар Союзында? Бәхәсһеҙ, уны тотош донъя белә ине. Тауышының ҡылдары көсөргәнеүҙән өҙөлөп китер кеүек тойола ла, күңелдә хәүеф тыуа торғайны. Ошондай тетрәнеүгә мин тәүләп «Буранбай»ҙы тыңлағанда дусар булғайным. Һәр өндә – ғазаплы иҫкәртеү, аяныслы хәтер, әйтерһең, йөрәгеңә тоҫҡап аталар.

Ишбирҙе һөйләне: Мәскәү Высоцкий менән хушлашҡанда, күкте болот баҫып алған, тик ул ҡайғылы ҡурғаш болоттарҙы, Олимпиада айҡанлы, самолеттар менән ҡыуғандар, ямғыр ситкәрәк китеп, түгелеп илаған. Мәскәүҙән алыҫ Толпарлыла ла ул көндө йәшенләп үкһене күктәр. Беҙ ҙә үкһенек. Шундай талантлы һәм халыҡта киң танылған шәхестең «атҡаҙанған» тигән дә исеме булмауға ғәжәпләндек, үкендек. Оялдыҡ. «Үлгәс, гений тиерҙәр, күр ҙә тор!» – тине Әмин абый. Ә мин китап шкафынан Высоцкийҙың шиғырҙар йыйынтығын алып яңынан бер ҡат уҡып сыҡтым. Ап-асыҡ, тире менән дә ҡапланмаған, ян керешеләй тартылған нерв... Эйе, ул тиҙ генә онотолмаясаҡ.

Быйыл Фатих ординатураһын тамамлай. Райздрав мөдире килеп китте. Аптыратты. Район үҙәгенә эшкә алабыҙ Ҡарабулатовты, шундай белгес ауылда ҡалмаҫ, тисе. Өҙмәне лә ҡуйманы шул һүҙен. Фатир була, миңә лә эш табыла, имеш. Баш врач итәм, үҙәк дауаханаға, ти. Ирем үҙе хәл итер ул мәсьәләне, тип һүҙ тайҙырҙым. Әгәр Фатих риза булһа? Эйәрермен, бәс, сит ер түгел, ауылым эргәлә. Ә Толпарлы тағы юғары белемле табипһыҙ ҡаласаҡмы?!

Ҡайтһын әле башта. Сентябрь аҙаҡтарына, тигәйне. Ҡайһы бер кейемдәрен, китап-дәфтәрен ҡалдырып киткеләй башланы, әкренләп йыйына. Бер кисте күренекле табип, хирургия генийы Федор Угловтың «Сердце хирурга» тигән китабын ҡулыма алып, асып ҡараным: тәүге битенә: «Хирург должен иметь глаз орла, силу льва, а сердце женщины». Боронғо әйтем» – тип эпиграф ҡуйған. Был әҫәрҙе мотлаҡ уҡырмын, тип күҙ осонараҡ һалып ҡуйҙым. Ошо иҫ киткес сифаттарға эйә булырға тейеш, тимәк, минең йәрем дә?! Лекциялар яҙылған дәфтәрҙәрен дә ҡараштырҙым, күҙ йүгерттем: «Проводящие пути мозга. Трактус-кортико-понтико-церебелло-дентата-рубро-спинолис...» Ҡайһы яҙмаларын уҡырлыҡ түгел – берҙән, латин алфавиты, икенсенән, телде һындырырлыҡ ят терминдар. Инглиз телендәге брошюралары байтаҡ. Уф! Шундай ҙа белемле башы менән мине әҙәмгә һанармы был Фатих? Әлдә үҙемә күрә түгел ғорурмын, шикләнмәҫкә тырышам. Тиңһенмәһә, ана бара юлы! Теге «үҙем»дәрҙең наяны шулай тиһә, сабыры иҫкәртә: ә Асияң?!

Мәктәптә уҡыуҙар башланып ҡына торғанда, тәбиғәтте әбейҙәр сыуағының яҡты, әммә йылыһы һүрәнәйгән ҡояшы йыуатҡанда, йөрәгем дертләне лә торҙо. Ҡулымдан ручкам төшөп китһенме, указка тотоп карта янында баҫып торған килеш, нимәнелер иҫкә төшөрөргә теләгәндәй, серәшеп үҙемдең эске халәтемә ҡолаҡ һалып, ҡапыл иҫемде йыйып алайыммы – сәйер... Ә бөгөн бөтөнләй ҡойолоп төштөм: өләсәкәй бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә ятып ҡалды иртәнсәк, әллә?! Һикеһенән йымырлап төшөп оҙатҡан була, һис юғында, ҡапҡаны асыҡ ҡалдырма, һапам, тигәнерәк нотоҡ эйәртеп ебәрә ине ләһә?

Дәресемде ярты юлда ҡалдырып, уҡыусыларыма, «Галлей кометаһы» тигән темаға реферат яҙа тороғоҙ, тинем дә кластан сығып йүгерҙем. Ниәтем – өләсәкәйгә күҙ һалырға ла кире әйләнергә. Шөбһәле һиҙемдәремдән ҡасып, күктәге Галлей кометаһы хаҡында уйларға тырышам. «Ҡойроҡло йондоҙ» тип тә йөрөтәләр уны. Ҡояш тирәләй әйләнә һәм 75 йылға бер Ер тәңгәленән осоп үтә. Һуңғы тапҡыр уны донъяның астрологик станциялары 1910-сы йылдың майында күҙәткән һәм тәү тапҡыр фотоға төшөрөп алыуға өлгәшкән. 1986-ла (күп тә ҡалмаған икән) тағы яҡынаясаҡ беҙҙең планетаға – ғалимдар иҫбатлауынса, 31-се тапҡырға. Дәрескә бик етди әҙерләнеп барғайным – «Кометалар» тигән темаға. Өҫтәмә материал туплағайным, айырыуса шул ҡойроҡло йондоҙ хаҡында. Ҡытайҙар, мәҫәлән, уны беҙҙең эраға тиклем үк белгәндәр һәм килер быуындарға махсус таблица төҙөп ҡалдырғандар. Инглиз астрономы Галлей иһә кометаны яңы дәүерҙә ныҡлап өйрәнгән, ғилми хеҙмәттәр яҙған, күк есеменең уның исемен йөрөтөүе осраҡлы түгел.

Үҙем йүгерә-атлай барам, ҡайҙа һәм ни өсөн ашыҡҡанымды аңламамыш булып, уйымды һаман шул икһеҙ-сикһеҙ күк көмбәҙендәге йондоҙ яғына ҡыуам: Галлей кометаһы яҡынлашҡан арауыҡта Ерҙә ҙур фажиғәләр күҙәтелгән. Урыҫ йылъяҙмаһы, мәҫәлән, татар-монголдар баҫып алған осорҙо тап ҡойроҡло йондоҙ касафаты тип аңлата...

Быйыл ғына йөкмәттеләр миңә астрономияны уҡытыуҙы. Ошоғаса элекке географ абый алып бара ине. Етди фән бит, шуға ла ҡыуанып бөтә алмағайным абыйҙың һаман эшләүенә.Тәжрибәһе ҙур, мауығып уҡыта, астрономия – ғилем тотҡаһы, тип башлай торғайны һәр дәресен, иҫтә, үҙем дә уның уҡыусыһымын. Әсбаптарын, күргәҙмә материалдарын миңә мираҫ итеп ҡалдырҙы, кәрәгем төшһә, өндәш, тине. Әлеге Галлей кометаһының ҙурайтылған фотоһын да ул биргәйне. Күрәһеңме, ҡойроғо айырсалы бының – серле йондоҙ ул, тигәйне...

Яңы өйҙөң ҡапҡа төбөндә уйым өҙөлдө. Ҡапҡаны ипләп кенә астым, шаҡ итеп ҡалһа, өләсәкәй тертләр, тип.

Тертләмәҫ ине... Эшкә сығып китер алдынан нисек күрһәм, шул ҡиәфәттә генә ятыуы – йөҙө, ҡәнәғәт бәхиллек мисәте баҫылғандай, тып-тыныс. Йоҡлап ҡына киткән. Донъялыҡтан сабыр ғына, шып-шым ғына, разый ғына үтеп киткән...

Нишләп мин, уның һапаһы, йөрәгемдең дертләүенә битараф булдым, ниңә сығыр алдынан боролоп эргәһенә барманым, тын алышын тыңламаным икән?! Асияны баҡсаға кейендергәнемдә: «Миңә тип сәй ҡуҙғатма, үҙем әкренләп эсермен, эшем эйәһеләй, таң менән тороп ултырмайым, ята бирәм», – тип һин дә мин хәбәр тирҙе ләһә? Шунан ҡайтып портфелемде алдым да мәктәпкә киттем. Өләсәкәй йоҡлай ине кеүек.

Ҡысҡырып илап ебәрергә уҡталдым, мәгәр туҡталдым. Борсормон һымаҡ ғәзиземде. Һығылып сыҡты күҙ йәштәрем дә – төптән, йән әсеһенән. Шунда ҡәлбемдәге күндәм «үҙем» өгөт өгөп ҡуйҙы: туҡһанға етте, собханалла.

Өләсәкәйҙе яңғыҙ ташлап сыҡмаҫтан, Әсмәгә шалтыраттым, хәлде аңлатып. Ул, теҙеп әйтмәһәм дә, бөтәһен дә тейешенсә эшләйәсәк: кемгә өндәшергә, ниҙәр хәстәрләргә...

Күпмелер ваҡыт әллә иҫһеҙ ултырғанмын, ҡапҡа тауышына айнып киттем: әсәйем инеп килә, уға тағы кемдәрҙер эйәргән. Гөлбикә апайҙың аҡ, күҙҙе сағылдырырлыҡ ап-аҡ яулығы, Фариза еңгәмдең ҡылт баҫып атлауы...

Әхирәт, теге донъя барҙыр. Өләсәкәй үтеп китер таңда, уяныр алдынан ғына, хәбәр алдым даһа: ҡартәсәйем, Орҡоя ҡоҙағый, Ғәҙилә күршебеҙ, Татар әбекәй – дүртәүләшеп, аҡтан ғына кейенешеп, татлы ниғмәттәр менән сәй эсеп ултыралар, йәшел генә сирәмдә, сәскәләр араһында, тип төш күрҙем. Тәҙрә аша күҙәтәм, ҡарсыҡтарҙың гәптәренә ҡолаҡ һалам, имеш. Ҡартәсәйем, еңел генә ҡуҙғалып, өҫтәлгә тағы бер пар сынаяҡ килтереп ҡуйҙы... Ожмах та барҙыр. Ҡартәсәйемдәр шунда көтә өләсәкәйҙе...

50[edit]

Фатих мине ашҡынып килеп ҡосаҡланы ла ҡолағыма шыбырланы: «Ниһайәт!» Йөрәктәребеҙ һаман унисонда, ҡәҙерлем! Уйлап ҡына ҡуйҙым, әйтмәнем. Беҙгә йөҙҙәрсә күҙ ҡарап тора ине ләһә. Фатих сумаҙанын Яңы өйҙөң тупһаһында ҡалдырған да мәктәпкә йүгереп килгән. Ҙур тәнәфескә ҡыңғырау шалтырап, уҡыусыларҙың борсаҡтай тышҡа һибелгән сағы. Ә мин дәрестәремде үткәреп бөтөп, ҡайтырға сыҡҡайным.

Балалар геүләшеп беҙҙе ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡалды, ә унда ауыҙы ҡолағына еткән Хәйривара ағай көтә ине. «Саҡ ҡына өлгөрмәнем, их! – тигән була. Портфелемдә һөйөнсөгә тип ирҙәр шарфы, ҡатын-ҡыҙға – ебәк яулыҡ йөрөтә инем, шарфты ағайҙың муйынына һалдым. Бала кеүек ҡыуанды, Толпарлының был боронғо ғәҙәтен белгәс, баш тартманы: – Һеҙ ашыҡмай ғына атлағыҙ, мин Фатихтың ата-әсәһенә елдем!» – тине лә, арбаһының тәгәрмәстәрен көслө ҡулдары менән зыр әйләндереп, алға оздойҙо. Юл ыңғайы йәсләнән Асияны етәкләп сығыуыбыҙға, ҡәйнәм ҡаршыбыҙға килә ине инде. Түҙмәгән. Ҡайным был сәғәттә эштәлер, фермала. «Кисә ысвикланы бөтөрҙөк, бөгөн ял итәбеҙ ҙә иртәгәнән тейәргә йөрөй башлайбыҙ», – тип сутылданы ҡәйнәм, үҙе туҡтауһыҙ улының арҡаһынан һөйҙө.

Ошо тәүге көн генә байрамса булды, иртәгәһенә, эшкә сығырға приказ булмаҫ әүәл, Фатихты юллап килеп еттеләр дауахананан. Шәмбе тип тә торманылар. Иремдең артынан, ғаиләмдең түңәрәкләнеүенә кинәнеп, ҡыуып етеп ҡосаҡлап үберҙәй булып, яратып ҡарап ҡалдым һәм таңғы сәғәттә яҙмышыма шөкөрәнә итеп, Аллаһы Тәғәләмә, мине кесе йыһандан Оло йыһанға сығарған әсәйемә, тормош аҡылы биреп үҫтергән өләсәйем менән ҡартәсәйемә, ғаләм кендеге береккән Толпарлыма, төрлө сүрәттә һынаған, шәхесемде сыныҡтырған ауылдаштарыма, фиҙәкәрлек талап иткән яуаплы һөнәремә, тормошомдо ғәм менән солғаған уҡыусыларыма – һәммә яҡты донъяға рәхмәт әйттем. Аҡман Ҡара ағайҙың өлкән ҡыҙына һуҡыр эсәгенә приступ булған икән.

– Тулғаҡ тота әллә, тигәнгә, әсәһе етәкләп килтергән,– тип һөйләне аҙаҡ Фатих, – ҡатындарҙың сабырлығына берсә ғәжәп итәм, наҙанлыҡтарына ла... Ун бала тапҡан әсәһен әйтәйем, ҡыҙы ла икенсегә ауырлы. Көнөм етмәгән әле, ти ҙә бөгөлөп төшөп һыҙлана, уҡшып, ҡоҫа икән. Тулғаҡмы шул? Әүхәт ағай шундуҡ аңғарған, шуға мине саҡыртҡан. Район үҙәгенә ебәрһәң, юлда ни булырын күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тәүәккәлләнек. Аппендикс шартларға етешкән, саҡ ҡына һуңлаһаҡ, шартлар ҙа, перитонит башланыр ине. Әсә лә, бала ла ҡан зарарланыуҙан һәләк буласаҡ ул осраҡта. Ҡотҡарҙыҡ. Операция урынына ғына анестезия яһаныҡ та...

– Ә бала?! – тип һораным, телемде көскә әйләндереп.

– Иҫән. Тағы ун аҙналап әсә ҡарынында үҫергә, етлегергә көнө бар әле.

– Кесе йыһанда йөҙөргә.

– Ҡайҙа?

– Кесе йыһанда. – Юрамал аңлатмай торҙом Фатихҡа, бәлки, үҙе төшөнөр, тип. Төшөндө. – Ә, әсә ҡарынын әйтәһеңме? Дөрөҫ бит был сағыштырыу, Нуриям. Анатомияла ла шиғриәт бар, улайһа.

– Фәлсәфә лә.

Фатихты тағы үҙебеҙгә баш врач итеп тәғәйенләнеләр. Ҡулында дөйөм хирургия буынса ординатура документы булғас, ул хирургия бүлмәһен йыһазландырыуға ла өлгәште. Ашығыс операцияларҙы шунда үҙе яһаясаҡ.

Яңы йыл алдынан ғына ҡот осҡос ваҡиғаға тарыны ауыл. Рөхсәтһеҙ-ниһеҙ өс ир һунарға сыҡҡан. Саҡмайылғалағы берәүҙең ҡалалағы ҡоҙаһы дуҫын эйәртеп килгән дә, айыу тиреһе кәрәк ине, тип һүҙ сығарған. Ҡыҙмаса булып алғас, хужа маҡтана башлаған, йәнәһе, урманда айыу бөтмәгән, атаһың да тиреһен тунап алаһың. Төш ауыуға былар, саңғы кейеп, мылтыҡ аҫып, Айыусы һыртына юл тотҡан. Әмәлгә таянғандай, тиҙ үк айыу өңөнә барып та төкәлгәндәр. Инә айыу – ныҡлап ҡышҡы йоҡоға талып та өлгөрмәгәнме, һунарсы йораттары шулай һаҡһыҙ, шаулашып йөрөгәнме – ҡаршыларына үкереп килгән дә сыҡҡан!

Һөҙөмтәлә Саҡмайылға ирекәйе тотҡан да ауылына һыпыртҡан (кеше ҡайғыһы төштән кире, тигәндәре шулдыр), ҡоҙаһы ағас башына үрмәләгән. Ул ҡоҙа, имеш, Шырмый Иҡсан ләҡәбенсә, унда саңғыһы-нийе менән менеп ҡунаҡлаған, ти. Ә дуҫы айыу тырнағына эләккән. Саҡмайылға кешеһе рациянан районға, Толпарлыға хәбәр иткән: «Айыу, моғайын, юлдаштарымды ботарлағандыр...»

Ваҡиғаның был өлөшө төрлө-төрлө тасуирҙа ҡат-ҡат килеп инде ҡолаҡҡа. Ә ҡалғанын бер кисте, ике-өс көн уҙғас, Фатихтан ишеттем. Көнө-төнө шул пациент янында булып, өйгә саҡ йоғоп тороуы ине.

Һәм, әлбиттә, ул һөйләй, ә мин күҙ алдымдан кино итеп үткәрәм.

...Ауылдан, ҡоралын алып, Сәмиғуллин, Фатих менән Әүхәт ағай, кәрәкһә тип, хирург сумаҙаны тотоп, дауахана машинаһында Саҡмайылғаға сыҡты, унда егеүле ике ат көтөп тора. Теге ҡасҡалаҡ абзыйҙы ултыртып, рацияны алып, Айыусыға йүнәлделәр.

Бер нисә оҫта һунарсы күптән унда киткән. Улар, баяғы абзый әйткән ергә етә килә, һөйләшмәй, ым менән генә аралашып баралар. Урманда шундай һаҡ тынлыҡ, әйтерһең, һәр йәнлек, һәр ҡыуаҡ сит заттар килеүен һиҙә, аңдый. Эңгер-меңгер яҡынлаша, әле генә ап-аҡ булып күҙҙе сағылдырып ятҡан ҡар шәмәхәләнә, күк йөҙө шәмәрә бара.

Алдан төшкән ир туҡтап ҡалды, уның сымыры кәүҙәһе көсөргәнештән тура ҡатты. Арттағылар һағайҙы. Алғар уларға яҡыныраҡ тартылырға ым бирҙе. Тартылдылар. Ҡаршыла – өйөп ҡуйылған ҡар, эргә-тирәһенә ҡан тамсылары һибелгән. Һунарсылар шундуҡ аңланы: айыу ҡорбанын йәшереп күмеп ҡуйған. Ун-ун биш метрлап барҙыр, урман хужаһының өңө лә күренә. Сыҡҡан. Кире инеп ятҡан. Тәпәйҙәренең эҙенән билдәле. Нишләргә? Секундтар текелдәп үткәнен сикә тамырында типкән ҡан һынай кеүек. Шул мәлдә өҫтән, гүйә, күктең үҙенән, шаңҡ итеп бер нәмә килеп төшмәһенме! Бәс, саңғыға керетелгән быйма? Күтәрелеп ҡараһалар – ҡарағай ботағында аяҡтарын һәлендереп бер бәндә ултыра. Шуның һыңар быймаһы һурылып төшкән икән. Һунарсылар йоҙроҡ төйөп ишараланы: тауышың сыҡмаһын! Былай ҙа телдән яҙған, өнһөҙ-тынһыҙ ултыра ул меҫкен.

Әммә йоҡоһо өҙөлгән инә айыуҙың ҡолағы сосайған, шул минутта ажғырып килеп сыҡмаһынмы өңөнән! Януар, әллә күҙе ҡамашып, иҫен йыйып торған кескәй генә арауыҡ етте ысын һунарсыларға: шартлап мылтыҡтар атылды, инә айыу гөрҫ итеп ауҙы ла өң ауыҙына арҡыры һуҙылып ятты. Унан ике бәләкәй айыу – тайлаҡтары – баштарын төртөп тышҡа ҡараны ла йәшенде. Һунарсыларҙа улар ҡайғыһы юҡ ине, теге ҡар өйөмөнә табан ашыҡтылар. Өйөмдө арма-торма таратҡас, шаҡ ҡаттылар, ҡан эсендә ятҡан кешене күреп. Ҡот осҡос күренешкә береһе уҡшып ебәрҙе, икенсеһе ҡаты итеп һүгенде. Ҡалғандары әлбыуынланып теҙләнде – ирҙәр! Иҫһеҙ ятҡан кешенең бите юҡ, бит урынына яланғас тире, ҡырыйынан ҡанға уҡмашҡан сәс осмоттары һәлберәй әллә – ҡапылда аңлай һалырлыҡ түгел.

– Баш тиреһен ҡуптарып алған йыртҡыс,– тине олораҡ һунарсы. – Һөйләгәндәрен ишеткәнем бар ине, ә күргәнем юҡ – тәү тапҡыр. Һыҙырып битенә ҡаплаған. Беҙҙең төбәктә инде ул айыуға бәйле төрлө хәл – мажаралар…

Уңарсы ат ҡыуалаған тауыштар ишетелде, һунарсылар тағы мылтыҡ атты, ҡайҙалыҡтарын белгертеп. Айыуҙың ҡорбанына күҙ һалғас та, Фатих сайҡалып ҡуйҙы. Ҡанға тамам күнегеүе мөмкин дә түгелдер шул. Сынығырға ғына булалыр был тәңгәлдә. Әүхәт ағай, фронт госпитале тамуҡтарын кискән кеше, баш врачҡа фарман бирҙе: «Спирт! Яраны сайҡап, баш тиреһен әйләндереп урынына ҡуйырға ла – дауаханаға!»

– Болевой шок, – тип эшкә ҡушылып китте Фатих та, уколдар һалды. – Йөрәк сыҙаған. Пульс нитевидный... Алып ҡайтып өлгөрөргә тейешбеҙ!

– Өлгөрҙөк! – Фатихтың күтәренке тауышына үҙемсә ҡорған кино таҫмаһы өҙөлдө. Ғәжәп, ул минең күҙаллауым ҡайҙа туҡтап ҡалды, тап шул урындан ялғап ебәрҙе – йөрәктәребеҙ бергә тибә, уйҙарыбыҙ һаман ауаздаш, тимәк.

– Унисон, – тинем дә иремдең күҙҙәренә ҡараным. Уларҙың көҙгөһөндә үҙемде күрҙем. Ҡобараһы осҡан үҙемде. Фатих баш ҡағып йылмайҙы ғына. Күңеле кеше ғүмерен үлем тырнағынан йолоп ҡалған минуттан айырылып бөтмәгән әле.

– Шунан? – Һөйләһен. Мин уны тыңларға әҙермен. Һәр саҡ. Ғүмер баҡый. Ошоно аңлатырҙан, толомдарымды һүтергә тотондом, йәнәһе, бер ашығыс эшем юҡ, иғтибарым тик уға ғына. Асияны кистән ҡәйнәм үҙҙәренә алып ҡайтып киткәйне, өйҙә икәүҙән-икәүбеҙ, дәрескә ни, иртүк тороп әҙерләнермен әле.

– Шунан ни, дауаханала яраны еренә еткереп эшкәртеп, баш ҡапҡасына тиреһен тегеп ҡуйҙыҡ. Зөһрәнең дә ҡулы алтын, ҡойоп ҡуйған хирургия сестраһы. Хәҙер абзыйҙың нервыларын дауаларға ҡалды, шундай стресс! Ике көн, күҙем күрмәй, ҡолағым ишетмәй, тип ҡурҡытты. Үҙе күҙен асып ҡарарға шөрләгәс, бәбәген күтәрмәгәс, күрмәй инде. Шешмәк ине бәбәге лә, ауыртҡанға асмағандыр, бәлки. Әле күҙен ҡыҫып ҡына аса башланы, яҡтыны күрәм, ти. Күрә ул, күҙенә зыян килмәгән. Зөһрә уны аяҡҡа баҫтырып килә инде.

– Зөһрә... Муса исемле синыфташы менән хат алыша, буғай, – тинем. – Гел шул ҡыҙҙың исемен килтерә лә ҡыҫтыра, шикләнеп киттем хатта. Әллә?!

– Шуға бит инде, Мусаны көтөп, артабан уҡыуҙан баш тарта. Уныһы үҙе һаман белем артынан ҡыуа, ә бында һәләтле ҡыҙ үҫә алмай. Ысын, ныҡ булдыҡлы ул.

– Улай икән... – Сәсемде, тағатҡан ерҙән, ҡабат үрергә тотондом.

– Үрмә, барыбер, һүтеләсәк толомдарың. – Фатих мине күтәреп өйөрөлтөп алды. Тауышында – дәрт тулҡыны, тәҡәт ярһыуы. Толомомдо тотоп тағатырға уҡталды ла кире уйланы. – Барыбер һүтеләсәк, – тип ҡабатланы.

– Кем һүтер икән? – Белә-күрә юрый һүҙ уйнатам.

– Мөхәббәт бураны! Һөйөү зилзиләһе!

Һәм...

Иртәнсәктәрен, сәй эскәндә, бер-беребеҙгә ҡарап туя алмайбыҙ, ғәҙәттә. Көнө буйы эштәбеҙ ҙәһә, һағынышабыҙ. Ә ошо осор, әллә ниңә, үҙемә лә сәйер, Фатихтан ҡарашымды йәшергеләнем, әйтерһең, бер-бер серем асыла. Күпмелер ваҡыттан аңланым, ысынлап та сер йомғанмын икән шул! Ауырға ҡалғанмын даһа.

Кесе йыһанымда йән яралғанын белгән көндө үк уға: «Бәхетле булырһың, ғәзизем», – тип өндәштем. Шул ыңғайҙа уйлана ҡуйҙым: Асиям бәхетһеҙме ни? Күҙҙәре моңһоу уның. Ҡәйнәмдекенә тартым сырамыт. Тәбиғәтенәндер? Һағыштың ни икәнен татымаған сабый ҙаһа әле. Уф... Уны күтәргәндә күңелем үҙгәләнеп, бошонған, икеләнгән саҡтарым йыш булды. Бергә йәшәй башлап ҡына торғанда, көтмәгәндәрәк килеп сыҡты Фатихтың интернатураһы. Бер йыл ғына ла, әммә ҡорһаҡлы көйөнә яңғыҙ тороп ҡалыуым ғәм алдында ҡыйыныраҡ булды. Хәләл ирем булһа ла. Ҡайтам, тип вәғәҙә бирһә лә. Ана шул өҙгөләнеүҙәремде кесе йыһаныма ла белдермәй ҡалманымдыр...

Тыштан Асияның тауышы ишетелде: «Һуңлайым!». Фатих уны кейендереп, ҡапҡа төбөндә ҡалдыра ла эшенә йүгерә. Ашыға төштөм, ҡыҙымды балалар баҡсаһына индереп китәһем бар, миңә юл ыңғайы.

– Әсәй, мин бер секретик белдем әле, – тине был бала, бара торғас. Туҡтап, күҙенә ҡараным: йәшкелт-зәңгәр күҙҙәре, иртәнге ҡояш яҡтыһынанмы, зөбәржәт төҫөнә инеп ялтырай. Хәйләкәр ҡыҙыҡай! Үҙе көлгән була. Һоҡландым балама. Тотош атас, тиер инем, сәстәре ҡуңыр булмаһа. Ә йөҙө, ҡәйнәм әйтмешләй, аҡ атлас – шулай тип ебәрә ул, килештереп.

– Ниндәйерәк йәшерен сер-секретик ул? – тигән булдым. Юҡ, ысҡындырмай. – Ә кемдән оттоң ул «секретик» тигән һүҙҙе?

– Маянан.

– Мәйсәрә апайымдан, тиең, ағас тел булма.

– Үҙе шулай ҡуша лаһа.

– Ә, шулмы ни секретигың?

– Маяның, әй, Мәйсәрә апайымдың да бар секретигы.

– Шыбырлап ҡына әйт әле, ел ишетмәһен, әтеү таратыр.

– Елме?

– Ел. Ул бит донъя буйлап сәйәхәт итә.

– Һинең һымаҡмы, әсәй? – Аптырап киттем, һорамай булдыра алманым: – Кем әйтә?

– Ҡартәсәйем. – Бүтәнсә төпсөнмәнем. Саҡ биш йәшенә киткән сабый менән һүҙ тикшереп киләйемме ни? Әсәйем менән һинең турала һөйләштек, тип әйтергә лә күп һорамаҫ, юғиһә, ҡәйнәмә, ә уныһының был тәңгәлдә ни уйларын кем белә?

– Мәйсәрә апайым, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булам, ти. Тәүҙә уҡыйым да тәрбиәсегә, шунан, ти, вәт. Секретик.

– Әйтәм, 9-ҙан һуң педучилищеға уҡырға инде ул, тиҙерәк һөнәр алырға икән.

– Ә иң шәп секретикты йәшерәм, әсәң үҙе әйтер, тине ҡартәсәйем.

Баҡса тапҡырына барып еткәйнек. Һүҙ юллап торорға ваҡыт та юҡ, ҡыңғырау зыңы, ана, мәктәпкә саҡыра. «Тәүге дәрескә ун минут алдан шалтыратырға» тигәнде Вафич уйлап сығарҙы. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә – иҫкәртә ләһә. Мәктәп йәслә-баҡса бинаһынан алыҫ түгел, күп тигәндә йөҙ аҙымдыр. Шул арала теге секретикты барыбер систем бит! Кесе йыһанымда бәләкәс туғаны барлығын белгән, моғайын, Асия. Ҡәйнәм әйткәндер. Ике-өс көн турыһында белешеп торғайны шул, килен, балаға уҙғанһың әллә, иншалла, тип. Һиҙгән. Һынамсыл ул. Түҙмәгән, серҙе ейәнсәренә сискән. Уныһы, ныҡлыҡай, әлегә эсендә ҡалдырамы секретигын, ә? Уҡытыусылар бүлмәһенә инеү менән һиҙҙем: минең хәлде әллә бөтәһе лә беләме? Толпарлының өсөнсө күҙе йомолмаған, йүкә телефоны боҙолмаған, улайһа.

Ҙур тәнәфестә география кабинетына харап етди ҡиәфәтле Вафич килеп инде. Артынан ишек ябылып та өлгөрмәҫтән, хәбәрен башланы:

– Көҙгө каникулда биш-алты баланы, уҡыу алдынғыларын, Ульяновскиға алып барырға кәрәк буласаҡ. Сәйәхәт бушлай, сувенир-фәләнгә аҡса төйнәй торһондар. Ваҡыт әҙ ҡалған. Нурия Баязитовна! Әй, һине ебәреп булмаҫ инде был юлы... Бер үткәйнең дә шикелле әлеге маршрутты, «Ленинские места» буйлап, их, бына проблема. – Шулайтып, минең һиҙемләүемде Вафич ысын дөрөҫкә сығарып ҡуйҙы. Ахырҙа: – Уйла әле, киләһе тәнәфескә тиклем, бәлки? – тип үҙенең кабинетына йүнәлде. Ә минең дәрестәрем бөткәйне, хәҙер, директорға яуап әҙерләйем тип, өйөмә ҡайтмай тотҡарланып ултырырға тейешменме? Ярар инде... Шул арауыҡта хәтерем Ульяновскиға барып ураны. Дүрт йорт-музейҙан торған мемориал, бөҙрә башлы кескәй Володя Ульяновтың һәйкәле... Надежда Крупскаяның хәтирәләрен уҡып тетрәнгәнем иҫтә: фекерҙәше һәм кумиры булған уға Ленин, ире генә түгел. Үҙ заманының тағы бер мәшһүр шәхесе Александра Коллонтайҙың яҙғандары менән танышып, ғорурлыҡ тойғоһо кисергәйнем, һәр кем дә, Ватан өсөн ифрат та ҡатмарлы осорҙа, илсе вазифаһын тарта алмай ҙаһа? Ә ул, ҡатын-ҡыҙ заты, булдырған!

Уңарсы ҡыңғырау шылтыраны. Директор янына ашыҡтым.

– Эйе, таныш маршрут,– тинем,– әммә, барам, тип ышандырмайым. Етәкселәренә кәңәштәр бирермен. Шул балалар араһына Наҙгөлдө индерерһегеҙ әле, география, тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһына, уҡыуы ла яҡшы. Фотоаппараты бар, бик шәп төшөрә. Өҫтәүенә, сәйәхәтнамә яҙырға оҫта.

– Өҫтәүенә?

– Өҫтәүенә, минең һеңлем! – тинем дә ҡайтырға ашыҡтым. Ҡапыл тоҡанып барамсы... Асия менән ауырлы йөрөгәндә, киреһенсә, эмоцияларым улай тышҡа бәреп сыҡмай, эстән генә һыҙа инем. Быныһы әллә малаймы икән?!

Һиҙемләүем бойомға ашты – июндең ун икеһендә улыбыҙ тыуҙы. 1981-ҙә. Ауыр таптым баланы, үлемдән саҡ ҡалдым, тиергә генә ҡурҡам. Янымда Фатихым булмаһа, толпарлыларҙың өлкән быуыны вәкилдәренең кендеген киҫкән Рәйхана ҡартәсәйемдең рухы ҡурсаламаһа, иҫән ҡотолор инемме, белмәйем...

Ике аҙналап көнөм тулманы, үҙ иҫәбем буйынса. Фатихса, теүәл ун ете көн дә һигеҙ сәғәт ҡырҡ минут. Сәғәтен-минутын шаярталыр, моғайын. Ваҡытым бар әле, бәрәңгене утап алайым тип, һуңғы арала артыҡ көсәнеп ташланым шикелле. Баҡса эшенең осона сыҡҡандың иртәгәһенә иртүк тороп күп итеп кер йыуҙым, мейесте ағартып алдым. Ахыр сиктә, эс яҡтан ғына булһа ла, тәҙрә быялаларын таҙартып алырға елкендем. Өҫкө өлгөгә буйым етмәгәс, ултырғысҡа менеп кенә баҫҡайным, саҡ йығылып төшмәнем, билдән аҫтараҡ, таз һөйәктәре ҡушарланған төшкә, бысаҡ килтереп ҡаҙанылармы ни! Ҡысҡырып ебәрҙем дә, ҡымшанырға ҡурҡып, ҡатып ҡалдым. Ипләп кенә иҙәнгә төшөп баҫтым, диванға барып ултырҙым. Үтте кеүек. Нимә булды был? Әллә ҡырҡараҡ ҡыланып, берәй һеңер тартылды? Таз тирәһендә һеңер бармы икән ни? Бәс! Тулғаҡ тоторға итәме? Иртәрәк әле. Асиямды тапҡанда бындай уҡ ауыртыныуҙы тойманым, тойһам, онотмаҫ инем. Әҙерәк ултырғас, тағы ҡуҙғалдым. Ыһ-һ! Ызғырып, кире ултырҙым. Был юлы баяғы урынды буйлай ҡылыс менән киҫтеләр, гүйә.

Фатихҡа шалтыраттым. Ул минең янға Зөһрәне йүгерткән, үҙе райондан килгән белгес менән ҡатмарлы пациентҡа консилиум уҙғара икән. Ә Зөһрә Өфөлә акушерҙар курсын тамамлап ҡайтып ҡына тора ине. Фатих уны, ауыл ҡатындары көнө еткәнсе йөрөй ҙә, саҡ алып барып еткерәбеҙ роддомға, йә аҙналап шунда бәпесләрен көтөп зарығып яталар, үҙебеҙҙә акушер кәрәк, тип өгөтләгән.

– Нурия апа, һеҙгә беренсе булам, кендек инәһе, тим. – Зөһрә мине тотҡолап-һыйпағылап ҡараны ла шулай тине.

– Ваҡытым тулмаған, тағы ун-ун биш көн...

– Фатих Рамазанович та әйтеп ҡалды, ун ете көн дә һигеҙ сәғәт бар әле, шулай ҙа хәлен белеп кил апаңдың, тип.

– Ҡырҡ минутын ҡыҫҡартҡан... Ай! - Тулғаҡ әсеһен тәүләп татыуым түгел дә, был юлы бигерәк ныҡ тота. Тулғаҡтың сираттағы тулҡыны баҫылғас, Зөһрә, ай-вайыма ҡарамай, Фатихҡа шалтыратты, машина ебәрергә ҡушты. «Срочно!» – тип бойорҙо хатта ки.

– Туғыҙын да көтөп ултырайыҡмы тулғаҡтың, әтеү? Асияны нисек, еңел таптығыҙмы?

– Түҙерлек булғайны. Әсмә әхирәтемде лә саҡыр әле, ул янымда булһа, ҡурҡмаҫмын һымаҡ.

– Ҡурҡырға ни, тәбиғи хәлдән. Әсмә еңгәне ни хәҙер саҡырам, тура дауаханаға.

Уңарсы машина килеп туҡтаны. Өлтөрәп ирем килеп инде:

– Әсәһе, ни күстәрҙең? Кер йыуған, мейес ағартҡан! Бөгөн өйгә ҡайтып урарға форсат тапманым шул, их. Үҙем ғәйепле! Әллә атаһының тауышын ишетеп, кесе йыһандағы сабый тынысланды. Тулғаҡ туҡталды. Мине барыбер дауаханаға алып барып һалдылар. Бәпесләү бүлмәһенә.

Зөһрә эргәмдән китмәне. Ахылдап Әсмә килеп етте. Ҡултығына дәфтәр ҡыҫтырған, тышынан таныным – ҡартәсәйем мираҫы. Эйе шул, дарыу үләндәрен таныу, төнәтмәләр яһау тәртибе һәм кендек инәһе белергә тейеш ҡағиҙәләр теркәлгән яҙыуҙарын Зирәк Рәйхана әхирәтемә инселәгәйне. Әле ул турала уйлар мәл түгел дә, уй ни, килә лә инә ләһә.

– Тулғаҡ туҡтаны. Ә бала тыуымға килгәйне.

– Ҡорһағы аҫҡа төшкән шул. Фатих ҡайҙа?

– Фатих Рамазанович, операция кәрәгер, ти. Баланы гипоксиянан ҡотҡарырға. Кесерево сечение. Шуға әҙерләнә.

– Гипоксия, ти?!

– Кислород етешмәһә, мейегә зыян килеүе ихтимал.

– Тороп тороғоҙ әле, ниңә тота килеп операция?!

Шыбырлап ҡына һөйләшһәләр ҙә, Зөһрә менән Әсмәнең һәр һүҙен ишетеп ятам.

– Ҡартәсәй! – ҡысҡырып ебәрҙем шул саҡ, тағы ҡаты итеп тулғаҡ тота башланы. Ятып сыҙарлыҡмы, иҙәнгә төшөп баҫып, тимер карауаттың башына барып йәбештем. – Өләсәкәй! Әсәй! – тип тә ялбарҙым ахырҙа: – Раббым, ҡотҡар, баламдың башын башҡа ит! – Хәтеремдең ҡайһылыр мөйөшөндә һаҡланып ҡалған һүҙҙәрҙе Аллаһ Тәғәләгә йүнәлттем.

Шуны көткәндәй, Әсмә кендек инәһе сүрәтенә керҙе лә Зөһрәгә таҫтамал һуҙҙы, үҙе бер осонан тотоп:

– Аша сыҡ ошонан, Нурия! – тине.

Аша сыҡтым. Шул мәл ҡулдарына перчатка кейгән Фатих күренде, маскалар тотоп медсестраһы эйәргән. Мин, тулғаҡлап, түҙмәҫ сиктә, иҙәнгә тәгәрәнем. Үҙем яман тауыш менән ызғырам, кеше ҡарап тора, ишетә тигәнде уйлау ҡайҙа?!

– Фатих, башта өс тапҡыр ашатлап сыҡ бисәңде, шунан алып китерһең! – Әсмәнең «бисәңде» тигәне мәҙәксе – аңым томаланмаған, анализлай.

– Әсмә, мешать итмә, ваҡыт юҡ һинең ҡырағай хөрәфәтеңә!

– Ашатла, тим! – Күрәм, әхирәтем, Фатихты этеп-төртөп, үҙенекен эшләтте.

– Операционныйға! – Фатихтың был бойороғона минең һөрәнем йәнасыҡҡа барып ҡушылды:

– Бәпесләйем!

...Ҡартәсәйем сәсемдән һыйпаны. Маңлай тиремде һөрттө. Устарының йылыһын тойҙом. Шунан ул иҙәнгә аҡ кейеҙ йәйҙе лә... кесе йыһан ҡапҡаһы асылды... Унан, серле ғәмәл илә, Раббым ихтыярындағы тыуым тәҡдирендә, йәнемә берегеп, туғыҙ айға яҡын минең йән-тәнемдән йәшәү ҡөҙрәте алған сабыйым Оло йыһанға сыҡты!

– Малай!!! – Зөһрәнең ҡыуаныслы тауышы, әйтерһең, алыҫтан, томан пәрҙәһен йыртып килеп инде ҡолағыма. Еп өҙөрлөк тә хәлем юҡ ине, Әсмәнең: «Рәйхана инәйҙең ырымын атҡарҙың, Фатих, рәхмәт, әлдә тыңланың, бысаҡ теймәне тәненә әхирәткәйемдең, – тип иламһырағанына башымды ҡалҡыттым да йылмайырға көс таптым. Шунан, имеш, һыу урынына йылымыс ҡына һөт ағып ятҡан йылғаға ҡойонорға төштөм...

Ярға сығыуыма ҡаршымда аҡтан кейенгән ике фәрештә баҫып тора. Ожмахтамын икән. Аңлы гонаһтарым юҡ һымаҡ, ә сауаптарым барҙыр, ошонда эләккәс? Бер фәрештә тубыҡланып минең битемде, ҡулдарымды үбә – артыҡ быныһы, биллаһи! Икенсеһе аҡ төргәк һуҙа, ҡараһам, төргәктә – сабый! Ҡапыл аңым асылып китте: йәннәттә түгелмен, фани донъяламын икән – фәрештә тигәндәрем Фатихым менән Зөһрә ләһә. Ә ҡартәсәйем? Күрҙем дәһә? Күңел күҙем күргән уны, тимәк, рухы янымда ҡурсалап торған.

– Улыбыҙ бар, Нуриям! – тине Фатих һәм өҫтәп ҡуйҙы: – Рәхмәт, һөйөклөм.

– Һиңә лә... – Тауышым үҙемә ят, ҡарлығып сыҡты.

– Һөйләшмәгеҙ, апа, өҙлөгөрһөгөҙ, – тине Зөһрә, – ауыр таптығыҙ баланы. Мин ҡабул иткән беренсе сабый иҫән-имен тыуҙы донъяға! Мәңге онотаһым юҡ был шатлыҡты.

Аҡ биләүҙәге бәпестән танһыҡ еҫ килә, уны һис ниндәй башҡа еҫ-тойом менән бутарлыҡ түгел. Әсәнең сабыйын күкрәгенә терәгән тәүге минуттарын да бүтән берәй мәл менән сағыштырып булмайҙыр. Сөнки был – мөғжизә, үҙең кисергән, хатта ки, Алла рәхиме менән, үҙең ҡылған мөғжизә!

Даниярға йәш тулыуға, өй туйы уҙғарҙыҡ. Оҙаҡ ҡоролдо үҙ йортобоҙ, әммә тыуҙы ул бәхетле көн дә, иншалла. Бесәнде яңы аҙбар башына күтәреп ҡуйғас, яңы баҡсалағы бәрәңгене яңы баҙға төшөрөрҙән алда, көндәр матур торған арала тип, ҡунаҡ йыйҙыҡ. Сыңғыҙ менән Менәүәрәнең ауылда сағына тура килтереп. Мәжлес уртаһында үҙенә күрә иҫтәлекле ваҡиға булды. Ҡулына кескәй генә дүрткел нәмә тотоп, почтальонка килеп инде. Хәҙер был эштә Ҡарағаш Мәсрүрә апай йөрөй.

– Бандероль ишараты, – тине апай, беҙ аптырап ҡалғанды күреп, – «Нурияға, К. Заһидиҙан» тиелгән. Бына, үҙем тотоп килдем, извещение генә биреп китһәм була ла – белге килә: кем икән ул Заһиди?

– Йорт ҡотлап, берәй бүләктер. Ас, хужабикә, күрәйек! Ҡунаҡтар гөр килде.

Астым. Бәс! Китап, тиһәм, ике томлыҡ каталог булып сыҡты. Ҡыҫҡа ғына яҙыуы бар. Ҡысҡырып уҡыным:

«Һаумыһығыҙ, Нурия, Фатих дуҫ! Күргән-белгәндәргә сәләм!

Нурия, мин былтыр «Мәскәү – Париж» тигән халыҡ-ара күргәҙмәлә булдым, бөйөк художниктарҙың полотноларын күрҙем. Абстракционизм өлгөләре лә бар ине: Пикассо, Матисс. Малевичтың «Ҡара квадраты» ла. Заманалар демократия яғына ауыша бара һымаҡ. Бына һиңә шул күргәҙмәлә ҡуйылған әҫәрҙәрҙең каталогын һалам, живопись менән ҡыҙыҡһынғаныңды белгәнгә күрә. Үҙеңде шунда ҡатнашҡандай тойоп алырһың, моғайын, һиндә воображение көслө бит. Ф атих! Сентябрь урталарында берәй айға ҡайтып китмәксемен, Толпарлының алтын көҙөн төшөрөргә. Әле минең ижадымда пейзаж осоро шикелле... Һеҙҙең Кәбир».

Ярайһы ҡыҙмаса булып алған ҡунаҡтар ҙа шып-шым тыңланы хатты. Аҙаҡ ҡына:

– Үҙебеҙҙең Кәбирме ни ул Заһиди? Фамилияһын ҡыҫҡартҡан, имеш,– Заһидуллин даһа. Вәлидиҙән күрмәксеме икән? – тип шаулашып алдылар ҙа Әхмәтзәки Вәлидигә, артабан башҡорт рәссамдары Ҡасим Дәүләткилдиев, Рәшит Нурмөхәмәтовтарға төшөп киттеләр. Ҡыҙыҡ өсөн генә «Ҡара квадрат»тың репродукцияһын күрһәткәйнем, Әүхәт ағайҙың, мыны ни, йәслә балаһы ла төшөрә, нимәһе сәнғәт икән, тигәненә һындары ҡатып көлгәс, йырлашырға тотондолар: «Күбәләк гөлдәргә ҡуна, гөлдә булғас ояһы...»

Әхирәттәрем менән серләшеп алырға ла мөмкинлек тыуҙы ир-ат ихатаға сығып әңгәмә ҡорған арала. Ара-тирә уларға ҡолаҡ һалабыҙ, улай ҙа.

– «Экономика экономиялы булырға тейеш» тигәнде нисек аңлайһығыҙ?– Сыңғыҙ, ғәҙәтенсә, иҡтисад темаһын күтәрә.

– Гәзиттәр ЛПХ тигән һүҙ менән тулған, башта тамырынан ҡорота яҙҙылар ҙа, хәҙер шәхси хужалыҡ иҫәбенә план үтәмәксе хөкүмәт, – быныһы Әшрәф тауышы. Сыңғыҙ уны йөпләй:

– Ошо уңайҙа нығынып ҡалһын ине ауыл кешеләре, но вряд ли: ялҡауға һалышҡандар, бригадир ҡушҡанды ғына эшләргә өйрәнгәндәр.

– Списать ителгән «Беларусь» һатып алдым, йүнәтеп булырлыҡ. Өҫтәмә аҡса эшләргә иҫәп тотам.

– Һин, Әшрәф, булдырырһың, ә бүтәндәр? Тегеләр бик етди гәпләшәләр, тип, йылмайышып үҙ хәбәребеҙгә тотондоҡ.

– Нурия, тағы бер йыл ултырырһың әле бала ҡарап? – тине Әсмә.

– Стаж һаҡлана лаһа, – тип ҡушылды Менәүәрә. – Мин дә уйлашам икенсеһен табырға. Күпме йөрөргә була абортҡа...

– Абау! – Әсмә ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Тыштағылар ишетте, ахырыһы, бер аҙға шымып, ҡолаҡтарын беҙҙең яҡҡа ҡарпайтып торҙолар.

– СССР аборт буйынса донъяла беренсе урында тора, – тип һүҙгә ҡушылды Зөһрә. – Һаулыҡ ҡаҡшауын уйлаймы беҙҙең ҡатындар, юҡмы? Үҙҙәрен аямайҙар.

– Бер барҙым ул абортҡа, етәр, хәҙер Хоҙай биргән һәр баламды табам. – Әсмә, үҙенең онотолоп киткәнен һиҙеп, һүҙҙе бөтөнләй икенсе яҡҡа күсерә һалды (уның теге хәлен мин генә беләм дәһә): – Пенсия арттырҙы хөкүмәт.

– Биш тәңкәгәме? – Әлфира, уны хәҙер Әл тип йөрөтөү килешмәҫ, һанап та ҡуйҙы, колхозда баш бухгалтер бит. – Крәҫтиәнгә хәҙер – 40 һум, ҡала кешеһенә – 50 һум.

Һүҙебеҙ ошонда өҙөлөп торҙо, дәртле баҫып өйгә Зөлфәр килеп инде лә магнитофонды тоҡандырҙы. Алла Пугачеваның «Арлекино»һы яңғыраны.

Ғөмүмән, был йылды ҡунаҡтан бушаманыҡ. Икеләтә ине шул сәбәбе лә: малай тыуыу һәм өй һалып сығыу.

Данияр, күҙ теймәһен, ай үҫәһен көн үҫә. Бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә, ваҡ-төйәк эшкә ул йоҡлаған арала ғына өлгөрөп ҡалам. Фатих башы-тояғы менән дауахана мәнфәғәтендә.

Уйланырға, әммә, ваҡытым бар. Бишек йырҙары йырларға әүәҫләнеп алдым, етмәһә. Баштараҡ өләсәйем Асияны бәүеткәндәгене көйләй инем:

...Атаһы киткән арғы осҡа,

Әсәһе киткән бирге осҡа –

Уларҙы ҡайҙан табайыҡ?

Әлли-бәлли, бәү, бәү...

Өләсәкәй, был йырҙы үҙемдең ҡартәсәйемдән оттом, тиер ине. Бик боронғо, тимәк. Хас та минең менән Фатих тураһында кеүек ине йырҙың һүҙҙәре: ирем уҡыуҙа, үҙем эштә... Был баламды иһә ирәйеп бағып ултырыр мөмкинлегем бар: хөкүмәт аҡса түләп ял бирҙе, ирем дә янымда. Шул кинәнестәнме, телемдән өр-яңы бишек йыры тирелде:

Атайың да яҡыңда,

Әсәйең дә яныңда,

Улым, улыҡайым да,

Ғәмһеҙ йоҡла ҡуйынымда!

Үҙенән-үҙе тағы әллә күпме теләктәр теләнә, аманаттар әйтелә йырымда, гүйә, оҙон бер поэма. Данияр иҙрәп йоҡлап киткәс тә, уның йылы, татлы ипкененән айырыла алмай мәлйейем әле, шунан ғына карауатына күсереп һалам. Бишек – йырҙа ғына, Фатих, унда баланың умыртҡа һөйәгенә зыян килә, тисе. Үҙе, әйтерһең, киндер төплө сәңгелдәктә бәүелеп үҫмәгән. Ирем ҡушмағанды эшләмәйем инде, атаҡ. Ысын, Данияр тыуғас, харап күндәм ҡатынға әйләндем. Үҙемде ситтән ҡарап ҡына түгел, үҙәгемә үтеп үк тикшерергә, һынарға хәҙер ҙә оҫтамын, шунан сығып әйтәм: үҙгәрҙем. Һәм был үҙгәрештең бәхеттән икәнен беләм. Ғүмерҙә булмағанса, йырларға һәүәҫләнеүем дә – шунлыҡтан. Шағир ҙа яҙған бит «бәхетле илдең генә ҡатындары йырлай» тип. Хәйер, был һүҙҙәр бәхәсле кеүек? Йылмая, тиһә инде? Һәр хәлдә, ҡатындарҙың боронғо йырҙары күпселектә хәсрәтле кисерештәрҙән – зарҙан, ил-еренән айырылыуҙан, бәхетһеҙ мөхәббәттән яралған? Уйланам. Уйлы ҡатын мин. Уйҙарым, алдыма уралып-уралып килеп ята ла, тағат минең йомғағымды, сис йомағымды, ти берсә, сейәләнеп, төйөн-төйөн сыбала ла, ура мине, йомғаҡла-йыйна, ти, икенселәй... Бәғзе мәлдә, ҡатын-ҡыҙҙы кәм күргән ир-атҡа ҡаршы баҫып, әсе-әсе һүҙҙәр ысҡындырырҙай булып китәм. Ундайҙар етерлек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ә бит ғашиҡ саҡтарында тәхеткә ултыртырҙай булып өлтөрәп йөрөйҙәр! Ғәжәп? Әлдә генә Фатихым тиң күрә үҙемде, миңә шул етә – тәхете кәрәкмәй.

Ҡатын- ҡыҙҙың серле күңел даръяһы, хисле йөрәге, салт аҡылы тураһында ошолай әйтер инем, тип уҡталған фекерҙәрем ниндәйҙер мөғжизәүи ғиллә илә Менәүәрә дуҫымдың - шағирә Гөлсирендең күңел сәхрәһенә барып юлыҡҡан, күрәһең, шуларҙы шиғыр иткән дәһә! Өлкә гәзитендә баҫылып сыҡты. Бер уҡыуҙа ятлап алдым. Йөрәк тибешемә ауаздаш булғанғалыр? Әммә һәр кем дә йөрәгендәген шиғри аһәң итә алмай шул – талант кәрәк. Бер ҡараһаң, талант та, мөхәббәт ҡошоноң әллә бер һыңары, бик һирәктәрҙең генә ағасына ҡуна, һайлап ҡына. Гөлсирендекенә ҡунған һәм һайрай! Ана, ҡайһылай яҙған:

...Мин – ҡатын-ҡыҙ. Мин – бер ҡатлы,

Мин – мең ҡатлы! Ҡатлы-ҡатлы...

Күңелемде, әй, һин, ир-ат,

Йыһан тип бел,

Офоҡтар һәм Күк тип аңла,

Мәңгелектең үҙе тип аңла,

Аңлай алмаҫыңды – аңла!

Октябрь байрамы ла үтеп китте. 10 ноябрҙә – Милиция көнө. Төш мәлендә Ишбирҙегә шалтыраттым, ҡотлап. Бер ыңғай һорай ҡуйҙым, һеҙҙең тантаналарҙы башҡа берәй көнгә күсерҙеләрме әллә, тип. Ғәжәп тәһә, ҡасан асһам да, телевизорҙан да, радионан да байрам кәйефе тойолмай, әллә ниндәй эс бошорғос моңһоу көйҙәр ағыласы. Беҙ ҙә аптырауҙа, Нурия апай, атайым беләлер, белһә, тип көлгән булды Ишбирҙе.

Әмин абыйға шалтыраттым.

– Ә, Нурия, һинме, баш ватаһыңмы, донъяла ни күстәрелә, тип? – Абый шундуҡ һиҙҙе ниәтемде: – Концерт та юҡ, сурт та юҡ минең малайҙың байрамында. Тегеләр ҙә нимә тип юрарға белмәй, «тимер шаршау» артында ниҙер булған, тип шикләнеүҙән уҙа алмайҙар. – Тегеләре – «Азатлыҡ» радиоһы инде.

Иртәгәһенә генә асыҡланды был сәйер хәл: Леонид Ильич Брежнев вафат икән. Бер көн өндәшмәй торғандар булып сыға? Ун берендә генә халыҡҡа белдерҙеләр, дүрт көнгә матәм иғлан иттеләр.

Ҡайғырҙыҡ. Ун һигеҙ йыл СССР-ға етәкселек иткән шәхес яҡты донъянан китте бит. Ниндәй мөһабәт, алсаҡ кеше ине, һуңғы йылдарҙа ныҡ бирешеп, ҡартайып, йәл ҡиәфәткә инде.

Халыҡты ике мәсьәлә борсоно: яңы етәксе итеп кем тәғәйенләнер һәм Брежневты мавзолейға ҡуйырҙармы? Юҡ, ҡуйманылар. Әмин абыйҙың, ҡартластар власты ысҡындырмаҫ әле, тигән фаразы раҫ килде: Генсек булып бығаса ун биш йыл КГБ-ны етәкләгән Андропов ултырҙы.

Урал тауҙары ҡосағында, Рәсәй төпкөлөндә көн күргән Толпарлы, үҙенең СССР дәүләтенең генә түгел, Йыһандың бер өлөшсәһе икәнен белгәнлектән, битараф ҡалманы илдәге үҙгәрештәргә. Ниҙәр булыр, ҡаты ҡуллыға оҡшаған Андропов, боғаҙҙан алмаҫмы? 1937-се кире әйләнеп ҡайтмаҫ тимә?!

Кәбирҙең, сентябрь урталарында, тигәне Яңы йылға барып төкәлде. Был – Толпарлыға төрлө тарафтарҙан нәҫел-нәсәбе йыйыла торған осор. Беҙгә лә Камилалар, Динис менән Руслан, Мәйсәрә ҡайтып төштө. Үҙҙәре әйтә ләһә «ҡайттыҡ» тип. Камил, эшендә дежуры булып, килә алмаған. Күп итеп ҡала күстәнәстәре төштө, үҙебеҙ ҙә етеш йәшәйбеҙ – мулдан ҡубып байрам табыны әҙерләнек. Кремль куранттары һуҡҡан ыңғайға шампан шарабын күтәргәндән һуң, Өфө тапшырыуҙарын ҡарай-ҡарай, һәүетемсә гәпләшеп ултырғанда, бер-бер артлы тағы ҡунаҡтар килә башламаһынмы! Ата-әсәләрен ҡотлап, күңелдәрен күргәндәр ҙә – беҙгә. Башта Сыңғыҙ менән Менәүәрә, Әхиәр менән ҡатыны, уларҙың эҙенә баҫып тигәндәй – Кәбир (яңғыҙы), уның артынса уҡ Гөлфирә менән Харис – иң күп иғтибар уларға бүленде, ни тиһәң дә, өс-дүрт йылға бер генә ҡайталар.

Әҙ генә ултырғайныҡ, Харис ҡайҙалыр йыйына башланы, Гөлфирәһенә ым бирҙе. Сабирҙарға әйҙәләй, имеш. Улар бик өйҙән сыҡмай, йәш бәпестәре бар. Сыңғыҙҙар ҙа бармаҡсы әллә? Әхиәр ҙә ҡуҙғалды. Кәбир ҙә. Ә беҙ нишләп тороп ҡалайыҡ? Йыуаса алдыҡ та бер кәрзин итеп, юлландыҡ. Фатих, Хәйҙәр, Кәбир, Әхиәр, Сабир һәм Әшрәф – алтауҙар, балалыҡ дуҫтарым. Күптән, бик күптән ошолай, Хәйҙәр әйтмешләй, полный комплект, йыйылғандары юҡ ине. Әшрәфтәргә, әлбиттә, шылтыраттыҡ, улар, тәүҙә беҙгә керегеҙ, тип тартыштылар ҙа, бәпес күрә барабыҙ, тигәс, ҡушылдылар. Бәпес ни, иҫ белмәй йоҡлап ятты, беҙ һөйләшеп кинәндек. Харисты Мәскәү хәрби округына күсергәндәр икән, хәҙер йышыраҡ осрашырбыҙ, моғайын. Бүтән хәрбиҙәрҙең бисәләре кеүек өйҙә ултырманым, юрист һөнәре унда кәрәкле, эшләнем, тине Гөлфирә. Тағы бала тапҡым килә, йәшем үтмәҫ элек, ҡыҙыбыҙ яңғыҙ үҫә бит, тип тә ҡуйҙы. Мәскәү мәрйәләренә әүрәгәнсе, сабыйына атлығып өйгә ҡайтыр, Харис уғата баласыл ул, тигәнен ишеткәс, йылмайып ҡуйҙым: Гуля-Гөлсөм аҡылы.

Дуҫтарыма, инде ир ҡорона ингән теге алты малайға, һоҡландым. Һөйөндөм. Береһен дә, ололар һүҙенсә, көн юғалтманы, төн йотманы, үҙ юлдарын таптылар. Кәбир генә һаман ғаилә ҡормай йөрөй.

– Музаңды ҡасан табаһың? – Сабир шулай һорағайны, юғалыбыраҡ ҡалды Кәйҙерем дуҫым. Бөркөтсө лә ул. Рәссам да. Яуап бирмәҫ, тиһәк, кисегеп булһа ла бирҙе:

– Музамды мин һеҙҙән дә алдараҡ тапҡанмындыр, малайлығым менән аңламай ҡалғанмындыр. Бер табылғас, юғалмай ул, йөрәктә бит ул – Муза. Ижад ҡомарым тоҡанды, егеттәр! Мастерскойым бар. Ҡуна-төшә шунда эшләйем. Ҡана, бер эскиз күрһәтәм. Ҙур картинаның фрагменты ғына. Күсермәһен мәктәпкә килтереп эләсәкмен, әле эше бөтмәгән.

Кеҫәһенән дүрткә бикләнгән ҡағыҙ китлтереп сығарҙы ла йәйеп күрһәтте. Ярабби! Милли кейемдәге, оҙон толомдарына талир тәңкәләр таҡҡан нәҙекәйбил башҡорт һылыуы бейей. Биллаһи, ҡағыҙҙа сүрәт булып ҡатып ҡалмаған ул, ә һәр быуыны – хәрәкәттә, күҙҙәре сая осҡондар сәсә, керпектәре елпенә, бармаҡтары, ҡош ҡанатылай, осошта, ирендәре бына-бына йылмайып асылыр ҙа, ынйы тештәре теҙелеп күренер кеүек.

– Толомдары – һинеке, – тип һалды Заһира, миңә ымлап.

– Буй-һыны – минеке! – Гөлфирә белә үҙенең һомғоллоғон.

– Керпектәре Мәүлиҙә ҡоралайҙыҡы, – мин дә һүҙ ҡыҫтырҙым. – Ә күҙендәге ҡыйыулыҡ һинән күскән, Әсмә.

– Картинаның исеме – «Заһиҙә», – тине Кәбир. – Эйе, башҡорт ҡыҙҙарының йыйылма образы, дөрөҫ тойҙоғоҙ.

– «Заһиҙә» минең өсөн мәңге Рәшиҙә Туйсина булып ҡаласаҡ, – әйтмәй түҙмәнем, сөнки шуға инанам: был бейеүҙе унан да камилыраҡ итеп бейеүсе табылмаҫтыр.

– Заһиҙәне мин тыуған яғымда, Толпарсыҡҡан ярында, бейеттем...

Шунан, ҡапыл ғына ҡуҙғалып, урамға сыҡтыҡ. Таралыштыҡ. Сыңғыҙҙар – Таллыға, Хәйҙәрҙәр – клубҡа, Әлфирәләр шунда, тип, ә башҡаларыбыҙ – ғаилә усаҡтарыбыҙға. Кәбирҙе генә нишләтергә лә белмәнек. Төнгө ауыл урамдарына күктән көмөш нур ҡойола – Айҙан, йондоҙҙарҙан, фәрештә ҡанаттарынан. Ел йоҡлаған. Тауҙар ҙа төш күрә кеүек был һиллектә. Ҡарауылтау ғына уяуҙыр, һағауылдалыр. Шул сихри халәт уртаһында ҡымшанмай ҙа яңғыҙы баҫып тороп ҡалды Кәбир...

Рәхәтләнеп, оҙаҡ итеп декретта ултырғандан һуң яңынан эшкә сыҡтым. Мин юҡта РОНО йәш уҡытыусы ебәреп торғайны. Егет кешене. Толпарлының бер сибәре эләктерҙе бит тегене, өйләнде. Беҙҙә тороп ҡалмаҡсы, ти. Вафич ипләп кенә ошо тәңгәлдә һүҙ башлағайны, тыңлап та бөтөрмәй, мөнәсәбәтемде белдерә һалдым:

– География сәғәттәре бер үҙемә күп тә, бүлегеҙ. Тик астрономиямды бүтәнгә бирмәгеҙ. Класс етәкселегенән бушатһағыҙ ҙа ҡаршылығым юҡ, Ҡатын-ҡыҙҙар советында егелеберәк эшләргә иҫәп бар.

Үҙе лә шулайыраҡ уйлап торған, күрәһең, «хуп» тип кенә ҡуйҙы Вафич.

Тормошомдоң ҡуласаһы шәберәк әйләнә башланы һымаҡ. Өй тауығы булып бара инем, юҡһа. Абау. Бер көндө мәктәпкә киномеханик ағай килеп инде, ғүмерҙә булмағанды. Балалары күптән уҡыу йәшенән сыҡҡан. «Чучело» тигән фильм килде, бер көнгә генә бирҙеләр, нишләйек, балаларға ла күрһәтәйекме, тисе. Кәңәшләштек тә ағайҙан беҙгә, уҡытыусыларға, айырым күрһәтеүен үтендек. Риза булды. Бушағандарыбыҙ көпә-көндөҙ барып ҡараныҡ.

– Ҡуйығыҙ, детский сеансты ла, – тип хәл итте Вафич. – Беҙҙә лә ундай хәлдәр булмаҫ тимә. Балаларҙы кире күренеш тә тәрбиәләй, дөрөҫ йүнәлеш бирһәң. Ҡараһындар, диспут уҙғарырбыҙ, инша яҙҙырыбыҙ, шул уңайҙа тын алыштарын самаларбыҙ. Агрессия бармы уларҙа, юҡмы икәнен.

– Агрессия?!

– Эйе. Яңы быуын үҫә. Улар белемле, сәмле һәм уҫал. Теҙгенде ысҡындырмайыҡ!

Ҡалаларҙан Андропов режимы хаҡында хәбәрҙәр килеп-килеп урай. Эш сәғәтендә магазинға йөрөүселәрҙе тотоп штраф һалалар икән. Ҙур-ҙур түрәләрҙең дә ҡырын эштәре фашлана башланы. Был бит бер ғаиләнең генә фажиғәһе түгел, ә ил йөҙөндәге тап, оло бәлә. Балыҡтың башынан сереүенә дәлил!

Нимә менән барып бөтөр ине икән был режим – билдәһеҙ: Андропов донъя ҡуйҙы. Уның урынын тағы ла ҡартыраҡ Черненко биләне. Телевизорҙан күреүебеҙсә, сираттағы Генсектың да сәләмәтлеге шәптән түгеллеге йөҙөнә сыҡҡайны.

Халыҡ шымтайып, һағайып ҡалды. Һуғыш бара! Афғанда. Унан цинк табуттарҙа ҡайта беҙҙең балалар...

Бер көндө Вафич ҙур тәнәфестә тиҙ генә уҡытыусыларҙы кабинетына йыйып алды ла, РОНО-нан күрһәтмә килде, политинформаторҙар исемлеген төҙөп ебәрергә кәрәк, кем ҡайҙа тәғәйенләнгәнен, ниндәй темалар күтәргәнен – тотош теркәргә, тип белдереү яһаны. Ә мин шунда тот әйт:

– Һәр йортта радио, телевизор бар, гәзит-журнал алдырмаған кеше һирәк, һис юғы район гәзите килә – пенсионерҙарға тиклем, һорап та тормай, яҙҙыралар ҙа аҡсаһын тотоп ҡалалар.

– Был насармы ни, Нурия Баязитовна? – тине Вафич ҡәтғи генә. Мәктәп директоры булғаны бирле уның тауышы төрлөгә әйләнде: өгөтләүсән, талапсан, уҫал, ҡай саҡ мыҫҡыллы. Сәкинә апа, исмаһам, еңәме-еңмәйме, РОНО-ға ҡаршылашып ала торғайны, уҡытыусыларҙы «иҙәһегеҙ» тип.

– Агитаторы ла, политинформаторы ла – беҙ. Колхоздың белгестәре юҡмы ни, ауыл Советының да? Йөрөһөндәр улар ҙа.

– Халыҡтың күҙен асырға, сәйәси аңын үҫтерергә! Ана, афған һуғышы... Баш ҡаланан бер төркөм уҡытыусылар Мәскәүгә хат ебәргән, совет һалдаттарын ҡайтарырға, ҡан ҡойошҡа сик ҡуйырға кәрәк, тип. Интернациональ бурыс хаҡында белмәйҙәрме?! Нурия Баязитовна, һөтсөлөк фермаһы – һеҙҙеке, өҫтәп тегенселәр цехын беркетәм.

– Ундағы өс ҡатын өсөн...

– Әйттем и все! – Һүҙемде осларға ла бирмәне. Бына бер диктатор. Табылған... Түҙем тоҡсайы тишелде, ти торғайны ысвикла бисәләренең иң сабыр холоҡлоһо Мөслимә апай, Закир Мөслөйө инде, шул иҫкә килеп төштө. Уф! Фермала көтәләр – тап бөгөн политинформация. Киске һауын алдынан. Шунда йүнәлдем.

Ҡыҙыл мөйөштә ут алғандар, эстә халыҡ ҡайнаша – пәрҙәләр тартылмаған, тотош күренеп тора. Ҡараңғы төшмәҫ борон ни өсөн электрҙы сарыф итәләрҙер? Политинформацияға ваҡыт бар әле, нишләп улай иртә йыйылышҡандар? Тупһаға менеп, тотҡаға үрелдем. Ишек танауымдың төбөндә генә асылып китте лә, ҡаршыма Аҡман Ҡара ағайҙың бер ҡыҙы (һигеҙ ҡыҙының өсәүһе һауынсы) килеп сыҡты, туҡтамай ғына яңылыҡ хәбәр итте лә ары йүгерҙе: «Муса ҡайтҡан!» Ишекте тыштан кире ябып, ҡатып ҡалдым: үҙе ҡайтҡанмы, ҡайтарғандармы? Быйылғы йыл, 1984-се, афған һуғышының иң фажиғәле йылы булһа кәрәк, «Груз – 200» тигән ҡот осҡос йөк СССР-ҙың ҡайһы ғына төбәгенә оҙатылманы икән унан?

Күпме алйып торорға була – эскә индем. Һауынсы ҡатындарҙың йөҙҙәренә ҡапылда текләп ҡарамай торһам да, һиҙемләнем: бында ҡыуаныс шауҡымы хөкөм һөрә – иншалла! Гәзит төпләмәләре ятҡан өҫтәл тирәләй ултырғандар, һалдат формаһы кейгән егетте урталарына алып. Муса шул. Төҫкә әллә ни үҙгәрмәгән, ир ҡорона инеп, мыҡтыланған ғына. Ҡылт итеп өлкән пионер вожатыйы сағым иҫемә төштө: ошо Муса лаһа, алтынсыла уҡыған сағында, хеҙмәт дәресендә синыфташ ҡыҙыҡайының толомон ҡайсы менән киҫеп алып ҡасып, йәшергәйне. Һалдат ҡаршыма атланы, ихластан ҡосаҡлап алдым үҙен.

– Ҡайтып төшһәм, әсәйем һауынға киткән. Бына, килдем. Әсәйҙе һағындым. Бөтәгеҙҙе лә! Толпарлыны дүрт йыл күргәнем юҡ – һуғыштың башынан тиерлек афғандамын.

– Берәүҙең бер бөртөк улы ла... – Кемдер шулай тип иламһырап алды, әммә бүтәндәр, йүпләп баш ҡағып ҡуйһалар ҙа, был кәйефте уҙындырманы.

– Политинформацияңды башла, Нурия апа, – тине Муса, йөҙөнә көсләп йылмайыу ишараты сығарып, – интернациональ ярҙам хаҡында. Ә, беләһегеҙме, һуғыш бара унда, ысын һуғыш! Йылына икешәр-өсәр мең совет һалдаты һәләк була. «Груз – 200» хаҡында ишеткәнһегеҙҙер?

– Күрше ауылға бикле табутта килтерҙеләр, 20 йәшлек кенә баланы...

– Район үҙәгендәге зыяратта – унлаған ҡәбер. Махсус аллея...

– Мин икенсе тапҡыр яраланғас, Үзбәкстанға, Термез ҡалаһындағы госпиталгә, эләктем. Унда табуттарҙы машинаға тейәп өлгөрмәйҙәр.

– Яҙманың да бит, балам? – Мусаның әсәһе лә телгә килде, юҡһа шатлығынан иҫәңгерәп ултырыуы ине.

– Уныһы үҙе бер тарих, һөйләрмен, әсәй. Хәҙер минең ваҡыт күп, комиссовать иттеләр. Хәрби хеҙмәт менән хушлаштым.

– Аллаға шөкөр!

– Күккә күтәрелә алмаған бөркөттөң хәле, әсәй...

Бер арауыҡ тынлыҡ урынлашты, мин шуны файҙаланып ҡалдым:

– Афғанстандағы хәлдәрҙе, Муса, белмәйбеҙ үк түгел. Хаттар килә, иҫән ҡайтҡандар еткерә дөрөҫөн. Быйылғы йәйҙә беҙҙең хәрби контингенттың ҙур юғалтыуҙар кисереүе мәғлүм. Панджшер тарлауындағы ҡаты бәрелештәр, Мазари-Шәриф ҡалаһы өсөн алыш... Йә, үҙең һөйлә, ниҙәр бар унда, афғанда?

– Авиация, артиллерия, мотопехота, атыш-ҡырылыш – ҡыҫҡаһы, һуғыш тигән тамуҡта нимә булырға тейеш, бөтәһе лә бар... – Һалдат һуғыш тураһында күпмелер мәғлүмәт бирергә, Аҡман Ҡара ағайҙың баяғы ҡыҙы ишекте ҡаҫып ҡына асып иҫкәртеп китте: «Малҡайҙар ныҡ тынысһыҙлана! Минең дежурҙа һауым кәмей, әтеү...»

– Бөгөнгө политинформация бик йәнле үтте,– тинем мин дә, һүҙҙе йомғаҡлап. – Муса, бер арала мәктәпкә, балалар менән осрашыуға, килерһең әле?

Муса менән ауыл яғына бергә атланыҡ. Ҡуйы эңер пәрҙәһе аҫтында ҡалған Толпарлы айырыуса серле, кинолағылай матур күренә. Һалдат, сарсаған юлсы оңҡолдатып һыу эскәндәй, яҙ татына тулыша башлаған һауаны күкрәген тултырып танһыҡлап һулап килә.

– Уҡтау һонолоп миңә ҡарай, күрәм һине, улан, тиҙер. Аҡбейек тә танып торалыр. Ана, Ҡырластауым. – Егет зыр әйләнеп тирә-яҡты, алыҫтан суҡайып күренгән тауҙарҙы байҡап сыҡты ла: – Һаумы, йәнтөйәгем! Мин ҡайттым! – тип оран һалды. Киске тыңлыҡта иҙрәгән һауа был оранды һәлмәк кенә күтәреп алды, күпмелер ауыл өҫтөндә бәүелтеп тороп, ҡая-тауҙарға елгәрҙе, ул тарафтарҙан, сәләм ҡайтарып, шаңдау килде. – Афған тауҙары миңә бер ҡасан да яуап бирмәне, Толпарлымды һағынғанда, уларға өндәшә инем... Үҙҙәрен емерергә, саңға әйләндерергә килгәнемде белделәр, күрәһең, – тине Муса.

Ә бит мин, хисле генә кеше, артистарҙың сәхнәлә ошондайыраҡ мәлдәрҙе күрһәткәндә тантаналы тауыш менән уйнауына, йөрәкһеп һөрәнләүенә, йән әрнеткес һүҙҙәр әйтеп асырғаныуына артыҡ ҡыланыу тип ҡарай инем. Муса артисланмай ҙаһа! Ферма ауылдан апаруҡ ситтә ултыра. Шул арала һалдат миңә байтаҡ һөйләп өлгөрҙө афған хаҡында. Аҙағыраҡ тағы бер нисә тапҡыр әңгәмәләшеп ултырырға мөмкинлек булды. Уның күргән-кисергәндәренән башымда тотош хикәйә сюжеты ҡоролдо, шуны эҫе мәлендә, яңғыҙ ғына ултырып,ҡағыҙға төшөрәйем, тип, эш-көш ишелеп тормаған бер йәкшәмбелә иртүк мәктәпкә йүнәлдем. Унда бер кем дә тап булмаҫ, тиһәм, әлеге Вафич, тынғыһыҙ йән, йөрөп ята. Үҙе һүҙ башланы:

– Үсегеп ҡыланаһыңмы, Нурия?

– Ҡыланмайым, ысын үсектем! – тинем. – Тамам шашындың, директор, имеш, берәү, башта күтәрергә өйрән данды, шунан...

– Ниндәй дан ул, ә? Кошмарҙан башҡа нимәһе бар, тимәйҙәр. Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һиңә бер ыштан! Мәктәп һалдыра башланым да, ҡайҙа ағас-таш, икенең бере юҡ. Сәкинә апа ҡасты, йомро баш.

– Һин дә ҡас, ҡурҡҡас.

– Кем ҡурҡҡан, минме?!

– Әтеү. Юҡҡа кемдең түбәһенә осоп ҡунырға белмәй йөрөйһөңмө, әтәсләнеп. Тота ла суҡый башлайсы...

– Ҡунырһың һиңә, суҡырһың һине!

– Попробуй только! – Ошо урында көлдөм дә ебәрҙем. Ҡыҙһам, русса телләшеп китәм, ҡайҙан килгән был миңә? Әрләшеүҙең тәме китте, былай булғас. – Заһира менән ҡушлап суҡыйым әле мин һинең түбәңде, белгең килһә, көт, кискә барып сығырмын өйөңә, Вафич. – «Сабир дуҫ» тип телемә килгәнде өн итмәнем, йәпле.

– Эш көнө түгел, ниңә килдең, ял итмәй? – Быны инде директор түгел, дуҫым һорай, тауышынан аңғарам.

– Очерк яҙмаҡсы инем, бер кем дә ҡамасауламаҫ бында, тиһәм. Район гәзите һораны, әҙ-мәҙ яҙышҡанды белеп ҡалды улары ла.

– Алама директорҙы ҡәләм осона эләктермәксеһеңме? Аҡназар ағайҙы рәйеслектән төшөрткәйнең, иҫтә.

– Ауылдың сабырлыҡ көршәгенә һуңғы тамсы тамды ла артылды. Ә минең гәзиттә баҫылған мәҡәләм – резюме генә, ҡайтауаз. Элек ҡыйыуһыҙ булғанмын, хәҙер килеп минең ауыҙымды ябып ҡараһындар! – Арттырып ебәрҙем әллә, Сабир дуҫыма янағандай ысҡындырҙым?

Эсемде күмһетеп йөрөгән дәғүәләремде сығарғас, рәхәт булып китте. Психологтар юҡҡа өгөтләмәй икән, асыуығыҙҙы тышҡа сығарығыҙ, тип. Күҙем асылып, зиһенем яҡтырып ҡалғандай булды, биллаһи. География бүлмәһенә инеп ултырҙым. Ҡулыма ручка алдым. Стартҡа әҙерләнгән спортсылай, ихтыярымды тупланым. Тәрән итеп тын алдым да бер һелтәнеүҙә «Тимерсе ҡарт» тип баш ҡуйҙым әҫәремә – көтмәгәндә. Ярар, бәлки, үҙгәртермен дә аҙаҡ, күҙ күрер.

51[edit]

Муса сос малай булып үҫте. Биш йәшендә үк хәреф таный, дүрт телде белә ине: әсәһенән – башҡортсаны, атаһынан – ҡаҙаҡсаны, Сәлим дуҫынан үзбәксәне отто, ә балалар баҡсаһында арлашыу – русса. Малайҙың хәтер күҙәүенә күҙләп ҡуйған тәүге ебе – ҡара еп. Эргәһенә киләсәктә аллы-гөллөләре лә өҫтәлер, әммә ул ҡарайып, мәңге һөмһөрөн ҡойоп, йөрәкте һыҙландырып торасаҡ.

...Уҡырға төшөргә дәртләнеп йөрөүе ине. Туғыҙы тулып уҙған Сәлимдең, әсәһен, баланы быйыл да уҡырға бирмәһәгеҙ, яуаплылыҡҡа тарттырабыҙ, тип киҫәтеп, мәктәпкә яҙып киттеләр, ә Мусаларҙың ҡапҡаһын урап үттеләр – йәше етмәгәйне. Улай ҙа, атаһы етәкләп алып барып, зирәклеген иҫбатлағас, уны ла теркәнеләр.

Мусаның – атаһы летчик. «Кукурузник» тигән самолетында баҫыуҙарға химикат һиптерә, игендәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Йөк тә ташый, кәрәк саҡта кеше ултыртып ҡалаға ла оса, «тиҙ ярҙам» хеҙмәтен дә үтәй. Уҡырға төшөр алдынан ул, һине аэродромға алып барам, самолетыма ултыртам, тип вәғәҙә бирҙе, малай шуны көтөп, көн һанап йөрөй. Ләкин... Даланы иңләп-буйлап комбайндар гөрөлдәгән ураҡ мәлендә, ишелеп уңған игендәр кешеләрҙең күңелен үҫтергәндә, уларҙың йортона ҡайғы килде. Атаһының самолеты йығылып төштө. Күргән кешеләр аҙаҡ һөйләне, яралы ҡош кеүек, ҡанаттарын әле бер, әле икенсе яҡҡа ауыштырып, талпынырға тырышып, гүйә, суҡышы менән килеп төртөлдө ергә, тип. Ултыртҡан тимер ҡошто, уңайһыҙ, соҡолтло урында, барыбер төшөрөп ҡуйған. Бергә осҡан ярҙамсыһына парашют менән һикерергә бойорған. Ҡойроғо төтөнгә сумған самолет янына янғын һүндереү машинаһы килеп өлгөргән – базанан бигүк алыҫ та булмаған был хәл.

Совхоз үҙәгендәге дауаханаға әсәһе Мусаны ла алып барҙы. Атаһының башы марля менән уралған, бер ҡулы гипста, күҙҙәре йомоҡ. Палаталағы сәйер зәңгәрһыу яҡтылыҡтанмы, уның ҡаны ҡасҡан бите лә, яланғас беләге лә шул төҫтә һымаҡ күренде. Доктор, әсәһенә ымлап, сәнсә бармағын күрһәтте: бер минутҡа ғына, тинеме, әллә бер ауыҙ һүҙгә генә рөхсәте булдымы, Муса аңламаны. Атаһы ысынлап та бер минутҡа ғына иҫенә килде, бер ауыҙ ғына һүҙ әйтеп өлгөрҙө:

– Улым, летчик...

Ғәзиз кешеһенең һуңғы аманаты Мусаға сер булып ҡалды. Үҫә барған һайын нығыраҡ уйланды ул был хаҡта, әммә сисә алманы: летчик бул, тинеме атаһы, әллә киреһенсәме?

Ә бер көндө Сәлим ошондай сәйер хәбәр һалды: «Әсәйең хәҙер, минеке кеүек, ир эҙләй башлаясаҡ, белеп тор». Шунан һуң күп тә үтмәне, дуҫының әсәһе Бибиғәйшә апай Мусаларға араҡы тотоп, ҡултығына дәү ҡарбуз ҡыҫтырып килеп инде. «Бахча»ла эшләй, унда гектарлап ҡарбуз үҫтерәләр, Сәлим эргә-тирә малай-шалайға шунда йәшерен һуҡмаҡ та күрһәткән, төндә төшкөләйҙәр. Муса эйәрмәй, дуҫы былай ҙа ситән аҫтынан тәгәрәткеләп тора уға ҡарбуздарҙы. Уның әсәһе, Бибиғәйшә апай, йомарт ул, әрләмәй малайын, күреп ҡалһа ла: «Бир шул, сығарып һатайыммы ни, тотолоп төрмәгә ултырайыммы ни? Бир шул, барыбер ятып серей артығы», – тип йөпләй ҙә ҡуя.

Биби (уны йәше-ҡарты шулай йөрөтә), әҙерәк төшөргән, күрәһең, инеү менән үҙенә үҙе үзбәксә таҡмаҡ әйтеп бейеп алды.

Әсәһе Биби апай алдынан ғына үҙенә бик килешеп торған аҡһыл зәңгәргә ваҡ ҡына ҡыҙыл сәскәләр төшкән күлдәген кейеп, сәсен икенән үреп төшөрөп ҡуйғайны. Күршеһе тыпырҙатып бейеп килгән еренән шып туктап ҡалды, уға ҡарап:

– Нурбәктең мәғшуҡаһы, күңел сыруры инең дә... Думбыраһын сиртеп, «Йолдызым, таң йолдызым, сен ярым, жан чуагым, жан чырагым, жырым сен...» тип йырлай торғайны. Иҫтә!Үлгән артынан үлеп булмай! Әйҙә, үҙеңде бер бай ир менән таныштырам. Һинең йәштәлер, һуғышҡа эләкмәгән. Ҡатыны бар-барлыҡҡа – булһа ни.

Әсәһе ҡул һелтәп ҡуйҙы. Бибиҙе ҡоймаҡ ҡойоп һыйланы, шешәһен астырманы.

Көн тимәй, төн тимәй, кемдер берәү гелән күрше апайҙың тәҙрәһен шаҡып тора: «Биби, Биби, Биби!» Араҡы тип киләләр. Ураҡ мәлендә магазин кәштәһенә сығармайҙар бит ул эсемлекте, ә был алдан уҡ алып ҡуя ла, көнө еткәс, ике хаҡҡа осора. Балаларын йәлләп, күрше-тирәһе күҙ йома, ошаҡлаһалар, шундуҡ тотоп ябасаҡтар ун биш тәүлеккә, тағы эләкһә – төрмә. Ә балаларҙы – детдомға. Һуғыш касафаттарынан, уға тиклемге репрессияларҙан миктәгән халыҡтың кеше башын ашарға ашҡынып тормауы ғына ҡотҡара әлегә Бибиҙе, һаман туҡтамай, закон бер килтереп ҡыҫасаҡ – шулай тип үҙ-ара һөйләнәләр ҙә тыналар. Бер төндө ысынлап та Бибиҙе ҡулға алғандар. Өс көндән Сәлим менән ике ҡустыһын да машинаға тейәп Ырымбурға алып киттеләр. Детдомғалыр. Тимәк, Бибигә ун биш тәүлек кенә бирмәгәндәр? Күп тә үтмәне, уларҙың өйөндә яңы кешеләр йәшәй башланы – торлаҡ совхоздыҡы ине.

Муса менән әсәһен ныҡ тетрәндерҙе был хәл. Бер яңғыҙ ҡатынды, өс балаһын тома йәтим итеп, төрмәгә ултырт, йә?! Дөм алкаш түгел дәһә, эшләп йөрөй, үҙ донъяһын үҙе көтә ине. Ай, был яҙмыш тигәндәрең... Әсәһе көйләй-көйләй иланы, илай-илай көйләне. Һәм көндәрҙән бер көндө ҡапыл шып туҡтаны һыҡтауынан. Бер нисә тәүлек йүнләп ашамай-эсмәй, йоҡо төҫө күрмәй уйланды. Оҙон итеп хат яҙҙы. Конвертына «Башкирская АССР» тип яҙылған хатты Муса үҙе почта йәшнигенә алып барып һалды. Малайҙың күңелен шом баҫты. Әлеге Биби апай әйтеп һалғайны, Нурбәк ныҡ яратты уны, йолдызым, тип кенә торҙо, әсәйеңде, тим, күҙҙән ысҡындырма, үҙенә ҡул һалып ҡуймаһын, тип. Хатта солан, аҙбар тирәһен ҡарап сығып, арҡан, бау-фәләнде мунса башына ырғытҡайны. Шуны хәтерләп, Муса йоҡламаҫҡа тырышты, әсәһен күҙәтте. Сыҡһа – сыҡты, инһә – инде. Ә бер төндө йоҡо еңгән... Әсәһенең әсе итеп ҡысҡырғанына уянып китте әлдә. Ирҙәр һүгенә, нимәләрҙер ауа. Тауыш соландан килә, шунда йүгерҙе. Ике әзмәүер әсәһен тегеләй-былай тартҡылай, шундағы тимер карауатҡа йығырға маташа.

– Бибиҙең һыңары икәнеңде беләбеҙ, ҡарышма! – ти береһе, – әхирәтең урынына һин ҡалдың хәҙер.

Әсәһенең толомдары тағатылған, эске күлдәгенең иҙеүе йыртылған, ул бер ҡулы менән түшен ҡаплаған, икенсеһе менән карауат башына сат йәбешкән. Ҡапылда һыны ҡатып торғанда, Мусаның күҙенә бер ҡорал салынды: мейестән икмәк ала торған ағас көрәк. Кистән ныҡ тынсыу булғас, өй ишеген асып, шул көрәк менән терәтеп, соландыҡына ғына эстән келә һалып йоҡлағайнылар. Тегеләр малайҙы күрмәй, күрһәләр ҙә, һанға һуҡмаҫтар ине. Ә ул ҡоралды эләктерҙе лә берәүһенең башына тондорҙо, көрәк шарт итеп уртаға ярылып китте. Ир боролоп ҡараны: маңлайынан битенә сорлап ҡан аға. Иптәше аңшайып тора, әйтерһең, үҙенең башына тондорғандар. Шул ҡыҫҡа мәл Мусаның әсәһенә етә ҡалды, улын етәкләне лә: «Үлтерҙек!» – тип ҡысҡырып тышҡа атылды. Туп-тура милиция бүлегенә йүгерҙе. Тегеләр баҫтырманы. Милициялағы дежурный, ары-бире һорау алып, уларҙы махсус бүлмәгә бикләп ҡуйҙы ла начальникка шалтыратты. «Опергруппа», «протокол», «опечатать» тигәнерәк һүҙҙәр ҡурҡынған әсә менән улға тик бер мәғәнәлә ишетелде: «төрмә».

– Улым, ғәйепте үҙемә алайым, мине ултыртһалар, һине ауылға, өләсәйеңә, ҡайтарырҙар,– тине әсәһе.

– Юҡ, тик дөрөҫөн генә һөйләйек. Атайым алдашҡанды яратмай. Яратманы...

– Эйе. Ярар, йә ике төрлө һөйләп буталып бөтөрбөҙ. Атайың... – Әсәһе һүҙен тамамлап өлгөрмәне, ишек асылды, уларҙы үҙен следователь тип танытҡан йонсоу йөҙлө бер кеше ултырған бүлмәгә индерҙеләр.

– Малайҙы сығарып тороғоҙ. Нишләп бергә бикләнегеҙ уларҙы, тәртипте белмәйһегеҙме ни? – Йонсоу йөҙлө шулай мыжыны ла ҡырылып бөткән күн папкаһын шап итереп өҫтәлгә килтереп һалды. Ҡалғанын Муса ишетмәне.

Аҙаҡ үҙенән айырым һораштылар. Нисек булған, шулай һөйләне. «Былар алдан килешеп өлгөргәндәр», – тип мығырҙанды ла следователь, өҫтәл ҡырыйындағы кнопкаға баҫты.

– Алып китегеҙ. Тегеләрен индерегеҙ.

Мусаның ҡаршыһына баяғы ике ир осраны, тотоп килтергәндәр икән.

Әсәһе менән шул төндө үк иреккә сыҡтылар.

– Әлдә генә үлмәгән. Бер оятһыҙ бәндә өсөн алтын кеүек баламды... – тине лә ҡабатланы әсәһе. Атаһының һүҙе менән:«Күңел чуагым», – тип Мусаның башынан һыйпаны.

Донъяларына, ярылған икмәк көрәген иҫәпкә алмағанда, зыян килмәгән. Солан ишеге ҡайырылған, келәһе һурылған. Ишектән кереп өлгөрмәнеләр, тегеләрҙең береһенең ҡатыны өлтөрәп килеп етте.

– Оятһыҙ, әшәке, алкаш, – тип теҙеп алып китте, әсәһенә ауыҙ асырға ла бирмәй шул апай. Ахырҙа аңлашылды, үҙенең ирен хурлай, имеш, шулайтып. – Биби киткәс, ҡолаҡ тыныр, ирем өйгә йоғоп ҡалыр, тиһәм. – Ошо урында шып туҡтаны ла әсәһенең аяғына йығылды: – Таңсулпан, ултыртмаһындар инде ул әҙәм аҡтығын, балалар бар ҙаһа, ғаризаңды кире ал, зинһар! Үҙеңдең башҡортоң даһа, ҡыҙған әҙерәк.

– Мин ғариза яҙманым, һорауҙарға яуап ҡына бирҙем.

– Башына етмә инде бисараҡайымдың! Араҡы теләнселәп ингәйнеләр, тип әйтһәң...

– Кем бисаралыр... Үҙеңде түбәнһетмә әле, тор, иҙән бысраҡ. Әйҙә, сәй ҡуям, илама. Үҙ башҡортоң, тиһең – ғәрләнмәйме бындағы урыҫ, ҡаҙаҡ араһында милләтенең бәҫен төшөрөп йөрөргә?!

– «Мин – Салауат тоҡомо!» тип күкрәк ҡағыуҙан уҙмай шул уның бәҫе. Эсеп алһа...

– Һин әйт, батырыбыҙҙың исемен бысраҡ ауыҙыңда сайҡама, тип. Балаларың апаруҡ үҫкән, уларға таян. Нишләп ирең өйөндә йәм тапмай, шуны уйла. Әле минең алда әйткән алама һүҙҙәр менән битәрләһәң, биҙә инде...

– Өлкән улым да тап шулай тинесе, кисә генә.

– Ярар, ғариза яҙам, ултыртмағыҙ, тип.

Тегеләргә штраф һалғандар.

Ошо хәлдәрҙән һуң Мусаның әсәһе тәүәккәл бер ҡиәфәткә инде. Ҡайғыһы ла әҙерәк ысҡындырҙы кеүек. Башҡортостандан яуап хатын алғас, улына ниәтен асты:

– Нурбәгем барҙа нурлы ине миңә был төйәк, унһыҙ толҡа тапмайым. Һине уҡырға бирмәүемдең дә сәбәбе шул, икенсе йылға барырһың Толпарлы мәктәбенә. Әсәйем саҡыра, һинең өләсәйең. «Ауылды ташлап, яңғыҙ әсәңде ҡалдырып, берәҙәк ҡаҙаҡҡа эйәреп китһәң, бәхиллегем юҡ», – тип рәнйегәйне лә, ғәфү иткән, ярлыҡаған әсәкәйем. Нурбәгем берәҙәк түгел инесе, детдомда үҫкән-үҫеүен, яҡын туғаны юҡ. Шуғалыр һуғыштан фронтташ дуҫына, беҙҙең ауылға, күҙ төбәп килгән. Уйҙары икәүләп ҡырға сығып китеү, аҡса эшләү булған. Шунда таныштыҡ. Ышандым Нурбәгемә, эйәреп сыҡтым да киттем ошо яҡтарға. Ана күңеле – балала, бала күңеле – далала... Әсәм ризалығын алмауҙың язаһын алдым яҙмыштан, күнмәй сарам юҡ, һине үҫтерәһем бар. Шулай, улым, ҡайтабыҙ. Мал-мөлкәтте һатып, аҡса төйнәрбеҙ ҙә...

– Ә атайымдың дуҫы?

– Ул ауылда ҡалды, ҡуҙғалманы. Шофер. Фронтта самолеттарға яғыулыҡ ташыған. Таңһылыуға ярҙам итермен, шикләнмәй ҡайтһын, ти икән – әсәйем шулай яҙған хатында. Әллә, бәлки, мохтажлыҡ та төшөр.

Йорттары үҙҙәренеке ине. Атаһы, аҡсаны арыу эшләгәс, ҙур итеп кирбестән һалдыртҡан. Башта саман өйҙә йәшәп торғандар – Муса тыумаҫ борон әле. Саман – һаламға ат тиҙәге, балсыҡ ҡушып һуғылған кирбес ғәләмәте, ундай өйҙәр совхозда күп кенә. Ҡыҫҡаһы, йорт-ихата еңел һатылды, өй йыһаздары ла арыу ине – эйә табылды. Ҡалған кәрәк-яраҡты тейәп күсенеп ҡайтырға атаһының хеҙмәттәштәре ярҙам итте, алыҫҡа тип торманылар, машина йүнләнеләр.

Толпарлы алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алды уларҙы. Әсәһе фермаға һауынсы булып эшкә инде. Муса тиҫтерҙәре араһында күп тел белеүе, зирәклеге менән абруй яуланы. Беренсегә синыфташтарынан саҡ ҡына өлкәнерәк булып барҙы-барыуын, әммә башбаштаҡланып йөрөмәне. Бер килеп, бөтә ауылды аптыратып алды әммә-ләкин. Алтынсы синыфта уҡығанда саҡ пионерҙан сығарып ташламанылар үҙен. Хеҙмәт дәресендә топ-тойоҡтан Зөһрә исемле йыуаш ҡына ҡыҙыҡайҙың толомон ҡайсы менән киҫкән дә алған! Иптәштәре был хәлдән шаңҡып торған арала, толомдо сумкаһына һалған да сығып ҡасҡан.

Таңсулпан апайҙы, әлбиттә, мәктәп директорына саҡырҙылар. Әсә кеше шунда, ғажиз булып: «Ғашиҡ булғандыр ул бала, бүтәнсә аңлата алмайым был ҡылығын», – тигән. Уҡытыусылар ҙа шул фекергә ауышҡан: малайға 14 йәш, булмаҫ тимә. Тәүге мөхәббәттер... Ә ҡыҙыҡай сепей генә, илауҙан башҡаны белмәй.

Башҡа берәүҙең балаһын йәберләһә, эш ҡолаҡ бороу менән генә бөтмәҫ ине. Нурбәк ағайҙың дуҫы булып сыҡты ҡыҙыҡайҙың атаһы, малай шуға еңел ҡотолдо.

Сығарылыш йылында Мусаның уйҙарын ҡапыл икенсе яҡҡа йүнәлтеп ебәргән ваҡиға булды. Уларға Куйбышев өлкәһенең Сызрань ҡалаһынан ҡат-ҡат мисәт менән сыбарланған хат килеп төштө. Тәүге адрес совхоздыҡы, шунан «адресат выбыл...» тип, Толпарлыға оҙатылған. Почта бүлексәһендәгеләр йыбанмаған, белешеп, адресты тапҡандар.

– Запастағы өлкән лейтенант Нурбәк Таминдаровҡа элекке һабаҡташы подполковник Иванов яҙған. Ырымбур өлкәһендәге Боғрослан летчиктар училищеһында бергә уҡыған йылдарын иҫкә алған. Граждандар авиацияһына әҙерләһәләр ҙә, һуғышта беҙгә хәрби самолетта осорға тура килде, иҫән ҡайттыҡ, юғалтышмайыҡ, тигән. Үҙе Сызрань ҡалаһында йәшәй, хәрби академия тамамлаған, әле вертолетсылар сығарыусы авиация училищеһында уҡыта икән, СВВАУЛ – Сызранское высшее военное авиационное училище летчиков, вот так, браток, тип хәбәр иткән. Муса подполковникка яуап ебәрҙе, атаһының вафат булыуын белдерҙе. Шуның менән бәйләнеш өҙөлөр, тип уйлағайнылар, өҙөлмәне. Иванов инде Мусаның үҙенә тәғәйен адреслап хат яҙҙы. «Сызранское ВВАУЛ» тигән брошюра һалған, уҡырға килергә саҡырған, ярҙамын вәғәҙә иткән. Минең улым да летчиктар династияһын дауам итәсәк, әле уға ете генә йәш, тип тә өҫтәгән. «Династия» тигән һүҙҙе хатында ике тапҡыр ҡабатлаған һәм аҫтына һыҙып ҡуйған.

Был хатлашыу эҙһеҙ ҡалманы. Летчик образы Мусаның уйынан сыҡманы, күңелен елкендерҙе. Бығаса ят «династия» һүҙе яҡын, яғымлы күренде, уны үҙ алдына йыш ҡына ҡабатлар булды. Атаһының һуңғы аманаты ла тулы йөмләгә әйләнде: «Улым, летчик бул!» Әлбиттә, атай кеше һис шикһеҙ тик шулай әйтер, улына үҙенең яратҡан һөнәрен васыят итер ине ләһә?

Аҡыллы, уйсан егеткә өлкән синыфтарҙа күҙ һалған ҡыҙҙар әҙ булманы. Кеҫәһенә йә портфеленә йәшерен генә хат та һалдылар, ҡаҙаҡса һөйләшергә өйрәт, тигән булып та ҡылын тарттылар. Егеттең күңеле анау илаҡ ҡыҙыҡайҙа, Зөһрә лә, ине шикелле һаман. Быны ул үҙенән дә тана, башҡаға ла белдермәй. Йыш ҡына әсәһенең иҫке сумкаһына һалып өй сарлағына йәшергән хазинаһын асып ҡарай, кеше юҡта ғына. Өстән үрелгән нәҙек кенә бер толомдан ғибәрәт уның хазинаһы – шуны ипләп кенә һүтеп тарай ҙа ҡайтанан үрә. Танһыҡлап еҫкәй, наҙлап һыйпай. Тағалып китмәһен өсөн толомдоң йыуан осон яҡшылап бәйләп ҡуя ла тағы сумкаға һала. «Йолдызым сен, Зөһрә йолдызым», – тип бышылдай. Был сәйер хистең беренсе мөхәббәт икәнен барыбер аңлай Муса һәм атаһынан отҡан йәдкәр һүҙҙәрҙе тик берәүгә генә әйтергә хыяллана. Уның аңында бары тиң һөйөү, тоғро һөйөү генә йәшәй, сөнки ул тап шул мөғжизәгә шаһит булып үҫте. Ҡыҙҙар күп, бер ымым етә, ҡайһыныһын теләйем, шуныһы ҡосағыма инер, тигән уй Муса өсөн ситен. Ә тиңдәш егеттәр шулай фәстерә, фәстерә генә түгел, иҫбатлай ҙа ҡай саҡта.

Зөһрәнең, төҫкә урта сибәрҙәр рәтендә торһа ла, һөймәлеге бар, тауышы үҙенсәлекле. Өндәшһә, ул һине, әйтерһең, нурға ҡойондора, кемдер күҙ ҡарашы йә матур һүҙе менән, йә яғымлы ҡулдары менән, ә был ҡыҙ, гүйә, тауышы менән иркәләй. Иреп китәһең... Буйға тартылып, һомғолланды һуңғы араларҙа. Толомо яңынан үҫте, тағы ла оҙонораҡ, ҡалыныраҡ булып. Шул толомо ла тауышы инде... Юҡ, уйына килһә лә, был уҫал йөмләне бер ҡасан да әйтәсәк түгел уға Муса. Уй ни, уйнай ул, юрамал ирештерә, сәмеңә тейә, уны һәр даим телеңә сығара башлаһаң. Шулай тип нығыта үҙен егет. Ысын, ул үҙен ҡулда тоторға өйрәнде тиерлек. Әсәһе ерле бушҡа көйөнә, атай тәрбиәһе күрмәгәс, улым юлдан яҙып ҡуймаһын, ти ҙә. Наҙанмын, тип хәсрәтләнһә лә, бик аҡыллы ул, үҙе лә онотмай Нурбәген, улынан да оноттормай. Атай кеше, әйтерһең дә, ҡайҙалыр ваҡытлыса китеп торған, бына-бына ҡайтыр ҙа, йә, донъяны әйбәт көттөгөҙмө, улым тәртип боҙмаймы, тип һорар кеүек. Уның күркәм ғәҙәттәре, төплө һүҙҙәре, моңло йыры көн дә хәтерҙә яңыртылмай ҡалмай. Түр стенала эленеп торған думбыраһы иһә шаһитлыҡ ҡылып тора...

Мәктәпте тамамлау менән Муса армияға алынды. «ВДВ-ға эләктем, десантник, йәғни парашюттан һикерергә өйрәнәсәкбеҙ», – тип яҙғас, әсәһенән яуап килде: «Балам, атаң ҡаны шул һиндә, ҡанатлы ҡоштай, күккә ынтылаһың», – тигән. Һалдат хеҙмәтендә ниндәй ғәскәргә эләгеүеңдең үҙеңдән тормауын аңлатып торорға кәрәкме әсәңә? Совет мәктәбендә уҡыған, комсомол сафында тәрбиәләнгән һәр егет армияға барыуҙы намыҫ эше тип ҡарай һәм уның хыялында, әлбиттә, ВДВ! Сәләмәтлегең, физик әҙерлегең генә һынатмаһын. Мусаға район комиссияһында уҡ әйттеләр: «Таминдаров, из тебя первокласный десантник получится. Зрение, реакция – отлично, как у всякого степняка». Милләте ҡаҙаҡ тип яҙылған уның, шуға «степняк» тинелер военком. Төҫөндә дала бөркөтө Нурбәктең салымдары юҡ түгел, әлбиттә. Үткер ҡарашлы һоро күҙҙәрен, ҡаршыға киҫкен ел иҫкәндәгеләй, саҡ ҡына ҡыҫыбыраҡ ҡараһа, ҡыҙҙарҙың йөрәге дерт итеп ҡалмаҫ тимә. Һеләүһенгә оҡшағанһың, тип яҙып та һалғайны берәүһе – күргәне бармы икән ул януарҙы? Үҙенсә, ирлек сифатын шул ҡиәфәттә күҙаллауымы? Кем аңлап бөтөрһөн инде ул ҡыҙҙарҙы.

Армия хеҙмәте күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Бер тапҡыр отпускыға ла ҡайтып киткәйне (Зөһрәне күрмәне, медучилищеға уҡырға ингән, тинеләр). Ә «дембел»ға Муса тура ауылына түгел, Сызранға юлланды. Үҙен һынағайны: хәрби хеҙмәттән биҙмәне, киреһенсә, ылыҡты ғына. Ивановҡа, хәҙер инде полковникка, күҙ төбәп барҙы. ВВАУЛ-да (ҡыҫҡаса хәрби институт тип тә атайҙар) уҡыу башланған ине, әммә кире боролманы,полковниктың һүҙе үтте, Мусаны «өҫтәмә набор» тигән аңлатма менән алдылар. Имтиханды еңел бирҙе. Уҡыу өҫтөндә парашюттан һикереү буйынса инструктор ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде – десант таһылы ярап ҡалды.

Бер арала Толпарлыға ҡайтып ураны. Ярты ставкаға булһа ла эшләп йөрөгәс, аҡсаһы бар егеттең, мул ҡул менән бүләктәр, күстәнәстәр йыйҙы. Осратырмы- юҡмы, Зөһрәгә лә ике көмөш беләҙек һатып алды. «Ҡуш беләҙек, биле нәҙек» тигән әллә йыр, әллә әйтем ҡайҙандыр килеп иҫенә төштө лә башында уралды ла уралды.

Осраштылар. Клубта, дискотекала. Курсанттыҡы ла килешле генә, әммә Муса десантник формаһын өҫтөн күрҙе, шуны кейеп барҙы. Белә: суҡлы аксельбанттар, ялтыр значоктар, ҡырын һалып кейгән зәңгәр берет егеттәрҙең бәҫен бермә-бер күтәрә. Десантниктан йөҙ борған ҡыҙҙы табыуы ҡыйын. Ә Зөһрәнең уны был ҡиәфәттә күргәне юҡ әле.

Муса осҡор ҡарашын ҡыҙҙар баҫып торған яҡҡа йүнәлтте һәм йөрәгенең гөлтләп ҡабыныуын тойҙо. Туп-тура шырҡ-шырҡ килешкән һылыуҙар төркөмөнә табан атланы. Ғәжәп, улары ҡапыл ситкә һибелеште лә егет алдында берәүһе генә тороп ҡалды – Зөһрә! Шул минутты ғына көткәндәй, вальс көйө яңғыраны. Һәм улар ошо көй ыңғайына, үҙҙәренең бар булмышын ҡапыл солғап алған хистәр буранына буйһоноп, өйөрөлөп киттеләр...

Етәкләшеп урамға сыҡтылар, юл айырмай, ҡайҙалыр барҙылар. Бара торғас, бер-береһенә, биттәрен биткә терәп тигеләй, бағышып торҙолар ҙа тағы атланылар. Һүҙ ҡатышмай ғына, эске кисерештәренә буйһоноп. Быларҙың ҡылығына аптыраған Ай арттарынан эйәрҙе, күҙәтте.

– Курсант Таминдаров, смирно! – Ошо тауышҡа иҫтәренә килделәр. Зөһрәләрҙең өйө тапҡырына килеп туҡтағандар икән. Тайфур ағай ҙаһа, ҡыҙҙың атаһы, ҡапҡа тышына сығып, тәмәке ҡабыҙып тора. – Атайыңа, минең фронтташ дуҫҡа, оҡшап, ҡыҙҙы бер күреүҙә әүрәтмәксеһең әллә?

– Беҙ бит класташ, – шунан башҡа һүҙ тапманы егет.

– Бынау атайымды! – тине лә Зөһрә йүгереп өйөнә инеп китте.

Тайфур ағай, һауа һулайым әҙерәк тип, Мусалар урамына тиклем бергә атланы. Һуғышта Нурбәктең эскадрильяһына яғыулыҡ ташыуы хаҡында һөйләне. Әсәң өсөн борсолма, ярҙам иткеләп торам, утын-бесән мәсьәләһендә, тип ҡолағына киртеп ҡуйҙы. Зөһрә хаҡында һүҙ ҡуҙғалмаҫ һымаҡ ине, ҡайтырға боролғас, әйтеп китте: «Зөһрәнең уҡыуы бөтмәгән әле, бөткәс, үҙебеҙҙең бальнисҡа эшкә ҡайтасаҡ».

Атай кеше йәштәрҙең дуҫлығына ыңғай ҡарай булыр, Муса шуны һиҙеп ҡыуанды. Иртәгәһенә тағы юлы уңды егеттең. Оло юлға Өфө автобусына сыҡһа, Зөһрә баҫып тора. Алдан килешкәйнеләр, улай ҙа. Ике сәғәт бер-береңә һыйынып ултырып, һөйләшеп барыу – ошо бәхет түгелме ни! Ә бит улар бығаса хат та алышманылар. Муса кеүек, Зөһрә лә һөйгәне менән күңеленән серләшкәнгә, онотмағанға оҡшай.

Егеткә, ниһайәт, ҡыҙға бүләген бирергә форсат асылды. Зөһрәнең нәфис ҡулдары, нескә бармаҡтары уның устарына эйәләште, өркмәйенсә генә наҙланды. Автобустағы халыҡ йоҡомһорап киткән бер мәлде көтөп алып, егет ҡыҙҙың беләгенә теге көмөш беләҙектәрҙе кейҙерҙе. Зөһрә сабыйҙай ҡыуанды: ҡулын алға һоноп, тегеләй ҙә былай борғолап, ҡуш беләҙектең яҡтыла ялтырауына ҡыҙығып ҡараны. Ике ҡулына берәрләп кейеп тә күрһәтте, көмөшкә йүгертелгән биҙәктәргә ҡыҙыҡты. Ә Муса уның алсаҡлығына, аҡ беләктәренең матурлығына һоҡланды. Бер кемгә ҡарамай, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлағыһы, һурып-һурып үпкеһе килде – тыйылды. Илгәҙәк кенә сағында йә үпкәләтеп ҡуйыр.

Күкрәгенән ташып сығып килгән хистәренә сыҙамай, егет һаҡ ҡына ҡыҙҙың сәстәренә ҡағылды, ҡолағына шыбырланы: «Ә мин һинең толомоңдо армиянан йөрөтөп алып ҡайттым, әле лә үҙем менән, сумаҙанымда». – Зөһрә уға ҡараны ла ҡатты, шунан үҙенең бәрхәттәй йомшаҡ тауышы менән: «Ышанмайымсы?!» – тине. Мусаның ҡарашынан шаяртыу ғәләмәте эҙләне, тапмағас: «Ә мин һинең төймәңде епкә тағып алдым... ташламаным», – тине. Теге юлы хулиган малайҙың түшенә килеп йәбешкәйне шул, төймәһен өҙгәнсе.

– Илаҡ ҡыҙыҡай... – Муса Зөһрәнең яңағынан күҙ йәштәре тәгәрәгәнен күреп, бармаҡтары менән һөртөп алды. Ирендәрен терәп, һемерерҙәй ине! Сабыр итте – килер әле ул көн дә. Һөйөклөһө тағы, әлегеләй, шатлыҡтан илар ҙа...

Оҙаҡ, бик оҙаҡ көтөргә тура килде Мусаға ул көндө.

Егеттең уҡыуын тамамлап, лейтенант званиеһы алып ҡайтыуына, ҡыҙ Толпарлы дауаханаһында эшләй башлағайны. Көн һүрелеп килгәндә, Толпарсыҡҡанға йүнәлделәр. Был юлы уларҙың осрашыуы моңһоуыраҡ булды. Ҡауышыу сәғәтенең тағы ла күсерелеүе, ҡояшты оҙаҡҡа ҡаплап алған болот кеүек, күләгәһе менән ҡараңғылатты ҡыуаныслы ваҡиғаны. Икеһе лә уҡыуҙарын ослаған, йөрәктәрендә мөхәббәт уты дөрләп тора – өйләнешергә кәртә юҡ, ниһайәт. Әммә... Мусаны вертолетта осоусыларға практик күнекмәләр бирергә, парашютсылар әҙерләргә сит илгә ебәрәләр. Приказ. Ул бит хәрби летчик. Ә беҙҙең МИ-2, МИ-8, МИ-24 вертолеттарын күп кенә башҡа илдәр һатып алған, уларға урындағы пилоттар ярҙамы кәрәк.

– Йолдызым! – Хушлашҡанда, Муса теленә һөйөклө кешеңә әйтә торған иң матур һүҙ булып аңына һеңгәнде ҡабатланы. – Йолдызым, нур чырагым!

– Татарса әйтәһеңме?

– Атам телендә – ҡаҙаҡса.

– Нур сырағым... Һин дә миңә, Муса, шулайһың.

– Көтөрһөңмө? Ике йыл?!

– Егерме биш йыл көткәнде инде...

– Тыуғаны бирлеме?

– Һинең өсөн тыуғас, һинең йәрең булыр өсөн...

– Йолдызым сен, жан чуагым!

– Ғүмергә?

– Ғүмергә!

Ике йыл, күпме генә оҙон тойолмаһын, үтте. Тик Мусаға үҙенең шишмәләй яғымлы сылтыр тауышлы һөйгәне менән ҡауышыу тағы ла кисектерелде. Күпмегә? Был юлы – билдәһеҙ ваҡытҡа. Йәштәрҙең араһына аждаһа йыландай ыҫылдап, ағыулы тынын бөркөп, һуғыш килеп инде. Афған һуғышы.

...1980 йылдың сентябре. Өлкән лейтенант Муса Таминдаров экипажы МИ-8 вертолетында, гуманитар йөк тейәп, Джалалабад ҡалаһына осоп бара. Хәрби заданиеға, ҡағиҙә булараҡ, 4 борт парлап тәғәйенләнә, был юлы – бер үҙҙәре.

Вертолет, әлбиттә, хәрби ҡорал менән тәьмин ителгән, көпшәле пулеметтан тыш, тағылма пушкалар ҙа бар. Күп төрлө бурыстарҙы атҡарырға һәләтле МИ-8-ҙе хәрбиҙәр шуғалыр ҙа «бал ҡорто» тип йөрөтә, унан ҡеүәтлерәк МИ-24, мәҫәлән, – «крокодил».

Күккә «тыныс» йөк менән күтәрелгәндә лә, фетнәселәрҙең вертолетыңды бәреп төшөрөргә аңдып ҡына тороуын оноторға түгел. Үҙҙәрен танып бөтөрлөк тә түгел – сөнниҙәр, шеиттар, духтар, мөжәһиттәр, тағы әллә кемдәр, һәр ҡайһыһының был буталышта үҙ маҡсаты: сәйәси, дини, матди... Улар өсәр метр ҡалынлыҡтағы таш ҡәлғәләрҙә, ҡая ышыҡтарында, таш ҡыуыштарҙа йәшеренеп, яңғыҙ осҡан вертолеттарға һөжүм итә, элемтә селтәрҙәрен өҙә, юлдарҙы шартлата.

Сәғәтенә 300 километр тиҙлек менән 1.400 метр бейеклектә осоп баралар. Броня менән көпләнгән кабинала тын алырлыҡ та түгел, эҫе һәм тынсыу. Джалалабадҡа табан һауа еләҫләнә төшәсәк. Әүәл заманда королдең ҡышҡы резиденцияһы булған был ҡаланың атамаһы, Мусаның аңлауынса, үзбәксәрәк – «хайран матур бишек» тигәнде аңлата. Ысынлап та гүзәл, йәшеллеккә сумған төбәк. Ундағы аэродромда беҙҙең ғәскәрҙәрҙең ҙур резервы урынлашҡан.

Вертолеттың ике двигателе лә тигеҙ генә гөрөлдәй. Аҫта тау теҙмәләре пәйҙә булды. Ҡояш ул тиклем үк өтөп алып бармай. Шул минутта МИ-8-ҙең ҡорһағына ерҙәге ПЗРК ҡоролмаһынан атылған бәләкәй ракета килеп бәрелде, борттағылар уны ҡеүәтенән самалай. Машина дер һелкенде, ҡапыл, тыны сыҡҡан туптай, уфылданы, күктә ҡара төтөн төйөлдө, эскә һөрөм тулды. Автоинформатор: «Уң двигатель яна, төп гидросистема сафтан сыҡты!» – тип иҫкәртте. Муса, командир булараҡ, ҡарар итте: «Парашюттарҙы кейергә! Бортач, блистерҙарҙы ысҡындыр! Экипаж, һикерергә!»

Вертолет 90 градусҡа ҡырынайҙы, летчикка буйһонмай тиерлек. Муса зырылдап өйөрөлгән винт көрәктәрен күрә, бына-бына улар тау ҡыразына бәрелер ҙә... Иптәштәренең парашюттары асылғанда, командир ҙа һикерҙе, теге көрәктәргә саҡ эләкмәне.

Духтар автоматтан һиптерә. Уларҙың тау битендәге таш һикәлтәлә теҙелеп баҫып торғаны күренә. Ер яҡыная. Ә парашют һаман асылмай, ҡулы менән дүңгәләкте тартып ҡарай, юҡ, ҡарыша. Тимәк, клапан конусында шпилька тығылған, шунда хикмәт. Нисек тә ул шпильканы һәрмәп тоторға, ысҡындырырға кәрәк. Ниһайәт, өҙөлгән бауҙың осонан эләктереп алды. Тартты. Парашют асылды. Ул да булмай, пуля ҡыуып етте, тишелгән парашют шиңә башланы, ахырҙа файҙаһыҙ бер нәмәгә әйләнде. Ергә күп ҡалмағайны, 10 метрлаптыр, Муса дөңк итеп ташҡа килеп төштө. Башта ауыртыуҙы ла тойманы, тиҙерәк аяғына баҫып, иптәштәрен эҙләргә булды. Теге духтар яҡынаймаясаҡ, сөнки беҙҙекеләр экипажды эҙләй башлаясаҡ, уларҙың позицияларын саңға әйләндерәсәк, бер ыңғай бөтә булған ҡоралдан атып.

Муса бортмеханигын эҙләп тапты, уныһы парашютын йыйып ҡомға күмеп ҡуйған да тирә-яҡты аңдып ултырыуы. Стрелок та алыҫ булмай сыҡты, үҙе килеп етте. Иптәштәре зыян алмаған, ә бына командир яраланған. Башта ҡыҙыулыҡ менән тоймаған, салбарының уң балағы еүешләнгәс, ҡараһа, бото тубыҡтан өҫтәрәк беҙ менән сәнселгәндәй тишелгән, шунан туҡтамай ҡан аға. Осло ташҡа барып бәрелгән булыр. Ҡанды туҡтатырға кәрәк, нәҙек кенә итеп өҫкә бөркөп сыға, бәләкәсерәк бер тамыр асылған, күрәһең. Пулянан ҡотолоп, ерҙә ятҡан таштан ҡаза күреп... Башына «үлем» тигән һүҙ килтереп һуҡты. Болотло күктә ялт-йолт уйнаған тауышһыҙ нәжәғәй кеүек уйҙар сатрашы солғаны. Әсәһе... Зөһрәһе... Йәшәү зарурлығы уға шунда көс өҫтәне булыр: билендә яҫы ҡайыш аҫтында йөрөткән билғауын ысҡындырҙы ла, тағатып нәҙек кенә сәс толомон килтереп сығарҙы һәм аптырап ҡалған стрелогына тотторҙо: «Яранан өҫкәрәк һығып бәйлә, сепрәк-фәлән менән булашырға түгел, иң ышаныслыһы ошо!» Уныһы, урыҫ егете, баш һелкте: «Знамо дело, сам в деревне вырос. Бывало, из конской гривы плели жгуты на такие случаи...»

Күктә ике МИ-8 күренде. Береһе тау ҡыразына пуля ямғыры яуҙырҙы, икенсеһе мөжәһиттәр һөжүм иткән экипажды эҙләп тапты ла, төшөп, бортына алды. Шунан, ике вертолет та, пулеметтарынан ата-ата, базаға осто.

Госпиталдәге хирург: «Весьма грамотно! Где вы надыбили эту косу?! Весьма-весьма...» – тип ғәжәпләнде.

Муса ҡәҙерле толомдо тағы йәшереп ҡуйҙы.

Шулай бер көндө, база ихатаһында йөрөп ятҡанда, бортмеханигы уның иғтибарын бығаса күҙенә лә эләкмәгән бер тарафҡа йүнәлтте:

– Командир, тирә-яғыңа ҡара әле әҙерәк, ППЖ сафына, тим.

– Әллә яңы төр ғәскәр тупланамы? – Юрамал белмәмешкә һалышты Муса.

– ППЖ-мы? Походно-полевая...

– Кухня?

– Походно-полевая жена, командир. Ана, тәржемәсе ҡыҙ һиңә ғашиҡ булған, һиҙмәйһеңме ни?

– Люсямы?

– Ул. Тимәк, һиҙәһең? Кереп бара үҙеңә!

– Тарихсы-этнограф бит ул. Бында ла афған ерен күрергә, ғөрөф-ғәҙәт, тел өйрәнергә килгән, уҡыуын ҡалдырып тороп. Ә миңә кереп барыуының, һин әйтмешләй, сәбәбе бүтән, ғишыҡ-мишыҡ түгел.

– Ниндәй сәбәп тағы? Улар ҡармаҡ һала белә...

– Мин афғандарҙың телен апаруҡ төшөнәм, пуштундарҙы ярайһы аңлайым кеүек – уларҙың һөйләше үзбәксәгә тартым.

– Ә үзбәксәне ҡайҙан беләһең, командир?

– Бала сағым төрлө милләт халҡы йыйылған дала совхозында үтте. Атайым – ҡаҙаҡ, дуҫым Сәлим – үзбәк малайы, әсәм – башҡорт. Был телдәрҙә уртаҡ терминдар бик күп. Бәләкәй саҡта еңел отаһың бит телде.

– Әйт, «честь» тигән һүҙ пуштунса нисек?

– Намус.

– Татарса бит! Әлмәтсә. Мин Әлмәттә үҫкән башҡорт егете, командир. Атайым нефтсе, сығышы менән Башҡортостандың Октябрский ҡалаһынан.

– Беләм. Люся пуштундар менән айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһына, улар афған халҡының иң үҙенсәлекле тармағы, ти.

– Афғанмы афған инде, бөтәһе бер ҡалып.

– Түгел шул, Илфат мырҙам. – Муса үҙенән йәшерәк был егеткә һирәкләп шулай өндәшкеләй, яҡын күреүен йәшермәй. – Люся миңә бик күп мәғлүмәт бирҙе, был боронғо халыҡтың сал тарихын һөйләне.

– Бына һиңә ППЖ.

– Онот шул һүҙҙе. Барҙыр инде ундайҙары ла. Ҡыҙыҡһынғас, әйҙә, Люсяны саҡырайыҡ, үҙенән ишетәйек афғандар яҙмышын. Ана, үҙе беҙҙең яҡҡа ыңғайлай түгелме?

Сәсен ҡыҫҡа итеп киҫтергән «москвичка Люся» (үҙен мотлаҡ шулай таныштыра), кинәнеп китеп, оҙон лекция уҡып ташланы, тыңлаусы тапҡанына ифрат ҡыуанғанын йәшермәне. Афған халҡының ерен Александр Македонский яулап алған, Буддаға табынған, скифтар ҡул аҫтында булған осорҙарын байҡаны, VII быуатта ғәрәптәр баҫып алыуы, улар индергән ислам дине, Сыңғыҙхан хакимлығы – тарих биттәре, гүйә, йылт-йылт асылып егеттәрҙең күҙ алдынан үтеп китте. Беҙҙең халыҡта Искәндәр Зөлҡәрнәйн булараҡ билдәле бөйөк Александр, булат ҡылыстар сыңы, яу ораны менән түгел, ғәскәре артынан эйәргән гетералар төркөмө, уларҙы әйҙәгән Таис исемле һылыу ҡатын арҡылы нығыраҡ иҫендә ҡалды, ахырыһы, Илфат әйтмәй түҙмәне:

– Шул замандарҙа уҡ булған икән ППЖ-лар!

– Гетера – иптәш, дуҫ тигәнде аңлата. Таис иһә Македонскийҙың һөйгәне булған. Ғәскәрҙең күңелен күргән, хәрби рухын күтәргән гетералар, – тине Люся, егеттең ишараһына иғтибар ҙа итмәне. – Уларса, грек телендә, «Һаумыһығыҙ!» нисек була, әйтәйемме?

– «Здрасте»мы? – Илфатҡа оҡшаны бит был ҡыҙ менән һүҙ көрәштереү.

– «Хайре!» Руссаға «Радуйся» тип тәржемә ителә.

– Беҙҙә лә бар ул һүҙ: «Хәйерле!» Һүҙмә-һүҙ тиерлек. Әйт шунан, беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ананан, бер атанан тыумағанбыҙ, тип.

– Әҙәм үә Һауанан. Ә боронғо Египетта кешелектең тәү әсәһе тип алиһә Изида һаналған.

– Ай, былбылым, вай, былбылым! Һине кәләш итеп алыр ҙа, өй түренә ултыртып, көндәр буйы тыңлап ултырыр ине мин фәҡирең.

– А син позови, факир! – Шулай тип һалмаһынмы Люся. Илфаттың күҙе маңлайына менде, үҙе лә быны тойҙо, ҡаш тирәһен һыпырып ҡуйҙы, күҙен урынына ҡуйғандай. Ҡыҙ һүҙҙе шундуҡ икенсегә борҙо:

– Беләһегеҙме, египтяндар халыҡтарҙы өс расаға бүлгән, шуларҙың береһе – «кешеләр».

– Үҙҙәрен, моғайын, шул расаға индергәндәр?

– Тик үҙҙәрен генә!

– Египет – беҙҙеңсә Мысыр, – Муса ла һүҙ ҡыҫтырҙы ахырҙа.

– Эйе, төркиҙәр шулай йөрөтә. Бөгөнгә етеп торор. – Люся китергә йыйынды. Һәм, бик мөһим һүҙен онотҡандай, туҡтап ҡалды ла һораны:

– Илфат исеме нимәне аңлата?

– Ил – страна, фат – белмәйем, – тине Илфат, уңайһыҙланып.

– Ә мин белям! – Люся бала кеүек ҡыуанды, һикергәләп алды: – ғәрәп һүҙе – «дуҫлыҡ» тигән мәғәнәлә.

– Ай, былбылым... Дуҫлыҡ?! – Илфат һоҡланып бер булды ҡыҙға. – Төркиҙәр тиһең, беҙҙеңсә лә арыу һуҡалайһың?

– Бер Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. – Люся шулай тип кенә ҡуйҙы. – Ә Афғанстанда дәүләт теле икәү: дари һәм пушту. Халыҡтың яртыһы – дари, өстән бер өлөшө – пушту, 15 проценты самаһы үзбәк телендә аралаша. Һөйләштәр иһә утыҙлаған: хазар, тажиҡ, төркмән диалекттары һәм башҡалар – бына уларын тотош белеп бөтөрлөк түгел. Дари – фарсы, пушту – иран теленә яҡын.

– Ҡайҙан шул тиклем белә икән, үҙе мәрйә. Шәреҡ ҡыҙы булһа, бер ғәжәп? – тип ҡат-ҡат ғәжәпләнде Илфат, ҡыҙ күҙҙән юғалып байтаҡ ваҡыт үткәс тә.

– Телдәрҙе өйрәнә башлаһаң, улар бер-береһенә эйәреп сиселә башлай. Мин бөгөн бер асыш яһаным әле, мырҙам.

– Асыш?

– Эйе. Люсяның миңә кереп барыуы һинең арҡаңда, егет.

– Шундай аҡыллы ҡыҙмы, миңәме, ҡараймы? – тип теҙеп китте Илфат. Ҡыйыу ғына егет үҙе, нимәгә шөрләп төштө?

– Тупаҫыраҡ булһа ла, бер мәҡәл бар: алтын башлы ҡатындан баҡа башлы ир яҡшы, тигән. Мин ул һүҙҙе өнәмәйем, һине нығытыр өсөн генә әйтәм. Алтын ҡуллы егет икәнеңде онотма, бортмеханик! Люся маһая башлаһа, техник терминдар менән атака яһарһың. Әлбиттә, күп белә, тарихты һыу кеүек эскән... Әммә һин ебемә!

– Есть, товарищ командир!

Муса Таминдаров экипажы яңы МИ-8-гә күсеп ултырҙы. Ә афғанда хәлдәр йылдан-йыл ҡатмарлаша. Хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәргә Пакистан аша АҠШ-тан, Ҡытайҙан заманса хәрби техника килеп тулды. Әлеге лә баяғы, Америка менән Рәсәй ҡоралы көс һынаша ғәмәлдә. Полктарының Джалалабад аэродромында урынлашыуына йөҙ түгел, мең ҡабат Аллаға рәхмәт уҡығандыр Муса һәм иптәштәре. Ҡандагарҙа ҡыштың үҙәккә үтмәле һалҡын, йәйҙең көйҙөргөс эҫе икәнен, ҡом бурандары уйнағанын беләләр, ә бында субтропик климат – еңелерәк.

Ерҙә лә, күктә лә ҡыҙыу һуғыш бара. СССР-ҙан өҫтәмә көс баштараҡ булғанса унар меңләп түгел, йөҙәр меңләп индерелә, транспорт һәм хәрби вертолеттар, самолеттар, бронетехника артҡандан-арта. Бына-бына фетнәселәр еңелер ҙә совет ғәскәренә иленә ҡайтырға приказ килер кеүек. Әммә алыш дауам итә. Батыр йөрәкле боронғо халыҡ бер-береһенә ҡаршы үлемесле ут яуҙыра. Арала – беҙҙекеләр.

Хәрби оҫталыҡтың яңы ысулдары ҡулланыла, генералдар ҙа штабта тик ултырмай. Вертолеттар «вертушка» тигән тактикаға эйә булды. Ҙур булмаған, йор хәрәкәтле МИ-8-ҙәр өсөн был бик отошло: бер-береһенән 1000 – 1500 метр ара ҡалдырып, түңәрәк хасил итеп осалар, бер борт һөжүмгә ингәндә лә, кире ҡайтҡанда ла, икенсеһе алмашҡа әҙер тора. Был дошман позицияһында тарҡаулыҡ тыуҙыра, төҙәп атырға ҡамасаулай һәм, әлбиттә, психологик атака булып та тора. Тарлауыҡтарҙа алышырға тура килгәндә, ҡош тубы кеүек теҙелеп осоу уңайлыраҡ. Мусаларҙың вертолеты базаға иләктәй тишкәкләнеп ҡайтҡыланы. Бер шулай Пакистанға илткән шоссе юл өҫтөнән Ҡабулға осоп баралар, бортта – мехпехота һалдаттарына эпикировка, осоусыларға шлемдар, бронежилеттар. Бына бер ваҡыт вертолетҡа атырға тотондолар. Экипаж бейеккәрәк күтәрелде, тиҙлекте арттырҙы. Ҡоламанылар. Әммә командир машинаның күп ерҙән тишелгәнен белә: бортта ел уйнай, аҫҡа күҙ һалһаң, ер күренә, тишектән аяғыңды тығып ҡарарға булыр ине, мәле ул түгел... Базаға килеп төшкәс, тикшереп сыҡтылар: 20 тишек! Алла һаҡлаған, тип кенә аңлатырға була был осраҡта.

Күпте күрҙе, күпте кисерҙе Муса Таминдаров афғанда.«Ниҙәр генә күрмәй, ниҙәр белмәй ир-егеткәй менән ат башы» тигән мәшһүр йырҙы ул эсенән генә «вертолетҡай менән ир башы» тип тә йырлағыланы, кәйефе килгәндә.

1984-тә һынылыш булыр кеүек ине был конфликтта. Беҙҙең ғәскәр бермә-бер күбәйҙе. Күп афғандар Пакистанға ҡасты, бында фетнәселәрҙең ҡораллы көстәре генә ҡалды кеүек. Тауҙағы ҡәлғәләре бомбаға тотола, ҡышлаҡтар ер менән тигеҙләнә, беҙҙең һалдаттар әйткәнсә, үтекләнә.

Тишкәкләнгән вертолеттарын ямаған арала тағы саҡ ҡына ял итеп алды Мусаның экипажы. Илфат Люсяның Ҡабулда икәнен белә ине, эҙләп тапты. Сварка минең эш түгел, движоктарым сәғәт кеүек эшләй, тип ҡабатлай ҙа йүгерә ҡыҙ янына, йәнәһе, пуштун теле менән бик ныҡ ҡыҙыҡһынып киткән берәү.

Шул арала гарнизонға «Афған йырҙары циклы» тигән концерт менән Александр Розенбаум килде. Гитара тотоп сәхнәгә сыҡҡас, ул ҡыҫҡа ғына телмәр тотто: «Ике Афғанстан бар: ҡаһарман кешеләр иле һәм беҙҙең егеттәрҙе үлтергән ил...» – тигән һүҙҙәре хәтергә уйылды. Ә бер йыры бигерәк тетрәндерҙе:

«В Авганистане в «черном тюльпане»,

С водкой в стакане мы, молча, плывем над землей.

Скорбная птица через границу

К русским зарницам несет ребятишек домой..»

Күҙ ҡырыйы менән генә тирә-яғындағы һалдаттарға ҡараштырҙы Муса: күптәре илай. Бында бит гел хәрби белем алған, сыныҡҡан ирҙәр килмәгән, һалдатҡа саҡ алынған егеттәр, 18 – 20 йәшлектәр әҙ түгел. Һуғыш тамуғынан тәндәре ғәрипләнмәй ҡайтҡанда ла, рухтары ҡыйралмаҫ, аңдары сыуалмаҫ тимә. БТР-ҙа сик буйлап барғанда, ҡоралһыҙ-ниһеҙ афған ғаиләһен – ишәк етәкләнгән ҡартты, бала эйәрткән ҡатынды – юл ыңғайы ғына атып киткән бәғзе һалдаттарҙың башы-күңеле төҙөк тип әйтеп буламы?!

Ә «черный тюльпан» тип АН-12 самолетын атайҙар. Ул һәләк булған һалдаттарыбыҙҙы совет сигенә ташый. Нейлон тоҡтарҙа, цинк табуттарҙа... Улдарының йөҙөн түгел, кәфен эсендәге кәүҙәһен дә күрә-ҡағыла, түшенә ҡапланып илай ҙа алмай ғәзиздәре! Мусаға ла һәләк булғандарҙы бортына тейәп базаға алып ҡайтырға бер генә тапҡыр тура килмәне. Әммә «ҡара ләлә» – үҙе тотош бер ҡәберлек бит: ҡат-ҡат теҙеп ҡуйылған табуттар, мәйет еҫе – күҙ алдынан мәңге китмәҫлек күренеш. Ҡайһы бер табутта мәрхүмдең тотош кәүҙәһе лә юҡ, бәғзе ағзаһы ғына – шуны белеү генә лә күтәрә алмаҫлыҡ ғазап, ә күтәрәһең, сараһыҙҙан...

Кемдең кеме генә юҡ һуғыш ҡырында? Хәйер, тыныс тормошта ла шулай. Концерттан һуң тамашасылар төрлө төркөмгә бүленеште. Илфат менән Люся һымаҡтар парланышып таралды. Яңғыҙ ярый торған Муса янына ҡупшы кейенгән һылыу ғына ҡатын килеп туҡтаны ла, баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап сыҡҡас, шиҡандарға тотондо

– Капитан (яңыраҡ алғайны был званиены), пройдемся?

– Я по войне хожу, каждую минуту. – Муса уйлап торғанын тышҡа сығарҙы.

– Как поэтично! Меня зовут Ника – богиня победы, то есть, а вас?

– Капитан Таминдаров.

– Как официально... Я просто хотела герою чеки предложить, могу устроить.

– То есть вы – «чекистка»? Спасибо, не нужно. Внешпосылторг чектары менән дә түләйҙәр ине беҙҙең хәрбиҙәргә ҡай саҡ, шул өлкәнән булып сыҡты был ханым.

– Жене подарок не увезете? – Ника һаман сигенмәне. – У такого джигита, наверное, жена точно есть? Вы такой колоритный мужчина! Эти раскосые глаза, а взгляд, что острие бритвы, о, боже! Я не устою...– тип килеп һыйынмаһынмы ҡатын. – Муса ҡатып ҡалды. – Что, слабо! – Никаның сәменә тейҙе, күрәһең, егеттең ҡырыҫлығы, боролдо ла китеп барҙы. Уның: – Дикарь, солдафон! – тип һөйләнгәнен афған еле түкмәй-сәсмәй килтереп еткерҙе. – Туземец!

Какая ты богиня, обыкновенная ППЖ, тип уйлап, Муса ытырғанып яурындарын һелкетеп ҡуйҙы. Үҙе тағы ҡыҙғанды ла берсә был матур ҡатынды. Бер төркөм янынан үтешләй, хәбәрҙәренә ҡолаҡ һалды: «Опий, доза, дурь», – тип ҡаңғырышалар... Икенсе төркөмдә ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшәләр: «Афған... Андропов, Черненко, Корея... «Боинг»... «– Өҙөк-йыртыҡ ишетелһә лә, Муса был егеттәрҙең ни хаҡында һүҙ йөрөтөүҙәрен аңлай. Былтыр көҙ, сентябрҙә, Нью-Йорктан Сеулға осҡан Корея самолеты – «Боинг-747», ниндәйҙер сәбәп арҡаһында маршрутынан тайпылып, совет территорияһына сыға, Сахалин күгендә оса, беҙҙең истребителдәр уны бәреп төшөрә. Хәрби летчик Муса аңлай: граждандар авиацияһының флагманы булған дәү «Боинг»ты разведка самолеты менән бутау мөмкин түгел. 269 кеше һәләк булған! Советтар Союзы тигән ғәзиз Ватанда ниҙәр күстәрелә, халыҡ нисек тын ала икән? Их, ҡайтырға ине тиҙерәк, егеттәрҙе афғандан алып сығырға, өйҙә үҙебеҙҙең мөҡәддәс бурыстарыбыҙ – илебеҙҙе сәскә атттырыу көтә. Шулай ярһыны Мусаның йөрәге, ә аҡылы сабырлыҡҡа өндәне: уға приказ бирелгән, үтәргә тейеш!

Иртәгәһенә капитан Таминдаров экипажына тағы яңы вертолет бирҙеләр: «Ваш дуршлаг на запчасти разобрали, корпус ни к черту», – тип аңлаттылар. Үҙенең ғәйебен тоймаһа ла, Мусаға ауыр булды быны ишетеүе, өс йыл эсендә өсөнсө вертолетҡа күсеп ултыра экипажы. Шунда уҡ задание ла бирелде: Панджшер үҙәнендә тупланған мөжәһиттәрҙе бомбаға тоторға. Дүрт вертолет бер сафта шунда осто. Ул төбәктәге тауҙар, тәбиғәт тарафынан киҫмә таштар менән махсус бурап төҙөлгән кеүек нығытмалар, боҫоп атышырға уңайлы эре-эре һуйыр таштар, тау ҡыраздарындағы йәшерен һуҡмаҡтар, артылыштар дошмандар менән тулған. Улар, әйтерһең дә, мең башлы дейеү – бер башын сабып өҙһәң, урынына тағы әллә нисәү үҫеп сыға... Ғәмәлдә, хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең күпселеге ябай әҙәмдәр һәм уларҙың ояһын тәүҙә беҙҙең зениткалар дөмбәҫләй, уның артынса авиация ракета-бомба һөжүмен аса, күк асылыу менән танктар, БМП, БТРС-тар, мотопехота ут сәсә – кешеләр, мал-тыуар, баҡсалар, арыҡтар – бөтәһе көлгә әйләнә. Беҙҙең һалдаттар йөҙәрләп, афғандар меңәрләп һәләк була.

Шул көндө Муса Таминдаров яҙмышындағы хәтәр ҙә, ғәжәйеп тә ваҡиғаға тарыны.

...Үҙе киң, үҙе оҙон тарлауыҡҡа барып инделәр. Аҫта ҡайһылыр дәүерҙәрҙә, бәлки, ҙур йылға аҡҡандыр, хәҙер унда эркелеп таштар ята, улар өҫтән яуған бомбаларҙан тетрәп ярыла ла, гүйә, ҡуҙғалып аға башлай. Таш йылға аға! Меңәр йылдар ҡорғаҡһып ятҡан үҙән ҡанға сума...

Атышҡан, маневр яһаған арала Муса күрә: күрше вертолет һауала уҡ шартлап, янып-сәсрәп бөттө. Бына уның бортына ла сират етте: ҡойроҡ балкаһы шырпы кеүек һынып төштө, тимер ҡоштоң суҡышы ҡапыл өҫкә күтәрелде лә, күктә тәкмәс әйләнеп, аҫҡа кәйелде. Муса турбиналарҙың бер көйгә һыҙғырыуын айырым-асыҡ ишетте. «Вертолетты ултыртыу мөмкин түгел, ауабыҙ!» – тип эфирға хәбәр итте, координаттарын тапшырҙы. Илфаттың: «Командир!», стрелок егеттең «Мама!» тигән һөрәндәрен ишетеүгә, аңын юғалтты: әллә нисә урындан тән есемен йыртып ингән ҡурғашты тойоп ҡына ҡалды ла...

Күҙен асһа, ярым ҡараңғы таш ҡыуышта ята. Мөйөштәрәк усаҡ яна, һандалда тимер сүкейҙәрме: даңҡ-даңҡ, саңҡ-саңҡ... Ҡуҙғалырға итте, хәле етмәне, ыңғырашып, ятҡан еренә кире һеңеште. Усаҡ яғында бер һынды күргәндәй итте, шул ҡуҙғалып, уның янына яҡынайҙы.

– Әссәләмәғәләйкүм, шурави. Мәйлең-мәйлең, – тип ҡуҙғалмаҫҡа ишара бирҙе ҡыуыш хужаһы.

– Вәғәләйкүм әссәләм, нике, – хужаның оло йәштәге афғанлы икәнен сырамытып, шулай өндәште Муса, телен көс-хәл менән әйләндереп.

– Имандари, аскари шурави! – ҡарттың тауышында ғәжәпләнеү ҡатыш һөйөнөү һиҙелде. – Дари, пушту? – ҡайһы телде аңлауын белеште.

– Үзбәк, пушту, – тине лә Муса, – мин – башҡорт, мосолман, – тип өҫтәне.

– Әлхәмдүлүлләһи! – ҡарт шыбырлап ҡына доға уҡып алды һәм Мусаға күп һөйләшмәҫкә ҡушып ымланы.

Ҡаҡ иҙәндә түгел, ә дүрт аяҡлы тәпәш кенә һике ишаратында ята икән Муса. Башҡа урын-ер күренмәй, ят бер кешене хужа шулай хөрмәт иткән?

Ҡарт уға ҡайнар сәй килтереп эсергәс, йоҡлап та китте. Төш күрҙе. Имеш, ул Толпарсыҡҡанда һыу инә, үҙе ярҙағы ҡыҙҙы күҙәтә. Уныһы сәсен тарап, толомлап үреп ултыра. Шул мәл ҡурҡыныс бер һыу кәрәмәте йөҙөп килеп сыҡты ла егеттең аяғынан эләктереп алды. Аҫҡа өҫтөрәй бит был, ысҡынырлыҡ түгел. Ярға табан йөҙөргә тырмаша ла, юҡ, теге форсат бирмәй, төпкәрәк һөйрәй. Ә ҡыҙ һаман толомон үреү менән мәшғүл, егет яғына күҙ ҙә һалмай. Зөһрәһе бит! Муса асырғанып ҡысҡыра: «Йолдызым! Таң чуагым!»

– Кунак, кунак! – Был сәйер төштән хужа йолдо. Ҡалҡынды, баяғы сәйҙәнме, кәр кергән ине әҙерәк. Ҡарт уның эргәһенә килеп ултырҙы, көлсә һындырып тотторҙо, тағы сәй эсерҙе. Шунан, һорағанын да көтмәй, һөйләп бирҙе Мусаның нисек был таш ҡыуышҡа килеп эләгеүен. Вертолеттары тарлауыҡта уҡ түгел, саҡ ҡына ситтәрәк, ни мөғжизә менәндер һаман аҫты өҫкә килмәй ағып ятҡан арыҡ быуаһына барып ҡолаған икән. Һыуға терәлгәнгәме, янып китмәгән. Ҡарт уны алыш тынғас, таң алдынан барып тапҡан. Осраҡлы рәүештә юлыҡҡан, һыу алырға төшкәндә. Яраланған ғына икәнен күргәс, һушһыҙ егетте, күтәргәндә күтәреп, һөйрәгәндә һөйрәп, ҡыуышына алып ҡайтҡан. Өс көн иҫ белмәй ятҡан Муса ошо һикелә. Үҙен һәрмәштереп ҡарарға тотонғайны, балтырына тейеү менән ызғырып ебәрҙе. Ҡарт өлтөрәп килә һалып етте, сепрәк менән уралған башына ымлап, әйтте: «Салма!» Шунан тотош сисенергә ҡушты. Сисенгәс, кейемен ҡағып-һуғып, тиҫкәреһен әйләндереп усаҡҡа яҡын ғына урынға элеп ҡуйҙы. Еҙ тасҡа йылымыс һыу һалып килтерҙе, бәрәкәтле тотон, тип аңлатып, йыуынырға өндәне. Муса башта бит-ҡулын, шунан эсен-түшен, иң аҙаҡ аяҡтарын сайҡаны, ҡарт, хуплағандай, баш ҡаҡҡылап эргәһендә торҙо, арҡаһын йыуышты.

Инәнән-тыума яланғас егетте етәкләп усаҡ янына, яҡтыраҡҡа, алып барып баҫтырҙы ла иғтибарлап һәр ағзаһын тотҡолап, һыпырғылап ҡарап сыҡты. Аптырабыраҡ ҡалһа ла, Муса ҡарышманы. «Ҡара, нике, ҡара», – тип йөпләне хатта. «Нике» тигәне пуштунса «олатай» була инде. Хужаға бик оҡшаны был мөғәмәлә, сөнки ул пуштун ҡарты булып сыҡты, башта уйлағанса, үзбәк йә төркмән түгел. Тәнен ентекләп тикшереп бөткәс, нике ҡапыл ғына һул аяғының һум итенә тотош биш бармағы менән килтереп баҫты. Муса саҡ иҫен юйманы, шулай ауыртты. Һүрән яҡтылыҡта күреп тә булмай шул: ҡайһы төшөң шешкән йә нишләгән. Ике яҡлап ҡабырғаларын усы менән гөпөлдәтеп һуҡҡайны, егет йүткерә башланы, ауыҙына ҡан тәме иткән шыйыҡса тулды. Хәрбиҙәргә медицина буйынса ла күпмелер белем бирәләр, ашығыс ярҙам күнекмәләрен өйрәтәләр, шуға ла Муса аңланы: балтырында яраһы тире аҫтында эренләп елһегән, гангрена ҡурҡынысы янай, ә күкрәк ситлегендәге ғиллә яманыраҡ – үпкә тишелдеме икән? Нике ҡабырға араһындағы ямалған тишеккә ымлап, бысаҡ күрһәтте, ошоно утта ҡыҙҙырып баҫып ҡанды тымыҙҙым, тигәнде аңғартты. Аяҡтағы шеште лә ярырға, ҡыҙған тимер баҫырға кәрәк – быға егет һүҙһеҙ ризалашты. Ҡарт шыйыҡ ҡына өйрә эсерҙе. Өс көн тәғәм ризыҡ ҡапмағас, әҙләп кенә ашата. Шунан үлән төнәтмәһе бирҙе лә усаҡтағы ҡып-ҡыҙыл күмерҙәр араһына яҫы йәпле бысаҡты тыҡты. Артабан, өс-дүрт сыра тоҡандырып, шул яҡтыла нәҙек кенә үткер бәке менән егеттең балтырындағы яраны телеп ебәрҙе. Ниндәйҙер һалҡын шыйыҡса менән сайҡағас, теге ҙур бысаҡты уттан алды...

Уянып китеүенә таң атҡайны. Йоҡлағанмы, аңһыҙ ятҡанмы – белмәй. Был ҡыуышта ике урында кескенә тәҙрә ишараттары бар, имеш, шуларҙан яҡты һирпелә, таңдарҙа ғына була торған саф һауа бөркөлә.

Нике күренмәй. Моғайын, һыуға йә ризыҡ йүнләп киткәндер. Ярай ҙа, ҡайтып инһә?! Осрай ҡалһа, шуравиҙар унан һин кем, шеитмы әллә сөнниме, пуштунмы-кемме, тип һорап тормаясаҡ...

– Нике, иншалла! – тип ҡаршыланы ҡыуыш хужаһын Муса. Ҡыуанысын йәшермәне.

Тыныс тормошта әҙәмдәр үҙ туғанынан да сителә, әллә ниндәй ваҡ низағтар менән ҡыйыша, ә һәр һулышың һуңғы булыуы ихтимал шарттарҙа йәшәүҙең генә түгел, дуҫлыҡтың, кешесә аралашыуҙың баһаһы йөҙләтә (кем хисаплаған?!), бәлки, меңләтә арта. Бына уның, Толпарлы егетенең, ҡаҙаҡ менән башҡорт балаһының, сит-ят илгә үҙ тәртибен урынлашырға килгән аскари шуравиҙың, әлеге афған ҡартынан да яҡын күргән кеме бар был минутта?

– Бөгөн алыш-атыш булмаҫ кеүек, ике яҡ ғәскәре лә ҡорал туплай, яралыларын йыйнай булыр. Мәйеттәрҙе ер ҡуйынына һалыу ҙа зарур... Муса, (ҡарт уға исеме менән өндәшә башланы) һине һил мәлдә шуравиҙар һуҡмағына төшөрөп ҡуйырға ниәтем. Кискәрәк. Тәғәмләнеп алайыҡ. Мин, бына, партизандар янына барып, ризыҡ төйнәп килдем, тимер һауыт-һаба, бысаҡ-бәкегә алмаштырып. Күрәһеңдер, тимерсе мин, тирә-яҡ шулай тип йөрөтә, исемемде лә онотоп бөткәндәр. Жәүәт атлымын, йәғни – мәңгелек, оҙон ғүмерле. Көнөм бөтмәгәс, йәшәйем һаман... Үҙем барғас, бөгөн ҡыуышҡа килеүсе булмаҫтыр, ял ит, мин һиңә, йәш кешегә, оло инсандан дәғүәт уҡырмын. Башымдан кискәндәрҙе һөйләрмен, уларҙың бәғзеһен ошо таш диуар ғына ишеткән. – Шулай тип, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе ҡарт һәм ыңғайына эргәләге стенаға ҡуша беркетелгән кәштәгә бөркәлгән бер ябыуҙы яңылыш эләктереп төшөрҙө. Ҡарт та, Муса ла икеһе бер юлы: «Бәрәкалла!» – тип ҡысҡырҙы. Ҡарт изге күренешкә табынды, гүйә, ә Мусаның теленә ирекһеҙҙән өләсәһенең ғәжәпләнгәндә мотлаҡ әйтә торған һүҙе килеп инде. Кәштәлә алтынһыу һары нур сәсеп, ҡанаттары ҡаушырылған, һомғол муйынлы, ҙур ҡара күҙле ҡош баҫып тора ине.

– Ҡош?! – тине Муса, үҙ күҙенә үҙе ышанмай. – Әкиәти алтын ҡош!

– Һомайғош. Алтын түгел, еҙ.

– Һомайғош? Беҙҙең халыҡта уның хаҡында легендалар бар. Самрау батша ҡыҙы Һомай...

Муса, белгәненсә, ҡолағына эләгеп ҡалғандарҙы һөйләне.

– Ә мин үҙебеҙҙең нәҫел бәйәне тип иҫтә йөрөтәм, иң кәрәкле һөнәри ҡорамалымды һәм ошо ҡомартҡыны ғына йөкмәп күпме күсендем мин илдәге фетнәләр арҡаһында. Ғаиләм ҡырылды... Кемдең ҡоралынан – бер Аллаһ белә. Һиндиҡуш тауҙарында ине төйәгебеҙ, Ҡытай сигендәрәк. Иранда ла пуштун тамыры барлығы мәғлүм. Борон-борондан йәшәгән пуштундар, беҙҙең мөйтән ырыуы.

– Мөйтән? Ишеткәнем бар кеүек. Башҡорттарҙа ла әүәл ундарса ырыу булған. Табындар, үҫәргәндәр, меңдәр... Мөйтән?.. – Муса был таныш һүҙҙе тағы ҡабатланы ла, тимерсе ҡарттың тауышына эйәреп, уның хәтер күленә сумды.

...Джирга* иғлан ителгән. Халыҡ түңәрәк ҡороп ултырышҡан. Пуштундарҙың йәшәйеш ҡағиҙәләре теркәлгән «пуштунвали» ҡабул ителә – ул, ант биргәндәй, дәррәү ҡабатлап раҫлана һәм ырыу менән идара итеү ҡанунына әүерелә.

– Ғәйрәт! (Ғорурлыҡ)

– Намус!

– Иман! – Истикамат! (Маҡсат)

– Мусават! (Тиңлек).

– Был ҡануниәт, – тип тәҡрарлай ҡор башы, – беҙҙең халыҡ Ислам динен ҡабул иткәнсә үк ғәмәлдә булған һәм буласаҡ. Ҡөрьән-Кәрим – Аллаһыбыҙ һүҙҙәре яҙылған Китабыбыҙ, беҙ Раббыбыҙ ихтыярын тайпылышһыҙ үтәйбеҙ. Ә пуштунвали – ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҡағиҙәһе, ырыуыбыҙҙың имандари тотҡаһы, уны үтәмәү – енәйәт. Мөйтән ырыуы өсөн намыҫ – һәр төрлө байлыҡтан ҡәҙерлерәк! Намыҫыңды юғалтҡансы, башыңды юғалт!

Халыҡ әкренләп тыныслана. Йыйындағылар ҡунаҡсыллыҡ йолаһын тәфсирләп телгә ала. Шунан тағы ярһып фекер алышырға тотоналар – дошманға ҡон ҡайтарыу тапҡырында...

Ниһайәт, уй ҡеүәһе менән әүәл дәүерҙәргә ҡайтып, хәтер яңыртыу башлана. Бер нисә көн барған йыйында был – мотлаҡ күренеш. Хәтер бағыусы тәғәйен аҡһаҡалы бар ырыуҙың, был да ҡаҡшамаҫ йола: ул, түңәрәк уртаһына сығып ултырып, көйләберәк һөйләп, тарих байҡай. Һомай... ...Заратуштра... Будда... Аллаһ Тәғәлә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт илә Күктән төшөрөлгән Ҡөрьән-Кәрим – быуаттар быуын-быуын хәтер таҫмаһына үрелә, онотолмай-юғалмай баулана.

«Һомай-Һомай-Һомай...» Ҡайҙандыр иҫ китмәле моңло йыр ишетелә. Шишмә сылтырай. Ҡояшлы йылы көн. Сәскә атҡан йүкәләрҙән иҫерткес бал еҫе аңҡый. Безелдәшеп бал ҡорттары оса. Муса Зәңгәр шишмә буйындағы бер ҡалҡыулыҡта ултыра, тәбиғәт хозурлығына хушлана. Бер мәл ҡапыл күкте болот ҡапланы, ел ҡупты. Ҡараһа, ҡалҡыулыҡ итәгендә йыландар мыжғыша, шул саҡ улар ҡырына өс башлы аждаһа осоп килеп төштө – шул икән ҡояшты ҡаплаусы.

«...Бер йәш бала тыуғанда, аның тауышы килгәндә, күктә осҡан дейеүҙәр бары ҡолап төшкәйне,»* – тип ыҫылдаша йыландар, шунда уҡ пәйҙә булған яуыз Ҡәһҡәһә менән Әзрәкә мәкер ҡоралар: хәҙер теге бала үҫкән, ул – Урал батыр, хәйләһеҙ еңеп булмаясаҡ. Хыянатсы Шүлгәнде, Уралдың игеҙәген, үҙ яҡтарына ауҙарырға, Зәрҡүм менән икеһен Күк Тәңреһе Самрау батша һарайына ебәрергә, Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы арбаһын да Аҡбуҙат менән булат ҡылысты ҡулға төшөрһөн, тип.

Муса, имеш, Урал батырҙы эҙләп китмәк, тегеләрҙең хаслығын асмаҡ. Тик урынынан ҡуба алмай, аяҡ-ҡулын ҡуҙғата алмаҫ хәлдә. Һөрәнләргә тотондо: «Урал! Урал!!!» Батыр ишетте, ниһайәт, яуыз дошмандар менән алыша башланы. Булат ҡылысын уңға һелтәй, һулға – ҡыра ғына дейеүҙәрҙе!

– Муса, ас күҙеңде, Муса! – Бәй, һүҙ бәүенә ойоп, төшәнеүе, имеш.

– Урал батыр, Һомайғош, – тине, тамам уянып та бөтмәҫтән.

– Пуштундарҙың хәтере тәрән ул, иҫләй китһәң. Мөйтән ырыуы борон-борон заманда Урал тигән тау аръяғынан күсеп килгән, тигән бәйән дә бар... Ваҡыт тар. Йыйынайыҡ. Һиңә берәй иҫтәлекле бүләк биргем килә, бындай осрашыу ғүмерҙә бер була бит. Иң ғәжәбе, Муса, һинең пуштун телен аңлауың. Бәлки, ошо арауыҡ мине аҡылдан яҙыуҙан ҡотҡарғандыр, иншалла.

Шул саҡ яҡында ғына таш тәгәрәгән, һөйләшкән тауыш ишетелде, икеһе лә һағайҙы. Ҡарт Мусаны ҡыуыштың иң ҡараңғы төпкө мөйөшөнә етәкләне, стенанан ике киҫмә ташты йәпле генә итеп алды ла эскә индереп бикләне. Килеүселәрҙең тауышы ишетелеп тора, тимерсе ҡартҡа ауған вертолет-самолеттарҙан киҫеп алынған тимер-томор килтергәндәр икән. Көнкүреш кәрәк-ярағы, хәнйәр, бысаҡ сүкергә ҡуштылар. Берәүһе, ҡылыс ҡойоп бир, тип үтенде.

Әлдә оҙаҡ торманылар. Шул арала Муса үҙе бикләнгән тар ғына урынға күҙ һалды: келәт һымаҡ икән, нимә генә юҡ – тас-биҙрә, көрәк-тәпке, балта, һабан төрәненә тиклем бар. Кемгә кәрәк инде был төрән, тип әсенеп уйлап алды.

Йәйге томра баҫыла төшкәс, Ай ҡалҡҡансы, юлландылар. Тимерсе ҡарт келәтенә тағы бер ҡош статуяһын йәшереп ҡуйған икән, шуны бирҙе: «Быныһы – күсермә, бәләкәсерәк яһаным. Тегеһе – ырыу мөлкәте, әлмисаҡтан ҡалған ҡомартҡы», – тине. Муса алмашҡа гелән кеҫәһендә йөрөткән йәлпәк тимер шкаликты бүләк итергә уҡталғайны, ҡарт йылмайып кире ҡаҡты: «Үҙеңә кәрәгер, һыу-фәлән һалырға йәпле бит. Мин ни – тимерсе ҡарт, ундай һауыттарҙы күп эшләнем, тимерселек беҙҙең нәҫел һөнәре. Был тирәлә, тарлауыҡ төбөндә күпме тимер-томор ята, беләһең. Һиңә инселәгән Һомайғошто ла ошо ҡыуышта яһаным, ҡомартҡы юғалып-фәлән ҡуйһа, тип. Раббым һаҡлай әлегә...»

Капитан Муса Таминдаровҡа разведчиктар килеп юлыҡты. Эскадрилья штабынан тура Ҡандагарҙағы аэропортта урынлашҡан госпиталгә оҙаттылар, унан – Үзбәкстанға, Ташкент ҡалаһындағыһына. Бүтәнсә хәрби хеҙмәткә яраҡлы булмаҫын белгәндәрҙер.

Шунда саҡта, бына ҡайҙа килергә кәрәк теге Люсяға, тип уйлап та өлгөрмәне, күҙенә күренәме әллә: ҡаршыһына килде лә баҫты ул ҡыҙ. Эргәһендә – Илфат!

– Бортарь, стрелок иҫәнме? – Тәүге һүҙе шул булды.

– Иҫән, командир. Бер ҡолағымдың япрағы саҡ өҙөлөп төшмәй һәлберәп тора ине, ти, теккәндәр. Ул инде башҡа экипажда оса. Мин...

– Люся һылыу, һин дә бындаһың? Һине иҫләп кенә тороуым ине, ысын, – тине лә Муса өҫтәп ҡуйыуҙы кәрәк тапты: – Ишетеп ятам, ниндәй генә телдә һөйләшмәйҙәр бында, ҡайһы ғына милләт юҡ.

– Мин тап шуға күрә килгәйнем дә. Илфатты осратырмын, тимәгәйнем... ошо хәлдә. Саҡ ҡулһыҙ ҡалмаған, соколик мой.

– Соколик түгел инде, сокол, бөркөт!

– Командир, беҙгә парашюттан ырғырға приказ бирелгәс, ырғыныҡ. Һин бортты һаман ташламаның, тарлауыҡ боролошонда күҙҙән юғалттыҡ. Стрелок парашютын асмай ҙа асмай, томоролоп аҫҡа оса. Минең түҙемлек етмәне, ашыҡтым, буғай... Төшөп барам, ер яҡын ғына ҡалды, шунда бер афған малайының миңә төҙәп атырға тороуын күреп ҡалдым. Хатта мылтығын да күрҙем – XIX быуаттан ҡалған трофей. Баштараҡ духтарҙың бөтә булған ҡоралы шундай ине бит, беләһең.

– Аттымы?

– Атты. Тейҙерҙе. Килеп төштөм, һул ҡулым терһәктән аҫтараҡ тетелгән, тире менән күндә һәленеп тора. Ярай, стрелок шундуҡ эргәмә килеп етте, үҙенең сикәһенән сорлап ҡан аҡһа ла, иғтибар итмәй, миңә ярҙам итте. Ҡулымды урап бәйләп, ҡайыш менән яурын аша аҫып ҡуйҙы. Үҙебеҙҙекеләр яғына атланыҡ. Ике вертолет яралыларҙы йыйырға сыҡҡан, береһе төшөп алды. Бортында мәйеттәр ҙә бар ине. Ялан госпитале хирургы ҡулынан килгәнде эшләне лә бында оҙатты. Шулай, командир... Ә ҡулды һаҡлап алып ҡалдылар. Хирург, ҡатын кеше: «Не обещаю, сынок, но очень постараюсь», – тигәйне, рәхмәт инде, тырышҡан. – Бына, бармаҡтар ғына күренә, уларҙы ҡыймырларға яңынан өйрәтәһе бар. Бөгөлмәй, ҡарышалар, ауырта сөнки, әммә улар миңә түгел, мин уларға хужа әле, ҡыймырламай түгел ҡыймырларҙар!

– Эйе, бөркөтөм, – тип Люся егеттең бурлат төҫөнә ингән шешмәк бармаҡтарын һыйпап алды. – Был бармаҡтар әле гармун уйнатасаҡ!

– Беҙҙең туйҙа?!

– Шартымды беләһең – Мәскәү.

– Ҡарарбыҙ, былбылым...

Бына нисек табыша ҡайһы берәүҙәр, һуғыш та ҡамасау түгел, тип уйланы Муса, дуҫтарына ҡарап.

– Мөшкөлөрәк, мырҙам, – тине ул хәлен белешергә ҡыймайыраҡ, күҙендә һорау мөлдөрәтеп торған Илфатҡа. – Бер үпкәнең яртыһын киҫеп ташлағандар. Имеш, үпкә үҫә, тиҙәр, әллә? Тәндәге йәрәхәттәр уңала башланы. Аяҡты тимерсе ҡарт, афған олатай – нике ҡотҡарҙы. Һөйләрмен ул хаҡта, Люся һылыу, һиңә ҡыҙыҡлы булыр, тим, бигерәк тә. Пуштундарҙың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡунаҡсыллығы, намыҫ кодексы һоҡланырлыҡ. Иҫ киткес хәтерле халыҡ.

– Ә мин башҡорттарҙың бик-бик боронғо халыҡ икәнлегенә төрлө сығанаҡтарҙа дәлилдәр таптым. Этногенез, этнонимика ла – минең өлкә бит инде, архив саңын әҙ йоторға тура килмәй.

– Рәсәйгә ҡушылыу... – Муса ауыҙын асҡайны ғына, Люся нескә бармаҡтарын уның ирендәренә терәне, быны ул, һөйләшмә, хәлеңде бөтөрмә, тигән ым итеп ҡабул итте. Ләкин тағы бер сәбәбе бар икән, уныһын егет үҙе самаланы.

– Башҡорттарҙың Наполеонға ҡаршы һуғышыуы, «төньяҡ амурҙары» тигән яугир даны... Эйеме? Бөйөк Гете ла яҙған үҙенең шул осорҙа башҡорт уҡсылары менән осрашыуын. Мәҫәлән, шағир үҙ ниәте менән Веймерҙағы гимназияға барһа, унда, протестант мөхитендә, бер мосолман көйләп доға уҡып ултыра, ти. Башҡорт кенәзе, атлы отряд башлығы Ғосман Ғүмәров булып сыҡҡан ул. Танышҡандар, кенәз Гетеға уҡ-ян бүләк иткән... Ваҡыт ҡарт өсөн был бөйөк ваҡиғалар кисә генә булып үткәндәй. Ә тәрәнгәрәк төшһәң, тарихтың иң төпкө ҡатламдарында ла табыла башҡорт эҙҙәре. Нисек әле һеҙҙеңсә, шаҡ итерлек!

– Шаҡ ҡатырлыҡ. – Илфат көлә башланы ла шып туҡтаны: – Ғәфү ит, Люся, һинең алда үҙемдең шыр наҙан булыуымды онотоп ташлағанмын.

– Ә мин вертолеттың бер шөрөбөн дө бора алмайым,– тип аҡыллы ҡыҙ үҙҙәрен тигеҙләп ҡуйҙы.

– Яңыраҡ Лев Толстойҙың биографияһы менән ентекләберәк танышып сыҡтым, шунда уның шағир Афанасий Фетҡа яҙған хатына юлыҡтым. «...Край здесь прекрасный, в особенности по простоте и неиспорченности народа. Читаю Геродота, который в подробностях описал тех самых галактофагов – скифов, среди которых я живу. От башкир пахнет Геродотом.» Ҡыҫҡаса шулай.

– Яҙыусы бит заманында башҡорт өйәҙенә, Быҙаулыҡҡа, йыш килер булған, ҡымыҙ менән дауаланырға, шунан ер һатып алған. Үҙенең хуторы булған. Уҡытыусыбыҙ һөйләгәйне. – Муса ла һүҙгә ҡушылды.

– Эйе, ул башҡорттар менән ихлас аралашҡан, уларҙы бик яратҡан,– тине Люся. Ҡыҫҡаһы, һеҙ, башҡорттар скифтарҙан сыҡҡанһығыҙ, тигән фараз да бар. Или – киреһенсә... Һеҙҙең гениаль эпосығыҙ «Урал батыр» башҡорттарҙың Пифагорға тиклем үк математиканы белгәнлеген дәлилләй, миф телендә астрономияны һүрәтләй. Ҡат-ҡат уҡып та төбөнә төшөп етеп булмай – шундай ҡалын философия, что опять же говорит о мощи таланта, об образном восприятии Вселенной. Надеюсь, джигиты, именно вы и поможете мне полностью преодолеть языковой барьер и я проникну в пласты этого великого произведения. Смогу! «Урал батыр» завоевал мое сердце. – Люся, әҫәрләнеп китеп, үҙ теленә күскәнен һиҙмәй ҙә ҡалды, күрәһең. Туҡтап, йылмайҙы ла һығымталап ҡуйҙы: – Ҡыҫҡаһы, тарихығыҙ Уралығыҙ кеүек оҙон, бейек һәм киң. Башҡорттар хаҡында боронғо Ҡытай, Рим империялары йылъяҙмаларында ла әйтелгән. Ә буквально недавно Истамбул китапханаһында Ибн Фаҙландың сәйәхәтнамәһе менән таныштым. Уны, кстати, һеҙҙең күренекле шәхесегеҙ профессор Зәки Вәлиди тәржемә иткән булған. Төркиәгә эмиграция юлында, Урта Азияла, нисектер уның ҡулына Бағдад хәлифенең Башҡортостанға бәйле яҙмалары килеп эләккән. Ялҡманығыҙмы әле?

– Юҡ, һеңлем, һөйлә, ас күҙебеҙҙе,– тип ҡеүәтләне уны Муса, арып китһә лә.

– Тогда саҡ ҡына тағы асам күҙегеҙҙе. 921 йылда Бағдадтан көнсығышта ятҡан илдәргә сәйәхәткә йөҙләгән кеше каруан менән сыға. Ислам динен таратыу миссияһы менән. Ибн Фаҙлан көндәлегендә ярһыу ағымлы Яйыҡ йылғаһын кискәндә байтаҡ кешеләренең һәләк булыуын яҙып ҡалдырған. Ул йылға һеҙҙең ерҙә әле лә ағып ята. Әл-башғард илендә, тигән, халыҡтар 12 Раббыға табына: Ер Тәңре, Ҡояш Тәңре... Ә бер Тәңреләре – Ат. Үзбәкстан менән Афғанстан сигендә, Амударъяның үрге ағымында, Башҡорт тауҙары бар, тигәне лә дөрөҫкә оҡшай – башҡа тарихи сығанаҡтар быны кире ҡаҡмай. Хәҙерге Файзабад тарихында ла башҡорт эҙҙәре шәйләнә. Атамаларҙың этимологияһына ғына иғтибар итһәң дә. Бәлки, ныҡлап, «ҡаҙаҡланып» ултырып өйрәнергә форсат тыуыр бөйөк халыҡтың тарихын, әлегә күҙ йүгерттем генә. Бына Афғанстан картаһы, Илфат, ҡара әле, башҡортсаға тартым топонимдар – йылға, тау атамалары, ҡала исемдәре лә – бармы, булһа, уҡып ишеттер?

– Шаран, Даулатабад, Кундуз, Акча, Ургун, Кызыл кала, Кабул, Тулак, Барак-барак, Майданшах, Мусакала... Командир, һинең ҡалаң бар икән афғанда!

– Шаран районы, Өргөн күле... дәүләт, ҡондоҙ, аҡса, ҡабул, тулаҡ – тай-тулаҡ, майҙан, шаһ, ҡыҙыл, ҡала, бараҡ – оҙон йөнлө эт, ҡаҙаҡтарҙа ла шулай. Оҡшашлыҡ бермә-бер бит! – Муса ла ихлас ғәжәпләнде.

– Төркиҙәрҙә уртаҡ топонимика ғәжәп түгел, шуны ла онотмайыҡ. – Люся әңгәмәне йомғаҡлауға ишараланы.

Муса ныҡ арығанын һиҙҙе, күҙ ҡабаҡтарын күтәрә алмай башланы, иҫе томаланды. Вертолетта оса кеүек, аҫта берсә ҡыҙғылт, берсә һары, берсә зәңгәрһыу-һорғолт һырттарын күтәреп афған тауҙары ята һәм, ярабби, уйһыулыҡта ҙур тәгәрмәс күренде! Түбәнәйә биреп, түңәрәкләп осоп йөрөнө лә аңланы – ҡала бит. Уртала – майҙан, уны уратып, бер түңәрәк, икәү, өсәү... Вертолетына әллә снаряд тейҙе, һелкенә башланы, бына-бына шартлаясаҡ. Муса парашютһыҙ-ниһеҙ ергә һикерҙе, инде бәрелдем тигәндә – аңы асылды: палатала ята, янында медсестра баҫып тора.

Муса Таминдаровҡа инвалидлыҡ бирҙеләр. Үпкәһе һыҙламай, тын алыуы башта ауырыраҡ ине, әкренләп күнегелде. Балтыры тартышып әрней, атларға ҡамасаулай, һум ит ныҡ уйылған шул. Эйе, тән йәрәхәттәрен дә, күңел яраларын күп алды афғанда. Һуғыш – театр түгел, унда бөтәһе лә ысын: үлем дә, йылға булып аҡҡан ҡан да. Берәүҙәрҙе был ҡот осҡос ысынбарлыҡ һындырҙы, икенселәрҙе, Муса кеүектәрҙе, сыныҡтырҙы. Тыуған Башҡортостанына ул милләтпәреүәр булып ҡайтты, афғандарҙың күпселеге аралашҡан дари-фарсы телендә был – илһөйәр, патриот тигән һүҙ.

Яҙғанымды Мусаға күрһәттем. Өндәшмәй генә уҡыны. Ҡаштарын төйҙө берсә, урттарын сәйнәне – күреп торҙом. «Апа, үҙегеҙ шунда йөрөгәндәй хикәйәләгәнһегеҙ, мин улай булдыра алмаҫ инем, – тине ахырҙа. – Тик баҫырҙар микән гәзиттә, мин һеҙгә асыҡтан-асыҡ һөйләгән ҡайһы бер әйберҙәр матбуғатта тыйылғандыр, тим».

Муса хаҡлы булып сыҡты. Хикәйәмде тураҡлап, кескәй генә бер мәҡәлә йораты итеп, «Афғансы» тигән баш аҫтында бирҙе район гәзите. Өлкәгә, шулай булғас, ебәреп тә булашманым. Сәғәте һуғыр әле, тигән уй беркеттем дә башҡа яҙыуҙарым һаҡланған сумаҙаныма һалып ҡуйҙым.


*
  • Джирга (пуштунса) – йыйын, түңәрәк ҡор.
  • «Урал батыр» эпосынан.

52[edit]

Ҡыҙым менән улым йоҡлай. Фатихымды дауаханаға киске сәғәт ундарҙа ашығыс саҡырып алдылар, «экстренный случай» тип. Иремдең көн тимәй, төн тимәй эшенә атлығып тороуына өйрәндем инде. Ҡай саҡ йәнем көйөп киткеләй, әҙәмсә йәшәп булмай, йәнәһе. Әммә үҙемде тиҙ ҡулға алам, уның тап шундай булыуы һоҡландыра лаһа мине. Бәс, ул да минең йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йөрөүемә, донъямды ташлап, төрлө походтарға, туристик путевка менән союздаш республикаларға яңғыҙым йөрөп ятыуыма күнә бит. Әй, күнмәһә лә! Ерле юҡҡа шулай эстән сыпраңлай башлаһам, өләсәйемдең, ҡартәсәйемдең изге рухтарына күҙ төбәйем. Һәм улар, көтөп кенә торғандай, гүйә, алдымда пәйҙә булып, йә маҡтай, йә ороша. Бына әле лә, ғәҙәтемсә, эстән генә әңгәмә ҡорҙом:

– Күңелем бөтөн кеүек тә, барыбер борсолам.

– Шөкөр ит! – Өләсәкәйҙең тауышын ишетәм кеүек. Ул, өлкәнерәк булғанғалыр, гелән беренсе булып өндәшә, әхирәттә лә әҙәп һаҡлау барҙыр шул.

– Өйөм-ғаиләм түңәрәк. Донъялар ғына тыныс түгел. Ана, афған һуғышы...

– Ҡолоҡасым, һәр кемдең күрәсәге кеүек, ил-ҡәүемдең дә яҙмышы алдан яҙылғандыр, тип уйламайһыңмы? – Ҡартәсәйем ошо фаразды ҡолағыма киртте.

Шул мәл Фатих ҡайтып инде. Ишекте асып-ябыуынан һиҙеп торам: кәйефе ҡырылған. Кухняға сәй ҡуйырға йүгерҙем.

– Келәт тыҡрығында йәшәгән бер ҡатын ярты айлыҡ сабыйын күтәреп килгән... – көрһөнөп һөйләй башланы ул. – Юлда ҡулында үлгән бәпесе. Зөһрә шунда уҡ әйткән, ярҙам итеп булмай, тип. Әсә кеше ышанмағас, мине саҡыртҡандар. «Ул иҫтән генә яҙғайны, ҡотҡарығыҙ! – тип ҡатын йәнасыҡҡа ҡысҡыра. – Килгәндә балам иҫән ине, күрәләтә үлтерҙең», – ти ҙә Зөһрәгә ташлана.

– Ай, Аллам!

– Внезапная младенческая смерть...

– Нисек?

– Шундай диагноз. Һирәк осрай, әммә була торған хәл.

– Хәҙер нишләмәк?!

– Йәш әсәне саҡ тынысландырҙыҡ, укол һалып. Тәүге балаһы икән. Атай кеше лә артынса уҡ килеп етте. Ҡойолоп төштө, хәлде аңлатҡас. Ағарынып китте, йөрәген тотоп лап итеп барып ултырҙы. «Инфаркт әллә?» тигән уй үтте баштан хатта.

– Әле ҡайҙалар?

– Дауаханала. Ҡатын бәпесен ҡулынан ысҡындырмай. Саҡ ҡына яҡтырыу менән район үҙәгенә оҙатырға инде.

– Диагнозды тикшерергәме?

– Эйе. Вскрытиеға. (Фатих ауыр һүҙҙәрҙе русса әйтергә тырыша, һынағанмын).

– Ә, диагноз дөрөҫ ҡуйылмаған, тиһәләр?

– Стационарҙа, роддомда тапҡан баланы. Сабый бер ниндәй патологияһыҙ тыуған, патронаж ваҡытында үткәрелеп торған. Һалҡын теймәгән. Инфекция эҙе юҡ, тәү ҡарашҡа күк-фәлән, йәрәхәт күренмәй. Әсәһе, йүргәген алмаштырам тип ҡулыма алғайным, ҡапыл тыны өҙөлдө лә ҡуйҙы, ти.

– Уф! Йәштәрҙең тағы булыр ҙа ул балаһы, тик быныһын алмаштырмаҫ, унды тапһалар ҙа. Бигерәк тә әсәгә ауыр инде был фажиғәне кисереүе. Туғыҙ ай туғыҙ көн түгел дәһә, шунса ғүмер сабыйыңды кесе йыһаныңда һаҡлап-бәпләп бар ит тә, Оло йыһанға тыуғас ҡына юҡ булһын әле – нисек сыҙар, нисек күнер бисара ҡатын?!

– Эйе, әсәнең үҙенә ярҙам кәрәк хәҙер. Психолог ярҙамы. Ә беҙҙә бөтә районға бер психоневролог. Сит илдә һәр ғаиләнең үҙ психотерапевты бар, ти. Һәр хәлдә, был йәһәттән унда – цивилизация.

– Ә беҙҙә тик үҙ көсөңә, түҙемеңә таянырға ҡала. Әлдә бешебеҙ, сабырлыҡҡа бәләкәйҙән өйрәтеләбеҙ. Халыҡ педагогикаһы, ти ҙәһә ғалимдар, шул бар.

– Ярар, Нуриям, иртәгә – эшкә, һиңә лә, миңә лә, – тине Фатих, эсен бушатҡас. – Әлдә йоҡламаған инең. Саҡ ҡына еңел булып ҡалды, һин тыңлағас. Врачтар өйрәнеп бөтә үлемгә, тигәнде лә ишеткән бар – юҡ, күнегеп бөтөп булмай, айырыуса сабый вафат булһа... Ғәйепле тояһың үҙеңде, сәбәпһеҙгә лә.

– Ә Зөһрә?

– Ул ни, түгелеп иланы. Илаһын, еүеш стресс еңелерәк үтә.

– Еүеш стресс?

– Эйе. Ҡоро стресс – күҙ йәшһеҙ, йөрәккә бәрә. Ир-атта инфаркт, мәҫәлән, сағыштырмаса күберәк, ҡатын-ҡыҙҙа әҙерәк – улар еүеш стресс кисереүсән.

Һы...

Иртәгәһенә асыҡланды: Фатихтың диагнозы дөрөҫләнгән. Өфөнән үк махсус эксперт килгән икән.

Яҙ моронлап ҡына тора. Ҡояш, уйынсаҡ йәш килендәй, йылмайыуҙан бушамай. Көн битендә йылы, ҡышҡы кейемде хәҙерҙән яҙғыһына алмаштырғы килеп китә. Әммә был ниәтеңдән күпмегәлер ваҡытҡа сигенеп тораһың, сөнки ҡапыл ғына ҡуйынға боҙло һалҡын ел килеп һарыла – тауҙарҙағы ҡалын ҡар ныҡ ята әле, мәңге ҡымшанмаҫтай булып. Уйҙар ҙа, әллә тәбиғәттән күрмәксе, күңелең ҡыуанып, имшеп кенә торғанда, болоҡһоп килеп инәләр ҙә өшәндереп ҡуялар. Бына беҙҙең йән-фарман донъя көтмөшөбөҙ, үҙебеҙсә тырышып байлыҡ йыймышыбыҙ, саҡ ҡына тотонолған «копейка» тип йөрөтөлгән еңел машина һатып алдыҡ, «ВАЗ-01» инде, көндән-көн арыураҡ, етешерәк йәшәйбеҙ, бер ҡараһаң. Икенсе ҡараһаң, ябай халыҡ барыбер ауыр көн итә. Икәүләп аҡса эшләп, мал аҫырап та, саҡ тейендек машинаға, ә бит ул – транспорт сараһы, кәрәк әйбер, өй беренсә булһа ла ғәжәп итергә түгел дә бит. Толпарлыла тик ике машина: беҙҙә һәм Вафичтарҙа. Әшрәфтәр, ана, ала алмай, кем әйтмешләй, балаға баттылар. Өс малай – Артур, Нариман, Сыңғыҙ һәм ике ҡыҙ – Раушания менән Ләйсән. Шундай матур исемдәрҙе ҡайҙан табып бөткәндәр тиһең. Артуры, билдәле,– иҫтәлек. Әшрәф үҙе ҡушҡан. Шул тиҫтеремдең күңел йомартлығына һоҡланыуымдың сиге булырмы бер? Булмаһынсы! Нариманды ҡайны кеше һайлаған. Ҡартәсәйемдең исемдәр тәфсиренән ҡарағайным: батыр, ғәйрәтле икән мәғәнәһе. Сыңғыҙҙы Әшрәф менән Әсмә икәүләп һайлағандар, аҡыллы, дәртле дуҫыбыҙға оҡшаһын тип. Раушанияны ҡәйнәм күптән күңелендә йөрөтә ине, малайҙар килә лә тыуа, ниһайәт, үтәнек оло кешенең теләген, ти Әсмә. Ләйсәне апрель аҙағында, тәүге ямғыр – ләйсән яуғанда тыуған. Бына уларға, ишле ғаиләгә, кәрәкмәйме ни шәхси транспорт? Һаман мотоциклдан уҙа алмайҙар. Әшрәф көнө-төнө баҫыуҙа, эш хаҡы барыбер әллә ҡайҙа китмәгән, Әсмәнеке – ишемтәгә ҡушымта ғына. Малсылыҡта, сөгөлдөрҙә эшләгәндәрҙеке хаҡында һүҙ йөрөтөргә лә түгел, бала-сағаһына кейем йүнәтеүҙән ары китә алмайҙар. Ә бит еренең өҫтөндә шаулап иген үҫкән, көтөү-көтөү мал үрсегән, ҡалын урмандар шаулаған, ҡуйынында ҡара алтыны, хисапһыҙ мәғдәне булған иҫ киткес бай илдә – Башҡортостанда йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ! Донор беҙ – тапҡаныбыҙҙың сиреге лә үҙебеҙгә йоҡмай.

Ярһып китәһең дә шулай, тағы кире сигәһең, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, баш осонда пулялар һыҙғырмай... СССР – ҡеүәтле дәүләт, уның ҡанаты аҫтында хәүеф юҡ.

Яңыраҡ Сыңғыҙ менән Гөлсирен (Менәүәрәне хәҙер толпарлылар шул шағирәнә исеме менән йөрөтә) отпускыға ҡайтып киттеләр.

–Ҡарттар власҡа йәбешеп ята, мертвой хваткой, – сәйәсәткә күсә һалды Сыңғыҙ, бер кисте килеп һөйләшеп ултырғайнылар. Мин ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем, уның бынан егерме йыллап элек Политбюро ағзаларының мәктәп коридорындағы оҙон стенаға эленгән фотоларына ҡарап: «Көндәрегеҙ һанаулы, хөрмәтле ҡартластар!» – тип бармаҡ янағаны иҫемә килеп төштө. Ул да хәтерләне, буғай, ҡушылып көлдө лә дауам итте: – Күрәләтә Черненконы ҡуйҙылар, сирле кешене яфалап. Үҙгәрерме был ил берәй ҡасан, юҡмы?!

– Үҙгәрер! – тинем, телемдән тарттылармы ни.

– Ҡасан?! –Сыңғыҙ, һуңғы өмөтөн бағлаған бер оракулға ҡарағандай, төбәлеп торасы миңә. Аптырап ҡалдым да уйыма килгәнде әйттем:

– Оҙаҡламай. Торғонлоҡ мәңгелек була алмай ҙаһа! Йылға, ана, быуылһа, күпмелер тонсоғоп тора ла, барыбер яйын таба, йырып сыға, хатта ташты бүҫә, ә ҡая йә тау ҡалҡһа юлында, урап ағып китә – тормош та йылға һымаҡ бит ул!

– Фәлсәфәң дөрөҫ. Әммә сәйәсәт тәбиғәттән хәйләкәрерәк, аҫтан, аҫтыртын хәрәкәт итә. Бына, ҡуйынымдағы ҡатынымды ышандыра алмайым КПСС-тың илде ниндәй һаҙлыҡҡа һөйрәүенә. Партияны маҡтап туймай, дифирамбылар яуҙыра. Бер килеп күҙе асылыр, конечно, не дура же. Белдеңме?!

Гөлсирен йылмайып ҡына тыңлап тик ултыра. Журналист һуҡмаҡтары ҡайҙа ғына ташламай, кем менән генә осраштырмай, ниндәй генә яҙмыштарға юлыҡтырмай, үҙеңдән-үҙең кешене иғтибарлап тыңларға ғәҙәтләнәһең, сөнки тел асҡысы табыр, эске донъяһын асыр өсөн уның холҡон тойомларға кәрәк, тигәне бар ҙаһа. Ә Сыңғыҙҙың фекерҙәрен тап ошо минутта ғына иҫбатларлыҡ йә кире ҡағырлыҡ та түгел, уның күҙе-күңеле гелән киләсәктә.

Күп көтөргә ҡалмаған булып сыҡты үҙгәрешле заманды. Черненко власта бер йылдан саҡ ҡына артығыраҡ ултырып, мең туғыҙ йөҙ һикһән биштең унынсы мартында донъя ҡуйҙы. Өс йыл эсендә өс Генсекты ерләне халҡыбыҙ.

Сираттағы юлбашсы оҙаҡ көттөрмәне – Михаил Сергеевич Горбачев. Ниһайәт, сағыштырмаса йәш кеше, мәрхүм Черненконан 20 йәшкә кесерәк. Үҙәк телевидениенан тәүге сығышы уҡ уның бөтөнләй башҡа, журналистар яҙғанса, яңы формация кешеһе икәнен асыҡ күрһәтте. Матур һөйләй, телгә бай һәм уны тыңлағандан-тыңлағы килә, гипнозы бар тиерһең? Маңлайындағы миңе лә шундуҡ күҙгә ташланды, әлбиттә. Олораҡ быуын кешеләре ошо осор Ленинды, Керенскийҙы телгә алғыланы, уларҙың да, Горбачев һымаҡ, белеме буйынса юрист булғанлығын хәтергә төшөрҙө. Эште закондарҙы үҙгәртеүҙән башлар, моғайын, тип юраусылар ҙа булды.

Беҙ, уҡытыусылар, яңы Генераль секретарҙың һәр телмәрен тыңларға, үҙ-ара фекер алышырға ғәҙәтләнеп киттек. Бығаса ла сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына инек, ә был юлы тормош ҡуласаһы ҡыҙыуыраҡ әйләнә башлағанын һиҙәбеҙ, хәбәрҙар булырға тырышабыҙ. Ауылда йәшәйбеҙ бит, урам уртаһында туҡтатып та аңлатма һорай башлай бәғзе берәү бәғзе сәйәси хәлгә.

Ә Горбачев закон сығарыуҙан түгел, идеялар биреүҙән башланы эшмәкәрлеген. Беренсеһе – «фәнни-техник прогресты тиҙләтеү». Тәүге битенә «Ускорение - 90» тигән баш ҡуйылған «Правда» гәзите килеп етеүгә, Башҡортостандың мәғлүмәт саралары ла шул һүҙҙе телдән төшөрмәне.

Ауыл хужалығында нимәне һәм нисек тиҙләтергә һуң? Фатих та, мин дә игенсе йә малсы булмаһаҡ та, шул хаҡта кәңәшләшергә тип, бер көндө беҙгә колхоз рәйесе Искәндәр ағай менән агроном Вилмир килеп инделәр. Сәсеү башланып торған осор ине.

– Понимаете ли, Фатих ағай. – Рәйес һүҙен шулай башланы, – эште тиҙләтер өсөн сығымдар кәрәк тәһә? Ә бит һалырға аҡса юҡ ул научно-технический прогресҡа!

– Һаман да семенаны пестицидтар менән протравливаем. Ана... – Вилмир, рәйестең тамаҡ ҡырып алыуын ишетепме, ярты һүҙҙә туҡтаны.

– Орлоҡто ағыулайбыҙ, тип әйт әле, Вилмир, пестициды ярай инде... – тигәйнем, ҡапыл йәпһеҙерәк тынлыҡ урынлашҡан арала ҡусты ҡыҙҙы ла китте: – Ағыулайбыҙ шул! Ана, ырҙын табағындағы моторист Таҡый ағай келәттәге семенаны, әй, орлоҡто, эшкәрткәндә ағыуланған .

– Респиратор кеймәгәнме, әллә бирмәгәйнегеҙме? – тип һораны Фатих.

– Биргәйнек. Резина итек, перчатка ла бар – кеймәй. Кейһә лә, Фатих ағай, файҙаһы теймәҫ ине. Пестицидтарҙа ртуть бар бит, терегөмөш, ул инде ерҙе лә ағыулап бөтәсәк тора-бара.

– Вилмир ҡусты, елки-палки, етәр, паника таратма әле. Көҙҙән орлоҡто калибровать ҡына иттек тә алдан яҡшы итеп таҙартылған келәткә һалдыҡ, күрҙең бит, әйбәт һаҡланғандар. Пестицид ҡулланмаһаҡ та.

– Яңы, зарарһыҙ средство кәрәк. Орлоҡто эшкәртмәй булмай ул барыбер.

– Яҙып ебәр, ана, ғалимдарға, уйлап тапһындар, ускоряться итһендәр, черт возьми!

– Яҙҙым. Ебәрҙем.

Искәндәр ағай ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы, «һинең кеүек баш-баштаҡҡа әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни» тигәнде аңлатып.

– Ә Таҡыйҙың сиренең сәбәбен шундуҡ төшөнгәйнем, башта миңә күренгәйне бит. – Фатих һүҙҙе үҙ юҫығына төшөрҙө. – Терегөмөш парҙары бик ҡурҡыныс ул, егет үлемесле доза алған.

– Үлемесле?! Беҙ, тиҙҙән йүнәлеп ҡайтыр, тип көтөп тора инек, хәҙер моторисһыҙ... – Искәндәр ағайҙың тауышы ҡалтырап китте. – Йәш бит әле ул, яңы ғына өйләнгәйне.

– Райондан тура Өфөгә оҙаттылар, юҡҡамы ни?

– Иртәгә сельхозниктарҙың совещаниеһы була, подниму был мәсьәләне, понимаете ли, – тине рәйес.

– Мин уйлайым, партия программаһын тормошҡа ашырыу өсөн тип нигеҙләп, хөкүмәттән аҡса, техника һорарға кәрәк, төрлө инстанцияларҙан.

– Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр, – тип йүпләнем Вилмирҙе. Үҙ аллы фекерләүе, ҡыйыулығы оҡшаны уның миңә. Ни әйтәһең – Бүреһуҡҡан олатай ейәне.

Колхоз етәкселәре ҡайтып китте, ә беҙ уйға баттыҡ. Фатих үҙен ошоғаса ауылдаштарының эш шарттарын тейешенсә күҙ уңында тотмағаны өсөн битәрләне. Иремә шул хаҡта кәңәш бирә алмағаныма әсендем: уның бит күпме ғүмере ҡалала үтте, хәҙер – дауаханала, ә мин гелән ауылда, колхозсылар араһындамын даһа, теге юҡ, был етешмәй, тип мыжығандарын да ишетеп йөрөйөм. Уф! Бер нисә йыл сөгөлдөр баҫыуына ла барып урағаным юҡ. Йәнәһе, унда хәҙер эш механизацияланған. Ысвикла бисәләре роботҡа әйләнмәгән дәһә, тере йәндәр. Әсәйем дә ерле бушҡа ҡолағыма тишмәгәндер, әйтеп торҙо бит былтыр көҙ, һаман ҡул көсө инде, тип. Аҡназар төҙөткән будкалар ҙа ҡыйшайып бөттө, ҡыйығынан һыу үтә, ямғыр яуһа, ултырабыҙ әлеге ҡайындар төбөндә, тигәне лә хәтерҙә. Аллам һаҡлаһын, анауы йәшенле йәй ҡабатлана күрмәһен!

Көтмәгәндә, Кәбир шылтыратты.

– Ленинградта «Даная көндәре» үтә, күргең киләме? – тине, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та.

– «Даная»?!

– Живописҡа һөйөүең үтмәгән, Нурия. – Кәбирҙең, тауышында ҡыуаныс һиҙелде. – Ә мин үҙ стилемде таптым кеүек.

– Күҙ теймәһен. Ышана инем, Кәбир, сигенә торған егет һин түгел, бөркөтсө лә булып алғаныңды онотма!

– Ыласын... Бүреһуҡҡан олатай иҫәнме әле? Ул әйтте миңә, уланым, һин – рәссам, тип. Ябай ауыл ҡарты.

– Уның ябайлығы –бөйөклөк, бөйөклөгө – ябайлыҡ.

– Эйе.

– Ҡасан кәләшеңде күрһәтәһең беҙгә, Толпарлыңа? – Тоттом да шулай тип һоранымсы.

– Бик матур натурщицам бар, бәлки... Һиңә оҡшаған.

– Минең кеүек ҡараҡай, бәләкәс буйлы берәүме?

– Толомдары һушты алды. Мәскәү урамында икегә үргән ҡалын толомдарын сайҡалдырып китеп барғанын күрҙем дә йүгереп барып ҡулынан тоттом һәм башҡортса өндәштем: «Һинең ҡара сәстәреңде...» Хәтереңдәме?

– «Үрер ҙә һүтер инем, һүтер ҙә үрер инем...» – Хәтеремдә. Онотоламы ни ул үҫмер саҡ?!

– Һәм тәүге мөхәббәт.

– Онотолмай. Әммә ул, ләйсән кеүек, яҙ мәлендә генә тәүге күкрәү менән яуып үтә лә... Сафлығы йөрәктә ҡала. Шунан, теге ҡыҙ?

– Әй һылыуы. Әй тигән йылға буйында ултыра ауылым, ти. Миллион әҙәм араһында осраттым шул башҡорт ҡыҙын. Ғәжәпме?

– Ғәжәп. Мәсетле районынан, Башҡортостандан?

– Кем менән һөйләшәм, географ менән. Ә ҡыҙыҡ өсөн генә әйт әле: Непал тигән ил ҡайҙа?

– Гималай тауҙарында, бейектә-бейектә.

– Уларса нисек була «һаумыһығыҙ»?

– Әйт, әтеү.

– Намастэ! Әйҙә, шуны пароль итәйек икәү-ара?

– «Даная көндәре» ҡасаныраҡ? Барып күрергә ине. – Һүҙҙе осларға кәрәклегенә ишара бирҙем.

– Бөгөн башланған. Бер аҙна барасаҡ. Иртүк поезға ултырам да – Эрмитажға. Килереңде алдан белгертһәң, ҡаршы алырмын.

– Каникул бит, мин бер нисә уҡыусымды эйәртермен, моғайын. Хәбәрләшербеҙ әле.

Хушлаштыҡ. Кәбир хаҡында уйланып алып киттем. Непалда булған икән, тағы байтаҡ ерҙәрҙә. Рәссамға күҙҙе арбар, күңелде айҡар урындар, тойғолар фейерверкы кәрәк, ти. Ә кемгә кәрәкмәҫ ине?!

...Текә тау, әллә Аҡбейек, уртаға ярылған да, күҙ күреме етмәҫ тарлауыҡ хасил булған. Унда, төптә, шаулап йылға аға кеүек, тауышы ҡолаҡҡа салына. Эйелеберәк ҡарайым тиһәм, ҡоланым да киттем. Инде барып төшөп селпәрәмә киләм тигәндә, ҡапыл һауала туҡтап ҡалдым: ҡанаттарымды яҙып, осорға торам даһа! Белә инем, имеш, ҡанаттарым барлығын, уларҙың, күҙгә күренмәй, арҡамда ҡаушырылған икәнлеген. Һәм бына, иң кәрәк мәлдә, яҙылды улар. Тик оса алмай ҙа ҡуям. Шул саҡ, Ыласын, буғай, минең менән йәнәшә оса башланы. Уның ҡанаттары шундай көслө, мин уларҙың еленән елпенәм. Ниһайәт, иркенлеккә сыҡтыҡ. Ярлауҙың һикәлтәләрендә сәйер йорттар теҙелгән. Шунда ҡунаҡланыҡ. Бер йорт алдында ҡаҡса кәүҙәле ир заты баҫып тора һәм көләс йылмайып өндәшә: «Намастэ!» Ә баяғы Ыласын янымда юҡ, башымды күтәреп ҡараһам, ул һауала талпына, бейектә. Ҡанаттарын Ҡояшҡа яндырып ҡуймаһын, тигән хәүеф йәнемде бөрөп ала. Эргәмдәге көләс кеше тағы үҙ телендә һаулыҡ ҡуша. Ахыр мин дә сәләмләнем:

– Намастэ!

Ысын әйттем, күрәһең, үҙ тауышыма һиҫкәнеп киттем. Телефон эргәһендә креслола ултырған көйөмә уйға һабышҡанмын.

– Әллә нимә тинең, аңламаным? – Бәс, Фатих эргәмдә сәйерһенеберәк ҡарап тора.

– Намастэ тигәнмендер?

– Шулайыраҡ, шикелле. Уныһы ни тигән һүҙ?

– Непалса «һаумыһығыҙ» йәғни. Әле генә шул илдә, һауаға олғашып торған тауҙарҙа йөрөп әйләндем. Тәрән бер тарлауыҡҡа йығылып, һәләк булдым тигәндә, Ыласын килеп ҡотҡарҙы. Әллә һин булдың шул Ыласын?

– Бүреһуҡҡан олатайҙың бөркөтөмө?

– Эйе. Әй, Кәбир шылтыратҡайны. Сәләм әйтте. Непалға сәйәхәт иткән икән, шуны һөйләп алды. Эрмитажда «Даная көндәре» асылған, ти. Махсус буклеттар, кинороликтар һатыласаҡ, Рембрандттың бығаса күрһәтелмәгән картиналары, эскиздары күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ, тип тә ҡыҙыҡтырҙы. Балалар менән әллә экскурсияға барырғамы, тип уйлап ултырған ерҙән Гималай тауҙарына барып сыҡҡанмын...

– Теге Ыласын, улайһа, Кәбир булған, – тине лә һалды Фатих.

– Бәлки. Мин уға бер осор Бөркөтсө тип тә исем ҡушып алғайным. Рәссамлығын ныҡлап белмәҫ борон. – Һаман баяғы үҙе ҡурҡыныс, үҙе илаһи күҙаллауымдан, хыялсан асылым халәтенән арынып бөтмәгәйнем. Аҡ халат кейеп янымда баҫып торған йәремә ҡараным да ҡапыл мейемә уралған уйымды әйтеп ҡуйҙым: – Һин, белгең килһә, Шаһимаран. Минең Шаһимараным.

– Уныһы кем?

– Аҡ йылан. Йыландар батшаһы. Уны күргән кеше бәхетле була. Бына минең кеүек.

– Әйтерһең тағы. Йылан?!

– Йә, сис халатыңды. Иртәгәгә тигәнен, ана, йыуып, үтекләп, пакетҡа һалып ҡуйҙым. Йәш кенә медсестралар араһында, мине оятҡа ҡалдырып, керлене кейеп йөрөй күрмә, тим. – Фатих өндәшмәне.

– Әллә үпкәләнең? Яратып әйтәмсе. Белгең килһә, мин ул әкиәти йыландар батшаһын күрергә хыял итеп йөрөнөм, ун дүрт йәшемдә.– Шулай тинем дә кухняға йүнәлдем.

– Хәҙер, иҫке ҡабығымды һалам да... Яңыһын, шыма ғынаһын кейәм дә... Һөйләрһең, йәме, бәғерем? – Район универмагынан матур эске майка алғайным, ебәктән, йоҡаҡ аҡ күлдәк эсенән килешер тип, ирем шуны кейеп алған да яныма килеп баҫҡан, имеш. – Кил әле, һыйпап ҡара Шаһимаранды, – тип устарымды түшенә ҡуйҙы. – Әйҙә, ҡотлайыҡ яңы тиремде, әй, ҡабығымды.

– Кит, бала-сағаланма, ана, уйнап туйғандар, балалар ҡайтып килә.

– Саға...ланмайымсы! Асия әле ҡустыһының битен-ҡулын, аяғын сайҡаясаҡ, унан үҙе оҙаҡ итеп йыуынасаҡ. Өйгә тиҙ генә инмәйәсәктәр, йәй көнө ни.

Минең дә айырылаһым килмәй ошо минутта был Шаһимаран-Фатихтан, биллаһи. Бармаҡтарым аша уның күкрәгенән ҡайнар ташҡын ағыла – гүйә, беҙ тоташҡанбыҙ: йөрәктәребеҙ бергә, бер ритмда тибә.

– Унисон, – тине Фатих, күҙҙәремдән яуап эҙләп.

Шул минутта, йәремдең ҡосағында тирелеп барғанымда, әлеге тынғы бирмәҫ телефон тағы шылтыраны. Фатих трубканы алды. Эшенәндер, тиһәк, түгел икән.

– Кәбир дуҫ, шәпме! – Фатих шулай һөйләшә башлағас, ғәжәпләндем: нишләп тағы шылтыратмаҡ булды икән ул? Көтөүҙән ҡайтып килгән һыйырымдың мөңрәүе ҡолағыма салынды ла, ҡапҡа асырға тип тышҡа сыҡтым. Инеүемә һөйләшеп бөткәйнеләр.

– Бөгөн «Даная»ға һөжүм иткәндәр, ти ҙәһә Кәбир. Аҡылдан шашҡанмы икән, бер ир картинаға бысаҡ менән ташланған, телгеләп, кислота һибеп өлгөргән, һаҡсылар ҡулынан тотоп алғансы. Картинаны реставрацияға оҙатҡандар.

– Маньяктыр ул, ләғәнәт, ҡулы ҡороғор! – Ярһып ҡысҡырҙым да, үҙемдең ҡарғышымдан үҙем ҡурҡып: – Ҡатын-ҡыҙҙы күрә алмаған ир аҡтығылыр күп булһа, тәүбә-тәүбә, – тип асырғандым.

Йоҡлар алдынан дәфтәремә теркәп ҡуйҙым: «Эрмитажда «Даная»ны үлтерҙеләр. 1985. 15 июнь».

Бал ҡорто күсен маҙаланылармы ни, халыҡ шулай геүләй былтырлы-быйыллы. Хатта Яңы йыл табынында ла сәйәси тостар алға сыҡты: өр-яңы, революция рухындағы, тиһәң инде, дөрөҫ үк булмаҫ, әммә шуға оҡшаш пафос солғап алғайны был осор беҙҙең күңелдәрҙе. Бәс, торғонлоҡта көн иткәнбеҙ икән, ысынлап та!

Горбачев әллә Хрущев һымағыраҡ булмаҡсы, тигән фараздар ҡуйырҙы. Тиҙләтеү әллә ни тиҙләмәһә лә, гәзиттәр туҡтамай тылҡый. Яңы Генсек СССР-ҙы, иң күп араҡы эсеүсе ил, тип бөтә донъя алдында фашланы һәм был күренештән ҡотолоу юлын тапты: алкоголизмды бөтөрөү өсөн көрәш. «Ҡырҡа һәм тамырынан» тигән һүҙҙәр – был кампанияның төп девизы. Бер уйлаһаң, дөрөҫ тә, аҙнаһына берәр шешә араҡы эсәбеҙ икән, дөйөм алғанда – ҡот осҡос бит. Был статистика эсендә ҡарт-ҡоро ла, бала-саға ла бар, уларҙы алып ташлаһаң, көнөнә берәр шешә тура килер ине, бәлки, бәғзе региондарҙа. Икенсе уйлаһаң, Фатих та хаҡлы, алкоголизм аппендицит түгел дәһә, ҡырҡып алдың да – бөттө булырға. Ул оҙайлы дауалауҙы талап иткән сир.

Араҡының хаҡы икеләтә артты. Кешеләр самогон ҡайната башланы. Оло илдә ни ҡылынһа, бәләкәйендә – ауылда ла шул, эскәндәр эсеүҙән туҡтамай. Ә көрәшергә кәрәк. Ишбирҙе хәҙер Толпарлы участковыйы, ғаиләһе менән ҡайтып төпләнде, уға төшә көс. Сәмиғуллин да пенсияламын тип ҡул ҡаушырып ултырмай. Званием һинекенән юғарыраҡ саҡта командовать итеп ҡалайым әле, тип йылмайып килеп инә, ти, Ишбирҙенең кабинетына. Килмәҫ тә ине, өйрәнеш типме, ихтирамдары шулай ныҡмы, тоталар ҙа Сәмиғуллиндың өйөнә баралар бит толпарлылар, ул-был була ҡалһа. Шунан ни, ауылда «милицияның терәк пункты» уйлап сығарып, икәүләп эшләргә тотондолар. Ишбирҙе әлдә аңлаған тәжрибәле кешенең ысынлап та ниндәй ҙур терәк икәнен, берәү булһа, тәкәбберләнеп киреләнеп ултырыр ине. Уларҙың тағы ике шәп ярҙамсыһы бар: Хәлисә инәй һәм Хәйривара ағай. Береһе һаман да участкала йыйыштырыусы, алтмыштан ашһа ла, эшен бирмәй, икенсеһе – йүкә телефон һуҙыусы. Хәлисә ҡарсыҡ самогон еҫен яҡшы һиҙә, Хәйри ҡайҙа нимә ҡырын ятҡанын үтә күрә, тип шаярталар ауылда, элекке яманаттарына кинәйә ташлап.

Әмин абый ҙа – Сәмиғуллин һыңары, пенсия йәшендә булһа ла, мәктәптән эҙен һыуытмай. Математиканан насар өлгәшеүселәрҙе тартышам тип, бушлай репетитор булып, үҙенә үҙе мәшәҡәт табып йөрөй. Сәйәси аңыбыҙҙы йоҡлатмаусы ла ул.

– КПСС-тың XXVII съезы ерле юҡҡа 25 февралгә ҡуйылғанмы, юҡ – 30 йыл элек Хрущев, XX съезда, тап шул көндө «шәхес культы һәм уның эҙемтәләре» тип мөгөҙ сығарғайны, Горбачев та ниҙер күстәрмәксе, күреп тороғоҙ, – тигән ҡотҡо һалып киткәйне яңыраҡ, бөгөн тағы килгән: – Ишеттегеҙме, хәҙер беҙҙең лозунг – «үҙгәртеп ҡороу».

Ә мин, астрономия уҡытыусыһы, Ергә яҡынлашып килгән Галлей кометаһы илгә ниндәй ҡазалар килтерер икән, тип шөбһәләнәм ошо араларҙа, сөнки уның касафаттарын ғалимдарҙың нисәмә быуат буйына һынап килгәнлеген беләм. Яманатын был юлы ла иҫбатламай китмәне ул: Чернобыль фажиғәһе бар донъяны тетрәндерҙе. Ергә яҙ килгәндә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда...

Силәбеләге «Маяҡ» хәлдәрен йәшергән кеүек үк итмәһә лә, ысын дөрөҫөн халыҡҡа асып бөтмәүҙәренә шикләнмәнек. «Правда» гәзитендә «Чернобылдә ике кеше һәләк булған, бер ни тиклем радиация бар» тигән хәбәрҙе уҡығас, Фатих көлөп ебәрҙе лә туҡтай алмай бер булды – нервынан. Шунан гәзитте йомарлап ырғытты.

– Алдаҡ! – тине,– мин бит армияла хеҙмәт иткәнмен, аңлайым. Унарлаған, юҡ, йөҙәрләгән мең кеше радиация алған унда шундай ҡеүәтле атом станцияһында авария булһын да.

– Бына һиңә ҡойроҡло йондоҙ, – тинем дә үкһеп илап ебәрҙем, сөнки киноларҙан, фотоларҙан таныш Хиросима хәлдәре, нур ауырыуынан яфаланған япон балалары, үҙебеҙҙең «Маяҡ» ҡорбандары иҫемә төштө.

Фатих менән бер-беребеҙгә һыйынып оҙаҡ ҡына баҫып торҙоҡ та, икебеҙ бер юлы: «Мәүлиҙәләр!» – тинек. Атом станцияһы Киевҡа яҡын, әммә Киев Донецкиҙан алыҫ ҡына, тип үҙебеҙҙе тынысландырып ҡуйҙыҡ. Ә бит беләбеҙ радиоактив ямғырҙарҙы ла, һыу тамырҙарының әллә ҡайҙарҙан килеп ҡушыла икәнлеген дә...

–Үҙгәреш юҡ, үҙгәртеп ҡороу ҙа – ҡоро һүҙ, – тине бер нисә көндән һуң Фатих. – Горбачев Чернобыль хаҡында ниңә өндәшмәй? Һөйләшеп ҡуйғандай, әлеге «Би-би-си»ҙы тыңларға ултырҙыҡ. Шаулап һөйләйҙәр, ҡот осҡос һандар килтерәләр, радиация фоны меңәр тапҡырға норманан юғары булыу ихтималлығын фараз итәләр һәм Фатихтың фекерен раҫлайҙар, СССР-ҙа билдәлелек булманы ла, юҡ та, тип. Хәтер дәфтәремдә уй - фараздарымды ҡыҫҡаса теркәп барырға ғәҙәт иткәнмен, оҙаҡламай унда тағы бер нисә юл теркәлде: «Адмирал Нахимов» карабы икенсе бер судно менән бәрелешеп, һыу төбөнә батты. Дүрт йөҙләгән кеше һәләк булды. (Галлей кометаһы ғәйеплеме, әллә беҙҙең битарафлыҡмы?). Р.S. Горбачев, Чернобыль фажиғәһен телгә алып, 15 майҙа халыҡҡа мөрәжәғәт итте».

Күп тә үтмәне, балаларын эйәртеп, Мәүлиҙә ҡайтып төштө. Әмин абый, ҡаты ауырыйым, килегеҙ, балаларҙың икеһен дә эйәртегеҙ, тип телеграмма һуҡҡан икән. Тиҙерәк ҡуҙғалырға сәбәп булды, былай ҙа йәйгә Радмирҙы ла, Сәнәне лә ауылға килтереп ҡалдырырға һөйләшеп ҡуйғайныҡ, тине Мәүлиҙә. Аңлашыла: балаларҙы теге атом фажиғәһе эҙемтәләренән ҡурсалайҙар.Эшкә барышлай ашығып ҡына инеп күрешеп сыҡҡанда, ошонан артыҡ һүҙ ҡуйырта алманыҡ. Дәрестән һуң, төш ауғасыраҡ, Толпарсыҡҡан буйында осраштыҡ. Хозур күлебеҙҙә ҡолас ташлап йөҙөп кинәнгәс, минең теге йәшерен түмәләскә барып боҫтоҡ. Һыуҙан саҡ ҡына ҡалҡып, тал араһында йәшеренеп ултыра һаман кескенә ярымутрауым. Өс йыллап бында аяҡ баҫҡаным юҡ ине, ярға тоташҡан һуҡмағы киңәйеңкерәгән, әллә Толпарсыҡҡан һайыға төшкән, ә тирә-яғына йәш еректәр уратып баҫҡан. Мәүлиҙә күпереп үҫкән йәшел келәмгә йөҙтүбән төшөп ятты ла, үлән-сәскәләрҙе еҫкәп туйғас, салҡатан әйләнеп күккә ҡараны, ә унда, тап баш осонда, һабантурғай моң тирә, махсус осоп килгән һәм тик уға төбәп йырлай тиерһең. Әхирәтемдең күҙҙәре мөлдөрәмә йәш ине.

– Өҙөлөп-өҙөлөп, зарығып һағындым йәнтөйәгемде! – тине ул, эргәһенә һуҙылып ятҡан мине ҡосаҡлап алып. – Сит яҡтар барып күрер, сәйәхәт итер өсөн генәлер ул, Нурия, тамырың барыбер үҙ илеңдә булырға тейеш.

– Ә Олексий?

– Яратам шул уны...

– «Бер һөйгәнем өсөн алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн»ме?

– Һөйгәнемдең ҡәүемен, нәҫел-ырыуын, илен дә яратырмын, үҙ итермен... Үҙ итәм дә ул! Ә барыбер мин уларға ят бауыр. Эйе, инде профессормын, фән докторымын. Хөрмәт күрһәтәләр. Барыбер сит һөйәкмен. Тоям. – Шулай тине лә Мәүлиҙә, текәлеп күҙемә ҡараны, сәйер һорау бирҙе: – Әхирәт, әйт әле: берәй ҡасан ҡайтып ерегерменме мин тыуған төйәгемә?

– Ҡайҙан беләйем, бәс! – Ә эске һиҙемем ишара бирҙе: ҡайтасаҡ Мәүлиҙә, тип. Әммә был хаҡта өндәшмәнем. Тел осомдағын ғына әйттем: – Балаларыңды ауылға гелән шулай ҡайтарып тор. Сәнәң башҡортсаны онотмай, ана, ә бит беләһең, тел аша һеңә халыҡ рухиәте, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте. Кем белә, Толпарлы егетенең йөрәген яулар ул бер заман һәм...

– Ҡыҙый, нисек уйлайһың, ун йәшлек балала мөхәббәт хисе уяныуы ихтималмы?

– Әллә... Дуҫлыҡ хисе – мөмкин, уның артабан һөйөү тойғоһона әүерелеүе бар. Ниңә улай тип һорайһың?

– Сәнә Әсмәнең Артурын ярата. Аҡылым ышанмай, күңелем һиҙә. Минең ике ағайым бар, Радмир һәм Артур исемле, тип һөйләнгән була үҙе. Ә икеһенә ике төрлө бүләк әҙерләй байрам-фәләнгә. Бер туған ағаһына, мәҫәлән, әҙер текст яҙылған открытка бирә, һүрәтенең ниндәй икәненә иҫе лә китмәй, ә ауылдағыһына һайлап-һайланып, сәскәләр, күбәләктәр төшөрөлгәнен һалып ебәрә, үҙ ҡулы менән ҡотлау яҙа һәм берәй нисек йәшерен генә ишара ла ҡыҫтыра һүҙ араһына, «мине ошо сәскәгә оҡшат» йәки «күбәләк булып Толпарлыға осоп барырға талпыныусы Сәнә һеңлең»– шулайыраҡ.

– Әтеү ысын, йөрәгендә бөрөләнгән уның мөхәббәт гөлө. Борсолорлоҡ хәл түгел. Хәҙерге балалар һәр яҡлап иртә өлгөрә – акселерация.

– Хәтереңдәме, ҡыҙый, үҙең һөйләгәйнең, ошо түмәләстә, Шаһимаранды күр ине, тип хыялланып ултырғаныңды?

– Мин хәҙер ҙә хыял ҡорорға әүәҫмен, әлдә ирем иҫәүәнгә һанамай – әллә нисә аптыраттым уны, көпә-көндөҙ төш күреп йә, уй артынан эйәреп, ниндәйҙер ваҡиғаларҙы күҙаллап, кинолай итеп ҡороп ултырып... Ә Шаһимаранды таптым мин, янымда ғына йөрөгән икән.

– Абау? Күҙеңә күрендеме? Арбанымы бер-бер?

– Арбаны шул. Фатих булып...

– Уф, ошо Нурияны!

Толпарсыҡҡанға хуш әйтеп, биләнгә, ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.Ҡалҡыу ерҙән тағы йәнтөйәгебеҙгә уратып күҙ һалдыҡ: тик тыуған яҡҡа ғыналыр ул һүнмәҫ – һүрелмәҫ хистәр! Ҡояш байыу яғына китеп тә бара, имеш. Ниңәлер, илаһи Күк есеменең ҡәҙимге әйләнешен ҡатын-ҡыҙ ғүмеренә сағыштырҙымсы ошо юлы: Йыһан ҡарынынан алһыу битле сабыйға оҡшап тәгәрәп килеп сыға ла Күк йөҙөндә йәш ҡыҙҙай наҙлана бер килке, ә төшлөктә сәмләнеп, бөтә дәртен һалып нур һибә – уңған килендәй, шунан әкренләп талғынлана – донъяһы бөтөн, күңеле түңәрәк олпат ҡатындай, ә шәфәҡ мәлендә тағы көсәнеп ала – яҡты биреп, балҡып ҡалайым әле, ғүмер барҙа, тигәндәй... Һәм һәр көндөң – үҙ Ҡояшы: берсә таңдан ҡыҙҙыра, байығансы һүрелмәй, Күге менән ҡан илап айырылыша; берсә мыжып ҡына пәйҙә була ла һүлпән генә офоҡ артына инеп юғала; көн оҙонона болот менән йәшенмәк уйнағаны ла бар…

– Иртәгә – юлға, ҡыҙый, әҙерләнергә кәрәк, – тине Мәүлиҙә, ә үҙенең тирә-йүнгә йотолоп бағып, ҡараштарын айырып ала алмай тороуы.

– Әйҙә! – Ҡыҙсаҡтар иҫкә килеп төштөмө, әхирәтемде етәкләп йүгертеп төшөрөп алдым да киттем биләндән. Төшөп еткәс, туҡтап тын алған арала, Горбачев хаҡында һөйләшеп алдыҡсы, бынағайыш.

– Ҡатынын тиң күреп, ихтирам итеп тороуы оҡшай миңә уның, – тип Мәүлиҙә башланы был хаҡта. – Күҙгә бәреп тора уларҙың араһындағы мөхәббәт. Әлбиттә, Раисаһы шуға лайыҡтыр.

– Әҙме ни бына тигән ҡатынын да түбәнһетеп ҡыланған ирҙәр ,– тип ихластан ҡушылдым әхирәтемә. – Ошо юҫыҡта мин дә уйланып алдым бер мәлде. Уҡытыусылар араһынан берәүҙең, ир затының: «Бисәһен эйәртеп йөрөмәһә булмаймы уға, Генсек башы менән?» – тигәнен үҙ ҡолағым менән ишеткәс. Ҡайтып, һәүетемсә сәй эсеп ултырғанда, түҙмәнем, Фатихтан төпсөнөм:

– Генсек булһаң, Горбачев кеүек, мине үҙең менән бергә йөрөтөр инеңме? – тип.

– Нимә тине?

– Урыны менән, форсатына ҡарап. – Шулай тисе.

– Һин яуапһыҙ ҡалмағанһыңдыр, Нурия?

– Башҡорт! – тинем. – Әллә күпме һүҙҙәр эркелеп килде тел осона, нишләптер тап шулай тип ысҡындырҙым. Наҙан йә иҫәр, тип әйтә алмайым иремә – ундай түгел дә.

– Ә ул?

– Ошо осор хәтәр сәйәсмәнгә әйләнеп алдыҡ түгелме, бәғерем, кухняла ла Горбачевты һөйләйбеҙ, тора-бара йоҡо бүлмәһенә инеп, уртабыҙға төшөп ятмаһа ярар ине ул батша, – тип шаяртып маташты.

– Ә беҙҙең өйҙә ике һүҙҙең береһе – Чернобыль, тағы...

– Тағы?

– Украинала «СССР-ҙан айырылып сығырға» тигән ҡотҡо йөрөй...

– Ана нисек?!

– Уф, нимә тип сәйәсәт мәсьәләһендә тел сарлап торабыҙ, бүтән хәбәр тапмағандай...

Шунан, әхирәтем менән күҙгә-күҙ ҡарашып, башҡа бер һүҙ ҙә ҡатышмай, күңелдән генә хушлаштыҡ, тағы осрашырға өмөт бәпләп айырылыштыҡ.

Ә нисек Ватаныңда барған ваҡиғаларға ҡағылмай йәшәргә? Бына ошо минутта, шыҡһыҙ ноябрь кисендә, мин, Фатих, ҡунаҡҡа килеп төшкән Динис туғаным – өсәүләп машинкала баҫып таратылған бер документты уҡып хайран ҡалып ултырабыҙ. Динис Свердловскиҙан алып килгән, унда бының күсермәһе – өй беренсә, ти. Борис Ельциндың КПСС Үҙәк Комитетының октябрь Пленумында юғары етәкселекте, Михаил Горбачевтың үҙен дә тәнҡит утына тотоуы тураһындағы имеш-мимеш Толпарлыға уҡ килеп ишетелгәйне, әммә гәзиттәрҙә күренмәгәс, ышанманыҡ. Билдәлелек осоро лаһа, ысын булһа, ташҡа баҫырҙар ине, йәнәһе.

– Ул саҡта Ельцин партияның Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары – ине, шундуҡ осорҙолар, Госстрой рәйесе урынбаҫары итеп ҡуйҙылар, – тине Динис. – Свердловск гөжләй генә: «Ельцин – Уральский мужик, не прогнется!» тип сәмләнә яҡташтары.

– Вазифаһын ғына түбәнәйткәндәр, ә әүәлерәк заманда шундуҡ ябып ҡуйырҙар ине. – Фатихҡа ҡаршы төшмәнек. – Тимәк, үҙгәрә илебеҙ, башҡасараҡ тын ала, иркенерәк итеп. Сәйәсәт тә сирләй бит, тере организм кеүек...

– Операция кәрәк булһа?! – Ярһып һикереп килеп торған Динис ыңғайына мин дә аяҡҡа баҫтым.

– Революциямы? «Весь мир насилья мы разрушим до основания, а затем...”? Кәрәкмәй! – тип, үҙем дә һиҙмәҫтән, ниндәйҙер эске хафаға буйһоноп, тәҙрә пәрҙәләрен яҡшылап тартып сыҡтым, ишеккә барып келә һалдым...

Динис килтергән «листовка»ны (үҙ-ара шулай атаныҡ) аҙаҡ Әмин абыйға ла уҡыттым. «Партократтар! Ельцин үҙгәртеп ҡороуҙы тиҙләтергә тип янып йөрөй, уға ход бирмәйҙәр! – тип ҡыҙып алды ла, – Тартмаңа һалып тор, беҙ ҡапсыҡта ятмай ул, тишеп сығыр – шунда күҙ күрер», – тип кәңәш бирҙе. Шулай иттем дә: листовканы өҙөлә-бүленә яҙып барған бәйәндәрем араһына тыҡтым.

Толпарлы нисек кенә ылыҡмаһын ғөмүм ил тормошона, уның үҙенең ҡаҙаны ла бар үҙ утынын яғып, үҙ ваҡиғаларын ҡайнатырға. Көндәрҙән-бер көндө ауылға Летчик Мусаның (уның исемен ошо ҡушымтаһыҙ әйтмәй халыҡ) балалыҡ дуҫы Сәлим килеп юлыҡты. Зөһрәгә өйләнгәс, Муса ҡатынын, әсәһен эйәртеп тыуған еренә – Ырымбур далаһындағы совхозға, атаһының ҡәберенә зыярат ҡылмаҡ, барып урағайны, шунда осратҡан дуҫын. Механизатор һөнәре алып эшләп йөрөй икән. Әсәһе үпкә сиренән үлеп ҡалған, теге юлы эләккән төрмәнән әйләнеп ҡайта алмаған. Ике ҡустыһы ла Ырымбурҙа, ти. Өсөһө бер детдомда булғас, юғалтышмағандар. Сәлим һигеҙенсенән һуң һөнәрселек училищеһына кергән, эшләй башлағас, туғандарына ярҙам иткән. Уртансыһы автомеханик, ти, кесеһе иһә – юғары белемле экономист. Икеһе лә өйләнде, матур йәшәйҙәр, үҙем генә һаман буйҙаҡ йөрөйөм, ҡустыларҙы аяҡҡа баҫтырғансы ғүмер үтеп тә киткән, тигән Сәлим.

– Беҙгә ҡунаҡҡа кил, иң һылыу ҡыҙҙар – Толпарлыла, – тип һалған шунда Зөһрә.

– Күрәһеңме? – Муса ҡатынының толомдарына ишаралап күҙ ҡыҫҡан. Ысын, Зөһрәнең маңлай сәсе алҡаланып-бөҙрәләнеп тора, толомо ла, һүтһә, тулҡынланып күҙҙе ҡыҙҙыра – ҡарап һоҡланғаным бар. Әлдә киҫтермәгәнмен сәсемде, бынау матур толомо менән Фатихымдың һушын алыр ине, ә былай – минеке лә кәм түгел, тип ҡыуандым берсә, анау ваҡыт, көнсөллөктән янып алғанымда.

Шул Сәлим үҙенең машинаһына ултырып Толпарлыға бара ятҡанда, Оло юл туҡталышында туҡтап, яңғыҙы ғына баҫып торған ҡыҙҙан: «Дөрөҫ китеп бараммы, юҡмы?» – тип һораған.

– Кемгә төбәп килә ятаһығыҙ? – Һорай һалған уныһы, таныш түгел дәһә.

– Муса менән Зөһрәләргә, Таңсулпан апайға. – Шулай тигәс, ҡыҙ, һөйөнөп, ингән дә ултырған машинаһына, мин дә шул ауылға, тип. Тәүҙә шаңҡып ҡалған егет был ҡыйыулыҡтан, путаналар хәҙер ауыл юлдарына ла сыға башлағанмы, тип, аҙаҡ, ҡыҙҙың ауыр сумаҙанын саҡ күтәреп багажнигына һалғанда, нимә тултырҙың шул хәтлем, тигәненә яуабын ишеткәс, тынысланған: китап тейәгән кеше алама шөғөлдә йөрөмәҫ тәһә?

Мәүлиҙәнең өлкән апаһы осраған шул Сәлимгә. Ул гелән көс етмәҫлек итеп китап йөкмәп ҡайта, ауыл китапханаһын байыта. Сәлимә уның исеме. Кем белә, ошо йәштәренәсә парын тапмай йөрөгән ике яңғыҙаҡты шул да, аҙашлыҡ та, яҡынайтҡандыр – Толпарлыға улар күптәнге таныштар кеүек килеп төшкәндәр. Сәлим машинаһын ҡыҙҙың өйө тапҡырында туҡтатып, сумаҙанын алып инешкән, Әмин абый менән Рабиға апайға һүҙ ҡушҡан: «Салом, аман-саумысыз», – тип. Муса дуҫының «башҡорттар үзбәксә яҡшы аңлай» тигәнен иҫләптер, Сәлимә менән русса аралашып килгән еренән, ауылға ингәс үзбәксәләп һалдырған.

Шул арала хәбәр ҙә таралған: уҡытыусы Әминдең ултырған ҡыҙы кейәү алып ҡайтҡан, төҫөнә ҡарағанда, йә тажиҡ, йә үзбәк.

Ул да булмай, халыҡтың ғәмен башҡа ваҡиға биләне: эскеселеккә ҡаршы көрәш кампанияһы колхоздың кескәй генә майҙан биләгән виноград баҫыуын тамырынан киҫеп ырғытыуға барып терәлде. Әйтерһең, беҙҙә гектарлап үҫтерәләр ҙә тонналап йыялар: балалар баҡсаһынан, мәктәп буфетынан артмай әлегә. Минең Камил туғаным – ул Өфөлә селекция станцияһында эшләй – виноградтың Башҡортостан климатына яраҡлаштырылған сортын мәктәп баҡсаһына ултыртып киткәйне, шуны үрсетеп, Вилмир колхоз баҫыуына ла еректергәйне. Күрше хужалыҡтар ҡыҙыға ине. Үрмәксенән күрмәксе, район түрәләре, ҡәҙимдән шарап етештеререү менән шөғөлләнгән региондарҙа меңәрләгән гектарҙағы үҫентеләрҙе ҡырыуҙы ишетеп ҡалғас ни, ҡаныҡтылар беҙҙең виноградникка.

Ярай ҙа, Искәндәр ағайҙың кәрәк саҡта үҙенсә эшләп ҡуя торған холҡо бар: күпмелер үҫентене элекке андыҙлыҡҡа күсерттергән, унда комиссия барып йөрөмәй, сөнки ере үҫемлекселеккә яраҡһыҙ тип табылған. Виноградҡа килешер ундағы тупраҡ, ял итеп, кәр ҙә йыйған, ти Камил да. Ҡайтҡылап йөрөй ул, үҙе һымаҡ илгәҙәк кенә кәләше бар, малайҙары үҫә. Бер ҡалала булғас, Камилалар менән ҡатнашалар. Уларының өс ҡыҙы бар, үҙе әйтмешләй, институтын бөтөү менән, һеңлем төп эшенә тотондо – бала табыуға. Эшкә Камил янына урынлашҡайны-урынлашыуын, декреттан башы сыҡмай. Тамсы ла бошонмай, илгә дипломлы хужабикә лә кәрәк, ти ҙә ҡуя. Арсены, минең Фатихым кеүек, ғаиләһенә генә түгел, һөнәренә лә мөкиббән китеп бирелгән. Былтыр Фәйрүзә ҡоҙағый уларға күсеп килде, тап-татыу йәшәйҙәр. Бер бөртөк улының башын үҙ яғыма ҡайырғаным да еткән, яңғыҙ зарыҡтырырғамы ни әсә кешене, ти Камила.

Шулай, үҙ ҡәүемеңдәге һәм ҙур донъялағы, хатта ки Йыһандағы төрлө ваҡиғалар әйләнешендә йәшәлә. Һикһән һигеҙенсе йыл Әрмәнстандағы ер тетрәү фажиғәһе хаҡында ҡот осҡос хәбәр килтерһә, һикһән туғыҙынсы арыу ғәмәл менән башланды: беҙҙең ғәскәрҙәрҙе Афғанстандан сығарырға ҡарар ителде. Әрмәнстанда 25 мең кеше һәләк булды, тип яҙҙы гәзиттәр. Ә афғанда һәләк булғандарҙың теүәл һанын өҙөп кенә кем әйтер? Матбуғат һәләк булыусыларҙы 13 мең, яраланыусыларҙы 50 мең һалдат тип күрһәтә, Бөйөк Ватан һуғышынан ике тапҡырға оҙайлыраҡ был мәхшәрҙә хәбәрһеҙ юғалыусылар күпмелер?

Менәүәрә Әрмәнстанда командировкала булып ҡайтты, үҙ күҙҙәре менән күргәнде тетрәнеп гәзит - журналдарҙа хикәйәләне. …Бер әсә имсәк балаһы менән таш плитәләр өйөмө аҫтында ҡала, сабыйы ҡул һуҙымында ғына ята, тере, әммә уны эргәһенә алырға, исмаһам, ҡосаҡлап тәне менән йылытырға мөмкинлеге юҡ – ҡымшанырлыҡ та түгел! Нарасыйы асығып илай, нишләргә? Әсә үҙенең бармағын тешләп өҙөп, ғәзизенә ҡанын имеҙә... Ошо йән әрнеткес хәлдәрҙе йөрәгеңдән үткәреп яҙыу нисектер, уҡып күҙаллаған мин сабырлығымды юйҙым, һығылып иланым. Һуғыш һәләкәттәре, тәбиғәт фажиғәләре ҡатын – ҡыҙ йөрәген үтәләй тишә, гөлдәй нескә күңелен һындыра, бер ҡараһаң, бәғзе ир – ат та булдыра алмаған ҡаһарманлыҡтарға һәләтле итә, икенсе ҡараһаң?!

Менәүәрә ныҡ үҙгәргәйне. Тыштан түгел, эстән. Үҙгәртеп ҡороуҙы ул хыял офоҡтары асылыу тип аңлап, дәртләнеп ҡабул иткәйне. Гәзиттәрҙә бер-бер артлы шиғырҙары сыҡты, ижадында яңы бит асылды, гүйә. «Ҡурҡаҡлыҡтың тунап тиреһен, заман кәртәһенә элеүсе», – тип яҙҙы ул беҙҙең быуын исеменән. Һуңғы шәлкемендә иһә күңел төшөнкөлөгөн һүрәтләп тетрәндерҙе. Мәскәүгә барып ҡайтҡайны, шунан эйәргәнме уға был кәйеф: «...Беҙ йәшәйбеҙ сәйер күргәҙмәлә, ә тамаша осһоҙ – баҡыр тин. Хәйерсенең туҙған кәпәсенә һал тинеңде, бахыр, батыр ил...»

Үҙе бахыр, үҙе батыр – Ил тәңгәлендә әйтелгән! Шағирҙарҙың күңеле һиҙгер бит ул. Юҡҡа ғынамы ни, улар пәйғәмбәр түгел, тип дин тәғлимәте лә иҫкәртә: һүҙ ҡеүәһе, шиғри аһәң, аҡыл һәм нескә тойом арҡаһында уларҙың яҙғандары бер көн килеп бойомға ашһа, кешеләрҙең яңылышыуы ла бар шул. Шағирҙарға илаһи һәләтте, моғайын, пәйғәмбәрҙәргә булышлыҡ итһендәр өсөн биргәндер Аллаһ?

– Мәскәүҙә ил һулышын яҡшыраҡ тояһың икән, – тине Менәүәрә. – Унда халыҡ ҡыйыуыраҡ, сәйәси йәһәттә зирәгерәк. Арбат тигән урамда рәссамдар теҙелеп баҫҡан, һүрәт төшөрәләр, картиналарын һаталар. Берәүһе Горбачевтың портретын яһаған, халыҡ шул тирәлә геүләшкәнгә, яҡын барып ҡараһам, Генсектың түшенә миҙал һымаҡ итеп талондар тағылған: шәкәргә, колбасаға, араҡыға...

– Ни менән бөтөр икән был үҙгәртеп ҡороу? – Менәүәрә һорауыма көтмәгәнсә яуап бирҙе:

– Горбачев власта оҙаҡ ултырмаҫ, ти Сыңғыҙ. Ә мин уға ышанам, әйткән бере алға килә. Һаман партияға инмәй йөрөй үҙе, күп партиялылыҡ булғас, һайлап инермен, үҙемә оҡшағанына, ти. Элегерәк көлә инем, һаташма, тип, хәҙер икеләнә башланым – ихтимал, шулай булыр ҙа.

– КПСС-тан бүтән партиямы?

– Эйе. Оппозицион партия. Сит илдә әллә нисә партия ҡатнаша лаһа һайлауҙарында.

Физиканан «ҡайнауҙың иң юғары нөктәһе» тигән термин иҫтә ҡалған. Сәйәсәттә лә була, ахырыһы, шул нөктә? Булһа, 90-сы йылға тура киләлер ул, моғайын. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәйәси система үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Башта РСФСР, артабан Украина үҙаллылыҡҡа ирештеләр. РСФСР Юғары Советы Рәйесе итеп Борис Ельцин һайланды. Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде.

Сыңғыҙ һымаҡ ҡалыплашмаған фекер эйәләренең хыялы бойомға ашыу алдында: СССР Конституцияһының КПСС-тың етәксе роле тураһындағы 6-сы статьяһы юҡҡа сығарылды, йәғни башҡа партияларға ла юл асылды. Борис Ельцин беренсе булып компартиянан сығыуы хаҡында иғлан итте, быны үҙ күҙебеҙ менән күреп, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек – КПСС-тың XXVIII съезын телевизорҙан ҡараныҡ.

Беҙҙәге үҙгәрештәр сит илдә лә шаңдауһыҙ ҡалманы. ГДР менән ГФР-ҙағы хәлдәр генә ни тора. Былтыр бер төркөм немец Берлин стенаһын емерергә тотонғайны, шул ел менән Германия берләшеүгә өлгәште. Бөтә донъя шаһит булды: 150 километрҙан оҙонораҡ стена һүтеп ырғытылды, Берлин илдең уртаҡ ҡалаһына әйләнде. Совет ғәскәрҙәрен Германиянан сығарырға ҡарар ителде. Был ваҡиғаларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы яралары һаман һулҡыһа ла, беҙҙең халыҡ аңлап ҡабул итте булыр – ниндәй дәүләттә йәшәргә теләүҙәрен үҙҙәре хәл итһен, бәс. Бер көндө Мәүлиҙәнән дә ошо юҫыҡтағыраҡ хат килеп төштө. «Украина, гүйә, уртаға бүленде, – тип яҙған, – уңай мәлде көтөп кенә торғандай, милләтселәре баш ҡалҡытты. Студенттарым араһында ла ҡый-сый бара... Бандеровсыларҙан герой яһарға ашҡыныусылар бар. Казак формаларын кейеп, шашка аҫып йөрөйҙәр, атамандарын һайлайҙар. Русса өндәшһәң, «Я не розумию» тип ебәрәләр. Мин, әлбиттә, украинса хәҙер яҡшы һөйләшәм. Эш унда түгел, ә башҡа милләттәргә нәфрәт менән ҡараусылар күбәйеүендә. Етмәһә, халыҡтың матди хәле ныҡ ауырайҙы, был да татыулыҡҡа хеҙмәт итмәй. Шахтерҙарға аҡса түләнмәй. Уларҙың забастовкалары тураһында ишеткәнһегеҙҙер? Өҫтәүенә, шахталарҙа авариялар йышайҙы. Иҫке забойҙарҙы ваҡытында йүнәтергә сығымдар бүленмәй, терәүҙәр емерелә, ҡатламдар ишелә, ти Олексий, ул, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса белгес булараҡ, йыш төшә шахтаға – ҡотом алынып тора». Әхирәтемдең ҡурҡынған тауышын ишетәмендәй, уның ҡуйы бәрхәт керпектәренең елпенгәнен күрәмендәй…

Артабан иһә сәйәсәт машинаһының тормозы ысҡынды гүйә: СССР тарҡалды. Үгеҙ үлде, уртаға ярылды, тигән мәҡәл иҫкә төшә: бөйөк империя уртаға ғына ла түгел, ун биш киҫәккә ярылды. Михаил Горбачев отставкаға китте. Власть тулыһынса Рәсәй Президенты Борис Ельцин ҡулына ҡалды. Юғары Советта оппозиция ойошто, был ҡаршылыҡты еңер өсөн Мәскәү урамдарына танкылар индерелде, Хөкүмәт йортонда тупланған парламент ағзаларына ут асылды...

Билдәлелек, һүҙ азатлығы, демократия тип лаф орған матбуғат был хәлде нисек аңларға-аңлатырға белмәй торҙо бер килке.

Ил шаңҡып ҡалды. Халыҡ, граждандар һуғышы тоҡанып ҡуймаһын, тип һағайҙы.

53[edit]

Ә һуғыш башланды. Чечен Республикаһында. Шул хаҡта уйланырға тотонһам, әле килеп тә мейем, тәгәрмәс эсендә йүгергән тейен кеүек, зырлатып фекер әйләндерә, әммә бер төрлө генә ҡәтғи һөҙөмтә сығара алмай... Афғанға беҙ тығылырға тейеш түгел инек, ә Чечня Рәсәй эсендә бит?!

Бер дәфтәремдә Чечня фажиғәһенә бәйле оҙон ғына хәтернамә бар, уны ҡушып ебәрмәһәм, бәйәнем бөтөн булмаясаҡ. Ҡушам. ...Балаларға үткән дәрестә өйгә эш итеп контур карталар тултырырға биргәйнем, бөгөн шуларҙы йыйып алып, география кабинетында тикшереп ултырһам, ипле генә баҫып кемдер килеп инде.

– Өйгә күтәреп алып ҡайтып йөрөгәнсе, бында ҡарап ҡайтырға булдығыҙмы, Нурия Баязитовна, – тип һүҙ ҡушҡас, күтәрелеп ҡараһам, күрше Аҡмәтенән Мәҙинә ләһә, элекке уҡыусым. Хәҙер үҙе уҡытыусы инде, былтыр ғына тыуған ауылында эшләй башланы. Уларҙа башланғыс мәктәп кенә, шуны ла ябырға итәләр, тигән хәбәр ҡуйырҙы һуңғы арала, шул турала һөйләшергә килдеме икән?

– Йыйыштырыусы апайҙыр, тиһәм... Яңы ғына, тиҙерәк осла мәшәҡәтеңде, иҙән йыуырға кәрәк миңә, тип мыжып киткәйне. Ни йомош, Мәҙинә?

– Нурия апа, һеҙгә күҙ терәп килдем әле, – тине лә был ишек яңағына һөйәлеп иланы ла ебәрҙе. – Бер үҙем барырға йөрәгем етмәй, анау «чечендар»ҙы күреп һөйләшкем килә, осратманылармы икән минең егетемде. Хәбәрһеҙ юғалды. Өфөнөкө ул, милицияла хеҙмәт итә ине. Уҡыған осоромда танышҡайныҡ...

– Айгизде әйтәһеңме чечен тип?

– Малайы чечен булғас ни... Унда булғандарҙың бөтәһен дә «чечендар» ти ҙә ҡуялар. Күрергә ине Айгизде. Малайы Булат тиме?

– Эйе. Ниңә «малайы», тиһең? Уныҡы түгел бит ул, дөм йәтим ҡалғас, баланы йәлләп эйәрткән дә алып ҡайтҡан.

– Чечен милләтенәнме? Шуныһы хаҡмы?

– Хаҡ. Дүрт йәшлек сабыйҙың ни ғәйебе?

– Бер ғәйебе лә юҡ!

– Әйҙә һуң, юл ыңғайы бергә инеп сығырбыҙ.

Контур карталарҙы шкафҡа һалдым да, ҡуҙғалдыҡ. Ә Айгиз Әмин абыйҙың ейәне ул. Уртансы ҡыҙҙарының кесе улы. Мәүлиҙәнең ул апаһы мединститутта уҡ һабаҡташына кейәүгә сығып, малай табып, ата-әсәһенә бәләһен һалмай ғына студент дөйөм ятағында үҫтергәйне. Диплом алғас, эшкә иренең тыуған Нефтекама ҡалаһына барып урынлашҡайнылар. Унда ошо Айгиздәре тыуҙы. Малайҙарының араһы алты йәш тирәһе. Өлкәне Толпарлыға бик ылыҡманы, тегендәге ҡартатаһы менән нәнәйенә йылышты, ә бәләкәсе Әмин абыйҙарға атлығып торҙо. Биш йәшендә тәүләп килгәйне, шунда уҡ Рабиға апайҙың итәгенә сат йәбешеп, бер айға тороп ҡалды. Шулай эҫенде булыр, уҡырға төшкәс тә каникулдарҙа йәй оҙоно беҙҙә йөрөнө. Уны күргән берәү, ирекһеҙҙән, «Ишбирҙе һыңары» тиер ине. Төҫөнән бигерәк холҡо тартҡан. Ҡыҫҡаһы, тағы бер «ен ботағы». Ҡырҙан килгән, тимәҫһең, Толпарлы малайҙарын эйәртеп, геү күстәреп йөрөнө. Шул малай үҫеп, Нефтекамала мәктәп тамамлап, Ауыл хужалығы институтына имтихан биргәйне лә, балл йыя алманы. Әмин ағайҙың бәрейе ҡупты хатта:

– Олатай, Толпарлы урмандарын ҡурсаларға уҡыясаҡмын, урман факультеты асылған бит минең бәхеткә, тип ҡанатланып йөрөгән баланы үткәрмәгәндәр, шулар кем була? Сволочтар! – Шулай асырғанды.

Айгиз көҙгө призывта армияға алынды. Ярты йыллап ваҡыт уҙыуға, Әмин абыйға тағы күтәрелеп бәрелергә, теге һүҙҙе ҡабатларға сәбәп тыуҙы: ейәне Чечняға эләккән.

Мыштыр ғына булһа ла, үҙ донъяһын үҙе көтөп, ҡыҙыу холоҡло иренә күнеп йәшәгән Рабиға апай сиргә һабышты. Һыйыр һауып ултырған еренән тәгәрәгән бер көндө. Ярай ҙа, абый янында булған, малын көтөүгә ҡыуырға тип сыҡҡан булған. Шундуҡ дауаханаға шылтыратҡан.

– Шәкәр ауырыуы, диабет, – тип аңлатты Фатих апайҙың хәлен. – Анализ эшләһәк, шәкәре ныҡ күтәрелгән.

– Ҡайҙан килгән ул сир, уф! – Ҡобарам осто.

– Диабеттың ике төп сәбәбе бар: йә нәҫелдән килә, йә – стрестан.

– Стресс инде, тетрәнеү, – мин әйтәм, – Айгиздәре һуғыш эсендә бит.

– Әүхәт ағайҙың дәфтәрен асып ҡараным иң башта, нәҫелдәрендә ундай сир юҡ.

– Ниндәй дәфтәр ул, Фатих?

– Иҫ киткес шәп дәфтәр, торғаны энциклопедия! Әүхәт ағай гений, белһәң. Һуғышта ла көндәлек алып барырға ваҡыт тапҡан, төрлө ҡатмарлы осраҡтарҙы яҙып барған. Хикәйә һымаҡ ҡайһы бер яҙмалары, кеше яҙмыштарына тетрәнеп китәһең... Ә Толпарлыла эшләгәне бирле тотош китап яҙған, унлаған дәфтәрҙе бергә төпләп, миңә мираҫ итеп тапшырҙы. Ана шунда ҡайһы нәҫелдә ниндәй сирҙәр барлығы ла теркәлгән. «Халыҡ медицинаһы» тигән өлөштәр үҙе ғәжәйеп трактат – мин уларҙы махсус баҫмаларға әҙерләп ебәрмәксемен әле.

– Толпарлы Булгаковы, ҡыҫҡаһы.

– Эйе. Бер профессорыбыҙ иҫкә алғайны, «Мастер һәм Маргарита»ның авторы бөйөк яҙыусы Михаил Булгаков хәрби врач булған, төп һөнәре буйынса, тип.

– Ә беләһеңме, ҡартәсәйем дарыу үләндәре, төнәтмәләр хаҡындағы яҙмаларын – уныңса табибнамә – кемгә ҡалдырған?

– Һиңә.

– Юҡ шул. Әсмәгә!

– Урман ҡыҙына. Рәйхана инәй уйламай эшләмәҫ?

– Эйе. Барыбер күсереп алам да Әсмәгә шуны бирәм, ә төп нөсхәне үҙемә ҡайтарам. Ҡартәсәйемдең ҡулы тейгән һәр әйбер мине йылыта, хатта ки дауалай.

– Ыңғай энергетика һиңә, үҙ ҡанына, ҡағылғанда – бигерәк тә көслө.

– Әсмә үпкәләһә?

– Аңлар. Үҙе лә эре һөйәкле, күңеле лә ваҡ түгел уның.

– Һин, етмәһә, психолог?

– Нуриям! Мин – табип, ауыл табибы, киң профилле булырға бурыслымын. Бәғерем, эйеме?

Шул «бәғерем»енә ирейем дә төшәм. Йыш әйтмәй, ә мин гелән тулҡынланып китәм. Фатихымдың түшенә һыйынам, уның зәңгәр күҙҙәрендәге тере кәртешкәмә һынап-һынап бағам да, бәхетемдән тилергәндәй, ҡысҡырып көлөп ебәрәм. Ул тауышһыҙ ғына йылмая, билемдән ҡосоп, күтәреп-күтәреп ала. Шул саҡта үҙемдең бәләкәй буйлы икәнлегемә һөйөнөп ҡуям, юғиһә, буйсан, оҙон аяҡлы ҡатын-ҡыҙға күҙем ҡыҙыуҙан һаман арына алмайым.

– Килеп еттек, Нурия Баязитовна! – Юл буйына үҙ уйыма батып, Мәҙинә менән һөйләшмәй ҙә килгәнмен, имеш. Әй, ошо ғәҙәтемде, белмәгән кеше әллә ни уйлар ҙаһа. Уңайһыҙланып киттем дә татылдарға тотондом:

– Борсолма, инәбеҙ, күрәбеҙ, һөйләшәбеҙ, бәс!

Индек. Рабиға апай төҫкә бирешеп киткән, күҙҙәре теремек былай, Айгиз ҡайтҡас ни. Күмәкләп сәй эстек. Әмин абый эргәһендәге ҡара сәсле, ҡара күҙле, ҡарпыҡ ҡолаҡлы малайҙың башынан һыйпап, арҡаһынан һөйә лә, кеҫәһенән яулыҡ ҙурлыҡ ҡулъяулығын сығарып, битен һөртә. Тирләй, йәнәһе. Күҙе йәшкәҙәй, күреп торам, шыпырт ҡына шуны ҡоротоп ала. Мәҙинә Айгизгә егетенең исемен, уның ҡайһы мәлдә Чечняла булыуын әйтте, осраманымы бер-бер, тип белеште.

– Башҡортостандан бер айға оперҙар килгәйне, сводный отряд МВД,– тине Айгиз. – Улар беҙҙән айырым хәрәкәт итте. Һалдаттар араһында һәләк булыусылар күберәк, әммә МВД-ныҡыларҙа ла юғалтыуҙар әҙ түгел. Һуғыш...

– Урындағы халыҡ та беҙҙекеләргә ҡаршы, ти, ысынмы? – Мәҙинә шулай тине лә кәсәнән һемереп сәй эсеп ултырған Булатҡа ҡараны. Малай ҡарашты һиҙҙе, кәсәһен ҡуйып, Рабиға апайға һыйынды.

– Ҡайһы урында дошман итеп күрмәгәндәйҙәр, ярҙам итәләр, ә ҡайһы бер яҡта, бала-сағаһына тиклем, беҙҙе күрһә, ҡул һырты менән муйынын һыпырып күрһәтә лә ҡаса. Башығыҙҙы киҫәбеҙ, тимәкселәр.

– Ай... – Мәҙинә ыңғырашып ҡуйҙы. Булат ашыҡ-бошоҡ әппәр итте лә Әмин абый эргәһенә йүгерҙе, ул әле генә үҙенең теге кескәй генә кабинетына инеп киткәйне.

– Баланың йөрәге ҡубып бөткән, – тип иламһырап ҡуйҙы Рабиға апай. Шунда, ҡапыл ҡуҙғалып, Мәҙинә ишек төбөндәге ултырғысҡа ҡуйған пакетын барып алды ла Рабиға апайға бирҙе:

– Чечендарға күстәнәс тигәйнем. Малайға ойоҡбаштар, көҙ ҙәһә, ҡышы ла көттөрмәҫ. Рабиға апай аптырап миңә ҡараны. Ғәжәпләнмәгеҙ, тигәнерәк ым еткерҙем. Алды пакетты, эсендәгеһен өҫтәлгә сығарып һалды. Еләк ҡайнатмаһы, балан ҡағы, кәнфит-печенье, ике пар кескәй ойоҡбаш.

– Һы, рәхмәт, әтеү, – тигән булды апай. – Әлдә Әмин абыйың күрмәне, туҙыныр ине, күрһә, моғайын. Асмы ни беҙ, яланғасмы ни, тип. Айгизгә күҙ һалһам, риза ғына ултыра, күҙҙәрен бәзрәйтеп. Мәҙинә әллә оҡшап ҡалған егеткә? Яйы сыҡҡанда, Чечня хәлдәрен унан төпсөнөбөрәк һорашырға булдым. Гәзиттәргә ҡай саҡ ышанып та бөтөп булмай, ә бында тере шаһит ултыра.

– Күңелеңә ауыр булһа, һөйләмә, – тинем улай ҙа. Ә ул, Мәҙинәнән күҙен алмай, хәтерләргә тотондо.

– Унда ҡыҙыу ҡанлы, ғорур халыҡ йәшәй, – тип башланы Айгиз. – Бер ҡараһаң, йомарт, ҡунаҡсыл үҙҙәре, икенсе ҡараһаң, тәкәббер, власть көҫәгән кешеләр. Джохар Дудаевҡа, СССР-ҙың хәрби Һауа Көстәре генералы булған кешегә, абсолют власть кәрәккән – Чечен Республикаһы Президенты булыу. Был маҡсатҡа ирешеү юлында күпме ҡан түгеләсәк икәнен ул, сәйәси аңы, белеме бар хәрби, күҙ алдына килтермәгәнме ни?! Һөҙөмтәлә – граждандар һуғышы. Дудаевҡа ҡаршылар ҡорал күтәрҙе. Илдә тәртип урынлаштырыу өсөн Ельцин ғәскәр индерҙе.

...Күҙ алдымда харабалар пәйҙә булды. Ҡайҙа һуң мин киноларҙа күргән, йырҙарҙа ишеткән гүзәл ҡала Грозный? Ҡыйралып, таш-бетон өйөмдәренә әүерелеп аяҡ аҫтында ята.

Айгиздәр Грозныйҙы штурмлауҙа ҡатнашманы. Ҡалаға бер нисә ай буйына туҡтауһыҙ ҡурғаш ямғыры яуған. Ҡайҙа ҡарама, шартлатылған БТР-ҙар аунап ята.

Һауала тимер, ут, дары еҫе мәңгегә ыҫланып ҡалғандай. Айгиз Пушкин әҫәрҙәре аша ғына таныш ер-һыуҙарҙы ошолайтып күҙ алдына ла килтермәгәйне. Йүгерек Терек буйҙарына яҙ килгәненә һауалағы Ҡояштың өтөп алып барған ҡайнар нурҙары ғына ышандыра. Көнгә тиртеп сыҡҡан үлән дә, сутылдаған ҡош та юҡ тирә-йүндә.

Айгиздәр ротаһының бурысы – Чечнялағы хәлдәрҙе контролләү, КТО – контртеррористик операция режимын тәьмин итеү.

Рота Грозныйға барған шоссе юлын һаҡлай. Айгиздәр төркөмө – ҡалаға терәлеп тигеләй торған урында. Асыҡланыуынса, был посты башта чечен бандалары ҡорған. Һөҙәк кенә ҡалҡыулыҡ һыртында. Шул ҡалҡыулыҡ ҡабырғаһын бүҫеп, йәшерен мәмерйәләр өңөлгән, бер ерҙән инеп, икенсе төштән барып сығырлыҡ итеп. Ҡалҡыулыҡ аръяғындағыларҙы һауанан ғына күреп була, ә улар, был юлы – Айгиздәр, алдарында ятҡан ҡаланы боҫоп күҙәтә алалар.

Өс-дүрт саҡрым алыҫтараҡ, ярым яланғас убалар аръяғында, кескәй ауыл бар. Бер нисә мөрйәнән төтөн сыға. Ошо мәхшәрҙә лә йортон ташламаған ҡайһы берәүҙәр, тимәк. Командирҙары иртәгәнән ауылға разведкаға барырға план ҡорҙо, ә бөгөн урынлашырға, күҙәтеү өсөн уңайлы позициялар билдәләргә бойороҡ бирҙе. Әҙер блокпоста йәтешләп урын һайлауы оҙаҡ булманы. Шул арала, һалдаттарҙы көтөп тормаҫтан, ауылдан ике чечен ҡарты килеп етте. Бик бәлтерәгәнгә оҡшамаһалар ҙа, таяҡҡа таянғандар. Русса ап-арыу һуҡалайҙар. Ниәттәре хаслыҡ ҡылышмау, дошманлашмау икәнен аңлаттылар. Үҙҙәре үткер ҡараштары менән кем барлығын, ни юҡлығын барлай кеүек. Береһе Айгизгә иғтибар итте, милләтен һораны.

– Башҡорт, – тине егет.

– Ҡурд? Мөхәммәт өммәте? Иншалла. – Тап шул мәлдә юл аша ултырған ярым емерек йорт яғынан бер нисә автоматтан ата башланылар. Алыҫ икәнлектәрен, тейҙерә алмаҫтарын белә тороп?

Командир, тәжрибәле кеше, дүрт яҡты ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, ҡоралды әҙер тоторға приказ бирҙе. Ҡарттарҙың береһе, ҡалала партизандар күп, тип хәбәр итте.

Эйе, был партизан һуғышының башы ғына ине. Иртәгәһенә бер төркөм һалдат ҡаршылағы теге йортто барып тикшереп сыҡты, кисәге автоматчиктарҙың эҙе лә юҡ. Уның ҡарауы, подвалда дүрт йәшлек тирәһе малай менән йәш кенә ҡатынды таптылар. Бөтә нәҫел-нәсәбе һәләк булған, ошонда ҡасып ултырып иҫән ҡалғандар икән. Ашарҙарына, эсәрҙәренә бөткән, ҡулдарын күтәреп, әсир төшөргә әҙер торалар. Быларҙы юл аша сығарып, ауыл яғына йүнәлтеп ебәрҙеләр. Нишләтһендәр? Иң хәйерлеһе шулдыр? Ҡатын да, кисәге ҡарттар һымаҡ, Айгизгә иғтибар итте. Яулығын муйылдай ҡара күҙҙәрен генә асыҡ ҡалдырып ябынған ине, әммә егеттең йөрәгенә үтеп инергә шул күҙҙәрҙең ҡарашы ла етте. Усаҡ яҡтыһында ҡылыс йөҙө ялтлап китте, гүйә... Әйтерһең, Айгиз ҡасан да бер ҡылыс тотоп ҡараған?! Хәтерелер, быуаттар аша ым биргән ҡан хәтерелер, тертләтте уны.

Бер нисә көн тыныс ҡына үтте. Командир, ауылға һөт-ҡатыҡ йүнләп килергә тип, өс һалдатты ебәрҙе. Береһе, әлбиттә, Айгиз. Контакт урынлаштырыуы уға еңелерәк, йәғни. Ә бармы икән әле унда һөт-ҡатыҡ? Бар икән. Йыраҡтан уҡ күреп килделәр: кәртә буйында ике ҡатын кәзә һауа. Кетәктә тауыҡ ҡытҡылдағаны ла ҡолаҡҡа салынды. Ризыҡ бар, тимәк. Һалдаттар ҙа буш ҡул түгел: ит, бутҡа консервалары алғайнылар. Алмашҡа.

Теге ҡатындар баштарын баҫып кәзә һауыуын белде. Күтәрелеп ҡарамаһалар ҙа, Айгиз береһен таныны. Йөрәге таныны. Бығаса таныш түгел сәйер тойғо биләп алғайны егетте, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй: сит ерҙә, һуғыш барғанда, хәрби хеҙмәт өҫтөндә, етмәһә, ят бер чечен ҡатынына күҙе төштөмө? Мөмкин түгел дәһә! Ниндәй мөхәббәт, ти, ошо шарттарҙа?! Тәмле табикмәк менән һыйланып, бер сирек һөт тотоп ҡайтырға сыҡтылар. Юлда баяғы ике ҡатынға ҡапма-ҡаршы тап булдылар. Саҡ ҡына туҡтап, һүҙ ҡатышмай буламы? Тағы ҡылыс йөҙө ялтыраны, оҙон ҡуйы керпектәр дерелдәне.

– Как зовут тебя, красавица?

– Зарина.

– Айгиз, – тине егет, ҡара күҙҙәрҙәге өнһөҙ һорауға яуап итеп.

– А тот мальчик твой сын?

Көтмәгәндә ҡатын сылтыратып көлөп ебәрҙе лә ҡапыл туҡтаны.

– Брат. Родной. Хасбулат.

Оҙаҡ һөйләшеп торманылар, ярамай ҙа – устав ҡушмай.

Айгиз төн уртаһынаса йоҡлай алманы. Зарина күҙ алдына килде лә баҫты, килде лә баҫты. Күрҙе генә түгел, тауышын да ишетте бит! Ғажиз булып, асыҡ һауаға сыҡты. Күккә ҡараны. Сағыу йондоҙҙарға хайран ҡалды. Уларҙың ни һуғышта ла, мөхәббәттә лә эштәре юҡ – үҙҙәре бейек, ғәмәлдәре бөйөк.

Айгиздәрҙең позицияһына бер нисә тапҡыр һөжүм итте чечен партизандары. Улар араһында сит илдәрҙән ялланып килгән һуғышсылар ҙа бар, ти. Аҡса хаҡына ғүмерен аямаусылар юҡ түгел хәҙерге заманда. Әй, һәр саҡта ла бәндәләрҙең төрлөһө булған һәм буласаҡтыр? Бер төндө вахтала тороусылар юл аша йортта яҡты күреп ҡалған. Таң атҡас, тикшерергә булдылар. Етеп кенә барғанда, ул йорттан түгел, ә күршеләгеһе, ер менән тигеҙләнеп бөткәне, яғынан автоматтан сират бирҙеләр. Айгиздең дуҫы Валера киҫелгән ағастай барып ауҙы. Сигенделәр. Валераны һөйрәп блокпостҡа алып ҡайттылар: пуля умыртҡа һөйәгенә кереп ултырған, буғай, тине командир. Вертушка – вертолет инде – саҡырҙылар ҙа яралыны Моздок ҡалаһынадағы госпиталгә оҙаттылар.

Рациянан төрлө хәбәрҙәр килеп тора. Яңыраҡ Башҡортостан оперҙары машинала пехота өсөн һалынған минаға саҡ эләкмәгән. Кемдер осраҡлы рәүештә буш консерва банкаһын юлға ырғытҡан да, уныһы «лягуха»ға барып төшөп шартлаған. Минаға «баҡа» тип исем ҡушҡандар, тейһәң, һикереп китә лә... теге банка әлдә алғараҡ барып кәкселгән. Юғиһә, тотош отряд һәләк булыр ине. Ә иң ғибрәтле хәл торараҡ булды. Хәйер, һуғыштың һәр ваҡиғаһы – ғибрәт. Тик барыбер... Таң беленмәҫ борон ауыл яғында офоҡ гөлтләп яҡтырып китте. Ауыл көнсығышта ятҡас, әллә Күк Тәңреһе Ҡояш шулай ҡапыл һәм сағыу булып ҡалҡтымы, тип тә уйларға иттеләр, йәй уртаһы лаһа. Ысынында, чечен партизандары ауылдағы унлаған кешене үлтереп, торлаҡтарына ут төрткән. Беҙҙең һалдаттар менән аралашҡан өсөндөр?

Ҡотҡарырға тип барып еткәндә, янғын үҙенең яуыз эшен ҡылған ине инде. Ҡырҙа кәзәләр баҡырышып саба, ҡурҡыштарынан күҙҙәре аларып. Бер ситтә Зарина менән Хасбулат баҫып тора. Айгиз күҙҙәрен ыуалап ҡуйҙы, әллә яңылыш күрәмме, тип. Улар! Ҡура яғындағы мөгәрәпкә урынлаштырғандар икән уларҙы. Шунда йоҡлап йөрөгәндәр. Шул арҡала иҫән ҡалғандар. З арина менән ҡустыһын һалдат араһында тотоп булмай бит инде, теге юл аша йортҡа, элек үҙҙәре йәшеренгән подвалға, оҙатырға тура килде. Командир унда ла вахта ҡуя башлағайны, һаҡлыҡ өсөн.

Йорттоң өстән бер өлөшө тотош ҡыйралған, тик бер яҡ мөйөшөндә генә биш ҡаты имен ҡалған, баҫҡыстары ла емерелмәгән. Хасбулат көн дә тиерлек иң өҫкө ҡатҡа менеп, үҙенсә кирбес ватыҡтарынан танкылар төҙөпмө, поездар теҙепме уйын таба. Шунда сәселеп ятҡан буш гильзаларҙы танк көпшәһе итеп йәпләп ҡуя. Ауылда бер ҡарт ағастан автомат ишараты юнып биргәйне, шунан «тух-тух-тух» тип ата ла, йәнәһе, мөйөшкә боҫа...

Бер төндө, вахтаға баҫҡанда, Айгиз Зарина менән осрашырға форсат тапты. Вахтала дүрт кеше дүрт тарафты күҙәтә. Һиҙгерлекте юғалтмаҫҡа кәрәк. Ә ғашиҡ йөрәк, билдәле, йоҡламай ҙа, уяу ҙа булмай. Ул, ғөмүмән, һуғыш барған илдә, харабалар араһында түгел, ә Йыһандың иң гүзәл бер ерендә, һандуғастар сутылдаған гөлдәр баҡсаһында, гүйә.

Айгиз Зариналар янына бер генә минутҡа тип ашҡынып барҙы: улар төндәрен, һалҡын булғанлыҡтан, өсөнсө ҡаттағы тәҙрәһе ватылмай ҡалған бер бүлмәлә уҙғара. Хасбулат йоҡламаған ине әле, «ағай» килтергән итле-бутҡалы консерваны гелән кеҫәһендә йөрөткән бәке менән оҫта ғына итеп асып йәлп ашаны ла, Айгиздең төндә лә күрә торған күҙлеген һорап тороп, тышты күҙәтергә тотондо. «Ой, все видно! – тине малай ҡыуанып һәм: – только никого нет...» – тип күҙлекте ағайға кире бирҙе. Был сәғәттә бер кемдең дә йөрөмәүе хәйерле икәнен бала аңлап та етмәйҙер...

Айгиз теге күҙлектән тирә-йүнде иғтибарлап байҡаны ла Зарина эргәһенә килде: ҡыҙ иң хәүефһеҙ урында, ишек-тәҙрәнән алыҫ стена ҡырында кирбес өйөмөндә ултыра ине.

– Хорошая штука этот прибор ночного видения, – тине һүҙ башлар өсөн.

– Да. У снайперов он, наверное, тоже есть. – Ҡыҙ ғәҙәттәгенән дә бойоғораҡ кеүек тойолдо егеткә.

– Зарина, ты говоришь по-русски, наверное, в школе язык изучала, как и я, а Хасбулат откуда так хорошо его знает?

– У нас родители еще до школы начинают детей учить, чтобы в дальнейшем легче им было. Да и общение в садике, во дворе – в Грозном русских много. Было... А родители наши в Москве встретились, когда учились в мединституте. Еще студентами поженились, я там и родилась. Хасбулат тут родился, когда уже мама с папой оба врачами высшей категории стали, собственный дом построили. Папа часто говорил, что он сделал все, что мужчине положено: дом построил, дерево посадил и сына родил...

Айгиз Заринаның ҡулдарынан тотоп, уны аяғына баҫтырҙы. Ҡыҙ уның күкрәгенә башын һалып һулҡылдап илап алды. Егет һылыуҙың ебәк яулығы өҫтөнән ипләп кенә сәстәренән һыйпаны, яңаҡтарынан һөйҙө, һаҡ ҡына, бармаҡтары менән генә. Тау ҡыҙы бит ул, күндәм, баҫалҡы күренһә лә, ғорурҙыр, саялыр – башҡорт һылыуҙары кеүегерәктер, тип уйланы.

Бер минутҡа тигәне оҙаҡҡа һуҙылды. Ана, Хасбулат та, Айгиз килтергән одеялға төрөнөп, мышылдап йоҡлап китте. Ҡыҙҙың саҡ ҡына дерелдәгән ҡулдарын усында тотоп, уның яп-яҡында булыуынан еңелсә генә башы әйләнеүҙән ләззәтләнеп тор ҙа тор ине лә, ахырҙа ҡосағыңа алып үп ине! Шул мәл ҡыҙға әллә нимә булды, тауышһыҙ-тынһыҙ, бер ағастан икенсеһенә ырғыған тейендәй, Хасбулат яғына һикерҙе. Атыу тауышы яңғыраны. Зарина йоҡоһонан ҡурҡып уянған туғаны өҫтөнә ауҙы.

Тәҙрәнән туп-тура ҡарап ошо хәлгә шаһитлыҡ ҡылған Ай, әйтерһең, бөтә яҡтыһын ҡасан ғына әле эңер ҡараңғыһында эңгер-меңгер килгән бүлмә эсенә һибә. Теге дошман, толомдарын сайҡалдырып талпынған һындың ҡатын кеше икәнен аңлауҙанмы, бер секундҡа юғалып ҡалды булыр, Айгизгә шул мәл етте, тоҫҡап атып ебәрергә. Дошман үлгәнме-юҡмы тип тикшереп тә торманы, автомат утынан уның кәүҙәһе иләккә әйләнгәнен белә. Зарина янына сүгәләне, ҡыҙ иҫән ине. Яулығын урталай йыртып, ботона урарға хитлана. Яраланған, тимәк. Әҙәп һаҡлар мәл түгеллеген икеһе лә аңланы, уларҙы уртаҡ ҡурҡыныс туғанлаштырғайны гүйә, егет махсус кейеменең әллә нисәмә кеҫәһенең береһенән аптечка һөйрәп сығарҙы ла ҡыҙҙың яраһын бәйләргә ашыҡты. Шунда, ҡулы менән һәрмәп ҡарағас, бөгәрҙән саҡ ҡына өҫкәрәк бер төштән ҡандың шаулап тиртеп тороуын, шул арала иҙәнгә йәйелеп өлгөрөүен шәйләп, йөрәге туҡтағандай, тын ала алмай торҙо, сараһыҙлыҡтан, юғалтыу аянысынан. Пуля үтә тишмәгән, ҡыя тейгән, әммә артерия тамырын тетеп киҫеп үткән булыр. Айгиз аптечкаһындағы бөтә мамыҡты ҡуйып, марляны урап бөттө – ҡанды туҡтата алманы, инде ул һуңғы тамсыһына тиклем ағып бөтәсәк – ошо минутта, ошо бүлмәлә... Вертолет саҡырыуҙан да фәтүә юҡ. Зарина хәлһеҙләнде. «Хасбулатты...» – тине лә артабан тел тибрәтә алманы. «Я его не брошу, верь мне!» – тине егет, өҙгән сәскәләй һулып барған ҡыҙҙың сәстәренән үпте. Яулығының яртыһын ябындырайым тиһә, иғтибар итте: тишкеләнгән генә. Үҙенә бер генә пуля тейгән, ҡалғаны яулығына эләккән, елферҙәп күҙен албырғатҡандыр теге яуыздың. Постан килеп еттеләр. Уңарсы Зарина һәләк булғайны.

Иртәгәһенә командир емерек йорттағы вахтаны туҡтатты, сөнки юғарынан приказ килде: юлға яҡын бина ҡалдыҡтарын шартлатырға, ул тирәгә миналар ҡуйырға һәм был хаҡта үҙебеҙҙекеләргә хәбәр итергә.

Заринаны убалар ҡырындағы ауылдың зыяратына ерләнеләр. Әллә ҡайҙан ике ҡарсыҡ, күктән төшкәндәй, пәйҙә булды, шулар мәрхүмәне тәрбиәләп оҙатышты. Уларҙан, һеҙ ҡайҙан, тип тә һораманылар. Берәй тау ҡыуышында йә ергә өңөлгән мөгәрәптәлер оялары, моғайын. Грозныйҙы дүрт тарафтан да тау армыттары уратып алған бит. Толпарлыла – Урал, бында – Кавказ.

Ниңә һуғыша был халыҡ?! Хәйер, төптән уйлаһаң, һуғышты халыҡ башламай, ә кемдер берәүҙең, шул берәү ҡуштандарының нәфсеһе башлай. Зыяраттан сығышлай, уларға, биш һалдатҡа һәм ике ҡарсыҡҡа, бер төркөм боевиктар һөжүм итте.

Ҡарсыҡтарҙың береһе шундуҡ ергә һырыҡты – быуындары бушап, икенсеһе, ике ҡулын йәйеп, беҙҙең һалдатты, Сашокты, ҡапланы – буйға иң бәләкәйен. Ул танылған йырсы Эдит Пиаф хаҡында, Париж урамдарында йырлап йөрөгән башта, ә сәхнәлә, буйға бәләкәй булғанға Турғай тигән псевдоним алған, французса Пиаф инде, тип, һөйләргә ярата ине. Үҙенә йәбеште лә ҡуйҙы: Сашок Пиаф...

Ҡарсыҡ ике арала тора, Сашок уға: «Уйди, бабушка!» – ти, боевик: «Кит, аңра һарыҡ!», – тип аҡыра. Барыбер атышмай мөмкин түгел дәһә (һуғыш, ҡәһәр һуҡҡыры!), ике яҡ та ҡапма-ҡаршы автоматтан сират бирҙе. Ҡарсыҡ, ҡулдарын һаман йәйгән килеш, бәпкәһен ҡурсалаған инә ҡоштай, сайҡалып салҡатан ауҙы, дошман йөҙө менән алға һөрлөгөп барып ятты. Пуля Саша Пиафтың яурынын ҡыя сыйып ҡына үткән – ул дошманға, ҡарсыҡҡа тейҙермәҫтән, ҡырыйҙан атҡан, ә теге – ҡарсыҡтың кәүҙәһе аша...

Айгиз артына йәшенгән Хасбулаттың ҡото осоп ҡысҡырғанын да ишетә, туҡтауһыҙ ата һәм шул уҡ ваҡытта алыш барышын да күҙ уңынан ысҡындырмай. Дошмандарҙың алҡымына барып йәбешерҙәй, шундай үс ҡайнай уның йөрәгендә, ул үстең тауышын, бойороғон ишетә ул хатта: үлтер, юҡ ит, ҡырып һал! Зарина өсөн ҡон ҡотҡоһо шаша егеттең булмышында. Әммә уға ышыҡланған бала аҡылға өндәй, мәргән атырға, дошманды яҡын килтермәҫкә ҡуша. Ҡаушап ҡалған йә нәфрәттән сабырлығын юйған бәғзе һалдаттарҙың ҡайҙа етте шул яҡҡа ут сәсрәтеп, дошман уртаһына инеп китеп башын һалғанын да күргеләне ләһә ул.

Алыш оҙаҡҡа барманы. Һауаға беҙҙең ике вертолет күтәрелгәнен күреп, дошмандар ер тишегенә төшөп киткәндәй юҡ булды, өсәүһенең кәүҙәһе зыярат ҡапҡаһы алдында ятып ҡалды.

Айгиздәр, ҡәбер ҡаҙып, мәрхүмә ҡарсыҡты гүр ҡуйынына һалды. Иҫән ҡалған әхирәте уны шартына килтереп ерләй алмағандары өсөн Алланан ярлыҡау һораны, буғай. Шым ғына ясин сыҡты. Заринаға ла шул сүрәне уҡығайны ул. Хәҙер Айгизгә был шөһрәтле сүрәнең һүҙҙәре таныш. Ә ҡарсыҡтар бая, икеһе лә иҫән саҡта, зыяратҡа инер алдынан уҡылғанын ул яттан белә – «Әл-Фатиха»: Әғүҙү биллаһи минәш-шәйтанир-рахим. Бисмиллаһир-рахманир-рахим... Рабиға өләсәһе ошо доғаны уҡый ҙа, үҙен үҙе битәрләп алыр ине: «Әй, Раббым, бүтән доға белмәйем, ғәфү ҡыл, ихласлығым менән уҡығанымды ҡабул ҡыл», – тип.

Әлеге ҡарсыҡ, мәрхүм ҡәүемдәштәре яғына ымлап, уларҙы ерләүсе табылыр, тигәнде аңлатты, алыҫҡа ҡул иҙәне, йәнәһе, анау яҡта. «Шәһиҙәләр...» – тигәнен шыбырлап ҡына әйтһә лә, Айгиз ишетте, аңланы: Зарина менән баяғы вафат ҡарсыҡтың һуғыш ҡорбаны булыуҙарын, шәһит үтеүҙәрен әйтеүе. Инәй ҡаҡса кәүҙәһен йәлпелдәтеп китеп барыуға, һалдаттар ҙа ҡуҙғалды. Шул мәлде Айгиз ҡалаҡ һөйәге аҫтына осло нәҙек бысаҡ ҡаҙалғандай тойҙо. Бысаҡ тиһәң, атыу тауышы яңғырағандай итте. «Автоматтарын һалдырып алғайныҡ таһа...» – тип уйланы ла ҡап-ҡара упҡынға төшөп китте, гүйә.

Поста аңына килде. Күкрәген уратып бәйләгәндәр, укол һалғандар ҙа вертолет саҡырғандар. Күҙе менән эҙләгәнен тапты – Хасбулат бында ине. Вертолет тауышы ишетелгәс тә, командирынан үтенде, малайҙы ла бергә ебәрегеҙ, тип.

– А потом его куда? Тебя, скорее всего, домой отправят, после лечения.

– Домой с собой заберу. Я обещал. Ей...

Вертолет Айгизде госпиталгә алып барып тапшырҙы. Уға сытырман йәбешкән Хасбулатты ла – бәләкәс кенә малайҙы, ҡайҙа итһендәр. Пуля арҡанан инеп, ҡабырға һөйәген сарпыулап туҡтаған икән. Умыртҡаға йәнәш кенә үткән. «Бәхетең бар. Юғиһә, инвалид булып ҡалыр инең, егет»,– тигән хирургҡа ни тип әйтергә лә белмәне Айгиз. Һуғышта бәхет менән бәхетһеҙлек, йәшәү менән үлем, Сиам игеҙәктәреләй, ҡушлап йөрөйҙәр, буғай.

Айгизде артабан Мәскәүгә, унан, комиссовать ителгәс, тура Башҡортостанына оҙаттылар. Хасбулатты унан айырырға теләүсе табылманы әлдә. Өфө аэропортына килеп төшкәс, танауына асфальт еҫе, ҡолағына ҙур ҡаланың шау-шыуы килеп бәрелгәс, егеткә әллә нимә булды: тыныс берәй урынға барып һыйынғыһы, йәшеренгеһе килде. Уға хәҙер автовокзалға барырға, Нефтекамаға билет алырға кәрәк. Ата-әсәһен, ағаһын, тыуған ҡалаһын һағынған. Әмәлгә таянғандай, шул саҡ күҙенә таныш автобус салынды, юл ыңғай аэропорттан да пассажирҙар алырға килгәндер. Йәйҙең йәйе уға ултырып Толпарлыға бара ине бит. Ана, шофер ағай, Айгизде танып, ҡуҙғалған еренән туҡтап, ишеген асты, ҡул болғаны. Айгиз Хасбулатты етәкләп алды ла автобусҡа инеп ултырҙы.

– Сволочь! – Әмин абыйҙың ҡырҡа тауышына терт итеп ҡалдым. Айгиздең һөйләгәндәрен үҙемсә күҙ алдыма килтереп, эсемдән генә һүрәтләп ултырыуым ине. Ҡапыл арындым был халәтемдән. Уңарсы абый теге кабинетынан беҙҙең янға үҙе лә ярһып килеп сыҡты: – Салман Радуев Гудерместы баҫып алған. Бала табыу йортондағы йөклө ҡатындарҙы, яңы тыуған сабыйҙарҙы заложник иткән. Сволочь! Басаев та, Грозныйҙан һөрөп сығарылғас, Буденовскиҙағы дауахананы баҫып ингәйне. Тапҡандар һуғышыр урын! Осо ла, ҡырыйы ла күренмәй был чечен яуының.

– Хәҙер унда, Басаевтар яғында, ялланған террористар күп. Ана, Хоттаб атлы бер ғәрәп ябай ялсы ғына түгел – полевой командир. – Айгиз шулай әсенеп әйтте лә туҡтап ҡалды: Булат, ҡобараһы осоп, оҙон керпекле ҡара күҙҙәрен шар асып беҙгә ҡарап тора ине. Нишләптер бала бүтән берәүгә түгел, Мәҙинәгә килеп һыйындысы? – Апаһына, Заринаға, оҡшағанһың, – тине Айгиз, Мәҙинә аптырап ҡалғас. – Килеп ингән ыңғайы, әллә улмы, тип торҙом мин дә. Үҙ ҡулдарым менән ер ҡуйынына һалһам да... Ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙҙе оҙатырға сыҡҡан Айгиз:

– Нурия апай, килеп йөрөгөҙ, – тине лә, Мәҙинәгә текләп ҡарап, өҫтәп ҡуйҙы: – Һин дә, йәме?

– Ярар. – Мәҙинәнең тауышында өмөт һиҙелде. Уның йөҙө килгәндәге ише моңһоу түгел ине.

54[edit]

Ошоларҙы уҡып сыҡҡас, ҡайтанан зиһенем, йөрәгем аша үткәргәс, ҡапыл хәтер сөңгөлөнән бер йыр ҡалҡып сыҡты, беҙ уны, үҫмер саҡта, Әнкәләр осондағы бүрәнәлә ҡысҡырып йырлап та ултыра торғайныҡ. Ҡайҙан отоп алғанбыҙҙыр?

Хасбулат удалой, бедна сакля твоя.

Золотою казной я осыплю тебя –

Дам коня, дам кинжал, дам винтовку свою

И за это за все ты отдай мне жену...

Аҙаҡҡы юлдарын ике ҡат йырлайбыҙ ҙа көлөшәбеҙ. Иҫәүән булғанбыҙ. Бәхетле булғанбыҙ – шуға йырҙағы фажиғә күңелгә ҡағылмаған. Ни тиклем генә сәйер булмаһын, был ят йырҙың үҙ романтикаһы бар: мөхәббәт, хыянат, үс... Һәм, ғәжәп, көйө ҡайғылы түгел, ә дәртле. Иҫемә төшкәс ни, йырлап та ебәргәйнем шул. Ишек ҡапыл асылып ябылыуға һиҫкәнеп, туҡтаным.

– Хасбулат-Булат түгел, апа жан, Сәлим мен. Калей сиз?

– Хуш килебсиз, – тинем. Сәлимдең, бик тулҡынланһа, шулай үҙ лөғәтен ҡушып һөйләүен һынағаным булғас, ҡаршыһына атланым.

– Хуш хабар йук, апа жан, Алтынай шамба көн сырхаулап китте, бөгөн якшамба... Фатих аға хәстәханала йук гаплашырга?

– Үт, Сәлим, икәү гәпләшеп алайыҡ. Фатих ағайың Өфөгә киткәйне, семинарға тип. Асияны ла күреп ҡайтмаҡсы бер ыңғайҙа. Икенсе курста уҡып йөрөй бит ҡыҙыбыҙ, мединститутта. – Әңгәмәсем ултырған еренән һикереп торҙо. Нишләргә белмәй, үрһәләнде:

– Ҡасан китте? Ҡасан ҡайта? Апа жан!

– Бөгөн ҡайтыр, иртәгә – эшкә. Төшкө автобусҡа сығам, тигәйне. Бәс, сәғәт нисә, төш ауған, ағайың килеп тә төшөр хәҙер. Сәлим автобус туҡталышына йүгерҙе. Мин тамаҡ хәстәрләргә тотондом. Данияр нишләп һаман ҡайтмай, мәктәптә дәрес бөткәненә ҡасан? Ишбирҙе янына һуғылғандыр, күп булһа, уныһына шәмбеһе лә юҡ, йәкшәмбеһе лә – гелән эштә. Ә беҙҙең малай юрист булырға хыяллана, шуға участковыйҙың ҡушайына әйләнеп бара. Ишбирҙенән былай, милицияның терәк пунктында, шул уҡ бинала ултырған Сәмиғуллин эйәләштерә малайҙы, ваҡ-төйәк йомошҡа йөрөтә, төрлө рәсми ҡағыҙҙар тултырырға өйрәтә.

Ваҡытын бушҡа сарыф итеп йөрөмәй, эшкә күнегә, бигерәге - кеше танырға, эрене ваҡтан айырырға ла өйрәнә, малайҙы тыймайыҡ, тине Фатих. Ә мин нишләп ҡаршы төшәйем, ярай, атаһы, һинеңсә булһын, тип йөпләнем. Гуля-Гөлсөм апайҙың ирен «әттәгенәһе» тигән бер генә һүҙе менән «йыуғанын» бөтә ауыл белә ләһә – шуны иҫләп, «атаһы» тип өндәшкән һайын үҙемдән үҙем йылмайып та ебәрәм. Фатих иһә иреп китә – һиҙәм. Үҙе лә миңә «әсәһе» тип әйткеләй, әммә «бәғерем»де ташламай, моғайын, шулай тигәненә наҙланыуҙан быуындарым бушап киткәнен тоялыр? Һаман да...

Атаҡ! Нишләп йөрөйөм әле рәхәтләнеп-мәлйерәп, Сәлим менән Сәлимәнең хафаһын онотоп, хаяһыҙ бер бәндәләй булып?! Дауаханаға шылтыраттым. Унда дежур терапевт бар ҙаһа: духтыр Искәндәр, анауы Миләүшә Таштояҡтың элекке ире. Хайран ипле кеше булып сыҡты, Фатих ҡырҙа саҡта ҡуна-төшә дауаханала була.

Шылтыраттым. Искәндәрҙең үҙенә эләктем. Баяғы хәлде аңлатҡайным, шундуҡ, трубканы һалмаҫтан, ярҙамсы персоналға ҡуша башланы: «Баланы срочно бында килтерергә, больница машинаһы, на всякий случай, районға сығырға әҙер торһон! Лаборантҡаға шалтыратырға, немедленно килеп етһен, анализдар алырға!» Шунан миңә өндәште:

– Фатих Рамазановичҡа әйтерһегеҙ, надеюсь?

– Будь уверен, – тинем дә, йылмайып, трубканы һалдым. Ул да булмай, ашығып атлауҙан тыны ҡабынып Фатих килеп инде. (Сәлим уны ҡаршы алған, хәлде һөйләгән, тимәк.) Өфөнән алып ҡайтҡан әйберҙәрен ҡуйҙы ла кире сыға башланы. Һәм, ҡапыл боролоп килеп, ҡосаҡлап алды, ҡолағыма: «Һағындым, бәғерем», – тип шыбырланы, ялт ҡына миңә зәңгәр күҙҙәренең ипкенен һирпте лә эшенә йүгерҙе. Йөрәкте ҡабындырып...

Бер йылдан иллеһе тула, дәрт-дарманы ҡайтышмай әле йәремдең. Шул уйҙанмы, көҙгөгә ҡарағым килде. Ҡараным. Әллә ни бирешмәгәнмендәй. Барыбер йылдар үҙенекен итә... Уф! Һыуытҡыста ҡуйы ҡатыҡ бар ине, шуны алып бит-ҡулыма һыланым да диванға салҡатан төшөп яттым.

Баяғы Искәндәр, врачты әйтәм, ҡабат иҫкә төштө. Даниярым тыуған йылды, 81-ҙә, килгәйне ул беҙҙең дауаханаға эшкә. Балаҡатай районынан, сыуаш егете. Күпселек башҡорттар йәшәгән ауылдан, шуғалыр беҙҙеңсә апаруҡ һөйләшә. Исеме Александр, әммә килгән көндө үк уны, башҡорт хәтерендә һис юйылмаған Македонскийға һаплап, Искәндәр тип йөрөтә башланылар. Колхоз рәйесе Понимаешь Искәндәр менән бутарлығы булмаһа ла, «духтыр» тигәнен дә тағып ебәрҙеләр. Ә бер мәлде ул Ҡушмөгөҙлө Искәндәр тигән ҡушамат менән йөрөп алды, ҡатынының хыянатсыллығы арҡаһында. Әҙ генә ваҡыт. Халыҡ уныһын тиҙ онотто, сөнки духтыр Искәндәр Толпарлының һөйөклө, абруйлы шәхесенә әйләнеп өлгөргәйне. Ай, шул Миләүшә менән бәйләнеп кенә яңылышты егет. Нишләтмәк, мөхәббәт ғали йәнәптәре шулай насип иткәс? (Ыңғай ғына инеп киттем хәтер урманына, сәхифәләр уралған йомғағымды һүтә-һүтә.)

...Улым менән декретта ултырам. Мин уҡығанда, былай ҙа йонсоноң, малайға ике йәш тулғанғаса мәктәбең көтөп торор, тине Фатих. Уҡыусыларымды, күпме йылдар бөртөкләп йыйып йыһазландырған кабинетымды, географиямды нисек һағынғанымды белһә икән ул! Астрономияны, Вафич әйтмешләй, кем етте шул уҡыта. Һиҙмәй буламы минең болоҡһоуҙарымды, Фатих бер кисте әйтеп һалды:

– Мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған кисә уҙғарыла, иғлан элгәндәр. «Өфөнән танылған башҡорт шағирәһе Гөлсирен килә» тип яҙылған. Зөлфәрҙе күргәйнем, район үҙәгенән дә артистар буласаҡ, ти.

– Миләүшәлер – райондан, күп булһа, Ә Гөлсиренде сәхнәнән ишетке килә, шиғырҙарын оҫта уҡый торған.

– Барабыҙмы, әтеү? Бәпкә сығарған ҡаҙҙай, гелән өйҙә ултырып, йонсоп киттең, әсәһе.

– Суҡышым ағарып, тәпәйем күгәрепме?

– Әйтеп ҡуяһың ҡай саҡ, бәғерем...

– Нимә кейерем икән, таҙарып киттем, халаттан башҡа әйбер һыймай хәҙер.

– Костюм бәйләтеп ал, йәиһә тектер, көнкүреш комбинатының цехы үҙебеҙҙә асылғанға күпме, һинең барып та урағаның юҡ. Сентябрҙә эшкә сыҡһаң, барыбер яңыртырға кәрәк өҫтөңдө.

– Сыҡһаң, тисе?! Сығам! Хәҙерҙән үк Даниярҙы йәсләгә йөрөтә башлайым, өйрәнә торһон.

– Мин ҡаршы түгел дәһә, әсәһе.

– Һы...

Иртәгәһенә кейем бәйләү цехына барып, заказ бирҙем. Ике көндә өлгөртөрбөҙ, тинеләр. Үлсәмемде алып, «50-се размер» тигәндәренә шаҡ ҡаттым. Тәпәш кенә кәүҙәм менән шуға барып еткәнмен. Мискәгә оҡшап торам, тимәк. Ғәрләнеп киттем хатта, саҡ иламаным. Ҡайтышлай, дауаханаға һуғылдым, унда Зөһрәнең бүлмәһендә үлсәү бар. Үлсәндем. 74 кг! Ә миңә, буйым метр ҙа илле һигеҙ сантиметр булғас, 55 – 60-тан артығы кәрәкмәй. Абау, ике ботҡа яҡын артыҡ май йыйғанмын. Тағы илағым килде лә, тыйылдым. Баш бәләһе түгел дәһә.

– Нурия апа, хәсрәтләнмәгеҙ, диета яҙып бирәм, ике аҙнала ташларһығыҙ, – тине Зөһрә. Әйтмәһәм дә, аңлап тора икән хәлемде. Бәс, күнәктән артылған ҡамырҙай ҡабарып, ишелеп торһон да берәүҙең кәүҙәһе, күрмәһенме? Күрә.

– Ташлармын? Нимәне? – Аңлап торһам да, шулай тип һоранымсы.

– Артыҡ весыңды, тим. Бала менән ултырғанда ни, бөтәһе лә шулай һимереп ала ул. Данияр имсәк ташланымы әле?

– Ташлаттым, атлап йөрөгән баланы ни...

– Улайһа, бөгөн эштән һуң индереп сығам диетаны, үҙ яйығыҙ менән башларһығыҙ.

– Иртәгәнән үк! – Әйтеүен әйттем дә, эсемдән шөрләп тә ҡуйҙым: тәүләп ҡыланыуым был йәһәттә. Сығып барғанда Фатихҡа тап булдым.

– Билем беленәме? – тинем уға тоттом да.

– Хәтерем яңылышмаһа, ошо тирәлә ине шикелле ул. – Шулай тине лә Фатих, уйынға һабыштырмаҡ, билемдән ҡосаҡланы.

– Кит, кеше күрһә... Мискәнең дә мискәһенә әйләнгән бисәһен ҡосаҡлап тора, тип аптырарҙар.

– Эшкә сыҡҡандың тәүге көнөнән нәҙегәйә башлаясаҡһың – әйҙә, бәхәсләшәйек!

Мәктәп тормошо үҙенең ҡуласаһында зырылдатып әйләндерергә тотонһа, ғәжәп тә түгел уныһы. Әммә уғаса ярты йыл ошолай кәмһенеп йөрөргәме, юҡ инде – ғәрсел «үҙем» шулай сәмләнде булыр.

Кискеһен Зөһрә «Меню» тип яҙылған ҡағыҙ тоттороп китте. Икмәкте миңә өсләтә әҙерәк ашарға, май-ҡаймаҡты ҡыҫҡартырға, күберәк йәшелсә менән туҡланырға тура киләсәк икән. Асҡа ҡаҡланыу түгел дәһә. «Йәйәү йөрөргә, көнөнә кәмендә өс саҡрым» тип тә әйтелгән. Уныһын инде булдырам. Өй эсендә кәләп һалыуым ғына ла шунан кәм булмаҫ. Ихатала ла эшем етерлек, мал аҫырайбыҙ ҙаһа, ауыл интеллигенцияһы тигәс тә, аҡ һөйәк түгелбеҙ. Ҡыҫҡаһы, тәүәккәлләнем.

Ә байрам кисәһендә иҫтә ҡалырлыҡ нәмәләр байтаҡ булды. Гөлсирен «Самантаға яуап» тигән оҙон шиғырын уҡыны. «Кем ул Саманта?» тип берәү ҙә һорамай, сөнки был 10 йәшлек кенә ҡыҙыҡайҙың, Америка мәктәптәренең береһендә уҡып йөрөгән баланың, Юрий Андроповҡа яҙған хатын баҫма матбуғат, радио-телевидение яҙҙан бирле сурыта. Уның фотоһы район гәзитендә баҫылды, йөҙө лә таныш. «Һеҙ һуғышҡа ҡаршымы, юҡмы?» – тип һораған кескәй американка совет дәүләте етәксеһенән. Иң ғәжәбе – Андроповтың Самантаға яуап биреүе! «Һин ҡыйыу һәм саф күңелле ҡыҙыҡайһыңдыр, хатыңа ҡарағанда...» – тигән һүҙҙәр яҙып, Генсек уны СССР-ға ҡунаҡҡа саҡырған.

Гөлсирен ошо ваҡиғаны йөрәгенә шул тиклем яҡын алған, ялҡынлы һүҙҙәр тапҡан – тыңлап бөткәс, халыҡ аяғүрә баҫып ҡул сапты. Ә минең күңелем Самантаның хатына шунса ҙур иғтибарҙы сәйәси кампания тиеберәк ҡабул иткәйне. Әмин абыйҙың йоғонтоһомо – йөрөтәләр баланы, ҡурсаҡтай итеп, театр уйнайҙар, тип мыжығайны ул. Брежневтың минең уҡыусыма, Туҡтаровҡа, яуап бирмәүе лә иҫкә төштө...

Сәхнәгә бер мәл сиған ҡыҙҙары бейеүен башҡарырға Миләүшә сыҡты. Тын да алмай тамаша ҡылдыҡ. Уның үҙебеҙҙең Толпарлыныҡы икәнен оноттоҡ. Күҙ бәйләп, ҡаныбыҙҙы ҡыҙҙырыусы сибәрҙең сиған ҡыҙы Кармен булыуына ышандыҡ та ҡуйҙыҡ – ана ниндәй ул сәнғәт ҡөҙрәте! Аһ! Өйөрөлә, ут-ялҡын булып дөрләй, дерелдәгән яурындарынан, тирбәлгән түштәренән дәрт эркелә, үткер ҡараштарынан осҡон сәсрәй. Ялтыр беләҙектәр кейгән матур беләктәрен ебәк еңдәр берсә аса, берсә ҡаплай, бармаҡтары күбәләктәй талпына. Ә осалары... ымһындыра, талсыҡтырып саҡыра! Ҡатын башым менән мин шул халәткә сумғанда, ир-ат ни кисерәлер?!

Сираттағы сығышты иғлан иткәндә Зөлфәрҙең тауышы әллә ҡарлыҡҡан, әллә саҡ ҡына ҡалтыранғандай ишетелде. Миләүшәне яратты лаһа егет бер осор, тик шул елгүтәндең (Земфира дуҫымдан отҡан һүҙ таман булыр) йөрәген яулай алманы. Күпмелер ҡаңғырып йөрөнө лә, һөнәренә әүрәп, элеккесә асыҡ йөҙлө, йор һүҙле Зөлфәргә әйләнде. Гармунда уйнай, ҡурай тарта, үҙе ойошторған ансамблдә йырлай, бейергә лә булдыра. Әммә иң ҙур маһирлығы – пьесаларҙа уйнау. Лирик геройҙың үҙе булып әүерелә лә ҡуя. Шул һәләте менән дә Толпарлы бик һөйһөнөп бөтмәгән уҡытыусы ҡыҙҙың күңелен иретте шикелле. Инглиз теленән уҡыта ине, текәрәк, мәктәпкә ҡыйып ҡарағыһыҙ бөхтә итеп аҡ кофта, ҡара костюм кейеп килер, сәсенә лә үҙенсә бер прическа яһап йөрөр ине уныһы. Бар ҡиәфәте менән, әйтерһең, һеҙҙең арала мин – бүтән, буҫтауым башҡа, тип иҫбатлай. «Ун беренсе синыфтан бер малай уға ғашиҡ булған, имеш» тигән хәбәр ҙә таралып алды бер мәл. Малайҙың әсәһе: «Ул уҡлау йотҡан мәрйәгә нишләп минең улымдың күҙе төшһөн!» –тип әрепләшеп тә йөрөнө. Мәрйәлеккә мәрйә түгел ине, Өфөлә тыуып-үҫкән башҡорт ҡыҙы, урыҫ мәктәбендә уҡығас, беҙҙеңсә һөйләшергә ихласлығы әллә ни юҡ. Инглиз теле уҡытыусылары, ғәҙәттә, дәресте инглизсә-русса алып бара, шулай ҡулайыраҡ, күрәһең. Быныһына беҙ аптыраманыҡ. Ыҫпай кейеменә, ҡырыҫлығына ла күндек, әкренләп. Сит тел уҡытыусылары ауыл мәктәбендә торламай, ваҡытлыса күренешкә түҙергә була лаһа, тинек. Әммә Адель Мирасовна Толпарлыға ғүмерлеккә килгән булып сыҡты.

Ғәжәп ҡыҙ ине ул. Ысынлап та. Шул кисәлә биш егет «Ҡара юрғам» тигән йырҙы башҡарҙы. Бәс, берәү, йыр бөтөр-бөтмәҫтән, сәхнәгә һикереп менде лә уртала торған Зөлфәргә сәскә тотторҙо. Беҙҙә ундай ғәҙәт бар ҙа, ансамблдәгеләрҙе айырып баһалауҙы күргәнебеҙ юҡ ине әлегәсә. Баҡһаң, Адель Мирасовна лаһа! Егеттәр, халыҡ геүләп ҡул сапҡас, тағы бер йыр башҡарҙы, Зөлфәр гөлләмәһен аҙаҡҡаса тотоп торҙо.

Иртәгәһенә ишеттек: англичанка сәхнәлә беҙҙең егеттең ҡолағына «Ай лав йу!» тип шыбырлаған. Ә Миләүшәбеҙҙе духтыр Искәндәр оҙата барған. Тәүге хәбәргә илтифат бирелмәне, Адель Мирасовнаның сәйерлегенә япһарылды. Ә бына икенсеһе уңлы-һуллы тикшерелде. Таштояҡҡа 29 йәш икәнлеге хисапланды, духтырҙың йәшкә кесерәк булыуы асыҡланды. Ахырҙа халыҡ, әрәм генә итер инде ул Аҡназар ҡыҙы духтырыбыҙҙы, тип аһ орҙо. Сит яҡтан килгән берәү үҙенекенән яҡын булып киткәнме Толпарлыға?! Ә бит ауыл юҡҡа хафаланмаған...

Ошо урында юллап ҡына алған хәтер һуҡмағым өҙөлдө. Фатих ҡайтып ингән дә ҡысҡырып телефондан һөйләшә:

– Первичный. Клещевой энцефалит, похоже на то. Анализ крови? Конечно! Лейкоцитоз, лимфопения. Гиперемия зева. Дежурный врач быстро среагировал, знаете, он специалист, каких поискать! Больную отправили, скоро у вас будут. Прошу, соберите консилиум, не мне вас учить. Единственный ребенок, поздний – родители в панике, поймите...

– Талпан ҡаҙалғанмы? Ай... – Ныҡ борсолоп киттем Сәлим менән Сәлимә өсөн, бер бөртөктәре иҫән булһын инде.

– Начмед менән һөйләшеп алдым. Машина оҙаҡламай барып етә, тинем. Сәлим бала менән ултырып китте, Сәлимә апайға укол һалырға тура килде, әле ул Зөһрә янында.

– Олоғайып ҡына тапҡан балаһы...

– Күпме икән уларҙың йәш араһы?

– Биш-алты ғына барҙыр. Сәлимә апай Мәүлиҙәнән дүрт йәшкә, ә Мәүлиҙә минән бер йәшкә өлкән, Сәлимдең Мусаға ағай икәнен беләм, ике-өс йәшкә, ә Мусаһы минән дүрт йәш самаһы кесе. Вәт.

– Высшая математика, ҡыҫҡаһы.

– Ниңә төпсөнәһең? Йәш айырмаһы бер-береһен яратҡан кешеләр өсөн мөһим түгел, минеңсә.

– Минеңсә лә. Башҡа уй борсой. Сәлимә апай Алтынайҙы ҡырҡты үткәс тапҡан. Ҡыҙыҡайға ун йәш. Бүтәнде таба алмаясаҡ.

– Ҡурҡытма, Фатих! Йөрәккә шом һаласы, кит!

– Китәм. Тамаҡ ялғап алам да эшкә барып әйләнәм. Искәндәр үҙе лә юлланғайны районға, нимәләр асыҡлап ҡайтыр икән, тим. – Шулай һөйләнгән арала Фатих, ниһайәт, миңә иғтибарлап баҡты ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе: – Нишләттең битеңде, Нурия? Әллә ҡатыҡҡа буялған?

– Онотҡаным даһа, абау, шул килеш кеше араһына сығып китһәм. Сәй эстек. Бая иҫләп ятҡандарымды һөйләп алдым. Фатих һығымта яһағандай итте:

– Кемдең кем йәре булырын Күктәр хәл итә, тигәне дөрөҫтөр. Адель Мирасовна Әҙилә булып китте, ауылдың һөймәлекле килененә әйләнде. Миләүшә ниҙәр күстәрҙе, шундай аҫыл егеттең ҡәҙерен белмәй, иҫәүән. Ышан был ҡатын-ҡыҙға...

Шул саҡ, һиҫкәндереп, телефон шылтыраны. Трубканы алған Фатихтың эргәһенән китмәйерәк торам, Алтынайҙың хәленә ҡағылышлы хәбәр түгелме икән, тип. Фатих ара-тирә башын ҡаҡҡылап тыңлай, үҙе бер һүҙ өндәшмәй. Йөҙө былай тыныс һымаҡ?

– Йә, әйтә һал!

– Әсәһе, сығырыңдан сыҡма. Алтынайға диагнозды дөрөҫ ҡуйғанбыҙ, ваҡытында тейешле ярҙамды күрһәткәнбеҙ. Кризис тағы 2-3 көн барасаҡ, әммә балаға ҡурҡыныс янамай. Йүнәләсәк!

Иремде ихластан ҡосаҡлап алдым, нишләтергә белмәй, өлтөрәп китеп, яңаҡтарынан һөйҙөм – шулай аңлаттым рәхмәтемде, ҡыуанысымды. Шул мәлдә кемдер тамаҡ ҡырҙы. Даниярыбыҙ икән, шым ғына ингән дә йылмайып ҡарап тора, олоғайып килгән ата-әсәһенең былай ҡыланыуы уға ҡыҙыҡтыр.

Фатихтың «Миләүшә ниҙәр күстәрҙе...» тигәне һауала эленеп ҡалғайны, шул, башыма килеп төшөрҙәй булып, йәнемде көйҙөрҙө лә торҙо. Онотолмай ҙаһа! Ә барыбер ошоғаса ҡағыҙға төшөрмәй йөрөгәнмен? Ниһайәт, иртәгәһенә дәресем юҡ, ирем дежурҙа булған бер кисте, мал-тыуарҙы тәрбиәләп аҙбарға индергәс, өҫтәл артына барып ултырҙым да алдыма өр-яңы дәфтәр һалып, бынан ун ике – ун өс йыл алда, мең туғыҙ йөҙ һикһән өстә, үткән ваҡиғалар йомғағын һүтергә тотондом. Күптәнге асыуым яңынан ҡабарғайны, шуғалыр «Таштояҡ» тип исем ҡуйҙым дәфтәр тышына башта, шунан уны танымаҫлыҡ итеп һыҙғаҡлап, яңыса атаным – «Әсмә». Бәйәндәремдә, әлбиттә, әхирәтемдең исеме үрелә килде һәм ул быға лайыҡ та. Ә был дәфтәрҙә Әсмә – төп герой, яҙыусы булһам, шулай тиер инем.

...Шул уҡ йәйҙе Зөлфәр Әҙиләгә өйләнде. Имеш, егет уйынлы-ысынлы ғына, инглизсә берәй йыр өйрәтегеҙ әле миңә, тигән икән, ҡыҙ «О кей» тип уның ҡосағына ташланған да өйөнә тағылып барған. Уф, шулай үҙенекен күтәреп, ятты түбәнәйтеп ҡуя ҡай мәл толпарлылар. Бына тигән уҡытыусы ҡыҙ беҙҙең егетте тиң күргән, тиһәләр ни була?

Миләүшә ары ташланды, бире ташланды, Зөлфәрҙән ҡолаҡ ҡаҡҡас, аҙна һайын ҡайтып, ғаиләһен боҙорға ла маташып ҡараны, булдыра алманы. Әҙилә ғорур булып сыҡты, көнләшмәне. Әллә һиҙҙермәне? Ә Зөлфәр анау уҡыусы баланан ҡыҙғанып алған, ти, ҡатынын. Уныһы ла, имтиханға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ, апа, тип өйҙәренә кәләп һалырға тотонған шул. Уҡытыусыһы, бер нигә ҡарамай, ваҡыт табып, сәғәттәр буйы инглизсә һөйләшкән, хатта йырлашып ултырған уҡыусыһы менән. Кешеләр һағайҙы, күҙәтте, ҡапылда хөкөм итмәйерәк торҙо. Ә инде теге егет остоғо университеттың сит телдәр факультеты студенты булып киткәс, Әҙиләне маҡтап, бәғзе ләститселәрҙе фашлап бер иттеләр. Зөлфәрҙең көнләшеүе иһә файҙаға ғына булған: бөтә иғтибары ҡатынында, Миләүшәгә иҫе лә китмәй. Сәмләнде-сәмләнде лә, Таштояҡ сигенде. Шунан духтыр Искәндәрҙе үҙенә ҡаратты. Холҡон яратмаһам да, ҡабатламай хәлем юҡ: Миләүшәнең бейеүенә дәрте ҡуҙғалмаған ир һирәктер. Тик ауылда уны кәләш итергә теләүсе табылманы.

Искәндәр иһә яратып өйләнде Миләүшәгә. Загслап, туйлап. Дауахана эргәһендәге элек беҙ ҙә күпмелер йәшәп алған йортта донъя ҡорҙолар. Инде баҫылыр был Миләүшә, тиһәк, ҡайҙа ти! Үҙебеҙҙең мәҙәниәт йортона худрук итеп ҡуйҙылар, юҡ, торламай ауылда, район үҙәгенә оздойоп сыға ла китә, теге-был сәбәп табып. «Ирен һанға һуҡмай, өҫтөнән йөрөй» тигән хәбәр ҙә оҙаҡ көттөрмәне. Күпмелер шулай елгүтәнләнде лә Толпарлыны шаҡ ҡатырырлыҡ хаслыҡ ҡылды Таштояҡ.

...Көҙҙөң йылы бер кисе – август башланып ҡына тора. Эш-көшөмдө бер сама ослап, баҡсаға сыҡҡан тәҙрәне асып, һауа һулап ултырам. Ялан кәртәләге һыйырҙың мышнап тын алғаны ишетелә, шул яҡтан йәш бесән, яңы һауған һөт еҫе аңҡый. Һиллек. Һыуы мөлдөрәмә тулы мискәгә эргәһендәге сейә ҡыуағынан һыңар емеш өҙөлөп төштө, «суп» итеп ҡалды. Өлгөрөүе еткән, тимәк. Емеш тә, бер үк ботаҡтағыһы ла, бер ҡояш аҫтында ла, төрлөсә бешә – был саҡ ҡына иртәләгән. Комбайн гөрөлдәгәне ҡолаҡҡа салынды: элекке Малик бай баҫыуҙарында ужым арышын уралар. Бойҙайға төшмәгәндәр әле – ишелеп уңған, ти. Малик олатай хазиналай итеп һаҡлаған орлоҡ хәҙер Башҡортостанда дан алды. Ҡаты сортлы бойҙай, тиҙәр. Йәшергән еренән тапһалар утыҙынсы йылдарҙа, Себер һөрөрҙәр ине. Ҡурҡмаған, мираҫ итеп ҡалдырған. Агроном булмаһа ла, ҡәҙимге игенсе тәжрибәһе, тойомо менән һайлап-барлап, күпме йылдар күҙәтеп, сорт килтереп сығарған. Ә Понимаешь Искәндәр ағай уны төпкөл баҫыуҙарҙа Аҡназар ағайҙан рөхсәтһеҙ сәсеп, һынап ҡараны. Иң башта мәктәп баҡсаһында кескәй түтәлдә үҫте әле ул бойҙай... Ҡапыл Ленинград блокадаһындағы аслыҡ, шул фажиғә эсендә лә махсус лаборатория фондында бер бөртөгө лә сарыф ителмәй һаҡланған сортлы иген, бәрәңге орлоҡтары хаҡында уҡығандарым иҫкә килеп төштөсө! Эшләгән кешегә – 250, бүтәндәренә 125 грамм ғына икмәк бирелгән шарттарҙа…

– Ҡыҙый! – Күңелем тулып иларға етешеп ултырған еремдән ҡапыл тертләп боролоп ҡараным:

– Әсмә? Нимә булды?!

– Әшрәфте тоттом! Хыянат өҫтөндә...

– Уф, әхирәткәйем, һантыйландыңмы әллә? Тоттом, тисе... Нисек, бәс, кем менән?

– Таштояҡ...

– Һөйлә!

Әсмә, күҙ йәшен сығармай, әммә тауышы һулҡылдап, өҙөлөп-ялғанып, һөйләй, ә мин, ышаныр-ышанмаҫ, күңелемдән, хатта ки күҙ алдымдан үткәрәм уның башынан кискән хәлде.

...Һыҙа буйында комбайн тора: моторы эшләмәй, фаралары һүндерелмәгән. Ошонда, ауылға терәлеп тигеләй ятҡан әүәлге сөгөлдөр баҫыуына, сәсеү әйләнеше технологияһы тип, быйыл арыш сәскәйнеләр. Сөгөлдөр ваҡытлыса Аҡбейек яғына күсте.

Кескәй генә йылғасыҡ ярында һыҙыҡҡа теҙелгәндәй тигеҙ баҫып тирәктәр үҫкән, шуға Һыҙа буйы тигәндәрме? Һыҙа аръяғында – йомро аҡлан, ул сабынлыҡ өсөн тотола. Шул аҡлан ауыҙында кемдер усаҡ яҡҡан, тирәктәр араһынан ялҡын телдәре ап-асыҡ күренә.

Әсмә, аяҡ аҫтына ла ҡарамай, таҡыр юлда абына-һөрөнә, әлеге усаҡ яҡтыһына йөҙ тотоп китеп бара. Эңер ҡуйырып, үләндәргә ысыҡ һарылған мәл. Әллә Әшрәф, ут тергеҙеп, йылынып алырға булдымы? Төштән һуң арышты урып бөтәм дә, комбайнымды МТС ихатаһына ҡуям, иртәгә, бойҙайға төшөр алдынан, ҡараштырып, йүнәткеләп алаһым бар, тигәйне, эше бөтмәҫтән, боҙолоп ултырамы? Төнөн булһа ла, ослап ҡайтайым был баҫыуҙы, тип тотҡарланғанмы? Ашарына ла, иртә ҡайтам, тигәс, мул һалмағайны, асыҡҡандыр инде...

Төрлөсә фаразлап, Әсмә шоссенан һуҡмаҡҡа боролдо, комбайн торған яҡҡа. Баштараҡ төнгө һунарға сыҡҡан ваҡ йәнлектәрҙең үлән араһында ҡыштырҙап йөрөштөрөүен, терпе теркелдәүен шәйләй, өкө ухылдауын ишетә ине, бара торғас, ҡолағына музыка салынғандай итте. Булмаҫ та? Әммә көй һаман асығыраҡ ишетелә, көслөрәк яңғырай, усаҡтағы киҫәүҙәрҙең сытырлауы ла ҡушылып ала. Әллә бейеү көйө?!

Ярабби! Һыҙа шишмәһен һикереп кенә сығып, тәпәш ярҙан күтәрелгән Әсмәгә көтөлмәгән күренеш асылды: усаҡ тирәләй икәү ултыра. Береһе, арҡаһынан танып тора, – Әшрәфе. Уның янында кем? Ҡатын-ҡыҙ?! Ана, ул шырҡылдап көлөп ебәрҙе, һәм Әсмә шундуҡ аңғарҙы:Таштояҡ. Был хәлдең төш түгел, ә ысынбарлыҡ икәненә һаман ышанып етмәгән ҡатын, башы әйләнеп китеп, тирәккә барып терәлде. Һәм тегеләргә шаҡ ҡатып ҡарап торҙо ла торҙо. Әйтерһең, уға спектакль күрһәтәләр.

Әшрәфтең өнө лә сыҡмай, ә Таштояҡ туҡтауһыҙ нимәлер һөйләй, көлә. Бына бер мәл ул йылдам хәрәкәт менән һикереп торҙо ла махсус алып килгән магнитофонының тауышын көсәйтте, Әшрәфте усаҡтан арыраҡ әйҙәне. Уныһы тороп баҫты, бер-ике аҙым атланы ла туҡтаны. Таштояҡ ҡыҫҡа ғына үлән үҫкән бер төшкә барып баҫып, талғын көй ыңғайына һығылмалы кәүҙәһен уйната башланы. Ҡулдарын аҡҡош ҡанатылай тирбәлдерҙе. Көйҙөң ритмы шәбәйә барҙы, Таштояҡтың хәрәкәттәре лә шул ыңғайҙа ҡыҙа барҙы, ҡыҙа барҙы. Йыландай борғоланған йор кәүҙәһе Әшрәфкә яҡынайҙы, ирҙең ике ҡулынан алып, берсә үҙенә тартты, берсә этәрҙе, уныһы йәнһеҙ бер һындай торғас, саҡ ҡына алыҫайҙы ла усаҡ утынан һикергән осҡондай өйөрөлөргә тотондо. Сәстәре тағалып китте, урман ҡыҙы Әсмә уны шул минутта ҡара бауыр төлкөгә - йылғыр хәрәкәтле матур кейеккә лә оҡшатып ҡуйҙы. Күҙе шулай күрҙе, ә күңеле Таштояҡты албаҫты тип юраны. Эстән ҡайнап, бына-бына атылыр вулкан кеүек был албаҫтының хәрәкәттәре. Һәм... атылды! Иҙеүе ныҡ асыҡ, еңе юҡ, кендегенән өҫтә торған һылашма кофтаһын сисмәһә лә була: тотош тәне үтә күренә, әле бала имеҙеп ҡарамаған йомро тығыҙ түштәре күҙҙе арбай. Ҡыҙыштырыуҙың ахырғы нөктәһе был түгел икән әле! Бейеүсе ҡатындың елфер итәге уның талмаҫ ҡупшы аяҡтарын ялт-йолт асҡылап күрһәтте-күрһәтте лә, бер мәл, әллә төймәһе өҙөлдө, һыпырылды ла төштө – һомғол кәүҙә инде талғыныраҡ бәүелә башланы. Шунда ошо тамашаны ҡымшанмай ҡарап торған ир ҡырҡа хәрәкәтләнеп бейеүсе янына атланы һәм гөрҫ итеп барып тубыҡланды, усаҡ яҡтыһында әкиәти алһыу мәрмәр һын булып күренгән ҡатындың аяҡтарын ҡосто.

Әсмә ҡысҡырып ебәрҙе. Асырғанып яр һалды, яралы януарҙан кәм түгел ине уның һыҙланыуы был минутта. Тик тауышы баҫыуҙы һиҫкәндермәне, теге икәүҙе тертләтмәне. Сөнки ишетелмәне. Сөнки Әсмәнең ауыҙ асыр, өн сығарыр хәле юҡ, ә бары күңеле ғазап урғытып һөрәнләне. Ә Таштояҡ тантана итте, Һыҙа буйҙарын яңғыратып көлдө...

Әсмәнең тауышы туҡтап ҡалғас, пәйҙәләр юғалды. Әммә байтаҡ ваҡыт иҫәңгерәп ултырҙым, шулай тетрәндем.

– Ҡыҙый, көймә ул тиклем! – Әхирәтем мине үҙе йыуатып тора лаһа. – Ләйсәнемде имеҙеп кенә йоҡлатып киткәйнем, йә илап ятыр, өлкәндәрен уятыр... Бишәүҙәр. Ай, ҡыҙый... Башым тубал булды, бәғерем туңды. Ярай, ҡайтайым. Эсемде тағы кемгә бушатайым, Нурия, әлдә һин бар. Ни ҡылайым икән хәҙер?!

– Ашыҡма. Күтәрелеп-бәрелмәй тор, әхирәт. Бергәләп уйлашырбыҙ.

– Ә һин, ҡыҙый, абай бул, Фатихыңды тартып алмаһын берәй албаҫты. Ана, Әшрәф! Яратам, тип анттар биргәйне...

– Эйе. – Шулай ғына тинем. Тел осомда «Башымдан көлһәме, күрһәтермен мин ул Фатихҡа күрмәгәнен!» һымағыраҡ һүҙҙәр эленеп тора ине тороуын.

Әсмә ҡайтып китте. Өйөндә, бала-сағаһын күргәс, тыныслана төшөр. Ә миңә нишләргә? Әхирәтемдең был ауылда, был донъяла, хатта ки Йыһанда минән башҡа таянысы юҡ таһа.

Фатих, төнгө берҙәрҙә генә йоғормон өйгә, бер пациентыбыҙҙы даими күҙәтергә тура килә, тигәйне. Барыбер уны көтөп, күҙгә йоҡо кермәйәсәк. Тегеләр һаман шундамы икән? Тәүәккәл, ғәрсел «үҙем»де тыя алманым, киттем Һыҙа буйына. Йортобоҙ ауыл осонда, дауахана ҡырында, баҫыуға алыҫ та түгел. Ғишыҡтары ҡыҙыу булһа, тиҙ генә айырылышмаҫтар...

Усаҡ яна әле. Музыка ишетелмәй. Бәлки, ишетмәйемдер, сөнки ҡолағымда ярһыған ҡаным шаулай. Комбайн янынан үтешләй кабинала бер һынды күргәндәй булдым, әммә ары атланым, аҡлан яғына. Барып еттем. Янып бөтөп барған киҫәүҙәрҙе ҡағыштырып Әшрәф ултыра, башын баҫып. Яурындары төшкән, кикреге шиңгән әтәскә оҡшаттым үҙен. Аяҡ тауышымды ишетмәй түгелдер, күтәрелеп тә ҡараманы. Был арҡаһын ҡуйып ултыра, мине күрмәй, юрамал һынап ҡарайым әле, нишләр икән – мәкерле хәйлә ҡорҙом шулай. Артынан барып, сәстәренә, иңдәренә ҡағылған булдым. Ҡырҡа алып ташланы. Тағы ҡабатланым. Боролоп ҡарамай ғына өндәште, ят, ҡырыҫ тауыш менән:

– Бар, ҡайт! Башҡаса яҡын юлайһы булма минең ҡырға. Ҡатыным бар, балаларым. Антым башыма етер ине, әгәр...

– Аяғыма йығылдың! – Бәс, ҡайһы аралалыр эргәгә Миләүшә килеп баҫҡан. Комбайн кабинаһында шәйләгәнем шул булған. – Апайым өсөн үс алдым, Әсмәң күрҙе! Тотто!

– Әшрәф һикереп торҙо ла боролоп ҡараны:

– Әсмә... күргән?!

– Эйе, ул һинең өсөн борсолоп баҫыуға килгән дә... ҡарап торған уйнашығыҙҙы, – тип дөрөҫләнем мин.

– Нурия?! – Әшрәфтең тауышында ғазап, ялбарыу, үкенеү, нәфрәт – һәммәһе бергә уҡмашып яңғыраны һымаҡ.

Хыянат йәберен кисергән ҡатын халәтенә инеп алдым, буғай – аңым томаланып, осо янып өлгөрмәгән бер киҫәүҙе уттан һөйрәп сығарҙым да уңлы-һуллы һелтәргә тотондом. Әшрәф ситкә һикерҙе, ә Таштояҡ ергә ауҙы, эләктерҙем, ахырыһы. Тороп, сарылдап һикерәңләй башланы. Итәгенә ут тоҡанған албаҫтының. Киҫәүемде ырғыттым да, сәсенән усмаллап тотоп, Һыҙа шишмәһенә һөйрәнем. Аңлап алды булыр ниәтемде, ҡарышмай ғына йүгерҙе. Сәсен ысҡындырмай, һыуға һөрөндөрҙөм тегене. Тәне бешеп өлгөргәндер, һуҙылып төшөп ятты йылғаға.

– Әхирәтемә теймә! Йәнеңде алырмын!

– Милицияға барам! Эшеңдән ҡыуҙыртам... – тип телләшә, үҙе шыңшып илай.

– Милицияның милицияһына бар, әтеү һине белмәйҙәр. – Шул урында шып туҡтаным. Нишләп шуға һүҙ әрәм итәм? Эргәмдә шым ғына баҫып торған Әшрәфкә боролдом да Толпарлыла иң алама әҙәмдәргә әйтелә торған әрҙе ысҡындырҙым: – Батлис! – Улай ғына асыуым баҫылманы, сикәһенә саптым балалыҡ дуҫымдың.

Ҡайтып еткәнсе иланым, буҫлығып бөттөм. Ныҡлыҡайлығым бар ҙа кәрәк саҡта, ә барыбер илаҡ мин. Еүеш стресс, тиер ине Фатих. Әсмә иламаны – ҡоро стресс. Йөрәгенә ҡаҙалғандыр был Әшрәфтең ҡылығы. Уф, әхирәткәйем, һинең өсөн ғүмеремдә тәү тапҡыр ир-атҡа ҡул күтәрҙем, һаман яна усым...

Өйөмә түгел, Әсмәләргә йүнәлдем. Ул болдор тупһаһында ултыра ине.

– Ҡыҙый, сәй ҡуй, тамағым кипте, – тинем.

Өйгә индек. Әхирәтемдең танауы сос, минән төтөн, торонбаш еҫе килгәнен шундуҡ һиҙҙе. Һыҙаға барыуымды, Таштояҡты утлы киҫәү менән бәргесләүемде Һөйләп бирҙем, Әшрәф һинең башыңдан көлмәгән,тинем. Баяғы кисергәндәрем яңырып, тағы илай башланым. Әсмә лә иланы. Йөрәген тотҡан ғәрлекле ғазап әҙ генә ысҡындырҙылыр – шуға шатландым. Таң менән әлеге лә баяғы ял белмәҫ телефон зыңғырланы. Был сәғәттә кем булһын, дауахананандыр. Улай ҙа иремде, йәлләп, уятманым, үҙем барып алдым трубканы.

– Әшрәф ағай ҡатынын килтерҙе, гинекология... – тине лә Зөһрә, һүҙен дә осламай, трубканы һалды. Фатихты уятырҙы белә инде. Ә үҙе ҡайҙа улай өтәләнде? Әсмәнең хәле хөрт микән?

Уңарсы Фатих уянған, кейенеп йөрөй. Зөһрәнең хәбәрен әйттем.

– Нимә булды икән? Һап-һау ҡатын даһа... – Шулай һөйләнгән Фатихҡа майлап, өҫтөнә бал яғып икмәк тотторҙом, ҡаты итеп һөтлө сәй яһаным да, эргәһендә тороп, күҙҙән эсерҙем.

– Зөһрә шылтыратҡас, операция ихтималы...

– Фатих! Биш балаһы бар, шуларын иҫән-һау үҫтерһен, күр берәй сараһын, башҡаса ауырға ҡалмаһын. Гонаһын үҙемә алам.

Ирем ғәжәпләнеп ҡараны ла өндәшмәне. Мин, күкрәгемә алҡынып килеп тулған наҙлы тойғома бирелеп, үрелеп, бармаҡтарым менән уның сал йүгерә башлаған сәстәрен тарап ҡуйҙым. Ҡапҡаға тиклем оҙатырға сыҡтым. Йоҡом осҡайны.

Ауыры булған, Әсмә үҙе лә белмәй йөрөгән – имсәк балаһы бар ҙаһа. Зөһрә дөрөҫ борсолған, операция яһарға тура килгән. Үҙе фельдшер-акушер булһа ла, ҡатмарлы осраҡта Фатихты саҡыра һала ул.

– Иҫеңдән сығарманыңмы минең үтенесте? – тип һораным иремдән, ҡайтып инеүе менән. – Операция хәленә барып еткәнме әхирәткәйем?

– Яралғы инәлек көпшәһендә урынлашһа, артабан үҫә алмай, көпшә шартлай... шул хәл.

– Шунан?

– Шартлағанын киҫеп алдыҡ. Хәҙер улай йыш балаға уҙмаҫ, һыңар көпшә менән...

– Тапҡаны еткән! – Фатих миңә тағы сәйерһенеп баҡты, был юлы һорашмай ҡалманы: – Нимәлер йәнеңде көйҙөргән һинең, бәғерем, йә, сис әле шул сереңде?

Систем. Иремә, ахырыһы, һынап, уҫал итеп, сәнсеп ҡараным, түҙмәне, шаяртҡан булды:

– Һиңә хыянат итергә башым икеме ни, әхирәтең өсөн ана нишләткәнһең тегеләрҙе. Миләүшәгә таман да... Ә янып китһә? Тәнгә эскәрәк үтһә, утты һүндереп булмай, белдеңме?

– Белдем. Тик һин миңә тоғро бул, Фатих! Ғәфү итә алмам. Белдеңме?

Ҡосаҡлаштыҡ. Ир менән ҡатын хисләнеүенән бигерәк, бер-береһен аңлаған ике тиң һәм дуҫ йән итеп тойҙоҡ үҙебеҙҙе ошо саҡта.

Әшрәфенең ҡылығын ауыр кисерҙе әхирәтем. Унан да былай, сабыйын юғалтыуға күнә алмай аҙапланды. Уның аңы операцияны аборт тип ҡабул итәлер һәм әрнеүле хәтирәләрен яңырталыр.

Үҙенә бикләнде Әсмә. Ураҡ тамамланды. Зәп һөрөлдө. Ужым сәселде. Сөгөлдөр шәкәр заводына оҙатылды. Ҡыш килде. Яҙ етте. Күрәнлелә боҙ китте. Муйыл сәскә атты. Тик, был тормош, әйтерһең, унан башҡа бара. Өйөндә лә донъяһын илтифат һалып көтмәй. Ҡасан ҡарама, битараф ҡиәфәт менән бола эсендә ултыра. Әлдә тамағын ҡайғырта сабыйҙарының, өҫ-баштарын йыуа. Мал-тыуарын ҡәйнәһе тәрбиәләшә.

Беҙгә лә килеп урамай Әсмә, исмаһам. Үҙем барыштырам, барған һайын бошоноп ҡайтам: ни генә әйтһәм дә, баш ҡағып, үҙ уйына батып ултыра бирә. Әшрәфтең хыянатына ышанмайым, тип тә тылҡыйым, донъяңды һүндермә, мах бирмә, тип тә сәмләндереп ҡарайым – өндәшмәй. Уф, былай дауам итһә, хәсрәте бауырына таш булып ҡата лаһа!

Көндәрҙән бер көндө, ниһайәт, тел тибрәтте әхирәтем.

– Ҡысҡырҙым – тауышым сыҡманы, яндарына барам тиһәм, быуыным бушаны ла, ергә сүктем. Һыҙанан юлға имгәкләп сыҡтым. Нисек аяҡҡа баҫтым, нисек ауылға ҡайттым – төштәге кеүек... Ә бит был язаны миңә Аллаһ бирҙе, ҡылған гонаһтарым өсөн, Нурия!

– Аллаһҡа япһарма. Яза, имеш. Әшрәф урынында берәү булһамы, аҙыр ине. Ә ул үҙен тотоп ҡалған. Хыянат итмәнем, ти ҙәһә.

– Хыянатсы ул түгел, Нурия, ә мин үҙем. Инде ике сабыйымдың ғүмерен ҡыйыусы. Кем була, әйт!

– Тәҡдир... Әйткәйнем дәһә Таштояҡты утлы киҫәү менән бәргесләгәнемде, «Миңзифа апайым өсөн үс алырға иткәйнем, эшкинмәне, ебегән!» – тип ҡысҡырҙы шунда.

– Кем ебегән?

– Әшрәфте әйтә, бәс. Мин дуҫымды аңлайым, ул бит усаҡ яҡтыһында бейегән ҡатын заты алдында тубыҡланған, уның Таштояҡ икәнен иҫенән сығарып ебәргән, моғайын, бер мәлгә генә.

– Ебегән?! – Әсмә, шул һүҙҙән ҡыҙыҡ тапҡандай, көлөргә тотондо, көлөп арығас, илап ебәрҙе... Йүнәлә башлауы ошо булһа ярар ине, тип юраным.

Әсмә бүтәнсә бала тапманы. Яҡындан белмәгән кешегә улар Әшрәф менән татыу ғына йәшәп яталар кеүек. Математиканан артта һөйрәлгән әхирәтем миңә үҙенең халәтен геометрик ысул менән аңлатты. Ҡағыҙға кәсәне түңкәреп ҡуйып, ҡәләм менән түңәрәк һыҙҙы ла, шуны дүрткә бөкләп, бер өлөшөн ҡайсы менән киҫеп ырғытты һәм, бына минең Әшрәфкә булған хистәрем ошолай кесерәйҙе, тип күрһәтте. Йөрәгем өшөп китте: ҡырҡып ташланған бүлкәттең инде бер ҡасан да урынына кире берекмәҫен аңланым. Уф, әллә ниндәй образдар таба Әсмә үҙенең хәсиәтен аңлатырға, Айыусылығы анауы ҡарағай, хәҙер – ошо геометрия...

Бер ҡараһаң, ғүмерлек, ысҡынмаҫлыҡ ныҡ ептәр менән бәйләнгән ир менән ҡатын. Икенсе ҡараһаң, ул ептәр шундай нескә, ҡыйыҡ һүҙҙән дә өҙөлөргә тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советында йәштән ҡатнашып йөрөгәс, тәбиғи күҙәтеүсәнлегем дә булғас, китаптарҙа яҙылған мөхәббәт үрнәктәренең ауылымда һирәк күренеш икәнен танымай булдыра алмайым. Ә бит ныҡлы, күркәм ғаиләләр етерлек. Һәм ул ғаиләләрҙең күпселеге ҡатын-ҡыҙ фиҙакәрлеге арҡаһында татыу, бөтөн. Һөйөү йыһаны – һәр кемдең үҙенеке, үҙе ҡора, үҙе емерә ала. Ирҙәрҙе унда, ғәҙәттә, бер һуҡмаҡ алып бара – төп инстинкт, тиһәм, йөҙ процентҡа хаҡ булмам, бәлки, әммә артабан бергә донъя көтөү, тормош даръяһында бер кәмәлә йөҙөү хаҡында алдан әллә ни баш ватмай һымаҡ улар заты? Ҡатын-ҡыҙ күңеле иһә һайлаған йәр менән нисегерәк йәшәрен күҙаллап, бәхет моделен хыялында беркетеп ҡуя. Ғаилә төшөнсәһе уның өсөн шундай киң, тәрән һәм тармаҡлы, шундай бөйөк, изге һәм зарур, шуғалыр уға йәне-тәне менән бирелә, инана, сат йәбешә ул. Ә ысынбарлыҡ башҡасараҡ... Хыял офоғонан әкренләп ниҙер юғала, төҫһөҙләнә бара: иң аяныслыһы – күп осраҡта илаһи мөхәббәт мираж булып сыға. Ул сихри бер мәл булып иҫтә ҡаласаҡ, бына-бына әйләнеп ҡайтыр кеүек өмөтләндерәсәк кенә. Инде ҡатын-ҡыҙ башҡа тоталҡалар эҙләйәсәк һәм табасаҡ! Үҙем белгән ҡатындарҙың бәғзеһе ул тоталҡаны иренең йүнселлегендә йә тоғролоғонда, йә баласыллығында тапҡан һәм тап шул сифаттарын яратыу дәлиле тип инанған. Кемдер, ирем туҡмамай, тип йыуана, кемдер йәмәғәтенең йомартлығын өҫкә сығара. Мең сәбәбен таба ҡатындар үҙен бәхетле тип иҫбатлар, хыялында йөрөткән образдан ваз кисмәҫ өсөн. Аҡыл зирәклеге, йөрәк ҡаһарманлығы, ахырҙа рух бөйөклөгө түгелме ни был?!

Бер арала, бәләкәстәребеҙҙе ҡәйнәләргә ҡалдырып, әхирәтемде умарталыҡҡа Балбабайҙарға өгөтләп алып киттем. Әсмә мине ошонда ныҡ ғәжәпләндерҙе. Әллә ҡалын урман, йөҙйәшәр ҡарағайҙар шулай ҡапыл үҙгәртте уны?

Уртансы Балбабай, Бүреһуҡҡан олатайҙың тиҫтеренең улы, һыбай килеп туҡтаны ла, атын бәйләп ҡуйып, өйгә инде. Артынса, кесе Балбабай килеп етте, уныһы ла һыбай. Шул, беҙҙең йәштәрҙәге күркәм ир, эйәренән төшмәй генә, Әсмәгә һүҙ ҡушты: «Урман сибәре, һыбай елгән саҡтарыңды иҫләйһеңме әле?» – тип. Бәс, әхирәтем теге бәйле аттың теҙгененән тотоп саҡ ҡына ары атлатты ла, һикереп менеп, сабып сыҡты ла китте. Уның артынан теге ир төштө. Киң генә аҡланды өс уратып килделәр, һә тигәнсе. Мин ауыҙымды асып ҡарап торҙом. Һы... Урман ҡосағында үҫкән, мылтыҡ аҫып һунарға йөрөгән, айыу менән алышҡан көслө рухлы Әсмә, әйтерһең, асылына әйләнеп ҡайтты! Ана, толомдарын сайҡалдырып, күкрәген айҡалдырып толпар атта кем елә – ул даһа, ҡасандыр минән, Одиссей сәйәхәттәре менән һаташҡан Нуриянан, амазонкалар башҡорт ҡыҙҙары булғанмы икән әллә, тип һораған әхирәтем.

Амазонкалар... Быуат-быуат, быуын-быуын кешелек аҡылын биләр, хәтерен ҡуҙғатыр өсөн улар ише мәшһүр даның булыу кәрәктер шул! Әйткәндәй, Сәлимә апай ҙа бер һөйләп алғайны, булған икәнсе «башҡорт амазонкалары»! Боронғо сығанаҡтарҙы уҡығанда ул ғәжәйеп бер легендаға юлыҡҡан: «...Әүәл бер дәүерҙә башҡорт ырыуынан биш һыбай яугирҙы күмәк дошмандар ҡамап әсир иткән. Ҡараһалар, береһе ҡатын кеше, ти. Алышта мәргән уҡ атып, ҡылыс һелтәп, иң ныҡ асырғанып айҡашҡаны ла тап ул булған. Дүрт яугир ир – ҡатындың атаһы, бер туған ағаһы, ире һәм улы икән. Дошмандарҙың ғәскәр башы аптырап ҡалған, нисек язаларға, ҡайһылайтып рухын һындырырға был амазонканың, тип. Шунан ул мәкерле һынау уйлап сығарған: «Үҙеңде һәм ғаиләңдән ике ир затын, ҡаһарманлығыңа һан биреп, азат итәм, икеһен үлем язаһы көтә, тик бер шартым бар: кемдең ғүмере ғәзизерәк – һиңә хәл итергә». Легенданың ошо төшөнә еткәс, Сәлимә апай миңә ҡапыл һорау биргәйне, шул амазонка урынында яҡыныңдың ҡайһыныһын һайлар инең, тип. Юғалып ҡалдым, ахырҙа, атайымды һәм улымды, моғайын, тигән булдым. Әстәғәфирулла... Ундай ҙа сараһыҙлыҡтарға дусар итмәсе, Раббым!

Яугир ҡатын иһә әйткән, ти:

– Атамды йәнә ағамды ҡалдыр.

– Нишләп улай хәл иттең? – тип һораған дошман.

– Атам менән ағамды мин бер нисек тә үҙем бар итә алмам, ә иргә башҡаға сығырға була, улды, быныһына йөрәгем ҡанһыраһа ла, тағы табырмын.

– Үҙең үлтер уларҙы!

– Юҡ!

– Улайһа, яңғыҙыңды ғына тере ҡалдырам.

– Ҡалдырмаясаҡһың.

– Нишләп?

– Хас дошмандың башын ҡыясаҡмын барыбер!

Иҫем-аҡылым киткәйне ул легендаға. Хәҙер ҙә тетрәнеп киттем дә, хәтер ебен ошо урында төйөнләп тороп, бөгөнгөмә йөҙ борҙом.

Сәлим район үҙәгенән бер аҙна тигәндә әйләнеп ҡайтты, ҡыҙын етәкләп беҙгә инеп сыҡты. «Бир ҡуй башы, апа жан, юз яшагез», – тип рәхмәтен әйтте. Һарыҡ һуйып мәжлес йыймаҡсы, аңлашыла. Үзбәк йолаһы буйынса, ҡуйҙың башы айырым бешерелеп, иң ҡәҙерле ҡунаҡ алдына ҡуйыла. Сәлимә апай ҙа кисә килеп киткәйне, һөйөнөсөн уртаҡлашып. Гәпләшеп ултырҙыҡ. Кәйефе шәп булғас ни, фәһемле генә ваҡиғаны, мәрәкә тип, һөйләп алды. Берәй еренә төртөп ҡуй бәйәңеңдең, тине. Төрттөм.

...Дөрөҫ һиҙенгән Әмин абый үзбәк егетенең кейәү булып китерен. «Минең ҡыҙҙарыма ғына башҡорт табылмай, береһе Нефтекамала, татарға барҙы, икенсеһе – Хохляндияла, быныһына ни ҡалған, башҡорт зыялылары уртаһында, милли әҙәбиәт ҡомартҡыларын аҡтарып ултыра, ә үзбәк эйәртеп ҡайтҡан!» – тип туҙынһа ла, эсенән риза ине ул, егеттең арыу кеше икәне йөҙөнә сыҡҡан даһа.

Оҙаҡҡа һуҙмай, Сәлим Толпарлыға күсеп килде. Колхозда өс йыл зоотехник булып эшләп алған бер белгес шул арала йорт һалғайны, ҡатынын ауылға күсергә өгөтләй алмағас, һатып китергә мәжбүр булды. Шул ҡаралтыны Сәлим алды, йәһәт кенә мейесен сығарып, ихатаһын кәртәләп ҡуйҙы. Аҡсаһы ла булған икән? Сәлимә лә йышланы ауылға, һайт итеп ҡайта ла төшә. Халыҡ күрмәй буламы? Кемдер бот саба, уҡыған башы менән шул трактористың майлы кейемен йыуып, солярка еҫкәп йөрөрмө, тип. Икенсе берәү ҡыҙҙың күптән «хисаптан төшөп ҡалыуын» телгә ала, ир сыҡҡас, рәхмәт әйтһен, йәнәһе.

Ә теге мәрәкә тигәне никах туйы алдынан булған. Сәлимдең Ырымбур яғынан килгән ҡустыларының береһе, ағаһының йортон тыштан ҡарап йөрөгәндә, мөрйәһе ҡыйышыраҡ икән, тиһә, Әмин абый ишетеп ҡалған да: «Зато төтөнө тура сыға», – тип ҡырт киҫкән, саҡ бәрейе ҡупмаған. Бәс? Сәлимә апайҙан был хәбәрҙең ғилләһе ниҙә икәнен төпсөндөм. Баҡһаң, зыялыларға билдәле тарихи шәхес Ерәнсә сәсән менән уның ҡатыны Бәндәбикәгә барып тоташа икән һүҙ осо.

– Ана шул Бәндәбикәнең муйыны, – тине Сәлимә апай, – минеке һымаҡ, әҙерәк ҡыйыш булған. – Аптырап киткәйнем, иҙеүен асып күрһәтте: бар икән шул саҡ ҡына кәмселеге. – Ерәнсә сәсән Бәндәбикәне һоратырға килгәндә, яусыларҙың береһе һүҙ ҡыҫтырған, ҡыҙҙың муйынына ымлап. Атаһы әйткән шунда кинәйәләп, мөрйәһе ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыға, тип. Минең атай ише. Ерәнсә – тел маһиры, ә Бәндәбикә аҡыл ҡаҙнаһы булған... Һөйләй китһәң, бик оҙон, яҙма тарихын уҡырға бирермен.

Бәндәбикә. Әүлиә ҡатын. Ил инәһе. Исеме тарихта ҡалған шәхес. Мин, наҙан, уның хаҡында саҡ ишетеп торам. Географ булыуым аҡламай ҙаһа. Ер-һыу буйлағанда, ҡайҙа ниндәй халыҡ йәшәүен, ҡайһы телдә һөйләшеүен дә еткерергә тырышам уҡыусыларыма, шул телдән бер-ике кәлимә булһа ла элеп алып, ҡолаҡтарына киртеп ҡуям. Үҙемә лә ҡыҙыҡ тел тамырын юллау – шулай халыҡ яҙмышын, милләттәр туғандашлығын төҫмөрләп була. Ә үҙ халҡыбыҙҙың сал быуаттар аша ауаз һалған ауыҙ-тел ижадында, топонимик атамаларҙа һаҡланып ҡалған тарихын төбөнә төшөп беләбеҙме, беҙ, уҡытыусылар?! Һәр заманда, һәр сәйәсәттә лә тап мәктәп, мәғариф кешеләрҙе «ағартыусы» булып ҡаласаҡ таһа. Сәлимә апай фән кандидатымын тип торманы, Толпарлыһына ҡайтып, мәктәп китапханаһында эшләй, өлкән кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башланы. Уҡыусылары аңлаймы икән Бәндәбикә вәрисәһенән һабаҡ алыу бәхетенә ирешеүҙәрен? Аңлайҙарҙыр. Юҡҡамы ни тап беҙҙең мәктәп йылдың-йылы «Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләүселәре менән районда ғына түгел, республикала дан ала? Әйткәндәй, Сәлимә Әмин ҡыҙы данлыҡлы эпосыбыҙҙы иң башта уҡытыусыларға өр-яңынан асып бирҙе: «Был бөйөк ҡомартҡыбыҙҙа телсе йә тарихсы ғына түгел, географ та, математик та үҙ фәненә ҡағылышлы материал таба ала, «Урал батыр» башҡорттарҙы – донъяға, ә донъяны башҡорттарға таныта торған мәшһүр әҫәр ул!»

Был тәңгәлдә танымай булдыра алмайым, әлеге ҡатмарлы замандың, торғонлоҡ мөһөрө һуғылған осорҙан һуң килеп иҫкән үҙгәртеп ҡороу, билдәлелек, демократия тигән әүрәткес елдәрҙең ыңғай шауҡымы ла булманы түгел. Иң әһәмиәтлеһе – милләтебеҙҙең йоҡомһорап киткән үҙаңы асылыуы.

Ошо осор Толпарлының тел тирмәненә ярма төшмәй тора әле, тигән уйҙа һәүетемсә генә урам буйлап атлап барһам, тәҙрә туҡылдаттылар. Әмин абыйҙар йорто тапҡырында. Ул да булмай, абый ҡапҡаһынан елтелдәп килеп тә сыҡты. Кеҫәһенән әлеге лә баяғы яулыҡ ҙурлыҡ ҡулъяулығын һөйрәп сығарып, күҙлеген һөртөп кейҙе лә миңә мут ҡарашын текләне.

– Ғалимдар ҡатын-ҡыҙ организмында үҙлегенән үҙе бала яралтырға һәләтле матдә тапҡандар, тигән мәғлүмәтте һин ҡайҙан алдың, Нурия, – тип һорайсы. – «Вокруг света»ны мин һаман алдырам, күрмәнем. Фатихтың берәй махсус журналында яҙғандармы?

– Һеҙҙән ишетеп тороуым ул хаҡта, – тинем, ғәжәпкә ҡалып.

– Шырмый Иҡсан әйтә, Толпарлының иң аҡыллы ҡатыны һөйләне, аулаҡта ишетеп ҡайтҡан, ти. Вәт.

– Аулаҡты яңырттыҡ, йөрөйбөҙ, эйе, төрлөһөн һөйләшәбеҙ. Ә кем ул «иң аҡыллы ҡатын» тигәне?

– Үҙенең бисәһен әйтә. Шырмыйҙың ни... Ирҙәр советы ойошторайыҡ, донъя ҡатын-ҡыҙ ҡулына күсеп бара, тип ҡотҡо таратып йөрөй. Кискә ир-ат йыйылыша – клубта. Бараһы микән?

– Абый, бар, йүнәлеш бирерһең, исмаһам. Әкиәт уйлап сығарғансы, ана, эскән, эшһеҙ ятҡан, ҡатынын туҡмаған ирҙәрҙе тикшерһендәр – бар ҙаһа ундайҙар беҙҙә.

Ҡайттым да Фатихҡа еткерҙем теге хәбәрҙе, Әмин абый әйткәнде. Ысын һүҙ, имеш. Йә, Аллаһ! Ҡөҙрәтең киң. Ир-атты һуғыштар, эскелек ҡыра, аңһыҙ үлемгә улар йышыраҡ дусар була, тигәндәнме был хәстәрең?! Аясы уларҙы, атабыҙ Әҙәм вариҫтарын һуңғы сиккә еткермәсе, нәҫел дауам итеү һәләтенән мәхрүм итмәсе!

Ә «Ирҙәр советы»нда хәтәр етди һөйләшеү булған.

– Улар (ҡатындар инде) тамам башҡа менделәр. Ҡарағыҙ, кем ултыра ауыл Советы рәйесе булып – Гөлдәриә, тимерсе Хәйрулла ҡыҙы,ҡан атаһы – Рамай мәрхүм, – тигән береһе, – гөлдөрләп кенә ауылды ҡулына йомарлап алды.

– Мәктәптә кем уҡыта – бисәләр, – тигән икенсеһе.

Һәм... киткән хәбәр сурытыу. Оҙаҡ гәпләшкәндәр, Шырмый Иҡсандың ҡатыны килеп ингәнсе. Ул үҙе менән Аҡназар ағайҙың улы Айсыуаҡты эйәртеп алып килгән. Ир ҡорона инеп килгән, аҡыллы, тотанаҡлы шәхесе ул Толпарлының. Һуңғы арала тышҡы ҡиәфәте менән бигерәк атаһының рәйес булған сағын хәтерләтә башланы: кәүҙәгә мыҡтыланды, төҫкә матур. Әммә уға ҡартәсәйемсә «ләғәнәт» тип әйтеүсе табылмаҫ. Сыңғыҙҙың ҡошсолоҡ фермаһын бөлгөнлөктән йолоп ҡалыу ғына түгел, артабан киңәйтеп, агрофирма итеп ебәрә алды. Районда бер-бер артлы колхоздар тарҡалған осорҙа! Аҡназар ағайҙы теге юлы, рәйеслектән төшөргәс, Сыңғыҙҙың урынбаҫары итеп тә, Айсыуағы бына-бына уҡып ҡайтыр ҙа эште лә, эскегә һабышып барған атаһын да яйға һалыр, тип ышанып, яңылышманы толпарлылар. Шул Айсыуаҡ бер үк балыҡ башын сәйнәгән ирҙәрҙе тыңлап торған да әйткән:

– Ағай-эне, ҡыҙмағыҙ, кем мине туғыҙ ай күтәрҙе, яҡты донъяға тыуҙырҙы, күкрәк һөтөн имеҙҙе, тип үҙегеҙҙән һорағыҙ башта. Бына мин яңыраҡ бер китаптан уҡыным, унда, ҡатын-ҡыҙ ул йылға кеүек – бысраҡты ла таҙарта, ә үҙе барыбер саф ҡала, тиелгән.

– Әсәләр хаҡында әйтелгән бит ул, бисәләр – башҡа. Ана, ирҙәрһеҙ йәмғиәт ҡорорға уйлашып йөрөйҙәр.

– Замана амазонкалары! Уларға ход бирһәң...

Шулай тип тағы ҡубып сыҡҡан ирҙәрҙе бүлеп, Айсыуаҡ һорау биргән:

– Ә беләһегеҙме, ҡатын-ҡыҙ көнөнә нисә һүҙ әйтә, ти? 21 мең һүҙ!

– Ләстит тоҡсайҙары бит улар, лығырҙаҡтар.

– Ә һеҙ, бына конкретно һеҙ, ошондағылар, өсләтә күберәк лығырҙайһығыҙ. Ә ни өсөн? Эшегеҙ юҡ. Барығыҙ, ана, хөкүмәт малсылыҡ тармағындағы фермерҙарға ссуда бирә, алығыҙ. Ойошоғоҙ. Аҡса табығыҙ! Һөтсөлөк фермаһының бинаһы буш тора, һыйырҙарын, банкротҡа ҡалып, ит комбинатына оҙатҡандары бирле. Бер мөйөшөнән кирбестәрен ҡутарып алып мөнтәй ҙә башлаған бәғзе оятһыҙ әҙәмдәр... Әмин абый ҙа һүҙ ҡатҡан, Айсыуаҡты хуплап:

– Дөрөҫ әйтә Сәйетов, тел менән яҡҡа һалышып ултырмағыҙ. Ирлекте дәлилләү – мәртәбә, һүҙем юҡ, тик был беләк көсө генә түгел, ә йөрәк һәм аҡыл ҡеүәте лә талап итә.

– Тағы мотлаҡ кәрәк бер нәмәне оноттоң, абзый, ҡартайыуың шулмы? – тип төрттөрөргә маташҡан Шырмый Иҡсандың ауыҙын Әмин абый бик йәпле итеп ҡаплап ҡуйған:

– Бына һеҙ нейә йыйылдығыҙ, нейә ҡубарылдығыҙ,ә? Ана шул бер нәмәгеҙҙең дә хәжәте хәжәткә генә тороп ҡалыуы ихтимал, тигәнде ишетепме? Ирҙе ир иткән аҡ ҡот (ҡото аҡ – ҡолаҡ һалығыҙ әле!) ғәйрәтенән сигер ҙә... С оветты барыбер төҙөргә булғандар һәм тәүге ҡарарын, әлегә телдән генә, ҡабул иткәндәр: бисәләргә мах бирмәҫкә!

Шундай төйәк бит ул Толпарлы, донъяуи проблемаларҙан ситтә ҡалмай, бик булмаһа, үҙе уйлап сығара ла хәл итә башлай.

55[edit]

Тормош та, йылдың дүрт миҙгелеләй, алмашынып, төрлө сүрәткә инеп тора, шуғалыр ҙа һис биҙҙермәй, танһыҡтыр ул. Таң ата ла кис була, тип мыжырға өлгөрмәйһең, көтмәгән бер ваҡиға килеп баҫа көн тупһаһына. Мәктәптә имтихандар бөтөп, ялға туҡтап ҡына торғанда, ҡәлбемдәге сәйәхәтсе «үҙем» ҡотҡо һала ғына башлағайны, сәфәр сығырға яйы килде лә сыҡты – Арҡайымға!

Мусаларға Мәскәү ҡунаҡтары килеп төшкәнен йүкә телефон таратып өлгөрөүгә, Зөһрә үҙе лә килеп хәбәр итте: иренең афғанда тапҡан дуҫы Илфат менән ҡатыны икән.

– Бортарь Илфат, ғалимә Люсямы? – Ҡапыл тулҡынланып киттемсе. – Улар миңә таныш, бәйәндәремдә барҙар...

– Эйе, шулар. Арҡайымға барайыҡ, тип быуыныма төштө ҡатыным, ти Илфат. Беҙҙе лә ҡыҙыҡтыралар, яҡын ғына йәшәп тә, һаман ул серле төбәкте барып күрмәгәнебеҙгә аптырайҙар. Люсяһы унда бер тапҡыр булған да, шикелле. Башта командир янына һуғылайыҡ, тигәндәр. (Толпарлыһы өсөн Муса әле лә командирлығынан сыҡмаған: ауыл Советында хәрби иҫәп алып бара, ДОСААФ -тың урындағы бүлексәһе етәксеһе булараҡ, егеттәрҙе армияға әҙерләй.)

– Мин дә барам! – Әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Нурия апа, шуға килгәйнем дәһә, өгөтләргә. Тарихи башҡорт ерҙәрендә табылған тәгәрмәс ҡала хаҡында белмәй түгелһегеҙҙер, географ кеше, тим.

– Әтеү!

Дүрт ғаилә – Илфаттар, Мусалар, Фатих менән мин һәм Сыңғыҙҙар, улар отпускала ине, сәйәхәт ҡылдыҡ Арҡайымға. Үҙе бер ғүмер, ти халыҡ ундай юл гиҙеүҙәрҙе. Ҡайтҡас, Гөлсирен ғәжәйеп поэма яҙып баҫтырҙы. Люся арийҙарҙың эҙҙәре ҡалған, бронза быуаты цивилизацияһы үрнәге булған тәгәрмәс ҡала хаҡында китап яҙҙы. Фәнни хеҙмәт, уҡыным, почта аша ебәргәйне – урыны-урыны менән фантастик әҫәргә лә тартым... Мин дә тәьҫораттарымды, һыуынмаҫ элгәре, ҡағыҙға төшөрҙөм. Төшөрҙөм дә башҡа яҙмаларым янына һалып ҡуйҙым. Мәле еткәс ҡуҙғатырмын, тигәндән. Бына, ҡуҙғатам.

...Арҡайым 1987 йылда «табылған». Был тирәлә йөҙҙәрсә саҡрым ерҙәрҙе баҫасаҡ һыуһаҡлағыс төҙөргә ҡарар ителгәс, бульдозерҙар байтаҡ ер ҡатламын умырғас, боронғо ҡоролмалар ҡалдыҡтары асыла ла, эш туҡтап ҡала. Археологтарға әлеге күренеште өйрәнергә, һығымта яһарға ваҡыт бирелә. Әлбиттә, тарихсылар, этнографтар, ботаниктар һәм башҡа бик күп белгестәр йәлеп ителә. Вертолеттан, хатта йыһан спутнигынан төшөрөлгән һүрәттәр тәгәрмәс формаһындағы ыҙандарҙы күрһәтә, ҡаҙып тикшеренеүҙәр беҙҙең эраға тиклем бында, заманына күрә, үҫешкән цивилизация төйәге булыуын иҫбатлай. Донъяуи сенсация күтәрелә. Сарыф ителгән матдиәткә ҡарамай, илебеҙ хөкүмәте һыуһаҡлағыс төҙөүҙе туҡтатырға тигән ҡарар ҡабул итә. Ә 1991-ҙә «Арҡайым тәбиғәт һәм боронғо мәҙәниәт ҡурсаулығы» булдырыла.

Толпарлынан ике машинала юлға сыҡҡайныҡ. Юл оҙон, Сибайҙа туҡталып, Фатихтың мединститута бергә уҡыған дуҫының ғаиләһендә ҡуна – төшә ҡунаҡ булдыҡ. Унан иртүк ҡуҙғалып, күп тигәндә ике сәғәттә барып та еттек Арҡайымға. Люся, мин һеҙгә гид булайым әле, тип уйынлы-ысынлы әйтте лә тирә - яҡ менән таныштыра ла башланы:

« Прямо перед нами – Гора любви, рядом – Гора покаяния, а вон та гора называется «Шаманка», там жила великая провидица. Как по – вашему «покаяние»?

- Тәүбәгә килеү,- тине Менәүәрә.

- Белдем, рәхмәт!

- Килеп етер саҡта ғына бер йылға аша сыҡтыҡ, нисек атала икән?- күмәкләшеп Люсянан һораныҡ та бер – беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ: ҡасан ғына әле башҡорт ере булған төйәккә сит илдән килгәндәй торабыҙ ҙаһа… Ярай, исмаһам, Һаҡмарҙы, Яйыҡты үҙем алдан телгә алып өлгөрҙөм, боронғо йылғаларыбыҙға бәйле байтаҡ мәғлүмәт бирҙем.

- Караганка тип атала ул, - тине Люся,- ике йыл элек кенә экспедиция менән килгәйнем бында, онотолмаған.

– Ҡайҙа ҡараған икән? – Сыңғыҙ шулай шаяртмаҡ булды ла, усы менән сәп итеп маңлайына һуғып алғас, әйтеп ҡуйҙы: – Ҡара ҡан тигәндән түгелме икән, юғиһә, был – боронғо Ҡыпсаҡ далаһы, ниндәй генә алыштар, ҡан ҡойоштар булмаған, тарих биттәрен аса башлаһаң... Белдегеҙме? – Ыңғайына гелән тел осонда торған һүҙен дә ысҡындырҙы.

Оҙаҡламай ике автобус тулы сәйәхәтселәр килеп туҡтаны ла шаулашып беҙгә килеп ҡушылды. Шул ығы-зығыла аймылышҡанбыҙ. Мин, бер төркөмгә эйәреп, Тәүбәгә килеү тауына барып сыҡҡанмын. Менгән үрҙең түбәһенән бар тирә-яҡ күренә. Икенсе бер төркөм Мөхәббәт тауына күтәрелеп бара, минең юлдаштарым да шунда: Менәүәрәнең ҡыҙыл ебәк шарфы елферҙәп әллә ҡайҙан күҙгә салына.

Ҡояш саҡ үрләп бара. Тәбиғәттә – нардуған, көн менән төн тигеҙлеге. Минең күңелемдәге үлсәүҙәр генә абсолют тигеҙлекте белмәй, күрәһең, бер-береһе менән һәр даим бәхәстәләр.

Тек-тек-тек... Ҡолағыма сәғәт текелдәгәне ишетелгәндәй. Ҡулымда сәғәтем юҡсы? Зиһенем һағайҙы: Йыһан ваҡытын тоям, уның сәғәте текелдәй булыр. Илаһым! Күкрәк тултырып һулыш алдым, әрем, мәтрүш, артыш еҫтәре бергә буталып, һауа менән күҙәнәктәремә үтеп инде. Ҡапыл, юҡ, аңым томаланманы, ә ниндәйҙер икенсе халәткә индем, гүйә. Ярабби! Ҡояш туп-тура күҙемә ҡарап тора! Һәм шул минутта Күк сырағы тарафынан Арҡайымға нур ағылды, әйтерһең, алтын улаҡтан аҡты ул, күпмелер бер арауыҡҡа Ер менән Күкте тоташтырҙы. Раббым әл-ғаләмин! Ышанырғамы, юҡмы, тип, күҙҙәремде әҙгә генә йомоп тороп, ҡабат асһам, улаҡ нисек бар булһа, шулай юҡҡа сыҡҡан, күк көмбәҙендә төрлө төҫтәге дүңгәләктәр генә бәүелә. Уҡығандарымдан мәғлүм мәжүсиҙәр аллаһы Ахрымаз күрһәттеме миңә был мөғжизәне?! Заратуштра пәйғәмбәр ишара бирҙеме? Ул даһа ошо тарафтарҙа, Яйыҡ буйында, тәү дин тәғбирен еткергән халыҡҡа. Әллә Һомай Хоҙайбикә алтын ҡанатын елпенеме?

Ай, әлеү-әлеү! Балтырымдан селек ҡыуағы эләктереп алған, имеш. Толпарлыла, Ҡырластауҙың таш баҫҡыстарында ла, үҫә ул. «Таныйым, һаумы, – тинем селеккә, – тик тырнашма, йәме». Шул ыңғайҙа иҫемә төштө: селектең боронғо атамаһы «ҡараған» даһа, ҡартәсәйем әйткәйне ләһә. Баяғы йылғаның, бәлки, шунан ҡалғандыр исеме? Ана бит, тау башынан айырым асыҡ шәйләнә: моғайын, әүәлге нигеҙҙәрҙе уратыптыр, түңәрәкләп үҫкән селек. Эргәмдәге үлән-сәскәләргә күҙ һалдым, был йәһәттә апаруҡ ғилемлемен – ҡылғанға, аҡтамырға аптыраманым, ҡәҙимге тупрағы. Шул мәл йор ғына ел килеп юлыҡты ла бер ҡамғаҡты ҡуҙғатты, тәгәрәп үк китмәһә лә, аҫтында йәшенеп ятҡан дала ҡара йыланын күреп ҡалырға өлгөрҙөм. Әллә ҡурҡышымдан, шыбырлап ҡуйҙым: «Шым ғына шыл инде, шыл, йыланға табынған йәзит ҡаны ла бар миндә, бел». Иғтибарымды албырғатып, һары сәпсәү алдыма уҡ төшөп һикерәңләне, пыр-пыр килеп, ҡанаттарын зырылдатты. Яңыраҡ ҡына «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы»н ҡарап ултырғайным, дәрескә өҫтәмә мәғлүмәт эҙләп, шунда күргәйнем уның һүрәтен, тимәк, юғалыу ҡурҡынысы янай илгәҙәк ҡошсоҡҡа. Хәйер, юғалмаҫ, ҡурсаулыҡҡа килеп һыйынғас. Ҡапыл ҡырҡа ел иҫте, баяғы ҡамғаҡ ары тәкмәсләне.(Ҡартәсәйемдең атайыма «ҡамғаҡ» тип һуҡранғаны иҫемә төштө…) Ә теге йылан мине аңлаған, шылған...

Уңайын көтөп кенә тора хәтерем – тарих юллап алырға. Беләм: Арҡайым миңә, әҙәм балаһына, Йыһан камиллығының бер өлөшө икәнлегемде, мейемдә йыһани хәтер күсермәһен йөрөтөүемде иҫбатламай ҡалмаҫ. Мин бит Ер кендеге булған изге төштә баҫып торам. Ошонан, дүрт тарафҡа тармаҡланып, төрлө ҡитғаларға даруғалар тартылған, йәшәйеш таралған, ти ҙәһә сал тарих. Ҡәнифә юлының – географик киңлек, Ҡуңыр буға юлының – буйлыҡ икәне хәреф таныған һәр башҡортҡа мәғлүм дәһә бөгөн.

Уф! Ҡояш Тәңре әллә бөтә нурын тик Арҡайымға ҡоя?! Төшәйемме был тауҙан, әллә юлдаштарымды көтәйемме? Көтәйем. Мөхәббәт тауына артылып та тормам, тапҡанымды юғалтмаһам ине. Фатихымды. Анау юлы саҡ яҙманым йәремдән... Ординатурала уҡыған сағында булды ул хәл. Зоя тигән берәү, «Фатихты көтмә, ул мине ярата» тип хат ебәрҙе. Ҡәлбемдәге ғәрсел «үҙем» күтәрелеп бәрелде! Аҙна араһында Өфөгә барып, теге һүҙҙе юллайыммы икән әллә, тип ярһып йөрөгәндә, әлеге Зоянан тағы хат килеп төштө. «Ҡурҡма, беҙ, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, һине һынап ҡараныҡ. Ирең суфый булып ҡылана, шуға үс итеп». Шулайтып та хаслаша икән ҡай берәүҙәр?! Ә мин ут йотоп йөрөнөм! Әсмәгә лә асылманым, хатта...

Ултыра төштөм, шул хәтирәләр шауҡымы бәкәлемә һуҡты, гүйә. Үткән, аҙағы хәйерле булған, тинем дә ҡыуып ебәрҙем уларҙы һәм ошо тауға, дөрөҫөрәге, уның исеменә төбәлдем – Тәүбәгә килеү тауы лаһа. Ә миңә, минең хәтеремә ым ғына бир, хәҙер төптән төпсөргә тотона, ҡасан, ҡайҙа, нисек ҡылдың ҡырын эшеңде, тип. Шуға тәғәйен генә мөрәжәғәт иттем тау рухына: «Ҡояш күрә, тау ишетә, Раббым, аңлы һәм дә аңһыҙҙан ҡылған гонаһтарымды ярлыҡа, зинһар, кисер! Үтенәм: миңә тейеш язаны балаларыма ауҙарма, үҙем күтәрермен».

Әкренләп уйым үҙекәйемдән ил-ҡәүемгә күсте. Көн эҫеһендә тау башында һауа бер мәл кеҫәл һымаҡ дерелдәп торғандай күренде, һәм, әллә шул томра тәьҫирендә, әллә Илаһ тәғбирендә, тарихи хәтерем өндәште, бәғзе юйылмаҫ шәжәрәләр пәйҙә булды, ауаз ташланы.

...Ҡәүемемдең бер ҡанаты Тын йылға, Ҡара диңгеҙ яҡтарына күсенә. Дөп-дөп... Тек-тек... Тояҡ тауышымы дөпөлдәй? Йыһан сәғәтеме текелдәй?

...Дәште ҡыпсаҡ! Күҙ иңләмәҫ дала киңлектәрендә йәйрәп ятҡан империя. Яугир ҡыпсаҡ рухы, ҡыпсаҡ ҡануны хакимдар бында: һыбай сабыу, мәргән уҡ атыу һәм ирек – зарури. Эйәрҙә тыуған, эйәрҙә үлгән, һыбайлыҡта рухы йоп ҡыпсаҡ, кем яҫҡына уның далаһына, яу ораны: бысаҡҡа-бысаҡ!

...Ҡылыс болғап, иран телле сармат оран һала, аталыр, тип, был тау Ирандағ, һәм аҡ ташы алыҫтан ағарып күренгән Ирәндек яғына ҡул болғай. Асылымдағы хиссән үҙем тасуир үрә: Ирәндек...беҙ, башҡорттар, ҡайҙа йәшәһәк тә, бейеклеккә тауҙан өйрәндек!

...Аһ, был ни хәл? Шәфәҡ ҡыҙылына сумып кем атлыға башҡорт далаһына? Йәсиғ намаҙына баҫыр мәлдә һыбай саба. Ҡуш толомо сыбыртҡылай арҡаһын ҡайыҙлай... Ҡатын заты?! Дала еле ҡолағыма элә: был Чернигов кенәзенең тол ҡатыны иленән-диненән ҡасып бармаҡ. Башҡорт ханға ғашиҡ булмыш, ханбикәлеккә хыял итмеш.

...Ә был осһоҙ-ҡырыйһыҙ сиреү ҡайҙан, кемдеке? Сыңғыҙхан! Тымыҡ океандан алып Көнбайыш Европағаса ятҡан киңлектәрҙә йәшәгән барса халыҡтарҙы дер ҡалтыратҡан бөйөк Сыңғыҙхан. Уның ҡашындағы ғорур ҡиәфәтле ир-уҙаманды сырамытам һымаҡ. Хәтер төпкөлөнән белешмә алам: минән утыҙ быуын алда йәшәгән ҡартатайым Майҡы бей булыр ул!

Дөп-дөп, тек-тек... Йөрәгем дөпөлдәй. Йыһан ғәмәленә, йыһан ваҡытына барып тоташҡан ғүмер сәғәте текелдәй... Күккә төбәлдем. Раббым әл-фәләк! Көтмәгәндә ҡыялатып ҡына эре күҙле ямғыр һибәләп үтте. Шул арала бейек һәм сағыу йәйғор күпере хасил булды. Хыялсан “үҙем” талпынып алды: йүгер ине шул күперҙән! Юҡ шул, булмай шул. Миңә тик хәтер баҫмалары буйлап сәйәхәт итеү сараһы бирелгән. Ана шул баҫмаларҙа әле генә Рим империяһы менән даулашҡан затташтарымды күрҙем, сармат батшаһының Боспор ярҙарында һалған эҙҙәрен шәйләнем, Ҡытай тарафтарында башҡорт яугирҙары һөрәнен ишеттем. Афғанда, Һиндиҡуш тауҙарында, мөйтән ырыуы тауыш бирҙе, Амударъя менән Һырдаръя тулҡындары боронғо башҡорт йырын йырланы: «Йыуасалы кеүек батыр ирҙәр беҙҙән киткән инде, юҡ инде...» Булған бит Йыуасалы ырыуы, ҡасандыр Урта Азияға барып сығып, кире әйләнеп ҡайтҡан?! Бәғзе тарихсылар яҙғылаған бер осор, имеш, башҡорттарға ахалтекин аттары төркмән тарафтарынан килеп юлыҡҡан. Элгәре Азияла ат булмаған даһа, тап беҙҙекеләр унда аҫыл тоҡом арғымаҡтар, еңел һөйәкле күкбуҙаттар менеп барғандыр. Ғәмәлдә әлеге көндә Толпарлыла үрсетелгән Күк юрға нәҫеле лә беҙгә ҡаҙаҡ дәрүише илә әйләнеп ҡайтҡан толпарыбыҙҙыр ул.

Бәс! Эргәмдә Фатихым баҫып тора, ҡайҙалыр әйҙәп ҡул һуҙа.

– Айырылып киткәнеңде күрҙем, туҡтатманым, холҡоңдо белгәс. Улай ҙа ике күҙем һинең яҡта булды. Хәүефләнеп килеп еттем бына, ҡапыл юҡҡа сыҡтың... Ял итеп ултыраһың икән. Тегендә махсус экскурсовод бар, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Бында бронза быуаты мәҙәниәте булған, мейестәрҙә баҡыр, еҙ, ҡурғаш иреткәндәр, аҡса ҡойғандар, ти. Ысын булһа, махсус торлаҡтарҙа эшселәр икешәр ҡатлы һәндерәләрҙә йоҡлап йөрөгән, унан бөтә һуҡмаҡтар промзонаға, домна мейестәренә илткән. Ә донъя көтмөштәре – айырым. Тәгәрмәс ҡалала өс түңәрәк булған: уртала – административ үҙәк, унда Кәңәш ҡоро, Хөкөм ҡоро йыйылған; икенсе түңәрәктә халыҡ йәшәгән, бер айырсала – сәнәғәт атҡарылған; ә иң тышҡыһында мал-тыуар аҫыралған. Белгең килһә, Арҡайымда водопровод булған, һыу үткәргес! Бында тормош ике мең быуат дауам иткәндән һуң серле рәүештә юҡҡа сыҡҡан. Ҡаралтыларын яндырып киткәндәр, шуға күрә археологтарға тулыһынса күҙаллау ауырыраҡтыр. Имеш, сит планетанан йыһан карабы төшкән дә бында үҙенекеләргә мәғдән туплаған. Оҙаҡлағандар. Моғайын, караптары боҙолоп, йүнәтә алмай хитланғандар. Йүнәткәс, осоп киткәндәр. Ошондай версия ла бар икән.

– Иҫ киткес үҫешкән цивилизация эҙҙәренә тап булғас, шик тыуа инде ғалимдарҙа. Күптән түгел мин бер ҡыҙыҡ мәғлүмәткә юлыҡтым: Арҡайым кеүек тәгәрмәс ҡала Ерҙә өс урында булған: Афғанстанда, Үзбәкстанда һәм бына ошонда. Афғанда Муса мөйтән ырыуынан бер ҡартты осратҡан, тигәйнемме? Хәтер ебен өҙмәгән шул ҡәүем хәҙер пуштун телендә һөйләшә, ә нәҫел шөғөлдәре – тимерселек, ти. Тимәк, башҡорттар афғанда ла төйәкләнгән бер дәүерҙә. Әй,тағы, Муса, яраланғас, үлем менән йәшәү араһындағы хәлдә, төш күрҙем, имеш, вертолетта осам, ә аҫта боронғо ҡала контурҙары шәйләнә,тәгәрмәскә оҡшаған,тип һөйләгәйне. Моғайын, өнөндә лә күҙенә салынған, һуғыш мәхшәрендә иғтибарға алмаған, әммә төпкө аң иҫенә һалып ҡуйған, шул төшөнә ингән?

– Ихтимал. Тәгәрмәс ҡалалар цивилизацияһы башҡорттарҙыҡы булып сығамы?

– Моғайын.

– Әйҙә, Шаманка тауына.

– Ниңә тап унда?

– Һине сихырлатам, шаманканан.

– Абау, уның рухы тауын ташлап китмәҫтер. Тик мине әмәлләйһең ҡалмаған, Фатих, беләһең. – Ирем, «тураһын әйт, шылдырма» тигәнде аңлатып, күҙемә текләне. Нисек яуап бирмәй ҡалайым уның зәңгәр күҙҙәренә?! Ғүмерлек йырыбыҙҙы үҙемсәләп көйләп ҡуйҙым хатта ки: «...Һинең өсөн өҙөләм бәғерем, Фатихым, һиңә һиҙелмәһә лә». Алан-йолан ҡаранып алдым, берәйһе ишетеп торһа, бынау өлкән генә апай мөхәббәт йырын килештереп маташа,тип шаҡ ҡатыр ҙаһа, ошо мөғжизәүи төйәктең йоғонтоһона бирелеүемде аңламаҫ. Атаҡ, ниңә аҡланам? Яратам тигәс яратам, өҙөләм тигәс өҙөләм дәһә!

– Ышанам, Нуриям – тине Фатих, уйымдағын әйтеп үк бөтөрмәһәм дә. Һәм өҫтәп ҡуйҙы: – Унисон!

Үҙемде бик бәхетле тойҙом ошо минутта. Хәтер яңыртҡанғамы, Күк менән Ер ҡушылып алған мәлдә тәүбәгә килеп өлгөрөүемәме, күңелем разый, түп-түңәрәк ине.

Шамантауға, шулай тип атау дөрөҫөрәктер, икәүләп күтәрелдек. Шомлораҡ тау. Әйткәндәй, бисә затынан булған, ти, ошонда мәғиә ҡылған арбаусы. Кеше ыңғайына бындағы ритуалды үтәмәк, борма- борма итеп ҡат – ҡат өйөп теҙелгән ваҡ таштарҙы уратып сыҡтыҡ та, тауҙан төшә башланыҡ. Шул мәлде ҡапыл Мәүлиҙә әхирәтем уйыма килеп инде, етмәһә, кемдер ҡолағыма шыбырлағандай итте: «Һине һынау көтә!» Аптырап, туҡтап ҡалып, Фатихҡа ҡараным, юҡ, ул бер ни ҙә әйтмәгәнгә оҡшай. Етәкләп, мине аҫҡа табан йүгертергә иҫәбе. Ҡулымды тартып алғас, үҙе генә елдерҙе. Ә мин уның йәштәрсә еңел кәүҙәһенә, дәртенә һоҡланып ҡарап торҙом да яйлап артынан ыңғайланым. Тауға менеүҙән төшөүе ҡатмарлыраҡ, тубыҡтарым сатнап һыҙлап алып китә – бында шул хәлемде нығыраҡ тойҙом. Аҫта көтөп алған Фатихым шундуҡ диагноз ҡуйҙы: «Бәғерем, нишләп йәшереп йөрөнөң, артроз бар бит һиндә, тубыҡтан алған, быуын сире. Ҡайтыу менән, отпускым бөтмәҫ борон, Соль-Илецкиға, Ырымбур өлкәһенә, алып китәм, бер ыңғайҙа ул яҡтарҙы ла күрербеҙ, башҡорттар төҙөткән данлыҡлы Каруанһарайға инеп сығырбыҙ. Тиҙүк аҙа ул сир, алдан алмаһаң. Толпарлылар әйтер, уның духтырлығы, бисәһен дә дауалай алмағас, тип.

– Бәс?.. – Шулай тиеүҙән башҡа һүҙ тапманым. Ә башымда һаман бая ишеткәнем уралды: шаманканың рухы миңә ниҙелер киҫәтте булыр. Анау кеҫә телефондарын да юлға алманыҡ, был үҙенсәлекле урында Юғары Көс, Юғары Аң менән тик үҙ асылың арҡылы бәйләнешкә инеү фарыз, тигәндән.

Башҡа туристарға эйәреп барып, Арҡайым архитектураһының бер өлөшөн күҙаллатҡан кескәй генә күсермәһен күрергә лә мөмкинлек тыуҙы. Ергә соҡоп эшләнгән. Экскурсовод, йәш кенә бер егет, Силәбе университеты студенты икән, Тәгәрмәс ҡаланың һыҙма һүрәттәрен дә күрһәтте.

Арҡайым табылған, ә һыу аҫтында ҡалған мөғжизәүи Атлантиданы, әкиәти Шамболаны һаман эҙләйҙәр – ғалимдар, үҙен донъя хакимы тип иҫәпләгән Гитлер кеүектәр, әлеге заман ҡашҡалары олигархтар... Әҙәм балаһы мәғиә ҡөҙрәтенә ышана. Аллаһ Тәғәләнең тап уның үҙенә биргән аҡыл, иман, хис даланын һаҡлау, камиллаштырыу хаҡында етерлек уйланмай. Башында Ер шарының кескәй моделен йөрөтөүен иҫенә төшөрһәсе! Ике ярымшарҙағы мейе йыйырсалары Йыһан менән хәбәрләшә ләһә! Тик... Кешенең ялҡаулығы, битарафлығы арҡаһында ярымшарҙар әүҙем эшләмәй, хатта генийҙар ҙа мейеһенең мөмкинлеген 15 процент тирәһе генә файҙалана, ти ғалимдар. Бәлки, пирамидалар дәүерендә, даһиҙар, атланттар, титандар эраһында мейе йыйырсалары тулыраҡ көсөнә хеҙмәт иткәндер эйәләренә?

Арҡайымда, археологтар билдәләгән шартлы Үҙәк майҙанда, ошо уйҙар уратып алды мине. Бына яҫы таш, ул тәгәрмәс ҡаланың ҡап уртаһына һалынған – тимәк, Ерҙең кендегенә генә. Шул ташҡа яланаяҡ барып баҫтым да ҡулдарымды Күккә һуҙҙым – эске ихтыяжым шулай ҡушты. Һәм... Тыумышымдан бирелгән һәләтем (хәҙер, олпат йәшемдә, быны шулай ҡабул иттем, бала сағымда шөрләй инем берсә) мине күңел күҙе күргән, төпкө аң хәтере асҡан халәткә индерҙе. Беләм, Фатихым янымда, ул ҡамасауламай, һаҡта ғына тора.

...Мин – Хөкөм ҡорондамын, имеш. Түңәрәкләп аҡһаҡалдар ултырған, ағинәйҙәр ҙә бар. Бер инәйҙең тубығында китап ята. Ҡөрьәнме? Түгел икән, тим, йондоҙҙарға ҡарап юрай торған фал китабы. Аңым томаланмаған, Заратуштра дәүере – Аллабыҙ инсандарына Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе илсе итеп ебәрмәгән, уның аша Ҡөрьән-Кәримде төшөрмәгән әле. Мин – ике арауыҡта, әлмисаҡ һәм бөгөнгө тоташҡан мәл тәҡдирендә. Хөкөм ҡорона шаһитлыҡ ҡылырға саҡырылғанмын. Минең һүҙем, намыҫым бер йәш кенә ир баланың яҙмышын хәл итәсәк. Ҡайһылай ҙур яуаплылыҡ ята иңдәремдә. Хатта, көсөм етмәҫтәй кеүек, иңкәйеп ҡуйҙым. Уф! Егет яңы ғына мәғдән ҡайнатыу эшенә йәлеп ителгән. Бөтә ырыу быуын-быуын һаҡлаған серҙе яттарға асҡан, тигән оло ғәйеп ябылған уға. Ярабби!

Ҡанбабалар, ҡамдар миңә һорау бирә. Улар дөрөҫлөктө һиҙемләү һәләтемде һынай, юғиһә, ул мәғдәнселәр янына барып сыҡҡаным, ҡорамалдарын күргәнем дә юҡ таһа. Күрәҙәсе лә түгелмен.

Дөп-дөп... Тек-тек... йөрәк тибешем минуттарҙы һанай, гүйә. Ваҡыт үтә. Ҡор көтә.

Баш ҡанбаба һүҙ ҡушты:

– Арҡайымда сер ине аҡ ҡурғаш, һары баҡыр. Һатҡанмы илде был бахыр? Йә, Ҡатын, ни әйтерһең?

– Нахаҡ ошаҡ һәләк иткән күпме аҫыл кешене... Өйрәнсек кенә егеттең серҙе белер эшеме – күпме миҡдар ҡурғашын, күпме осмот баҡырын һалырға кәрәк ҡаҙанға, теп-теүәлен, тапҡырын?

– Шаһитың бармы, Ҡатын?

– Һүҙем хаҡтыр, Ут әйтер! – Шул саҡ, аҡылым, намыҫым тойомлағанды йөпләп, усаҡ гөлтләне. Был Ҡор өсөн Ут – Тәңре! Ҡапыл, сикәмә осҡон сәсрәнеме, тертләп киттем һәм бөгөнгөмә ҡайттым. «Ҡотҡарҙым хурлыҡлы язанан баланы: башының осонда ҡылыс һындырманылар». – Шулай тигәнемде ап-асыҡ ишеттем дә тамам арындым әле генә кисергән халәтемдән. Эйе, мин Арҡайымдың ҡалын тарихының бер битен хәтер пәйҙәһендә саҡ ҡына асып ҡараным...

Ул арала әлеге туристар, уларға эйәреп Илфаттар, Мусалар менән Сыңғыҙҙар килеп етте үҙәк майҙанға. «Әлдә өлгөрҙөм» тигән уй менән Фатихҡа ҡараным, ул, килешеп, баш ҡаҡты. Уй-хистәремде, борсолоуҙарымды һүҙһеҙ аңлай йәрем. Ир менән ҡатын өсөн был ғәжәп тә түгелдер? Фатихса – йөрәктәр бер ритмда типһә, унисон булһа әгәр.

Ҡояш һүрәнәйҙе. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Юл ыңғайы туҡтап, Ҡарағанда һыу индек. Күрәнлегә оҡшаған был йылға әҙерәк, ҡамыш-күрән араһынан аға. Беҙ, ҡатындар, һыуҙан алданыраҡ сыҡтыҡ. Машина янында кибенеп, кейенештек тә, тамаҡ ялғап алырға тип, сирәмгә ашъяулыҡ йәйҙек. Шул арала Люсяға бер осор башымдан сыҡмай яфалаған һорауымды бирергә өлгөрҙөм:

– Һин афғанда Муса менән Илфатҡа алиһә Изида хаҡында һөйләгәнһең, эйеме?

– Эйе. Боронғо Мысырҙа уға табынғандар, мәҙхиә йырлағандар. «Изида гимны»ның бер өлөшөн ятҡа беләм. Русса инде, үҙегеҙ тәржемәләгеҙ. Тыңлағыҙ: «Я – почитаемая и презираемая; Я – блудница и святая; Я – жена и дева; Я – мать и дочь; Я – руки матери моей; Я – мать моего отца; Я – сестра моего мужа...»

– Ҡапылда ғына башҡортсаға ауҙарырлыҡ түгел, ҡатмарлы, – тинем. Шағирәбеҙ ҙә минең менән килеште. Ғәжәп һүҙҙәр! Аңыбыҙҙы оҙаҡ айҡар әле улар...

Ирҙәребеҙ ҙә оҙаҡ көттөрмәне. Сыңғыҙ ҡулына дүрт томбойоҡ тотоп алған, беҙгә тип өҙгәндер, үҙе һаман да оҙон итеп йөрөткән һары сәстәрен тегеләй-былай һелккеләй, ҡояш нурында, әйтерһең, шул сәстәренән тирә-йүнгә алтын һибелә. Менәүәрә-Гөлсирен ҡулынан төшөрмәй йөрөткән блокнотына ашығып нимәлер яҙырға тотондо. Шыпырт ҡына күҙ һалғайным, «башҡорт тамырҙары, борон, ахыры, арий (арыу) тигән үҙҙәрен»... тигән юлдарҙы ғына уҡып ҡалдым, Сыңғыҙ алдыбыҙға килеп тә баҫты.

Арҡайым ғүмер-ғүмергә иҫемдән сыҡмаҫ, моғайын. Яңыраҡ уның ауазы гүйә ҡайтанан яҙмышыма ҡаҡлыҡты, көнөмә килеп инде. Астрономия дәресендә Арҡайымда борон замандарҙа йондоҙҙарға ҡарап яҙмыш юрауҙары, ҡояш йөрөшөн һынландырған тамғалары хаҡында һөйләп, дәүер остарын ялғап, сал тарихлы, сор хәтерле халыҡтың балалары икәнлектәрен уҡыусыларымдың ҡолаҡтарына киртеп ҡайтышлай, эске һиҙемем мине Әмин абыйҙар йортона ыңғайлатты. Барып инһәм, өй эстәре менән ер - һыу илашып ултыралар. Мәүлиҙәнән телеграмма килгән: «Муж погиб. Авария на шахте», - тигән. Шамантауҙа, әхирәтемде иҫләп, юҡҡа һеркелдәмәгән йөрәгем, хәсрәткә булған. Украинаға Ишбирҙе генә бара алды. Ул әйләнеп ҡайтҡас, Олексийҙы бергәләп иҫкә алып ултырҙыҡ.

– Еҙнәмә, шахтаға йыш төшөргә тура килгәс... бына... – Ишбирҙе, көрһөнә-көрһөнә, фажиғә тураһында һөйләне – ун бер шахтер һәләк булған икән.

– Унда дүрт меңләп башҡорт йәшәй, тигәйне Мәүлиҙә, ул бит хәҙер «Украина башҡорттары йәмғиәте» ағзаһы, – тип, һүҙҙе башҡа яҡҡа бороп ебәрҙе Әмин абый, илап ҡына барған Рабиға апай яғына ымлап. – Хәтерләйем, 1948-ҙә Башҡортостандан, бер вагон тулып, йәштәр украиндарға ярҙамға китте. Күптәре шунда тороп та ҡалғандыр. Күренекле башҡорттарҙың исемдәрен дә әйткәйне Мәүлиҙә, береһе генә иҫтә: бер осор Нур Ниғмәтуллин, халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең улы, Украинаның атом энергетикаһы министры булған. Вәт.

– Ана нисек? Белмәй инем. Ә бына академик Вил Һәүбән улы Бакиров хаҡында ишеткәнем бар, Харьковта йәшәй, Украинаның Ярослав Мудрый ордены менән наградланған, ти. – Әйтеремде әйтеп тә бөтөрмәнем, Әмин абый теҙеп алып китте:

– Башҡортостанда илле биш мең тирәһе украин төпләнгән. Урыҫ, татар, сыуаш менән мариҙан ҡала, улар – иң күп һанлы халыҡ беҙҙә. Хохол менән донъя тулған ул. Вәт. – Абыйҙың телмәренә ошо һүҙ дегәнәк кеүек йәбешкән икән, шуға иғтибар иттем. – Ҡыҙымды, кейәүем булмағас, ҡалдырмайым унда, ҡайтһын! – шулай тип һалды ул көтмәгәндә. Түрбашта бер үҙе мышҡылдап ултырған Рабиға апай беҙҙең янға йүгереп килеп сыҡты ла: «Әтеү. Вәт!» – тип кире инеп китте.

– Сәнәһе эйәрер. Радмирҙы ҡуҙғатмаҫтыр. Ғаиләһе бар, тамырланған. – Ишбирҙе лә атаһының фекерен йүпләп ҡуйҙы. Саҡ сәбәкәйләп ебәрмәнем, әлдә ни сәбәп менән йыйылғаныбыҙҙы иҫләй һалдым.

56[edit]

Фатих кискеһен йыш ҡына духтыр Искәндәрҙе алып инә. Алдан әйтеп ҡуйғайны, дауаханала тамаҡ ялғап йөрөй, өй ашы эләкмәй уға, яңғыҙаҡҡа, килгеләһен әле, тип. Үҙем нишләп был хаҡта уйламағанмындыр?

Ошо арала Искәндәр ябығып, йонсоп киткәндәй. Тәмәке тартмай ине элек, хәҙер туҡтауһыҙ һура. Күҙ ҡарашымдан аңлай ҙа: «Беләм, Нурия апай, доктор пример бирә. Брошу курить», – ти, әммә ташлай алмай. Һәләк кенә итте һыу һөлөгө кеүек егетте анауы Миләүшә. Теге ваҡыттан һуң, Әшрәфтән үс алғас, Стәрлегә шылғайны. Һирәк-һаяҡ ҡайтҡылап йөрөнө лә юҡ булды. Испанияға сығып киткән, тип ишеттек. Иҡсан ағай әйтмешләй, «тап үҙенең местоһы» – испандар һымаҡ дәртле ләһә. Ә Искәндәр көттө. Көтә. Эстән генә һыҙа. Ауырыуға һабашмаһа ярар ине.

Һыйырҙы һауып, һөттө һөҙөп ҡуйыуыма, Фатих шылтыратты, икәүбеҙ, тип. Тиҙ генә аш-һыу хәстәрләнем. Искәндәргә төнгө дежурға икән, оҙаҡ ултырманы. Яңы һауған һөт һалып бирҙем уға, көрөшкәне күтәреп эсеп ҡуйғанына кинәнеп ҡарап торҙом. Туҡмас һалып итле аш бешергәйнем, һөҙлөклө генә итеп, уны ла яратып ашаны. Шунан ҡапыл төҫө боҙолоп, усы менән һул яҡлап түшен ыуалап алды.

– Ҡалаҡ һөйәге аҫтына бирәме? – Фатих һораша башланы.

– Йөрәк ауырта, тиер инем, үҙем врач булмаһам, – тине Искәндәр, ағарынып китеп. – Ашағандан һуң тота башлай. Сода болғап һыу эсһәм, ебәрә. Ашҡаҙан...

– Белә күрә нишләп дауаланмай йөрөйһөң?! Иртәгә үк – районға! Тотош тикшерел, зонд төшөртөп ҡараттыр. Ашҡаҙан шаяртмай! Операцияға не доводи! Срочно – диета, консевартивное лечение, коллега.

– Үтә ул. Эт эсенә һары май килешмәй, тиҙәрме әле толпарлылар? Это у меня от домашней еды...

– Юҡты һөйләмә, ҡустым. Врач үҙенең сирен алдан ала белмәһә, ташҡа үлсәйем булыр.

– Ташҡа үлсәйем?! Ашҡаҙанда что ли таш?

– Ҡарауһыҙ ирҙең уныһы ла ихтимал. Курам на смех була һинең медиклығың, если вовремя не распознаешь собственный недуг – вот что.

– Понятное дело. Аңлашыла, ташҡа үлсәйем... Барыбер тотош белеп бөтөп булмай телегеҙҙе, башҡорт араһында үҫеп, ярты ғүмер инде ошонда йәшәһәм дә. – Искәндәр бошоноп ҡына әйтеп ҡуйҙы.

– Вот-вот, тағы ярты ғүмер, то есть хотя бы до восьмидесяти йәшәргә обязан, – тине Фатих, дуҫының арҡаһынан ҡағып. Мин дә һүҙ ҡаттым:

– Халыҡ медицинаһы ярҙам итмәҫме? Андыҙ төнәткәйнем, тағы ике көндән әҙер була.

– Андыҙ ул девясил буламы?

– Эйе. Ә иң һәйбәте – алтын тамыр, родиола йәғни. Мин уны түтәлдә үҫтерәм. Дарыуға тип, тамырын турап спиртҡа һалам да баҙға ҡуям, ҡараңғыға. Көнөнә өс тапҡыр бишәр тамсы эсергә, ашарға ярты сәғәт ҡалғас.

– Башта ҡаралып ҡайтһын әле, гастроэнтерологтан үтеп. Минең диагноз: почти язва, эрозия.

– Значит, точно так, Фатих Рамазанович, һеҙ бит диагност от Бога, – тине Искәндәр.

Башын баҫып дауахана яғына атлап барған егеттең артынан тәҙрәнән ҡарап ҡалдыҡ. Икебеҙ ҙә бер юлы көрһөндөк. Яҡын кешебеҙ ҙәһә. Фатихтың диагнозы дөрөҫләнде. Искәндәр тәмәкеһен ташланы. Дауаланды, мин эшләгән дарыуҙы ла эсте. Һөттән-ҡатыҡтан да өҙмәнем. Бер айҙан тағы тикшерелгәйне, «зарубцевалось» тип ҡайтты. Иншалла.

– Маладис, коллега, – тине Фатих. – Инде һаҡлан, ҡустым. Етәр, мөхәббәт сиренән ҡотол, баһаңды күтәр, ана, ауылда ҡыҙҙар бөтмәгән, помани пальцем, һиндәй егеткә...

Әллә Фатихтың һүҙе фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килде – күп тә үтмәне, дауаханала физиотерапия бүлеге асылды ла яңы белгес килде – үҙебеҙҙең Әхиәрҙең ҡыҙы лаһа! Йәше егерме биштәр тирәһендә барҙыр. Ауылда егеттәр күп, кемеһенең өлөшөнә төшөр көмөш икән? Ә ҡыҙ Искәндәргә ғашиҡ булды. Тәү күреүҙән. Серен миңә систе башта. Улай ҙа иҫкәрттем ҡасандыр Миләүшәне ныҡ яратыуын, оҙаҡ яңғыҙ йөрөүен – бәс, балалыҡ дуҫымдың ике ул араһында һөйөп кенә үҫтергән ҡыҙы лаһа. Егеттең дә дәрте ҡуҙғалды, сирләп алыуы ла уға йәшәү тәмен бирҙе, күрәһең, яңы врачты үҙенә ылыҡтырҙы.

Фатих хәлде Әхиәргә белгертте. Уныһы Искәндәрҙе, үҙ милләтем түгел, етмәһә ҡарт абышҡа, тиеберәк ҡыр типкәс, ашыҡма, башта әҙме-күпме һынашһындар, тип күндерҙек. Тыңланы дуҫыбыҙ. Егеттең арыулығын, башҡортлашып та бөткәнен аңлап алғас, йәштәргә аяҡ салманы. Искәндәрҙең өйләнгәнен белгәндәй, юрамалдай, шул тирәләрҙә Испаниянан олпат ҡына бер сеньор менән ыҫмалалай ялтыр ҡара сәсле, ҡуңыр йөҙлө ике малайын эйәртеп, Миләүшә ҡайтып китте ауылға. Гөж килде Толпарлы. Туған-тыумасаһына ғына түгел, күрше-күләненә лә бүләк таратҡан, ти. Сеньоры, ире икән, байҙыр, күрәһең. Икәүләшеп урамдан үтеп-һүтеп йөрөүҙәре үҙе бер тамаша ине: Миләүшә һомғол кәүҙәһенә һыланып торған күлдәк кейеп, тауис ҡоштай елпенһә, тегеһе сигара тартып, тирә-яҡҡа иҫе китеп, һәлмәк кенә атлай, уның бер баҫыуына, эргәһендәге ике-өс баҫа. Ә иң ҡыҙығы клубта булған, мин күрмәй ҡалдым уныһын.

Өфөнән концерт килтерәсәктәрен белә инем, ниндәйҙер мәшәҡәт сығып, бара алманым. Шунда булған теге ҡыҙыҡ. Миләүшә, баш ҡала артистарын нисек күндергәндер, сәхнәгә бейергә сыҡҡан. Испандарҙың данлыҡлы «Фламенко» тигән бейеүен башҡарған, ти. Нисек килештергәнен, ауыл сәхнәһендә ут өйөрмәһеләй өйөрөлөүен күреп, өфөләрҙең күҙе дүрт булды, тип ғорурланып һөйләне күргәндәр. Үҙебеҙҙеке! Ә инде сеньорҙың сәскә гөлләмәһе тотоп сығып, бар ғәм ҡарап торғанда Миләүшәнең алдына теҙләнеүен, уның ҡулдарын үбеүен ҡабат-ҡабат сурыттылар. Мин иһә ҡайҙалыр уҡыған юлдарҙы иҫкә төшөрҙөм: «Испанский танец – это огонь, вихрь, любовь, смерть...» Таштояҡты ауыл ғәфү итте. Булған-бөткән, буяуы һеңгән, йәғни. Бәхетен тапҡан даһа. Мәҡәл, ҡатын ҡырҡтан уҙған, уҡаһы ҡойолған, тип торғанда, әҙәмде шаҡ ҡатырырлыҡ итеп бейер, кәттә кейенеп уйнаҡлап йөрөр өсөн бәхетле булыу кәрәктер ҙәһә?!

Көтмәгәндә Асиябыҙҙан хат килеп төштө. Ҡайтҡылап тора, көн аша телефондан һөйләшәбеҙ, нишләп яҙырға булған, тип борсолоп киттем. Уҡығас, ҡойолоп төштөм, кейәүгә сығам, тигән дәһә. Саҡ өсөнсө курсҡа күскән... Фатихҡа шылтыраттым, ҡайтып әйлән әле, тиҙ генә, тип. Мин өйҙәмен – көҙгө каникул мәле. Аптыраптыр, шундуҡ, эшен ташлап, килеп тә инде. Ҡарашында хатта ҡурҡыу бар, улайтып ваҡытһыҙ бимазаламай инем шул.

– Ашығаһыңмы? – Үҙем күреп торам, өтәләнгәнен.

– Минең һәр минут хисаплы...

– Асиянан хат килде.

– Хат?!

– Кейәүгә сығырға йөрөй, имеш.

– Бер барғанда күргәйнем егетен, әйттем дәһә. Әллә?

– Ауырлы микән, тиһеңме? Уф!

– Нурия, хафаланма ул хәтлем. Медицина институтында студент ваҡытта өйләнешеү – ғәҙәти хәл, дөйөм ятаҡ коридоры тулы коляска...

– Бала?! Ә уҡыуы?

– Уҡыр. Кейәү егете лә шунда бит, бер үк курста, алмаш-тилмәш ҡарарҙар әле бәпестәрен. Ярай, төшкө ашҡа ҡайтҡанда тағы һөйләшербеҙ был хаҡта. Шылтыратмай тор әлегә, йәме, бәғерем.

– Йәме.

Мәктәпте алтын миҙалға бөтөп, шул йылды уҡ мединститутҡа инеп кит тә хәҙер ата-әсәңде шулайтып ҡайғырт, ә? Ошо уйҙан шып туҡтаным, тәүбә, ниндәй ҡайғы, юҡҡа туҙынмайым әле, тип. Шул минутта телефон шылтыраны. Асия икән.

– Хатты алдыңмы, әсәй? – Тәүге һорауы шул булды.

– Башҡа һуҡҡандай иттең.

– Вәсилдең ата-әсәһе отпускаға ҡайтты, уларҙы һеҙҙең менән күрештерергә инек.

– Вәсил? Урыҫ егетеме ни?!

– Юҡ, башҡортсо. Боронғо исем, ти. Рәйхана ҡартәсәйҙең дәфтәренән ҡара әле?

– Ярар. Ә ата-әсәһе ҡайҙан?

– Йәштән Себергә сығып киткәндәр, атаһы – буровик, әсәһе – бухгалтер. Өфөлә фатир һатып алмаҡсылар ошо килгәндәрендә. Ә сығыштары менән улар Дыуан районынан.

– Ҡыҙым, ниңә улай ҡапыл?

– Абортҡа бармайым!

– Тәүбә!

– Атайым асыуланыр микән?

– Асия, килегеҙ. Каникул саҡ башланып тора, ЗАГС, туй – бергә үткәреп ебәрергә лә ҡуйырға. Һуҙмағыҙ. Килеп һоратһындар башта!

– Беләм, әсәй, хәүефләнмә. Бына, буласаҡ ҡәйнәм янымда тора, трубканы бирәм. – Тағы ҡойолоп төштөм.

– Ҡоҙағый, шулай тиһәм дә ярайҙыр, балаларға ҡаршы төшмәйек. Беҙҙең ваҡыт наҡыҫ, бер ыңғай туйға әҙерләнеп барабыҙ, көтөгөҙ!

– Ярар, беҙ ҙә риза. – Шулай тинем дә өҫтәй һалдым: – Атаһы ни тиер?..

Аҙаҡ йәнем көйөп алды әҙерәк: ҡайһылай өҙөп һөйләшә, «Ул инәһе – губернатор, ҡыҙ инәһе – боҫоп ятыр» тигән әйтемде иҫеңә төшөрмәй түгел төшөрөрһөң. Уҫал ҡәйнә булыр микән?

Һөйләшкәнсә, ҡоҙа менән ҡоҙағый (беҙҙән йәшерәктәр икән), балаларҙы эйәртеп, тейәнеп килеп тә төштөләр. Өҫтәлгә ҡуйырға ризыҡты мул алғандар, бүләктәрҙе өйөп килтергәндәр.

ЗАГС үҙебеҙҙең ауыл Советында булды, туй – шул уҡ көндө ҡыҙ яғында, иртәгәһенә – Өфөлә, ресторанда ҡоҙалар уҙғарҙы. Себерҙә эшләгәндәрҙең кеҫәләре ҡалын икән, балаларға туй бүләге итеп бер бүлмәле фатир алып бирҙеләр.

Июнь аҙағында, ейәнебеҙ тыуҙы. Ғүмер буйы күңелемдә йөрөткән исемем, тип, ҡоҙағый уны Фидан тип ататты. Шунда иҫемә төшөп, ҡартәсәйемдең дәфтәренән кейәүемдең исеменә тәфсир эҙләп таптым: Вәсил – айырылмаҫ дуҫ, тиелгән. Бәс, Фиданы ла бар, мин уны бөтөнләй сит-ят телдән килгәндер, тиһәм, төркиҙән дәһә – фиҙакәр, тырыш мәғәнәһендә.

Ҡоҙа-ҡоҙағыйымдан уңдым. Фидан тыуғас, Асия менән кейәү июль-август беҙҙә йәшәнеләр, бала ҡулға эләккәнсе ҡараштыҡ. Сентябрҙә иһә ҡоҙағыйым Өфөгә килеп төшөп, Фиданды йәш ярымғаса тәрбиәләште, йәсләгә биргәнсе. Үҙемә декрет отпускыһы юллап алдым, ти. Шулай мөмкин икәнен белмәй инемсе?

Ашығып ҡына Айгиз инеп сыҡты, Асияларға ебәрәһе әйберегеҙ юҡмы, тип. Ул ситтән тороп ауыл хужалығы институтында, үҙе хыял иткән урман факультетында, уҡып йөрөй, әле шунда сессияға йыйынған, тимәк. Яңы ағыҙған ҡаймаҡты көршәктән банкаға һалып тотторҙом. Айгиздең нимәлер әйтергә теләүен, ҡыйыулығы етмәй тороуын һиҙҙем.

– Нурия апай, һеҙгә Чечня һуғышына бәйле яҙмаларымды ҡалдырайым тигәйнем, бәлки, кәрәге тейер, романығыҙға ҡыҫтырып ебәрерһегеҙ, – тине ул, ниһайәт, ҡулыма папҡа тоттороп.

Урыҡ-һурыҡ булһа ла яҙышҡылауымды белмәгән әҙәм ҡалмаған, имеш. Роман тип тороп! Хәҙер ярты юлда туҡтарға түгел инде, бәс – ауылым күҙәтә. Осрағанда «ил көтә ләһә» тип ебәрә бәғзеләр был тәңгәлдә. Толпарлылар шулай ҙурҙан төшөп һөйләшергә күнеккән, ауыл – илдең түле, хәтер сығанағы, тип тә инанған улар.

Егет Мәҙинәгә өйләнде. Булатты (исемен шулай ҡыҫҡартып яҙҙырҙылар) уллыҡҡа алдылар. Был йәһәттә әллә ни ҡатмарлыҡтар тыуманы, илдә етем әҙәйгәндән кемгә зыян? Малай тиҙ эйәләште, хәҙер мәктәптә уҡып йөрөй. Шартлатып башҡортса һөйләшә. Үҙе зерә матур, ҡара бөҙрә сәсле, ҡылыс танаулы. Бейергә әүәҫ, биш йәшенән Зөлфәр уға тау халыҡтары бейеүен һалып бирҙе. Милли кейем кейеп ала ла теттерә генә бейеүҙе – ҡандан күскән гендар, ни әйтерһең?

Айгиз менән Булатҡа, икеһенә бергә, «чечендар» тигән ҡушамат йоғоп ҡалды. Нишләтәһең, буяуы уңмаҫ хәтирәләр бит, иҫ белгән баланан нисек йәшермәк нәҫел тамырҙарын – белеп үҫеүе хәйерлерәктер ҙә. Хәҙер ул өлкән ағай, ғаиләлә тағы ҡыҙ бала үҫә. Булаттың һеңлем тип йәнен бирерҙәй булып тороуы үҙе бер үрнәк тиҫтерҙәре өсөн. Тау халыҡтары уғата ла туғансыл була, тигәндәре лә ысын икән.

Күҙем һайлап ҡына һөҙөп ала ҡапылда Айгиздең яҙғандарын: «Һалдат әсәләре» комитеты мәғлүмәтенсә, Чечняла ун меңдән ашыу улдарыбыҙ башын һалған. Урындағы халыҡ араһында юғалтыуҙар һикһән меңдән дә кәм түгел, шул иҫәптә Зарина ла...»

Ярар, иркенләп ултырып уҡырмын тип, папканы ябырға итһәм, ике яҙма ҡойолоп төштө. Эйелеп алдым. Бик матур итеп, уҡытыусы теле менән әйткәндә, коллиграфик почерк менән яҙылған дәфтәр бите иғтибарымды тартты. Зарина Үмәрованың иншаһы булып сыҡты. Туғыҙынсыны тамамлаған, һуғыш арҡаһында унға бара алмаған, тигәйне Айгиз.

Бер табаҡ ҡағыҙ баштан аяҡ атыш-үлтереш күренештәре, һуғыштың сәбәптәрен төшөнә алмай асырғанған бала күңеленең тәьҫораттары менән тулған. Таныштары, күршеләре тарыған фажиғәләр тасуирланған. Ҡайҙа каникулдың күңелле мажаралары, кескәй йондоҙсоҡтар булып яуған ҡарға, аҡ бүрек кейеп алыҫтан бағып торған бәһлеүән тауҙарға һоҡланыу?! Бер урында: «Сунжа туңды. Уның йыры боҙ аҫтында тонсоҡто. Ҡарт чинара төбөндәге эскәмйәлә ғашиҡ парҙар ултырмай, сал сәсле олатайҙар гәп ҡормай», – тигән өс һөйләм бар. Һәм ошо өс һөйләм, тағатһаң, тотош романға торошло. Сунжа хаҡында әҙәбиәттән уҡығаным бар, ул – Грозный тупһаһынан аҡҡан йүгерек тау йылғаһы. Борма-борма, тип яҙалар, беҙҙең Һигеҙбөгөл һымаҡ микән? Сунжаның уртаһы, ағымы көслө һәм шәп булғанғамы, ҡыштарын туңып бармай, ҡаранлап ята, тигәндәре иҫтә ҡалған. Чечня урмандарында сәтләүек, бук, граб, имән, әлеге чинара, ылыҫлы ағастар үҫкәнен беләм – географмын даһа. Түбәләре күккә олғашҡан мәғрур тауҙар, текә таш ҡаялар һәм йәшеллеккә, сәскәгә сумған, емешкә бай тигеҙлектәр – тәбиғәте үк был төбәктәге халыҡты ҡылыҡһырлап тора кеүек.

Ә бала йөрәге фажиғәне нисек тәрән һәм нескә тойған: туңған йылға һәм тонсоҡҡан йыр!

Ә был хатта кемдең яҙмышы икән? Астым. Валера дуҫынан. Бер өлөшөн генә уҡыным да оҙаҡ ҡына өй эсенә, үҙемсә ҡәҙерләп, дәртләнеп йыйған-йыйыштырған күркәм генә донъяма күҙ йәштәрем аша ҡарап ултырҙым. Тыйыла алмай иланым. Донъям төҫ ташланы кеүек, иренемә, тамағыма тоҙло йәштәремдең ҡырҡыу әсеһе яғылды. «Хәтерләйһеңме, брат, таң атҡанда Грозныйҙың көньяғындағы тау теҙмәләре ғәжәйеп төҫкә инә торғайны, берсә алтынһыу һары, берсә йәшкелт, берсә күкшел. Шул мөғжизәне күрер өсөн ташланымы икән мине яҙмыш Чечня тамуғына? Сашок Пиаф, һине Мәскәүгә оҙатҡандан һуң ай ҙа үтмәҫтән, һәләк булған. Кәүҙәһен үҙ яғына ҡайтара алған икән командование. Сашок бәхетле, минең кеүек тере мәйет түгел. Күҙҙәрем генә ҡыймылдай, күрә, ҡолағым ишетә – шул минең терелегем. Ҡул-аяҡ йөрөмәй, һөйләшеүем дә ауырлашты. Ә миңә бит 22 генә йәш. Үҙемә ҡул һалырға тәүәккәллегем етмәй. Йәшәге килә, брат! Ә барыбер, төнгә ингәндә, әсәйем йоҡо дарыуы эсергәндә, уянмаһам да ҡуйһам ине, тип теләйем. Йоҡлар алдынан теге Кавказ армыттарын күҙ алдыма килтерәм: улар Каспийға тиклем һуҙылған – 150 километр. Вот так, браток. Хуш».

Хат аҙағында өҫтәмә бар: «Айгиз, Валераның әйткәндәрен мин, бер туған апаһы, яҙҙым. Уға, зинһар, яуап бирегеҙ, күңелен күтәрегеҙ. Үтенәм!»

Папканы япҡас, артҡы битенә эре хәрефтәр менән яҙып, аҫтына һыҙып ҡуйылған юлдар күҙемә салынды. Мәҙинәнең егете өс йыл бер чечен ауылында әсирлектә ҡоллоҡта тотолоп, ҡайтҡан, баш ҡалала милицияла хеҙмәт итеүен дауам итә икән. Уны, яйын табып, ете йәшлек кенә кескәй чечен ҡыҙыҡайы ҡотҡарған. Зиндан ишеген асҡас: «Рөхсәтһеҙ эш ҡылдым, тик тотолма, зинһар, Алла хаҡына!» – тигән бала. Шул балала, тимәк, ил-ҡәүемендә лә, бөтөнләй өмөт юҡ, тип нисек әйтәһең ошонан һуң? Барҙыр өмөт, иншалла, барҙыр.

Тәҙрәне оса-килә генә ҡарабаштурғай суҡып китте, уның мәшәҡәте артты шул һуңғы осор: Хәйри ағай олоғайып китте, өйөнән сыға һалып бармай хәҙер. Уңарсы ҡапҡа асылды, Аҡман Ҡара ағайҙың ҡыҙҙарының береһе күренде, почтальон сумкаһы Ҡарағаш Мәсрүрә иңенән уға күскәйне. Ҙур конверт болғап инеп килә, моғайын, Мәүлиҙәнәндер. Әхирәтем өс көн элек кенә шылтыратҡайны, бында йөҙҙәрсә гектар майҙанда Тәбиғәт паркы асылды, һиңә фотоларын һалып ебәрҙем,тип.

Ҡоҙаса ғына түгел, элекке уҡыусым да яңы почтальонкабыҙ, хатты өйгә үк индереп, ҡулыма тоттороп китте. Аса һалдым. Бер фотоға ҡарап аһ иттем: ҙур дүрткел таш өҫтөндә Ыласындың һәйкәле! Бүреһуҡҡан олатай ҡанатын бәпләгән, Толпарлы күгенә сөйгән ғорур ҡош – ҡойоп ҡуйған шул үҙе. Һандыҡташтың ҡабырғаһында соҡоп яҙылған һүҙҙәр шундуҡ күҙгә ташланды: «Прошлое, настоящее, будущее едины в тебе». Түш яғында ла яҙыуҙар бар, тик тотош уҡырлыҡ түгел, «Кто вы?.. Куда идете?.. Что ищете?..» тигән һүҙҙәр генә асыҡ төҫмөрләнә. Фатих менән өйләнешкән йылды Украинаға сәйәхәт итеүебеҙ, дала ҡосағында сайҡалған сал ҡылғандар иҫкә төштө. Хат ҡағыҙынан тимъян еҫе һирпелгәндәй итте. Һы... Еҫ-тойом хәтере кешенең тәүге, иң боронғо хәтере, ти ҙәһә.

«Паркка улым менән барып ураныҡ, – тигән әхирәтем. – Теге юлы һеҙ Олексий менән сәйәхәт ҡылған «Таш ҡәберҙәр» ҡурсаулығы ла уның эсенә ингән хәҙер. Петроглифтары, һин әйткәнсә, башҡорттарҙың боронғо тамғаларын хәтерләтә икән шул... Ә Ыласынды күргәс, иламай түҙмәнем, ҡыҙый! Таныныңмы?! «Бында ҡылғандың «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән 12 төрө үҫә,»– тип аңлатты Радмир, минең бер ғәжәйеп үләнгә иҫем китеп ҡарап тороуымды шәйләп. Украин ҡылғаны, тик ошонда ғына һаҡланып ҡалған, ҡуш башаҡлы эфедра тип атала икән. Аграрныйҙы тамамланы бит улым, дипломды «Реликтные растения» тигән темаға яҡланы. Тәбиғәтте һаҡлау министрлығына ҡараған ведомствола эшләй.

Бөйөк далаға: «Һөйгәнем өсөн һин – «Земля батькив», миңә – килен булып төшкән ер. «Краси такой не зустрить ниде», – ти торғайны Алеша, тыныс йоҡлат уны ҡосағыңда, Донеччино!» – тип өндәштем. Хушлаштым. Уф,ҡыҙый, дала мине илап оҙатып ҡалды. Ышанаһыңмы? «Это кречет белый плачет, прощается с вами, чует», – тине улымдың шоферы...»

Хатын уҡығас та әхирәтемә шылтыраттым.

– Ҡайтаһыңмы, ҡыҙый?! Ҡайт! Бында эш тапмаҫһыңмы ни? Ана, Сыңғыҙға әйтһәм, хәҙер табып бирер, таныштары быуа быуырлыҡ. Сәнә лә бында талпыналыр, һине ҡалдырып китә алмайҙыр.

– Әлләсе. Бында мине ситләтеп ҡыланалар...

– Тәүәккәллә! Улың урында эшләй, үҙе ҡойоп ҡуйған украин, бирешмәҫ. Ә Сәнәне айырма Толпарлынан. Әмин абый өмөтләнеп йөрөй, ейән-ейәнсәрҙәрем сығанаҡҡа, шишмә башына ҡайта, тип.

– Сыңғыҙға әйтеп ҡара, әтеү. Сәнәгә эш табылырмы икән? Һөнәре һирәк – флорист, ауылда уның ни хәжәте? Ботаника уҡыта ала инде алыуын, ә мәктәптә кем уға сәғәтен бирергә тора тиһең.

– Бизнес асыр. Гөл үҫтереү, сәскә һатыу бизнесы. Эргәлә генә ҡалалар, машина зыйлап йөрөп ята.

– Заманы килде инде эшҡыуарлыҡҡа. Сәнәнең тәжрибәһе лә байтаҡ, колледжды бөткәс тә бер фирмаға урынлашты, маҡталып эшләй.

– Ә ул ултыртҡан ләлә-тюльпандар мәктәп оранжереяһында гөрләп сәскә атып ултыра, 15 сортҡа етте, тиҙәр. Нисәмә төрлө роза килтереп үҫтерҙе. Ҡулынан гөл тама ҡыҙыңдың, әхирәт.

– Ҡайтырға кәрәк, иветә, ҡыҙый. Бында сыҡҡан пенсиямдың, уны көтөп ҡалам тиһәм, Рәсәйҙә ярамауы ла бар, бүтән дәүләт... Әшрәфтәр ҙә ярҙам итер, балалар ғаилә ҡорһалар, мин дә буш ҡул ҡайтмам, әҙ-мәҙ аҡса төйнәгәнмен. Фатирымды һатырмын, улым риза.

– Әсмә хәҙер фермерша бит, беләһең. Башҡорт аттарын үрсетәләр. Талымһыҙ ул тоҡом, ҡыш та ҡар аҫтынан үлән типсеп, көтөүе менән тибендә йөрөй. Бүренән дә ҡурҡмай беҙҙең өйөр айғыры, маңлайына сәсрәтә тибә лә ҡуя, ти Әсмә. Шәкетау бүреләре килеп-килеп ураған бер осор... Әшрәф, МТС банкрот булғас, осһоҙға ғына трактор, комбайн, төрлө ҡорамал һатып алды, хәҙер баҫыуҙа үҙенең игенен үҫтерә, колхоз ғәмәлдә тарҡалды лаһа.

-Кем уйлаған, ҡыҙый, шундай көндәр тыуыр, тип?

–Мөхәрләм бүләрҙәре Күк юрға тоҡомон һаҡлап алып ҡалып, хәҙер еңел тояҡлы арғымаҡтарын аукциондарҙа һаталар. Бәхеттәренә, бер бай инвестор килеп тапты уларҙы.

– Ә бүтән халыҡ, кәсепһеҙ ҡалғандар нишләй?

– Көнләшеп, аяҡ салыусылар булды. Әшрәфтең «Беларусь» тракторының тәгәрмәстәрен балта менән сапҡылап киттеләр. Ишбирҙе тапты хаслыҡлыларҙы, оялыштарынан ауылдан сығып тайҙылар. Эҙәрлекләп торманы, Әшрәф тыйған. Һәр кем бизнесҡа тотона алмай инде, яңы байҙарға ялланып эшләйҙәр. Сыңғыҙ дуҫыбыҙҙың отдельный коммунизмы шәхси капитализм булып сыҡты.

– Атайым әйтә ине, быйма баҫыусылар, балаҫ һуғыусылар, тегенселәр әртиле ойошто, тип. Ресторан да бар, ти ҙәһә?

– Ресторан уҡ түгел инде, кафе – Ҡарағаш Мәсрүрәнең улы Радик асты.

– «Атаһын эҙләп тапҡан» тигәндәре ысынмы?

– Ысын. Үҙебеҙҙә, Өфөлә, йәшәп ятҡан.

– Мәсрүрә апайҙа адресы булғанмы икән?

– Юҡсы. Малайы барлығын ул хәрби белмәгән дә. Ҡыҫҡа ғына итеп һөйләйемме?

– Һөйлә!

– Радиктың кооператив техникумында уҡыған сағы. Үҙебеҙҙең ауылдың ҡыҙына күҙе төшкән, уныһының артынан тағы икенсе берәү йөрөй икән. Ике егет сәкәләшеп киткән. Тегеһе Радикка: «Атайым полковник, тип шыттыраһың, тыума! – тип ысҡындырған, – тыумаларҙың бөтәһенең дә атаһы йә военный, йә летчик, йә космонавт, йә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булған, тиергә йәтеш. Ныҡ ғәрләнгән Радик, әсәһенән баяғы хәрбиҙең исем-фамилияһын әйттереп, военкомат ашалыр инде, юллап тапҡан. Килеп төштө бер ваҡыт Толпарлыға, үҙ күҙебеҙгә үҙебеҙ ышанмай торҙоҡ: отставкалағы полковник, төҫкә һис тә бирешмәгән. Улын эйәртеп ауылды әллә нисә урап сыҡты, күргән берәү менән күрешеп. Уны танып белеүселәр етерлек, күп тигәндә ун һигеҙ йыл үткән. Улы барлығын белмәгән…

– Ә Ҡарағаш Мәсрүрә?

– Индереп сәй эсергән, йоҡларға ҡалмайһың, даным сыға, тигән. Полковник үҙенең машинаһында килгән булған, Радикты ла ултыртып, Өфөгә ҡунаҡҡа алып ҡайтып киткән.

- Ауылда һөйләп кинәнгәндәрҙер инде?

- Хәтер яңыртып, һелкәүестән һелкеп, иләктән иләп алмай буламы тағы. Өҫтә еме генә тороп ҡалды: беҙҙең Мәсрүрә, теләһә, Толпарлыла ла таба ине һөйәрҙе, шул матурлығы менән, бисәләрҙе илатҡыһы килмәгән уның – вәт!

– Ә теге ҡыҙҙы алдымы Радик?

– Алды. Ҡыҙ үҙе лә, Мәсрүрә апайса, уға тас йәбешеп ятҡан. Үҙенә бер төрлө матур егет тәһә, сәсе ерән, бөҙрә. Ҡашы ҡара, әсәһенеке ише.

– Мәсрүрә апай арттырып та ебәрәлер. Полковниктан таптым малайҙы, тип фәстергәне иҫтә, бөтә әҙәм унда фатирҙа майор торғанын белгән ерҙән.

– Тимәк, чинын иң тәүҙә беҙҙең Ҡарағаш апай күтәргән? – Шулай тинем дә, үҙ хәбәремдән үҙем ҡыҙыҡ табып, көлөп ебәрҙем. Мәүлиҙә лә ҡушылды.

Әлдә илашмай ғына хушлаштыҡ, тип ҡыуандым. Олексий һымаҡ күркәм йәрҙе юғалтыуы еңел түгелдер, үҙ алдына әхирәтем һығылып-һығылып һыҡтайҙыр... Шуға теге шофер телгә алған кречет хаҡында, белһәм дә, һүҙ ҡуҙғатманым: ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡыйғыр ҡош ул, башҡорттар уны тойғон тип нарыҡлаған, илауы ла, бәлки, хаҡтыр, халыҡ беҙҙә хисле, нескә күңелле кешене лә «тойғон әҙәм» ти ҙәһә. Әйткәндәй, төйлөгәндең бала кеүек йәл итеп, һулҡылдап илағанын ишетеп ғәжәпләнгәнем булды бер, Бүреһуҡҡан олатай менән урман гиҙгәндә, бала сағымда...

Әхирәтемде өгөтләнем дә ул, ҡайт, тип, ә шул уҡымышлылығы менән эш таба алмай ҡаңғырһа? Диплом тотоп өйҙә ултырыусы йә Себергә китеүселәр, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа урам һепереп йөрөүселәр әҙме ни?

Ҙур ауылда бик беленмәһә лә, бәләкәйерәк ауылдарҙа эшһеҙлек халыҡты ныҡ миктәтте ул. Аҡмәтеләгеләр тик баҡсаһындағы бәрәңгегә, мал-тыуарына күҙ терәп ҡалды. Мәҙинә, ундағы ике егет, аҡсаға алданып, һыңар бөйөрҙәрен һатҡан, тип иҫте китәрҙе. Мәскәүҙән килеп донор эҙләп йөрөүселәрҙең ҡармағына эләккәндәр. Егеттәрҙе Төркиә аша Израилгә алып барғандар, шунда операция яһап, самолетҡа ултыртып Рәсәйгә осорғандар. Доллар менән түләгәндәр. Ауыл кешеһе өсөн ҙур аҡса ла – «Жигули» алырлыҡ,ти, тик һаулыҡты аҙаҡ унлата түләп тә кире ҡайтарып булмаясаҡ таһа! Етмәһә, Аҡмәтегә мәңгелеккә «бөйөрһөҙ ауыл» тигән мөһөр һуғылды. Инде беҙҙең яҡтың тарихының бер өлөшө «Аҡмәте егеттәре бөйөрҙәрен һатҡан йылды» тип башланып китәсәк...

Ә бит ошондай хәлдәр күстәрелеүен инҡар итмәгәндә лә, Башҡортостан башҡа төбәктәргә ҡарағанда сағыштырмаса арыуыраҡ йәшәй. Толпарлылар, донъя буйлап йөрөп ятҡан, бәйләнеш тотҡан, Рәсәйҙе гиҙеп сыҡҡан халыҡ, быны ла күрә, ишетә. Ә иң мөһиме, торғонлоҡ мөһөрө һуғылған йылдарҙан һуң килеп иҫеп, демократия, билдәлелек һәм башҡа әүрәткес лозунгыларҙы елберҙәткән елдәрҙең ыңғай һөҙөмтәһе лә булды: уғата ҡиммәтлеһе – милләтебеҙҙең йоҡомһорап киткән үҙаңы асылыуы.

Тәҙрәгә күҙ һалдым. Баяғы ҡоҙасам, Фәриҙә бит әле исеме, Толпарлы почтаһын таратып бөткән дә велосипед менеп Аҡмәте яғына елдерә.Ҡайҙан беләмме? Йәйен – ҡышын, аҙнаһына кәмендә бер тапҡыр уның тап шунда барыуы беҙҙә һәр кемгә мәғлүм. Аҡмәтелә хәҙер мәктәп тә, магазин да юҡ. Почтальон, фельдшер ҙа тейеш түгел… Тамам бөлдө ауыл. Айыусы һымаҡ, бөтөп үк ҡуйырмы икән берҙән – бер көндө? Хәленән килгәндәр Толпарлыға, район үҙәгенә күсенде, яңғыҙаҡтар ҡалаларға ысҡынды. Ауылда туғыҙ мөрйәнән генә төтөн сыға. Арыуыраҡ йорттарын хужалары һүтеп алып китте, ҡалғандары, ҡарауһыҙ ҡалғас, етемһерәп, өңшәйеп ултыра … Ҡарт – ҡоро ғына йәшәп ята бөйөрһөҙ ауылда. Ана шул сараһыҙ бисараларҙың күҙ терәп торған кешеһе ул Фәриҙә: почта ла ташый, ризыҡ та алып бара, дарыу – фәләнде лә ҡайғырта. Уға был мәшәҡәтте берәү ҙә йөкмәтмәгән, үҙ теләге менән, түләүһеҙ башҡара. Көн матурҙа, велосипедта, бәғзе ваҡыт йәйәүләп тә, ҡышын – ат егеп бара Аҡмәтегә. Һәр саҡ арҡаһында ҙур рюкзак була. Яҡын тиһәң дә, өс саҡрымдан ашыу ара әле ул. Етмәһә, ауылға етәрәк, юлға арҡыры төшөп Ҡамалы йылғаһы аға. Йылға, тимәһәң, хәтере ҡалыр, кескенә үҙе, ә ярҙары бейек, текә, бирьяғы – ишелеп барған тупраҡ, аръяғы - һары мәте. Күпере оҙаҡ тормай, ишелеп төшөп китә, һуңғы йылдарҙа ике ярҙы һайғауҙан әтмәләнгән баҫма ғына тоташтырып ята. Ҡамалының (затлы тиреле йылғыр ҡамалар бында ҡасандыр булған, күрәһең?) ошо әтнәкәләре арҡаһында Фәриҙәнең даланы асылды лаһа бер килеп! Һигеҙ ҡыҙлы Аҡман Ҡараның алтынсы ҡыҙы булып, апай- һеңлеләре араһында бер үҙе кейәүгә сыға алмай ултыра ине…

Ишбирҙенең дә бәхете табылды шул Аҡмәте юлында. Ҡатыны ҡала ҡыҙы ине, Өфөлә уҡыған сағында табышҡайнылар.Район үҙәгендә йәшәүгә нисек тә сыҙаған, ә ауылға күсенеүгә теше – тырнағы менән ҡаршы булған, ә Ишбирҙе, мин ата - әсәмдең берҙән- бер улы, ҡартлыҡта таяныстары, тип ныҡ торған. Ул килендең һөнәре лә - художник- дизайнер, ауылда хәжәте юҡ. Улай ҙа, бер нисә йыл мыжый-мыжый йәшәне әле ул Толпарлыла, унда ла ҡалаһына китер ҙә юғалыр, китер ҙә юғалыр ине. Ахырҙа, бөтөнләй өҙөлөп ҡуйҙылар. Тоталҡаға, исмаһам, балалары булманы. Ишбирҙе артыҡ хәсрәтләнмәне кеүек, һәр хәлдә һиҙҙермәне. Йорт һалып сыҡҡайнылар, шунда бер үҙе көн итте, дөрөҫөрәге, төнәне, ризыҡланыуы Әмин абыйҙарҙа булды. Ауыл ҡыҙҙары уға, үҙе йәш, үҙе һөймәлекле буйҙаҡ иргә, күҙ атманы түгел, әммә береһе лә ҡарата алманы.

Шулай бер көндө, Фәриҙә Ишбирҙегә Аҡмәтеләрҙең үтенесен еткергән: һарыҡ - кәзәләребеҙ юғала башланы, участковый килеп тикшерһен, тигәндәр.

Артабанғыһын Ишбирҙе миңә үҙе һөйләне.

…Төшкә табаныраҡ, участковый Аҡмәтегә йыйына башланы. Һалҡынса яҙғы көн, күк йөҙө, томһайып, ямғыры ана яуам, бына яуам, тип тора. Ғәҙәттә яҡын-тирәгә, урман-ҡырға сыға торған мотоциклына ултырып, еңелсә сыҡты, машинаһын ҡуҙғатып торманы.

Алыҫтан уҡ күреп килә: Ҡамалы ярында ҡаҡҡан ҡаҙаҡтай, ҡымшанмай ҙа, берәү баҫып тора, ҡатын – ҡыҙ, буғай. Барып етәрәк, таныны - почтальонка Фәриҙә. Ҡыҙ мотоцикл тауышына боролоп ҡараны ла тағы ауыл яғына ҡарап ҡатты. Нимә булған?! Участковыйҙың күңеленә шом һарылды.

- Мине унда көтәләр! – Ишбирҙе килеп туҡтау менән һөрәнләне ҡыҙ. –Баҫма ишелгән…

- Иртәгә ағай – энене ойошторормон, оҙонораҡ һайғауҙар һалырға кәрәк булыр. Бөгөнгә, әйҙә, кире боролайыҡ.

Шул һүҙҙе ишетеүгә, Фәриҙә, арҡаһына рюкзагын аҫып, ике ҡулына ике төйөнсәк тотоп, ярлауҙан аҫҡа төштө лә китте. Умырылып барған тупраҡтан шылып тигеләй барып йылғаға төртөлдө.Ҡамалы был мәлдә ташҡан булып, ажғырып ята ул, тар булһа ла тәрән генә. Ә һыуы һалҡын, боҙҙан саҡ әрселгән сағы. Ишбирҙе, күп уйлап тормаҫтан, ҡыҙҙың артынан ташланды:

- Туҡта!

Фәриҙә былай ҙа ҡаушабыраҡ туҡтап ҡалғайны.Эргәһенә килеп баҫҡан участковыйға ул шундай өҙөлөп ҡараны, әйтерһең, ошо йылғаны кисеү-кисмәүгә уның яҙмышы, хатта ки ғүмере бәйләнгән.

- Был тоҡта нимәләр?

- Ризыҡ.

- Быларында?

- Почта, посылка ла бар.Төргәктә - дарыуҙар, уҙған аҙнала фельдшер өй беренсә йөрөп сыҡҡан, ай һайын шулай килә ул бында, өйөп рецептар ҡалдырған. Бер бабай диабет менән сирләй, манинил тигән таблеткаһы кисә бөткән, беләм, бөгөн уға дарыуҙы мотлаҡ алып барып еткерергә кәрәк, юғиһә…

- Бир әйберҙәреңде, үҙем алып сығам.

- Кемгә нимә тапшырырға икәнен белмәйһең бит, ағай? – Ишбирҙе ҡыҙҙың тауышында рәхмәтле, ҡыуаныслы тойғоларҙы шәйләне, уға иғтибарлап күҙ һалды: бит остары алһыуланған, яулығы башынан шылған, тулҡынлы ҡара сәстәрен яҙғы ел иркәләй… Ә ҡараштары – ҡыйыу, әммә тыйнаҡ.

- Хәҙер, уйларға ирек бир, - тине Ишбирҙе, башына ҡапылда бер фекер ҙә килмәй тороуына аптырап. Тирә- яғына ҡаранды.

- Ана, ағай, баҫма шылып төшкән, ағып китмәгән, - тине Фәриҙә, ярлау буйлап һуҙылып ятҡан һайғауҙарҙы күреп ҡалып.

- Хәҙер уларҙы һөйрәп килтерә лә, ағайың ярға терәй, йәбешеп сығыуы йәплерәк булыр, аҙаҡ өҫкә тартып алырбыҙ ҙа… - тип һөйләнеп, Ишбирҙе эшкә тотондо. Армияла, МВД мәктәбендә алған таһылдары ярап ҡалды: биленә гелән мотоциклында йөрөткән бәләкәс кенә көрәген, бау – фәләнен дә ҡыҫтырып алғайны, бәкеһе унан ҡалмай инде – кәрәктәре тейҙе. Һайғауҙы, тотонорға уңайлы булһын өсөн бысаҡ менән киртләсләп, ярҙың шыйғалаҡ мәтеһен көрәк менән баҫҡыслап, алдан үҙе үрмәләне, Фәриҙәне, ҡайышына беркеткән бауға йәбештереп, артынынан эйәртте. Хитлана торғас, менеп еттеләр.Бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар. Ишбирҙе ҡыҙҙың йыш-йыш тын алған ыңғайына тибрәлгән ҡалҡыу түштәренә иғтибар итте, ҡабарынҡы ирендәренә ымһынып ҡуйҙы ла уртына тулған һеләгәйен сәсәй яҙып йотоп ебәрҙе, тулҡынланды: күптән татымыған ирлек теләгенең уяныуы ине был тамшаныу.

Һынмаһа ла, күңеле имгәнеп ҡалғандыр егетебеҙҙең, яратып өйләнгән ҡатынының елбәҙәклегенән, тип бошона ине толпарлылар. Һәм бына – ҡаршыһында Аҡмәтенең һары буяуына буялып, күрше ауыл кешеләре өсөн йән атып торған ҡыҙ уны гүйә тертләтеп йоҡоһонан уятты. Ошоларҙы күңел күҙем аша уҙғарҙым да Әмин абыйҙың һүҙен ҡабатлап ҡуйҙым : вәт!

Ә Ҡамалы аша халыҡ дәррәү күтәрелеп күпер һалып ташланы теге хәлдән һуң, «Фәриҙә күпере» тип йөрөтәбеҙ.

Тормош үҙенең ҡанундарын һис үҙгәртмәй, шатлыҡ менән ҡайғыны, тыуым менән үлемде сиратлаштырып тора. Ишбирҙе үҙенең Ишбикәһен тапты, тип ҡыуанып өлгөрмәне Толпарлы, ҡайғылы хәбәр ҙә араға килеп инде: Сәмиғуллин вафат булды.

…Ҡарлуғастар бала осора. Июнь башы. Ҡыҙылъяр ятыуы өҫтөндә кәйелешәләр. Алыҫтан бәләкәс кенә булып күренһәләр ҙә, осоштарынан таныйым. Улар мине ошо минутта хәсрәтле халәтемдән әҙгә генә йолоп торҙолар. Ҡайҙа икәнлегемде иҫемдән сығармаһам да, унлаған мылтыҡ көбәгенән сыҡҡан атыу тауышына тертләп киттем. Әммә был залп – ихтирам билдәһе, Толпарлының олоһо-кесеһе белгән, хөрмәт иткән, ваҡыты менән ҡурҡҡан да ҙур шәхесе менән хушлашыу ауазы.

Яугир, милиция ветераны Сәмиғуллинды бөтә ауыл оҙатты һуңғы юлға. Район комиссариаты һәм милиция бүлегенән форма кейгән кешеләр ыңғайына, хәрби оркестр ритмына баҫырға тырышып, халыҡ үҙәк урам буйлап үтте, митингыға йыйылды. Сәңгелдәктәге бәпестәрен дә күтәреп килгәндәр, берәү ҡалмағандыр өйөндә ултырып.

Әй, әттәгенәһе... Кәрәк саҡта йәшкә үҙенән өлкәнерәктәргә «атай» була алды ул заманында. Толпарлының тыныс йәшәүендә, ғәрәсәтле туҡһанынсыларҙа ла ҡот осҡос енәйәттәрҙең беҙҙе урап үтеүендә участковыйҙың хеҙмәтен баһалап та бөтөргөһөҙ. Тәртип боҙолғас ҡына сара күреп, йәғни ҡағыҙ тултырып районға оҙатыуҙа күрмәне ул бурысын, ә алдан алырға тырышты. Мәктәпкә көн ашалап килеп урар ине – кәүҙәһе күренеү ҙә иҫкәртте!

50 йыл хеҙмәт итте Сәмиғуллин Толпарлыға. Эшен шул тиклем дә яратҡан булған икән, тип уйланым да, эсемдән төҙәтеп ҡуйҙым: беҙҙе, кешеләрҙе, яратты ул!

Тыуым барҙа, үлем бар. Шул арауыҡта нисек йәшәүең бар! Донъялыҡта йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килмәһә, баҡыйлыҡта ла һанланырһың. Ошо уй һә тигәнсе барлап сыға үткәнеңде, яҡшы-яманыңды бындай саҡта, зыяраттағы яңы ҡәбер тупрағы һалҡынлығы йәнде өшөткәндә...

Митинг ауыл аръяғында, зыяратҡа барып терәлгән киң майҙанда уҙҙы – кәнсәләр алдына ғына һыйырлыҡ түгел ине халыҡ. Ауылдаштарыма күҙ һалдым: ҡайғылылар, әммә етдиҙәр, әйтерһең дә, эстән генә Сәмиғуллиндың рухы алдында ниндәйҙер ғәйептәрен таныйҙар, ҡырын эш ҡылмаҫҡа вәғәҙә бирәләр, баш эйеп рәхмәт еткерәләр.

Гөлфирә менән Харис, Әлфирә менән Вилмир Гуля-Гөлсөм апайҙы ҡурсалап эргәһендә баҫып торалар. «Бөйөк ҡатын», – тип шыбырланы ирендәрем, аҡылым кире ҡаҡманы. Сәмиғуллин кеүек ир-уҙаман уны, ошо ябай, күңелсәк, бер ҡатлы, урыны менән мут-хәйләкәр, ярҙамсыл ҡатынды тиң күргән икән, тап шул даһа уның бөйөклөгө. Хәтер офоғонда ялтлап бер күренеш сағылды: әсәйем менән Гөлсөм апай Белоретҡа һатырға алып китергә әҙерләнгән көнбағыш тоғон йәшерәләр... Тентеү... Сәмиғуллин аҡты ҡаранан айыра белмәһә, кеше яҙмышына битараф булһа, беҙҙе шул саҡ иҫкәртер инеме лә ҡатыны, тәкәббер булһа, үҙе килеп ярҙамлашып йөрөр инеме?!

Ҡарлуғастар бала осора. Күк аяҙ. Тыныс. Тормош дауам итә. Заяға үтмәне, тимәк, Сәмиғуллиндың ғүмере.

57[edit]

Ваҡыт йылғаһының ағышы туҡтамай. Ғаләм ҡапҡаһын егерме беренсе быуат асып инде, ғәрәсәтле туҡһанынсы йылдар Рәсәй тарихында йылъяҙма булып ҡалды. Кешелек аҡылы ул йылъяҙманы, ҡатлы-ҡатлы кәртләнсектәй итеп, ҡабат-ҡабат асып ҡараясаҡ, фәһем аласаҡ әле.

Илдең яҙмыш кәмәһе ҡомға төртөлгән хәл иткес мәлдә Борис Ельцин властан баш тартты. Яңы етәксегә, Владимир Путинға, күҙ терәнек. Рәсәй хәйерселектең сигендә баҫып тора. Туҡһан һигеҙҙең авгусындағы дефолт арҡаһында, былай ҙа бартер менән көн күргәндә, аҡса өсләтә осһоҙланды. Халыҡтың йәшәйеш кимәле буйынса Рәсәй донъяла 68-се урындабыҙ. Ә 2000 йылда Ельцинға «Президент марафоны» тигән китабы өсөн халыҡ-ара әҙәби премия бирелде. Заманында Горбачев Нобель премияһы алғайны...

Быуат башында шәхси тормошомда шаңҡытҡыс ваҡиғалар уртаһында ҡалдым. Даниярыбыҙ юрислыҡҡа уҡырға инә алманы, армияға китте. Ярар, өлгөрөр, һалдат хеҙмәтен атҡарып, сынығып ҡайтыр, тине атаһы. Йәғни, быға бик борсолманыҡ. Әммә, күп тә үтмәне, беҙҙе аптырауға һалған хәл килеп тыуҙы - улыбыҙға бәйле.

...Декабрь урталары. Кис. Шәмгә ут алған саҡ. Тышта ыжғыр буран, тәҙрәгә ҡар һылашҡан, үтеп-һүткәнде күрерлек түгел. Кемдер тәҙрә шаҡыны кеүек? Ишеккә йүгерҙем, Фатих дауаханала, тип әйтергә. Был сәғәттә ни, уны эҙләп килгәндәрҙер. Тупһаға уҡ сығып баҫтым, бер кем дә юҡ. Кире инеп китәйем тиһәм, бер һын шәйләнде.

– Инегеҙ, соланға ҡар тула! – тинем дә көтөп торам. Атаҡ, Фатих менән эшләгән медсестра? Халат ҡына кейгән, ҡалтырап төшкән үҙе. Өшөгәндер. Өйгә индереп, халатын систереп, ҡағып элдем дә сәй ҡуйҙым.

– Даниярҙан бер-бер насар хәбәр килдеме әллә? – Ҡурҡҡаным шул даһа. Был ҡыҙҙың улым менән хатлашыуын беләм. Армияға күҙ алдында оҙатып та ҡалды.

– Юҡ, уның өсөн борсолмағыҙ, – тине ҡыҙ, үҙе дер-дер ҡалтырай, – минең башыма ҡайғы төштө!

– Ниндәй ҡайғы, уф, балаҡай?!

– Фатих Рамазанович юҡта килдем, һеҙгә әйтергә... – Шунан был ҡысҡырып иларға тотондо, тыйып та алып булмай.

– Нимә булды, әйт! – Ҡаты итеп өндәштем.

– Ауырға ҡалғанмын... – Йығылып китә яҙҙым. Ниңәлер, ошо баланы әүрәткәнме Фатихым, тигән уй ҡаҙалды мейемә. Әлдә шул минутта ҡыҙ өҫтәп ҡуйҙы: – Даниярҙан.

Өҫтөмдән тау ишелеп төштө, биллаһи! Ҡапылда шатланып уҡ китмәһәм дә, күҙ алдарым яҡтырҙы, зиһенем асылды кеүек.

– Шулмы ни ҡайғың, иҫәүән! Исемең иҫкә төшмәй тора?

– Сөмбөл. Иҫәүәндең иҫәүәне мин, һүҙегеҙ хаҡ, апай.

– Нишләмәкһең?

– Фатих Рамазанович мине уволнять итһен дә, ҡайтып китәйемме икән, тим. Отработкамды үтмәһәм, артабан институтҡа инеүе проблема буласаҡ.

– Ҡайҙан әле һин? Өфөнәнме?

– Эйе.

– Үҙегеҙҙә эшкә ҡалып булманымы?

– Атайым троллейбус йөрөтә, әсәйем – кондуктор. Танышлыҡ кәрәк хәҙер ҡалала урынлашыу өсөн, йә – аҡса... Бер йыл эшләрмен дә институтҡа керермен тигәйнем.

– Етер, илама! Урыҫ әйтмешләй, потерявши голову, о волосах не плачут. Шулаймы?

– Данияр...

– Йәшермәй әйт, әллә ул һине...?!

– Юҡ, апай, юҡ! Өйләнәм тигәйне, үҙем ҡаршы төштөм, армияңдан ҡайтҡас та өлгөрөрбөҙ, тип. Белгәнме ни ошолай килеп сығырын! Уңарсы сәйнүк ҡайнап сыҡты. Ҡыҙҙың битен йыуҙырып, бергәләп сәй эсергә күндерҙем. Күҙемә тултырып ҡарап тик ултыра. Яуап көтә. Ә мин – ике ут араһында: был бала ла йәл, улым да. Ун һигеҙ йәшенән атай булып, киләсәген кәртәләп ҡуйырмы? Әлегә Сөмбөлдө, ярар, Фатих Рамазанович ҡайтһын да, кәңәш-төңәш итешербеҙ, борсолма, тип оҙатып ҡалыуҙан ары китә алманым. Ошомо икән Арҡайым шаманкаһының юрауының юш килеүе? Һине һынау көтә, тип шыбырлып ҡалғайны…

Фатих иртәгәһенә үк ҡыҙҙы етәкләп алып ҡайтты. Үҙебеҙҙә йәшәтергә һөйләштек, Данияр армиянан ҡайтҡансы. Харис дуҫыбыҙ аша һөйләшеп, улыбыҙҙы өс көнгә ҡайтартып, загслаттыҡ.

Ейәнсәребеҙ тыуҙы. Айһылыу тип исем ҡуштыҡ, июндең йылы, айлы бер төнөндә, донъяға килеүен иҫтә тотоп. Киленем сая холоҡло булып сыҡты, быйыл да институтҡа инмәһәм, училищела алған белемемде тоҙлайым, имтихан биреп ҡарайым әле, тине лә Өфөгә китте лә барҙы. Инде. Ҙур конкурстан үткән ерҙән, нисек кире ҡайтараһың уны? Ике айы ла тулмаған сабый күтәреп торҙом да ҡалдым. Стажым етерлек, сәбәбе етди, тип, пенсияға алданыраҡ китергә тура килде. Ҡоҙа - ҡоҙағыйым беҙҙән йәшерәк, ҡырҡтан саҡ уҙғандар, ҡулдарында мәктәп йәшендәге ике малайҙары бар, уларға нисек көс төшөрәһең?

«Шаңҡытҡыс ваҡиғалар», тигәйнең? Был ымды ныҡышмал «үҙем» бирә, күпме оноторға теләһәм дә, оноттормай…Ярар һуң, ул йән яраһына ҡабат – ҡабат ҡағылмаҫтан, ҡағыҙға төшөрөп ҡуяйым, бәйәндәрем дә китек булмаҫ?!

…Әлмисаҡта, имеш, ир менән ҡатын бер бөтөн булған: бер муйында – ике баш, бер кәүҙәлә – дүрт ҡул, дүрт аяҡ, ике төрлө енес ағзаһы. Икәү булғас, баштар бөтә тирә-яҡты күҙ уңында тота, береһе йоҡлаһа, икенсеһе уяу; дүрт ҡул арыу-талыуҙы белмәй, дүрт аяҡ шәп йүгерә, ике енес тоҡом ишәйтер өсөн йәпле – башҡа бер ерҙән пар эҙләйһе түгел. Әлеге ҡуш заттан Олимп аллалары шөрләй башлаған бер килке. Зевс, мин был бәндәләрҙең көс-ҡеүәтен нисек кәметергә беләм, тигән дә йәшен ҡылысы менән кәүҙәләрен урталай ярған да ҡуйған. Шулай ир менән ҡатын айырым затҡа әүерелгән.

Уҡығайным ҡасандыр, фәһем бирмәгәйнем. Ә мейемдең йыйырсалары юймаған, һаҡлаған. Берҙән – бер көндө ошо хикәйәтте тормош алдыма килтереп ҡуйыр ҙа, ундағы фекерҙең тәрән сөңгөлөндә хәҡиҡәт ҡылысы ятҡанын иҫбатлар тип кем уйлаған?! Башта… Башта Мөхәббәт мине үҙенең Зевстан да көслөрәк икәненә ышандырҙы. Фатихым менән йөрәгебеҙ унисонда ҡаға, уйҙарыбыҙ уртаҡ. Ҡаныбыҙ ҡушылған - кесе йыһанымда тере орлоҡтар ҡауышҡан, балалар яралған… Йәшәй килә, иремә сатма – сат береккәнемде, уның менән бер бөтөн икәнлегемде тойҙом. Шуға инандым. Йәремдең йән – тәненән айырыр өсөн минең һәр күҙәнәгемде уныҡынан ҡанһыратып аҡтарып алырға кәрәк тәһә?! Һәм шул һынауҙы бирҙе миңә Яҙмыш ғәлийәнәптәре: йә, урталайға киҫә сабып, үҙемде иремдән айырырға, йә…

Бынан егерме йыл элек һиҫкәндереп – һағайтып иҫеп үткән ел ише генә бер хәбәр яңынан әйләнеп ҡайтты ла, хәсиәтемдә ғәрәсәт ҡуптарҙы, һил тормошомдо тетрәтте.

…- Апа, «лично в руки», тиелгән, Ҡарабулатова Нурияға? Һин ҡыҙ фамилияңда йөрөйһөң дәһә - Аҡсурина? «Заказной», бына ҡул ҡуйып алығыҙ… – Фәриҙә өйгә үк инеп ҡулыма тоттороп китте был хатты. Кемдән икән? Хәҙер хат яҙышыу бөтөп бара , телефон, интернет… Конвертты асырға ҡулым тартмай торҙо. Кеҫәмә һалып ҡуйҙым да аласыҡтағы икмәк мейесенә ут яғырға сыҡтым, ҡамыр ҡуйғайным. Ҡайын утын тиҙ үк дөрләп тоҡанып китте, оҙаҡ ҡына утҡа ҡарап торҙом- төрлө сүрәткә инеп өлпөлдәгән ялҡын телдәренең сихри бейеүе гелән дә шулай арбай мине.

Ҡыҙыҡһыныу ҡотҡоһона бирелеп, кеҫәмдән теге конвертты тартып сығарҙым. Астым. Тәүге юлдарына күҙ һалыу менән йөрәгем терт итте: Зоянан! Ирем ординатурала саҡта: «Фатихты көтмә, ул мине ярата», - тип хат яҙып, күп тә үтмәй, һүҙен кире алғайны:»Ҡурҡма, беҙ, бер төркөм ҡатын – ҡыҙ, һине һынап ҡараныҡ. Ирең суфый булып ҡылана, шуға үс итеп». Ғәрлегем алҡымымдан алғайны ла, сигендем: ҡайтҡан араларында, Фатихтың күҙҙәренә текләп – текләп ҡараным, хыянат шәүләһен күрмәнем. Хат хаҡында иремә әйтмәнем, хатта минән тамсы ла серен йәшермәгән тоғро Әсмә әхирәтемә лә сиселмәнем – тәкәбберлегем еңгән…

Зояның яңы хатын ике ҡат күҙем менән һөҙөп сыҡтым, әммә төшөнмәйем – аңым бикле. Өсөнсөгә уҡыйым: « Һаумыһығыҙ, Нурия! Мин – Зоя, хәтерләһәң? Тура һиңә яҙам, Фатихҡа белгертмәй тор. Ошоғаса тауыш бирмәгәнде, хәҙер ҙә борсомаҫ инем, әгәр… Улым атаһын таптыра! Мин «Скорый» врачы инем, теге саҡта. Фатих ярты ставкаға эшләп йөрөнө. Оҡшаттым уны. Ошондай ирҙән бала тап ине, тигән уй башыма инде лә ултырҙы. Утыҙҙан уҙғанмын, яңғыҙмын. Күңел тартылған кешене осратманым, Фатихтан бүтәнде. Уның үҙемдән күпкә йәш, ғаиләле икәнен беләм… Ул мине бары өлкән коллега күреп ихтирам итә. Ә бер көндө - өмөт бит, тәүәккәлләргә булдым. Шунан алда, Фатихтың атаһы ҡапыл вафат булып ҡуйғайны, һикһәненсенең апрелендә.

Зояның яҙғандарын эстән ялғап – ялғап китәм: улы ҡайтып етеүгә, ҡайным яҡты донъянан үтеп киткәйне… Бесәнгә тип лапаҫ башына менгән еренән, тайып китепме, йығылып төшкән. Елкәһе менән тимергә бәрелгән. Уҡырға китмәһәм, янында булһам, тип ныҡ әсенде Фатих. Әүхәт ағайҙың , елкә тамыры өҙөлһә, бөттө инде ул, ҡустым, тигәнен йыуатыу һүҙе тип кенә ҡабул итте, шикелле.. .

Ахырҙа ятлап алдым хатты. Иреңдең ҡайғылы сағынан файҙаландым, тигән. Албаҫты! Дежурҙан һуң өйөнә алып ҡайтҡан, ашатҡан - эсергән… Минән ни кәрәк һуң был Зояға? Фатихтың ике- өс бөртөк сәсен һалып ебәреүемде һораған, ДНК экспертизаһына. Улымдың бер мохтажлығы ла юҡ, армияла булды, техникум тамамланы, эшләп йөрөй, йәғни алимент юлламайым, имеш. Был турала әлегә уға әйтмәнем, асыҡланғас, аңлатырмын, атаһының фотоһын күрһәтермен, исмаһам, тигән.

Асырғанып китеп, хатты конверты – нийе менән утҡа бәрҙем. Ҡағыҙҙың гөлт итеп тоҡанып, бөгәрлөнеп ҡарасҡыға әйләнеүенә иҫемә килдем: адресы?! Бер генә атама хәтергә эләгеп ҡалған – Чебоксар…

Ауырға ҡалғанлығымды белгәс тә тыуған яғыма ҡайтып киттем, тип яҙғайны. Сыуашстанға, тимәк. Маҡсатына ирешкәс ни… Туҡта! Хат менән фото ла бар ине, уныһын икенсе кеҫәмә һалғайным, ҡарап та тормайынса. Бына лаһа – күҙ һалдым… Ҡалғанын томанлы хәтерләйем.

-Әсәһе! – Айһылыу уянған. Ана, тәҙрәнән ҡарап тора, иламаҫ борон инә һалайым, йәме. Фатихтың тауышы миңә тәнемде үтәләйгә тишеп үткән уҡтай тәьҫир итте: шулай ауырталыр ҙаһа уҡ тейһә? Ғазабым тышҡа сыҡты:

- Аһ-һ! –Зиһенемде йыйып алдым. Утым янып бөткән, күмере көлгә ҡалып бара, тиҙ генә тәртешкә менән мейес ауыҙына тартып өйҙөм. Һикелә ултырған күнәгемә күҙ һалдым, ҡамырым ҡабарып ишелеп төшөп килә. Ҡулымды ышҡып – ышҡым йыуҙым да, әйтерһең, теге хаттың бысрағы йоҡҡан, ҡамырҙы еңелсә баҫҡылап, табаларҙы майлап мейес ипкененә теҙеп ҡуйҙым. Туҡмас таҡтаһына он һибәләп, әпәкәй әүәләй башланым. Ҡулым был эштәрҙе үҙенән – үҙе эшләй, ә уйҙарым -әллә ҡайҙарҙа…

Табаларҙы мейескә ултыртҡас, һике ситенә барып ултырҙым да, Ҡыҙылъяр ятыуына сумғандағы иге тәрән итеп тын алдым һәм тағы теге фотоға ҡараным: Фатихтың йәш сағының күсермәһе! Төҫлө фото булһа, беленер ине, күҙҙәре зәңгәрме икән? Нимәгә хәжәт анауы Зояға экспертиза – бына лаһа иҫбатлама.

Утҡа ташланырмындай. Янмам - үҙем тотош утмын даһа, күкрәгемдә гүйә вулкан ҡубарылған. Тәрән сөңгөлгә ырғырҙаймын. Батмам - үҙем даръямын, ташты уй - хистәрем, ярҙан ашты. Хыянатсы! Фатихтың күҙенә бәреп әйткем, сикәһенә сапҡым, алама һүҙҙәр ҡысҡырғым килә! Көттөрмәне, теге Канаки халҡының легендаһы булмышымды аңдый һалды: асылыңда йылан еңеп бармаймы?

- Әсәһе, беҙ асыҡтыҡ, көтөп көтөк булдыҡ! – Фатихты ла, Айһылыуымдың ҡартатаһына: «Та-тай, та-та-тай», тип татылдауын да аңғарам - апаруҡ тынысландым, буғай. Өйгә ыңғайланым. Фатихҡа аш һалып бирҙем, үҙем, бутҡа ашатҡан булып, гелән ейәнсәрем эргәһендә ҡыялдым. Нисек тә күтәрелеп ҡарамаҫҡа, һүҙ ҡатмаҫҡа тырыштым иремә. Ул быға аптыраманы, Айһылыуҙың уғата тынғыһыҙ, саҡ бер йәшен тултырған мәле.

Төнгөлөккә, бала ниңәлер мыжып тора, тигән һылтау менән үҙемә түшәкте ейәнсәремдең карауаты эргәһендәге диванға йәйҙем. Ауыл йоҡоға талды. Тышта- яп-яҡты, йәйҙең айлы төндәренең береһе. Ҡаршы тәҙрәнән Уҡтау һонолоп ҡарай, пәрҙәне тартмағайным. Ошондай аҡ төндәрҙә шағир шиғыр яҙалыр, композитор йыр сығаралыр. Ә мин ҡарар ҡабул итергә тейешмен. Нишләргә? Яһил «үҙем» иркенгә сыҡты был арала, ғәрләндерә,сәнсә, үсләндерә: Фатих битеңдән көлгән! Әллә ниңә Маһибикә апай иҫкә төшә - ҡайһылай яфаланған , бахырҡай.

…Өнөммө - төшөммө, бер күгәрсен миңә суҡышына эләктереп хат ташый. Ҡайын туҙына яҙылған хаттар. «Һин – бисә, үҙең изге, үҙең иблисә, Һин – балаңдың да әсәһе, иреңдең дә әсәһе, атаңдың да әсәһе, һин – кешелектең әсәһе….” Кемдән? Уҡтау ҡаяһында ҡанатлы һын шәйләнә: үҙе ҡатын, үҙе ҡош – шул ебәргән, имеш, был сәйер хатты.

Шул мәл әтәс ҡысҡырҙы. Һаташҡанмы, күктә Сулпан да ҡалҡмаған әле? Баяғы халәттән айырҙы, ә ҡыҙыҡ ине… Таныш бит миңә Уҡтау башындағы зат – Изида, боронғо Мысыр алиһәһе. Яҙмышым минән уны оноттормай. Афғандан ҡайтҡас, Мусанан тәүләп ишеткәйнем, Арҡайымда ғалимә Люсянан төпсөнгәйнем һәм өс йыл элек, Мысырға сәйәхәт ҡылғанда, эҙҙәрен юллағайным. Пирамидаларҙы күрҙем, дөйәгә атланып йөрөнөм, ә Изида ҡорамын барып күрергә форсат сыҡманы. Әммә алиһәнең шул ҡорамда торған статуяһының фотоһын, һүрәттәренең күсермәһен ҡулға төшөрә алдым. Боронғо рәссам Изиданы төҫө - башы ҡатын сүрәтендәге инә ыласын итеп һүрәтләп ҡалдырған икән. Тиктәҫкә генә килеп инмәгәндер ул минең иҫ юҫығыма? Һин – тәү әсә, тип ишара биреүен төпкө аңыңа баҡ, иң изге, мөҡәддәс асылыңа ҡайт, шунан ғына хөкөм ҡыл башҡаларға – шуны әйтергә теләгәнме?!

Бәс, мин үҙемде хөкөмдарға һанағаным да юҡ. Асыуым ҡабарҙы ғына. ”Асыу - аҡыл дошманы, ҡолоҡасым!” Ҡартәсәйем мәҡәл әйтәме? ”Сабырлыҡтың төбө - һары алтын”- өләсәкәй һамағы. “Айырылыу – ҡанатың ҡайырылыу”- әсәйем, өс бала тапҡан иренән тороп ҡалыуы еңел булғанмы ни уға?!“ Бер һөйгәнем өсөн алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн“- Татар әбекәй. ”Мөхәббәт уты тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, тигәндәре дөрөҫтөр…” - Фариза еңгәм… Әй, ғәзиздәрем! Ҡурсалайһығыҙ, тоям. Аҡылымдан юйҙыртма, ҡартәсәй! Сабырлыҡ өҫтә, өләсәкәй! Бәплә ҡанатымды, әсәй, һыйындырсы! Ят берәүҙе иремдең балаһы итеп һөйөргә, үҙ итергә көс бир, Татар әбекәй – Йәнкиҫәк! Мөхәббәтемдән дүнмәҫкә, көнләшеү утында көл булмаҫҡа өйрәт, Фариза еңгәкәйем!

Иртәнсәк мал-тыуарҙы көтөүгә үҙем ҡыуҙым.Ҡолағымды ҡарпайттым: бер-бер һүҙ тишмәҫтәрме? Юҡ. Чебоксарҙан хат килгән икән, тип һораусы булманы. Бер сәйәхәттә танышҡан ҡатын яҙған, тип алдар инемме икән? Ауылдың йүкә телефонына эләкмәгәнмен, улайһа. Ә ул телефон спутник бәйләнешенән дә шәберәк эшләй, уға һауа торошо ла ҡамасау түгел, боҙолмай ҙа иҫкермәй ҙә!

Зояның үтенесен үтәнем. Фатихтың елкә сәсен гелән үҙем ҡыра инем, был юлы оҙонораҡтарын да эләктереп алдым. Шунан конвертҡа һалдым да почтаға илттем. Китте ДНК –ға, Чебоксарға. Башта яуап яҙ, тип Зояны иҫкәрткәйнем, барыбер шөрләйем, улын етәкләп ауылға килеп төшһә, тип. Фатихҡа әйтергә телем бармай, экспертиза һөҙөмтәһен көтәмсе, теге фотоны күрһәм дә?

Почта килер сәғәтте белгәс, көн дә шул ваҡыттараҡ ихатаға сығам, Фәриҙәне һағалайым. Ниһайәт, Чебоксарҙан хат килеп төштө. Был юлы артыҡ көйәләнмәнем, конвертты ипләп кенә астым да уҡырға тотондом. Барыбер тетрәндем. Зоя һымаҡ та ҡатындар була икән донъяларҙа?! Ҡапылда кем тип тә әйтеп булмай ундайҙарҙы – хәйләкәрме, экерлеме, иманһыҙмы?

“ Нурия, ҡыуан, Фатихтан түгел икән улым. Мин шул осорҙа, балаһыҙ тороп ҡалыуҙан ҡурҡып, бер ыңғай ике егет менән йөрөнөм. Фатихың - өсөнсөһө, осраҡлы ғына килеп керҙе ҡуйынға, бер тапҡыр ғына. Ҡайғыһын уртаҡлашып, өйгә сәй эсергә тип алып ҡайттым да, әмәлләнем, галлюцигенлы төнәтмә эсерҙем. Ул мине һин икән тип уйланы. «Бик һағынғас, бик һарғайғас, Нурия, килдем һине күрергә…» Танышмы? Мәңге иҫемдә ҡалды ошо һүҙҙәрҙе көйләп ҡосағына алғаны! Һиңә арнап сығарғанмы шул шиғырҙы? Их, бәхетлеһең, ҡәҙерен бел!

- Йыр ул! Халыҡ йыры! Беҙҙең йыр! – Ярһып ҡысҡырҙым да ебәрҙем.Үҙ тауышымдан үҙем ҡурҡтым. Ә теге фотоһүрәт? Баҡһаң, Зоя коллектив фотонан Фатихтың һүрәтен ҡырҡып алып, икенсе кейем кейҙертеп, яңыртып эшләтеп алған. Ямандың күперенән үткәнсе, ярҙан ос, тиҙәр, ысын икән. Ышандырҙы лаһа, саҡ үҙемдең күперемде яндырманым!

Ахырҙа Фатихҡа һөйләнем был борма- борма хәлдәрҙе. Тәүге хатты алғас та йәшермәҫкә булған. Һигеҙбөгөл йылғаһы шикелле алдыма килер ҙә ятыр, килер ҙә ятыр Зояның хаслығы, хәсрәт кистерер тип кем уйлаған? Тоғролоғон һаҡлай алмаған Фатихым. Ҡайғылы… Әмәлләнгән… Ауға эләккән… Миңә бер генә һүҙ ысын - хыянат! Оҙаҡ, бик оҙаҡ таланы йәнемде ул һүҙ…

Был юлы Әсмәгә асылдым. Үҙемдән бигерәк борсолоп китте: ”Фатих машина менән алып барһын, сәсрәтәм мин ул ҡара йыланды, күҙләштерәм! - тип ярһыны. Шунан, һыуына төшкәс: - Ярар, йәшәһен, асыҡлап ҡабат яҙырға аҡылы еткән дәһә, тине лә, ултыра төштө:- уф, ҡыҙый, ысынлап та йылдар буйы башыңдан көлһә, һөйәркәһенән балаһы булһа, нишләр инең?! Оторо ғәрсел бит һин. Былай ни, осраҡлы ғына, яңылыш ҡына – сихырланым, тигән дәһә ул аҙғын бисә…” Әхирәтем менән һөйләшкәс, илашҡас, еңелерәк булып ҡалды. Уға ошо йәшемдә, һынау аша йырып сыҡҡандан һуң: “ Ҡыҙый, аулаҡтарҙа апайҙарҙан ишеткән “Һөйгән – һигеҙ, йән теләгән – бер” тигәнде саҡ аңланым”- тинем. “ Әсмә: “ Йән теләгән йәр миңә Әшрәф булды. Артур - беренсе хис, Сабир әйтмешләй, репетиция булғанмы икән ни? Иҫән булһа, балалай итеп ҡарар инем, барыбер.” – тип, тағы уйға һалды. Эйе, тормоштоң табышмаҡтарын сисеп бөтөрөлөк түгел…

Күпме ғүмер эсемдә ҡылйыландай ҡымжып-ҡымжып алған кисерешемде тышҡа сығарғас, еңел һулап ҡуйҙым. Хәҙер генә ҡылйылан ул, ә ваҡытында тынымды быуған баҫырау йылан ине! Яйлап кесерәйҙе, ағыулы теше төштө. Сөнки мин үҙем – рухым ҙурайҙылыр. Дәғүәләре менән йәнемде теткән «үҙемдәрҙе» еңә алдым. Барыбер юйып ҡына ташлап булмай шул хәтер яҙмаларын - магнитофон таҫмаһы түгел дәһә…


- Ҡартәсәй! Ни өсөн быуат башында туҡтап ҡалған һинең бәйәндәрең, әйтәйемме? – Айһылыуым даһа, ишектән инешләй үк хәбәр һалып килә. - Минең арҡала. Ваҡытһыҙ килеп тыуғанмын да…

- Әллә шул ике арала баҫып та бөттөңмө?

-Бөттөм. Принтерҙан сығарҙым, мә! – Аҙна ла үтмәне уға ҡорап-ҡоршап ҡуйған дәфтәрҙәремде биреүемә, компьютерыңда эш итеп бир, минән ҡала, нәҫел бағы һин булырһың, тип. – Күпме тарихтар һыйған бәйәндәреңә! Артабанғыһына борсолма, үҙем дауам итермен, был быуат – минеке!

Ҡыҙыма ла, улыма ла теймәгәйне был баланың өлөшөнә төшкән әпәүләп бағыу, күңел һандығындағы хазиналарҙы һиҙиәләү – үҙем үҫтерҙем дәһә. Данияр армиянан ҡайтыу менән кәләше янына Өфөгә һыпыртты, милицияға эшкә инде, шул һөнәргә артабан уҡымаҡсы. Шунан ни…

- Шунан ни,- тип ялғап алып китте Айһылыу, эсемдән генә барлағанды ишетеп торғандай,- миңә ете йәш тулғанда, диплом тотоп ҡайтып төштө былар: береһе – врач, икенсеһе – юрист. Әсәйем эшкә дауаханаға урынлашты, атайым – Ишбирҙе бабайҙы алмаштырҙы.

- Ата-әсәң хаҡында «былар» тиергә, ҡайҙа итәғәтең?

- Һинең ролеңә инеп киткәнмен, ҡартәсәй, әрләмә. Ана шулай ауыҙымды ла ябып ҡуя ейәнсәрем.

- Бәйәндәреңде дауам итәм, тигәнеңә аптырап торам әле,- һүҙҙе икенсегә бора һалдым.

- Ослап ҡуй, әтеү, - тине Айһылыу өҫтәлдә ятҡан папкаға ымлап, - анауында яҙып һалғылағаныңды беләм, ярты юлда ҡалдырма, бәс.

– Бәс. Ошо осор былай ҙа яңы быуатта булған хәл-әхүәлдәрҙе хәтеремдә әүәләп йөрөүем: башымдан кискәндәрҙе ил-ҡәүем яҙмышы менән бәйләп, зиһен күҙәүәнән үткәреп. Һәр көндөң, һәр ҡылыҡтың үҙ баһаһы...

– Ә миңә, һинең һымаҡ, берәй ҡисса яҙам тиһәм, ҡайҙа геройҙары? Һеҙҙең заманда ғына булған бит ул романтик тарихтар.

– Бына һиңә, әйттең һүҙ, ҡолоҡасым. Атайың менән әсәйеңдең мөхәббәтен генә ал...

– Юҡ, ҡартәсәй, мин һеҙҙән башлайым! «Нурия вә Фатих ҡиссаһы» – яңғырай бит!

– Һы... Бар, атайың ҡайтыуға үҙегеҙҙә бул, сәй ҡуя тор, исмаһам. Әсәйеңдең ҡасан өйгә йоғорон кем белә, табиптың ни уның.

– Килешкәндәр инде, минекеләрҙе әйтәм, атайымды ла төн уртаһында юллап киләләр ҡайһы саҡта.

– Биш ауыл ҡараған ауыл Советының участка милиционеры бит ул, бәс. – Айһылыу, был хаҡта ишеткән бар, тигәнде аңлатып, ашығып китә һалды.

Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәй, эйе, бәйәндәремә әйләнеп ҡайтыу фарыз. Аманати бурысым. Ейәнсәрем килтергән әҙер өлөштө ҡараштырҙым: хатаһыҙ ғына баҫҡан. Бәғзе урындарҙа ғәжәпләнеп тә ҡуйғыланым, мин яҙғанмынмы быны, юҡмы тип – ваҡиғалар үҙ артынан эйәрткән… Шунан теге папкамды асып ҡыштырҙатырға тотондом. Иң өҫтә Фатихтың хыянаты хаҡында яҙылған ҡағыҙҙар ята – улар мине йыландай сағып алманы, ысынлап та ҡотолғанмын шул язанан!

Артабан аҡтарынам папкамда. Һарғая төшкән гәзит килеп сыҡты – райондыҡы. Бер мәҡәләнең аҫтына һыҙып ҡуйғанмын, авторы – Ләйсән Дәүләтова, Әсмә менән Әшрәфтең төпсөк ҡыҙҙары. Ул саҡта унынсыла ғына уҡып йөрөгән шул баланың аҡылына һоҡланғайным һәм халыҡтың “наҙандан наҙан тыуа” тигән бер әйтемен шик аҫтына алғайным, ата-әсәһе әллә ни белемле түгел дәһә. Хәйер, тәбиғәт уларҙың икеһенә лә донъяуи аҡылды сумырып биргән. Дуҫтарымдың биш балаһы ла тормошта үҙ урынын тапты. Артурҙары экономист булараҡ, тотош ғаилә бизнесын хисапта тота, Наримандары ауылда юҡ һөнәрҙә – физик- ядерщик, Себерҙәге ниндәйҙер ғилми үҙ Әшрәфтәрҙең дә биш балаһы ла тормошта үҙ урынын тапты. Артурҙары экономист булараҡ, тотош ғаилә бизнесын хисапта тота, Наримандары ауылда юҡ һөнәрҙә – физик- ядерщик, Себерҙәге ниндәйҙер ғилми үҙәктә эшләй, Сыңғыҙ менән Раушания техникум тамамланы, береһе – механик, икенсеһе – кондитер, ауылда ҡалып, өлкән ағайҙарына һыйындылар, ә Ләйсән – социолог. Әйткәндәй, әхирәтем әкренләп ирене Әшрәфенә. Бер серләшкәндә асылды:

– Күңелдәге теге ярам бөтәште, ҡыҙый.

– Һыҙып күрһәт, анау ваҡыттағыса, – тип алдына кәсә, ҡағыҙ - ҡәләм, ҡайсы килтереп ҡуйҙым.

– Ҡайсыһы кәрәкмәй! – Әсмә кәсәне түңкәреп ҡуйып түңәрәк һыҙҙы, дүрткә бөкләне. Теге юлы һымаҡ бер бүлкәтте киҫеп ырғытманы, шунда биш йөрәк һүрәте төшөрҙө лә: – Улар тоташтырҙы түңәрәкте ҡабат, – тине.

Ҡайтанан уҡып сыҡтым Ләйсәндең мәҡәләһен, ҡайтанан һоҡландым:

“Башың булғас, нисек уйланмайһың?! Ил яҙмышы – үҙ яҙмышың. Мин – Толпарлым – Башҡортостаным – Рәсәйем – Ерем – Йыһаным: бер-береһенә кендек илә бәйле! Үҙеңде Оло йыһандың бер өлөшсәһе итеп тойоу һәм ошо ябай һәм гениаль гармонияны аңлау өсөн беҙгә, кешеләргә, аҡыл бирелгән, ҡылған ғәмәлдәреңде үлсәү өсөн аңға намыҫ һағауылы индерелгән, әхлаҡ ҡыҫалары ҡуйылған! Сылбыр итеп теҙһәм– алгебра, үҙемде үҙәккә ҡуйып, түңәрәк эсенә алһам – геометрия. Был фәндәрҙе кеше абстракция өсөн генә уйлап тапмағандыр ҙаһа?! Ә үҙеңдең йыһани үлсәмдә лә мөһим берәмек икәнеңде белер өсөндөр ҙә? Оло йыһан – галактикаларҙан, улары бихисап планеталарҙан тора. Ер – Ҡояш галактикаһында, уның шәхсән үҙ орбитаһы, үҙ урыны. Һәм быны, Юғары көс ихтыярын, боҙоу мөмкин түгел һымаҡ, әммә Ер яҙмышы әҙәмдәрҙең үҙенә лә бәйле: тупланған барлыҡ ҡорал, тәү нәүбәттә атом энергияһына ҡоролғаны, бер ыңғай ҡулланылған осраҡта, планетабыҙ күсәренән ысҡынасаҡ һәм йәһәннәмгә осасаҡ. Һөҙөмтәлә тотош галактика, Оло йыһан тетрәнәсәк. Тәбиғәтте тәләфләү, унан алыҫлашыу кешене һаңғырау, һуҡыр итә! Хайуандар, үҫемлектәр телен аңлаған, ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткән, ете диңгеҙ аръяғында ни күстәрелгәнен күргән-белгән әкиәт геройҙары ҡасандыр, бәлки, ысын ғәмәлдә булғандыр? Әкиәттәр төпкө хәтерҙәге ассоцияциялар ауазылыр?!.»

Мәҡәләңде мотлаҡ бәйәндәремә үреп ебәрәсәкмен, Ләйсән! Яҙғандарың күңел халәтемде Рауил Бикбаевтың шиғырына алып барып тоташтырҙы:

“ … Тыуыр әүлиәләй ҡатындар,

Тик рух тере ҡалһын халҡымда.”

Бына тағы бер тәьҫорат киҫәге. …Кухнябыҙҙа тәүлек әйләнәһе һөйләп торған радиоға ҡолаҡ һалдым.

Йәш кенә чечен ҡатыны халыҡ уртаһында үҙен шартлатҡан, унлаған кеше һәләк булған. Гөлсирендең бер шиғырын иҫләп, йөрәгем өтөлдө:

Ут эсендә кеше сыныҡмай ул,

Есеме бит түгел тимерҙән!

Чечнялағы әсәләргә ҡара:

Утта янып һүнгән күмерҙәр…

Боронғо грек философы Платон (башҡорттар уны фәйләсуф Әфләтун тип белгән) сәйер фекер яҙып ҡалдырған: «Һуғыштың ахырын үлгәндәр генә күргән». Төрлөсә һаплап ҡараһам да, төбөнә төшөп аңлап етә алманым. Тереләр өсөн яу дауам итә, тимәксе булғанмы ул аҡыл эйәһе? Яҙғандарымдың бәғзеләрен уҡығанда иларҙай булып та китәм. Бына быныһы йылмайтты.

...Айһылыу менән Толпарсыҡҡан ярында ултырабыҙ. Хыялымда йөрөткән әкиәти Шаһимаран менән «осрашҡан»ымды һөйләйем. Ә ейәнсәремә – һөйлә генә, тыңлауҙан һис ялҡмай. Яңы ғына алтыһын тултырҙы. Бөтөп үҙемә оҡшаған, мин дә уның йәшендә ололарҙың һүҙен йотоп ҡына йөрөй торғайным. Шул мәл кеҫә телефоны шылтыраны.

– Әү, Фатих?

– Оҙаҡланығыҙ. Беҙгә ҡунаҡ килде, йәһәт ҡайтып етегеҙ!

– Кем, ҡайҙан?

– Ҡытай тарафтарынан, шуны ғына әйтә торам.

Ашыға төштөк. Земфира дуҫым, имеш. Өс йыл ғына барҙыр күрешмәгәнгә.

- Ҡытайҙан, тине ләһә Фатих, вәт мәрәкә.

– Шул илдән ҡайтып төшөүемә аҙна ла үтмәне, тип һөйләнгәйнем шул.

Өйгә инеү менән шаҡмаҡлы клеенканан тегелгән ҙур сумка күҙемә салынды.

– Һаман шул кәсептәһеңме? – Земфира баш ҡына ҡаҡты ла сумкаһын бушатырға тотондо. Бүләккә алты пар ҡытай сынаяғы алып килгән.

– Матурлыҡҡайҙары! – тип һоҡланды Айһылыу. – Сын-сынаяҡмы?

– Сын-сын... Ә бына былар ҙа ысын, быяла түгел. – Земфира ейәнсәремдең беләгенә оҙонсараҡ формалағы ынйылар теҙелгән беләҙек кейҙерҙе. – Пекиндың үҙенә барҙым был юлы, унда махсус ынйы баҙары бар, шунда булдым.

– Нисек йәшәйҙәр, ҡытайҙарҙы әйтәм?

– Ҡырмыҫҡа кеүек егәрле халыҡ. Ҡасан ғына әле хәйерселектә көн итеүҙәрен иҫкә алғанда, алға китеш унда иҫ киткес.

– Уҙған быуаттың илленсе йылдарында ғына әле крәҫтиәндәре ерҙе ағас һуҡа менән һөргән, ә беҙҙең Толпарлыла батша заманында уҡ ике төрәнле тимер һабаны булған бәғзе хәллерәк кешеләрҙең, – тип йөпләп ҡуйҙым әхирәтемде. Һәм төпсөнмәй түҙмәнем: – Уҡытыусылыҡтан китеүеңә үкенмәйһеңме?

– Башта, тауарҙы елкәгә йөкмәп ташып, баҙарҙа һатып торғанда – ямғыр аҫтында ла, сатнама һыуыҡта ла сыҙағас, хәҙер рәхәтен күрәм. Бәләкәй сумка тотоп ҡына барам, аҡсаны банк аша күсерәм, тауарға заказ биреп китәм дә, уныһы контейнер менән килә. Анһатҡа сыҡтым. Магазиным бар, ҙур сауҙа үҙәктәрендә бутиктарым эшләй. Һатыусыларым үҙемдең күҙ күргән кешеләрем – уҡытыусылар. Тәүҙәрәк уңайһыҙлана инек,таныш-тонош килеп сыҡһа… Ә ниңә, беҙҙе шул хәлгә төшөргән хөкүмәт үҙе оялһын! Тауыҡ кетәгендәй өйҙә көн күрә инем, хәҙер яҡшы фатирым бар, улым ғаиләһе менән коттеджда йәшәй, шәп машинала йөрөй. Уҡытыусылыҡта ҡалһам, шул кетәктән сыға алмаҫ инем. Яңғыҙ башым...

– Һоратыусы бар, ти инең бер осор?

– Тәүәккәлләмәнем. Ҡурҡып ҡалдым бит, беләһең. Ун ҡатын-ҡыҙҙың һигеҙе туҡмалып йәшәй, тип яҙҙылар гәзиттә лә. Донъяһы шундай икән дәһә! Ҡайһы бер илдә хатта ҡатынды нисек туҡмау хаҡында закондар бар, ти, мәҫәлән, Лос-Анжелеста ирҙәргә ҡатынына ике дюймдан да яҫы ҡайыш менән һуғыу тыйыла.

– Биш сантиметр тирәһе. Нәҙегерәге менән, әйҙә, ярһынмы?

– Нурия, мин бер ыңғайҙа күп кенә тауар килтергәйнем, ынйы мунсаҡтар, алҡа-йөҙөктәр – һатып булырмы икән бында? – Земфира һүҙҙе башҡа йүнгә борҙо.

– Ҡартәсәй! Иртәгә Айыусыға барабыҙ, тигәйнең? – Айһылыуҙың нисек һүҙгә ҡушылырға белмәй тороуы ине, яйын тапты.

– Тигәйнем дә… ҡунаҡ бар ҙаһа.

Әсмәне ныҡ һағынғайным, ул гелән тиерлек Айыусыла төпләнгән Артуры менән Сәнә киленендә йәшәй, йылҡыларын шунда, иркенлеккә, күсерҙеләр. Әшрәфте иһә, игенен Толпарлы баҫыуҙарында үҫтергәс, күргеләп торам.

– Улайһа, алыпһатар апайҙың юлы уңа икән, – тине Земфира,– әхирәтеңдең балалары Стәрлелә магазин тотамы һаман.

- Тота.

Айыусыла Әсмәнең бер сиған әбейе менән гәпләшеп ултырған мәленә тап булып, ғәжәпкә ҡалдыҡ. Шунда уҡ Айһылыу йәштәрендәге ике ҡыҙсыҡ та ултыра шырҡылдашып. Әхирәтем мине билемдән ҡосаҡлап күтәреп алды, шулай ҡыуанды. Ул һаман да әүәлге кеүек: төҫ ташламаған, көслө, ихлас күңелле. Теге ҡарсыҡ тиҙ генә йыйынды ла ҡыҙыҡайҙарҙы эйәртеп юлында булды.

– Ошо мәлдә генә өлгөрә торған дарыу үләндәре бар ҙаһа, шуларҙы йыяйым тип һыртҡа күтәрелһәм, бер әбекәй бәләкәй көрәге менән дөр-дөр сәскә тамырын ҡаҙып мәш килә, – тип һөйләй башланы Әсмә уның артынса. – Күҙәтеп торҙом башта: тотош аҡтарып сығармай, ипле ҡылана, йәш тамырсыҡтарын ҡалдыра, орлоғон йыйып күмеп ҡуя, ыңғайына. Белеп кенә тотона был тип, янына барҙым, һаулыҡ һораштым. Сиған әбейе ләһә! Һөйләп китте: «Аптырама, әүәлерәк, беҙ табор менән ошо тирәлә туҡтай торғайныҡ. Мине бәләкәйҙән шифалы үләндәр танырға өйрәттеләр, бына ошо үлән – марьин корень, бик һирәк ерҙә үҫә. Илленсе йылғаса был тирәгә юл төшмәне, шунан кире инде ике-өс йылға бер килер булдым. Октябрь башына юллана инем ғәҙәттә, быйыл ике-өс көнгә иртәләнем. Бына ейәнсәрҙәремә юл күрһәтергә тип эйәртеп алдым. Элегерәк ошонда оло ғына бер ҡатынды осрата торғайным, бик яҡшы белә ине үлән-фәләнде. Һуңғы осор килеүҙәремдә тап итмәнем уны?»

– Ҡартәсәйемде күргеләгәндер ул?

– Мин дә шулай уйланым, ҡыҙый.

Сәнә менән Артур Стәрлегә киткәйне, улар ҡайтҡансы урман күреп килергә булдыҡ. Теге таныш ҡарағай янынан үттек. Артабан йылҡы көтөүе ҡырынан сәтләүек урманы яғына тартылдыҡ.

– Күр әле, күр анау ҡола бейәне, өйөр айғыры тирәләй уралыпмы-урала, төшөнә барып кермәмме, тип өмөтләнә.

– Ә? – Айһылыуҙың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды был сәйер хәбәргә.

– Айғыр үҙе һайлар бейәнең төҫөн төшөндә күрә, имеш, ти. Ана, өйөр башы баҫҡан килеш йоҡлап тора...

Ул да булмай, ейәнсәремдең күҙенә осар тейен салынды:

– Оса! – тип сәпәкәйләне. (Осар тейенде миңә Бүреһуҡҡан олатай күрһәткәйне, тип хәтерем мейемә туҡып ҡуйҙы…)

Кәрзин тотоп алғайныҡ, тултырғансы сәтләүек йыйҙыҡ. Земфираның ҡапҡан сәтләүеге ас булды, күрәһең, төкөрҙө лә әйтеп ҡуйҙы:

– Ҡайһы бер әҙәмдең дә эсе буш икәнен тышынан белеп булмай...

Был һығымтаның беҙгә ҡағылмағанын белгәс, төпсөнөп торманыҡ. Сәнәләр ҡайтҡан, машиналары сигнал бирә ине – шунда ашыҡтыҡ. Шул арала Әсмә ҡолағыма шыбырлап өлгөрҙө: иғтибар ит әле, ҡыҙый, киленем йөклө түгелме икән? Анау сиған ҡарсығы кәрт һалды, ай-вайыма ҡуймай, эсеңде нимә бошорғанын беләм, тип тороп. Улыңдың улы тыуасаҡ, киленең ауырлы, тисе?!

– Бирһен Хоҙай! – тинем.

Земфираның да юлы уңды, хаҡын килешеп, тауарын ҡалдырып китте.

Айыусынан ҡайтышлай, Айһылыу әйтеп һалды:

– Сәнә апайҙарҙың ҡыҙына исем таптым! Роза – сәскәләр королеваһы!

– Сос ҡолаҡ, ишетеп тә ҡалдыңмы? Сиған әбейе, улдары тыуасаҡ, тигәнсе?

– Һы, юлы бер асылғас, улы ла тыуыр, ҡыҙы ла… – Шулай тине, күҙен дә йомманы. Күргән берәү юҡҡа ғына ейәнсәремде «Бәләкәс Нурия» тип һөйөп китмәй, әләйһәң.

Эсемдән генә тәҡрарлап ҡуйҙым: мин – ҡартәсәй! Ниңәме? Бер-ике көн тураһында ғына гәзиттән бер психологтың мәҡәләһен уҡып, үҙемде һынап-тикшереп хитланғайным. Өлкән йәштәгеләрҙе геронтологтар өс төркөмгә бүлә икән: «мыжыҡ ҡарт», «ҡартатай(ҡартәсәй», «бөйөк ҡарт». Абау, мыжыҡ булмам? Бөйөк булырға дәғүәм юҡ. Ҡартәсәй мин – үҙемә алмаш тәрбиәләләүсе!


Был папка әллә ни ҡалын түгел. Тартып сығарған һуңғы ҡағыҙҙың битенә Мостай Кәримдең шиғырын ҡуйғанмын. Яттан беләм уны, аулаҡтарҙа, уҡыусыларым менән әңгәмә уҙғарғанда уҡый торғайным. Әле лә, хисләнеп китеп, ҡабатланым күңелемә хуш килгән юлдарҙы:

Өс мөғжизә мине әсир алды –

Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше...

Анау ваҡытта, ағай-эне ирҙәр советы төҙөп мәш килгәндә, ошо бер шиғыр менән дә еңергә булған икән шуларҙы! Һы...

Ә ҡайһылай ярһып алғайным шул саҡ, әллә берәй ултырыштарына барып, диспут ойошторайыммы, тип. Ирҙәр генә булдыра ала, тип бәғзе һөнәрҙәрҙе һанап, ауыҙымды ябырға тырышасаҡтарын самалап, яуаптар әҙерләнем. Уйымда ул бәхәсте диалог итеп ҡороп та ҡуйҙым хатта:

– Механизатор, шофермы? Һуғыш йылдарында һеҙҙе кем алмаштырған? Ирҙәрҙең һабанға үҙҙәре егелгәнен күргән юҡ, ә ҡатындар егелгән!

– Йыһанға…

– Валентина Терешкова! Светлана Савицкая! Донъя буйынса – 56 ҡатын-ҡыҙ космонавт бар.

– Самолетта…

– Мәғүбә Сыртланова! Советтар Союзы Геройы!

– Фән өлкәһенә, сәйәсәткә үтеп индегеҙ инде...

– Бөтәһе лә ҡулыбыҙҙан килә, ә иң мөһиме, бер ир ҙә булдыра алмағанды булдырабыҙ! Беҙ – бала табабыҙ! – тинем дә: – Ир – баш, ҡатын – муйын,– тип саҡ өҫтәмәнем. Сөнки Фатихтың: «Баш мейеһе ҡайһы яҡҡа бойора, муйын шунда борола – физиология», – тигәне иҫкә төштө… Юҡ, барып йөрөмәнем ул дәғүәләр менән, бәлки, ирҙәр советын төрлө йәмәғәтселек эштәренә йәүкәләп булыр, тигән өмөт тә бар ине. Тик улар тиҙ һүрелде, кистәрен клубта бильярд төртөүҙән, шахмат уйнауҙан һәм, әлбиттә, беҙҙең затҡа һан бирмәй ҡыланыуҙан ары китмәнеләр. Улай ҙа, Николаевка урыҫтарынан барып өйрәнеп, дүрт ир быйма баҫыуға тотоноп китте. Балта оҫталары бригадаһы ойошто, беҙҙә, урманлы яҡта, бура бурауға, ишек- тәҙрә яҡтары һуғыуға, ағас семәрләүгә оҫталар күп ул. Бер йылды шул бригада ярты йыллап Мәскәү тарафтарында йөрөп ҡайтты. Ысын булһа, Алла Пугачеваға тәтәй кеүек итеп мунса һалып биргәндәр, имеш. Аҡсаны апаруҡ ҡайырғандар, ти…

Папкамды һалып ҡуйҙым да еңдәремде төрә башланым - әсәйемдең ошо ғәҙәте миңә күсте. Эйе, бик яуаплы эшкә тотонмаҡсымын, шуға еңемде төрөп кенә ҡалманым, бөйөрөмә таянып алдым. Тап шул минутта Фатихым килеп инде.

– Әсәһе, ни күстәрмәксеһең былайтып? – ти.

– Иртәгәнән Айһылыуҙы шәжәрә ағасы менән ентекләп таныштырам. Унда яңы ботаҡтарҙы өҫтәп ҡуяһы ла бар, һаман ваҡыт тапмайым шуға.

– Фиданда туҡталғайны...

– Бәс! Айһылыу ҙа кермәгән. Асияның кесе улына, Моратыбыҙға, инде ун йәш. Камил менән Камиланың балалары теркәлгән шәжәрәгә, ә ейән-ейәнсәрҙәре ҡуйылмаған.

– Минең яҡ та яланғас тора, Мөдәристең ике улы, биш ейәне бар...

– Ана лаһа! Ҡайын туҙына хат яҙған ҡәйнешем, иҫемдән сыҡмай ул сығыуын… Шәжәрәгә тотонорҙан алда зыяратҡа барам. Ейәнсәремде лә эйәртәм.

– Аңлат!

– Төрлөһөн төпсөнөп быуынға төшә. Ҡисса яҙмаҡсы булып та китә. Тәүарихтан башларға инде уға бирер мәғлүмәтте. Һәм зыярат ҡылыуҙан… Үҙемә лә хәтер остарын тоташтырыу кәрәк.

– Шул папкаңды ҡасан иҫеңә төшөрөрһөң, тип уйлап ҡуйғылай инем. Донъяны көтөшөрмөн. Һуңғы биш йыл, главныйлыҡты Искәндәргә тапшырғас, эшем еңелләште , инде бөтөнләй бушаһам да ярайҙыр, тим. Етмешкә етеп барам даһа.

– Алтмыш биштәһең генә әле, атаһы, арттырма. Барыбер тынғы бирмәҫтәр һиңә, йүгерерҙәр ҙә килерҙәр.

– Консультация артынанмы, бүтәнгәме – килерҙәр шул. Искәндәр ҙә, арыным был йөктән, миндә етәксе һәләте юҡ, писанины много, бесконечные отчеты, тип мыжый. Беҙҙең киленгә тоттормаҡсы дилбегәне.

– Атаҡ. Мин уны, тағы бер бала тап, Айһылыуға иптәшкә, тип өгөтләмәксе йөрөйөм.

– Улайһа, Искәндәр тағы ике-өс йылға сыҙар, үҙем дә ҡапылда туғарылмай торормон. Шулай һүҙ беркеткәс, сәй эсеп алдыҡ та көтөү ҡаршыларға сыҡтыҡ. Элгәре Бүреһуҡҡан олатайҙар, хәҙер Вилмирҙәр йәшәгән Келәт осонан ҡайта мал-тыуар, шул яҡҡа табан атланыҡ.

Алтын көҙҙөң һуңғы көндәре. Сентябрь аяҙ, йылы килде, шуға күрә малдар ирәүәнләп көтөүҙә йөрөй, көтөүселәре зарланмай. Ә минең башымда хәтирәләр өйөрө йөрөй, тырым-тырағай. Инде улар ҡағыҙға төшөп ятмайынса маҙа бирмәҫ...

Яңы зыярат 1961-ҙә асылғайны. Зөлхизә өләсәйем, Төхвәтулла бабайының иҫке зыяраттағы ҡәберен тәрбиәләргә барышлай, гелән ҡолағыма киртеп ҡуйыр ине: «Мине яңыһында ерләрһегеҙ, әтеү йә оноторһоғоҙ, мына лаһа, иҫкеһенә минең һуҡмағым да, Рәйхана ҡоҙағыйҙыҡы, тағы Татар килендең эҙе ята», – тип. Аманатын үтәнек. Ә мин һәр саҡ, бына әле лә, башта иҫке зыяратҡа юл алам, ҡайтышлай – яңыһына. Төхвәтулла олатайҙың ҡәбер ташына соҡоп яҙылған исем-шәрифен, «1852 – 1925» тигән һандарҙы йыл да аҡҡа буяп китәм, имән бураһын уратып ҡарап сығам, бирешмәгән әле... Бура эсендә ҡарт шыршы үҫә, уның күләгәһе сәскә үҫтерергә бирмәй, ҡойолған энәләрен, тубырсыҡтарын бер ситкә тырмап өйөп ҡуям. Халыҡ хәтерендә уның Толпарсыҡҡан төбөндәге иң ҡарт йәйенде һөйрәп сығарған, тик башҡорттарҙа ғына уйлап табылған шыға ысулы менән суртан тотҡан балыҡсы булып ҡалғанлығын иҫләп алам да өләсәйемдең көндәше, ысынында әсәһеләй күреп хөрмәт иткән кешеһе Мәғүҙә инәйҙең ҡәберен эҙләп китәм. Оҙон булып үҫкән үләнде ике яҡҡа ҡулым менән йыға барып, юл ярам. Өләсәйем башта уның янына барыр, оҙаҡ итеп үҙенең хәл-әхүәлдәрен һөйләр, «Зөлхизә»не шым ғына йырлап ҡуйыр ҙа: «Тыңлаһын, ул ошо йырҙы ярата ине...» – тип илап та алыр ине.

Йөҙөмдө ҡиблаға бороп доға уҡыйым: «Әссәләмәғәләйкүм йә әһләл-кубур йәғьфируллаһ ләнә вә ләкүм. Әнтүм сәләфунә вә нәхну бил-әсәр. (Сәләм Һеҙгә, әй, ҡәбер халҡы! Аллаһ беҙгә һәм һеҙгә мәғрифәт итһен. Һеҙ элек киткәндәрҙән, беҙ ҙә һеҙҙең артығыҙҙан киләсәкбеҙ.)» Зыяратта уҡыла торған доғалар күп ул, ҡартәсәйемдән ошоноһон отоп ҡалғанмын, бәләкәй сағымда уҡ. Ул үҙе «Ясин», «Тәбәрәк», «Ихлас», «Нас» һәм «Фатиха» сүрәләрен уҡыр ине... Тәүге икәүһе оҙон, артабанғы өсәүһе ҡыҫҡа һәм еңел генә ятлана. «Нас»ты мин шиғыр кеүек итеп һөйләп ҡуйһам, әй, ҡыуана ине ғәзизем. Бәрәкәт! Ошо сүрәне хас та бәләкәс Нурия булып яңғыратып уҡып тора берәү янымда – ейәнсәрем!

– Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, ти ҙәһә мәҡәл. Әйҙә, эҙемә генә баҫ, һине үҙемдең ҡартатайым янына алып барам.

– Теге ҡыҙыҡ исемле – Һатыбал ҡартатаймы?

– Эйе. Минең бәйәндәрҙә ул исемдең тарихы аңлатылған.

– Ҡырағай бер ырым, тәҙрә аша үҙ балаңды, имеш, һатып ал?

Бала аҡылы менән бәхәскә инмәҫтән, «Ихлас» сүрәһен көйләй башланым, Зирәк Рәйхана кеүек күркәм ҡатындың йөрәгенә ғүмерлеккә мөхәббәт һәм тоғролоҡ булып береккән заттың рухына арнап.

– Ҡартәсәй, Әдисәй бабай менән Татар әбекәй ҙә ошонда, тигәйнең?

– Йәнкиҫәкте, был зыярат ябылһа ла, ошонда оҙатҡайныҡ, әйтеп ҡалдырғайны, Әдисәйем янына ҡуйығыҙ мине, тип.

Ҡәберҙәре ҡараулы ғына. Сәғәҙәт ағай үҙе иҫән саҡта тимер рәшәткәләр ҡуйҙырып өлгөрҙө, Ҡырластауҙан яҫы гранитты ҡуптарып алып, шымартып, ядкәрташ итеп урынлаштырыу ҙа – уның изгелеге. Татар әбекәй Әдисәйенең һуңғы төйәгенә эре алһыу сәскәле тырнаҡ үләнде килтереп ултыртҡайны, шул хәҙер үҙенең тупрағына ла тамыр һуҙып үҫкән. Күп йыллыҡ ҡырағай гөл ул, Толпарсыҡҡан буйында мәңге баҡый ҡоромай, ана. Көҙөн уның оҙон һабаҡтарын төптән һындырып, бер ситкә йыйнап ҡуяһы бар – шулай иттем дә бер арый хәтирәләргә бирелеп торҙом... Ҡайтырға йыйынғанда, рәшәткә тышындағы «Килен ағасы»нан (Йәнкиҫәк Ҡырымынан килтереп Толпарлыға еректергән ҡыуағын бында ла ултыртҡайны) бер ус ҡуҙаҡ өҙөп алдым да, ҡапҡанан сыҡҡас, һыҙғыртып ҡуйҙым: «Тыныс йоҡлағыҙ, әрүахтар…» Яңы зыяратҡа табан барғанда, Айһылыуға өндәштем:

– Арыһаң, ҡайт?

– Юҡ инде, ҡартәсәй, мин һинең урыныңа ҡаласаҡ бәйәнсе, үҙең әйтмешләй, нәҫел бағы, – тимәһенме был бала.

– Ҡолоҡасым! – Зирәк Рәйхананың һиҙиә һүҙен әйтеп, хисләнеп китеп ҡосағыма алдым ейәнсәремде.

– Һин үҙеңдең дәфтәрҙәреңде ҡасан яҙа башланың, әйт әле?

– Зөлхизә ҡиссаһынмы? Һинең йәштәреңдә. Белгән берәүҙән мәғлүмәт тартҡылап мәш килеп йөрөгәйнем...

Шул минута Айһылыуҙың кеҫә телефоны галтыраны.Асып ҡараны ла, һөйләшмәй, баҫып ҡуйҙы. Үҙе тағы миңә әйтмәй ҙә сыҙаманы:

– Теге һеҙҙең Мәскәүҙәге дуҫығыҙ, генерал бабайҙың ейәне шалтыратҡан буласы. Быйыл йәй оҙоно ауылда йөрөнө. Етенселә уҡый икән. Адресымды һорағайны, бирмәнемсе.

– Ниңә? Хат яҙғайны түгелме, барыбер белгән дәһә?

– Белгән! Разведчиклыҡҡа уҡыясаҡмын, тигән була...

Һай, мут ҡыҙыҡай, үҙенсә, шул малайҙы оҡшатып ҡалыуын ҡыялатып ҡына һиҙҙермәк.

Мин белгәндән әхирәткә күскән толпарлыларҙың күпселеге яңы зыяратта ята. Тәғәйен берәүгә түгел, ә һәр ҡаһыһын иҫкә алырға тип килдем. Бөтәһенә бергә сәләм бирҙем, доға атҡарҙым. Бында тәртип шундайыраҡ: нәҫелдәштәр бер тирәгәрәк ерләнгән. Тәүҙә үҙемдекеләр яғына йүнәлдем. Ҡартәсәйемдең ҡәберенә ҡуйылған ҡара мәрмәр әллә ҡайҙан күренә, атайым килтереп ҡуйғайны. «Тыныс йоҡла, ғәзизебеҙ» тип яҙылған да ике сәскә төшөрөлгән – умырзаялар.

– Зирәк Райхана – уны күреп беләм кеүек, һин йыш иҫкә алғанғамы икән, ҡартәсәй, – тип шыбырлай ейәнсәрем, үҙе миңә һыйынып килә. Әллә был тарафтағы һил шымлыҡтан шомлана төшкән?

Ҡартәсәйемдең мәрмәр һәйкәл йөҙөндәге фотоһүрәтенә баҡтым. Йәш сағы. Ваҡ барсалы күлдәктән, иңендә селтәр шәл, муйынында мәрйен мунсаҡ, мәрйендәрҙең ҡыҙыл икәнен беләм...

– Ҡартәсәй, Зирәк Рәйхана Булгаковтың «Мастер һәм Маргарита»һын уҡымағандыр ҙаһа? – Айһылыуҙың һорауына аптырап ҡалдым.

– Уҡымыған.

– Ә ҡайҙан алған ул, ҡатын-ҡыҙҙың ҡанатын киҫһәң, ул һеперткегә атланып оса, тигәнде? Бәйәнеңдә бар. Булгаковса…

– Тормоштан алған, бәс.

– Әкиәттән, тиһәңсе.

– Әкиәт тә ысынбарлыҡтан сыҡҡан. Һы… Киреһенсә лә була, ҡолоҡасым.

– Ә нишләп орденлы Зөлфиә өләсәйҙең ҡәберендәге һәйкәлдә йондоҙ төшөрөлгән? Герой түгел дәһә? – Айһылыу уңарсы өләсәкәйҙең ҡырына барып баҫҡан.

– Уға һәйкәлде район хакимиәте ҡуйҙыртты, почетлы ветераныбыҙ, тип. Йондоҙо – ил алдындағы абруй символы. И-и, өләсәкәйем, эсе бошҡанда, Динис ҡалдырған шахмат таҡтаһын йәйеп, фигураларын теҙә лә тегеләй-былай шылдырғылап ултыра торғайны. Әле лә ҡолағыма салынғандай: «Мыныһы ат, мыныһы хәтәр – король! Ә мыныһы фил дәһә. И-и, хөртәфейе...» – Шулай ти ҙә пешканы ауҙарып, тәгәрәтеп ебәрә. Камила өйрәткән исемдәрен, өләсәйемдең бала һымаҡ уйнап ултырғанын күргән дә.

– Мин «Зөлхизә вә Абдрахман ҡиссаһы»н хатта ки ятлап бөтөрҙөм. Шул борон заманда ла булған мөхәббәт?

– Донъя мөхәббәттән яралған, ҡолоҡасым.

– Беләм. Әҙәм вә Һауа...

Уйҙың тиҙлегенә ғәжәп иттем мин ғүмер баҡый – йыһани тиҙлек, үлсәм итеп ҡулланылған яҡтылыҡ йәки тауыш тиҙлегенән дә етеҙерәк ул!

Бына әле минутлап ҡына баҫып торам ҡәрҙәш әрүахтар рухына баш эйеп, шул ғына арауыҡта уйым уларҙың тотош ғүмер йомғағын һүтеп, кире урап ҡуйып өлгөрә – үҙемә мәғлүм булған тәҡдирҙә, әлбиттә.

Әлеге уйҙы тыйып та булмай, ҡасан теләй, шунда, үҙе теләгән йөкмәткелә килә лә инә башыңа. Ошо минутта ни уйлап тораммы? Ҡартәсәйем баҡыйлыҡта Һатыбал ҡартатайым менән осрашҡандыр, унда тәүге никахың менән, имеш, ҡауышаһың. Ә Зөлхизә өләсәйемдең Абдрахманын күргеһе килер ҙәһә?! Мәңгелектә лә айырылышыу насип булһа, ҡайһылай үкенесле! Эйе, ошо сәйер уйға төшөп тороуым. Әй, өләсәкәй, һин йыш ҡына, күршегә ут алырға кергән кеүек кенә булдым, үттең дә киттең, ғүмеркәйем, тип ҡабатлар ҙа, яҡты донъяларҙан кем туйһын, тип ҡуйыр инең…

Бар ихтыярымды нығытып, семәрле сөгөн рәшәткәле ҡәбер янына йүнәлдем. Атайым! Ҡайтты...

«1929–1999», етмешенә ике ай ҡалғайны. Күмәкләп йыйылып юбилейын байрам итербеҙ, тип кәңәш ҡорғайныҡ. Декабрҙә тыуған ул. Уҡсы йондоҙлоғо бағыуында. «Уҡсы»лар хаҡында астрологтар, улар ҡайнар йөрәкле, тура һүҙле, ҙур маҡсаттар ҡуйып, һайлаған юлынан тайпылмай йәшәүселәр, тип яҙа. Һүҙмә-һүҙ Баязит Ҡарамырҙин хаҡында әйтелгән кеүек.

Әлдә генә атайымды иҫән сағында ғәфү итергә көс таптым үҙемдә, әлдә генә шуны белдерергә форсатым булды. Бала саҡтан бәғеремдә таш булып ҡатҡан үпкәләремдән арына алмайынса оҙаҡ яфаландым. Сөнки уны яратыуым, атайлы – арҡалы булыу бәхетенә ирешеү өмөтө, ҡартәсәйемдең бер бөртөк улын һағынып бөгөлөүҙәре, йөрәк сиренә һабышып һарғайыуҙары өсөн көйөүем ифрат та көслө ине шул! Атайымды Әмин абый бер ваҡыт «космополит» тип ҡылыҡһырлағайны. Моғайын, шулайҙыр ҙа. Бер һөйләшеү иҫкә төштө ошо юҫыҡта. Екатеринбургта батша ғаиләһен тотош, олоһон-кесеһен, атып үлтергәндәр. Имеш-мимеш түгел, ысын икән был фажиғә. Атайым эшләгән заводҡа тантаналы сараларға йыш ҡына бер почетлы ҡунаҡ саҡырылған, уға, ил батырҙарына тиңләп, ҙур хөрмәт күрһәтелгән – баҡһаң, батша ғаиләһен атыуҙа ҡатнашҡан кеше икән. Трибунаға сығып, маҡтанып, ентекләп һөйләр булған әлеге ваҡиғаны. «Шул әҙәмде күрһәм, оҙаҡ тыныслана алмайым, йөрәгем сәнсә, – тигәйне атайым. – Аңлайым, уға ла кемдер бойорған. Тик уның ҡырағай хөкөмдө атҡарыуына кәпрәйеп йөрөүенә, тыңлаусыларҙың ҡул сабыуҙарына йәнем әсенә. Йыһан һынлы Йыһанда халҡы хаҡлыҡҡа, тигеҙлеккә ҡоролған йәмғиәттә йәшәүсе планеталар барҙыр, тип ышанам. Ерҙәге намыҫлы кешеләрҙе шул планетаға күсерер инем!»

Фантастар яҙа лаһа... Жюль Верн һүрәтләгән ваҡиғалар ҙа заманында туҙға яҙмаған, тип уҡылған, хәҙер улар ысынға әйләнеп бөтөп бара. Ул саҡта бәләкәй инем әле, атайымдың һөйләгәндәре күңелемә ҡыялатып ҡына ҡағылып киткән. Хәҙер килеп уның ҡалыпҡа һыймаҫ фекерҙәренә шаңҡып тороуым... Шул мәлдә кескәй Нуриянан башҡа асылыр кешеһе лә булмаған, күрәһең?! Их, атай, таяныс була алманым һиңә. Яҙмыш...

– Ҡартәсәй, ә бит дөрөҫ! – Айһылыу тағы һүҙ башланы.

– Нимә дөрөҫ?

– Баязит ҡартатайҙың космополитлығы. (Үҙем дәһә, онотолоп китеп һөйләшеп йөрөйөм баҡыйлыҡтағы ғәзиздәрем менән, баланы нисек тыяйым?) – Сит планеталарға күсенеү – бөгөн алға килеп баҫҡан мәсьәлә, белһәң. Һине интернет селтәренә индерҙем, ҡартәсәй, ә барыбер томанаһың был йәһәттә, шул «Класташтар»ыңдан ары китә алмайһың.

– Белгәнем еткән: хәреф йыям, хат ебәрәм... Йә, баяғы хәбәреңә кире ҡайт.

– Ғалимдар кешелекте кисекмәҫтән ерҙән күсендерә башлауҙың стратегик планын эшләргә тәҡдим итә, юғиһә, һуң буласаҡ, тиҙәр.

– Ҡайһы планеталарға?

– Марсҡа, мәҫәлән.

– Марс? Ҡыҙыл планета... Ул интернет уйҙырма менән тулған, тиҙәр. Ҡатырма башыңды, ҡолоҡасым. (Ә мин астрономиянан, Ҡояш системаһында Ерҙең урыны бәхетле, Марс һымаҡ алыҫ планетала йәшәһәк, туңыр инек, тип уҡыта инем? Дәреслек буйынса...)

– Ә һин, ҡартәсәй, ахрызамандан ҡурҡып йөрөмә! Теге Төркмәнбашындағы Иркен ағайға ла хәбәр ебәрҙем, ул да шөрләмәһен: булмай, һәр хәлдә – кисектерелгән ул катастрофа. Ер бабайҙың тағы кәмендә мең йыл йәшәтәһе бар әле кешеләрҙе – фәнни иҫбатланған.

– Юҡ-юҡта мин дә ул үрмәкес ауына инеп аҙашып йөрөп алам. Яңыраҡ кеҫә телефонына һалған аҡсамдан ҡолаҡ ҡаҡтым: тоҙаҡҡа эләктем, йәшәрергә теләп. Бушлай тип торҙо ла телефон номерымды алды, «Баҫығыҙ!» тигәс, баҫһам, йылт итеп бер рецепт килеп сыҡты...

– Бына һиңә «продвинутая бабушка»!

– Кем шулай, ти?

– Әмир, генерал ейәне. Иҫкә төшә лә торасы шул малай? Әй, кисә уның менән «Контакт»та ултырғайныҡ, әллә нимәләр яҙып бөткән, Америкала «ахырызаман пакеты» һатыуға сыҡҡан, ти.

– Пакет?

– Махсус кейем, маска, күҙлек, ун көнлөк ризыҡ запасы, антидепрессант кеүек дарыуҙар һалынған тоҡ, ти. – Иҫәүәнлек. Ярар, күпмелер әҙәм берәй урында ҡотолоп ҡалды ла, ахырҙа, бер тереклекһеҙ ҡалған ергә килеп сыҡты, ти, – шунан?!

– Ҡартәсәй! Бында ысын герой ерләнгән, күр, һәйкәленә ҙур йондоҙ ҡуйылған! – Ейәнсәрем шул арала Сәмиғуллиндың ҡәбере янына барып баҫҡан икән. Мин дә шул яҡҡа ҡайырылдым.

Ниҙер ялт-йолт килгәнгә күҙем сағылып, һағайып киттем: Айһылыу икән, кеҫә телефоны менән булаша.

– Нишләүең, ә?!

– Ҡартәсәй, һинең әрүахтар менән һөйләшеүҙәреңде диктофонға яҙҙырам.

– Тағы нимәләр ҡыландыра ул ғәләмәт?

– Фотоға төшөрә, хат ебәрә, иртән йоҡонан уята, математиканан миҫалдар эшләп бирә, – әй, һанап бөткөһөҙ...

– Тик бында кәртешкәгә төшөрөп йөрөй ҡуйма!

– Беләмсе. Ҡартәсәй, уйлап торам әле, бында торғаны бер ауыл һымаҡ, теге донъя ауылы.

– Фани донъянан үтеп киткәндәрҙең мәңгелек йорттары, ҡолоҡасым. Был «ауылда» бөтәһе лә тиерлек таныш йә туған, йә күрше миңә. Яңы зыярат асылғанда һинең йәштәрҙә инем.

– Был олатайҙы беләм. Һарыгүҙ, Ыласын тарихтары хәтеремдә генә. Һунарсы мажаралары... Элек шундай шәп олатайҙар булған? – Айһылыу ошонда ҡырт туҡтаны, килешмәгән хәбәр ысҡындырыуын аңғарҙы булыр. Ҡайтҡас, уңайын килтереп, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатмай ҡалмам, тип уйланым да бер-ике йөмлә генә әйтеп ҡуйҙым:

– Атайҙары, ағайҙары һуғыштан ҡайтманы беҙҙән алдағы быуындың, беҙ олатайһыҙ ҡалдыҡ – улар яуҙа баш һалды. Ә күпме минең тиҫтерҙәрем тыумай ҡалды!

– Уф, нишләп?!

– Егеттәр һуғыш ҡырында һәләк булды, ҡыҙҙар кейәүһеҙ ҡалды.

Айһылыу бүтәнсә һорау бирмәне. Уйлы бала ул, хәҙер үҙенең уй-фекерҙәрендә төпсөнәсәк. Ә мин күңелемдән баҡыйлыҡҡа өндәштем: «Әй, Бүреһуҡҡан олатай, Толпарлы аҡһаҡалы! Ейәнең Вилмир, вариҫың, – беҙҙең арала. Уның булмышында – һинең сор зиһенең, ҡыйыу холҡоң, илһөйәрлегең. Рәхмәт һиңә, Бөркөтсө ҡарт! Минең аҡыл һандығымда ла һин һалған мираҫ бар, уны киләсәк быуынға тапшырыуҙы изге бурысым тип күрәм. Ә теге ҡомартҡыңды юғалтманым...»

Бер-ике көн генә сырхап ятты Әхмәҙин олатай. Мине янына саҡырып алды. Усыма бер бөртөк ҡыҙыл мәрйен кейҙерелгән булавка һалып йомдорҙо ла аңлатты: «Һатыбал дуҫым менән Малик байҙың бойҙайын елгәрәбеҙ. Өмә иткәйне. Рәйхана ла шунда. Йәш саҡ, ун етебеҙ ҙә тулмаған. Ҡулыбыҙ эшләй, күҙебеҙ – тик Рәйханала. Әле лә иҫтә: өҫтөндә йәшел ерлеккә сыт ҡыҙыл сәскә төшкән күлдәк, башына яулыҡ сөйгән. Муйынында ваҡ ҡына ҡыҙыл мәрйен теҙелгән мунсаҡ. Әй, килешә үҙенә! Бер мәлде Рәйхана ике ҡулы менән түшен ҡаплап, ҡатып ҡалды. Баҡһаң, мунсағының ебе өҙөлөп, мәрйене сәселгән икән. Һатыбал менән, йүгереп барып, ерҙән ул мәрйендәрҙе эҙләшергә тотондоҡ. Ырҙын табағы былай таҡыр, тотош тиерлек табып бөткәнбеҙҙер. Ә берәүһен мин үҙемә алып ҡалдым, уртыма йәшереп. Иҫтәлеккә. Бына ошо булавкаға күҙәүләп ҡуйҙым да ғүмер буйы һаҡланым. Йәшлегем мәрйене...»

Бүреһуҡҡан олатайҙың рухына, Һарыгүҙҙең тоҡомо ҡоромағанын, быйыл Әнкәләр осонда уның тағы бер ише тыуыуын хәбәр иттем һәм, Фатихымдың хыянатын аша сығыр өсөн мин Зәңгәр шишмә һымаҡ үргә аҡтым, тау булып юлыма ятҡан үпкәм, ғәрлегемде артылдым, тип шыбырлыным да хәләл ефете көләкәс Сәғүрә инәйҙең ҡәбере эргәһенә атланым. Фотоһы ҡуйылмаған, әммә уның һөйкөмлө йөҙөн күрәм, сылтыратып ҡына көлөүен ишетәмдәй...

Ете ҡуллы Сәғүрә лә – ошо тирәлә. «Егәрленең ҡулы – етәү» тигән мәҡәлде, шул уңған апайҙың ҡулын һанап ҡайтҡас, ҡартәсәйемдән тәүләп ишеткәйнем. Биш йәшемдә.

Һәр ҡәбер алдында әҙгә генә булһа ла туҡталып, хәтер йомғағындағы берәй төйөндө сисеп, ҡабат төйнәп китәм. Дәүләтбикә апайым да, һуғышта һәләк булған Рәхмәтулла бабайымдың Кемерево яҡтарында донъя һөргән ҡыҙы, «ҡайтты». Тупраҡ тартҡандыр...

Орҡоя ҡоҙағый... «Ҡалала ни, балкондан тышҡа ҡарап торған булам, ситлектәге ҡоштай,» – тигәне һаман иҫтә. Гөлшәһүрә инәй! Дуғаҙаҡ ҡаҙҙай яңғыҙ ҡалманың. Гөлгәүһәр апайым бар – Абдрахман олатайымдың, үҙең әйтмешләй, «аҫыл ирҙең төҫө». Ҡайным…Мөхәббәт таш ярҙыра, ти торғайның. Халыҡ мәҡәле ауылда һинең һүҙең булып ҡалды. Һарысәс ҡәйнәмде алыр өсөн, Таллыға Ҡырластау таштарын аҡтарып ташып, келәт һалғанһың. Шарттары шул булған. Ҡәйнәм, күктә ике ай булмай, тиергә ярата. Беләһең, айы берәү уның – һин, ҡайным. Минеке – Фатих.

Әй, Ғәзимә инәй, күршекәйебеҙ... Һинең зарыңды ишетмәҫ, йөрәгемде әрнетмәҫ өсөн өйөңдө урап йөрөгән саҡтарым да булғыланы, зинһар, ғәфү ит! Әрәшитеңде осратҡанһыңдыр, әхирәттә сиктәр юҡ, ти?..

– Алдашмағанһың, ҡартәсәй, был апай ысынлап та ҡайһылай сибәр булған!

– Фариза еңгәм үҙе сибәр, үҙе уңған, үҙе йомарт ине, ҡолоҡасым.

– Беләм, яҙғандарыңда сумырып маҡтағанһың уны. Яратҡан еңгәң.

– Серҙәшем. Бауырҙашым.

– Хәйрулла ағай унан ярты йылға ғына тороп ҡалған. Ә бит ул бәһлеүән кәүҙәле, көслө кеше булған, ҡатынынан күпкә йәшерәк тә?

– Һағынды ул еңгәне, һағыштан бөгөлдө...

– Әлдә бәйәндәреңде уҡып, баҫып бөткәйнем, ошонда эйәртереңде белгәндәй. Күбеһен танып торам, тормошта күрергә тура килмәгәндәрен дә. Бына был апайҙың, Гөлбикә күршенең, аҡ яулығы, күңеле лә, күпме хәсрәт кисереп тә, ҡараймаған, иветә? Ай... Уның Магаданға барған баржалағы фажиғәһен уҡығанда иланым, ҡартәсәй.

Толпарлының ҡарабаштурғайы Хәйривара ағай, сабырлыҡ үрнәге Ғилмиә апай…

Ядкәрташтарҙағы, һәйкәлдәрҙәге яҙыуҙарҙы уҡып, Айһылыу шулай хәтеремде ҡуҙғатып бара. Көҙгө көндөң ҡояшы төш мәлендә генә көндө сыуаҡлай тип, ашыға төштөм. Тик был хәтирәләргә сорналған моңһоу ауылды тотош урап сыҡмай ярамай, илтифатлы булыу фарыз! Әүхәт ағай рухына нисек баш эймәй үтәйем? Фатихтың, ниһайәт, ауыл фельдшерының яҙмаларын ҙур ғына китап итеп баҫтырыуға өлгәшеүен уға әйтмәй китәйемме, әйттем.

– Ысынмы икән кешеләрҙең теге донъяла табыша алыуҙары? – тип һораған ейәнсәремдең арҡаһынан һөйөп алдым. – Үҙенә «таң чуагым» тигән Нүрбәге менән күрешһен ине Таңсулпан инәй, иветә?

Хәлисә инәй үпкәләп ҡалыр, иҫкә алдым. Һөйөнгән Мәхмүт ағай... Иҫәр Әсән – йәшенле йәй фажиғәһен күтәрә алманы... Тракторсы Насип ағай... Маһибикә апай – ҡапыл әсәйемдең башынан яулығын һыпырып алып, ергә һалып тапағаны иҫкә төштө, тыныма туҙан ҡапланғандай булды: «Ғәфү иттем, аңланым, йәнең әрнеүҙән шулай ҡыланыуыңды: ир бирмәк – йән бирмәк», – шыбырлай һалдым... Сулаҡ Мансур ағай – уның счеты үҙе киткәс тә оҙаҡ йылдар колхоз кәнсәләрендә стенала эленеп торҙо, иҫтәлеккә. «Ағай, бәләкәй сағымда һинән ишеткәйнем Хрущевтың американдарға: «Я вам покажу Кузькину мать!» – тип янағанын, шул Кузька тигәне атом бомбаһының йәшерен исеме булған икән»,– тип мәғлүмәт биреп киттем һуғыш ветеранына… Мәмбәт ағай – Комбат булып ғүмер иткәйне... Шәйәхмәт бабай – тәүге әртил ойоштороп, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булған кеше – оҙон ғүмерле булды, колхоздар тарҡала башлауына әсенеп китте донъялыҡтан...

– Ҡартәсәй, бында «Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы» тип яҙылған, уныһы нисек була? – Ейәнсәрем Әмин абыйҙың ҡәбере тәңгәленән һүҙ ҡуша. - Мин тыуырҙан бер йыл алда вафат булған, һикһән йәшендә.

– Ул - минең дә уҡытыусым, әлеге көндә беҙҙең мәктәптә унлаған элекке уҡыусыһы төрлө фәндәрҙән дәрес биреп йөрөй. – «Аңланым» тигәнде белдереп баш ҡаҡты ла Айһылыу, был төштә оҙағыраҡ тороромдо белгәндәй, арыраҡ китеп, тағы әлеге телефоны менән мөкиббән мәшғүл булды.

Ә мин гүйә кәртешкәһенән күҙлек аша мут ҡына көлөмһөрәп, һынап ҡараған Әмин абыйҙың өнһөҙ һорауҙарына яуап биреп торам: Толпарлыла, күрше - күләндә, дуҫ – иштә, нәҫел - нәсәптә ни хәлдәр бар, донъяла ниҙәр күстәрелә… Баҡыйлыҡта ла уның, моғайын, һәр тарафтан хәбәрҙар булырына шикләнмәһәм дә, уйымда уҡытыусыма мөһим булырҙай мәғлүмәтте барлайым һәм мәңгелек почтаһына оҙатам:

“…Әсәйем, Самат ағай ҡапыл вафат булып ҡуйғас, Таллылағы йорттарын Ғаяндың улына ҡалдырып, Яңы өйгә күсенде. Шәрифә апайым менән Әлтәф еҙнәм дә хәҙер Толпарлыла, Атай йортонда көн итәләр. Динис туғаным Свердловскиҙа, хәҙер ҡайтанан Екатеринбург инде, атайымдың уң ҡулы булды, шунда төпләнеп, ғаилә ҡорҙо. Инженер. Шахматын да ташламай. Руслан Өфөлә йәшәй.

Камила һеңлем «шәп ҡатын» булып сыҡты, бала саҡта ишеткән һүҙемде юллаһам. Өс ҡыҙ менән туҡтап ҡалдымы тиһәм, улары мәктәпкә төшкәс, игеҙ малай тапты. Эйе, уға эләкте нәҫелдә ҡабатлана килгән игеҙҙәр. (Әйткәндәй, балаларын башҡорт тип яҙҙырҙылар.) Камил фән докторы дәрәжәһенә барып етте! Баҫалҡы тырышлығы һәм, әлбиттә, Толпарлыла «Әлфиә баҡсаһы»н ҡалдырған уҡытыусыбыҙҙың үҙе уҡытҡан фәнгә һөйөү уятыуы арҡаһында.

Асиялар Өфөлә йәшәй, ейәндәрем, Фидан менән Морат, йәйгеһен беҙҙән ҡайтмай, Толпарсыҡҡан күле барҙа беҙгә диңгеҙ кәрәкмәй, тип ебәрәләр, ата-әсәһе сит яҡтарға ялға эйәртергә ниәтләнһә. Даниярыбыҙ Ишбирҙе урынында участковый булып эшләй, киленебеҙ Сөмбөл – врач.Улар уҡып сығыуға, Айһылыу ейәнсәрем үҫеп, мәктәпкә төшөп тора ине, абый, һин уны күрмәй киттең… «Бәләкәс Нурия» тип йөрөтәләр үҙен ауылда. Төҫкә әсәһенә тартҡан, холҡо – минеке. Әлеге көндә ҡисса яҙам, тип хыял бәпләп йөрөүе. Тыймайым, иветә?

Мәйсәрә һеңлем менән аралар өҙөлмәне. Бала – сағаһы менән ҡунаҡҡа тип килә лә төшә, үҙ күреүенәндер. Самат ағайҙың балалары ла сителмәне, Наҙгөл менән туғансыл мөнәсәбәттәләр.

Фатихым дауахана мәшәҡәттәренән һаман айырылмаған, айырылмаҫтыр ҙа, кәңәш - төңәшкә лә кәрәгем тейер әле, тип алдан алып тора. Һин дә бит, абый, аҙаҡҡаса мәктәптә консультациялар уҙғарып йөрөнөң. Үҙем иһә бәйәндәремде дауам итеү өҫтөндәмен.

Дуҫтарыммы? Бергә сорлауыҡ уйнап үҫкән теге алты малайҙың барыһы ла иҫән, шөкөр. Харис сирләп алды бер осор, анауы туҡһанынсыларҙа йөрәге бирешеп китте, отставкаға сыҡты. Гөлфирә әйтмешләй, уның погондарынан үҙе ҡәҙерлерәк. Бәс, генерал бәләкәс чинмы ни?

Әшрәф менән Сабир – күҙ алдында йөрөйҙәр. Күптән түгел Толпарлы Ботвиннигы, Әшрәфтең ҡустыһы Илдарҙың ҙур бер шахмат турнирында еңеүен бөтә ауыл менән байрам иттек: беҙҙеке! Сабир дуҫым халыҡ телендә Вафич булып ҡалды: шәп директор, бер тигән мәктәп һалдырҙы, күпме баянсылар үҫтерҙе, Сыңғыҙҙың ҡурайсылар ансамблен дә быуын-быуын юғалтмай килтерҙе. Заһираһы менән өс бала үҫтерҙеләр – үҙеңә мәғлүм. Ейәндәре унға тулды. Бер улдары – Америкала, былары – яңылыҡ. Сара менән танышлығын өҙмәнеләр, малайҙарын Магнитогорскиҙағы теге үҫмер менән бергә каникул һайын Бостонға ебәргеләп торҙолар ҙа, ахырҙа, телде ярайһы өйрәнгәс, шунда уҡырға ла оҙатып ҡуйҙылар. Хәҙер егеттәр Рәсәй менән бәйләнештәге бер предприятиела ҙур ғына вазифаларҙа эшләйҙәр.

Әхиәрҙәр – Стәрлелә. Ҡыҙҙары духтыр Искәндәр менән уңып китте, ул үҫтерәләр, шул берәү менән сикләнделәр тиһәк, элекке йыл тағы малайҙары тыуҙы. Минең Төхвәтулла олатайым ише, Искәндәрҙе әйтәм.

Кәбир яңыраҡ ҡайтып, ауылда аҙналап тороп китте. Сыңғыҙхан портретын яҙған.Төшөнә ингән ул тарихи шәхес. Ике һыбайлы яугир ҡаршыһына сабып килеп туҡтаған да сәләм биргән, уларҙың мәшһүр Сыңғыҙхан менән бабабыҙ Майҡы бей икәнен таныған… Йәғни, ишара алған. Сыңғыҙ менән Менәүәрә-Гөлсирен үҙҙәре ише һәр ҡайһыһы талантлы, ил йөҙөндә күренекле кешеләр өлөшөнә төшкән һынауҙарға бирешмәне, шәхсән асылдарын, мөхәббәттәрен, ғаиләләрен һаҡлап ҡала алды. Сыңғыҙ – иҡтисад фәндәре докторы, ҙур сәнәғәт предприятиеһы етәксеһе. Заманынан алдараҡ йүгерә торған зирәк фекерле, намыҫлы, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы депутат булараҡ, дуҫтан дошманы күбәйеп китте бер осорҙа: машинаһын шартлаттылар. Инеп ултырғас, телефонын онотҡанын иҫләп сығып йүгергән, шул арала шоферы моторҙы ебәргән… Ғәйеплене тапманылар. Әй, абый, сардар ҡәбере табылманы әле, ә ҡомартҡылар табылды Таллыла! Көмөш көршәктәр, биҙәүестәр – Византия осоронан, ти. Шунда уҡ дөйә һөлдәләрен дә ҡаҙып сығарғандар. Ебәк юлынан сауҙагәрҙәр Толпралы аша үтеп йөрөгән икән шул. Вәт. Гөлсирен һуңғы йылдарҙа балалар өсөн матур-матур әҫәрҙәр яҙа: дүртәүгә өләсәй ҙәһә!

Мәүлиҙә лә – Өфөлә, Сыңғыҙ уға бер вузда эш белешкәс, ҡайтты ла төштө. Уға ни, профессорға, конкурс тигәндәрен үтеүе лә ҡыйын булманы. Әй, ул саҡта , абый, һин беҙҙең арала инең әле… Тамырҙарың атайсалда нығынды, рухың һөйөнһөн, уҡытыусым! Айгиз ейәнең Толпарлы урмандарын һаҡлай, ишле ғаилә башлығы. Сәнә ейәнсәреңдең сәскәләре ауылыбыҙҙы данға күмде: беҙҙән тотош Башҡортостанға таралды ул үҫтергән төрлө - төрлө төҫтәге гүзәл раузалар. Бүләсәрҙәрең үҫә - Ҡәнзәфәр менән Роза! Радмир ейәнең менән бәйләнештәләр, Мәүлиҙә әйтә, скайп аша йыш ҡына һөйләшеп торабыҙ,ти. Скайп тигәне компьютер экранынан бер- береңде күреп һөйләшеү мөмкинлеге инде. Ауыл хәҙер интернетҡа тоташты, математика кабинеты тотош компьютерлаштырылған.

Абый, һин минең кәңәшсем генә түгел, серҙәшем дә булдың. Мәүлиҙә менән икебеҙгә уртаҡ атай итеп күреп үҫтек беҙ һине. Хәҙер ҙә йәшермәйем: Фатих менән минең араға хыянат күләгәһе төштө! Йүгереп барып, илап һөйләр кешем булманы – һин әхирәттә инең… Белдеңдер барыбер, төшөмә индең: класс таҡтаһын тултырып әллә ниндәй һандар яҙып сыҡтың да «был мәсьәләне тик һин генә сисә алаһың, сис, вәт!» тинең. Систем, абый!

Донъя хәлдәреме? Ай, ҡатмарлы…»

- Ҡартәсәй, уҡытыусың имтихан алдымы әллә? - Айһылыу, үтә күргәндәй, шулай тип һорап, күҙемә ҡарап тора.

- Эйе. Әйҙә, ҡайта башлайыҡ, ана, ел дә ҡубып тора.

һөйләшмәй генә атланыҡ. Айһылыу ҙа, минең һымаҡ, күңеленә инеп тулған тәьҫораттарын барлап килә, моғайын. Шул минутта телефоны шылтыраны, әсәһе икән. Ейәнсәрем йүгереп ҡайтып китте, мин үҙебеҙгә ыңғайланым.

Фатихтың да өйгә инеп кенә тороуы икән.

– Әсәһе, сәйеңде хәстәрлә, дауаханала бик ҡатмарлы хәлдәр... Өсәүләп диагноз ҡуя алмайбыҙ. Килен, йөрәктер, ти, Искәндәр миңә күҙ терәй.

– Бәс... Үҙең нисек уйлайһың һуң?

– Тәү ҡарашҡа, йөрәк һымаҡ, аритмия яфалай сирлене. Дивертикул пищевода кеүек тә. Аш юлында, бер урында бүҫелеп сыҡҡан «тоҡсай» йәғни. Арсенға шалтыратайым әле, тим.

Фатихыма, ауыл дауаханаһы табибына, универсаль белгес булырға кәрәк шул. (Әлдә генә анау ординатураһына арҡыры төшмәгәнмен!) Толпарлының байтаҡ сабыйына донъяға килергә ярҙам иткәс, Шырмый Иҡсан уны «кендек атаһы» тип тә шаяртҡылай. Ә күпме өҫтө-өҫтө уҡырға кәрәк табип һөнәрен һайлаған кешегә. Медицина урынында тик тормай, туҡтауһыҙ үҫә, үҙгәрә, яңы ысулдар, технологиялар, дарыуҙар уйлап табыла. Рух ныҡлығы, ҡаһарманлыҡ,– тиһәм дә, яҙа китмәҫ – талап итә көндө лә төндө лә айырмай торған был фиҙакәр хеҙмәт. Практика плюс эрудиция, клиник фекерләү, интуиция, тип тә өҫтәр ине врачтар үҙҙәре.

Мин өҫтәл хәстәрләгән арала, ике бажа оҙаҡ ҡына итеп һөйләшеп алды. Ары-бире ҡолағыма салынды хәбәрҙәре:

– Аритмия көслө. Порок сердца түгел… Наследственный фактормы – юҡ. На дивертикул пищевода похоже. Пищеводмы, башҡортсамы – ҡыҙыл үңәс. Да-да, пища туда затекает и давит на заднюю стенку пищевода, а тот в свою очередь – на сердце, в результате – аритмия. Конечно же! Рәхмәт, бажа!

Фатих трубканы һалды ла минең янға кухняға инде. Үҙе устарын ыуғылап, баҫҡан ерендә сыҙамай тора. Зәңгәр күҙҙәре бәзләгән, ауыҙы йырылған. Ашығып һөйләй ҙә башланы:

– Точно! Минең диагноз дөрөҫ. Хәҙер үк районға шылтыратам, ашығыс операция кәрәк. – Шунан бер сынаяҡ ҡына һөтлө сәй эсеп алды ла өтәләнеп сығып йүгерҙе. Улай ҙа ҡолағыма «бәғерем»ен шыбырларға онотманы. Бына табылған берәү... Был юлы эсемдәге ҡылйылан ҡымжыманы. Ун ике йыл эсендә тәү тапҡыр!

Айһылыу ысынлап тотонмаҡсы, буғай, яҙышырға?

– Шул көндө үк, зыярат ҡылып ҡайтҡас та, хикәйәләнем, ҡартәсәй, - тип дәфтәр тотоп килгән дәһә: - Мә, уҡы! Шундуҡ уҡый һалдым. Эсемдән генә үҙемдең тасуирҙарым менән сағыштыра барҙым. Айырма бар. Зыяраттан сығыр алдынан ҡапыл көслө ел ҡупты ла ҡарт бер ҡайындың һары япраҡтарын күҙ асып йомғансы өҙөп алып, әллә ҡайҙа осороп алып китте. Мин быны «Хушығыҙ» тигән ишараға юраным. Ә Айһылыу ошолай яҙған: «Мәңгелек ауылында ла «өйҙәр» урам-урам булып теҙелгән. Тик бында машиналар елмәй, кешеләр ығы-зығы йөрөмәй. Был ауылда үткәндәр йәшәй, хәтер еле иҫә. Уртала дәү ҡайын ултыра, тик бер уның ғына япраҡтары һаман өҙөлмәгән. Ғәжәп. Бүтән ағастар шәп-шәрә, көҙ килгән дәһә. Ә япраҡтармы икән әле ул ҡайында дер-дер килә? Һарытүш турғайҙар бит! Дөрөҫөрәге, уларҙың йәндәрелер, ошо тынлыҡҡа һыйынғандарҙыр... Ай, турғайҙар тубы көтмәгәндә осто-китте, әллә беҙ өркөттөк?»

Атаҡ, ҡәләме шыма ғына, ә иң ғәжәбе – фекере һай түгел, ун өсөнә генә киткән бала лаһа... Хәйер, хәҙергеләр иртә өлгөрә, һәр йәһәттән дә.

– Ҡартәсәй! Иркен ағайҙан хат килгән, китабыңды һораған. Әйҙә ебәрәйек, аҙағы буласаҡ, тип иҫкәртәйек тә.

– Ебәр һуң...

Тышта күшеккән турғайҙар һикерешә, Фатих лапаҫ аҫтындағы малға бесән төшөрөп киткәйне, шунда ҡойолоп ҡалыр үлән орлоҡтарына тамшанып сырҡылдашалар. Баҡсала ҡырау һуҡҡан көҙгө сәскәләр йәл ҡиәфәттә ҡоршайып ултыра – ҡаҙып алаһы бар. Ҡар һибәләп ҡуйғылай, әммә ноябрь туңғағын ҡаплай алмай әле. Шыҡһыҙ сағы тәбиғәттең.

Ә бәйәндәрем бәйнә-бәйнә ялғана, берсә күҙен төшөрмәй генә бәйләнгән шәлдәй, берсә нескә селтәрҙәй – кәйефемә ҡарап. Ҡалын, тупаҫ һәм төҫһөҙ ептәр менән эш иткән урындар ҙа бар, әммә шул килеш ҡалдырам: тормош гелән ебәктән туҡылмаған. Ана, яңыраҡ Санкт-Петербургта бер ауылдашты туҡмап үлтерҙеләр, йәш кенә ирҙе. Кемдер берәү юл асты ла, шунда дворник-фәлән эшенә барып яллана торғайнылар, биш-алты йыл инде. Арыу ғына аҡса алып ҡайталар ине. Ауылда ҡарттар менән малай-шалай ғына ҡала, өмә итәм тиһәң, кеше табырлыҡ түгел, тип зарлана халыҡ. Һуғыш осоромо ни?!

Тажиҡ гастарбайтерҙары тип уйлап, эшһеҙ йөрөгән ҡала һәүректәре һөжүм иткән, тине Данияр. Тажиҡ булһа, үлтерергәме ни? Урындағы халыҡтың ауыр, бысраҡ эшкә елкәһе батмауын, ҡырҙан килгәндәргә икеләтә әҙ түләүҙәрен дә беләбеҙ. Ошо хәлде әсенмәйенсә, сағыу төҫтәр менән семәрләп яҙып буламы?!

Йәки бына тағы бер бәлә: донъяны алдаҡ табиптар баҫып алды, улар ауылға ла килеп етә. Экстрасенстар, күҙ ҡарашы, шифалы тыны менән дауалаусылар, әллә ниндәй төнәтмәләр эсереүселәр, һылап-һыйпаусылар... Фатих, халыҡ медицинаһы тигән һүҙ менән күҙ бәйләүселәр ысын врачтарҙан күбкрәк, ти. Шарлатандарға ышанып, күптәр үҙен һуңғы сиккә еткерә лә дауаханаға килеп йығыла, ҡотҡара алмаһа, врач ғәйепле…

Иң ҡурҡынысы – наркомания, халыҡтың баш осонда эленеп торған балта ул! Илдә баш китерлек фажиғәләр күстәрелә. Район үҙәгендә өс үҫмер передозировканан үлгән: мәктәптә берәү дезоморфин таратып йөрөгәндәр, уныһы аптекала иркен һатыла торған кодеинлы дарыуҙарҙан эшләнә, шуға осһоҙға төшә, ә үҙе ҡиммәтле героиндан да көслөрәк, ти. Ҡалаларҙа иһә – мәхшәр. Беҙҙең Русландарҙың күршеләре наркоман булып сыҡты, әллә нисә тапҡыр дауаланып ҡаранылар – файҙаһы юҡ, кире башлайҙар. Ахырҙа спид эләктереп, үлеп ҡуйҙылар. Һуғыштарҙы туҡтатыу, бер уйлаһаң, алама ғәҙәттәрҙе, үлемесле мауығыуҙарҙы еңеүгә ҡарағанда еңелерәктер? Шул саҡ өҫтәлемдәге компьютер былтланы: хәбәр килгән. Иркен икән:

– Апа-жан, аман көн! Китабығыҙҙы уҡыным. Хәҙер беләһем килә бит инде, геройҙарығыҙҙың яҙмыштары артабан нисек барып сығыр?

– Әле тап шул хаҡта яҙышып ултырам.

– Көтәм!

– Хуп, мырҙам. Ә Урал йылғаһын Жайыҡ тип ҡаҙаҡтар тоғро йөрөтә икән, әйткәйнең. Крәҫтиән яуын баҫтырғас, Екатерина II батшабикә махсус манифест сығарған, Пугачевҡа бәйле барлыҡ исем-атаманы телгә алмаҫҡа, тип. Беҙҙә – рух ҡалҡаныбыҙ Салауатты, уның көрәштәштәрен, Яйыҡ йылғабыҙҙы... Үҙеңдең хәлдәрең, мырҙам?

– Бында бер төркөм әҙәмдәр «Нух кәмәһе» төҙөп ята. Ахырызаман көтәләр.

– Ҙурмы кәмәләре?

– Ҙур! Мең квадрат метр, ти. Карап!

– Нух пәйғәмбәрҙекенән ун тапҡырға бәләкәй икән.

– Ысынмы?

– Китап шулай, ти. Әлегә хуш, мырҙам?

– Хош, апа жан!

Был һөйләшеүҙән һуң фекер ебем ялғанмайыраҡ торғас, телевизорҙы астым: «Социаль етемдәр» тигән теманы күтәреп сыҡҡан тапшырыу бара. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең 90 проценты ата-әсәһе ташлаған, йәғни социаль етемдәр, ти. Әстәғәфирулла! Уйым үҙенән- үҙе башҡараҡ юҫыҡҡа инеп китте. Тәбиғәттә яманаты сыҡҡан кәкүк иҫкә төштө. Бер тапҡыр үҙ күҙем менән дә күрҙем шул ҡоштоң балаһының ни ҡыланғанын. Сорлауыҡ уйнаған бала сағымда шаһит булдым ул хәлгә, бөгөн дә онотмағанмын. Яҙ мәле. Күрәнле ҡултығында, теге мөншөгөр «баҡырған» төштә, йәшенеп ултырам. Бер ҡыуаҡтағы ҡош ояһынан сәйер тауыш килгәненә иғтибар иттем. Үрелеп ҡараным да шаҡ ҡаттым: унда әлегә яп-яланғас өс турғай балаһы һәм ҙурыраҡ бер ҡошсоҡ мәш киләләр. Шул ҙурырағы – алданыраҡ сыҡҡан әллә йомортҡаһынан – теге бәләкәстәрҙең берәүһен ҡыҫырыҡлап оянан төртөп төшөрҙө. Йомортҡаһын сатнатып морон төрткән дүртенсе сепей ҙә аҫҡа осто. Ул арала инә турғаймы, атаһымы осоп килде лә, суҡышындағы емде теге ҙурыраҡ ҡошсоҡтоң тамағына һоғондороп, ҡабат осоп китте, уныһы иркенәйеп ҡалған ояла йәйелеп ятып ҡалды. Шаңҡып һерәйеп баҫып торғанымда, малайҙар мине килеп тә тапты.

Ҡайтҡас, ҡартәсәйемә һөйләнем теге ғибрәтте. Кәкүк балаһын күргәнһең, инәһе шулай сит ояға һала ла ҡаса бит күкәйен, тине ул. Һағыҙаҡта ла бар ундай ғәҙәт, ҡарышлауыҡтың эсенә һала күкәйҙәрен, улары меҫкендең есемен эстән мөнтәп туҡланып, шунда ҡанат яра, ә күбәләккә әйләнәсәк ҡарышлауыҡ һәләк була, тип тә аптыратҡайны. Кәкүкте ғалимдар аҡланы бер килке, уның тел төбөндә ағыулы шыйыҡса бар икән, шуға ла балаларын туҡландыра алмай, имеш. Тағы баяғы тапшырыуға ҡолаҡ һалдым.

– Биш баланы нисек үҫтерәйем, эш юҡ, аҡса юҡ, – тип сәрелдәй йәш кенә ҡатын.

– Ә ниңә йыл һайын бала табаһың, ҡарарға хәлеңдән килмәгәс?! – Залдан ҡысҡыралар.

– Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәбеҙ! Балаларҙы детдомға оҙатабыҙ, – ти опека органы вәкиле. Һәм әлеге ғаиләнең тормош шарттарын экранда күрһәтеүҙе һорай. Эләгеп йығылырлыҡ бола, бысраҡ һауыт-һаба. Ризыҡ әҫәре күренмәй. Иҙәндә араҡы шешәләре аунап ята, шунда уҡ сабый имгәкләп йөрөй...

– Демография киҫкен хәлдә. Етеш тормошта йәшәүселәр бала тапмай, өйөндә йә эт, йә берәй экзотик йәнлек аҫырай. Күп балалы ғаиләләргә шарттар тыуҙырыу кәрәк! – тип һалды тапшырыуҙа ҡатнашҡан депутат әфәнде. Әйтерһең, һайлаусылар тап шундай хәстәрҙәрҙе уның үҙенә йөкмәтмәгән?

Ай... Хирург – гинеколог булып эшләгән Асиямдың ә