Ҡатлы-ҡатлы тупһаларҙан. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡатлы-ҡатлы тупһаларҙан (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ҡатлы-ҡатлы тупһаларҙан


Ҡатлы-ҡатлы тупһаларҙан
Әллә аҙға, әллә күпкә
Үҙем генә белгән юлдан
Ҡауҙарланып мендем күккә.

Бөрсөк-бөрсөк йәшем күреп,
Оло ул йән ҡалды ғажиз.
«Кем өсөн тип һыҙланаһың?
Кемең ғәзиз? Кемең ғәзиз?»,

Йөҙ һыуымды түгә-түгә,
Ялбарҙым мин: «Уны һаҡла.
Гонаһтарын юйып ташла,
Уны пакла,
Уны аҡла».

«Ә үҙеңде?»
Үҙемде лә
Ярлыҡа һин уның өсөн,
Йәшәт мине, сабыйҙарым
Был донъяла уңһын өсөн.

Йәшәт мине, ил-көн тиеп
Йән бирерҙәй берәү өсөн.
Яҡындарым, дуҫтарымдың
Иңенә иң терәү өсөн.

Йәшәт мине мөхәббәттә,
Артһын, тиһәң, донъя йәме.
Ә иң элек
Уны һаҡла,
Уның йәне — минең йәнем.