Ҡар бөртөгө. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡар бөртөгө (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ҡар бөртөгө


Ҡар бөртөгө кеүек ғәжәп төҙөк,
Ҡар бөртөгө кеүек нәфис, пак
Һөйөү яуҙы күктән.
Ғашиҡ кеше
Аптырашта ҡалды тәүге ҡат.
«Шундайын да тойғо була микән —
Күктә оса күңел-елбәҙәк.
Ҡулға алмай уға һоҡланалмам,
Тормош — бүтән,
Түгел гел биҙәк...»

Бер хәйләһеҙ сағыу ынйыҡайға
Йылы тыны уның бөркөлдө.
Бар мөғжизә иреп юҡҡа сыҡҡас,
Бер иланы кешем, бер көлдө...

Ҡар бөртөгө кеүек ғәжәп еңел,
Ҡар бөртөгө кеүек түҙемһеҙ
Һөйөү китте.
Йылы уста ҡарҙың
Тамсы йәше ҡалды үлемһеҙ.