100%

Ҡарындашлыҡ. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡарындашлыҡ
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Ҡарындашлыҡ


Яҙ яратап, ҡышты уға игеҙ ҡылды,

Үлемде барлыҡ йәнгә тигеҙ ҡылды.

Һәр ни ҡылһа, хоҙаның ҡөҙрәте киң -

Әмер ҡылһа, сүл ерҙә диңгеҙ ҡылды.

Егеттәр, донъя үтер башығыҙҙан,

Күңел ҡуй әҙәплеккә йәшегеҙҙән.

Ҡарындашҡа ихтирамлап ҡарамаһаң,

Ҡайырылмай үтеп китер ҡашығыҙҙан.

Хаҡ зекерен күп әйтһәң, аҡ булырһың.

Сабырлыҡ ахырында шат булырһың,

Хазина таптым, тип, ҡәүемеңде иҫкә алмаһаң,

Ҡарындаш менән ҡәүемгә ят булырһың.

Иртә намаҙ ваҡытында ята бирмә,

Харам нәмә алыуға бата бирмә.

Ҡаршы ботаҡ булмаһаң, ҡарындаш күп,

Ҡарындаш менән татыуҙың күңеле туҡ.

Ҡарындашҡа һыймаһаң, яман булып,

Ҡайҙа барһаң, тейәлер күҙеңә сүп.

Яҡыныңды кәмһетмә алаш өсөн,

Харам эшкә керешмә талаш өсөн.

Яңғыҙың ятыр ереңде уйыңа ал,

Утҡа төшмә берәүҙең бәләһе өсөн.

Ебәрмә әжәл дауын, самаң килһә -

Ҡош ҡанатын йәйәлер балаһы өсөн.



Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр