Ҡармы, ямғырмы? Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡармы, ямғырмы?


Ҡар уйнай,
Ҡар тулай,
Усыма
Һис тулмай.
Ирей бит
Тиҙ генә,
Ҡар яуған
Һүҙ генә!
Еп-еүеш
Ҡулдарым,
Еп-еүеш
Тундарым.
Ямғырмы,
Ҡар микән,
Һыуһыҙ ҡар
Бар микән?!


2012