- Википедияba:Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы( Мифтахетдин Аҡмулла)
Ҡарағыҙ Барлыбайға
Күп сәләм ҡарындаш Барлыбайға.
Бәндәнең сере асыҡ бар Хоҙайға.
Хаҡҡа шөкөр, хыянат һүҙ тамам булып,
Эшебеҙ инде ҡалды бер уңайға.
Хат яҙып белдерәйем ишаратын,
Ғалимдар аңлар һүҙҙең кифаятын251.
Яҙғаным - остазлығым тимәһәгеҙ,
Юҡ сығар, иншалла, хыянатым.
Уҡырһығыҙ, төҙәтеп хәреф хатаһын,
Ҡайғы менән таушалған мин бер таҙмын.
Ғали йәнәбеңә бер сәләм булһын,
Аҙған тай, үпкә менән һеҙгә яҙҙым.
Бәндәлә була икән ошондай хәл,
Был һүҙҙең ләфзе252 шәкәр, мәғәнәһе бал.
Бисара, зарыҡҡандан яҙғандыр, тип,
Ебәргән, яҙған хатҡа күңелең һал.
Аҙған тайың, үпкәләймен, мирза, тыңлаң,
Юҡ ине һеҙгә серем асылмаған.
Нәҫелебеҙ бер хатаға юлыҡмаған.
Күрҙегеҙ ни хыянат Аҡмулланан?
Ҡарауға әҙәм һынлы Барлыбайһың,
Ни ғәжәп, ғилем яйын белә алмайһың.
Тирә-йүндә һинән яҡын дуҫ юҡ ине,
Ни ҡылып йылдан бирле күренмәйһең?
Йөрөһөн ирегешеп наҙан ҡолдар,
Хыянатсыл бәндәне хоҙай орор.
Өлкән ҡарын ағаңды ни ҡылаһың -
Һәр кемде эше менән хоҙай һорар.
Бәндәгә бер көн шатлыҡ, бер көн вайым,
Был көндә хаҡлыҡҡа тигән яйым.
Күрешеп, доға алһаң, үҙең өсөн,
Уйлаһаң ҡиәмәттең шунса яйын.
|
|
Аңлатмалар
251 Кифаят (ғ.) - етерлек, кәрәк тиклем.
Иҫкәрмәләр