0%

Ҡарағас менән шыршы(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡарағас менән шыршы (Шиғыр)
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡарағас менән шыршы


 Ҡарағас, ҡарағас,
 Энәле, ҡупшы ағас.
 Яңы йылда биҙәп ҡуйҙыҡ,
 Шыршылыр, тип уйлағас. 
 Ҡарағас, ҡарағас,
 Энәле йәшел ағас.
 Шыршы түгеллеген белдек,
 Ипләберәк ҡарағас.
 Ҡарағас, ҡарағас,
 Шыршыға оҡшаш ағас.
 Ә айырма нимәлә һуң,
 Ағастарҙың серен ас.


1996 йыл