0%

Ҡараштарың бигерәк моңһоу... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ҡараштарың бигерәк моңһоу... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.02.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


  • * *

Ҡараштарың бигерәк моңһоу,
Күңелең тулғандыр инде,
Һәр кемдә лә бер үкенес
Була торғандыр инде.

Ниндәй биҙәктәрҙе теҙҙең
Яҙмышың селтәренә?
Ниндәй серҙәр күмелгәндер
Күңелең төптәренә…

Ямғырҙан һуң саң баҫыла,
Йөҙөң асылыр әле,
Йөрәктәге һағыштарың
Бер саҡ баҫылыр әле.

Болоҡһомаһын күңелең,
Баҫылһын борсоуҙарың,
Яҙғы ямғырҙар йыуырҙар
Йөрәгең ярһыуҙарын…