0%

Ҡайҙа башты күтәрәһең?.. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ҡайҙа башты күтәрәһең?.. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 24.02.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ҡайҙа башты күтәрәһең?..



“Ҡайҙа башты күтәрәһең?
Урыныңды бел!”-тиеп,
Тормош тора түбәләргә
Йоҙороҡ менән төйөп.

Төйгән һайын әрһеҙерәк
Күтәрелә башҡынам:
Әллә нейгә өмөт итәм,
Әллә ҡайҙа ашҡынам?!

Бирешергә иҫәбем юҡ,
Төшмәҫмен әле ебеп,
Торһа торһон әйҙә яҙмыш
Туҡтауһыҙ артҡа тибеп.

Типһә типһен ине лә бит
Ныҡ ҡына итеп берҙе,
Туҡтамай үтеп китерлек
Тапанып торған ерҙе!


24.02.2014