Ағалы-ҡустылы Ғәлим менән Сәлимдең башҡа малайҙарҙан әллә ни айырмаһы юҡ. Улар ҙа, бүтәндәр кеүек үк, һин дә мин үҫәләр, уҡыйҙар, уйнайҙар. Туп һымаҡ тупырлап торған саҡтары.
Тик бына атаһы менән әсәһе генә ҡайһы берҙә уларҙың ҡылығындағы сәйер яҡты көлөп телгә алалар:
— Малайҙарҙың елкә йоҡараҡ бит әле, — ти атаһы.
— Соҡорло шул, — тип килешә әсәһе.
— Әммә ашағанда ҡолаҡтары шәп ҡыбырлай, — ти атаһы. — Шулай булғас, иҫәпкә хисап тура килмәй бит.
Аптырай Ғәлим менән Сәлим. Көҙгө алдына баҫып, елкәләрендәге соҡорҙарҙы ҡарашалар. Елкәләре лә ярайһы ғына, соҡорҙары ла юҡ. Дөрөҫ, ашағанда ҡолаҡтары шәп ҡыбырлай, шуға күр тәрилкәләр ҙә тиҙ бушай — ялт итеп ҡала.
Аталары колхоз эшенән бушамай, ағай-апайҙары ҡайһы ҡайҙа. Әсәләре Ғәлим менән Сәлимгә йорт эшен ҡуша.
— Хәҙер, хәҙер, — ти ҙә малайҙар, ашағас, саҡ ҡына тын алыр өсөн урамға сығалар.
Ә унан... унан китте-барҙы — малайҙарҙың эҙен дә күреп булмай. Уларҙың күҙе Аҡбайға төшә. Уныһын ҡыуа торғас, Шарик осрай. Шарик артынан саба торғас, йылға буйына килеп етәләр. Ә унда ауыл малайҙарының ҡайһылары балыҡ ҡаптыра, ҡайһылары көрәшеп ята, ҡайһылары туп тибә. Ни эшләмәк кәрәк?! Ғәлим менән Сәлим дә башҡалар уйнаған уйындарға ҡушылып китәләр.
Ҡояш байығас ҡына, Ғәлим менән Сәлимдең иҫенә төштө:
— Эй-й, әсәй эш ҡушҡайны бит, — ти Ғәлим.
— Әйҙә, йүгерәйек, — ти Сәлим.
Ҡайтыуҙарына әсәләре башын сайҡай.
— Бигерәк белдекһеҙ бит һеҙ, балаҡайҙар, — ти ул. — Мин бишкә ярылайыммы ни? Шул ғына эште лә үтәмәгәс... Булыр ҙа булыр, был тиклем үк булмаҫ.
Унан Ғәлим менән Сәлим йәһәт-йәһәт эшкә тотонған булалар. Ләкин ҡояш байығас, ниндәй эш, ти, ул. Ғаилә өйгә йыйыла, табын йәйелә — ашарға ваҡыт.
Ашарға ултыралар — малайҙарҙың ҡолағына күҙ ҙә эйәрмәй... Ашаһындар, үҫә торған ғына саҡтары ла баһа.
Көндәрҙең береһендә ағалы-ҡустылы ике малайҙы көлкөгә ҡалдырып, аңдарына аҡыл һеңдергән мәрәкә булды.
Ул көндө лә әсәләре улдарына эш ҡушты. Ул көндө лә малайҙар «ярай-ярай, була-була» тинеләр ҙә ҡаршылағы ҡалҡыуға уйнарға сыҡтылар. Тәкмәс аталар ҙа тәкмәс аталар, баш түбән әйләнәләр. Ҡыҫҡаһы, ташып торған көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр.
Йорттан иһә әсәләре ҡысҡыра:
— Етте һеҙгә, ҡайтығыҙ! — ти. — Эшегеҙ ҡала бит!
— Ә беҙ физзарядка яһайбыҙ! — тип яуап бирә малайҙар.
— Йортта көтә физзәрәтке, — тип ҡысҡыра әсәләре. — Ҡырҡмаһа ҡырҡ физзәрәтке ҡырылып ята, ә улар тәкмәс ата. Тиҙ булығыҙ!
— Хәҙер, хәҙер, — тип ҡысҡырып яуап бирә малайҙар.
Ләкин Ғәлим менән Сәлимдең «хәҙер» тигәне бер сәғәт дауам итә. Бер заман әсәһе балаларына:
— Ҡайтығыҙ, эш һыуына! — тип ҡысҡыра.
Быныһы бөтөнләй икенсе нәмә. Ашау — эш түгел, һөйәкте имгәтмәй. Ашарға була!
Ғәлим менән Сәлим тәкмәс ата-ата, көрәшә- көрәшә ифрат асыҡҡандар. Улар йортҡа йүгереп ҡайтып, ҡулдарын саялар ҙа өйгә йомолалар.
— Ҡайҙа былай ҡабалан? — тип һорай әсәләре.
Малайҙар аптырап ҡала:
— Ашарға. Үҙең: «Ҡайтығыҙ, аш һыуына», — тип ҡысҡырҙың бит.
— И-их, балаҡайҙар, — тип башын сайҡай әсәләре. — Ҡояшҡа ҡарағыҙ — ашар мәлме ни?! «Эш һыуына!» — тип ҡысҡырҙым мин. Аңлайһығыҙмы — эш һыуына!
— Эш һыуына?! — Ғәлим — йоҡа елкәһен, Сәлим елкә соҡорон тырнай. — Эш ҡалай һыуынһын?! Ул бит аш түгел.
— Һеҙ һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни әле?! — тип ҡыҙып китә әсәләре. — Аш бешерер өсөн картуф соҡоп алырға кәрәк. Ит, май, һөт булһын өсөн мал ҡарарға кәрәк. Тауыҡ кетәген һылайһы бар, утын өйөлмәгән, көтөүҙе ҡаршы алырға кәрәк. Эй, балаҡайҙар! Тамам әрәмтамаҡ булырға итәһегеҙме ни?! Атайығыҙ көнө-төнө эшләй, ағай-апайҙарығыҙ тамсы буш тормай, мин бишкә бүленәм.
Китте тетеп, китте тетеп әсәләре — ни ерең ҡысый, сыҙап ҡына тор. Бер ҡасан да былай орошҡаны юҡ ине, әле әллә ни булды.
Малайҙар эшкә сыҡҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡараңғы төшкәнсе, шәмгә ут алғансы эшләнеләр, хатта ашарға ла һуңлап ҡына ултырҙылар. Кисен аталары:
— «Йоҡа елкә, соҡор елкә» — эт ялҡауы тигән һүҙ була, — тине. — Ә «ҡолағы шәп ҡыбырлай» тигәне — шәп ашау. Элек шәп ашаған кеше уңған була торғайны. Әммә һеҙҙең ниңәлер иҫәпкә хисап тура килеп етмәй — елкәгеҙ йоҡа, ләкин ҡолаҡтарығыҙ шәп ҡыбырлай. Бына ҡайҙа бит уның ғәрлеге!