Jump to content

Ғәмәл дәфтәре. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource

Ғәмәл дәфтәре

Ғәмәл дәфтәре


Ғәмәл дәфтәрҙәрем берәү түгел:
Береһен - үҙем, береһен - кеше-ҡара,
Фәрештәләр йәнә яурындағы
Ҡылғандарым менән һырлап бара.
Ҙур Ғаләмдең кескәй йән эйәһе -
Алып барам дәфтәр күргәнемә,
Үҙ-үҙемә иң ҙур хөкөм - минән,
Рәхмәттәрем иһә - һүрән генә.
Абындырған ташты, көйгән ашты,
Ниндәй йырҙы боҙҙом ни табында -
Үҙ-үҙемдән хатта йәшерһәм дә,
Дөрләп ята выждан усағында.
Абайламай ҡылған яҙыҡ-хатам,
Диҡҡәт бирмәй ҡылған игелектәр -
Онотһам да үҙем,
фәрештәләр,
Бәндәләрҙән мотлаҡ кемдер теркәр.
Дошман яҙған бите туп-тураға
Атып бәрер тамуҡ уттарына,
Уттан алыр, һыуға һалмаҫ тиеп
Өмөт тотҡан булам дуҫтарыма.
Үҙем яҙған дәфтәр аяуһыҙ ҙа,
Сит яҙғаны әммә буйрағыраҡ,
Яурындағы дәфтәр нисек тартыр -
Белер мәлдәр әле йырағыраҡ.
Әҙәм яҙған ғәмәл дәфтәремдең,
Мин киткәс тә, беләм ябылмаҫын.
Ҡылғаныма ғәҙел хөкөм көтәм,
Нахаҡ һүҙҙәр генә яҙылмаһын.