0%

Ғашиҡ. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ғашиҡ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ғашиҡ


Ә һин рәссам.
Ҡарашыңа батам —
Аяҡ ослап баҫам,
Һине асам.

Ә һин шағир.
Тыңлап туялмайым.
Аңлап туялмайым.
Һин бик маһир.

Ә һин ғашиҡ.
Мәғриб менән Мәшриҡ
Ҡауышҡандай, шашып,
Миңә
Ашыҡ!