Атай эшкә киткән саҡта,
Тәртип боҙма, улым, ти,
Беҙ теймәҫкә ҡушҡандарға
Үрелмәһен ҡулың, ти.
Хәстәре күп әсәйҙең дә,
Ҡалдырып китә яңғыҙ.
Бер үҙем дә донъя көтәм,
Түгелмен дә мин аңһыҙ.
Яңғыҙым да яңғыҙ түгел,
Беләм, янымда - Аллаһ,
Ҡылғанды түгел, уйымды
Ул бит иҫәпкә ала.
Беләм ярҙам итерен дә,
Ҡурҡмайым ҡурҡмаҫ ерҙә,
Ялт итеп көтәм донъяны,
Тәртип боҙмайым бер ҙә.
Атай, әсәй өйҙә түгел,
Беләм, янымда - Аллам.
Тыйылғандан тыйылмаҫҡа
Мин Алланан оялам.