Jump to content

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар


 Йәшәгән, ти, Әтәс батша менән Тауыҡ батшабикә. Улар алтын һарайҙа йәшәгәндәр. Бик татыу, ти, үҙҙәре.
Берҙән-бер көндө әрепләшеп киткән, ти, былар. Оҙаҡламай — Яңы йыл. Маймыл сиратты Әтәс менән Тауыҡҡа бирергә тейеш. Маймыл 2004 йылға хужа ине, бер йыл еткән бит инде уға.
— 2005 минең йылым булырға тейеш, — тигән Әтәс батша.
— Ни эшләп? Беҙҙең икебеҙҙеке лә ул?
— Юҡ-юҡ-юҡ! Ни өсөн тигәндә, кешеләрҙе таңда мин йоҡонан уятаммы? Уятам! Алтын һарайымдың алтын манараһына көн һайын менеп, ҡысҡырырға ла иренмәйем.
— Уятыу ғына нимә ул? Кешеләрҙең: «Эш тауыҡ сүпләһә лә, бөтмәй», — тигәнен ишеткәнең бар ҙа инде. Үҙең беләһең: мин батшалыҡтағы бөтөн тауыҡтарға бойороҡ биреп ҡуйғанмын. Улар олоһона ла, кесеһенә лә ихата таҙартырға ярҙамлаша. Матур ғына, йомроҡай ғына себештәр сығара. Бәпестәр улар менән уйнарға ярата. Себештәрҙе малайҙар, ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерә, Батшам! Шуға күрә тауыҡтар үрсегәндән-үрсей.
Батша батша инде. Тауыҡ батшабикәгә баш бирергә теләмәгән.
— Ҡо-ҡо-ҡо-ҡо! — тип Әтәс үҙ телендә ҡысҡырып ебәргән.
— Ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡыт! — тип тауыҡ телендә яуап биргән уға батшабикә.
Вәзирҙәре булмаған ниндәй батша менән батшабикә, ти, ул? Ә вәзирлеккә иң аҡыллыларҙы ғына һайлап алалар. Уларҙың тоғро кәңәшсеһе, ярҙамсыһы Азамат исемле малай, ти. Ни өсөн уны вәзир иткәндәр, тиһегеҙме? Конкурстан үткән ул. Үҙе сәйәсмән дә, үҙе полиглот та, ти. (Ә бына һеҙ сәйәсмән менән полиглоттың кем икәнен аңлайһығыҙмы һуң әле, дуҫтарым?)
Әтәс батша менән Тауыҡ батшабикәне, тәхеттәренә ултыртып алып, вәзир шундай кәңәш биргән:
— Батша ғаиләһенә әрепләшеү килешмәй, — тигән. — һин, ысынлап та, Әтәс ғәли йәнәптәре, кешеләрҙе йоҡонан уятып, хәйерле көн теләйһең! Зур сауап был! Ә һин, Тауыҡ батшабикәм, алтын йомортҡа һалаһың. Алтын йомортҡаңды ҡулыңа алған кеше бәхетле була. Был да — ҙур сауап!
Әтәс батша менән Тауыҡ батшабикә вәзирҙәренең тел төбөн шунда уҡ аңлаған.
— Кем теләй, уға Тауыҡ йылы булһын 2005 йыл, — тигән батша.
— Батшамды яратҡандар, быйыл — Әтәс йылы, тип уйлаһын, — тигән батшабикә.
Бына шулай итеп килешкәндәр ҙә!
Батшабикә Ер шарындағы бөтөн тауыҡтарға Яңы йыл тыуғанда алтын йомортҡа һалырға фарман сығарған.
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Яңы йыл төнөндә ёлка төбөн ҡарағыҙ әле, зинһар! Унда берәй тауыҡ алтын йомортҡа ҡалдырып китмәнеме икән? һеҙҙең һымаҡ һәйбәт малайҙарға, ҡыҙҙарға алтын йомортҡа бүләк итмәй була, тиме ни! Уны тапҡан кешенең бөтөн теләктәре тормошҡа аша, ти.

 


2009 йыл