0%

Яңылыш. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яңылыш (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Яңылыш


Кем юғалтты? Минме һине бөгөн?
Һинме – мине, ҡылып хыянат?
Ә хәҙер мин һине һатайыммы,
Үҙ йәнемә алып яманат?

Эҙләйемме мин дә һанлар, аңлар,
Ҡәҙер итер бүтән бер йәнде?
Асайыммы уға бар серемде,
Быға тиклем тик һин белгәнде?

Юҡ, тимәйһең. Бар ҙа тимәйһең һин.
Булырбыҙмы шулай аймылыш?
Ғәҙеллектән ҡайсаҡ көслөрәк шул
Аҡылһыҙлыҡ сиге – яңылыш.