0%

Яңаҡтарым таштай ҡатты. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яңаҡтарым таштай ҡатты (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Яңаҡтарым таштай ҡатты


Яңаҡтарым таштай ҡатты,
Ирендәрем ҡымтылды.
Тештәремә ҡыҫылды ла
Әйтер һүҙем онталды.

Минме, минме йомшаҡ елдәй
Тулышмағайным наҙға?
Яҡты көнгә инәмме мин,
Инәмме һалҡын баҙға?

Йылтыр ҡарашың төбәмә,
Төбәмә һынсыл күҙең!
Һинең ҡарашҡа сыҙарлыҡ
Миндә бар әле түҙем.

Йәнгә услап баҙ һыуығын,
Күпме әле бараһы?
Өндәшмәйһең. Мин дә телһеҙ.
Арала — төн ҡараһы.