Jump to content

Яҙ һулышы(шиғыр). Ф.Мөхәмәтйәнов

From Wikisource
Яҙ һулышы (Шиғыр )
автор Ф.Мөхәмәтйәнов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Яҙ һулышы


 Яҙ һулышын һиҙенгән дә
 Йылғыр йылға,
 Боҙон ватып, ярһый-ярһый
 Сыҡҡан юлға.
 Тулҡындары ҡосағында
 Боҙ талпына.
 Яр ситенә төртөлә лә
 Боҙ ватыла.
 Күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп
 Илай боҙҙар.
 Һалҡын ҡышты сигендерә
 Йылы яҙҙар!


1996 йыл