— Эй, ҡамышлы Һаҡмарым,
Яуап бир әле миңә:
Беҙгә ҡайтҡан йомарт яҙ
Ни бүләк итте һиңә?
— Йылы нурҙары менән
Иретте ул боҙомдо,
Балығымды ҡарпытып,
Алҡындырҙы һыуымды!
— Эй, тынғыһыҙ киң баҫыу,
Яуап бир әле миңә:
Беҙгә ҡайтҡан йомарт яҙ
Ни бүләк итте һиңә?
— Сарсап ятҡан тупраҡты
Туйындырҙы ул дымға.
Орлоҡтарҙы шыттырҙы,
Йән өрҙө йәш ужымға!
— Эй, ғорур урманым,
Яуап бир әле миңә:
Беҙгә ҡайтҡан йомарт яҙ
Ни бүләк итте һиңә?
— Һәр бер тирәгемә ул
Йәп-йәшел һырға элде,
Ҡыуағымды, ағасымды
Былбыл моңона күмде.