0%

Яҙғы шау(хикәйә). Н.Сладков

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яҙғы шау ( хикәйә )
автор Н.Сладков
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Яҙғы шау


 Май йәшене йәшнәп үтеү менән, тәбиғәттең теле сиселде. Урман төрлө тауыштарға күмелде. Уның эсендә май гөрләй!
Тауыш сығара алған бөтә нәмә шаулай. Өнһөҙлөктән бойоғоп бөткән өкөләр ухылдай. Ҡурҡаҡ ҡуяндарҙың да тауыштары ишетелеп ҡуя.
Урман ҡысҡырған, һыҙғырған, шаҡылдаған тауыштарға һәм йырҙарға күмелгән. Ул йырҙарҙы урманға йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар килтергән. Ә ҡайһылары урмандың үҙендә тыуған.
Яҙғы ҡояшта ҡыҙған быулы һаҙлыҡта, асыулы гөрләгән шишмә яғында, алтын талдар һыуға бөгөлөп бит сайҡаған ерҙә, ап-аҡ муйылдың күпереп торған ботаҡтары бер ярҙан икенсе ярға бөгөлөп төшкән урында тәүге серәкәй безелдәй. Ап-аҡ ынйы сәскәләренең бәләкәс кенә ҡыңғырауҙары ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыңлай. Йәшенле ямғыр күптән үтһә лә, ҡайын япрағындағы шаян тамсылар береһенән икенсеһенә ырғый. Япраҡ осонда ырғырға ҡурҡҡандай дерелдәп торалар- торалар ҙа, ялт итеп янып, күләүеккә һикерәләр.
Ә күләүектә тәлмәрйендәр рәхәтләнеп сырылдай.
Ҡар аҫтында ҡышлап сыҡҡан ҡоро япраҡтарға ла йән кергән. Улар сысҡан һымаҡ ҡыштырлай, йыбырлай йә, етеҙ ҡоштар төркөмөндәй, пырх итеп өҫкә күтәрелә.
Тауыштар төрлө яҡтан килә: баҫыуҙан һәм урмандан, күктән, һыуҙан, ерҙән.
Яҙғы шау гөрләй!
 


2006 йыл