0%

Яҙым килә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яҙым килә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 18.03.1990. Малеевка. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (51-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Яҙым килә


Иламайым…
Ҡыйыҡтарҙан
Ынйы-ынйы тамсы тама.
Йырламайым…
Ҡайынҡайҙар
Моңға тулып, япраҡ яра.

Атламайым...
Йырғанаҡтар
Йүгерәләр сылтыр-сылтыр.
Ҡарамайым…
Ер төрөнгән
Ебәк боҙға ялтыр-йолтор.

Теләмәйем…
Күҙҙәремде
Сағылдырып, ҡояш көлә,
Яҙмышымда
көҙ артынан,
Көҙ артынан яҙым килә –
Ғашиҡ бер йән
сәскәләрҙән
Һөйөүемдең тажын үрә…
Яҙым килә…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.