Яҙым

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яҙым (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (53-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Яҙым


Ҡарҙар ҡарайһа ла, яҙ ҡараймай,
Һыуҙар ташһалар ҙа – яҙ сабыр,
Елдәр үтһәләр ҙә үҙәгенә,
Һалҡынлыҡтан Яҙым наҙ табыр.

Йәшел уттар яғыр бөрөләргә,
Хушбуй һибеп үтер урманға,
Ҡыйыҡтарға суҡлы сулпы тағып,
Толом һыуҙар үрер юлдарға…

Күңелдәргә аңлап етмәҫ илһам,
Һүҙгә һыймаҫ хистәр яуҙырыр,
Һөйгән, һөйөлгәнде, өмөтһөҙҙө
Ҡалдырмаҫ ул, беләм, яңғыҙын.

Ҡарҙар ҡарайһа ла, яҙ ҡараймай,
Һыуҙар ташһалар ҙа – яҙ сабыр,
Елдәр үтһәләр ҙә үҙәгемә,
Һалҡындан да Яҙым наҙ табыр!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.