0%

Яҙмыш еле. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Яҙмыш еле (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Яҙмыш еле


Устарыңа ҡуйып яңағымды,
Бик аҙ ғына итәйемсе серем.
Ҡулға эйәләшкән кейекменме?
Ҡалманы ла һинең алда серем.

Һин үҙең дә һунар ҡомарынан
Ваз кистеңме, уяу, һаҡ урмансым?
Тирә-яҡта — сәйер бер яҡтылыҡ...
Таң нурына алынғандай мансып

Уйсан ҡараштарың.
Хафаланма,
Эҫенде бит, тиеп, артығыраҡ.
Гел иркәләп иҫмәй яҙмыш еле,
Гел наҙлауҙан яҙмыш еле йыраҡ.

Әле генә шундай һил тынлыҡта
Һарыламын
Усың йылыһына.
Ағас баштарынан япраҡ ҡойоп,
Көҙ бышылдай, ана, ҡулын һона,

Көҙ үҙе лә йылы ҡулын һона,
Йәнен аса үлән-ҡыуағына:
«Алда ниҙәр бары кемгә хәжәт,
Ҡыуанығыҙ һуңғы сыуағыма!»