100%

Яҙмышынан тора юғары

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яҙмышынан тора юғары
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2014. Нәшер ителгән: 2014. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Яҙмышынан тора юғары // «Башҡортостан» гәзите, 2014, 31 ғинуар


Яҙмышынан тора юғары

Республикабыҙҙың «төньяҡ ҡапҡаһы» тип нарыҡланған күп милләтле Яңауыл районы — Башҡортостанда ғына түгел, күрше Татарстан һәм Удмурт республикаларында, Мари Илендә лә киң танылыу алған ғалимдарҙың, яҙыусы һәм шағирҙарҙың, сәнғәт әһелдәренең тыуған төйәге. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, талантлы йырсы Радик Гәрәев, күренекле әҙип Ғәйнан Әмири, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Нурихан Фәттәх менән халыҡ шағиры Илдар Юзеев, уның ағаһы, әҙәбиәтсе-ғалим Нил Юзеев, удмурт тел белгесе Риф Насибуллин, ғалим-мәғрифәтсе, тәүге мари яҙыусыларының береһе Валериан Васильевтарҙы атау ҙа етә. Яңауылдан сыҡҡан ошондай арҙаҡлы шәхестәр исемдәре гөлләмәһенең ысын мәғәнәһендә «йөҙөк ҡашы» — шағирә Кәүсәриә Шафиҡова.


Йыр-моңға маһир яңауылдар ҡалала уҙғарылған барлыҡ мәҙәни тамашаларға ла ихлас йөрөй. Кәүсәриә Шафиҡованың 65 йәшлек юбилейына арналған кисә лә шығырым тулы залда үтте. «Был тантана — Яңауыл районында ғына түгел, тотош республика буйынса ла Мәҙәниәт йылы сараларының иң тәүгеһе», — тип билдәләне юбилярға Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хатын тапшырғанда мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев. Быны халыҡ яратып тыңлаған йөҙҙән ашыу йыр авторы, үҙенсәлекле яҙмышынан өҫтөн тороусы шағирәгә Мәҙәниәт министрлығы һәм район етәкселеге тарафынан күрһәтелгән оло ихтирам тип тә баһаларға кәрәктер.

— Йәшәүгә ынтылыш көсө менән һуғарылған әҫәрҙәрегеҙ кешеләрҙе тормоштоң ауыр һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа саҡыра, — тип бик йылы тәбрикләне әҙибәне район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

Предприятие һәм ойошмалар вәкилдәре тантана хужабикәһен сәскәләргә күмде. Республиканың Яҙыусылар союзы, Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте, «Китап» нәшриәте, гәзит-журнал редакциялары вәкилдәре лә ихлас ҡотлауҙарын яңғыратты.

Райондың Иҫәнбай ауылында тыуған Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы. Ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырып, тиҫтерҙәре менән сыр-сыу килеп, бала саҡ донъяһынан шатлыҡ табып, урман-ҡырҙар гүзәллегенә һоҡланып үҫә ҡыҙсыҡ. Алда үҙен ҡәһәрле яҙмыш һағалауы уның уйына ла килмәй, әлбиттә. Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. Яман сир көтмәгәндә уны аяҡтан йыға: ете йәшендә хәрәкәтһеҙ ҡала Кәүсәриә һәм бына алты тиҫтәгә яҡын йыл дауамында ошо сир менән яғалашып йәшәй. Йәшәй генә түгел, ҡәҙимге тормош рәүешенән мәхрүм булыуына ҡарамаҫтан, емештәре күптәрҙе һөйөндөргән, бер ҙә еңелдән һаналмаған ижади хеҙмәт менән шөғөлләнә. Шиғриәттән ҡәнәғәтлек алып ҡына ҡалмай, һәр үткән көн, яҙылған әҫәре менән был яҡты донъяға юҡҡа килмәгәнлеген иҫбатлай, үҙенең рух көсө менән күптәр өсөн тиңдәшһеҙ үрнәк күрһәтә.

1999 йылда Яҙыусылар союзында ҡабул ителгән, шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәре ун биш йыйынтыҡта урын алған Кәүсәриә Шафиҡованың ижадҡа тотоноуы уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағына тура килә. Ҡәһәрле яҙмышы арҡаһында тейешле белем алыуҙан мәхрүм булһа ла, үҙаллы шөғөлләнеүе, күп уҡыуы, тормошҡа ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы уның йөрәгендә илһам сатҡылары уята. Хис-тойғоларын тәүге тапҡыр шиғри юлдарға һалғанда уға ун ете йәш була. 1970 йылда беренсе әҫәре район гәзитендә донъя күрә.

Йәш ҡәләм тирбәтеүсенең ошо осорҙа редакцияға ебәргән хаттары тантана көнөндә үҙәк район китапханаһында әҙибәгә арнап асылған күргәҙмәлә урын алған. Бында шулай уҡ шағирәнең ҡулъяҙмалары, төрлө нәшриәттәрҙә донъя күргән китаптары, гәзит-журналда баҫылған әҫәрҙәре, уға арналған мәҡәләләр тупланмалары, яҙыу машинкаһы, шахмат таҡтаһы һәм күп кенә башҡа шәхси әйберҙәре ҡуйылған. Улар араһында тәү сиратта иғтибарҙы йәлеп иткәне — Кәүсәриә апайҙың сигеү эштәре һәм рәсемдәре. Ҡулдары ныҡлы йөрөгән йылдарҙа әсәһе һәм атаһы маһир булған был шөғөлдәр менән дә мауыҡҡан ул.

...Хәтер сылбырын артабан тағатайыҡ. Район гәзите биттәрендә ташҡа баҫылған тәүге шиғырҙарын күреү ысын мәғәнәһендә ҡанатландыра йәш ижадсыны, уға ҡомар өҫтәй, бер үк ваҡытта илһамландыра һәм сәмләндерә лә: «Булдырам бит!» Төрлө жанрҙағы матур әҙәбиәт менән әүҙем танышыу ҙа бушҡа китмәй. Аҡ ҡағыҙға төшкән юлдар артҡандан-арта, уларға һалынған уй-фекерҙәр киңәйә, мәғәнәләре тулылана. Тора-бара ҡулына тәүгә ҡәләм алыусыларҙың барыһына ла хас булған ҡыйыуһыҙлыҡты еңергә лә көс таба ул. Һиҙелерлек йыйылып киткән шиғри ҡулъяҙмаларын алда телгә алынған шағир Илдар Юзеевҡа ебәрергә тәүәккәлләй. Был осорҙа Татарстан Яҙыусылар берлегендә йәш яҙыусылар менән эшләү өсөн яуаплы булған әҙиптең булышлығы һөҙөмтәһендә Кәүсәриә Шафиҡованың бер шәлкем шиғыры 1977 йылда Ҡазанда донъя күргән «Ҡыҙҙар тауышы» исемле йыйынтыҡҡа индерелә. Өфөлә башҡорт телендә сыҡҡан «Йәш көстәр» альманахы уның әҫәрҙәренә 1984 йылда урын бирһә, тағы ла бер йылдан йәш шағирҙарҙың татар телендәге «Осҡондар» тупланмаһында «Был йыр һинең хаҡта» йыйынтығы уҡыусы хөкөмөнә тәҡдим ителә. Шунан һуңғы тиҫтә ярым йылдан ашыуыраҡ осорҙа Өфөлә — ете, Ҡазанда — өс, Нефтекама һәм Яңауылда ике йыйынтыҡты тулыландыра был ваҡытҡа шиғриәттә ныҡлы урынын тапҡан әҙибәнең әҫәрҙәре. Һуңғы баҫмаларға шиғырҙар һәм композиторҙар көй яҙған йыр текстары менән бер рәттән хикәйәләре һәм новеллалары ла индерелгән. Әйтергә кәрәк, 1995 йылда Өфөлә донъя күргән «Пар аҡҡош» һәм 2000 йылда Яңауылда баҫылған «Бөрөләр асылғанда» китаптары — Кәүсәриә апайҙың тормош юлдашы, үҙенә оҡшаш яҙмышлы шағир Рәфис Мөхәмәтдинов менән берләктәге ижад емештәре.

Шағирә — «Арғымаҡ” журналының Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге конкурсының тәүге лауреаты, төрлө йылдар йомғаҡтары буйынса шундай уҡ исемде уға республикабыҙҙың күп кенә баҫмалары, шул иҫәптән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы ла биргән. Кәүсәриә Шафиҡова шулай уҡ Яңауыл районы хакимиәтенең Ғәли Соҡорой исемендәге премияһына лайыҡ булған, ҡала һәм райондың почетлы гражданы.

Шағирәнең һүҙҙәренә Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары көй яҙған ике йөҙгә яҡын йырҙың күбеһе ике туғандаш республиканың төрлө быуын популяр артистары репертуарынан төшмәй, халыҡ һорауы буйынса радио һәм телевизорҙан даими яңғырай. Кәүсәриә Шафиҡованы ысын мәғәнәһендә ошондай оло сәхнәгә алып сығыусы, уның шиғырҙарын көйгә һалып, халыҡҡа еткереүсе — билдәле композитор һәм йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Наил Шәймәрҙәнов. Алтмыштан ашыу йыр – ике авторҙың моң даръяһында сирек быуатҡа яҡын дауам иткән ижади дуҫлығы һөҙөмтәһе. Был хеҙмәттәшлек, 1991 йылда яҙылған «Ҡайталар инде ҡыр ҡаҙҙары»нан башланып китеп, «Башҡортостан гөлөбөҙ», «Их, алмаһы», «Ҡоштар китә», «Ике малай», «Балан тәлгәштәре», «Иҫән саҡта күрешәйек» һәм башҡа танылған йырҙар менән дауам итә. «Дарман» төркөмө башҡарыуында йыш яңғыраған “Был минең ғорурлығым”ды айырым билдәләргә кәрәк.

Кисәлә шағирә һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артистары Фәнәүи Сәлихов һәм Фәдис Ғәниев, атҡаҙанған артистар Лилиә Биктимерова һәм Наил Шәймәрҙәнов, төрлө конкурстар лауреаттары Радик Динәхмәтов, Хәсән Усманов, Гөлсөм Бикбулатова, шулай уҡ Гөлназ Асаева, Илнур Мөфтәхов һәм Денис Мөхәмәтдинов, Яңауылдың ижади коллективтары ишеттерҙе.

Сит ярҙам менән көн күргән Кәүсәриә Шафиҡова өсөн әҙәби ижад — тормош асылы ла, йәшәү рәүеше лә. Донъяға килгән һәр яңы әҫәре бер яҡтан уның үҙе өсөн оло шатлыҡ булһа, икенсе яҡтан әҙибәнең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған тәрән хис-тойғоло йырҙар күпме кешелә ләззәт һәм ҡыуаныс уята!

«Мин был ерҙе матурларға килдем», – ҡарашы һәр саҡ мөләйем һәм шәфҡәтле нур менән тулы шағирәнең был һүҙҙәре уның бар булмышын сағылдыра. Кәүсәриә апай тормош юлдашы Рәфис Мөхәмәтдинов менән һис бер һыҡтанмай һәм зарланмай, яҙмыш биргән уртаҡ тәҡдирҙәрен нисек бар, шулай ҡабул итеп, ижад тулҡындарында сайҡала-сайҡала, шиғриәттән һәм тормоштан йәм һәм тәм табып ғүмер кисерә. Үҙҙәре әйтеүҙәренсә, ысын бәхет даръяһында улар.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең: «Кәүсәриәне урыҫ яҙыусыһы “Ҡорос нисек сыныҡты” авторы Н. Островский, башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллин менән йәнәшә ҡуя алыр инем», — тигән һүҙҙәренә нимәлер өҫтәү урынһыҙ. Төрлө быуын ҡәләмдәштәренә, бигерәк тә йәштәргә йылы һәм хәстәрлекле ҡарашы менән айырылып торған мәшһүр остаздың был фекере — ауыр яҙмышына баш эймәй, ижад менән уңышлы шөғөлләнергә көс тапҡан ныҡлы рухлы Кәүсәриә Шафиҡоваға ҡарата әйтелгән тәүге баһаларҙың береһе. Ә инде уның бөгөнгө шиғриәтенә, йыр жанрында үҙ урынын тапҡан тос ижад емештәренә килгәндә, әҙәбиәт, тел һәм сәнғәт белгестәре яҡын киләсәктә уларға мотлаҡ тейешле баһа бирер, тип юрайыҡ.


Ансар НУРЕТДИНОВ.


Яңауыл районы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.