0%

Яуап. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Яуап. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 05.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Йәш саҡтағы фотоларҙы
Ҡыҙым ҡарап, минән һорай:
“Матур ғына булғанһың бит,
Тик үҙгәрҙең ниңә былай?”

Һораны ла, ул онотто.
Ә мин һаман уй эсендә,
Күҙ алдынан үткән ғүмер
Бер урала, бер сиселә.

Ҡайҙа булған нескә билем?
Миңә бәхет – һеҙ булыуы,
Күкрәгемә бала ҡыҫып,
Йөрәгемә йыр тулыуы.

Йыйырсыҡтар маңлайымда –
Ауыр уйҙар уйлағанға,
Күҙ осонда йыйылғаны-
Һеҙгә ҡарап йылмайғанға.

Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулым –
Донъя көтәм ерҙе тырнап,
Шул ҡулдарҙа рәхәтләнеп
Йоҡлай инең мышнап-мышнап.

Сәс ағарған ҡайғыларҙан,
Аҙмы яра алған күңел!
Иҫем китмәй: сал сәстәрҙе
Буятыуы ҡыйын түгел.

Ҡайһы ерем һыҙлағанын
Бары үҙем генә беләм,
Ә йөрәгем элеккесә
Һеҙҙе һөйөп тибә гелән.

Кисер, ҡыҙым, йәш саҡтағы
Матурлыҡты һаҡламаным,
Аңлатһам да сәбәптәрен,
Мин үҙемде аҡламайым.

Минең өсөн мөһимерәк
Һеҙҙең барлыҡ, һеҙҙең һаулыҡ,
Матурлыҡ бит ваҡытлыса,
Һеҙҙең бәхет – минең байлыҡ!