— Бына нәмә, балалар...— Мәрхәбә апай оҙаҡ ҡына уйланып торҙо.— Фәриткә уҡыуында булышырға кәрәк... Кем риза?
Синыфта тынлыҡ урынлашты, һуңғы дәрестең аҙағы ине. Уҡыусыларҙың йөҙҙәре етдиләнде, һәр баланың эске кисерештәрен, хис-тойғоларын күҙе менән күреп кенә түгел, йөрәге менән дә һиҙгән уҡытыусы был юлы ашыҡманы, һул яҡтан өсөнсө парта артында ултырған Исхаҡ та аптырап ҡалған һымаҡ.
—- Әгәр ҙә... Фәрит үҙе теләһә...— тип ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланы Ринат.
— һинең бит үҙеңә «буксир» кәрәк.
Быныһы Исхаҡтың көлөмһөрәгән тауышы ине. Ул шулай төрттөрөп һөйләшә. Әгәр ҙә ваҡытында тыймай ҡалһаң, кемде булһа ла ҡыйырһытырға күп һорамай.
— Ә үҙең ярҙам итергә теләмәйһеңме, Исхаҡ?
Уҡытыусы, һорауына яуап та көтмәйенсә, ҡарашын Фәриткә күсерҙе. Ялҡау малай түгел ул. Уның яҡшы яҡтары ифрат та күп. Тырыш. Үткән айҙа, әсәһе сирләгәс, уҡыуҙа бер аҙ «аҡһай» башланы... Ә Исхаҡ? Билдәле, яҡшы уҡый. Тик бына ҡайһы бер ҡылыҡтары ғына ваҡыт-ваҡыт аптырашта ҡалдырырлыҡ!
— Йә, Исхаҡ, яуап көтәм?
— Минме?.. Әгәр ҙә бик теләй икән, килһен, ярҙам итермен!
— Мин риза!— Мәрхәбә апай өҫтәл артына барып ултырҙы.— Бәлки, икегеҙгә лә файҙаһы тейер...
Уҡытыусының һуңғы һүҙҙәренә бик иғтибар итеүсе булманы. Тик Ринат ҡына: «Ни өсөн Исхаҡ? Синыфта бит унан да яҡшыраҡ уҡығандар бар»,— тип уйлап ҡуйҙы.
Дәрес бөткәнде иҫкәртеп, оҙаҡ ҡына ҡыңғырау шылтыраны.
Фәрит килгәндә, Исхаҡ ашап ултыра ине.
— һаумыһығыҙ!
— Ә, Фәрит улым— Сабира апай ятҡан еренән башын ҡалҡытты.-— Хәлдәр һәйбәт түгел әле, бына тағы йөрәгем ҡыҫа.
—- Әйҙә тегендә,— Исхаҡ түр яҡҡа ымланы. Фәрит тә уға эйәрҙе. Бүлмәгә ингәс, өҫтәлдән китап алып бирҙе.— Мә, уҡы!
— Был...— Фәрит ниҙер һорамаҡсы ине лә. Исхаҡ ҡулын күтәреп ҡаршы килде.— һуңынан... Мин саңғы шыуып ҡайтҡас...
— Улым, юл ыңғайы, ыһ...— тип өндәште Сабира апай, Исхаҡтың кейенгәнен күргәс,— бер генә ҡосаҡ утын индерсе?
— Әсәй, мин былай ҙа һуңға ҡалдым. Атайым ҡайтҡас, үҙе индерер әле.
Исхаҡ ашығып сығып китте. Урам ҡапҡаһы ябылғас, Сабира апай торорға уйлап, өҫтөндәге юрғанын аса башланы.
— һеҙ ятығыҙ. Мин үҙем.
Фәрит, әсәһе сирле саҡта, йорт эштәрен үҙе башҡарҙы. Өйрәнгән. Әле лә, Сабира апай ҡушҡан эштәрҙе ялт итеп эшләп ҡуйҙы, һуңынан тимер мейес гөрләп янып киткәс, өйгә генә түгел, йәненә лә йылы йүгергәндәй тойолдо.
— Рәхмәт, Фәрит улым.— Сабира апай уның башынан һыйпаны.— Минең Исхаҡ та һинең кеүек булһасы! Бар, китаптарыңды бында алып кил.
Ғәжәп, Сабира апай бигерәк күпте белә икән! Нисек онотмаған? Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Фәриткә әллә күпме ҡағиҙәләрҙе, миҫалдарҙы төшөндөрөп бирҙе.
— Иртәгә тағы ла кил,-— тип оҙатты уны Сабира апай,— үҙем ярҙам итермен!
Фәрит, ҡапҡанан сығыу менән, Исхаҡҡа тап булды. Ул ҡулына һынған саңғыһын тотҡайны.
— Ҡайҙа киттең? Ярҙам итмәнем бит әле.
Фәрит өндәшмәне, бүркен батырыбыраҡ кейҙе лә өйҙәренә йүгерҙе»
Бер нисә көн үтеп китте. Сабира апай ҙа аяғына баҫты. Тик Исхаҡ ҡына, Фәрит килгән һайын, терлө һылтау табып, сығып китеү яғын ҡараны.
Бер ваҡыт Фәрит ҡосағына утын тейәп торғанда, ҡапҡанан Ринат килеп керҙе.
— һин нимә?— тине ул ғәжәпләнеп.— Исхаҡ тауҙа саңғы шыуа, ә һин?
Шул саҡ ҡапҡанан Исхаҡ килеп инде. Фәрит янында баҫып торған Ринатты күргәс, уның ҡулынан саңғыһы төшөп китте.
Икенсе көндө Мәрхәбә апай синыфҡа ингәндә, Ринат ҡыҙып кисәге ваҡиғаны һөйләй ине.
— Мин быларҙың барыһын да белә инем,— тине ул, балалар тынысланғас,- Сабира апайығыҙ сирле сағында ярҙамы өсөн Фәриткә рәхмәт әйтергә ҡушты,
— Уның үҙенә рәхмәт,— тип бышылданы Фәрит. Мәрхәбә апайы уны аңлап өҫтәп кенә ҡуйҙы:
— Эйе, синыфташтарың исеменән Сабира апайыңа ла рәхмәт әйттем.
— Ҡыҙыҡ. Ә малайы? — Ринат аптырап Исхаҡҡа ҡараны.— Нисек ултырған була, яр-ҙам-сы!
Тегеһе әкрен генә тороп баҫты, башын аҫҡа эйҙе: «Мин ни... Ярҙамсы тип...»
— Бына төйөн сиселде.— Мәрхәбә апай тәҙрә яңағына барып һөйәлде.— Фәрит сирле кешегә генә түгел, ә Исхаҡҡа ла ҙур ярҙам күрһәтте. Уның өсөн дә рәхмәт әйтергә кәрәк.
Уҡыусылар дәррәү ҡул сапты.