Jump to content

Ярат мине

From Wikisource
Ярат мине (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2001 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (43-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


ЯРАТ МИНЕ


 
“Мин яратам!”- тиеп әйтә алманым,
Һин:”Яратам!”- тиеп уҡталғанда,
Һөйөү сатҡылары өҫтәмәнем
Йөрәгеңдә усаҡ тоҡанғанда.

Ҡараштарың  ҡояш кеүек ине –
Нурҙарынан иҙерәп илермәнем.
Күңелең диңгеҙенең ярҙарынан,
Аяҡ сыландырып, йүгермәнем.

Хыялыңдың зәңгәр офоғонда
Аҡҡош ҡына булып кәйелмәнем –
Ҡырыҫ әҙәп, уҫал ҡәйнә кеүек,
Ебәргәйне сихри мәлдең тәмен.

Ҡанундарға ҡоршап мөхәббәтте
Күпме булыр шулай язаларға?
Ғүмер һыуы ғына кире аҡмай,
Йәшлек кенә зая уҙа бары.

“Мин яратам!”- тиеп әйтмәһәм дә,
Ярат мине,
Аллаһ хаҡы өсөн,
Асылыма -
Ҡоршауҙарҙан азат
Яҙ иленә бер саҡ ҡайтыр өсөн…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.