0%

Яратҡаның ярҙан этһә...Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Яратҡаның ярҙан этһә... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 04.04.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


 * * *
Яратҡаның ярҙан этһә,
Яралары ямалмай,
Ялҡынланып ярһыу йөрәк
Яна дөрләп ял алмай.

Яҙмышҡа япһарған булып
Яһиллыҡты, ялғанды
Ямай-ямай яңылышты
Яратабыҙ яҙғанды…