Jump to content

Ярай. Әле кис түгел бит. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Ярай. Әле кис түгел бит (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ярай. Әле кис түгел бит


Ярай. Әле кис түгел бит,
Эңер әле төшмәгән,
Башыма аҡыл кермәгән,
Телем әле бешмәгән,

Әле билем биртенмәгән,
Әле беләк талмаған,
Әле аяҡ таймаған, тип
Һөйләргә лә ҡалмаған!

Ҡомдар ҡойолмаҫ борон уҡ
Ҡойолмаһынсы уҡа –
Һөйөп-һөйөлөп ҡалайыҡ,
Ҡайғырмайынса юҡҡа!