Ямғыр яуа

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ямғыр яуа (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (90-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Ямғыр яуа


Ямғыр яуа...
Ел-килендәр
Болот-елендәренән
Ынйылай саф тамсы һауа
Ерем ирендәренә.

Һалҡынса был тамсыларҙан
Тертләп уянған Ерем,
Текләп күккә ҡараштарын,
Ята ҡоласын киреп...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.