Jump to content

Ял кәрәк!(шиғыр).Р.Миңнуллин

From Wikisource
Ял кәрәк!(шиғыр)Р.Миңнуллин (Шиғыр )
автор Р.Миңнуллин
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ял кәрәк!


 Эй, ҡыҙҙар, эй, малайҙар,
 Тик тороғоҙ, тынығыҙ!
 Аҙ ғына ла сыҡмаһын
 һеҙҙең тауыш-тынығыҙ!
 Ҡошҡай, һин дә йырлама!
 Бесәй, һин дә мырлама!
 Быҙау, һин дә мулама!
 Аҡбай, һин дә олома!
 Шаулама һин дә? тирәк!
 Әсәйемә ял кәрәк!
Ул эшенән туҡтаһын!
 Тиҙерәк ятып йоҡлаһын!
 Ял итһен, көс туплаһын!
 Әсәйем, һин былай ҙа
 Ял итәһең бит һирәк!
 һиңә лә бит ял кәрәк!
 Арығанһың бит инде,
 Әсәйем, ял ит инде!


1996 йыл