Jump to content

Ял иттерәм әле бәхет ҡошон. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource


Ял иттерәм әле бәхет ҡошон


   
Ял иттерәм әле яҙмышымды,
Көҫәмәйем яңы еңеүҙәр,
Күктән йондоҙ тирер ваҡыт үтте,
Ут өҫтөндә етер бейеүҙәр.

Ҡанаттарын йыйып, бәхет ҡошом
Серем итһен әле берауыҡ,
Тын тартырға бирмәй алға ҡыуһам,
Төшөүе лә бар бит бер ауып.

Унан инде сөйҙөң, сөймәнең ни -
Күтәрелә алмаҫ күктәргә,
Өлөшөмә тейгән көмөштәрҙе
Ауыр булыр - берсә күтәрһә.

Тәхеттәргә менһә нәфсе-батша,
Туя белмәҫ, тыймай, бир ирек.
...Ял иттерәм әле бәхет ҡошон -
Киләсәккә ҡалһын килерем,
Алда ҡалһын бәхет күререм.