Jump to content

Ялған ота, һөйөү отола

From Wikisource
Ялған ота, һөйөү отола (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова)
Ижад итеү ваҡыты: 1982йыл. Нәшер ителгән: 1997 йыл. Сығанаҡ: Көмөш йөҙөк: шиғырҙар йыйынтығы. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997. – 320 бит. (223-сө бит) ISBN 5-292-02278-1


Ялған ота, һөйөү отола


 Яҙ көнөндә яңы ҡарҙар яуа,
Һуңғы тапҡыр буран ҡотора,
Ҡарҙың “аҡҡош йыры” ҡарғаларҙың
Ярһыу тауышынан йотола.

Ҡар бөртөгө һиҙә, белә микән
Бер сәғәттән юҡҡа сығырын,
Ҡояш нурҙарынан “һә” тигәнсе
Йырғанаҡтар булып ағырын...

Хистәр, хистәр...
Ап-аҡ керһеҙ хистәр
Яуа кеүек ҡара күңелгә,
Ваҡытлыса ғына, ваҡытлыса
Был ҡара ер аҡҡа күмелгән.

Яҙ көнөндә яңы ҡарҙар яуа.
Һуңғы тапҡыр буран ҡотора...
“Һине һөйәм!” тигән һүҙҙәреңдең
Ситлегенә йөрәк тотола –
Ялған ота.
Һөйөү отола...





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.