0%

Ялғансы фотоаппарат(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ялғансы фотоаппарат ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Ялғансы фотоаппарат


 Айтуған йәй көнө бесәнгә йөрөп йыйған аҡсаһына фотоаппарат алғас, малайҙарҙың күҙе дүрт булды. Әлегә тиклем класта бер кемдең дә бындай шәп нәмәһе юҡ ине. Ә араларында бер Булат ҡына фотоға төшөрә белә. Түңәрәккә йөрөй.
Уҡытыусы Ғәзиз ағай:
— Әҙерәк үҫә төш, бында һиңә ҡыйын булыр. Физика, химия фәндәрен үтмәйһегеҙ бит әле, — тип ҡарағайны ла, Булат:
— Бик өйрәнгем килә, — тип уның үҙәгенә үтте.
Шулай булғас, ни эшләһен, Ғәзиз ағай уны ла түңәрәккә яҙҙы. Булат бер ҡыш эсендә әллә нимәләргә өйрәнде. Тик фотоаппараты ғына юҡ шул. Айтуғандың фотоаппаратын күргәс, берәй ял көндө биреп тороуын үтенде.
Тик Айтуған «байлығын» портфеленә һалып уҡ ҡуйҙы ла:
— Ул бит уйынсыҡ түгел! — тине.
Айтуған тәнәфес ваҡытында һөнәрен күрһәтә башларға ла өлгөрҙө. Сәкинә менән Рәшиҙәне, таҡта алдына баҫтырып, фотоға төшөрҙө.
— Сәсегеҙҙе тарамағанһығыҙ, ялбыр баштар, фотоһүрәт бит ул — ғүмерлек иҫтәлек, — тип әрләп тә алды. Башҡа һабаҡташтары ла, берәм- берәм Айтуған янына килеп, үҙҙәрен «мәңгеләштерҙе. Айтуған башҡа класс уҡыусыларын да шатландырҙы.
Ҡыҙҙар уны маҡтарға тотондо:
— Вәт егет, исмаһам! Оҫтарып та алған!
Рәшиҙә менән Сәкинә лә һүҙһеҙ ҡалманы:
— Булат ҡына ул, түңәрәккә йөрөп тә, беҙҙе бер тапҡыр ҙа фотоға төшөрмәне...
Айтуған аҙна буйы «мөлкәтен» үҙе менән бергә йөрөттө. Урамда тибенгән тауыҡтар ҙа, кәртә башына ҡунған сәпсектәр ҙә уның иғтибарынан ситтә ҡалманы.
һабаҡташтары бер ваҡыт:
— Ҡасан фотоларҙы килтерәһең? — тип Һорай башланы. Айтуған шаяртып ҡотолдо.
— Мәңгеләштереү тиҙ генә булмай инде ул, гуғанҡайҙар, — тине, өлкәндәргә оҡшатып.
Яҙғы каникул көндәре килеп етте. Балалар баш ҡалабыҙ Өфөгә экскурсияға йыйынды. Бөтәһе лә:
— Айтуған фотоаппаратын да алһын, — тип үтенде. Уҡытыусылары ла уларҙың һүҙен ҡеүәтләне:
— Ал, ал, үҙебеҙҙең оҫтабыҙ барҙа әллә кемдәргә ялынып тормабыҙ инде...
Иртәгә экскурсияға китәбеҙ тигән көндө Айтуған Булаттарға барҙы. Гөрләүектә кәмә йөҙҙөрҙөләр. Булат яһаған сыйырсыҡ ояһын оҙон ҡолғаға беркетеп ҡуйҙылар. Ҡайтырға ваҡыт еткәс кенә, Айтуған:
— Мин һиңә фотоаппаратымды биреп торам, — тине.
— Ниңә? — тип аптырап китте Булат.
— һин бит минең дуҫым... Мин һинән йәлләмәйем.

 


2009 йыл