0%

Ябай ғына минең шатлыҡтарым…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ябай ғына минең шатлыҡтарым… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Ябай ғына минең шатлыҡтарым…


Ябай ғына минең шатлыҡтарым:
Күктә ҡоштар оса - шул шатлыҡ,
Сыйырсыҡтар ҡайтып, оя ҡора –
Шатлыҡтарым минең ҡанатлы.

Ябай ғына минең шатлыҡтарым:
Йырғанаҡтар йырлап юл яра,
Сутылдашып фырлай турғайҙарым –
Шатлығымды йырҙар һуғара.

Ябай ғына минең шатлыҡтарым:
Ҡошҡайым яҡты ҡарашлы,
Йылы елдәр һыйпай сәстәремдән –
Шатлыҡтарым минең ҡояшлы.

Ябай шатлыҡтарым ярһыу минең,
Сапҡан кеүек атҡа атланып.
Үтһен ине ғүмер был донъяла
Ябай шатлыҡтарға шатланып.


25.03.2014