0%

Юҡ-бар менән. Дауыт Юлтый

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Юҡ-бар менән (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый
Ижад итеү ваҡыты: 1913, Биштамаҡ, Ҡаҙағстан.


Юҡ-бар менән


Эй үтәһең, йәшлегем, гел моң менән, аһ-зар менән,
Ҡайнап эстә төрлө хәсрәт, ҡайғы еҙе пар менән.

Мин көтәм шатлыҡ таңынын саф һауа, йомшаҡ елен,
Иҫә шималдән әсе елдәр һыуыҡ боҙ, ҡар менән.

Был тәбиғәт миңә күрһәтмәй гүзәл яҡты таңын,
Керетер ахыры ҡәберенә тонсоҡтороп юҡ-бар менән.


1913, Биштамаҡ, Ҡаҙағстан